- •Содержание
- •1. Место дисциплины в структуре ооп:
- •Рабочая программа
- •Рабочая программа
- •5. Образовательные технологии
- •6.Учебно-методическое и информационное обеспечение дисциплины (модуля)
- •2) Художественная литература
- •8. Методические рекомендации (материалы) для преподавателя
- •Семинарские занятия
- •9. Методические указания для студентов
- •«Башҡорт әҙәбиәте тарихы: хәҙерге әҙәбиәт» курсы буйынса семинар һорауҙары
- •10. Учебно-методическое обеспечение самостоятельной работы студентов «Башҡорт әҙәбиәте тарихы: хәҙерге әҙәбиәт» курсы буйынса үҙ аллы шөғөлләнеү өсөн темалар һәм биремдәр
- •Тема1: Хәҙерге башҡорт шиғриәте
- •Тема 2: Хәҙерге башҡорт прозаһы
- •Тема 3: Хәҙерге башҡорт драматургияһы
- •Бирем №1 «Башҡорт әҙәбиәте тарихы: хәҙерге әҙәбиәт» курсы буйынса реферат өсөн темалар
- •Бирем №2 Конспект өсөн сығанаҡтар
- •Бирем №3 Ижади һәм эҙләнеү эштәре
- •11. Контрольно-оценочные материалы.
- •26. Н.Мусиндың “ Һуңғы солоҡ” әҫәренең жанры?
- •Б) повесть
- •Ҡалған белемдәрҙе (остаточные знания) тикшереү буйынса контроль эш һорауҙары
- •«Башҡорт әҙәбиәте тарихы: хәҙерге әҙәбиәт» курсынан имтихан һорауҙары (көндөҙгө бүлек студенттары өсөн)
- •«Башҡорт әҙәбиәте тарихы: хәҙерге әҙәбиәт» курсынан имтихан һорауҙары (ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары өсөн)
- •Рейтинг-план дисциплины
- •Рейтинг-план дисциплины
- •Рейтинг-план дисциплины
- •Рейтинг-план дисциплины
- •Рейтинг-план дисциплины
- •Рейтинг-план дисциплины
26. Н.Мусиндың “ Һуңғы солоҡ” әҫәренең жанры?
а) хикәйә
Б) повесть
+в) роман
г) новелла
27. Муса Мортазин хаҡындағы әҫәрҙе билдәләгеҙ
+а) Мәүлит Ямалетдинов “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым”
б) Динис Бүләков “Килмешәк”
в) Әхиәр Хәкимов “Думбыра сыңы”
г) Әмир Әминев “Танкист”
28. Ринат Камалдың “Таня-Таңһылыу” әҫәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙың береһе
+а) ҡатнаш ғаиләләр, милләт проблемаһы
б) социализм төҙөү проблемаһы
в) атайҙар һәм балалар проблемаһы
г) ижад проблемалары
29. Һабрау ниндәй уйын ҡоралында оҫта итеп уйнай?
а) ҡурай
б) ҡумыҙ
+в) думбыра
г) һорнай
30. 1998-2002 йылдарҙа – “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, 2002 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем – “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире. Һүҙ кем хаҡында бара?
+а) Әмир Әминев
б) Мөнир Ҡунафин
в) Салауат Әбүзәр
г) Ғиниәт Ҡунафин
31. Йәшерәк быуын проза оҫталарын билдәләгеҙ
а) М.Кәрим, С.Айтматов, Ә.Хәкимов
+б) Ә.Үтәбай, Ф.Аҡбулатова, М.Ҡунафин
в) Ғ.Рамазанов, Яҡуп Ҡолмой, Муса Ғәли
г) М.Ғиләжев, М.Ямалетдин.
32. Рәшит Солтангәрәевтың “Кешеләр” повесында күлде уратып алған әҙәм – кире персонаж
а) Муллағәле бабай
б) Байтимер ҡарт
+в) Әхмәтвафа
г) Хаким
33. Н.Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” әҫәренең жанры
а) новелла
+б) повесть
в) шиғыр
г) сонет
34. Н.Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романында ыңғай геройҙарҙың береһе - йәш кеше образы
а) Дамир Талипов
+б) Рәсүл
в) Сәмиҡ
г) Рузалиә
35. Уның бөтә хикәйәләрендә лә тиерлек ваҡиғалар һәм күренештәр ауылға ситтән ҡайтҡан бер герой – Тәлғәт (Толя) Ғәйнуллин күҙе һәм зиһене аша уҙғарып һүрәтләнә. Кемдең әҫәрҙәре хаҡында һүҙ бара?
