Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
анлатмалы языу 6 класс.docx
Скачиваний:
8
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
27.28 Кб
Скачать

Аңлатма яҙыу. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 6-сы класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт).

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010.

Программа кимәле : базислы.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

  1. Ғәбитова 3. М., Усманова М. F.- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2010.

  2. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова- Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу,-Өфө: Китап, 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу әҙәбиәте :

  1. Әхтәмов М.Х.- Омонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 2006.,

  2. Әхтәмов М.Х.- Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 1987.

Программа уҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев X. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова 3. М., Усманова М. F.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла, Приказ №266-ОД 02.09.2013й.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Башҡорт теле уҡытыуҙың үҙенсәлектәре.

Концепцияла әйтелә: «Ҡайһы ғына проблеманы алма: уҡытыусылар әҙерләүме, программалар һәм дәреслектәр яҙыумы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүме - барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә буленеүен иҫәпкә алырға кәрәк» . Былар тубәндәгеләр:

1.башҡорт мөхитендә тыуып уҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;

2.башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;

З.башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик куҙлектән cығып өйрәнәләр.

Ысынлап та, hәp төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙьң маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.