Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

ar_1177_a_1185_ly_bash_1185_orttar

.pdf
Скачиваний:
119
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
12.17 Mб
Скачать

Ғәзиз Әлмөхәмәтов

(1895—1938)

Башҡорт халҡының йыр-моң донъяһында, милләтебеҙҙең рухи үҫеш тарихында бихисап ҡәҙерле исемдәр бар. Шул исемдәр араһында Ғәзиз Әлмөхәмәтов йондоҙо айырыуса яҡты һәм сағыу булып, илебеҙ һәм күңелдәребеҙ киңлегендә балҡып тора. Беҙҙең рухиәтебеҙҙә уның урыны иң элек, әлбиттә, башҡорттоң кешелек донъяһында тиңе булмаған илаһи йырмоңдарының ҡабатланмаҫ бөйөк оҫтаһы һынында, дәүерҙәрҙе иңләп, ҡалҡып тора. Эйе, ул ысын мәғәнәһендә башҡорт йырының ҡаһарманы, башҡорт моңоноң даһийы, мәғрур Уралдың XX быуаттағы йырсы Буранбайы. Шуның менән бергә ул, әлбиттә, милли музыка тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған композитор, башҡорт профессиональ сәнғәтен башлап ебәреүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән, уның нигеҙ таштарын һалыуҙа баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күрһәткән арҙаҡлы бер эшмәкәр. Йәнә әйтеп үтәйем: беҙҙең быуынға, беҙҙең дәүергә Ғәзиз Әлмөхәмәтов тигән исем алыҫ-алыҫтан, таш зиндандарҙың биктәре һәм сиктәре аша йөрәктәрҙе тетрәтерлек моң булып килеп етте. Был һоҡланғыс шәхес тураһында иҫтәлектәр тыйылыуҙарға ҡарамаҫтан, беҙ йәш саҡта уҡ һоҡланғыс легендаға әйләнгәйне инде. 60-сы йылдар уртаһында уның иң тәүге юбилей кисәләренең береһендә ҡатнашыуым әле булһа хәтеремдә. Ғәжәпкә ҡаршы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында, әммә уның Ленин урамы яғында (уң яҡтағы ишек) урынлашҡан бәләкәй генә ярым подвал бүлмәлә үткәрелде ул хәтер кисәһе. Һүҙҙәр, әлбиттә, ҡат-ҡат уйлап, үлсәп кенә һөйләнде. Ғәзиз ағайҙың замандаштары, уның хәләл ефете ап-аҡ сәсле Мәстүрә ханым ҡатнашты. Иҫтәлектәр беҙҙең өсөн үтә лә фәһемле һәм тәьҫирле булды. Бигерәк тә Батыр Вәлидтең сығышы күңелгә уйылып ҡалды. Уға инде, зәғиф кешегә, артыҡ һағайып тормаһа ла ярағандыр, күрәһең. Атаҡлы халыҡ йырсыһының фажиғәле яҙмышы хаҡында әрнеп, уны һағынып, исемен тергеҙеү, мәңгеләштереү зарурлығы тураһында тәҡдимдәр менән сығыш яһаны

Батыр ағай. Артабан барыбер боҙ ҡуҙғалды, яңы дәүергә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың даны һәм моңо әйләнеп ҡайтты. Уның башҡарыуында грампластинкаларға яҙылған бер нисә генә йыр һаҡланып ҡалған булып сыҡты. Шул йырҙар, шул йөрәккә үтеп инерҙәй илһамлы тауыш яңынан радио тулҡындары аша һирәгерәк булһа ла яңғырай башланы. 1968 йылда милли йыраусылыҡ сәнғәтендә әһәмиәтле ваҡиға булып үтте — йәш таланттарҙы асыу маҡсатында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йырсылар конкурсының иң беренсе бәйгеһе уҙғарылды. Хәҙерге быуын талантлы йырсыларыбыҙҙың күпселеге нәҡ ошо конкурстар аша оло сәнғәткә тәүге аҙымдарын яһаны. Үкенескә ҡаршы, был традиция һуңғы ваҡытта һүнеп ҡалды. Әммә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың башҡарыу оҫталығы башҡорт халыҡ йырының, беҙҙең аҫылдан да аҫыл оҙон көйҙәребеҙҙең үҙ дәүерендә өлгөһө, эталоны тип ҡабул ителгән икән, уның исеме менән бәйле конкурстарҙы мотлаҡ дауам итергә тейешбеҙ.

