- •1. Эпик форма һәм терминдәр мәсьәләһе
- •2. Эпостың тарихкә мөнәсәбәте
- •XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорттар, социаль ғәҙеллек, милли тиңлек даулап, күп тапҡырҙар баш күтәргәндәр, әммә һәр саҡ
- •3. Мөхәббәт тураһында хикәйәттәр, ҡиссалар
- •1. Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны бохар менән
- •2. Байыҡ сәсәндең салауат батырға әйткәне
- •3. Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны
- •4. Халыҡтың ир-егеттәрҙе француздарға ҡаршы
- •IIке балалы булып һаман ҡасып йөрөгән.
- •I вариант
- •II вариант
- •IЛҙғыштырыр кемдәрҙе, Таныштырыр кемдәрҙе,
- •36 Һәм табиб * даркарҙар * ғилаж * тапманы г. Икенсе йыл тағы Буҙнегетте тошонда күрҙе. Ҡыҙ егетте итәгенән тотоп яуап һораны:
- •4А Ағарып йор йоҙөктәй,
- •46 Ҡ ы ҙ ҙ ы ң тошонда егеткә биргән
- •5А Бер йыл булды, был егет көлмәй йорнө,
- •56 Былтыр килдең ҡашыма,
- •76 Һал менән бисаралар сығьш ние,
- •8А Әкәңдең һеҙҙең өсөн йәне ҡорбан,
- •9А Ҡарынығыҙ инде һеҙҙең асҡан сығыр,
- •96 Барып һораң хәлдәрен,
- •11А Бер аҙ зарлан йорһөн тип,
- •11Н булһам да булғанмын.
- •126 Ҡыҙҙарҙың был уйынын шпеткән һуң,
- •13А Хан тыштан асыу ҡылып аҡыраҙы,
- •136 Уай, ҡыҙым, был ни тигәп шомлоҡ?— типе,—
- •16А ...Күн дошмандың әсендәй
- •7Ч'анырып алыр йәре юҡ, һөйәмен тнп торғанда,
- •166 Үләр коно [яҡында] 10.
- •11 Әр ҡайғыһын уйлай бар;
- •17А Ҡыҙ бахыр ишеткән һуң торҙо, тине,
- •186 Ғаҡылһыҙҙың бары ла һац(ғы)рау булды.
- •19А Дошмандан яу булғанда,
- •20А б у ҙ й е г е т к ә д у ҫ т ы н ы ң йырлап
- •206 Амап булғыл, йән дуҫтым,
- •21А Ҡапһыҙ ғәскәр атына менеп алып,
- •216 Хан тороп: «Балам, инде ултыр,— тине,—
- •23А Боронғолай берегеп,
- •236 ... Был донъяның эсепдә үлмәй ҡалған
- •24А ... Бисара тәңреһенә палпш ҡылды,
- •246 Сысҡанды ибас бәйләп 27 ҡуя бирҙе,
- •25А Бер түбәнең башына килеп ине,
- •266 Илап-иңрәп, ҡашында тороп ине,
- •27А Күп дошмандың эсеидә
- •28А Илеңә һин барырһың,
- •286 Дуҫты н ың яуабы:
- •29А Ҡана, тиһә, олоном,
- •296 Батпында алтын айҙар толомо бар,
- •316 Туты» ҡоштай егеттәр,
- •32А Таҡҡа ултырыр кешем юҡ;
- •326 Ҡомға болғап башыңды,
- •34А Турғайға ем табылыр,
- •346 Бер аҙ тере тороғоҙ,
- •366 Хан, ишетеп, йортонан илап килде,
- •37А Ипде артыңда, ҡыу һаҡал, кем ҡалаҙы?
- •376 Кемдең берлә йөргөймеп,
- •38А Йәндән татлы йән дуҫтым,
- •40А Үлгән йәндең барынан
- •436 Бөгөн күргән тошомдо
- •44А Хапым, уғлы үлгәнен игпеткәп һуң,
- •446 Тәне менән хушлашын...
