
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
I этап – әҙерлек:
1. Маҡсат ҡуйыу.
2. Проблеманы билдәләү.
3. Эш формаһын һайлау.
4. Теманы яҡтыртыу материалын һайлау.
Уҡыу материалы, эш, инструкция, ваҡытты билдәләү, төркөмдәргә бүлеү, интеллектуаль ресурсты бүлеү планын, формалаштырыу принцибын һайлау.
II этап – ролдәргә бүлеү:
1. Организатор (лидер, алып барыусы, репортёр, класҡа төркөм эшен аңлата).
2. Һүҙлек запасын арттырыусы.
3. Иллюстратор.
4. Бәйләнеш тотоусы (текст һәм әйләнә-тирә араһында бәйләнеш, параллелдәр эҙләй һәм таба).
5. Фиксатор (идеяларҙы яҙа).
6. Таймер (хронометрсы, ваҡыт самаһын күҙәтеүсе).
III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
1. Дөйөм һығымта
2. Эшләнгән эш һәм үҙеңдең шәхси өлөшөң тураһында уйланыу.
«Һәр кеше – алфавиттағы хәреф шикелле, һүҙ барлыҡҡа килтерер өсөн уға башҡалар менән ҡушылыр кәрәк…» О.Д.Мандельштамдың һүҙҙәрен эшкә йомғаҡлау формаһында әйтергә мөмкин.
Методтың уҡыусы эшмәкәрлеген ойоштороуҙағы өҫтөнлөгө:
►уҡыусы эшмәкәрлегенә иғтибар көсәйеү;
►уҡыусы һәләтен асыуға шарттар булдырыу;
►уҡыусының әҙерлек һәм үҫеш кимәле буйынса эштәрҙе дифференциациялау мөмкинлеге;
►танып-белеү әүҙемлеген арттырыуға шарттар тыуҙырыу;
►дәрес динамикаһына максималь өлгәшеү;
►уҡыусы индивидуаль рефлексияға ваҡыт бүлә ала.
Уҡыу-уҡытыу процесы барышында түбәндәге бурыстарҙы хәл итергә ярҙам итә:
Ул уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлегенән күпкә юғары кимәлдә интеллектуаль яҡтан үҫергә ярҙам итә.
Был эшкә йәлеп ителеүсе уҡыусыларҙың ижади эш менән ҡыҙыҡһыныуын уята.
Уҡыусыларҙың танып-белеү әүҙемлеген үҫтерә.
Уҡыусыларҙы бер ниндәй баҫымһыҙ фәнни эҙләнеү алымдары һәм методтары менән таныштыра.
Алған белемде системалаштырырға, анализларға өйрәтә.
Эҙләнеү эше барышында проблемалар билдәләргә йүнәлеш бирә.
Уҡыусыларҙы аудитория алдында сығыш яһарға, профессиональ яҡтан билдәләнергә ярҙам итә.
Эшмәкәрлек йөкмәткеһенең өҫтөнлөгө:
Иғтибарҙың көсәйеүе;
Эш һөҙөмтәһенең юғары сифатлы булыуына маҡсат ҡуйыу;
Уҡытыу процесының һәр ҡатнашыусыһына максималь ыңғай шарт булдырыу ;
Юғары уҡыу мәҙәниәтен формалаштырыу;
Ваҡыт юғалтыуҙы минимизациялау;
Төрлө эш төрөнөң продуктив синтезы.
Төркөмдә эшләү эшен ойоштороусы уҡытыусыға кәрәкле сифаттар:
Тәнҡитле фекерләү.
Толерантлыҡ.
Эмпатия.
Рефлексияға һәләт.
Төркөмләп эшләү эшенә тотонор алдынан аралашыуҙың өҫтөнлөклө принциптары билдәләнә:
- диалог;
- дискуссия;
- хеҙмәттәшлек;
- ижади коммуникация;
- дәртләндереү;
- үҙ-ара фекер алышыу.
Уҡыусылар төркөмләп эш башлағанда билдәле бер система тәҡдим ителә:
►Ваҡытын билдәләү. (Башланғыс этап, эш барышы, тамамлау ваҡыты);
►Маҡсатын билдәләү. (Йүнәлеш биреүсе һорауҙар әҙерләү);
►Тупланған материалды системалаштырырға өйрәтеү;
►Эште тәҡдим итергә форма һайлау;
►Уҡыусының үҙ эшенә баһа биреүе (Үҙеңдең интелектуаль эшмәкәрлегеңдән риза булыу).