1995 йылдың көҙөндә мәшһүр башҡорт йырсыһы Ғ.С. Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу көндәрен республикабыҙ хөкүмәте һәм халҡыбыҙ тантаналы рәүештә билдәләне. Ниһайәт, был юлы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының төп залында ошо датаға арналған юбилей кисәһе үткәрелде. Матбуғат биттәрендә бөйөк шәхестең тормошо һәм ижадына арналған мәҡәләләр баҫылды. Шулай ҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм яҙмышы үҙенең егәрле тикшеренеүселәрен, ижадсының талантына бәрәбәр ҡәләм оҫтаһын көтә әле. Был осраҡта иһә беҙ, биографик очерк жанры талаптарынан сығып, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ғүмер юлы һәм ижади эшмәкәрлегенең иң мөһим мәлдәренә һәм һыҙаттарына туҡталып үтмәксебеҙ.

Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 20 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Мораптал исемле (хәҙерге Иҫке Мораптал) башҡорт ауылында донъяға килә. Ғаиләлә алты малай үҫә: Абдулла, Абдрахман, Ғәзиз, Фәтих, Ғәлирахман, Хәйбрахман. «Ғәзиздең әсәһе Ғәлимә бик моңло тауышлы ине. Уның «Мөхәммәҙиә»не һәм башҡа дини китаптарҙы уҡыуы хәтеремдә. Ғәзизгә тауыш матурлығы әсәһе тарафынан бирелгәндер», — тип яҙа йырсының ҡатыны Мәстүрә Әлмөхәмәтова. Ғаилә фотоларының береһендә Ғәзиздең әсәһе Ғәлимә апайҙың һөйкөмлө, һоҡланғыс, эске бер нур бөркөп торған күркәм йөҙөн күреп, таң ҡалаһың. Ғәзиз үҙенең төҫө, холҡо менән дә әсәһенә тартым булғандыр, күрәһең. Мәстүрә ханым уның портретын: «Урта буйлы, киң яурынлы, ҡуңыр сәсле, көләс йөҙлө кеше ине», — тип һүрәтләй. Ә бына ҡыҙы Роза Әлмөхәмәтова-Латипованың иҫтәлеге: «Атайым һәйбәт холоҡло, туған йәнле, кешелекле кеше ине. Ярлы башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән. Туғандарына ғүмере буйына ярҙам итте. Абдулла ағайға ай һайын аҡса ебәреп

торҙо, ул сирле генә кеше ине. Хәйбрахманды 1922 йылда үҙе менән алып китә, ул беҙҙең ғаиләлә үҫте. Абдрахман ағайҙың ете балаһы булды, Рауза исемле ҡыҙы беҙҙә ҙурайҙы, хәҙер Ташкентта йәшәй. Ул минән өс йәшкә олораҡ ине, беҙгә кейемде лә бер иштән тегеп кейҙерәләр, игеҙәктәр кеүек йөрөнөк. Ғәли ағайҙы ла уҡытты атайым. Фәтих ағайҙы, сирләгәс, шифаханаға ебәрҙе. Шулай итеп, барлыҡ туғандары хаҡында ла хәстәрлек күрә ине. Өләсәйҙе (Ғәлимә әбейем) ихтирам итте, беҙгә килһә, матур итеп кейендерер ине».

Ғәзиз тыуған ауылда ете йәштән мал ҡарап, ата-әсәһенә бесән, ураҡ эштәрендә ярҙамлашып үҫә. Әммә уға ата йортонан бик иртә сығып китергә тура килә. 1909 йылда Ғәзиздең өлкән ағаһы Абдрахман, бәхет эҙләп, Ташкентҡа сығып китергә ҡарар итә. Ғәзиз уның менән бергә китмәксе була. Әсә кешегә нисек кенә ауыр булмаһын, ризалығын бирмәйенсә сара ҡалмай — ғаиләләге алты баланың тамағын нисек туйҙырмаҡ кәрәк. Шулай итеп, Ғәзиз ун дүрт кенә йәшлек үҫмер сағынан үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫа. Ғәзиз йәйҙәрен ағаһы менән ялланып йөҙөм баҡсаларында эшләй, ҡышҡы осорҙа мәҙрәсәлә уҡый. Әйткәндәй, Ташкентҡа барып йәшәй башлаған тәүге йылда уҡ ул йәштәр, йыр һөйөүсе яҡташтары араһында башҡорт йырҙарын бик моңло итеп башҡарыуы менән ныҡлы танылып өлгөрә. Был хаҡта Троицкиҙа сыҡҡан «Аҡмулла» журналының хәбәрсеһе М. Бөдәйле бик ҡыҙыҡлы хәтирәләр яҙып ҡалдыра. Ташкенттың бай бер сауҙагәре үҙенең баҡсаһында бер мәлде байрам ойоштора. Бына шунда ҡунаҡтарға самауыр ҡуйып, байға хеҙмәт итеп йөрөгән ун дүрт йәшлек ҡаҡса ғына башҡорт малайының үҙ алдына «Ҡуңыр буға» көйөнә йырлауын ишетеп, ғәжәпкә ҡала. Йырсыны осратып, ниндәй йырҙар йырлауы, ҡайҙа йырларға өйрәнеүе тураһында һорауҙар бирә. «Ҡунаҡтар дастарханға йыйылғас, мин Ғәзиздең йырлауын тыңларға тәҡдим иттем, – , ти М. Бөдәйле. — Ул беҙгә үҙенең халҡының йырҙары «Ҡолой кантон»ды, «Һаҡмар»ҙы, «Шәүрә»не йырлап күрһәтте. Уның һандуғас тауышындай моңло йыры һәр кемдең күңел түренә үтеп инде»1.

