Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башҡорт халыҡ ижады.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
894.54 Кб
Скачать

XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорттар, социаль ғәҙеллек, милли тиңлек даулап, күп тапҡырҙар баш күтәргәндәр, әммә һәр саҡ

22

еңелен, ауыл-йәйлөүҙәре үртәлеп, малдары Ііэм ер-һыуҙары таланып, элеккенән дә ауырыраҡ хәлдә ҡалғандар. Сәсәндәр шуның сәбәптәрен эҙләгәндәр һәм «Ай Уралтау, Уралтау» ҡобайырында уны, бер яҡтан, араға дошман инеү, илдо яттарға һатыу, ә, икенсе яҡтан, яуға күтәрелгән егеттәрҙең дә әле бер төптән булмауы, берҙәмлектең етешмәүе менән аңлатҡандар.

Шулай итеп, лирик ҡобайырҙарҙа, берҙән, башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә ҡушылыу мәлендэ халыҡ күңелендә тыуған ҡаршылыҡлы кисерештәр сағылыуын күрһәк, икенсенән, самодер- жавпенең колониаль политикаһына ҡаршы көрәш процесендә ил һәм батырлыҡ төшөнсәләренең соцпаль-эстетик яҡтан конкретлә- 111 ә, аныҡлана килеүен абайлап була. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҡобайырҙарҙа пл эсендәге синфи тигеҙһеҙлек һәм шуға бәйле милли үҙаңдағы ҡаршылыҡтар ҙа һиҙелә биреп ҡуя.

Рус дәүләте составында йәшәү аҙаҡ сиктә башҡорт ырыуҙарының берләшеүен, халыҡ булып формалашыуын тамамлаһа ла, антагопизмгә ҡоролған батшалыҡ ил эсендәге синфи айырымлыҡтарҙы көсәйтте. Шуға бәйле рәүештә милли йәшәйештә, милли культурала ҡапма-ҡаршы ике тенденция һаман ҡала килде. Бының береһе феодалдарҙың ханзамаидаи бирле килгән тормош укладын, экономик мөнәсәбәттәрҙе, тәртип-йолаларҙы һаҡлауға юнәлтелгон ынтылыштары, Рус дәүләтенән айырылып. Башҡортостанда үҙ ханлыҡтарын төҙөү, йә, һис юғында, рус батшаһына вассал хан булын ҡалыу тураһындағы хыялдары, халыҡтың миллп-соцналь иҙелеүгә ҡаршы күтәрелештәрен үҙҙәренең шул синфи мәнфәғәттәре осоп файҙаланырға тырышыуҙары булһа, икенсеһе быға ҡапма- ҡаршы тенденция ине. Ул киң ҡатлам хеҙмәтсәндәрҙең бөйөк рус халҡы менән яҡынайырға, дуҫлашырға теләүҙәрендә, берҙәм дәүләт эсендә үҙҙәрепә тнц хоҡуҡ, мпллп тигеҙлек, социаль ғәҙеллек даулауҙарында күренде, һуңғы быуаттарға ҡараған эпик әҫәрҙәр, атап әйткәндә, «Ерәпсә сәсән», «Байыҡ Айҙар сәсән» һәм «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне» шул тенденцияларҙы үҙенсәлекле сағылдырыуы менән әһәмиәтле.

Боронғораҡ эпик ҡобайырҙарҙан айырмалы булараҡ, быларҙа ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле хикәйәләгән традицион сюжет формаһы ла, геройҙарҙың батырлығын, ғәйрәтле көстәрен кәүҙәләндергән күренештәр ҙә юҡ. Батырҙы бында — сәсән, косто аҡыл алмаштыра. Сюжет үҙәгенә халыҡ тормошона бәйле моһим .мәсьәлә ҡуйылып, туға ҡарата тыуған фекерҙәр, торло ҡараштар баян ителә; хикәйәләү, нигеҙҙә, әңгәмә-диалог, иң киҫкен молендә әйтеш формаһын ала.

«Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәие»ңдә һәм «Ерәнсә сәсәй» ҡобайырында халыҡсан сәсәңдәрҙең бейҙәр, феодалдар йәки улар йырын йырлаған сәсәндәр менән бәрелеше са- гыла, бәрелештә һәр ике яҡтың синфи йнҙө асыла. Ерәнсә, мәҫәлән, Абулхайыр менән Аҡмәмбәттсц халыҡ мәнфәғәтенә ҡаршы мәкерле ниәттәрен фаш птә. Аҡмырҙа менән Ҡобағоштоң әйтешендә лә, асылда, шундай уҡ синфи бәрелеш кәүҙәләнә. Был әҫәрҙәрҙә Абулхайыр менән Аҡмәмбәт, Ҡарағоломбәт менән Бикбау

бей һәм феодалдарға хеҙмәт иткәй Аҡмырҙа сәсән йөҙөндә хан- бейҙәрҙсц халыҡҡа ҡаршы политикаһы бик асыҡ һыҙатланһа, Ерәнсә .менән Ҡобағош сәсәндәрҙең әйткәнендә «ил теле» асыла, уларҙың халыҡ менән берҙәмлеге беленә:

Күп эсендә кем сүп түгел,

Күп һүҙеп Һум шул әйтә.

Күц тигәнем халыҡ булыр,

Тотҡай юлы хаҡ булыр,

Әң, һүҙе һоттэн аҡ булыр,

Яҡшыга ытиыҡтаи тау булыр,

Яуызга ҡарты яу булыр.