Эш барышында түбәндәге принциптар һаҡланырға тейеш:
- Иркен фекер алышыу;
- Башҡаларҙың фекерен хөрмәт итеү;
- Тәнҡиткә түҙемле ҡараш.
Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырыу һәм йүнәлеш биреү маҡсатында СИНКВЕЙН (француз телендә биш юллыҡ шиғыр) формаһында ижади эш ойошторорға мөмкин.
Исеме ( ғәҙәттә, 1исем ).
Һүрәтләү (ғәҙәттә, 2 сифат).
Хәрәкәт ( темаға ярашлы 3 һүҙ ).
Темаға мөнәсәбәт ( 4 һүҙле фраза).
Төп фекерҙең ҡабатланыуы (теманың синонимы).
Мәҫәлән, УРАЛ батырға арналған синквейн:
УРАЛ
ҠЫЙЫУ, БАҺАДИР.
ЭҘЛӘР, ЯҠЛАР, ҠОТҠАРЫР.
УНЫҢ ДАНЫ МӘҢГЕ ЙӘШӘР!
БАТЫР!
Уҡытыусы эшмәкәрлегендә беренсе нәүбәттә уҡыусының индивидуаль үҙенсәлектәрен һәм мөмкинселектәрен асыу тора. Артабан ошо мөмкинселектәрҙең оптималь тормошҡа ашыуы уҡыусыларҙың ижади үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Педагогтың уҡыусы ниндәй йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүен, уларҙың даими сағылыуын, әүҙемлеген һәм үҙаллығын билдәләүе баланың шәхесен үҫтерергә, предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итә.
Бөгөнгө заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – мәктәптең иң мөһим бурысы. Донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә барған үҙгәрештәр уҡытыусыларҙан заманса уҡытыу, мобиль булыу, һығылмалылыҡ һәм өлгөрлөк кеүек сифаттар талап итә. Уҡытыусыларҙан шулай уҡ:
заманса мәғлүмәтле технологиялар үҫеше шарттарында белем биреү йөкмәткеһен яңыртыу;
уҡытыу-тәрбиә процесын фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү;
квалификацияны үҫтереү;
белем биреү процесында инновацин технологиялар ҡулланыу кеүек шарттарҙы үтәү талап ителә.
Бөгөнгө көндә ҡулланылған педагогик технологиялар күп төрлө. Уҡытыусы ошо төрлөлөк һәм һайлау мөмкинселеген файҙаланып, конкрет мәктәп шарттарына һәм уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә яраҡлы рәүештә уҡыу-уҡытыу технологияһын ҡуллана ала. Уйын технологиялары, үҫтереүле уҡытыу, проблемалы уҡытыу, проектлау технологияһы, блок системаһы менән уҡытыу һ.б. Был технологиялар традицион уҡытыуҙан гуманлылыҡ, уҡыусы шәхесенә йүнәлешле принциптары менән айырылып торалар. Үрҙә һанап кителгән педагогик технологияларҙы башҡорт теле дәресендә ҡулланыу мәсьәләһе буйынса ғилми мәҡәләләр, методик ҡулланмалар, тәжрибә уртаҡлашыу нигеҙендә төҙөлгән дәрес өлгөләре баҫылып тора. Башҡорт милли башланғыс мәктәптәре өсөн Эльконин-Давыдовтың үҫтереүле уҡытыу системаһына ҡаралған дәреслектәр линияһы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт телен яңы педагогик технологиялар нигеҙендә уҡытыу буйынса методик ҡулланмалар юҡ кимәлендә тип әйтергә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа донъя күргән методик әсбаптарҙан Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу” (Өфө. “Педагогичесая книга”, 2008) методик ҡулланмаһын айырып күрһәтергә мөмкин. Был ҡулланмала башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың яңы йүнәлештәре, үҙенсәлектәре күрһәтелә, заманса алымдар, технологиялар ҡулланып үткәрелгән дәрес өлгөләре бирелә. Шул уҡ ваҡытта авторҙар коллегаларын “Яңылыҡ асам йәки асыш яһайым тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай, дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло буласаҡ” тип иҫкәртәләр.