Ун һигеҙ йәшенә тиклем Ғәзиз шулай йәйҙәрен эшләп, ҡыштарын уҡып, Ташкентта йәшәй. Йыр, әлбиттә, уның иң тоғро юлдашына әйләнә. Тыуған яғын, Башҡортостанды һағынған саҡтарында башҡорт йырҙары уның йәненә, йөрәгенә үҙе бер дауа була. Ғәзиздең тауышы ла үҙгәрә. «Малай саҡтағы яңғырауыҡлы альт көслө, сағыу һәм шул уҡ ваҡытта йомшаҡ тенорға әйләнә»,

— тип билдәләй музыка белгесе Л.П. Атанова. Бына ошо көслө, сағыу һәм тетрәндергес милли моң менән яңғыраған был илаһи тауыш артабан меңәрләгән кешеләрҙең күңелен яулай — Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың йыраусылыҡ сәнғәте ысын-ысынында оҙон көйлө башҡорт йырҙарын башҡарыуҙың эталонына әйләнә. Ташкентта ул «Шишмә» исемле татар-башҡорт йәштәр

клубы ойошторған концерттарҙа сығыш яһай. 1914 йылдан иһә 19 йәшлек йырсы егет үҙ аллы концерт эшмәкәрлеген башлай, Урта Азия ҡалаларында – шул уҡ Ташкентта, йәнә Бохарала, Сәмәрҡәндтә, Кокандта сығыш яһай, гастролдәр менән Башҡортостанға ҡайта, Татарстанға бара. Үзбәкстанда йәшәгән йылдарында үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ халыҡ моңдары менән таныша. Артабан ул, әлбиттә, рус музыкаһын, бөйөк рус йырсыларының башҡарыу оҫталығын да ихлас өйрәнәсәк, һәр ваҡыт үҙенең белемен камиллаштырыу, ижади фекерләүен киңәйтеү өҫтөндә эшләйәсәк. «Әммә, төрлө халыҡтарҙың йыр-моңон тыңлап, уларҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҙенә һеңдерә барып, Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙен иң элек башҡорт йырсыһы итеп тоя. Бәлки, үҫмер йәшенән йәненә тынғы бирмәгән тыуған ерҙе һағыныу хисе Ғәзиздә тыуған моңдарға ҡарата айырыуса мөхәббәт тойғоһо уятҡандыр... Уның талантын баһалаусылар йырсының вокаль оҫталығына — тын алышының киңлегенә, тауыш күркәмлегенә, фразировканың нескәлегенә таң ҡала. Ғәзизгә йыш ҡына, ҡайҙа уҡының, кемдән өйрәндең, тип һорау бирәләр. «Мин үҙ туған халҡымдан йырларға өйрәндем», — тип яуап биргән ул»2.

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың биографияһында 1917-1918 йылдарҙа Шәйехзада Бабич менән бергә Өфөлә, Ырымбурҙа тамашалар ойоштороуы, башҡорт моңоноң һәм башҡорт шиғриәтенең был ике бөйөк эшмәкәренең ижади хеҙмәттәшлеге айырыуса әһәмиәт ҡаҙана. Дөрөҫ, Ш. Бабич менән Ғ. Әлмөхәмәтов бынан алдараҡ уҡ таныш булғандар, тип иҫәпләргә урын бар. Мәҫәлән, «Шәйехзада Бабич тураһында иҫтәлектәр» китабында урынлаштырылған фотола бер төркөм милли интеллигенция вәкилдәре араһында алғы рәттә Ш. Бабич менән Ғ. Әлмөхәмәтовты күрәбеҙ. Әгәр ҙә датаһы дөрөҫ билдәләнгән булһа, фотоның аҫтындағы текст иғтибарҙы йәлеп итә. Унда: «1916 йылдың йәйендә Өфөлә»3, — тип яҙылған. Ә бына шул уҡ йыйынтыҡта Сәйфи Ҡудаш үҙенең иҫтәлектәренән «Ике талант» тигән бүлексәһендә (китаптың 124-се бите) Ғ. Әлмөхәмәтовтың 1917 йылдың июлендә Өфөлә Ш. Бабич менән бергә үткәргән концерттары тураһында шаҡтай ентекле итеп яҙып ҡалдырған.