Абулхайыр хан менән Аҡмәмбәт тарханды киҫәтеп әйтелгән был һүҙҙәрҙең «авторы» Ерәнсә сәсән үҙе лә. Ҡобағош та һэр ваҡыт ана шулай «күн һүҙен» һөйләүсе, хеҙмәтсән халыҡтың һәр торло яуызлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ ижтимағи көс булыуын дороҫ аңлаусы тәрән аҡыллы сәсән булын алға баҫа.

Поэтик төҙөлөшө һәм үҙәк образдың киңерәк бирелеше менән «Байыҡ Айҙар сәсәп» ҡобайыры шаҡтай айырылып тора. Әҫәр Байыҡ сәсәндең тормошона, уның сәсәнлек эшмәкәрлегенә бәйле бер нисә эпизодты һүрәтләй. Тәү ҡарашта эпизодтарҙың һәр береһе үҙаллы әҫәр һымаҡ. Уларҙа тематик яҡтан ғына түгел, жанр һәм поэтик стиль үҙенсәлектәре яғынан да байтаҡ айырымлыҡтар һиҙелә: беренсе эпизод әйтеш формаһында булһа, икенсе һәм өсөнсө эпизод халыҡ азатлығын, илдең бойопдороҡһоҙлоғои һәм бөтөнлөгөн данлаган ҡобайырҙар стилендә; дүртенсе эпизод иһә тарихи йырҙар жанрына инә. Дүгртенсе эпизодта сағылған ваҡиға һәм йырҙарҙың «Икенсе әрме» тнгәп тарихи йырҙа ҡабатланыуы үҙе үк һуңғыһының тәүгеләренә бик үк йәбешеп етмәүеи иҫкәртеп торғағ тоҫло. Ләкин быны ябай бер контаминация тип ҡарарға ярамай, ә бүтән әҫәрҙәрҙә лә (мәҫәләд, «Урал батыр», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Ҡуңырбуға» һ. б.) күҙгә пыҡ ташланған һәм, ғомүмәи, фольклор өсөн ғәҙәти булған синкретизм күренеше тип баһаларға кәрәк. ГПупы иҫәпкә алһаҡ, идея бөтөнлөгө яғынан был әҫәрҙе тәрән һәм бай йөкмәткеле эпик ҡобайыр тип классификацияларға нигеҙ бар. Беренсенән, һәр эпизод бер ук теманы— халыҡ азатлығы һәм тыуған ил бойондороҡһоҙлоғо темаһын үҫтерә; икенсенән, тсмапы бергә ойоштороусы, эпизодтарҙы бер-бе- реһенэ бәйләүсе үҙәк геройы бар. Ул — күләмле эпос традицияһында һынландырылған Байыҡ сәсән образы.

Тема бүлектән-бүлеккә эҙмә-эҙлекле тәрәнәйә, сәнгәтсә үҫтерелә килә. «Байыт; сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне» тигән эпизодта тиуғац ил темаһы шәхес азатлығы мәсьәләһе менән үрелә. Икенсе эпизодта ул «ярылып ятҡап» социаль төҫ ала. Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәндәреңдә үҙ илендә тыныс йәшәргә урып тапмаған бер аҡһаҡалдың зары ғына түгел, ә ха кимдә рҙән иҙелгән халыҡ зары сағыла. «Торор йорто юйылғанға, балалары һуйылғанға, батырҙары ҡыуылғанға» ҡаңғырып йөрөгән ил сәсәне, һуңынан Пугачевка ҡушылып, Рәсәй батшалығын дер һелкетер Салауат батырға ил-халыҡ азатлығы осөн яу

24

сайҡап батырҙар данын, залим хандар яманатын һойлэп, упыц был тигеҙһеҙ донъяға күҙен аса, миллп һәм социаль азатлыҡ осон оло яуға дәртләндерә.

«Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килен сыҡҡаны, халыҡҡа ту га ил ыҡты аңлатҡаны» тип аталған осонсо эпизод — сюжеттец үҙенсәлекле кульминацияһы. Үҙендә асыҡтан-асыҡ әйтелмәһә ло, бында пфрат ҡатмарлы кисерештәрҙе һпҙмәү мөмкин түгел. Батшаның француз яуына ҡаршы ярҙам һорауын ишеткәс, йыйындағыларҙың күбеһе, үткәндәрҙе иҫкәтошороп: «Әйҙә, дөмөгөп китһен батшаһы! Бармайыҡ, ағай-әпе»,— тип тартышалар төҫлө, һәр хәлдә йыйындың йөҙ йәшәр үҙ сәсәнен сәләм дә бирмәй ҡартпы алыуынап һәм Байыҡтың «Ниңәлер, һүлпән туйыгыҙ — үлек сығыр он һымаҡ!» тигән һүҙҙәренән атмосфераның ауыр, үтә көсөргәнешле булыуы аңлашыла.

Шуныһы характерле, йыйынға Байыҡ сәсән килен ҡушылғандан һуц ауыр мәсьәләне хәл итеү котолмәгәксә философик тоҫ ала. Байыҡ сәсән бөтә ил — Россня яҙмышы хәл птелгән саҡта, мәсьәләгә башҡалар шикелле батшанан күргән яуызлыҡтар осон йорәк әрнеү тойғоһона бирелеп түгел, ә айыҡ аҡылға таянып, юғары идеалдар яҡтылығынан ҡарай: олатайҙарҙың, Мәскәүгә үҙҙәре барын, Аҡ батшаға апт нтеүҙәреи иҫкә төшөрә; туғандашлыҡты ырыу-ҡан ҡәрҙәшлеге менән генә түгел, ереккән ер, эскән һыу берлеге, ант бпргән ил берлеге, йәғни ватандашлыҡ төшөнсәһе менән аңлата. Ошоноң менән дә инде Байыҡ сәсәндең халыҡсанлығы, зирәклеге билдәләнә. Ул баигкорт халҡының тарихи ынтылыштарын, уның милли үҙаңында борондан туплана килгән демократик һыҙаттарын бик аныҡ кәүҙәләндергән эник герой булып алға баҫа.