Уҡытыусы билдәле бер технологияны ентекләп өйрәнеп, уны дәрес планын төҙөүҙә һәм үҫтереүҙә инструмент, ҡорал формаһында ҡуллана ала. Уҡытыусы эшмәкәрлегендә һәр заманда, һәр дәүерҙә, әлбиттә, иң мөһиме булып дәрес тора. Бөйөк педагог А.С. Макаренко әйтеп ҡалдырыуынса: “Педагогик оҫталыҡ – ул маҡсатыңа тырышлыҡ менән ирешеп була торған төшөнсә, башҡа өлкәләрҙә, мәҫәлән, оҫта токарь, оҫта табип кеүек танылған оҫталар менән бер рәттән оҫта уҡытыусы ла була ала”. Педагогик оҫталыҡ – ул педагогик эшмәкәрлектең иң юғары кимәле, ул уҡытыусы сәнғәтен даими камиллаштырыу аша сағыла.
Технологик булыу, йәғни педагогик технологияларға эйә булыу – педагогик оҫталыҡты үҫтереүсе, камиллаштырыусы сара ул. Уртаса һәләттәргә эйә, йәки яңы эш башлаусы, тәжрибәһеҙ уҡытыусы ла төрлө педагогик технологияларҙы уңышлы ҡулланып үҙ эшенең оҫтаһы булып китә ала.
Шулай итеп, педагогик технологияларҙы ҡулланыу белем биреү сифатын күтәреүҙә, уҡытыусы шәхесен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы заманса уҡытыу технологияларын ҡулланыу актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Яңы быуын белем биреү стандарттарында шәхси йүнәлешле уҡытыуға мөһим иғтибар бирелә.
Шәхси йүнәлешле уҡытыуҙың нигеҙендә һәр кешенең индививдуаль үҙенсәлектәрен таныу, уны “коллектив субъект” булараҡ ҡына үҫешен күҙ уңында тотоу түгел, тәү сиратта, үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ субъектив тәжрибәгә эйә индивид тип ҡарау ята. Йәғни уҡыусы уҡытыуҙың субъекты түгел, ә үҙе субъкт тәжрибәгә эйә булараҡ таныла. Уҡытыу барышында ошо тәжрибәне байытыу, тулыландырыу процесы бара. Уҡыусы белемгә эйә булыр өсөн үҙенең шәхси талаптары, ҡыҙыҡһыныуҙары, ынтылыштары нигеҙендә үҙ эшмәкәрлеген индивидуаль эш саралары ҡулланып ойошторорға өйрәнә. Шәхси йүнәлешле уҡытыу технологияһын өйрәнеүсе һәм эшләүселәрҙең береһе И.С. Якиманская билдәләүенсә, шәхси йүнәлешле уҡытыуҙың специфик үҙенсәлектәренә ярашлы, уҡыусыларҙың белем сифаты уҡытыусының дәресте ойоштороу оҫталығынан ғына түгел, күпселек осракта, белем биреү процесының субъекты булараҡ уҡыусының индивидуаль үҙенсәлектәренә бәйле. Уҡыусы менән уҡытыусы белем биреү процесында тигеҙ хоҡуҡлы партнерҙар булараҡ сығыш яһайҙар. Урта быуаттар гуманистары әйтмешләй: “Бала – тултырылырға тейешле көршәк түгел, ә яндырыуҙы көткән лампада ул”. Шәхси йүнәлешле уҡытыу тап ошо фекерҙе күҙ уңында тота. Уҡытыусы әҙер белемде, әҙер нормаларҙы тапшырыу эше менән шөғөлләнергә тейеш түгел, уҡыусының мөмкинселектәрен үҫтереп, уға үҙенә белем алырға ярҙам итеү юлында торорға бурыслы.
Бөгөнгө информацион технологиялар заманында йәш быуын мәғлүмәти һөжүмгә дусар. Телевидение, компьютер уйындары, интернет селтәре, хатта кеҫә телефондарының төрлө функциялары әҙер информацияны ҡабул итеүгә йүнәлтелгән. Шәхси йүнәлешле уҡытыу иһә ошондай шарттарҙа фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, мәғлүмәттәрҙе һөҙөп, кәрәклеһен практикала ҡуллана белеүгә өйрәтеү йәһәтенән актуаль.