«Өфөгә ҡайтҡас, Бабич бик күп яҙҙы һәм кисәләрҙә бик күп сығыштар яһаны. Ошо бер-бер артлы үтеп торған концерттарҙың алҡыштары тынып та өлгөрмәгән ине әле. Ырымбурҙан йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов килеп төштө һәм концерт бирергә әҙерлек күрә башланы. Күп тә үтмәне, Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Бабичтың 25 июлдә концерты буласағын белдереп, Өфө урамдарында афишалар барлыҡҡа килде». С. Ҡудаштың атаҡлы шағир менән йырсының бергә сығыш яһаған ошо концерты хаҡындағы тәьҫораттары ла ғәйәт ҡыҙыҡлы. «Әгәр ҙә Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Бабич һәр ҡайһыһы айырым-айырым ғына

кисә үткәрһә, минеңсә, улар, бына шулай бергәләшеп яһалған концерттарҙағы кеүек, ҙур уңышҡа өлгәшә алмаған булырҙар ине. Сөнки талантлы йырсы менән талантлы шағир икәүләшеп концерт биргән саҡта тыңлаусыларҙың түбәләре күккә тейә. Улар бер-береһен тулыландыра, бер-береһенә үҙенең матурлығын өҫтәй ине. Мәҫәлән, Ғәзиздең йырынан һуң сәхнәлә бер аҙ моң болоттары ҡуйырып ҡала. Шаян тәбиғәтле Бабич сәхнәгә кинәт килеп бәргән өйөрмә һымаҡ булып сыға ла үҙенең көлкөләре менән шул болоттарҙы бик тиҙ таратып ебәрә. Йәки ул бөтөнләй киреһенсә була. Бабич артыҡ ныҡ көлдөрөүҙән бер ни тиклем тарҡауланыбыраҡ, ғәмһеҙләнеберәк киткән күңелдәрҙе Ғәзиз, сығып, үҙенең моңһоу йырҙары менән һиҫкәндереп һәм нәфисләндереп ебәрә ине».

«Шул кисәнән һуң, — ти С. Ҡудаш, — Бабич, Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм «Ҡармаҡ» журналын сығарыусыларҙың береһе булған Дәминев Мәскәүгә киттеләр». Мәскәүҙә улар йәнә берлектәге концерт программаһы менән сығыш яһарға йыйынған булалар. Ошонан һуң Бабич, билдәле булыуынса, «Ҡармаҡ» журналы мөхәрриренең саҡырыуы буйынса Ырымбурға юллана.

1917 йылдың ҡышында, Октябрь революцияһынын һуңғы көндәрҙә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов Ырымбурҙың данлыҡлы Башҡорт халыҡ йорто Каруанһарай бинаһында, һалдаттар йәшәгән казармаларҙа Исмәғил Һилалов тигән атаҡлы татар мандолинсы музыканты менән бергә концерттар бирә. 1918 йылда беҙ уны йәнә Бабич менән бергә Ырымбур сәхнәләрендә күрәбеҙ. «1918 йылдың йәйендә Ырымбурҙың ҡала театры бинаһында Ғәзиз концерт номерҙары менән сығыш яһай, — тип яҙа Л.П. Атанова. — Концертты Шәйехзада Бабич алып бара. Тыңлаусылар уларҙы башҡорт йырсыһы һәм шағирының оҫталығы һәм таланты менән һоҡланып, Бабичтың үткер һүҙенә һәм Ғәзиздең илһамлы йырына берҙәй үк таң ҡалып, оҙон кис буйы сәхнәнән төшөрмәйҙәр»4.

