Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
22222.doc
Скачиваний:
8
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
2 Мб
Скачать
☆

II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы

II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү

Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү

Фонетика – телмәр өндәрен өйрәнеүсе фән. Тел ғилемендә телмәр өнө фонема тип атала. Фонемалар телдә һүҙҙәрҙең мәғәнәһен айырыуҙа ярҙам итә.

Башланғыс кластарҙа башҡорт теленең фонетика бүлеген өйрәнеү беренсе кластың тәүге дәрестәренән башлана. Артабан ул ҡатмарлаштырылып һәр класта өйрәнелеп килә.

Бала беренсе көнөнән үк был донъя менән өндәр ярҙамында бәйләнешкә инһә лә, өн термины уның өсөн ят төшөнсә. Шунлыҡтан, башта өн – һүҙҙе төҙөүсе берәмек булараҡ, бирелә. Укытыусы ситуациялар ярҙамында төрлө предметарҙың ниндәйҙер өлөштәрҙән торғанын асыҡлата. Мәҫәлән; өй нигеҙҙән, стенанан, ҡыйыҡтан, һут, һыуҙан, шәкәрҙән, еләктән , һ.б. Шулай итеп , һүҙҙең дә ниндәйҙер берәмектәрҙән тороуы асыҡлана. Ул берәмектәрҙең өн икәнлеге әйтелә. Мөһим момент булып,һүҙҙең хәрефтәрҙән түгел , ә өндәрҙән торғанына баҫым яһау тора. Артабан балалар һүҙҙә нисә өн икәнен асыҡларға, уны график рәүештә тамғаларға өйрәнәләр.

Һүҙҙә өндәрҙең урынын, иҫәбен билдәләү һәм уларҙы график рәүештә тамғалау – уҡырға өйрәтеү технологияһының беренсе этабы. Төп эш алымы: һүҙҙе әйтеү, ишетеү, тамғалау. Был этапта уҡыусы телмәрҙе тыңларға, унан һүҙҙе айырып алып, уның өндәрен атарға өйрәнә. Ул хәрефте өйрәнгәнгә тиклем үк һүҙҙең өн составына, өн иҫәбенә, ниндәй өн артынан ниндәй өн килеүенә ныҡлы күҙәтеү яһай. Һәр өндө график рәүештә шаҡмаҡтарға урынлаштыра.

Һүҙҙең өндәрен тартынҡы һәм һуҙынҡыға айырыу – уҡырға өйрәтеүҙең икенсе этабы. Һүҙҙең өндәре араһындағы айырмалылыҡты билдәләү мөһим момент. Бының өсөн ике өндән торған( мәҫәлән ат, ал, аҡ) һүҙҙе һайлап эшләү бик уңайлы. Тәүҙә уҡыусы өндәрҙәең иҫәбен һәм уларҙың сиратлашыу тәртибен, әҙер схема шаҡмаҡтары эсенә «ултыртып», уҡый. Уҡытыусы ойошторған махсус күҙәтеү һөҙөмтәһендә бала ике өндөң бер- береһенә оҡшамауын тойомлай. Нимәһе менән улар айырылалар икәнлеген дәрес барышында асыҡлайҙар. Өндәрҙе ҡат - ҡат әйтеү , тыңлау эштең төп алымдары булып тора.Һуҙынҡы өндөң һуҙып әйтелеүен, ә тартынҡы өндөң һуҙылмауына төшөнә. Ни өсөн бер өн һуҙыла , ә икенсе өн һуҙылмауының сәбәбен асыҡлай. Бының өсөн бала телмәр органдарының торошон күҙәтә. Һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә үпкәнән өрөлгән һауа ауыҙҙан тотҡарлыҡһыҙ иркен сыға. Тимәк, ул тауыш ярҙамында яһала. Һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә үпкәләге тын бөткәнсе һуҙып әйтеү мөмкинлеге бар, шуға күрә уларҙы һуҙынҡы өндәр тип атайҙар. Һуҙынҡы өндәрҙе түңәрәк менән тамғалайҙар, сөнки уны бер ерҙә лә туҡтап тормай һыҙып була. Ә тартынҡы өндәр киреһенсә, һуҙылмайҙар, сөнки уларҙы әйткән саҡта тауыш ҡаршылыҡҡа осрай. Шунлыҡтан башҡорт телендә өндәр һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең бүленеп йөрәтөлөүенә төшөнәләр. Быны асыҡлау өндәрҙе классификациларға өйрәнеүҙең беренсе аҙымы булып тора. Тартынҡыларҙы шаҡмаҡ менән тамғалайҙар, сөнки уны һыҙғанда һыҙыҡ бара-бара ла икенсе яҡҡа борола.