- •45А ...Ғафил булдым, тимәгеҙ,
- •46А Ҡары инде йырын йырлап бөттө,
- •476 Хаҡ насибә һалманы 70,
- •48А Моңло әҙәм ишетһә,
- •Часть III, стр. 370. Проза өлөшо йәйә эсенә алынған.
4. Халыҡтың ир-егеттәрҙе француздарға ҡаршы
ЯУҒА ОҘАТҠАНЫ
Йөҙ йәшәр Байыҡ сәсәндең һүҙен ишеткәс, кантон башлыҡтары ат-хат еткән ергә сабарҙар саптырып, сер алышып, Иҙел терһәге Көнгәккә йыйылырға булып һүҙ ҡуйышҡандар, ти. һәр ерҙә йәштәр, ат һайлап, нуҡта һуғылмаған аҫауҙарҙы тотоп өйрәткән. Урманда ук юнып, аласыҡта ҡыҙаштар һаҙаҡ һуғып, тапа- турпы һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, ҡаймаҡ яҙып, май тасҡып, тире ыҫлап, турһык тегеп, көн-төн ағытмай бейә һауып, ҡымыҙ йыйып, кейем-һалым тайярлап, яуга әҙерләнгәндәр. Байыҡ та, үҙенең атын эйәрләп, ҡулына ҡылысын тоттороп, улы Әхмәтте яуға кейендергән.
Кантон башлыҡтарын — ҡор башы * , ҡош семәрен тоттороп, батырҙарын — мең башы *, ырыу ағасы семәрен тоттороп, ырыу уҙаманын — йоҙ башьт *, яу япрағы менән берәүҙе алдан сабар итеп, яуға ат менгәндәр. Бөтә ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә, әбей-һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын, бишектән тошкән, түшлән шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-сағаның бере ҡалмай, оҙатырға килгәндәр.
Әбей-Һәбейҙәр, яуға китеүселәрҙең юлы ҡыҫҡа булһын тип, тегәр еп биргәндәр. Бисә-сәсәләр, күкрәктәрегеҙгә уҡ-һөңгө теймәһен тип, ирҙәренең түштәренә тәңкә теккәндәр. Ҡыҙ-ҡыр- ҡындар, сер һаҡлаусы булығыҙ, тип, егеттәргә нағышлы янсыҡтар биргәндәр. Бары ла уңышлы юл теләп, аҙаҡ шулай йырлагап- дар.
Ә б е й ҙ ә р:
— Әрмсләргә китә, ай, башығыҙ,
Буҙ балалар, инде хушығыҙ.
Йылдарығыҙ айҙан тиҙ үк үтеп,
Иҫән йөрөп ҡайтһын башытыҙ.
Ҡыҙҙар:
— Атҡайҙарға менеп, беҙҙе ташлап,
Урал ашып яуға кптерһеҙ,
һай, йәнкәйем, ҡалдырып шул нәҙек билкәйең;
90
Киткән юлығыҙға ҡарай-ҡарай,
Күҙкәйҙәрҙе талдырып көторбоҙ,
һан, йәнкәйем, онотмағыҙ нәҙекәй билкәйең.
Яу йөрөгәндә, сабып тирләгәпдә,
Шыбаҡшыған тирең һөртөгөҙ,
һай, йәйкәйем, хәтерләрһең нәҙек билкәйең; Биргән урамалды ҡомартҡы итеп,
Ҡалтағыҙҙа бергә тотоғоҙ,
һай, йәнкәйем, хәтерләрһеҙ нәҙекәй билкәйең. Урал армыттарын семәрләгән Нағышлы ла янсыҡ бирәбеҙ,
һай, йәнкәйем, еҫкәгәндә, аңҡыр илкәйем;
Ил памыҫы бергә шул янсыҡ та Йөрәгегеҙҙә торһон, тиәбеҙ,
һай, йәнкәйем, айбарығыҙ котә илкәйем.