Ә бынан саҡ ҡына алдараҡ, 1918 йылдың 17 февралендә Ырымбурҙа, Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советы ойошторола һәм башта уның составына Ғ.С. Әлмөхәмәтов та индерелә. Әммә ул, сәйәси эшкә әҙерлеге етмәүгә һәм дәүерҙең ҡатмарлы хәлдәрен аңлап бөтмәүенә һылтанып, БВРС составынан сығарыуҙарын һорай. БВРС уның үтенесен ҡәнәғәтләндерә һәм, йырсыға стипендия тәғәйенләп, Ырымбур музыка училищеһында уҡырға направление бирә. Бынан һуң сәйәси ваҡиғаларҙың ҡырҡа боролоштары арҡаһында Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа ул уҡыу йортонда, моғайын, уҡырға тура килмәгәндер. Ләкин был мәғлүмәттәр шул яғы менән әһәмиәтле: Ғәзиз Әлмөхәмәтов, күренеүенсә, 1917—1918 йылдарҙа йә күпселеген Ырымбурҙа йәшәгән, йә, Ташкенттан бөтөнләй үк күсеп ҡайтмаған булһа ла, күп ваҡытын Ырымбурҙа, асылда үҙенең тыуған яҡтарында үткәргән. (Йырсының был йылдарҙағы тормошон ентекләберәк өйрәнәһе, тормошондағы

күп кенә ваҡиғаларҙы асыҡлайһы бар әле.) Уның 1919—1920 йылдарҙа Исмәғил Һилалов менән бергә «Өфө тирәһендә концерттар ҡуйып уҙҙырыуы» тураһындағы мәғлүмәт тә бар.5 Хәйер, был ваҡытта инде ул бөтөн Рәсәй күләмендә, барлыҡ төрки халыҡтары араһында киң танылған популяр йырсы булып етешә. Ошо уҡ осорҙа ул үҙе лә йырҙар ижад итә башлай. Башҡортостанда беренсе донъя һәм граждандар һуғышы килтергән ҡайғы һәм аһ-зарҙарҙы, аҡтарҙың һәм ҡыҙылдарҙың башҡорт халҡына ҡарата ҡылған рәхимһеҙлек һәм яуызлыҡтарын күреп, уның күңелендә ошо хаҡта йыр, моң теле менән һөйләп биреү теләге тыуа. Тиҙҙән шағирә С. Биксурина һүҙҙәренә «Шомло ел» исемле матәм йыры — тәрән трагизм тойғоһо менән һуғарылған баллада ижад итә. Был әҫәрҙе музыка белгестәре юғары баһалай, ул йырсының репертуарында ныҡлы урын ала.

1920 йылда Баҡылағы гастролдәре ваҡытында Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа әзербайжан театрында музыкаль спектаклдә ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Музыка белгестәренең фекеренсә, ошо ваҡиға йырсының күңелендә үҙебеҙҙә милли опера тыуҙырыу хыялын тыуҙыра. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тормош юлында артабан нәҡ шул идея иң мөһим, иң мөҡәддәс ижади маҡсатҡа әйләнә. Ташкентҡа ҡайтыу менән ул, башҡорт һәм татар көйҙәренә нигеҙләнеп,

«Сания» тигән операның либреттоһын һәм музыкаһын яҙыу эшенә тотона. Операның беренсе картинаһын хатта һәүәҫкәр артистар үҙешмәкәрлек сәхнәһендә уйнап та күрһәтәләр.6 Әммә был башланғыс әлегә ысын мәғәнәһендә опера жанрынан бик йыраҡ тора. «Был төҙөк музыкаль әҫәр түгел, ә музыкаға ҡоролған пьеса»7, — тиеүе менән Ю.Н. Иҫәнбәт хаҡлылыр, моғайын. Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа ысын мәғәнәһендә опера һымаҡ ҡатмарлы жанрҙа эшләү өсөн белем дә, тәжрибә лә етмәй әле. Шуның өсөн дә 1922 йылдың башында бергәләп опера яҙыу тәҡдиме менән Солтан Ғәбәшигә мөрәжәғәт итә. Ошо уҡ йылда ул, Ташкенттағы дуҫтарының кәңәшен тотоп, бергәләп опера өҫтөндә эшләү хыялы менән, Ҡазанға күсеп килә. Бер йылдан һуң Солтан Ғәбәши уның инициативаһын тулыһынса хуплай һәм өсөнсөгә Василий Виноградов менән ижади хеҙмәттәшлек урынлаштырыу хаҡында тәҡдим индерә. 1923 йылдың икенсе яртыһында улар өсәүләп эшкә тотоналар8. 1924 йылдың яҙында Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Солтан Ғәбәши, эште дауам итер өсөн, Башҡортостандың ул саҡтағы Арғаяш кантоны (хәҙер Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Яңы Субыл ауылына ҡымыҙ дауаханаһына китәләр. Бында улар көндөҙ ижад итәләр, кистәрен ял итеүселәр менән аралашып үткәрәләр. Ауылда уларға башҡорт туйын күреп, башҡорт туй йолаһы менән яҡындан танышырға насип була. Яңы Субылда ике ай буйы эшләп һәм ял итеп, операның күпселек өлөшөн яҙып бөтөп ҡайталар9.