Дүртенсе эпизодтың әһәмиәте шулай jut ҙур. Унда Байыҡ сәсән биргән аҡылдың халыҡ теләгенә тан килеүе, үҙ актына халыҡтың тоғролоғо, ил һаҡлауҙа патриотик берҙәмлеге сағыла.

Бында берҙәм тойғоларҙың йыр формаһында бирелеүе һуңғы дәүерҙәрҙә эппк сюжеттәрғэ лирик мотивтәрҙең килеп иьеүе, барған һайын киңерәк урын алыуы, батырҙарҙы — сәсәндәр, ғәйрәтле көстө знрәк аҡыл алмаштырыуы кеүек үк, эппк традицияларҙың яңы эстетик зауыҡтар ерлегендә үҙгәреүен раҫлаусы факт булып тора.

Яңы тарихи шарттарға бәйләнешле бындай үҙгәрештәрҙе, эпик иоэзняныц ыкснсерәк юнәлеш алыуын айырым батырҙар тураһындағы ҡобайырҙарҙа шулай уҡ асыҡ күрергә мөмкин.

Ул ҡобайырҙарҙа композицион бөтөплок тә. эҙлекле сюжет тә юҡ. Улар — тулы койгә беҙҙең көпдәргәсә килеп етә алмаған эппк сюжеттәрҙең айырым ярсыҡтары, халыҡ күңелендә һаҡланып ҡалғаң өҙөктәр гепә. Ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, «Салауат батыр», «Сүкем батыр», «Бурангол ҡашҡа») батырға трафарет характеристиканан ғына торһа, икенселәре нә герой тормошонан айырым эпизодтарҙы, йә уның ниндәйҙер шарттарҙағы кисерештәрен генә сағылдыра.

«Суком батыр» ҡобайыры, мәҫәлән, аңлатмаларҙа килтерелгән мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алһаҡ (307—308-се биттәрҙе ҡарағыҙ), Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында йәшәгән һал йот ырыуы башҡорттарының Собор ханлығына ҡаршы көрәшен сағылдырған героик йөкмәткеле ҙур әҫәр булғандыр, моғайын, һор хәлдә ҡобайырҙың икенсе строфаһы эпик сюжет башланғысын хәтерләтә:

Ошбу һалйот ерендо Киң ойорҙор йор(о)гәндэ,

Шул малдарҙы таларға Кусем хан яуы кллгәндо.

Ҡамсат бүркен ҡыңгартып,

Уҡ һаҙаҡтарын тағын,

Сукем сыҡҡан яу һалып.

Арғымаҡҡа атланып.

Ә артабан сюжет үҫтерелеше, күрәһең, һуңынан ҡыҫҡарған: писә быуат элек булып үткән ҡанлы бәрелештәрҙең теүәллеге кәмей килеп, халыҡ хәтерендә тпк тон геройҙың ҡаһарманлығы тураһында поэтик информация ғына һаҡланып ҡалған:

Долдөл кеүек осҡан ул Буҙъюрга ман сапҡанда.

Таш-ҡаяны ватҡап ул һаҙағнлаи атҡанда...

Иғтибар итегеҙ, информацияла оло эпос һәм әкиәт батырҙарына хас ғәйрәтлелек сифаттары һанала. Әммә артабан гиперболик характеристика тыуған-үҫкән ер тойғоһо менән «кәметелеп», эпик батырлыҡ ил-халыҡ азатлығы хаҡына ҡаһарманлыҡ күрһәтеү булын копкрстләштерелә, иоэтик информацияла тарихи реаллек һәм милли патриотизм тонғоһо оҫтөнлөк ала:

Сукем батыр бирмәне Тьтуған-үҫкәп ерҙәрен.

Ҡурпылы тибепдәрен,

Йылҡылы өйөрҙәреп...

Тулы сюжете онотолоп, ҡобайыр тексы геройға аиа шулай поэтик характеристикаға ғыпа торон ҡалһа ла, әник хикәйәләүҙә боронғо традицияларҙың яңы мотннтәр, реалистик тойғолар менәи үрелеүен асыҡ шәйләргә момкии. Халыҡ тормошонан бер иҫтәлек булыуы өҫтонә, әҫәр шул ягы менәи дә әһәмиәтле инде.

Ҡаҙаҡ һәм нуғай халыҡтарында «Чура батыр» исемендә ҙур эпик сюжет таралғаилыгы билдәле 1. «Сура батыр» ҡобайыры был егожет- тең бороп башҡорттарға ла таныш булыуын иҫбатлай.

«Баязит батыр» ҡобайыры Баязит батырҙың «ҡарттар оран биргәндә» бик ғәйрәтләнеп атҡа хенеүе, әммә «Нуғай мырҙа ғәскәрен ҡуй-һарыҡтай тураҡлап, ҡан ҡалтыратып, онтаҡлап иленә ҡаптыр ир» булһа ла, шул яуҙа ятып ҡалыуын әсенеү-үкенөү той-

1 Сатырлар жырларының жыйпағы. Икенле жыйнаҡ. Алматы, 1934.