+а) Талха Ғиниәтуллин
б) Мостай Кәрим
в) Назар Нәжми
г) Рауил Бикбаев
36. Динис Бүләковтың “Туҙҙырылған тамуҡ” романының төп геройы?
а) Хәҙисә Барласовна
+б) Ҡормантаев
в) Һабрау
г) Ҡараһаҡал
37. Рәүеф Насировтың билдәле публицистик китабы
+а) “Ҡайҙан һин, Матросов?”
б) “Бында элек бейейҙәр ине...”
в) “Ҡараһаҡал”
г) “Дәүерҙең ҡорбандары”
38. “Крючья под ребро”, “И совесть, и жертвы эпохи” китаптарының авторы
а) Талха Ғиниәтуллин
б) Рим Әхмедов
+в) Ғәзим Шафиҡов
г) Рәүеф Насиров
39. Репрессия темаһын яҡтыртҡан әҫәрҙәрҙе билдәләгеҙ
а) Д.Бүләков “Ҡояш ярсығы”, “”
б) М.Кәрим “Ярлыҡау”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”
в) Ә.Хәкимов “Һауыр ҡумта”, Б.Рафиҡов “Ҡараһаҡал”
+г) Ә.Хәкимов “Өйөрмә”, Р.Ғарипов “Табыныу”
40. 1992 йылда “Ғүмер бер генә” романы өсөн уға республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Кем хаҡында һүҙ бара?
а) Р.Солтангәрәев
+б) Д.Бүләков
в) Р.Байымов
г) Н.Ғәйетбай
ДЕ 3
“Хәҙерге башҡорт драматургияһы”
1. Рудольф Нуриев Азат Абдуллиндың ҡайһы әҫәренең геройы?
а) “Ун өсөнсө председатель”
б) “Һағыш йылғаһы»
+в) “Раббым баҡсаһы”
г) “Ҡыҙыл паша”
2. Кәрим Хәкимов Нәжиб Асанбаевтың ҡайһы әҫәренең геройы?
а) “Исемкәйең ҡайтты, Вәлиди”
+б) “Ҡыҙыл паша”
в) “Зәйтүнгөл”
г) “Рәйсә”
3. Ф.Бүләковтың Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын сағылдырған әҫәре?
а) “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!”
б) “Гөлнара”
в) “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?”
+г) “Шайморатов генерал”
4. Ниндәй әҫәре өсөн Ф.Бүләков С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була?
а) “Ах, Бибинур, Бибинур”
+б) “Онотолған доға”
в) “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!”
г) “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”
5. Нәжиб Асанбаевтың Әхмәтзәки Вәлиди тураһындағы трилогияһы буйынса ҡуйылған спектаклдең исеме
а)“Ҡыҙыл паша”
б) “Алтын бишек”
+в)“Көҙән башҡорто”
г) “Зәйтүнгөл”
6. 1983 йылда Нәжиб Асанбаев ниндәй драмаһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була?
а)“Зәйтүнгөл”
+б)“Ҡыҙыл паша”
в)“Көҙән башҡорто”
г) “Рәйсә”
7. Мостай Кәрим ижадына ҡайһы билдәләмә тура килә?
а) шағир, драматург
б) прозаик, драматург
+в) шағир, прозаик, драматург
г) драматург
8. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһында золом эйәһе баш алла
а) Гермес
+б) Зевс
в) Гефест
г) Эрида
9. Мостай Кәрим әҫәрҙәре араһынан комедияны билдәләгеҙ
+а) “Ҡыҙ урлау”
б) “Салауат”
в) “Ташлама утты, Прометей”
г) “Айгөл иле”
10. Аҡйегет, Зөбәржәт, Тәңкәбикә - был образдар Мостай Кәримдең ҡайһы әҫәренән?
а) “Айгөл иле”
б) “Ташлама утты, Прометей”
в) “Диктаторға ат бирегеҙ”
+г) “Ай тотолған төндә”
11. А.Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” драмаһының дауамы нисек атала?