«Сания» операһы 1925 йылдың июненә тамамлана, ул тәү башлап Татарстан АССР-ының 5 йыллыҡ юбиллейын байрам иткән көндәрҙә сәхнәгә сығарыла.

Шуны ла әйтергә кәрәк, татар матбуғаты һәм татар белгестәре «Сания» әҫәрен бер тауыштан фәҡәт татар операһы тип кенә атарға ғәҙәтләнгәндәр. Әммә «Сания» иң элек башҡорт ерлегенә, башҡорт донъяһына яҡын булыуын инҡар итеп буламы? Уның музыкаһы башҡорт йыр һәм көйҙәренә нигеҙләнгән, уны ижад итеү башланғысы башҡорт йырсыһының эшмәкәрлеге менән бәйле. Унда беҙҙең бөйөк йырсыбыҙҙың да йөрәк моңо һалынған. Опера спектаклендә премьерала төп партияны ла ул башҡарған. Шулай булғас, башҡорт операһының да башланғысы ошо әҫәргә барып тоташа тип иҫәпләү урынлы түгелме? Был хаҡта башҡорт музыка белгестәре үҙҙәренең фекерен әйтергә тейештәр.

«Сания» операһының уңышы менән ҡанатланып, Ғ. Әлмөхәмәтов, С. Ғәбәши һәм В. Виноградов М. Ғафури либреттоһына «Эшсе» операһын яҙырға тотоналар. Опера 1930 йылда Мәскәүҙә милли театрҙар олимпиадаһында күрһәтелә һәм татар профессиональ музыкаһы үҫешендә ҙур ваҡиға булараҡ баһалана.

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың Ҡазанда йәшәгән йылдары концерт-башҡарыу йәһәтенән дә емешле була. Был дәүерҙәге афишаларҙан, белдереүҙәрҙән, рецензияларҙан күренеүенсә10, ул Ҡазанда күренекле татар йырсылары һәм музыканттары менән бергә сығыш яһай, элеккесә, Мәскәүҙә, Ташкентта, Ленинградта гастролдәрҙә йөрөй. Афишалар ғәҙәттә уның менән «Башҡорт халыҡ йырсыһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов», «Атаҡлы башҡорт йырсыһы», «Башҡортостандың халыҡ йырсыһы», «Башҡортостандың рәсми халыҡ йырсыһы» тип таныштыра. 1927 йылдың ғинуар-февраль айҙарында Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм виртуоз мандолинсы Исмәғил Һилалов Өфө, Троицк, Ҡустанай, Свердловск (хәҙер Екатеринбург) ҡалаларына оҙайлы гастролгә сыға. Ыңғайҙа Арғаяшта туҡтап, бер генә концерт ҡуйып китәләр. Ғәзиз Әлмөхәмәтов репертуарында төп урынды боронғо башҡорт халыҡ йырҙары алып тора: «Урал», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Буранбай», «Ялан Йәркәй», «Сибай кантон», «Ҡолой кантон», «Шәүрәкәй», «Арғужа», «Эскадрон», «Һаҡмар», «Һандуғас», «Ҡуңыр буға», «Миңлебикә», «Ирәндек», «Байыҡ» — башҡорт халҡының йырмоң классикаһының был аҫыл өлгөләре Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡарыуында кемде генә әсир итмәгән! Ул шулай уҡ «Сания» операһынан Зыя арияһын, Хәбибулла Ғәбитовтың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» драмаһына яҙылған йырҙарын, үҙе яҙған «Шомло ел», «Сайҡалалар кәмәләр», «Ағиҙел ярында», «Йырҙар яҙам», «Көтөүсе», Сәлих Сәйҙәшевтең «Монтерҙар йыры»н, Мәсәлим Вәлиевтең «Аҡ ҡайын»ын, Хәбибулла Ибраһимовтың «Салауат маршы»н,

аҙағыраҡ «Эшсе» операһынан Ниғмәт арияһын ҙур дәрт, илһам, оҫталыҡ менән башҡара.

Ҡазанда 1928, 1929 йылдарҙа В.И. Виноградов уның башҡарыуы буйынса «Байыҡ», «Зөлхизә», «Халҡым өсөн», «Шәүрәкәй», «Ҡаһым түрә», «Сибай кантон», «Ҡолой кантон», «Таштуғай», «Арғужа» исемле башҡорт халыҡ йырҙарын һәм ноталарын баҫтырып сығара.