Яуға ат мепгән пр-егеттөр шулай пырлап яуап ҡайтарган- дар:
Ата-бабаларҙың ҡайып һыулап Үҫкәп сауҡаларҙан уҡ юндыҡ,
һай, илкәйем, йәмле еркәйем;
Дошмандарҙы сыр-сыу, ай, айҡарбыҙ,
Буҙ толпарҙан һайлап ат мендек, һай, илкәйем, йәмле еркәйем.
Яуҡапҙарға кптәбеҙ, ант бирәбеҙ,
Намыҫыбыҙ яуҙа һаҡларбыҙ,
һай, илкәйем, тыуғап еркәйем;
Батырҙарҙан ҡалған йолаларҙы Ҡанлы яуҙа беҙ ҙә аҡларбыҙ,
һай, илкәйем, тыуған илкәйем.
Иң аҙаҡ олатайҙар шулай йырлаған:
Атҡайҙарға менеи яуға китегеҙ,
Аҡлағыҙ ҙа иткәп антығыҙ,
һай, илкәйем, илкәйемдең батыр иркәйе; Тәңкәләр ҙә төҫлө сылтырашып,
Шат колошон, еңен ҡайтығыҙ,
һай, иркәйем, һағынып көтөр һеҙҙе илкәйең, Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә,
Кейек ҡоштар осор төньяҡтан, һай, илкәйем батырҙарын көтөр шул саҡта; Ҡоштар үтһә, һеҙҙән беҙ котөрбөҙ,
Сәләм килә тип үк йыраҡтан,
һай, иркәйем, хатың уҡыр илең шул саҡта.
Наполеопды еңеп, һуғыш боткәс, уландары ҡайтҡанда, Байыҡ йөҙ ҙә ике йәштә булған, ҡурайҙа «Байыҡ» көйөп уйнап, батырҙарҙы ҡаршы алған.
91
ЮЛАП МЕНӘН САЛАУАТ
...Аҙналының ҡыҙҙары Берәү түгел, күп булған. Балаһының кинйәһе Юлай тигән ул булған. Юлай атҡа менгәс тә Тирә-яҡта ҙур данлы,
Пц атаҡлы ир булған. Аҙналы баш булһа ла, Юлай егет булған һуң Атаһының юлына Ҡаршы төшә башлаған. Быны белгәс, т үрәләр, Атаһының дуҫтары,
Завод тотҡан байҙары,— Бара торғас, Аҙналдан Барыһы ла эс тартҡан. Төрлө яҡтан һөйләшеп, Баяр-түрә берләшеп, Юлай осон Аҙналыға Ошаҡ-маҙар итешеп, Аҙналының аҙаҡтан Түрәлеген алғандар.
Түрәлектән ҡалған һуң, Аҙналы бар эштәрен Юлайына тапшырған. Юлай ҙа сер бирмәгән: Ҡабат ерҙе һатмаҫҡа, Заводсыға бирмәҫкә. Алыш-биреш итмәҫкә Тигән уйын туплаған.
Заводсылар сор бирмәй. Бүтән түрәләр менән Алыш-биреш яһашып,
Ҡу ц аҡ булып һыйлашып, Үҙ эштәрен бар иткән. Ерен алып халыҡтың, Заводтарын ҙурайтып, һаман ҡулдарын һуҙған. Заводсылар мал түгеп. Күп түрәне ҡулға алып, Юлайҙы сит күрһәтоп.
92
Кеше үтә һүҙ биреп,
Унан халыҡты өркөткән. Заводсылар ҡулға алған Түрэ-һәрә бей булғас, Заводсылар халыҡ ерен Буштап-бушҡа талағас, Бара-тора нл халҡы Бөтә эште аңлаған:
«Былай булһа, эш харап, Ерҙе алалар талан,
Ҡул ҡаушырып тормайыҡ, Әйҙә барын Юлайға Кәңәш-төңәш итәйек»,—
Тип йыйылып, күмәкләп,
Ат саптырып килгәндәр. «Урманды буш ҡырҡалар, һунарсының йәплегеп Заводсыға ҡунаҡҡа Килеп йөрогән түрәләр Бушҡа тартып алалар»,— Тиеп, Юлай алдыпа Бары килеп илаған.