Тимәк, бөгөнгө көн шарттарында башҡорт теле дәрестәрендә шәхси йүнәлешле уҡытыу технологияһын ҡулланыу зарурлығы түбәндәге шарттар нигеҙендә барлыҡҡа килде:
уҡыусының мәктәптән тыш, ижтимағи-мәҙәни мөхиттә, билдәле бер ғаилә шарттарында алған субъектив тормош тәжрибәһен иҫәпкә алыу уның индивидуаль танып-белеү һәләтен үҫтереүгә мөмкинселек бирә;
шәхестең индивидуаль (субъектив) тәжрибәһен максималь өйрәнеү, ҡулланыу, заман һәм мөхит талаптарына яраҡлаштырыу, йәғни уҡытыусы эшкәртелмәгән аҫылташтың үҙенсәлеген иҫәпкә алып, уны йөҙөк ҡашы булырҙай кимәлгә еткерә;
балаға үҙен танырға һәм аңларға, үҙ-үҙен раҫларға һәм үҙ юлын билдәләргә ярҙам итә.
Белем биреү процесы уҡытыусы һәм уҡыусы араһындағы уҡыу-уҡытыу диалогы формаһында бара Шул уҡ ваҡытта, уҡыусының индивидуаль үҙенсәлеген иҫәпкә алып, уҡыу-уҡытыу материалы йөкмәткеһен, формаһын һайлау, алған белемде үҙ аллы, үҙенең инициативаһы һәм уҡыу ситуацияһында булмаған осраҡта файҙалана алыу мөмкинселеге бирелә. Традицион уҡытыу методикаһы буйынса эшләгәндә уҡыусы ниндәйҙер стандарттарға, нормаларға ҡалыплашырға өйрәнә икән, шәхси йүнәлешле технология буйынса эшләгәндә “нормалашыуҙан” ситкә китеү, уҡыусының донъяны үҙенсә танып-белеү, үҙ фекерен еткерә һәм аңлата белеүе тәбрикләнә. Мәҫәлән, педагогия фәндәре докторы Р.Ғ. Аҙнағолов уҡыусыларҙың яҙыу телмәрен үҫтереү буйынса мәҡәләһендә бер уҡыу ситуацияһын күрһәтеп китә: “Яҙғы ҡояш, яңы тыуған ҡолон һымаҡ, уйнаҡлап ҡыҙҙыра” тигән һөйләм уйлаған баланы уҡытыусы “Һөйләмең бик үк дөрөҫ булманы” тип туҡтатып ҡуя(1, 29) Шәхси йүнәлешле технологияны өйрәнгән уҡытыусы бындай хәлгә тарымаҫ ине. Тап шундай көндә осрап торған уҡыу ситуациялары баланың шәхесен баҫыуға, ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм һәләтен үҫтереүгә ҡамасаулай ҙа инде.
Был уҡытыу технологияһының үҙәгендә баланың индивидуаль үҙенсәлеге тора, шуға күрә уның методик нигеҙен уҡыу-уҡытыу процесының дифференциацияһы һәм индивидуалләшеүе тәшкил итә. Шәхси йүнәлешле технология буйынса эшләгән уҡытыусы эшмәкәрлегендә беренсе нәүбәттә уҡыусының индивидуаль үҙенсәлектәрен һәм мөмкинселектәрен асыу тора. Артабан ошо мөмкинселектәрҙең оптималь тормошҡа ашыуына яраҡлы эш структураһы төҙөлә. Индивидуализация һәм дифференциацияның һығылмалы, йомшаҡ, көсләп тағылмаған формаларын дәрестә ҡулланыу педагогҡа уҡыусының ниндәй йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүен, уларҙың даими сағылыуын, әүҙемлеген һәм үҙаллығын билдәләргә ярҙам итә.
Публицистик стилде өйрәнгән саҡта, тыңлаусының, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, эмоциональ тәьҫирҙе көсәйтеү маҡсатында сағыу һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектрәҙе, синоним, антоним, метафора, сағыштырыу кеүек һүрәтләү сараларының урынлы ҡулланылыуы әйтеп кителә. Бер үк төрлө мәғлүмәтте төрлө формала еткереп ҡарау өсөн(“төҫлө ҡаптарға төрөргә өйрәнеү”) түбәндәге эш төрөн үткәрергә тәҡдим ителә.