26

гоһо менән һүрәтләһә, «Аҡшам батыр» иле осон дошманға ҡаршы сыҡҡан батырҙың антын, һуғыш алдынан тыуған ғәйрәтле кисерештәрен генә аңлата. «Түлгән батыр» — малды ҡыуып алып киткән дошман артынан сапҡан батырҙың монологы. Шулай уҡ монолог формаһында һөйләнгән «Ялп-йолп иткән яңғыҙ ябалаҡ...» ҡобайырында, ғәскәре ҡыйралып, яңғыҙ тороп ҡалған батырҙың кисерештәре, ил эсендә үҙенэ тоғро иштәр табып, дошмандан үс аласағына ышанысы сағыла.

«Кобәк батыр» ғәҙәттән тыш бер психологик ситуаңпяпы күҙ алдына баҫтырыуы менән айырыла: кәләш әйттереп, туй үткәрергә йыйынған мәлдә һуғышҡа киткән батыр, дошманды ҡыйратҡас, әйләнеп ҡайтһа — йәрәшкәп кәләше уға хыянат иткән. Намыҫын һаҡлай алмаған хыянатсыл кәләштең үҙ ире алдында бик еңел генә «аҡлапыуы» был ҡобайырҙың юмористик йөкмәткеһен тәшкил итә һәм шул яғы менән ул көләмәстәр темаһына яҡын тора.

«Тәүеш Мәргән» һәм «Мораҙым менән Буһҡын» ниндәйҙер ҙур эпик сюжеттәрҙең ҡыҫҡарып ҡалған варианттарына оҡшайҙар, һуңғыһында тормош-көнкүреш формалары (малсылыҡ һәм игенселек) араһында булған ҡаршылыҡтарҙың сагылыуы был әҫәрҙең тарихи әһәмиәтен арттыра.

Оле ҡаралған әҫәрҙәр араһында «Юлай менән Салауат» ҡобайыры поэтпк тоҙолошо һәм образдар системаһы менәп айырылыбыраҡ тора. Бында инде геройҙар тормошонан айырым эпизодтар ғына түгел, ә әҙмә-эҙлекле рәүештә уларҙың «биографияһы» һүрәтләнә. Әлбиттә, был «биографиянан» шау тарихи дөроҫлөкто эҙләргә ярамай. Унда күн эпизод һәм деталдәрҙең әүәлдән килгән эпик традициялар нигеҙендә легендар төҫкә маныл ыуын, эппкләш- терелеүен күрмәү момкнн түгел. Мәҫәлән, ун биш йәшлек Салауаттың айыуҙар менән һугышыуы, геройҙарҙың дпдактик әйтемдәргә, бигерәк тә көтмәгәндә килен сыҡҡан ҡарт (ул традицион әүлиә образың иҫкә тошорә) аҡылына таянып эш итеүҙәре һ. б. Шул уҡ ваҡытта бында геройҙарҙың эске кисерештәрен, тормошҡа һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һүрәтләүҙә тарихи йыр традициялары һәм яҙма әҙәбиәт йоғонтоһо ла һиҙелеп тора (мәҫәләп: Салауат — Гөлбәзир дуэты, Салауаттың урман киҫеүсе заводсылар менән һуғышы һәм еппфи яҡтан үтә ҡырҡыу эшләнгән башҡа эпизодтар), һуңғыһы, әлбиттә, был әҫәрҙең сағыштырмаса яҡын ара булған тарихи ваҡиганы (йәғни 1773—1775 йылдарҙа Пугачев етәкселе' гендәге крәҫтиәндәр һуғышын) сағылдырыуы һәм поэтик яҡтан, башлыса, беҙҙең быуатта ғына ойошоу ы менән аңлатыла.

Идея-тематик йокмәткеһе менәп дә, үҙәк геройҙары менән дә «Юлай .менән Салауат» «Байыҡ Айҙар сәсәп» ҡобайырына яҡын тора, хатта уның дауамы һымаҡ күренә.

Батырҙар тураһындағы ҡобайырҙарҙа уларҙың бөтәһе осоп уртаҡ булған бер үҙенсәлекте күҙәтергә мөмкин. Беренсенән, геройҙарҙың Салауат батырҙан башҡалары ғәмәлдә ерле әһәмиәткә эйә булған шәхестәрҙе кәүҙәләндерәләр. Уларҙың бары бер вариант-

27

та, бор ауылда ғына яҙып алыныуы — халыҡтың ултыраҡ тормошҡа күсеүенә бәйле күренеш: һор тобәк үҙ батырын тыуҙыра, ҡобайыр уның хаҡындағы иҫтәлек булып шул тирәлә генә йәшәй. Был инде ҙур эпос геройының ваҡланыуы, конкрет шәхестәргә тарҡалыуы тигән һүҙ, ләкин шул уҡ ваҡытта урындағы сәсәндәргә «тапыш» булған был геройҙың «биографияһы», уның батырлыҡтары бер ҙә ентекләй, конкретләштерелен һөйләнмәй, ә шаблонға өйләнгән поэтик деталдәр менән генә ҡылыҡһырлана, һөҙөмтәлә образ — исеме ерле халыҡ хәтерендә һаҡланған батырҙың үҙ йоҙон, индивидуаль һыҙаттарын түгел, ә ил менән батыр араһындағы идеаль мөнәсәбәттәрҙе дөйөмләштерә. Баязит тә, Аҡшам да, Тәүош тә, башҡалары ла, асылда, ил осон ҡорбан булған батырҙар булып алға баҫа.

