Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

(Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. (Миәкә районы Туҡһанбай һәм Сафар ауылдары 1991 йылда Аҡмулла исемендәге колхоз булып ойошто.) Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы — икеһе лә аҫаба башҡорттар. Туҡһанбайҙа хәҙерге көндә Аҡмулланың атаһы Камалетдин менән бер туған Ғилман Ишҡужа улының ейәндәре һәм күп һанлы ейәнсәрҙәре, ырыу тармағын дауам итеп, иҫән-һау йәшәп ята.

Мифтахетдин бәләкәйҙән бик шуҡ, теремек, тыңғыһыҙ бала булып үҫә. Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була. Артабан, тыуған ауылына ҡайтып, кәләш алып, бер аҙ ваҡыт ата йортонда йәшәй. Әммә, бәхетһеҙлеккә, йәмәғәте йәшләй генә вафат булып ҡала. Мифтахетдин, шул сәбәпле булһа кәрәк, ауылында төпләнеп ҡала алмай. 1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир атаһының (ул өйҙә юҡта) атын, тунын рөхсәтһеҙ алып, ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.

Легендалар Мифтахетдиндең ошо ваҡыттан, йәғни ғилем эстәп өйҙән сығып киткәндән һуң, тыуған ауылы Туҡһанбайға ун ике — ун өс йыл үткәс кенә ҡайтыуы тураһында һөйләй. Һәм ысынлап та, шағирҙың 1974 йылда СССР

Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археографик экспедицияһы хеҙмәткәрҙәре Ҡаңны-Төркәйҙән табып алып ҡайтҡан «Атайыма хат» тигән шиғырында һәм уның Туҡһанбайҙа табылған тулы вариантында тыуған ауылына ун өс йылда бер ҡайтыуы тураһында әйтелгән. Тимәк, был хаҡтағы риүәйәттәр ысынбарлыҡты сағылдыра. Шағирҙың Туҡһанбайға ҡайтыуы, фараз итеүебеҙ буйынса, 1872 йылға, йәғни Троицк төрмәһенән ҡотолоп сыҡҡан осорға тура килә. Шағир был юлы ла төрлө сәбәптәр арҡаһында ата йортонда тороп ҡала алмай. Атаһы, уның элекке баш-баштаҡлығын кисерә алмайынса, ара-тирә үпкәһен белдереп тә торғандыр, күрәһең. Аҡмулла йәнә ил гиҙеп сығып китә. «Атайыма хат» әҫәрендә был хәлде Аҡмулла үҙе түбәндәгесә аңлатып бирә:

Атаҡайым, килешмәне эшең артыҡ, Беҙ ҡайттыҡ һеҙҙе һағынып, куңел тартып. Ун өс йылда бер ҡайтып, күңел һынды,

Инде беҙгә тереклектән улгән артыҡ.

Үпкәм шул мөрәүәтһеҙ атабыҙға: Анабыҙ ғәжәп хәл көтәбеҙгә.

Беҙ, бисара, доғасы инек барсабыҙға: Үҙегеҙгә, ата-баба, жәддәгеҙгә*.

Атаҡайым, инде һеҙгә юҡ бутән һүҙ, Был донъя малына туя алмай күҙ. Ун өс йылда бер ҡайтып, уҙ итмәнең, Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ.

«Хат ебәрҙек Оренбург ҡалаһынан, ҡалаһында ғөләмәләр араһынан...» тигән һүҙҙәр менән башлана был шиғри хат. Күренеүенсә, өйҙән сығып киткәс, Мифтахетдин иң элек губерна үҙәге булған шул ҡалаға барып сыға, ә артабан ул йәнә Урал аръяғына, Троицк тирәһенә йүнәлә. Ғүмеренең ҙур ғына өлөшөн ул Башҡортостандың нәҡ Урал аръяғы райондарында, башҡорт һәм ҡаҙаҡ далаларында үткәрә. Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин, Әхнәф Харисов һүҙҙәре менән әйтһәк, ҡаҙаҡтарға ла бер үк мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫке ҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй. Әҙип 1895 йылдың 8 (20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыҫтан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.