Өндәр системаһын өйрәнеүҙең өсөнсө этабы булып тартынҡыларҙы яңғырау һәм һаңғырау өндәргә айырыу тора. Был эш артикуляцион аппаратты күҙәтеү, йәғни тартынҡыларҙың яһалыш процесын күҙәтеүҙән башлана.Үпкәнән өрөлгән тындың ауыҙ ҡыуышлығы эсендә төрлө ҡаршылыҡҡа осрауы күҙәтелә. Мәҫәлән, [т] өнөн әйткәндә үпкәнән өрөлгән тын тел менән өҫкө тештәр араһындағы тар ғына ептәрҙән ҡыҫылып, ышҡылып сыға. Икенсе төрлө әйткәндә, тел менән өҫкө тештәр араһында ышҡылыу барлыҡҡа килә. Ләкин [т] өнөн әйткәндә тауыш ҡатнашлығы юҡ, шау ғына ишетелә. Бындай тартынҡы өндәрҙе һаңғырау тип атайҙар.

Артабан эште сағыштырыу алымын ҡулланып, яңғырау тартынҡы өндәр ҡарала. Мәҫәлән, [б] тартынҡыһын әйткәндә үпкәнән өрөлгән тынды ирендәр ауыҙ ҡыуышлығы эсендә ҡаплап тора һәм ирендәр ҡапыл асылып китеп, шартлауға оҡшаған бер күренеш барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә [б] өнөн әйткәндә, тауыштың да ҡатнашлығы бар. Ул яңғырауыҡлы ишетелә, шуға күрә лә уны яңғырау тартынҡы тип йөрөтәләр. Шулай итеп , балалар тартынҡы өндө әйткәндә тауыштың ҡатнашыу ҡатнашмауына ҡарап, тартынҡы өндәрҙе яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәргә айырырға, уларҙы төрлөсә тамғаларға өйрәнәләр. Тартынҡы яңғыраумы һаңғыраумы икәнлеген белер өсөн ҡолаҡтарҙы ҡул менән ҡаплап та, йәки ҡулды күкрәккә ҡуйып та белеп була.

Әлифбаның хәреф өйрәнеү осрона тиклем үк бала башҡорт теленең сингармонизм законы менән таныша. Ул һүҙҙәрҙе сағыштырып ҡарап, берәүҙәренең тик нәҙек ижектәрҙән, ә икенселәренең тик ҡалын ижектәрҙән генә тороуын күҙәтә. Башкорт телендә сингармонизмдың йәнә бер үҙенсәлеге бар. Ул үҙенсәлек һуҙынҡы өндәр менән тартынҡы өндәрҙең ярашыуынан тора . Әгәр саф башҡорт һүҙенең тамырында алғы рәт һуҙынҡылары(нәҙек һуҙыңҡылар) булһа, унда нәҙек тартынҡылар була. Әгәр ҙә тамырҙа артҡы рәт (ҡалын) һуҙынҡылар булһа, ул һүҙҙә ҡалын тартынҡылар була. Тимәк, алғы рәт һуҙынҡылары уратылышында тартынҡы өндәр һәр ваҡыт йомшаҡ әйтелә, нәҙек булалар, ә артҡы рәт һуҙынҡылары уратылышында тартынҡылар ҡаты әйтелә. Шулай итеп, ҡалын өндәр йыйылмаһы һәм нәҙек өндәр йыйылмаһы хасил була. Был үҙенсәлекте өн моделендә күрһәтергә өйрәнәләр.

Бала хәреф өйрәнә башлағанға тиклем телмәр аппараты, өндәр артикуляцияһы менән таныша, өндәрҙе яһалыу прицибы буйынса классификациялай, тартынҡыларҙы төрлө һуҙыңҡы өндәр уратылышында күҙәтә, башҡорт теленең сингармонизм законын асырға өлгөрә. Уҡыусы әлифбаға тиклемге осорҙа телмә өндәренә тулы байҡау яһай, нигеҙҙә өндәр системаһын үҙләштерә, мәғәнәүи яҡтан һүҙҙе төркөмдәргә бүлеп, морфологик төшөнсәләргә эйә була. Шулай итеп, хәрефтәрҙе өйрәнә башлауға ныҡлы фәнни нигеҙ ҡорола. Бала әлифбаға тиклемге осорҙа алған белемдәренә таянып, хәрефтәрҙе өйрәнә башлай.