Икенсенән, геройҙар ни саҡлы гына ғәйрәтле батырҙар һүрәтендә характерләнмәһеп, оло эпос геройҙарынан айырмалы булараҡ, һәр ҡайһыһында әйтелеп бөтмәгән ниндәйҙер һағыш, үкенес, ауыр яҙмыш сағыла. «Салауат батыр», «Сүкем батыр», «Буранғол ҡашҡа» ҡобайырҙарында быны «фәлән батыр пр ине» рәүешендә үткән заманды һағышлы һүрәтләү формаһы һиҙҙереп торһа, ҡалғандарында геройҙарҙың фажпғәле яҙмышын йә туранан- тура хәбәр итеү, йә шуға ишара яһау ауыр тойғо ҡалдыра. Башлыса, ҡаһарманлыҡты данлаған, халыҡ батырҙарын, ғәҙәттә, яҡты буяуҙарҙа һүрәтләгән эпос жанрына пессимизмгә яҡын тойғо һәм кисерештәрҙең килеп инеүе осраҡлы хәл түгел, әлбиттә. Донъяла ғәҙеллекте таба алмай яфаланыу, Рус батшаһын «аҡ батша» тип ҡабул итеп, ғәмәлдә унан да алданыу, әленән-әле азатлыҡ даулап та, һор күтәрелештең фажпғәле тамамланыуы — былар бөтәһе лә халыҡ күңелендә ауыр тойғоларҙы, ҡотолғоһоҙлоҡ ҡараштарын тыуҙырған, әммә шул ук ваҡытта ҡобайырсылар ҡәһәрле заман тыуҙырған әрнеүҙәргә күмелеп кенә лә йәшәмәгән, уның сәбәпселәрен дә эҙләгәндәр. «Тәүош Мәргән» ҡобайыры, мәҫәлән, ғәҙәттә, бер цикл формаһында һөйләнгән әйтемдәрҙс ослап ҡуйған традицион юлдар менән тамамлана:

Һап, бер эҙэмдо бай итер,

Бер әҙәмде тоҡ итер;

Байҙарҙың кейгәнен Камҡа менән суҡ птср,

Ашаганып-эскәпеп Ҡаҙы мспәп ял птер!

«Пә, бер аллам, йә, бер ҡаҙир!» — тшән^саҡта, Берәүҙең яңғыҙ ҙа яңғыҙ батып Юҡ птер, ау, юҡ итер.

Был инде донъяның шундай тигеҙһеҙлеге өсөн аллаға тел тейҙереү, ризаһыҙлыҡ белдереү булып тора.

XVI — XVIII быуаттарҙа башҡорт-ҡаҙаҡ бәйләнештәре ҡатмарлы төҫ ала. Бер яҡтан, пке халыҡтың хеҙмәтсән ҡатламы, ҡан ҡәрҙәшлеккә таянып, үҙ-ара татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа ынтыла. Үҙенең ботә рухи байлығы менән уртаҡлашып йәшәй. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының ауыҙ-тел әҙәбиәтендә шул нигеҙҙә барлыҡҡа килгән

28

уртаҡ әҫәрҙәр күп («Алпамыша», «Ҡуҙыйкүриәс мөнән Маянһылыу», «Тарғын мепәк Ҡужаҡ» һ. б.). Ерәнсә сәсән шикелле уртаҡ сәсәндәре булған. Бпсәнбай тигән бер ҡаҙаҡ аҡынының башҡорт сәсәне Ҡобағоштоң сәсәнлегенә һоҡланып сыгарғап бер оләңе XX быуат башында Алсынбай аҡын арҡылы Мохәммәтша Буранғол опҡа килеп юлыҡҡан (тексы Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешенә ҡарата бирелгән аңлатмаларҙа килтерелә). XVIII быуатта йәшәгән Бохар аҡындың дидактик йөкмәткеле ҡайһы бер оләңдәре башҡорттар тарафынан үҙҙәренә ҡабул ителеп, беҙҙең кондәргәсә килеп еткән. (Аңлатмалар бүлегендә 76-сы иҫкәртмәне ҡарағыҙ). «Ялп-йолп иткән яңғыҙ ябалаҡ», «Бейек тауҙың үлгәне» һәм ҡайһы бер дидактик ҡобайырҙарҙа, бигерәк тә «Ир-егеттең гүмере тураһында» һөйләнгән әйгемдәрҙә, ентекләберәк тпкшорә китһәң, күп кенә поэтик образ һәм эстетик мотпвтәр- ҙең ҡаҙаҡ аҡындарының ижадтары менән уртаҡ булыуын асырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, баигкорт-ҡаҙаҡ фольклор бәйләнештәре — башҡорттарҙа ла, ҡаҙаҡтарҙа ла төпло тикшеренеүҙәрҙе котоп ятҡан актуаль проблема ул 1.

Икенсе яҡтан, феодаль ҡатламдар, байлыҡ артынан ҡыуып, үҙ күршеләренә сабыуыл яһау, малдарын ҡыуып алып китеү (барымта) һәм шуға яуап рәүешендә ҡарымтаға килеү кеүек алама ғәҙәттәрҙе дауам итәләр, ҡәрҙәш халыҡтарҙы ҡанлы бәрелештәргә юлыҡтырып, үҙ-ара үсләшеү тойғоһон тыуҙыралар. Хеҙмәтсән массаларҙың дуҫлыҡ, туғанлыҡ ынтылыштарына зыян пгкән бындай феодаль күренештәр халыҡ ижадынан шулай уҡ ситтә ҡалмаган, яңы тарихи шарттарҙа эпик поэзияның үҙенсәлекле бер темаһына әйләигәк. «Ҡарас .менән Аҡша», «Билал менән Дүсән» — шуның миҫалдары.