«Аҡмулла, Салауаттан һуң беренсе тапҡыр, — тип яҙҙы профессор Ә.И. Харисов, — үҙ халҡына, башҡорттарым тип ихлас күңелдән өндәшә, уны айырыуса бер ярһыныу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра». Туған халҡын мотлаҡ мәҙәниәтле итеп күрергә тырышыу, тормошта гел генә ана шул бөйөк идея менән янып йәшәү Аҡмулланың ғәжәп тәрән фекерле, аҫыл поэтикалы шиғырҙар яҙыуға килтергән. Был шиғырҙарҙың ҡайһы берҙәрен – беренсе ишетеү менән үк йөрәккә үтеп ингәндәрен – бөгөн дә үҙенең күңел һандығында һаҡлаусылар бар. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк...» — мәшһүр шағирҙың иң мөһим әҫәрҙәренең береһе. Был шиғыр 1930 йылдарҙа Көнбайыш Себер, хәҙерге Ҡорған өлкәһе башҡорттары араһында Закир Шакиров тарафынан элекке бер ҡулъяҙманан күсереп алынған. 1960 йылдар уртаһында иһә Марсель Ҡотлоғәлләмовҡа уның өс строфаһын республикабыҙҙың Учалы районы Аҙнаш ауылы ҡарты Дәүләтша Мөхәммәтшин һөйләп биргән. Әҫәр халыҡты аңбелемгә өндәү, саҡырыу пафосы менән әйтелгән һүҙҙәрҙән башланып китә:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, укыу кәрәк, Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡур(ы)ҡҡандай, Эй туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

Шиғыр ысын мәғәнәһендә афористик ижад, классик шиғриәт үрнәге булараҡ та диҡҡәтте биләп тора:

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай, Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.

Белемлелек — арыҫландан көслө батыр, Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Мифтахетдин халыҡ араһында тура һүҙле, үткер телле, саф күңелле шағир һәм мөғәллим булараҡ дан ала, һәр төрлө ҡул эштәренә оҫталығы менән дә хөрмәт ҡаҙана. Ул китаптар һәм ҡулъяҙмалар, столярлыҡ ҡоралдары тейәлгән, кейем-һалым өсөн дә айырым бүлкәһе булған арбаһына ат егеп, төрлө яҡтарға, төрлө тарафтарға барып сыға, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан далаларының йә бер төбәгендә, йә икенсеһендә ғүмер итә. Халыҡҡа тоғро күңелле булғаны һәм яҡтылыҡҡа — белемгә өндәгәне өсөн уны Аҡ мулла тип атайҙар һәм был исем, ул ижад иткән шиғырҙар шиғриәт ҡәҙерен белеүселәр хәтерендә оҙаҡ йылдар буйы һаҡлана.

Аҡмулла — ысын мәғәнәһендә ҙур шиғыр оҫтаһы, үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған бөйөк әҙиптәрҙең береһе. Уның фекер тәрәнлеге, поэтик камиллыҡ йәһәтенән XXI быуат кешеһен дә таң ҡалдырырҙай бик күп әҫәрҙәрен күрһәтеп үтергә мөмкин булыр ине. Бына шундай строфаларҙың бер нисәһе:

Яҡшыны һүккән илә, заты китмәҫ. Яман һүҙҙең күңелдән даты китмәҫ. Саф алтынды нәжескә** буяу илә, Нәжес китәр, алтындың заты китмәҫ.

Йәиһә:

Ҡыйшыҡ уҡ, атҡан менән, туры китмәҫ, Күңелдән яман һуҙҙең ҡуры китмәҫ:

Ҡоторған эт һауа ҡарап өргән менән, Асманда*** торған айҙың нуры китмәҫ, —

һымаҡ һоҡланғыс шиғри-фәлсәфәүи әҫәрҙәре кемдәрҙең генә зиһенен биләмәгән.

һин химар**** тип хурлағандың заты толпар булмаһын...

Йорто Болғар булһа булһын, йортто болғар булмаһын, —

ти Аҡмулла уға ғына хас тапҡырлыҡ һәм үткерлек менән.