Юлай тәүҙә шашмаған; Янаралға, батшаға Барына ла хат яҙын,
Хатҡа ҡаршы батшанан, Янаралдан — барынан Юнле яуан алмағас,
Юлай йыйған ҙур йыйын, Йәшен, ҡартын, олоһон,
Һис берәүҙән тайшанмай һөйләп биргән дөрөҫөн:
— Йәшснеп-боҫопоп барығыҙ һөйләйһегеҙ зарығыҙ. Тыңлапым мин барын да, Аңланым мин барын да, Йәш-елкенсәк, ҡарт-ҡорҙоң Йөрәктәге уйын да.
Бына хәҙер мин һеҙгә һис берәүҙән тайшанмай, Заводсыға һатылған Түрәләрҙән ҡаушамай һөйләп бирәм барыһын:
Күлдән көшөл типтем тпп, Әтәлге ҡош маҡтанып,
Мәңге ҡыйғыр була алмаҫ;
93
Ярҙан сысҡан типтем тип, Көнгөнән ҡош маҡтанып, Мәңге йәтсә була алмаҫ; Шырҙа ҡуян типтем тип, Ҡара боркот маҡтанып, һунарҙа һис яҙлыҡмаҫ, Кәттә мәргән була алмаҫ.
Заводсыға һатылып,
Илдең ерен һатыусы, Ауырлыҡты күрмәүсе, Алдыңда һине ағартып, Артта ҡара яғыусы, Битендә ике йоҙ булып, Ике телле булыусы,
Ил ғәйебеп ҡаплаған Уҡа сапан кейеүсе Яман түрә һис саҡта Илгә таяныс булмаҫ; һәр саҡ халҡым тиеүсе, Халыҡтың ғәмен йыйыусы, Халыҡ ғәмен йыям тип, Урманда уҡ юныусы,
Илде дошмап баҫҡанда, Уҡ-Һаҙағын ҡайраусы Батыр менән тиң булмаҫ.
Ил батыры шул булыр: һүҙе уның бер булыр, Күкрәгендә ул ирҙең һәр сағында иле осон Бары яҡшы уй булыр.
Ул егеттең эсендә Эйәрләгән ат ятыр,
Ундай ага ил тотһа,
Илгә дуга тултырыр,
Яман аға ил тотһа,
Илгә дошман тултырыр.
Илгә аға булырҙай, Атанан алтау тыуһа ине. Атам бей тип маһаймай Юлын һайлай белһә ине. Илдең аҡҡан күҙ йәшен Үҙ йәшендәй күрһә ине; Ҡормаң быуып биленә, һаҙаҡ тоҫҡан дошманға, һуҙған ҡулын дошмандың Кире ҡағын торһа ине;
94
Бцтепо килгән оятты Үҙе белеп йыуһа и ire.
Ллты яман тыуғансы,
Яҡшы берәү тыуһа пне,
Илгә аға булһа ине,
Ил башында торһа ине;
Иле уға иркәлән,
Бәхет табып торһа ине.
Беҙҙә хәҙер ил тотҡан,
Илгә аға булырҙай,
Бер батыр ҙа юҡ һымаҡ.
Ил аралап йөрөһәң,
Халыҡ күренә тағы ла, Аптыраған ил һымаҡ.
Илгә аға булғандар Ил күкрәгендә уйнайҙар, Илһеҙ үҫкән пр һымаҡ.
Ил серенә һыймайҙар, Өлгөһөҙ бескән тун һымаҡ.
Илдең күп яуҙар менән Ҡаҡшағанын беләһеҙ. Баярҙарҙан таланын Йонсоғанын беләһеҙ. һпкһәп йәшенә еткәндә, Талған күҙен секрәйтеп, Ҡатҡан бплеп бөкрәйтеп, һыу ташыған әсәләй,
Ил ҡалғанын күрәһеҙ. Туҡһан йәшенә еткәндә, Ҡаткан билен бөкрәйтеп, Туҡ(ы)рацдай туҡылдап, Ябалаҡтай уһылдап,
Утын ҡыр(ы)ҡҡап аталан Буласағын боләһоҙ.