Башҡарған эштәрсиэ караганда, бында геройҙар пл осоп ҡорбан булған батырҙарҙан күпкә ҡайтыш: хикәйәт 1750 йылдарҙа Башҡортостандың хәҙерге Учалы районы Науруз ауылы башҡорттары менән күрше йәшәгән ҡаҙаҡтар араһында мал өсон бер бәрелеште генә тасуир итә, әммә, шуға ҡарамаҫтан, һоҡландыра, әҫәрләндерә. Был инде сюжеттең художество бөтөнлөгө, уның гуманистик йөкмәткеһе, образдарҙың сәнгәтсә камил эшләнеше менән аңлатыла.

Батырҙар тураһындағы теге ҡобайырҙарҙан айырмалы булараҡ, Ҡарас батыр образында беҙ штампыга әйләнгәц уртаҡ һыҙаттарҙы ғына түгел, ә упың үҙ йөҙөн, үҙ батырлығың күрәбеҙ, ләкин уның индивидуаллеге, барымтасыларға ҡаршы сығып, үҙ малы өсон көрәшеүсе бер батыр шәхесенә гепә лә ҡайтын ҡалмай. Хикәйәт Ҡарас батырҙы тап борондан килгән традицион алымдар

1 Ошо йәһәттән беренсе эш булараҡ, ҡаҙаҡ әҙибе Бөркөт Нскаҡовтыц ♦Ҡаҙаҡ-башҡорт әҙәбиәттәре бәйләнеше тарпхенәп» тигән хеҙмәте ҡыҙыҡлы.— «Казахская литература н ее интернациональные связи», Алма-Ата, 1973, стр. 78—12G.

29

менәп ҡаһарманлыҡ идеалдары яҡтылығында һүрәтләй, һөҙөмтәлә индивидуалләштерелгән эпик герой һәм уныц сэіггэтсэ дөйөмләштерелгән образы алға баҫа. Шуныһы ла бик мөһим: бында батырҙар ҡылығы шау реалистик шарттарҙа реалистик деталдәр ярҙамында асыла. Ошо йәһәттән батырҙарҙың үҙ-ара әйтеше һәм атышы ҡыҙыҡлы.

Әйтештә, мәҫәлән, Ҡарастың да, Аҡшаның да үҙҙәренә үҙҙәре биргән характеристика иғтибарҙы тарта. Уны, әлбиттә, батырҙарҙың үҙ-ара маҡтанышыуҙары тип ҡарарға ярамай, ә эпик геройҙың үҙ танытмаһы, эпоста ғәҙәткә ингән күренеш тип аңларға кәрәк. Бындай традицион танытмаларҙа, ғәҙәттә, геройҙың нәҫел ебе асыла, бығаса эшләгән батырлыҡтары һанала, алда торған маҡсаты ойтслө. Бында ла шулай, әм.мә Ҡарас менән Аҡшаның әйтеше геройҙарҙың ү’ҙ танытмаларынан ғына тормай. Дошманлашыу хәленә еткән батырҙар, Тарғын менән Ҡужаҡ шикелле, үҙ-ара мыҫҡыллатыу юлына ла баҫмайҙар, ә тәүге осрашыуҙа уҡ бер-бсре- һек үгҙекә тиң батыр итеп күрәләр, үҙ-ара ихтирам белдерәләр. Ошо тойғоға бәйле рәүештә, хикәйәткә гуманизм идеяһы килеп инә.

Ҡарас батыр мәсьәләне һәүетемсә хәл нтеү яғында:

Ҡая түкмәй, илеңде һшт күрер булһаң,

К үк, ала — күп йылҡылы ташла тимен!

Ләкин барымтасылар башлығы, үҙ яғында костоң күплегенә таянып, ғәҙел тәҡдимде кире ҡаға.

Аҡшаның үлеме — нке батыр көрәшендә береһенең ғәҙәтп ецелеүе генә түгел, ә барымтасылыҡ юлына баҫҡан батырҙың енәйәтенә күтрә яза алыуы ул. Хикәйәт иҫке ғәҙәтте хеком итә, ысын батырлыҡты ғәҙеллек, кешелеклелек тойғолары менәп бәпләй. Аҙаҡ Ҡарастың Аҡшаны үҙе үк тәрбиәләп ерләүе һәм баш осона һаҙағын ҡаҙап китеүе — был ннде «үҙ илендә тиң таба алмай йөрөгән» Аҡшаның батырлығына батырҙарса хөрмәт күрһәтеү, үҙенсәлекле апофеоз булып тора. Ике халыҡ батырҙарына үҙ- ара үсләшергә, ҡарымталашырға урын ҡалдырмай. Беҙҙең осоң был поэтик әҫәр шундай гуманистик йөкмәткеһе менән, айырым бер фактты юғары сәнғәтсәнлек ҡалыбына һуғып, оло мөғәпә ацлатыуы менәп ҡиммәт.