Тура һүҙле, халыҡ ғәменә, ил фекеренә тоғро күңелле булғаны өсөн дә Аҡмулланың тормош юлы бик ауыр һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтә. Ошо уҡ сифаттары арҡаһында ул 1867—1871 йылдарҙа ялған ялыу буйынса төрмәлә ултырып сыға. Ләкин һынмаҫ та, һығылмаҫ та тәбиғәтле ҡаһарман рухлы сәсәншағир бының менән дә үҙ йәшәйешенән сигенеү генә түгел, үҙенең «раҫлау һәм кире ҡағыу, саҡырыу һәм өндәү поэзияһы» булған шиғырҙарында яңынан-яңы уй һәм фекер балҡыштарына өлгәшә.

Халыҡ араһында йәшәп, хеҙмәтсән халыҡтың ауыр, аяныслы яҙмышын йәнетәне менән аңлап һәм тойоп, быуын-быуын сәсәндәр мираҫын, халыҡтың рухи ҡиммәттәрен, классик поэзия өлгөләрен бөтөн тәрәнлегендә үҙләштереп, Аҡмулла үҙ заманының төрки донъяһында һәр бер яңылыҡҡа уғата һиҙгер бер шағир һәм атаҡлы фекер эйәһе булып күтәрелә. Ул Урал-Волга төбәгендә һәм Ҡаҙағстанда XIX быуат шарттарында баш алған демократик мәғрифәтселек хәрәкәтен илһамланып күтәреп ала. Был хәрәкәттә башҡорттарҙан М. Аҡмулла һәм М. Өмөтбаев, татарҙарҙан Ҡ. Насыри һәм Ш. Мәржәни, ҡаҙаҡтарҙан И. Алтынһарин һәм Абай айырыуса күренекле роль уйнай.

Мәғрифәтселек тарихында Аҡмулла оло талантлы шағир булараҡ та, яҡтылыҡҡа, прогресҡа ынтылыусы мөғәллим сифатында ла ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырҙы. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме балаларҙы туған телдә уҡытыуҙы ғәмәлдә хәл итеүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алды. Был хаҡта билдәле педагог Ә. Еникеев шулай тип яҙҙы:

«Хеҙмәтсән башҡорттар, татарҙар һәм ҡаҙаҡтар милли-азатлыҡ хәрәкәте барышында иҫке (ҡәҙим) мәктәптәрен заман талаптарына ярашлы итеп үҙгәртеп ҡороу талабын алға ҡуялар. Башҡорттарҙың, татарҙарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың был ынтылышын башланғыс мәктәптәр буйынса Уралда тормошҡа ашырыусы кеше була... Аҡмулла... мәктәптә балалар уҡытҡанда, балалар ниндәй телдә һөйләшәләр, шул телдә уҡытырға ынтылды. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ мәктәбендә ҡаҙаҡ телендә, башҡорт мәктәбендә башҡортса уҡытты»1.

Аҡмулла — XIX быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң ҙур мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Әҙиптең бик күп әҫәрҙәрендә уның мәғрифәтселек ҡараштары, халыҡ тормошонда яңылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аңбелемде, ғилем-һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялары ғәйәт тәрән һәм үҙенсәлекле әйтеп бирелгән:

Күҙ һалып ҡарағызсы һәр тарафҡа, Донъяла асылғандай тимер ҡапҡа.

Һин дә инде һөнәргә ынтыл, хәрәкәт ҡыл, Талпынып, һөнәр өйрән бындай саҡта.

Халыҡты мәғрифәткә саҡырыу, йәмғиәт үҫешендәге алға китеште аң-белем өлкәһендәге үҫеш менән бәйләү ул дәүерҙәге тарихи шарттарҙа, әлбиттә, алдынғы күренеш булған.

Халыҡ араһында Аҡмулланыҡы тип йөрөтөлгән йырҙар араһында ошондай бер строфа бар (уны беҙ 1984 йылда Учалы районы Һөләймән ауылы ҡарты Мостафа Әхмәтовтан яҙып алдыҡ):

Сәхрәләргә сыҡһам, эй, бер үҙем, Һәр саҡ турғай булды ла юлдашым.

Һәр саҡ турғай һайрай, мин йырлайым, Ағын һыуҙар булды ла күҙ йәшем.