Киске йылғыр еле лә,
Таңғы еләҫ еле лә Иҫмәй туҡтап ҡалғанда, Тымыҡ айлы төндәрҙә,
Тал төбөнән йылмылдап, Шылтырай аҡҡан шишмәләй, Батырына йылмайып,
Серен әйтеп моңланған һылыуҙарҙың тол ҡалып, Батырҙары ситлектә, Балалары бишектә Хур булырын беләһеҙ.
Яу-ни булһа, ат менеп,
Ат һөрөноп, йығылып, Битегеҙ ҡанға буялып,
Яуҙа үлеүҙән ҡурҡаһыҙ. Илен һөйөп әйләнгән, Ҡаялы шыр урмандан Мәңге ерекмәҫ юл һалған Ҡуңыр буға быҙауҙың Тоҡомо 86 булған һыйырҙан һот эсерлек берегеҙ Илгә батыр түгелһеҙ.
Ил ҡаплаған диңгеҙҙең Батшаһына яу асып,
Торор ерен батшаның Ат күҙендәй күл иткәп, Урал тауын бар иткән Урал ти гәп батырҙы Барығыҙ ҙа беләһеҙ.
Ирәмәл ярып Иҙелдә, Уйтагп уйып Яйыҡта Йылға ағыҙган улдарҙы — Иҙел, Яйыҡ батырҙы Тағы пшетеп беләһеҙ. Барымтаһын әҙләгән Атаһының ҡаны өсөн,
Ҡан илаған иленең Етем-еҫер хаҡы өсон,
Мәсем ханды тураған Сура улы һәүбәнде,
Ете ырыуға баш булған Юрматы, Ҡыпсаҡ, Табынды, Ҡыуаҡан, Әйҙе, Ҡатайҙы һәм дә Тамъян батырҙы Тагы ишетеп беләһеҙ...
Ул батырҙар бары ла Яланғас тыуган әсәнән, Имсәк һорай илаған, Бишегендә тирбәлеп, Бәпләү күргән әсәнән. Береһе лә кәм түгел,
Ҡыҙ һөймәҫлек ир түгел, Бары беҙҙәй һөйөлгән Уралдағы һылыуҙан.
Шулай ҙа улар ятмаған, Илгә дошман килгәндә, Ҡул ҡаушырып тормаған; Ҡолонсаҡтай уйнаған
96
Балаларын йыуатып,
Иркә серен һөйләгән; һөйгән йәреп илатып,
Туғыҙ айҙай күтәреп.
Татлы йоҡо ҡалдырып, һөт имеҙгән әсәһен,
Маңлай тирен һыпырып,
Буй үҫтерткән атаһын.
Йөрәктәрен һыҡтатып,—
Барын ташлай ат менгән.
(Юлай һүҙен бѳткэстэні Бөтә халыҡ уйлашып,
Үҙ араһы һөйләшеп.
Яу асырға тупланған.
Юлан Урал буйлағас,
Иҙеленэн һыу эскән,
Уралда ат уйнатып,
Толко кәпәс кейгәндең,
Өйөр йылҡы көткәндең,
Үҙендәй күп ирҙәрҙең Уйы бер тип ышанып,
Заводсыға яу асҡан.
Старшина, түрәләр һаман илдә бей булған.
Халыҡты батша яғына,
Төрлө яҡтан арбаған.
Юлай яуҙы асһа ла,
Күп тырышлыҡ итһә лә,
Яуға ҡаршы торһа ла,
Аҙаҡ түҙмәй еңелгән;
Йәш бисәһен бергә алып,
Ҡая тапгка һырылған;
Ҡая, урман эсендә,
Ете йылдың 1с ы ш ында Күп ауырлыҡтар күреп,