1929 йылда, Башҡорт АССР-ының ун йыллыҡ юбилейына арнап, Ғ. Әлмөхәмәтов, С. Ғәбәши һәм В. Виноградов «Башҡортостан маршы»н яҙалар. Марш тантаналы кисәлә тынлы оркестр тарафынан башҡарыла. Сәхнәлә тәүге тапҡыр оркестрҙа башҡорт музыкаһы яңғырай! Советтарҙың VII Бөтөн Башҡортостан съезы Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа халыҡ артисы исемен бирергә һәм уның үҙен Башҡортостанға ҡайтарырға тигән ҡарар сығара. Ошо ваҡиғанан һуң бөйөк йырсы Өфөгә күсенеп ҡайта11.

1929—1937 йылдар Ғәзиз Әлмөхәмәтов ижадының һәм эшмәкәрлегенең өряңы һәм айырыуса емешле осорона әйләнә. Ул, әлбиттә, концерт эшмәкәрлеген дауам итә, алыҫ гастролдәрҙә йөрөп ҡайта. Башҡорт ауылдарында йыркөйҙәребеҙҙе йыйыу, фольклор материалдарын туплау эше менән шөғөлләнә. Йәй һайын тыуған төйәгенә ҡайтып, туғандарын, яҡташтарын йыр-моңдары менән һөйөндөрөп китә. Алыҫ ауылдарҙа талантлы башҡорт йәштәрен табып, уҡырға урынлаштыра.

Ниһайәт, ул илдә беренсе булып 1932 йылда Мәскәү дәүләт консерваторияһында милли студия астырыуға өлгәшә. Башҡорт студияһында уҡып сыҡҡан йырсылар, композиторҙар — Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Баныу Вәлиева, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Рәйеф Ғәбитов һ.б. — профессиональ башҡорт сәнғәтенең төп көстәренә әйләнә. Ошо быуын йырсылары яуаплы һәм абруйлы бурыс атҡара. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына нигеҙ һала.

1933 йылда йырсының «Башҡорт совет музыкаһын тыуҙырыу өсөн көрәштә» тигән брошюраһы баҫылып сыға. Үҙ ғүмерендә уның бер нисә йөҙ башҡорт халыҡ йырын яҙып алғанлығы билдәле.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙенең репертуарын рус һәм Европа классик операларынан ариялар, итальян йырҙары иҫәбенә байытыуға ла бик ҙур тырышлыҡ һалған. Иғтибар итегеҙ: был арияларҙы ул, һүҙҙәрен үҙе тәржемә итеп, башҡорт телендә башҡарған. Шулар иҫәбендә – Ленский (П. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһы), Дубровский ариялары (Э. Направниктың «Дубровский» операһы), герцог йыры (Дж. Вердиҙың «Риголетто» операһы), йәнә А. Бородиндың Алыҫтағы ил ярҙары» («Для берегов отчизны дальней») романсы һ.б. Үкенескә ҡаршы, был яҙмаларҙың береһе лә

һаҡланмаған булһа кәрәк. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтан һуң сит ил операларынан арияларҙы әлегә бер генә йырсының да беҙҙең үҙ телебеҙҙә йырларға кәрәклеге иҫенә лә инеп сыҡҡаны юҡ. Ғәзиз Әлмөхәмәтов нигеҙ таштарын һалышҡан милли опера һәм балет театрыбыҙ бар. Әммә унда ла сит ил классикаһын һис юғында һирәкләп кенә булһа ла башҡорт телендә ҡуйыу зарурлығын аңларға теләмәйҙәр. Ә бит быны беҙ бөйөк йырсыбыҙҙың мөҡәддәс бер аманаты итеп ҡарарға бурыслыбыҙ.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов биографияһында асыҡланып бөтмәгән бер мәсьәлә бар. Был уның юғары музыкаль уҡыу йортонда белем алыу-алмау мәсьәләһе. Ғәҙәттә уның хаҡындағы мәҡәләләрҙә был хаҡта йә бер һүҙ ҙә әйтелмәй, йә йырсыны үҙ алдына белем алған тип кенә әйтеп үтәләр. Әммә, тарих фәндәре кандидаты С.Б. Сәйфуллин яҙғанса, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың аҙмы-күпме ваҡыт эсендә Мәскәү дәүләт консерваторияһының талибы булғанлығын ситләтеп булһа ла раҫлай торған документ табылған12. «Аҙмы-күпме ваҡыт» тип әйтәм, сөнки ул ваҡытта инде бөтөн йәне-тәне менеән ижади эшмәкәрлеккә сумған киң таныулы йырсы һәм композиторҙың йылдар буйы консерватория бүлмәләрендә ултырырлыҡ форсаты ла, түҙемлеге лә, мөмкинлеге лә етмәгәндер, моғайын.