«Ағын һыуҙар булды күҙ йәшем...» Донъяның ниндәй генә михнәттәрен күрмәк, ни ҡәҙәре яфаларын сикмәк кәрәк бындай йән тетрәткес һүҙҙәрҙе әйтер өсөн! Әммә ул, ни генә күрһә лә, ниҙәр генә кисерһә лә, үҙ-үҙенә, үҙенең намыҫына һәр ваҡытта ла тоғро ҡала. Нахаҡҡа төрмәгә ябылып, «аһ ороп, ҡан йотоп, үлмәһәк то, үлгәнгә йәнәшәбеҙ» тип тотҡонлоҡта ятҡанда ла, үҙ баһаһын үҙе белеп, үҙ ҡәҙерен һаҡлап, «Мәҡанем — зиндан» исемле шиғри хатын ул:

Ҡат-ҡат сәләм мин мосафир Аҡмулланан, Тура әйтеп, халыҡҡа яҙған хаҡ мулланан.

Бөтөн сәхрә эстәренә беҙҙән сәләм Дошмандың ялаһынан пак мулланан, —

тигән һүҙҙәр менән башлап ебәрә.

Аҡмулланың ҙур күләмле был шиғыры — XIX быуат реалистик

поэзиябыҙҙың күркәм өлгөләренең береһе. Әҙәм балаларының ауыр яҙмышын, тормоштоң фажиғәле күренештәрен һүрәтләүҙә быға тиңләшерҙәй әҫәрҙе табыуы ла ҡыйындыр, моғайын.

Мәҡанем***** минең ятҡан — аты зиндан, Һәр төрлө әҙәме бар яфа ҡылған. Эсендә төрлө ғибрәт — хисабы юҡ, Монафиҡ нисә төрлө — бар йыйылған.

Тимер менән ҡаҙаҡланған тәҙ(е)рәһе, Ҡара таш ман уратылған бар тирәһе.

Урыҫтың тулып ятыр кенәгәһе...

Был урынға дошманыңды теләмәһен!

Эҫәрҙә ул үҙ хәлен, үҙенең аһ-зарҙарын да йә асыҡтан-асыҡ, йә кинәйә менән әйтеп бирә:

Мин дә бит быны теләп алғаным юҡ, Ҡаҙаҡҡа көсләп кейәү булғаным юҡ. Хоҙайҙың ҡылғанына сара бармы? Йөрәгем яна уттай, дарманым юҡ.

Беҙ ҙә бит бер шаһбаздың балаһы инек, Хәлфәнең дин өйрәткән таҙаһы инек. Ғилемлек майҙанында ҡатар килгән Дүртенсе, бишенсегә талаша инек.

Йәғни, күреүегеҙсә, ғилемлелек майҙанында һис юғы дүртенсе, бишенсегә дәғүә итерҙәй Аҡмуллағыҙ ни хәлгә төштө бына, тип аңғартмаҡсы шағир.

Бәләне күп күргән аҫыл заттар, Ҡазанан тар-мар булған алтын таҡтар.*****

Дошмандың бәлә һалған ҡайғыһынан Кителгән булат ҡылыс, мәрурд****** һаптар.

Һәр кемгә бер сәбәптән афәт булған, Яҡшыға булһа тағы — нахак, булған. Ҡарышҡан бер солтанға ҡаршы килеп, Хибестә Имам Әғзәм вафат булған.

Нәҡ бына ошо шиғырҙа «аҡ йәне нахаҡ көйгән» Аҡмулла, «тәрәндән әйләндереп һүҙ ҡуҙғатыу» ниәте менән, үҙ фекерен күп ваҡыт үҙ аллы дүрт юллыҡтар рәтендә йөрөгән ошондай тәрән фәлсәфәүи афористик шиғыр өлгөләрендә нығытып ҡуя:

Бәндәне ризыҡ тигән ҡыймылдатыр, Сәселгән ризҡы булһа, йөрөп татыр. Һәр бәндә күрәһене күрмәй ҡалмаҫ, Кәрәк солтан булһын, кәрәк император.

Аҡмулла, үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ-тәрбиә кодексы тыуҙырып, халыҡҡа ошо өгөт-нәсихәтен ҡанатлы шиғриәт саралары менән әйтеп биргән. Уның сәсәндәр теленән төшмәгән, Башҡортостандың һәр төбәгендә әле хәҙер ҙә көйләп яттан һөйләнелгән мәшһүр «Нәсихәттәр»енең төп өлөшө, «беренсе», «икенсе», «өсөнсө» тип, кеше өсөн иң кәрәкле сифаттарҙы (етегә тиклем) бер-бер артлы атап үтеүгә ҡоролған. Уның тәүге строфалары хәҙерге уҡыусыларҙың Аҡмулланы аҙмы-күпме белгән һәр береһенә лә яҡшы таныш:

Иң әүүәл кәрәк нәрҫә — иман, тигән, Ахирәт эштәренә инан, тигән.

