Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
История башкирской литературы. Киреева Л.Р..docx
Скачиваний:
42
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
3.94 Mб
Скачать

«Башҡорт әҙәбиәте тарихы: хәҙерге әҙәбиәт» курсы буйынса семинар һорауҙары

ТЕМА: Әхиәр Хәкимов ижадында тарихи роман жанры

(1929-2003)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)

  1. «Думбыра сыңы», «Һауыр кумта» романдарының яҙылыу тарихы, тарихи ерлеге.

  2. «Һауыр ҡумта» романында халыҡ азатлығы, үҙ аллы дәүләт өсөн көрәш темаһы. Романдың конфликт тәбиғәте. Образдар системаһы.

  3. “Думбыра сыңы” романының идея-тематик тәбиғәте. Төп әҙәби образдар булараҡ Һабрау һәм Боғара.

  4. Романдарҙың жанр-стиль үҙенсәлектәре. “Тарихи дөрөҫлөк”, “хыял”, “фараз” төшөнсәләре.

Әҙәбиәт:

Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. Алтынсы том. - Өфө, 1996.

Гайсина М. Ә.Хәкимов әҫәрҙәрендә мәжүсилек // Ватандаш, 2000-4, 70-72 б.

Буканова Р.Башкирия в составе Золотой Орды // Ватандаш, 2000-4, 106-110 б.

Илишева Р.Х.Тарихи әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. - Өфө, 2002. -69 б.

Сафуанов С. Йыһан буйлап каруан кисте. - Өфө: Китап, 2009. – 192 бит.

Хәкимов Ә. Думбыра сыңы. - Өфө, 1987.

Хәкимов Ә. Һауыр ҡумта. - Өфө, 1982.

Әхиәр Хәкимов. Уҡытыусыға ярҙамға. - Өфө: РФА ӨҒҮ ТТӘИ, 2009.- 100 бит.

ТЕМА: Динис Бүләков романдарында заман темаһы

(1944-1995)

С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

  1. «Килмешәк» романында үҙгәртеп ҡороу ихтыяжын тыуҙырған социаль күренештәр, әҫәрҙең конфликты. Образдар системаһы.

  2. «Ғүмер бер генә» романына әҙәби анализ:

- Романдың яҙылыу ваҡыты, тарихы.

- Төп әҙәби образдар системаһы. Уларҙы ҡылыҡһырлау.

- Сюжет бирелеше.Конфликт.

- Әҫәрҙең темаһы, проблематикаһы, идея үҙенсәлектәре, пафосы.

- Һүрәтләнгән донъя (пейзаж, портрет, ҡатнашыусыларҙың һөйләү һәм һөйләшеүен, әйләнә-тирә донъяны тасуирлау).

- Әҫәрҙең композицияһы.

- Әҫәрҙең теле (автор телмәре, хикәйәләү, һүрәтләү, персонаждар телмәре, тел-һүрәтләү үҙенсәлектәре).

- Жанр үҙенсәлектәре.

- Әҫәрҙең яҙыусы ижадындағы урыны. Әҙәбиәткә алып килгән яңылығы.

  1. «Туҙҙырылған тамуҡ» әҫәренең конфликт тәбиғәте. Ҡормантаев образы. Романдың реалистик һыҙаттары.

Әҙәбиәт:

Бүләков Д.Килмешәк. Ғүмер бер генә. - Өфө, 1994.

Бүләков Д.Туҙҙырылған тамуҡ. - Өфө, 1996.

Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6-сы том. - Өфө, 1996.

Авторҙар коллективы. Динис Бүләков хаҡында иҫтәлектәр. - Өфө: Китап, 2007. – 240 бит.

ТЕМА: Булат Рафиҡов ижадында тарихи роман жанры

(1934- 1998)

С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

  1. «Ҡараһаҡал» романының тарихи ерлеге, жанр-стиль үҙенсәлектәре.

  2. Бәпәнәй абыз - ихтилалдың рухи етәксеһе.

З Ҡараһаҡал образы. Ихтилалдың еңелеүгә дусар булыуы, уның объектив һәм субъектив сәбәптәре.

  1. Романда халыҡ ижады мотивтары. Тамъяндыңырыу аты, Аҡ дөйә хаҡындағы легендалар, «Ҡараһаҡал» тарихи эпосы.