Заман публицистикаһында өс фактор үҙәктә тора:
1. Сағылдырылған предмет.
2. Маҡсат ҡуйыу.
3. Методтар һайлау.
М. Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен үҙәк предмет итеп алып, уҡыусыларға төрлө маҡсат һәм методтарҙы һайлап ижади эш башҡарырға тәҡдим ителә.
Яңылыҡтар хеҙмәтенә: “Үткән йома, киске ундар тирәһендә, Алдашмаҫ ауылы һунарсыһының йортона оло ҡайғы ябырыла – берҙән-бер һарығын билдәһеҙ йән эйәләре тамаҡлап китәләр. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында Бүребай һәм Төлкөбай полиционерҙар эҙләнеү эштәре алып баралар. Әйтергә кәрәк, Бүребай яңыраҡ ҡына оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн миҙал менән бүләкләнде” (Киске яңылыҡтарҙа ваҡиғаларҙың нисек үҫеүен күрһәтергә).
Интервью: “Ошо көндәрҙә Алдашмаҫ ауылында булып үткән ваҡиғалар күптәрҙе тетрәндерҙе. Меҫкен һарыҡтың яҙмышы тураһында матбуғат биттәрендә төрлө фараздар баҫылып сыҡты. Беҙҙең корреспондент тикшереү эшен алып барыусы Бүребай полковник һәм ғәйепләнеүсе Ҡуянҡайҙан интервью алды.
Хөрмәтле Бүребай полковник, ниндәй яңылыҡтар менән ҡыуандырырһығыҙ?
Беҙҙең эштә бөтә серҙе лә асып һалып булмай, шулай ҙа эштең оҙаҡламай ябылырына ышанам. Һарыҡтың башына еткән ҡурҡыныс йән эйәһен тиҙ арала ҡулға алырға һүҙ бирәм.
Һеҙ Ҡуянҡай ни тип әйтерһегеҙ?
...” (Артабан дауам итергә).
Уҡыусыларға журналист эҙләнеүе, мәҡәлә, хат, комментарий, әңгәмә, репортаж, отчет жанрҙарында ошо уҡ темаға яҙырға эш бирелә. Текста эпитеттар, метафоралар, фразеологик әйтемдәр ҡулланырға тәҡдим ителә.Жанрҙарҙы һайлауҙа ирек бирергә мөмкин, йәрәбә һалыу формаһында ойошторолһа ла зыяны юҡ, киреһенсә ижади сәм, дәрт артыр.
Һәр уҡыусының үҫеш үҙенсәлеген күҙәтеү, уларға уҡыу барышында төрлө йүнәлештәге эштәр тәҡдим итеү уҡытыусыға баланың индивидуаль танып белеү “профиле” тураһында банк тупларға ярҙам итә. Был осраҡта махсус индивидуаль карта ла эшләргә мөмкин. Киләсәктә уҡытыуҙың дифференциациялы формаһына (профилле кластар) күсеүҙә еңеллек тыуҙыра.
Башҡорт теле дәрестәрендә шәхси йүнәлешле уҡытыу үҙ сиратында махсус дидактик материалдар, уҡыусының шәхси белем алыу кимәлен билдәләүсе контроль эш формалары, методик рекомендациялар эшләүҙе талап итә. Ошо талаптатрҙың үтәлеүе нигеҙендә генә шәхси йүнәлешле процесс төҙөлөүе хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
Шәхси йүнәлешле уҡыу процесында түбәндәгеләрҙең үтәлеше мөһим:
уҡыу-уҡытыу материалы (уның уҡыусыға еткерелеү характеры) уҡыусының субъеткив тәжрибәһен асыҡларға ярҙам итеүе;
уҡытыусының дәреслектә, программала бирелгән материалды аңлатыуы уҡыусы белемен артырыуға, интеграциялауға ғына түгел, уның шәхси тәжрибәһен үҙгәртеүгә, үҫтереүгә йүнәлтелеүе;
уҡыу-уҡытыу барышында даими рәүештә уҡыусының тормош тәжрибәһе менән яңы белемдең фәнни йөкмәткеһен сағыштырыу, килештереү;
уҡыусының үҙ алла белем алыуға, асыш яһауға ынтылышын һәр саҡ әүҙем билдәләү, стимуллау;
уҡыу материалы бирелгән саҡта уҡыусы мәсьәләләрҙе, күнегеүҙәрҙе төрлө эштәрҙе башҡарғанда һайлау мөмкинселегенә эйә булыуы;
контроль һәм баһалау эш һөҙөмтәһе нигеҙендә генә түгел, уҡыусының эш барышындағы эшмәкәрлеге кимәленең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе лә иҫәпкә алыныуы;
уҡыу-уҡытыу материалының төҙөлөшө, реализацияһы, рефлексия, баһаланыуы субъектив эшмәкәрлеккә йүнәлтелеүе.