Икенсе класта фонетика бүлегендә я, е, ё, ю хәрефтәренең дөрөҫ әйтелеше яҙылышы өҫтөндә ныҡлы эшләнә.

Өсөнсө класс «Әсә теле » программаһында башҡорт теленең үҙенсәлектәрен, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү маҡсат итеп ҡуйыла. Өндәр һәм хәрефтәр үҙенсәлектәрен өйрәнеү дауам итә. Һүҙ моделе өҫтөндә эшләнә. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар ҡарала, улар менән бергә килгән тартынҡыларҙын күҙәтелә. Һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙың таблицаһы төҙөлә. Талғын сонор өндәргә характеристика бирелә. Сонор һүҙе индерелә Башҡорт теленә үҙенсәлекле күренеш сиратлашыу осраҡтарын ентекле өйрәнелеп үтелә. Һүҙҙең өн- хәрефенә фонетик анализ яһарға өйрәтелә.

Дүртенсе класс программаһы уҡыусының өс йыл буйы алған белемдәрен системаға һалыуҙы, уларҙы тулыландыруҙы маҡсат итеп ҡуя. Фонетика һәм орфоэпия буйынса ижек, баҫым, һуҙынҡы , тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар, өн һәм хәреф тураһындағы белемдәрен система һалыу бурыс булып тора. Шулай итеп, башланғыс мәктәпте тамамлауға уҡыусылар фонетика буйынса нимә белергә тейештәр?

  • Һүҙҙәрҙәге һуҙыңҡы, тартынҡы өндәрҙең айырмаһын билдәләү һәм уны моделдә сағылдырыу (түңәрәк һәм шаҡмаҡ).

  • Һуҙыңҡы өндәрҙе нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡыларға айырыу, уның таблицаһын төҙөү:

(һары төҫтә)

Ә

Ө

Ү

Э(е)

И

(зәңгәр төҫтә)

А

О

У

Ы

-

  • Тартынҡыларҙы яңғырау һәм һаңғырау өндәргә айырыу, уларҙың таблицаһын төҙөү:

(һары һәм зәңгәр төҫтә)

б

в

г

ғ

ж

д

ҙ

з

й

р

л

м

н

ң

-

-

(һары һәм зәңгәр төҫтә)

п

ф

к

ҡ

ш

т

ҫ

с

-

-

-

-

-

-

х

һ

  • Башҡорт теленең төп законын асыу: һүҙҙең беренсе

ижеге нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә нәҙек (нәҙек һүҙ),

ә беренсе ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын

(ҡалын һүҙ). Телдең был законын (сингорманизм)

моделдә яҡтыртыу.

  • Ике өндө белдереүсе хәрефтәр булыуын асыҡлау,

моделдә күрһәтеү.Яя, Юю хәрефтәре ҡалын, Ее хәрефе

нәҙек, Ёё хәрефе урыҫ һүҙҙәрендә яҙыла. Был

ҡағиҙәләрҙе балалар һүҙҙәрҙе күҙәтеү, тикшереү эштәре

үткәреү һөҙөмтәһендә үҙҙәре килтереп сығара.

6. Һүҙгә тулы фонетик анализ эшләргә өйрәнәләр.