  2. Тарихи фараз хаҡында төшөнсә.

а) «Эйәрләнгән ат» әҫәренең жанр үҙенсәлектәре, сюжет-

композицияһы.

б) «Тәңреләр һәм төркиҙәр» фаразы.

  1. «Ахырызаман көткәндә» романының йөкмәтке үҙенсәлектәре.

  2. Булат Рафиҡов әҫәрҙәрендә башҡорт тарихи романы традицияларының дауам ителеше, новаторлыҡ күренештәре.

Әҙәбиәт:

Башҡорт халыҡ ижады. 5 том. - Өфө, 2000.

Башкорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда, 6-сы том. - Өфө, 1993.

Илишева Р.Х.Тарихи әҫәрҙәрҙе өйрәнеү.- Өфө, 2002. -69 б.

Рафиков Б. Ҡараһаҡал. - Өфө, 1989.

Рафиков Б. Ахырызаман көткәндә. - Өфө, 2000.

ТЕМА: Хәҙерге әҙәбиәттә кеше һәм йәмғиәт бәйләнеше мәсьәләләре

1. Постсоветизм осоро әҙәбиәтендә кеше һәм йәмғиәт мәсьәләләренә иғтибарҙың артыуы. Публицистиканың алғы планға сығыуы. Ижади мираҫтарҙың, тарихи шәхестәрҙең исемдәре ҡайтыуы. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһының яҙылыу тарихы. Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабының художество үҙенсәлектәре.

2. Ғәзим Шафиҡовтың “Дәүерҙең намыҫы һәм ҡорбандары” (“И совесть, и жертвы эпохи”), “Ырғаҡҡа аҫылған ҡабырға” (“Крючья под ребро”) китаптарында тарихи шәхестәр образдары.

3. Рәүеф Насыровтың публицистик эшмәкәрлеге. “Ҡайҙан һин Матросов?” китабының әһәмиәте.

4. “Муса батыр” йыйынтығына ингән повестарҙың – Рәшит Солтангәрәевтың “Осто бөркөт”, Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым”, Яныбай Хамматовтың “Комбриг Мортазин” әҫәрҙәренең жанр-композиция үҙенсәлектәре.

5. Әхиәр Хәкимовтың “Өйөрмә”, “Дауылдан ҡотолоу юҡ” романдарында репрессия темаһы. Тәнҡитле реализм тенденциялары. “Өйөрмә” әҫәренә анализ:

- Романдың яҙылыу ваҡыты, тарихы.

- Төп әҙәби образдар системаһы. Уларҙы ҡылыҡһырлау.

- Сюжет бирелеше.Конфликт.

- Әҫәрҙең проблематикаһы, идея үҙенсәлектәре, пафосы.

- Әҫәрҙең композицияһы.

- Әҫәрҙең яҙыусы ижадындағы урыны. Әҙәбиәткә алып килгән яңылығы

6. Флорид Бүләковтың “Ҡанатланып ос һин, Толпарым” драмаһында тоталитар йәмғиәттең кеше яҙмышына йоғонтоһо мәсьәләһе.

7. Наил Ғәйетбайҙың “Төн” трагедияһының жанр үҙенсәлектәре. Һәҙиә һәм Рәми образдары.

Әҙәбиәт:

Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. Том 6. - Өфө, 1997.

Бүләков Ф. Пьесалар. - Өфө: Китап, 2008.

Вәлиди Ә. Хәтирәләр. - Өфө: Китап, 1996. – 656 бит.

Ғәйетбай Н. Аҡ төндәр. - Өфө: Китап, 2008.

Муса батыр. Өфө. Б.к.н., 1992, 416 б.

Хәкимов Ә. Өйөрмә. - Өфө, 1992, 240 б.

Хәкимов Ә.Дауылдан ҡотолоу юҡ. - Өфө: Китап, 2004.

Шафиков г. И совесть и жертвы эпохи. – Уфа, 1991.

Шафиков г. Крючья под ребро. – Уфа, 1993.

Әхмәҙиев Р. Драматургияның жанр формалары. - Өфө: Китап, 2003.

Яңырыу юлында, (әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре). - Өфө, 1994.