Һәр тикшереү, диагностиканан һуң методик кәңәшмә, консилиумдар үткәреү уҡыу сифаты менән идара итеүҙә төп урын биләй.
Педагогик практикала баһалау системаһы түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тота:
1) уҡыусыларҙың белем биреү программаларын үҙләштереү кимәлен һәм сифатын билдәләү;
2) уҡыу-уҡытыуҙың артабанғы үҫешен асыҡлау һәм белем биреүҙең яңы мәсьәләләрен ҡуйыу.
Баһалау тип, ғәҙәттә, педагогик мөхиттә шартлы билдә, балдарҙың ҡуйылыуы һанала. Уҡыусының уҡыу программаһы стандарттарының билдәле кимәлдә үҙләштерелеүе тикшерелә. Уҡыусылар ҙа үҙҙәренең телдән бирелгән яуаптары, яҙма, контроль, практик эштәрҙе баһалауға өйрәнгәндәр. Был традицион белем биреү һөҙөмтәләре үлсәмдәре педагогика өлкәһендә эшләгән ғалимдар тарафынан да, мәктәп етәкселеге һәм практик уҡытыусылар тарафынан да йыш тәнҡит утына тотола. Баһалау системаһы менән ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт түгел, абсолют күпселек уны объектив түгел тип иҫәпләй. Шуға күрә уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында йыш таралған конфликттарҙың сәбәпсеһе булып, уҡыусы ҡарашынса “ғәҙел булмаған баһа” тора. Баһа ҡуйыу менән бәйле ситуациялар бик шәхсән һәм төрлө эмоциональ буяуҙарҙа кисерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға күп осраҡта тейешле иғтибар бирелмәй. Ҡайһы бер саҡ уҡытыусыла педагогик грамотаһыҙлыҡ, һабаҡ алыуҙа ауырлыҡ кисергән балаларға ҡарата хуш күңелһеҙлек кеүек сифаттар осрай. Был үҙ сиратында балала үпкәләү, эске ризаһыҙлыҡ, уҡыуға ҡарата нәфрәт тыуҙыра.
Традицион баһалау системаларына дөйөм бер һыҙат хас – ул ситтән баһалау, йәғни уҡытыусының, квалификацион эксперттың баһалауы. Уҡыусының үҙ-үҙен баһалауы кеүек тәжрибәләр күренә, ләкин улар “легитим” түгел, официаль һөҙөмтә булып иҫәпләнмәй. Шулай итеп, хәҙерге баһалау системаһы ҡәтғи рәүештә уҡыусының белем кимәлен тикшереүгә йүнәлтелгән. Был системаның белем биреү сифатын тикшереүҙә ҙур етешһеҙлектәре булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көнгә тиклем мәктәп практикаһында төп урынды биләй һәм үҙ сиратында төрлө бәләкәй трагедияларға, конфликттарға нигеҙ булып тора.
Уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген үҙе баһалауы кеүек традицион булмаған саралар бөгөн айырыуса отошло булыр ине. Телде ҡыҙыҡһынып, теләп өйрәнһендәр өсөн уҡытыусы баланың психологик һәм физиологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, дәрестә уңайлы, комфортлы мөхит тыуҙырырға ынтыла. Үҙ-үҙеңде баһалау системаһы иң беренсе сиратта балаға психологик яҡтан ыңғай тәьҫир итә, уҡытыусы һәм уҡыусы араһында ҡайһы бер саҡ артыҡ ҙур бушлыҡ тыуҙырған дистанцияны кәметергә ярҙам итә. Дәрес башланыу менән уҡытыусы үҙбаһалау системаһы тураһында хәбәр итә һәм уҡыусыларҙы ижади, әүҙем эшмәкәрлеккә көйләй. Яңы тема өйрәнеү, үтелгәндәрҙе ҡабатлау ваҡытында, уҡыусы һабаҡ алыу менән бер рәттән үҙ-үҙе алдында яуап тоторға әҙерләнә. Ә дәрес барышында был эштең үтә яуаплы бурыс икәнлеге асыҡлана. Уҡытыусының: “Бөгөн үҙең өсөн ниндәй яңылыҡтар астың, нимәләр үҙләштерҙең, ҡайһы урында ауырлыҡтар кисерҙең, үҙеңә ниндәй баһа ҡуйыр инең” тигән һорауына яуап биреү тәүҙә бик еңел булмай. Шунда уҡ үҙбаһалау менән бер рәттән уҡытыусының ҡыҫҡаса комментарийҙары менән бирелгән баһаһын алыу артабан уртаҡ объектив баһа ҡуйыуға килтерә.
Ҡайһы бер дәрестәрҙә иптәштәрең, күршең йәки төркөмдөң, команданың бер-береһенең эшмәкәрлеген баһалауы кеүек форманы ла ҡулланырға мөмкин. Яҡшы өлгәшеүсе уҡыусы менән уртаса йәки насарыраҡ өлгәшкәндәрҙекен тыңлау, үҙҙәрен сағыштырырға өйрәтеү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусы үҙе дәрестә иғтибар итмәгән урындарҙы ла асыҡлай ала.
Был уҡыусыларҙың көндәлек эшмәкәрлегенең әүҙемлегенә, хатта бер ни тиклем баһалау системаһының асыҡ, үтә күренмәле булыуына килтерә. Белем сифатының күтәрелеүенә, предметты теләп өйрәнеүгә стимул булып тора. Был баһалау системаһы уҡыусыларҙың ниндәй урында ауырлыҡ кисереүен асыҡларға һәм уҡытыусыға тел өйрәнеүҙә мөһим булған эшмәкәрлек – уҡыу, яҙыу, тыңлау, һөйләүгә синыфтың һәм балаларҙың индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып дәрес пландарына төҙәтмәләр индерергә ярҙам итә.
Шулай итеп, бөгөнгө көндә белем биреү системаһында ҡулланылған белем сифатын билдәләү юлдары һәм саралары объектив һәм ышаныслы түгел. Идеаль вариант – индивидуаль нормалар ҡулланыу. Һәр уҡыусыға индивидуаль һайланған нормалар артабанғы өлгәшкә стимул булырға һәм ижади шәхестең һәләтен үҫтереүгә мөмкинселек бирер ине. Беҙҙең реаль шарттарҙа индивидуаль нормалар менән генә эшләү мөмкин түгел. Үҙ сиратында уҡыусыларҙан 100 % бер үк төрлө белем сифаты талап итеү ҙә ғәҙел булмаҫ ине. Синыфтағы уҡыусыларҙың белем кимәле һәм дәүләт стандарттары үтәлеүе уҡытыусының төрлө алымдар менән өлгәшеүенә нигеҙләнгән. Уҡыу-уҡытыу сифаты тураһында һөйләгәндә, иң мөһим урынды уҡытыусы шәхесе билдәләүен танырға кәрәк. Уҡытыусы эшмәкәрлегенең үҙәгендә уның дәрес үткәреүгә һалған көсө, дәрестең сифаты тора. Уның төп күрһәткесе, дәрестең һуңғы һөҙөмтәһе – уҡыусыларҙың белем сифаты кимәле.
Баһалау критерийҙарына өлгө:
Баһа |
Һөҙөмтә |
|||
Үҙе |
Иптәше |
Уҡытыусы |
Кәйеф |
|
|
|
|
|
|
Яҡшы
Насар
Уртаса
Уҡыусының исеме, фамилияһы |
Баһалау критерийҙары |
Балдар |
||||
|
I |
II |
III |
IV |
V |
|
Һәр критерий буйынса йыйырға мөмкин булған балдар һаны |
||||||
1 |
1 |
1 |
1 |
1 |
||
Күрһәткес буйынса йыйылған балдар һаны |
||||||
|
|
|
|
|