«Хоҙай, кисер!» — тигән менән эш бөтмәйҙер, «Иман шарты»н өйрәнмәһә — Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәрҫә — күңел, тигән, Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән. Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ, Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.

Артабан: өсөнсө ҡиммәт нәрҫә — аҡыл, тигән, дүртенсеһе — шөкөр, бишенсеһе — әҙәп, алтынсыһы — сабыр, тигән һәм, ниһайәт:

Етенсе ҡиммәт нәрҫә — ихлас, тигән, Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:

Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.

Был шиғри хикмәттәр Аҡмулла мираҫының мәңгелек ҡиммәттәрен һәм мәңгелек хәҡиҡәттәрен, ҡаҙаныштарын билдәләй. Уның ижадының тәрән образлылығы, кешелеклелеге, уның фекерләүенә хас диалектик эҙмә-эҙлелек шағирҙың иң яҡшы әҫәрҙәрен һоҡланғыс поэтик ҡомартҡылар, заманалар үткән һайын яңынан-яңы төҫтәр менән балҡып китерҙәй ынйы-гәүһәрҙәр рәтенә ҡуя. Аҡмулланың бәғзе шиғырҙары уның үҙ дәүеренән бигерәк беҙҙең бөгөнгөгә, быуаттар аша нәҡ хәҙерге дәүер кешеһенә төбәп әйтелгәндәй. Мәҫәлән, ошо уҡ «Нәсихәттәр» әҫәрендәге бына был тапҡыр Һүҙле юлдар бөгөнгө көндә, беҙҙең донъяның аҫты өҫкә килгән хәүефле заманда үҙе үк киҫәтеү булып яңғырай түгелме:

Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен, Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.

Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын, Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.

Эйе, белем дә, аҡыллы һәм, йәнәһе, ғәҙел булып күренеү оҫталығы ла хаттин ашҡан бөгөн. Ләкин намыҫ ҡытлығы, оятһыҙлыҡ, эскерлелек, сәйәсәттәге бысраҡлыҡтар арҡаһында ыҙа сигә халҡыбыҙ. Э бит, ысынлпп та:

Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ, ялынһаң да, Әшәкегә — үҙең туҙан, яғылһаң да.

Шуны белә тороп, ниңә һуң беҙ әле һаман да мерәүәтһеҙ менән мерәүәт һаҡлайбыҙ, иблисте, бәдбәхетте иблис тип тә, бәдбәхет тип тә атамайбыҙ? Яуызлыҡҡа гел генә яҡшылыҡ менән яуап биреү үҙен аҡламай, сөнки иблистең тәбиғәте шундай, ул хатта:

Яҡшылыҡты яманлыҡҡа хисап итәр, Уға һин күпме изгелек уйлаһаң да.

Эйе, Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, бер яҡтан, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышы, классик өлгөләре булһа, икенсенән, ул беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, был ғәҙелһеҙ донъяла әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм таяныс. Бындай изгелекле миссия бары тик халыҡ өсөн йәшәп, бар ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған ысын халыҡ шағирҙарының ғына өлөшөнә төшә.

Башҡортостан күгендә Аҡмулла йондоҙо Салауат, Вәлиди, Бабич, Мортазиндар йондоҙо менән бер тиң балҡый, был йондоҙҙар заманалар үткән һайын сағыуыраҡ була бара, улар ғаләм киңлектәренән үҙ ерендә үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алыу ынтылышы менән йәшәгән халҡыбыҙҙың киләсәккә юлдарын яҡтыртып тора.

* * *

*Жәддә — өләсәй, ҡартәсәй.

**Нәжес — бысраҡ, әшәке.

***Асман — күк йөҙө.

****Химар — ишәк.

*****Мәҡан — урын.

****** Таҡ — тәхет.

******* Мәрурд — зиннәтле.

1 Еникеев Ә. 1870—1897 йылдарҙа Башҡортостанда мәктәптәр һәм педагогик фекер // Башҡортостан уҡытыусыһы. 1964. № 12. 54-се бит.