ТЕМА: Ноғман Мусин ижады

(1931)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)

  1. Ноғман Мусин ижадында хикәйә һәм повесть жанры.

-Һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләрендә кешенең рухи донъяһын асыу;

- «Йыртҡыс тиреһе» повесында замандың ҡатмарлы проблемаларын сағылдырыу. Әҫәрҙең конфликт үҙенсәлектәре;

2. Ноғман Мусин ижадында роман жанры. Уның романдары өсөн уртаҡ тема- проблемалар.

-Ноғман Мусиндың трилогияһында (“Зәңгәртауҙа - аҡ болан”, “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға”) халыҡ яҙмышы.

-«Мәңгелек урман» романында тәбиғәт һәм кеше яҙмыштарының бирелеше. Төлкөсура образы: азатлыҡ өсөн көрәш темаһы.

-«Һуңғы солоҡ» романында тәбиғәт һәм кеше темаһын дауам итеү. Символик образ булараҡ Һуңғы солоҡ. Ҡарамыш образының әҫәрҙәге урыны. Һәләкәттең милли һәм социальтамырҙарын юллау.

- “Шунда ята батырҙар һөйәге” романында Алдар батыр образы.

Әҙәбиәт:

Мусин Н. Һайланма әҫәрҙәр. 5 томда. - Өфө, 2003-2006.

Мусин Н.Мәңгелек урман. 1-2 киҫәктәр. - Өфө, 1977.

Мусин Н.Йыртҡыс тиреһе. - Өфө, 1996.

Мусин Н. Ихлас күңелдән һөйләшеү.- Өфө, 1990.

Мусин Н. Шунда ята батыр һөйәге. - Өфө: Китап, 2001.

Аҙнағолов Р.Ғ. Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө.-  Өфө, 2007, 35-42-се б.

Байымов Р.Н. Ижад баҫҡыстары //Ағиҙел, 2006, №7.

Байымов Р.Н. Тәрән кисерештәр //Ағиҙел, 2001, №7.

Ғиләжев Х.. Ҡәләмдәштәр. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. -304 б.

Камал Р. Ижадының төҫө уңмай //Ватандаш, 2001, №1.

Шәрипова З.Я. Әҙәбиәт ғилеме һәм заман.- Өфө, 2001, 252-261-се б.

ТЕМА: Рәшит Солтангәрәев ижады

(1935-2000)

1. Яҙыусының тормош юлы һәм ижады хаҡында ҡыҫҡаса характеристика. Жанр формалары.

2. Хикәйә жанрындағы эҙләнеүҙәр, тәүге осор хикәйәләрендә төп темалар һәм геройҙарҙы һүрәтләү үҙенсәлектәре («Тыуған йорт», «Ак тирәктәр», «Сәскәләр бүләк итегеҙ» китаптары).

  1. Р.Солтангәрәев әҫәрҙәрендә психологик һәмсимволик һүрәтләү алымдары (« Тыуған яҡҡа ҡайтыу», «Әсә күңеле, «Һарығолак», «Йондоҙ ҡашҡа», «Ишкәкһеҙ кәмә», «Татар менән башҡорт» һ.б.).

  2. Р.Солтангәрәевтың “Кешеләр” повесында шартлылыҡ һәм фантасмагория алымдары. Идея-проблематикаһы.

  3. “Ауылым минең – яҙмышым минең” әҫәренең жанр үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт:

Вәлитов И. Тормош һулышы // Ағиҙел, 2002, № 2.

Вәлитов И. Ижади үрҙәргә. - Өфө, 1986, 121-142 б.

Солтангәрәев Р. Тыуған яҡҡа ҡайтыу. - Өфө, 1985.

Солтангәрәев Р. Минең һалған кәбәндәрем // Солтангәрәев Р. Оло юлдың туҙаны. - Өфө, 1995, баш һүҙ.

Солтангәрәев Р. Оло юлдың туҙаны. Повесть һәм хикәйәләр. - Өфө: Китап, 1995. - 544 б.

Солтангәрәев Р. Кешеләр: Повесть, хикәйә. – Өфө: Китап, 2005. – 208 бит.