Шулай итеп. тәү ҡарашта өҙок-ярҡа гыпа күренһәләр ҙо, айырым батырҙар тураһындағы ҡобайырҙар башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙа геройҙың драматик ситуа- дпяларҙағы кисерештәре һүрәтләнеү, образдарҙа һағыш, трагик яҙмыш тойғоларының сағылышы — һис тә осраҡлы түгел, ә яңы тарихи шарттарҙа эпос үҫешендәге мөһим үҙгәрештәргә, атап әйткәндә, эпик поэзияның тормошҡа якынайыуыпа, реалистик деталдәр менән бергә лирик мотпвтәрҙең дә күберәк урын ала кидеүе- нә бәйләнгән законлы күренеш. Беҙҙең быуатҡа яҡын тарихи шарттарҙа халыҡтың милли йәшәйеш үҙенсәлектәрен, социаль һәм рухи ынтылыштарын башлыса тормошсан һүрәттәрҙә сағыл-

30

дырыуы менән «Ҡарас менән Акша» ла, «Юлай менән Салауат» та ошо һығымтаны нығыта.

* * *

Борон кешенең сәсәнлегең, сәсәңдәрҙең йорлогон, тапҡырлығын һынау ерлегендә формалашҡан үҙаллы жанр — әйтештәр булғаны билдәле, ләкин үҙ ваҡытында яҙып алынмау аркаһында, улар үҙҙәренең саф формаларыңда беҙҙең быуынға килеп етә алмаған йәки бик аҙы ғына һаҡланып калган. Уларының да телдәп-телгә күсеп йөрөү процессндө йә авторҙары (әйтешеүселәре) онотолған, йә легендалар менән үрелгән, ҡайһы бор урындары шиғри яҡтан боҙолған, идея ҡаршылыҡтары килеп кергән.

Әйтеш — сәсәндәр әше. Уның башланғыс тамырҙары йомаҡ жанрына барып тоташһа, үҙаллы үҫешкә юл ярыуы әкиәттәрҙә батырҙарҙың зирәклегең кинәйәле һүҙ менән һынау традицияһынан килә. Был китапҡа алынған әйтештәрҙең күбеһе шул хаҡта һөйләй. Шул уҡ ваҡытта жанрҙың тап үҙ формаһында ҡайһы бер эпик әҫәрҙәргә килеп инеүе үҙ сиратында эпос традицияларына һиҙелерлек йоғонто яһай, яңылыҡ тыуҙыра.

һәр әйтештең идея йөкмәткеһе һәм шиғри үтәлеше әйтешеүсе сәсәндәрҙең импровизаторлыҡ һәләтенә, синфи позицияһына һәм, әлбиттә, конкрет тарихи шарттарга бәйләнгән. Мәҫәлән, «Мәхмүт сәсәндең йомағы, уға ү*ҙенец яуабы» исемендә алынған әҫәр махсус ойошторолган йыйында Мәхмүт менән ярыпшрлыҡ сәсәндең табылмауын ғына түгел, ә Мәхмүт сәсәндең халыҡсан характерен, тормошҡа хеҙмәтсән масса күҙлегенән ҡарауыл күрһәтә.

Байыҡ сәсәң менән Бохар аҡындың, Ҡобағош менән Аҡмыр- ҙаның әйтеше бүтән шарттарҙа бара. Был әйтештәрҙе ике сәсәңдең уҙ-ара шиғри ярышы тин кенә лә булмай. Бында көсоргәнеш- ле психологик ситуацияла антагонистик епкыф вәкилдәре, ҡапма- ҡаршы синфи ҡараштар бәрелешә. Бохар аҡын менән Аҡмырҙа сәсәп артында власть тора. Улар икеһе лә, хандар йомошон үтәп, алдан әҙерләнгән йомаҡтары менән хандарға баш бирмәгән сәсәңдәрҙе хур итмәксе, әммә әйтешгә улар үҙҙәре мәсхәрәгә ҡала. Байыҡ менән Ҡобағош сәсәндең яуаптарында дорөҫлөк, халыҡ идеалдарына тоғролоҡ сағылһа, тегеләрҙең Йомаҡтарында — мив- мннлек һәм кәпәренеү, үҙ хакимдәрен ололарға тырышыу һәм ялағайланыу.

Яманлыҡты яҡламаҫ, дошман хәтерен һаҡламаҫ, яҡшылыҡты һойор һәм илдең зарып һөйләр сәсәңдәрҙе гсмә халыҡ үҙ сәсәне итеп таныған, исемдәрен, хаҡ һүҙҙәрен ололап, хәтер һандығына бикләгән, яңы быуындарға мираҫ итен ҡалдыра килгән. Күп быуындар телендә Ҡобағош сәсән менән Байыҡ сәсән, Ерәнсә сәсән кеүек үк, легендар образға әйләнгәд.

Китапҡа ингән әйтештәрҙең күбеһе кинәйәле һорауҙарға, йомаҡтарға ҡоролған. Был, күрәһең, жанрҙың борондан килгән топ формаһы. Уның үҙ ҡағиҙәһе бар. Беренсенән, һорау — һәр осраҡта сәсәндең үҙе тарафынан төҙөлгән оригиналь йомаҡ булыр-

31

ға тейеш. Шул ук ваҡытта ул гәҙэти йомаҡтар шикелле аллеп риала н тоҙолә. Икенсенән, яуап һорауҙа әйтелгән аллегорик образ менән башлана, һөҙомтэлә үҙенсәлекле рефрен барлыҡҡа килә.