* * *

Әҫәрҙәр: Дамелла Шиһабетдин хәҙрәтнең мәрҫиәсе. Ҡазан, 1892; Аҡменла әфәнденең иншад итдеки мәнзуматы. Ҡазан, 1904; Өлеңдер жыйнағы. Алматы, 1935; Әҫәрҙәр. Өфө, 1981; Стихи. Уфа, 1986.

Әҙәбиәт: Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965; Шакур Р.3. Звезда поэзии: Мифтахетдин Акмулла. Жизнь. Творчество. Мировоззрение. Уфа, 1981. 2-е изд. 1996; Вилданов Ә.X. Яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981; Вильданов А.X., Кунафин Г.С. Башкирские просветителидемократы XIX века. М., 1981; Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 2-се том. Өфө, 1990; Акмулла Мифтахетдин // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996; Буранғолов М., Ғәббәсова 3. Аҡмулланың бүләһе // Күңелдәрҙе сирткән ҡылдар. Малаяҙ — Өфө, 1996. 89—100-сө биттәр; Шәкүр Р. Башҡорт милли шағиры Мифтахетдин Аҡмулла // Сал Урал. 1997, № 1 (төрөк һәм башҡорт телдәрендә).

Зәйнулла Рәсүлев

(1833—1917)

Зәйнулла Рәсүлев XIX быуат аҙағы — XX быуат башы башҡорт донъяһының айырыуса арҙаҡлы, милләтебеҙҙең рухи етәкесһе кимәлендәге олуғ шәхес булып күтәрелә. Уның исеме беҙҙең көндәрҙә лә халыҡ күңелендә йәшәй.

Башҡортостандың күп төбәктәрендә уның тураһында һәр төрлө хикмәттәр, легенда һәм риүәйәттәр ғәйәт киң таралған. Был хәл бигерәк тә Зәйнулла шәйехтең изге бер зат, әүлиәлек, юғары рух эйәһе булыуы менән бәйле. Иң мөһиме: Хоҙайҙан бирелгән ошо илаһи һәләттәрен ул тулыһы менән ил һәм дин өсөн, мәғрифәт өсөн хеҙмәткә арнай, уны замандаштары үҙ халҡының рухи хакимы тип атай. Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында ул нигеҙ һалған һәм үҙе уҡытҡан атаҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе Рәсәйҙең барлыҡ мосолман халыҡтары араһында дан ҡаҙана. 3. Рәсүлев шәхесен академик В.В. Бартольд, башҡорттоң бөйөк ғалимдары һәм уҡымышлылары Ризаитдин Фәхретдинов, Әхмәтзәки Вәлиди юғары баһалаған.

Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев әл-Нәҡшбәнди 1833 йылда Башҡортостандың ул саҡтағы Троицк өйәҙенә (хәҙерге Учалы районына) ҡараған Шәрип исемле башҡорт ауылында тыуған. 1851 йылға тиклем ауыл мәҙрәсәһендә уҡый, 1859 йылда үҙҙәренең өйәҙ үҙәге Троицкиҙа белем алыуын дауам итә. Шул уҡ йылда Верхнеуральск ҡалаһына яҡын Аҡҡужа ауылында мәсет төҙөтөп, вәғәздәр уҡый, 1859 йылда уставлы имам исемен ала. Сарҙаҡлы ауылында йәшәгән Абдулхәким исемле шәйех менән дуҫлашып, нәҡшбәндиә тәғлимәтенә ылығып китә.

Нәҡшбәндиә тәғлимәтенә эйәреүселәр өсөн, академик В.В. Бартольд билдәләүенсә, беренсе урында ислам (шәриғәт) ҡушҡанды мотлаҡ үтәү хәҡиҡәт юлына баҫыуҙың иң мөһим шарты иҫәпләнә, хәҡиҡәткә тулыһынса өлгәшеү фәҡәт бик һирәк кешеләргә генә бирелә1. 1869—1870 йылдарҙа Зәйнулла хәҙрәт Мәккәгә хаж сәфәренә барып, юл ыңғайы Константинополдә һәм Мәккә

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]