Башланғыс кластарҙа лексиканы өйрәнеү

Телдең лексик составы, билдәле бер система булараҡ, дөйөм семантик билдәләре, бер-береһе менән күп төрлө мөнәсәбәттәре менән бәйле булған төрлө категорияға ҡараған һүҙҙәрҙе үҙ эсенә ала. Шуға ла туған телдең лексикаһы буйынса төп лингвистик төшөнсәләр башланғыс кластарҙан индерелә.Лексика башланғыс кластар программаһына айырым тема булараҡ индерелмәгән. Тел ғилеменең был бүлегенә ҡараған материал башҡорт теле курсының бөтә бүлектәрен өйрәнеү барышында үҙләштерелә. Грамматик материалды өйрәнеү барышында телдең лексикаһы менән танышыу, нигеҙҙә, һөйләм һәм бәйләнешле телмәр (текст) эсендәге һүҙ өҫтөндә түбәндәге эштәргә ҡайтып ҡала: һүҙлек эше, һүҙҙең өндәр һәм хәрефтәр составын тикшереү, терәк һүҙ менән һөйләмдәр төҙөү, һүҙҙең моделен ҡороу, һүҙгә төшөрөп ҡалдырылған хәреф һәм ялғауҙарҙы өҫтәп яҙыу, контексҡа бирелгән һүҙҙәрҙе өҫтәү, синоним һәм антонимдар, тура һәм күсмә мәғәнәле, бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр, фразеологизмдар өҫтөндә эш һ.б. Был эштәрҙе үтәү барышында төп иғтибар лексик берәмектәрҙең мәғәнәһен асыҡлау, уларҙың телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен, ҡанунлыҡтарын, функцияларын билдәләүгә йүнәлтелә.Башланғыс кластарҙа тел ғилеменең айырым бер бүлеге булараҡ лексика танып белеү (туған телдең лексик системаһы менән танышыу) һәм норматив-практик (төрлө лексик ҡатламдарҙы телмәр ситуацияларына ярашлы ҡуллана белергә өйрәтеү, уҡыусыларҙың һүҙлек запасын төрлө лексик-семантик төркөмдәргә ҡараған һүҙҙәр менән байытыу) аспекттарында ҡарала.

Лексиканы танып белеү аспектында өйрәнеү лексик төшөнсәләрҙе үҙләштереүгә системалы ҡараш булдыра, уҡыусыларҙы һүҙ менән лексик система берәмеге булараҡ таныштырыу, грамматиканы лексикаға бәйләп өйрәтеү мөмкинлеген бирә, лексика һәм телдең башҡа кимәлдәре араһындағы бәйләнештәрҙе күрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың һүҙ байлығын ишәйтеүҙе система булараҡ ойоштороу өсөн ерлек булдыра.

I–IV кластарҙа телдең лексикаһын өйрәнеүҙә һүҙлек эше төп урынды биләй. Шуға ла был эште ойоштороуға тейешле иғтибар биреү, уның төп йүнәлештәрен, методик алымдарын конкретлаштырыу талап ителә.

Башланғыс төп белем биреү стандартына ярашлы төҙөлгән Яҡынса программала лексиканы өйрәнеүҙең йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә: һүҙҙе уның мәғәнәһе һәм яңғырашы берлегендә аңлау, текстан мәғәнәһен асыҡлау талап ителгән һүҙҙәрҙе табыу, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен текст эсендә йәки аңлатмалы һүҙлек ярҙамында билдәләү, һөйләм һәм текст эсендә бер һәм күп, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу, синоним һәм антонимдарҙың телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү [Примерная основная образовательная программа… 2011, 122]. Лексиканы өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге түбәндәгеләргә йүнәлтелә:

  • үҙ аллы эш барышында дәреслектәге теге йәки был һүҙҙең мәғәнәһен һүҙлектән эҙләп табыу һәм уны яҙып алыу;

  • таныш булмаған һүҙҙең мәғәнәһен аңлатмалы һүҙлек буйынса асыҡлау (парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә эшләү процесында), шәхси һүҙлектәр төҙөү;

  • синонимик оялағы ҡайһы һүҙҙең һөйләмдәге төшөрөп ҡалдырылған һүҙгә иң тура килгәне булыуын аңлатыу;

  • бирелгән һүҙгә антонимдар һайлау [Примерные программы… 2008, 25-26].

Тел материалын текст нигеҙендә синтаксик кимәлдә өйрәнеү һүҙҙәрҙе мәғәнәүи төркөмдәргә бүлеп анализлау, тикшереү мөмкинлеген бирә, уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә туранан-тура мөнәсәбәтле лингвистик, коммуникатив, лингвокультурологик компетенцияларҙы ғына түгел, дөйөм мәҙәни, шәхси, интеллектуаль, ижтимағи, дөйөм хеҙмәт һ.б. компетенцияларҙы формалаштырыу өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырыла.Лексик кимәлдә компетенцияларҙы үҫтереү түбәндәге дүрт йүнәлештә алып барыла:

  • балаларҙың hүҙлеген яңы hүҙҙәр менән байытыу, уларҙың мәғәнәhен аңлатыу;

  • электән таныш hүҙҙәрҙең мәғәнә нескәлектәрен, күсмә мәғәнәләрен асыҡлау;

  • пассив hүҙлектәге hүҙҙәрҙе активлаштырыу;

  • ерле һөйләш һүҙҙәрен әҙәби телдәге һүҙҙәр менән алмаштырыу;

  • бала телмәрендәге әҙәби тел нормаларына тап килмәгән hүҙҙәрҙән арыныу;

  • яңы hүҙҙәрҙе актив телмәргә индереү;

  • hүҙҙәрҙең эмоциональ биҙәген, күп hәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе күҙәтеү.

