Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

Бер йыры тарихы

.doc
Скачиваний:
31
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
35.84 Кб
Скачать

Эҙәрмәнлек эшемдең темаһы:

Бер йырҙың тарихы”.

Был эшкә ни сәбәпле тотондом?.

Әйтәйемме?..

Әйтәм.

Тәүҙә күп хәбәр ишеттем.

Йыр сығарыусы Сабит тураһында.

Йырының матурлығы тураһында.

Йырҙың тарихы тураһында.

Хатта был йырҙың авторы Сабитмы,түгелме, тип икеләнеүҙәр барлығы тураһында. Йә халыҡ йыры тиҙәр, йә Баймаҡ, Әбйәлил яҡтарында ла беҙҙең йыр тип иҫбатлаусылар бар.

Миндә уй-хыял тыуҙы: Йыр авторын өйрәнергә.

Йырҙы, һәм уның тарихын белергә.

Ул йырҙың, ысынлап та, беҙҙең ауылдашыбыҙ Хөснитдинов Сабиттыҡы икәнлеген иҫбатларға.

Уй-хыялым маҡсатҡа әйләнде һәм мин эҙәрмәнлек эшенә тотондом. Иң тәүҙә өйҙәгеләрҙән: әсәйҙән, атайҙан, өләсәйҙән, олатайҙан һораштым.

Унан киттем мәктәпкә. Уҡытыусымдан, музей етәксеһенән мәғлүмәттәр алдым.

Артабан урамға сыҡтым: Сабит Хөснитдинов хаҡында, туғандары, ауылдаштарым күп нәмә һөйләнеләр. Уның бер туған ҡустыһы Самат апа, күршеһе булып йәшәгән Хәнифә өләсәй ҙә: “Сабит йырларға бик яратты, ҡулында гел гармуны булды. Йәш ваҡытында ул күрше ауыл Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында уҡытып йөрөгән Мәрйәм исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Ләкин ул Сабиттың мөхәббәтен кире ҡаҡҡас, уға бағышлап “Мәрйәмем минең” йырын сығара. Гел генә ошо йырын йырлар булды”, тип хәтерләнеләр.

“Мәрйәмем минең” йыры ысынлап та беҙҙеке! Беҙҙең ауылда тыуған. Быны шәжәрәһе лә иҫбат итеп тора. Авторы йәшләй фажиғәле һәләк булған ауылдашыбыҙ--Сабит Хөснитдинов. Үҙе матур итеп гармунда уйнаған, моңло итеп йырлаған.

Айлы кистәрҙә ауылдаштарын тәҙрәләрҙән ынтылып ҡарарға мәжбүр итеп урамдан “Мәрйәмем”де йырлап уҙған.

Ауылдан йыр бүтән ауылдарға,

унан тотош республикаға,

хатта республикабыҙҙан сит өлкәләргә лә таралған.

Халыҡ яратып башҡарған популяр йыр булып киткән.

Ул йыр мөхәббәт хаҡында.

Ә кеше мөхәббәтһеҙ йәшәй алмай.

Оло мөхәббәт йәшәтә кешене. Ғүмер юлында оҙата бара.

Әсәйгә булған мөхәббәт,

Тыуған илгә булған мөхәббәт,

Тәбиғәткә булған мөхәббәт,

Кешеләргә булған мөхәббәт.

Ана шундай мәңгелек изге теманы күтәреүе һәм тәрән моңло булыуы менән йыр бөйөк.

Сабиттың ижадсы булыуын яҡшы хәтерләйҙәр ауылда.

Ижадын тик ентекләп һаҡлаусы, өйрәнеүсе генә булмаған.

Ә мин тотондом һәм өйрәндем.

Күп нәмә белдем.

“Мәрйәмем”йырының халыҡ йыры түгел, ә аныҡ авторҙың, беҙҙең ауылдашыбыҙҙың йыры булыуын иҫбат иттем.

Әлеге мәлдә йырҙы эфирҙа бик моңло итеп популяр йырсы Хәсән Усманов башҡара. Әсәйем дә йыр онотолмаһын тип нотаға һалып яҙҙырып ҡуйҙы. Мин уйлайым, әгәр ҙә Сабит Хөснөтдинов йәшләй генә вафат булмаһа, был көндә бәлки ул күренекле композиторҙарҙың береһе лә булып китер ине. Кем белә?..

Йырҙы тыңлаған һәр кем йырҙың авторы хаҡында хәбарҙар булһа, мин үҙемдең эҙәрмәнлек эшемде еренә еткереп башҡарғанмын тигән һүҙ.

Ә хәҙер йырҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.