а) “Ун дүртенсе председатель”
+б) “Һуңғы уҙаман”
в) “Аҡтамыр”
г) “Һуңғы һартай”
12. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” алты томлығының баш мөхәррире
+а) Ғайса Хөсәйенов
б) Зиннур Ураҡсин
в) Фирҙәүес Хисаметдинова
г) Розалия Солтангәрәева
13. Башҡорт драматургияһын өйрәнеүсе ғалимдар
а) Әхмәт Сөләймәнов, Ғәйнислам Ибраһимов
б) Рауил Бикбаев, Азамат Юлдашбаев
в) Назар Нәжми, Риф Тойғон
+г) Тимерғәле Килмөхәмәтов, Риф Әхмәҙиев
14. Рәмил Ҡол-Дәүләттең драмаларын атағыҙ
а) “Ҡыҙыл паша”, “Исемкәйең ҡайтты, Вәлиди”
+б) “Бермуд өсмөйөшө”, “Һарысәс”
в) “Һаҡмар”, “Ялан ҡыҙы”
г) “Һуңғы уҙаман”, “Ун өсөнсө председатель”
15. Баһанур, Гөлнур, Ғәзинур... Был персонаждар Ф.Бүләковтың ҡайһы әҫәренән?
+а) “Ҡанатланып ос һин, Толпарым”
б) “Мәмерйә”
в) “Көнләш Америка, көнләш!”
г) “Айгөл иле”
16. Бирелгән әҫәрҙәр араһынан комедияны билдәләгеҙ
а) М.Кәрим “Ай тотолған төндә”
+б) Ә.Атнабаев “Игеҙәктәр”
в) Н.Ғәйетбаев “Төн”
г) Ф.Бүләков “Шайморатов генерал”
17. Наил Ғәйетбайҙың “Төн” әҫәренең жанры
а) скетч
б) водевиль
+в) трагедия
г) комедия
18. Наил Ғәйетбайҙың “Төн” трагедияһында кемдең әҫәренән алынған персонаждар хәрәкәт итә?
а) З.Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһынан
б) Д.Исламовтың “Мәскәү юлы” романынан
в) С.Агиштың “Егеттәр” повесынан
+г) Һ.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романынан
19. Наил Ғәйетбай ижадында комедияны билдәләгеҙ
+а) “Ауылға ҡыҙҙар килде”
б) “Төн”
в) “Ос, Аҡсарлағым, ос!”
г) “Аҡ төндәр, йәки Аҡмулла”
20. “Аҡтамыр”, “Тарих яҙыр инем ташына”, “Исемкәйең ҡайтты, Вәлиди” драмаларын берләштергән трилогияның авторы
а) Наил Ғәйетбай
+б) Нәжиб Асанбаев
в) Мостай Кәрим
г) Фәрит Богданов
21. “Айһылыуҙың айлы кистәре”, “Их, Өфө ҡыҙҙары”, “Йыр булып ҡайтырмын” пьесаларының авторы
+а) Ибраһим Абдуллин
б) Әхиәр Хәкимов
в) Динис Бүләков
г) Сәғит Агиш
22. Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” әҫәре жанр формаһы буйынса ниндәй төргә ҡарай?
а) социаль-көнкүреш драмаһы
+б) героик драма
в) комедия
г) водевиль
23. Йәнүҙәк Шәйхулов, Фатиха инәй, Алпаров – был персонаждар Фәрит Богдановтың ҡайһы әҫәренән?
+а) “Аманатҡа - хыянат”
б) “ Ҡанатланып ос һин, Толпарым”
в) “Ғүмер бер генә”
г) “Аҡтамыр”
24. Ғәзим Шафиҡовтың “Һәҙиә” драмаһы кемдең тормошона һәм ижадына арналған?
а) Зәйнәб Биишеваға
б) бер кемгә лә арналмаған
+в) Һәҙиә Дәүләтшинаға
г) Гөлфиә Юнысоваға
25. “Зәйтүнгөл” пьесаһының авторы
+а) Нәжиб Асанбаев
б) Мостай Кәрим
в) Назар Нәжми
г) Муса Ғәли
26. “Ҡыр ҡаҙҙары” драмаһының авторы
а) Нәжиб Асанбаев
+б) Рафаэль Сафин
в) Зиннур Нурғәлин
г) Роберт Байымов
27. “Әсәләр көтәләр улдарын” драмаһының авторы
+а) Әсғәт Мирзаһитов
б) Нәжиб Асанбаев
в) Ғәзим Шафиҡов
г) Мостай Кәрим
28. Әсәһе менән Италияға китергәме, әллә тыуған илендә ҡалырғамы – ҡайһы персонаж шул мәсьәләне хәл итергә тейеш?