1937 йылғы золом, бик күп аҫыл заттарыбыҙ менән бергә, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың да ғүмерен ҡыйып үтте. Шул йылдың 12 декабрендә уны ҡулға алалар. Уға, һеҙ халыҡ йырҙарын йырлап, милли мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштерәһегеҙ, тип ғәйеп тағалар. Һорау алыу протоколында йырсыға: «Һеҙ үҙегеҙҙе ғәйепле һанайһығыҙмы?» — тигән һорау бирелгән. «Эйе, мин халыҡ йырҙарын — «Урал», «Сибай», «Буранбай»ҙы йырланым», — тип яуаплаған. Шуға өҫтәп, уның ҡыҙы Роза Әлмөхәмәтова-Латипованың һүҙҙәрен дә килтереп үтәйек: «Атайым ике тапҡыр Стәрлетамаҡта Зәки Вәлиди хөкүмәте алдында концерт биргән булған, шуны ғәйеп итеп, милләтсе мөһөрөн баҫҡандар».

Шағир Мөслим Маратҡа төрмәлә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың һуңғы көндәрендә бергә ултырырға тура килә. Уның иҫтәлектәрен уҡып, бөйөк йырсыбыҙҙың бөйөк рухлы шәхес булғанлығына ла инанабыҙ. «Ул рәшәткә артындағы тотҡондар — тотош ил буйынса барған енәйәт ҡорбандары алдында йырланы. Һуңғы һулышына тиклем үҙенең ғәйрәтле ҡоралын — йырын ташламаны. «Урал»ды, «Буранбай»ҙы йырлағанда, аҙағынаса тамамлап ҡуйһын өсөн, башҡа тотҡондар надзирателдәрҙе тотҡарлап, уның эргәһенә ебәрмәй торҙо».

Уны һуңғы тапҡыр камеранан алып сығып киткәндә тотош камера йырлап оҙатып ҡала. Эйе, башҡорт йырын еңер көс донъяла юҡ һәм булмаҫ та!

1938 йылдың 10 июлендә Ғәзиз Әлмөхәмәтов үлем язаһына хөкөм ителә һәм ул ҡарар шул уҡ көндө ғәмәлгә ашырыла. Ә ярты йыл үтеүгә, 14 декабрҙә,

Өфөлә ҙур тантана менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры асыла. Милли театрҙың тәүге спектаклендә Ғәзиз Әлмөхәмәтов хәстәрлеге менән ойошторолған башҡорт студияһын тамамлап ҡайтҡан йырсылар сығыш яһай.

Уның исеме үҙе үк моңло йыр, яҡты йондоҙ булып, туған халҡының күңел түрендә йәшәй.

* * *

1Атанова Л.П. Жизнь как песня: Творческий портрет Газиза Альмухаметова.

Уфа, 1973. 4-се бит.

2Атанова Л.П. Күрһәтелгән хеҙмәт. 7-се бит.

3Шәйехзада Бабич тураһында иҫтәлектәр // Төҙ.: Р. Бикбаев. Өфө, 1994, 286сы бит.

4Атанова Л.П. Күрһәтелгән хеҙмәт. 10-сы бит.

5Фәйзи Йәүҙәт. Виртуоз мандолинсы // Шәйехзада Бабич тураһында иҫтәлектәр. Өфө, 1994. 284-се бит.

6Газиз Салихович Альмухаметов. К 100-летию со дня рождения. Буклет. Автор-составитель Э.М. Давыдова, Уфа, 1995.

7Газиз Альмухаметов и Султан Габаши в Казани. Уфа: «Каданс», 1995, 16-сы

бит.

8Газиз Альмухаметов и Султан Габаши в Казани. 17-се бит.

9Шунда уҡ. 21—22-се биттәр.

10Газиз Альмухаметов и Султан Габаши в Казани. 162—170-се биттәр.

11Давыдова Э.М. Йыр булып ҡайтырмын // Башҡортостан. 1995, 25 октябрь.

12Сайфуллин С. Оборванная мелодия // Вечерняя Уфа. 1995, 9 ноябрь.

* * *

Әҙәбиәт: Атанова Л.П. Жизнь как песня: Творческий портрет Газиза Альмухаметова. Уфа, 1973; Альмухаметов Г.С. // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]