Ҡайһы бер осраҡта, бигерәк тә социаль темаларға ҡағылған әйтештәрҙә, аллегория бик абстракт, үтә ситләтелгән характерҙа булырға момкнн. Мәхмүт сәсәндең йомаҡтары, мәҫәлән, шундай характерҙә. Ундай йомаҡтарға һәр кемдең тиҙ генә яуап таба алмауы тәбиғи. Уларға Мәхмүт сәсәндең үҙ яуабы уның ғәҙәттән тыш зирәклеген, демократик рухын сағылдырыу менән бергә был әйтештең социаль яңғырашын, эстстпк балҡышын бермә-бер арттыра.

Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең. Байыҡ сәсән менән Бохар аҡындың әйтештәре кинәйәло һүҙгә ҡоролоуҙары ме зән ҡатмарлы. Бында айырата шуныһы ҡыҙыҡ: кннәйәлө һорауға яуа н — аллегорияға ҡоролған әйтештәрҙәге һымаҡ бер түгел, ә ике торло булырға һәм билдәле позициянан икеһе лә дороҫ булырға момкин, әммә мәгәпәүп яҡтан береһе икенсеһекә ҡаршы килә йәки хатта юҡҡа сығара. Яуаптарҙың дероҫорәге, көслорәгс позицияның h;jk- лыгы, нигеҙлерәк булыуы менән билдәләнә, әйтеш ярылып ятҡан социаль бәрелеш тоҫоп ала. Шуға ҡарап сәсәндәрҙец характере, донъяға ҡараш позициялары асыла.

«Бер тигәс тә ки яман?» тпгәп әйтеш оц оҡшашлығына ҡороло- уы менән үҙенсәлекле: һорау ниндәй он мснәп башланһа, яуап та шул уҡ өн менән башлана. Был — мотлаҡ шарт. Ошо штгегҙә яуап биреүсенең (сәсәп булмаҫҡа ла мөмкин) зпрәклегс, аҡыл егәрлелеге, тапҡырлығы һыналған.

Әйтештең был формаһында яуаптың төрлөсә булыуына кип мөмкинлек бар: һәр кеше, үҙ ҡараштарына таяньтп, үҙе аңлағанса яуап бирергә прекле, тик әйтештең төп шартын ғына боҙмаһын, һөҙөмтәлә яуап биреүсенең зирәклеге мепәп бергә уның ниндәй идеологияға таяигаплығы ла асыҡ сагыла.

«һары балды кем эсер?» йәки «Ни нәмәлә нимә юҡ?» ишс «ябай» һорауҙарға ҡоролған әйтештәр ҡатнашыусыларҙан мәғәнәле яуап талап итә.

Дидактик ҡобайырҙар (әйтемдәр) әҙәбиәт ғилемендә һәм фольклористика фәпендә ярайһы уҡ яҡтыртылған.

Бүлектәге тәүҙә бирелгән миҫалдар йыш ҡына бер'~традпцпоп инеш һүҙ аҫтында айырым әйтемдәрҙән тора. Күрәһең, улар бер баіггкарыусьтнац шул тәртиптә яҙып алынғандар, ләкин быны тематик яҡтан да. идея берлеге ягыпан да ныҡлы композиция тип булмай. Ул — шартлы бер теҙмә гепә. Традицион инеш һүҙ үҙе үк шуға юл ҡуя: башҡарыусы сәсән уйыпа ни килһә, башта шуныһы,г әйтә, аҙаҡ — икенсеһен, осопсоһон... Әйтемдәрҙең һаны башҡарыусы сәсәндең репертуар байлығына, ә нокмәткеһе, берҙән, башҡарыусының үҙенең характер үҙенсәлегенә һәм идеологик платформаһына, икенсенән, аудиторияның социаль составына бәйләнгән Шуға ла бер башҡарыусы репертуарындағы әйтемдәрҙең ҡайһы берҙәре икенсе башҡарыусының репертуарында ла ҡабатлапырға

32

э башҡалары йә төшоп ҡалырға, йо бөтөнләй икенсе идеологик төҫ алырға мөмкин.

Дидактик ҡобайырҙар башлыса халыҡтың быуаттар буйына туплана килгән тормош тәжрибәһен, идеалдарын, юғары гражданлыҡ тойғоларын һәм әхлаҡ принциптәрен камил эшләнгән шиғри юлдарға, поэтик образдарға тороп аңлата, донъяға ҡараштарын сағылдыра.

Дидактик ҡобайыр-әйтсмдәрҙә ҡараштар төрлөлөгөн сағылдырған миҫалдар күп. Улар араһында байҙарға һәм дин әһелдәренә ҡарата хеҙмәтсән массаның кире мөнәсәбәтен, колөү-хурлау тойғоларын һиҙҙереп торғандары ла бар. «Байҙың күрке» һәм «Мулла тураһында» тигән әйтемдәр, асылда, шупдай сатирик буяуҙарҙан тора.

Уҙған быуаттарҙа халыҡтың диндар булыуы тәбиғи, әлбиттә, ләкин шул ваҡытта ул ортодоксаль динсе лә түгел. Фольклор әҫәрҙәрендә динилек бүтән ҡараштар менән бергә ҡушылып, йә ҡаршылыҡлы төҫ ала (мәҫәлән, «Мал ни осоп кәрәк?»), йә был донъяла социаль тигеҙлек, ғәҙеллек булмағаны осоң хатта алланың үҙенә тел тейҙереү һымаҡ яңғырай (мәҫәлән, «Алланың ҡөҙрәте шундайҙыр...»). Шуға күрә теге йәки был әҫәрҙә дини ҡараштарҙың да сағылын үтеүе ул әҫәрҙәрҙең халыҡсанлығын инкар итмәй,

бәлки уҙған замандың тәбиғи бер һыҙаты булып тора.

0