Был эштәр айырым һүҙҙәр өҫтөндә түгел, ә бәйләнешле телмәр (текст), йәнле телмәр өлгөһөндә ойошторола.

Т.Х. Аслаев hүҙлек өҫтөндә эште 4 төркөмгә бүлә [Аслаев 1980, 132]:

а) текстағы таныш булмаған hүҙҙәрҙең мәғәнәhен аңлатыу;

б) бәйләнешле телмәрҙә hүҙҙәрҙе дөрөҫ, урынлы ҡулланырға өйрәтеү өсөн хеҙмәт иткән лексик-стилистик күнегеүҙәр (синоним, омоним, антоним, фразеологик берәмектәрҙе дөрөҫ ҡулланыу);

в) телдең тасуирлау сараларын аңлап үҙләштереүгә ҡарата күнегеүҙәр;

г) логик алымдарҙы файҙаланыуға ҡарата күнегеүҙәр.

Тел һәм әҙәбиәт уҡыу-уҡытыу методикаһында яңы һүҙҙең мәғәнәhен аңлатыу төрлө алымдар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Һүҙҙең үҙенсәлегенән сығып, уҡыусыларҙың танып белеү, ҡыҙыҡһыныуҙарын активлаштырыуға йүнәлтелгәндәрен һайлау эште төрлөләндереп үткәреү мөмкинлеген бирә, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен комплекслы үҫтерә:

  1. Һүҙ составын hәм яhалышын күҙәтеү. Был алым ярҙамында уҡыусыларҙа һүҙҙең мәғәнәһенә һәм килеп сығышына ҡыҙыҡһыныу уяна. Эҙләнеү-тикшеренеү процесында һүҙҙең лексик-грамматик мәғәнәһенә, дөрөҫ яҙылышына аңлы ҡараш формалаша. Мәҫәлән, ауылдаш, ҡарағош, ҡыҙылтүш кеүек һүҙҙәр нисек яһалған? кеүек һорауҙарға яуап эҙләү, балаларҙы мауыҡтыра, уларҙың танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.

  2. Һүҙҙәрҙе мәғәнә нескәлектәрен асыҡлау маҡсатында сағыштырыу: еләҫ – елле, саба – юрта һ.б.

  3. Таныш булмаған hүҙҙең мәғәнәһен контекста аңлатыу. Яңы һүҙ ингән һөйләмде, текстан өҙөктө уҡыу һүҙҙең мәғәнәһен генә түгел, уның башҡа һүҙҙәр менән бәйләнешен, грамматик формаһын төшөнөргә ярҙам итә. Һүҙҙе активлаштырыу өсөн уны уҡыусылар үҙҙәре төҙөгән тексҡа индерегә була.

  4. Һүҙҙең мәғәнәһен аңлатмалы, белешмә һүҙлектәр буйынса асыҡлау.

  5. Исеме таныш булмаған предметтарҙың үҙҙәрен, картина, макет, хәрәкәттәрҙе күрhәтеү.

  6. Иң йыш ҡулланылған универсаль алым – яңы һүҙҙе уға синоним һайлау аша аңлатыу. Был осраҡта һүҙҙәрҙең стилистик биҙәгенә, мәғәнә нескәлектәренә иғтибар йүнәлтергә, уларҙың айырмаһын күрһәтергә кәрәк.

  7. Һүҙҙең антонимик парын табыу һ.б.

«Башҡорт теле» дәреслектәрендә лә һәр грамматик темаға ярашлы үҙләштерелергә тейешле ауыр орфограммалы йәки балаларға таныш булмаған һүҙлек һүҙҙәре бар. Улар дәреслектәрҙә айырып күрһәтелә. Был һүҙҙәр өҫтөндә ентекле һүҙлек эше үткәрелә, уларҙың мәғәнәһе аңлатыла, дөрөҫ яҙылышы күнегеү һәм эштәр башҡарыу барышында нығытыла. Яңы һүҙҙәрҙе актив һүҙлеккә индереү өсөн күп төрлө күнегеүҙәр бирелә, дәрестәрҙә һүҙлек диктанттары үткәрелә, был һүҙҙәр контроль яҙма эштәр өсөн текстарға ла индерелгән.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]