Солтангәрәев Р. Һайланма әҫәрҙәр. 3 том: документаль повесть. – Өфө: Китап, 2012. – 496 бит.

ТЕМА: Рауил Бикбаев ижады

(1938)

Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993)

1. Р.Бикбаевтың гражданлыҡ лирикаһы. «Бер һүҙ», «Башҡортостан бында башлана», «Сәскәтөбәк», «Һөйөнсө», «Ҡояш һыуы, кояш яланы» һ.б. шиғырҙарында тыуған илгә һөйөү, замана, кешелек алдында яуаплылыҡ тойғолары.

  1. Р.Бикбаев лирикаһында замандаш образы. Шәхестең рухи ҡиблалары. Йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар. «Һуңғы һорау», «Бәлтерәгән батшаларҙың тәхетен», «Ҡырыҫ замандарҙа илебеҙҙең», «Шәхес культы», «Ер шарына баҫып» һ.б. ил һәм кеше яҙмыштарын бергә бәйләү.

  2. Р.Бикбаевтың мөхәббәт лирикаһы. «Япраҡ еле», «Ҡышҡа оҡшамаған ниндәй ҡыш был», «Ай», «Ирекһеҙҙән ҡапыл шаһит булдым», «Мин янғынды артык һуңлап һиҙҙем» һ.б. шиғырҙарҙа лирик образ һәм автор араһындағы мөнәсәбәттәр.

4. Р.Бикбаев ижадының эпик һыҙаттары:

- «Күк әрем», «Бураҙна» поэмаларында ата нигеҙенә тоғролоҡ мотивы;

- «Тамғалы уҡ» поэмаһында халыҡ ижады традициялары;

- «Мөсәл ярым ғүмер» поэмаһы һәм «Ер һәм диңгеҙ» балладаһында

героика;

- «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ»,«Система», “Баҙар балтаһы”, “Башһыҙ һыбайлы”, “Барокамера” поэмаларында замандыңактуаль проблемаларының сағылышы;

- «Халҡыма хат», “Хазина” поэмаларында тел, милләт, халыҡ яҙмышымәсьәләләре.

Әҙәбиәт:

Бикбаев Р. Ерем балҡышы. - Өфө. Б.к.н., 1982, 320б.

Бураҙналар. - Өфө, Б.к.н., 1985,224 б.

Яҙмышым. - Өфө, Б.к.н., 1988, 240 б.

Ай күргәндәй, ҡояш алғандай. - Өфө, Китап, 1998. – 544 бит.

Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны. - Өфө, Китап, 2003. – 296 бит.

Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ. - Өфө, Б.к.н., 1991, 160 б.

Халҡыма хат. - Өфө, Б.к.н., 1991.

Хөсәйенов Ғ. Шағирҙар. - Өфө, 1981.

Хөсәйенов Ғ. Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады: монография. - Өфө: Китап, 2008. – 256 бит.

ТЕМА: Ғайса Хөсәйенов ижады

(1928)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008)

1. Ғайса Хөсәйенов - әҙәби тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип», «Быуаттар тауышы», «Замана», «Мостай Кәрим» һ.б. китаптары. Уларҙың проблематика һәм жанр төрлөлөгө. Күп томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» китаптарын яҙыуҙа һәм баҫтырып сығарыуҙағы эшмәкәрлеге.

2 Ғ.Хөсәйенов - әҙип. Уның парса жанрында эшләүе. Жанрҙың афористик нигеҙе, халык ижады һәм көнсығыш әҙәбиәте менән бәйләнеше.

3. «Батырҙар ҡиссаһы» китабы. Повестарҙың документаль нигеҙе һәм художестволылыҡ. Ҡисса жанрының заманса яңырыуы.

4, «Ҡанлы илле биш» романы. Әҫәрҙең сюжет-композицион үҙенсәлектәре. Батырша образының реалистик эшләнеше.Ихтилалда халыҡ массаларының роле.Ихтилалдың әһәмиәте. Халыҡ кисергән фажиғәләрҙе документаль яҡтыртыу.

Әҙәбиәт:

  1. Хөсәйенов Ғ. Батырҙар ҡиссаһы. - Өфө, 1986.

  2. Хөсәйенов Ғ. Ҡанлы илле биш. - Өфө, 1996.