а) Аҡъегет
б) Тәңкәбикә
в) Ричард
+г) Айгөл
29. “Йәнбикә” драмаһының авторы
+а) Рафаэль Сафин
б) Динис Бүләков
в) Ғәзим Шафиҡов
г) Нәжиб Асанбаев
30. “Самат иғлан буйынса Йәмилдәр йәшәгән урынға килеп сыға. Хазинаға ул ташландыҡ сабыйҙар менән һатыусы фирмала эшләүе, уның бәпесен үҙенә аласағы тураһында белдерә. Ваҡытты һуҙмайынса, шантаж юлы менән мәжбүр итеп, Хазинанан балаһынан баш тартыу тураһында ғариза яҙҙырта”. Кемдең әҫәре хаҡында һүҙ бара?
а) Ибраһим Абдуллин“Айһылыуҙың айлы кистәре”
б) Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал”
+в) Рәмил Ҡол-Дәүләт “Бермуд өсмөйөшө”
г) Ә.Атнабаев “Игеҙәктәр”
31. Санаторийҙан ҡайтып төшөүенә Аҡбуҙатын һатып ебәреүҙәрен белгәс, Ҡотлобай дау ҡуптара. Кемдең әҫәре шулай башланып китә?
+а) Наил Ғәйетбай “Аты барҙың – дәрте бар”
б) Фәрит Богданов “Иртәнге томан”
в) Динис Бүләков “Туҙҙырылған тамуҡ”
г) Рафаэль Сафин “Ғәзизәкәй балдыҙ”
32. Драма геройҙарының береһе булған Рәхимәнең икенсе ирен дә ташлап, ике балалы тол ир янына китеүен уның балаһыҙлыҡтан зарығыуы, әсәһеҙ ҡалған ике балаға әсәлек йылыһы һәм наҙы бирергә теләүе менән аңлатырға кәрәк. Кемдең әҫәре хаҡында һүҙ бара?
а) Әнғәм Атнабаев “Игеҙәктәр”
б) Ибраһим Абдуллин“Айһылыуҙың айлы кистәре”
+в) Илшат Йомағолов “Буш сәңгелдәк”
г) Рафаэль Сафин “Ғәзизәкәй балдыҙ”
33. Зөлҡәрнәй, Хәниф, Бытбылдыҡ - өсөһө лә агроном ҡыҙ Һандуғасҡа ғашиҡ... Кемдең әҫәренән?
+а) Ибраһим Абдуллин “Тиле йәшлек”
б) Илшат Йомағолов “Буш сәңгелдәк”
в) Фәрит Богданов “Иртәнге томан”
г) Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал”
34. Мостай Кәрим “Салауат” трагедияһының жанр формаһын үҙе нисек билдәләгән?
а) төш
+б) өн аралаш төш
в) көн
г) төн
35. Мостай Кәрим “Ташлама утты, Прометей” трагедияһына сюжетты ҡайҙан алған?
а) башҡорт халыҡ ижадынан
б) ҡобайырҙан
в) яҡут мифынан
+г) грек мифынан
36. “Ташлама утты, Прометей” әҫәрендә ер ҡыҙы
+а) Агазия
б) Эрида
в) Афродита
г) Гермес
37. Ул ҡайтҡансы, колхозда ун ике председатель алмашынған, хужалыҡ тарҡалыу сигенә еткән. Азат Абдуллиндың ҡайһы персонажы хаҡында һүҙ бара?
а) Сергей Чекмарев
б) Рудольф Нуриев
в) Һәүбән апай
+г) Морат Сәғәҙиев
38. Башҡорт драматургияһындағы берҙән-бер водевиль
+а) Ибраһим Абдуллин “Их, Өфө ҡыҙҙары”
б) Илшат Йомағолов “Буш сәңгелдәк”
в) Фәрит Богданов “Иртәнге томан”
г) Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал”
39. Әжәл ҡуйған шарт буйынса, Абдулла өс сәғәт эсендә бер генә булһа ла сауаплы эш ҡылырға тейеш... Кемдең персонажы?
а) Назар Нәжми “Ҡыңғыраулы дуға”
б) Мостай Кәрим “Ай тотолған төндә”
+в) Флорид Бүләков “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?”
г) Мостай Кәрим “Салауат”
40. “Бибинур, аһ, Бибинур”, “Әбейҙәргә ни етмәй?” драмаларының авторы
а) Нәжиб Асанбаев
б) Назар Нәжми
в) Рауил Бикбаев
+г) Флорид Бүләков