  3. Хөсәйенов Ғ. Тормош. - Өфө, 1990.

  4. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6-сы том. - Өфө. 1996.

  5. Илишева Р.Х.Тарихи әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. - Өфө, 2002. -69 б.

ТЕМА: Талха Ғиниәтуллин ижады

(1926)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010)

1. Т.Ғиниәтуллиндың повесть-хикәйәләрендә фронтовик образдары. Толя Ғәйнуллин образында авторҡараштары, күңел донъяһы.

2. “Таштар араһында”, “Ҡурҡыу”, “Һөжүм” повестарында, “Каска”, “Һуғышта йөҙ аҙым”, “Миҙал”, “Һыҙлай иҫке яралар”, “Контуженный” хикәйәләрендә кеше һәм һуғыш мәсьәләләре.

3. Яҙыусының повесть һәм хикәйәләрендә (“Шәмсетдин менән Шәмсура”, “Кисеү”,“Йыр”, “Ҡапҡа”,“Ҡара баҫыу”, “Мәтрүшкә еҫе”, “Әсә һәм бала”) ҡатын-ҡыҙ образдары.

4. Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәрендә (“Томан эсендәге яңғыҙ йорт”, “Яңы йөрәк”, “Зыярат ҡылыу”, “Бүре”, “Каска”, “Һөжүм”, “Ҡайтыу”, “Туннель”, “Хоҙайбирҙиндың ҡайтыуы” һ.б.)ысынбарлыҡ менән уйҙырма, шартлылыҡ, реализм менән фантастика ҡатнашмаһы.

Әҙәбиәт:

Гиниатуллин А. Вот кончится война. Повести, рассказы. - М.:Правда, 1988

Ғиниәтуллин Т. Тыуған тупраҡ янында. - Өфө: Китап, 1994.

Ғиниәтуллин Т. Тау артында ниҙәр бар? - Өфө: Китап, 1997.

Ғиниәтуллин Т. Һин аҡ ҡайын янында тора инең... Повестар, хикәйәләр. - Өфө: Китап, 2007. – 528 бит.

Башкирия в русской литературе. 6 том. – Уфа: Китап,

ТЕМА: Әмир Әминев ижады

  1. Әмир Әминев әҫәрҙәрендә заман, йәмғиәт һәм шәхес проблемалары.«Ҡар кешеһе» хикәйәһенең сюжет-композиция үҙенсәлектәре. «Бүре балалары», «Сөңгөл» хикәйәләрендә милләт яҙмышы, мораль-этик проблемалар.

  2. «Мең дә бер ғазап», «Танкист», «Ҡытай-город», «Бер кәмәлә» повестарында әхлаҡи, социаль мәсьәләләр, геройҙарҙың тәрән күңел кисерештәре, драматик ваҡиғалар.

  3. “Йондоҙ сәскә” повесының сюжет-композиция үҙенсәлектәре. Ижади эҙләнеүҙәр.

  4. Яҙыусының тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Әҙәбиәт:

Генатулин А. Китай-город, который далеко от Москвы. // Урал, 2008, № 5.

Әминев Ә. Ҡапҡа. - Өфө: Китап, 2003. – 208 бит.

ТЕМА: Хәҙерге башҡорт драматургияһы

  1. Хәҙерге башҡорт драматургияһында жанр һәм стиль төрлөлөгө. И.Абдуллин, Ә.Мирзаһитов, Ғ.Шафиҡов, Ф.Бүләков, Ә.Атнабаев, Р.Сафин, Н.Ғәйетбай, Ф.Богданов һ.б. пьесаларына ҡыҫҡаса байҡау (сығыштар).

  2. А.Абдуллин драмаларында тәнҡитле реализм алымдары.

  3. Драматургияла тарихи тема. Н.Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» драмаһы. Драма-трилогияла Вәлиди образы.

Әҙәбиәт:

Ғәйнуллин М.Ф. Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары: Тормош. Конфликт. Характер. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. –326 бит.

Килмөхәмәтов Т. Ә. Халыҡсанлыҡ көсө. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттар. – Өфө: Китап, 1998. – 464 бит.

Кильмухаметов Т. А. Поэтика башкирской драматургии. – Уфа: Китап, 1995.- 336 с.