Бикеш кисеүе
Ауыл
уртаһындағы аръяҡтағы туғай «Умарта
туғайы»
тип йөрөтөлә, унда Таулбаев Басир
олатайҙың атаһы Абдулла мулла бик күп
умарта
тотҡан.
Борон
ырыуға яу килгәнен бейек убала ут яғып
хәбәр итер булғандар һәм был убалар
бер-береһенә күренеп, бер рәттә урынлашҡан.
Аралбай ауылы эргәһендә лә ошондай
убала ағастан эшләнгән ағас «Миза»торған,
хәҙер уны тимергә алыштырып эшләп
ҡуйғандар.
Шулай
итеп, ата-бабамдың тыуған яғын өйрәнеп
бик күп тарихи ваҡиға менән таныштым
һәм һүҙ менән генә аңлатып бөтмәҫлек
матур урындар бар тыуған ауылым тирәһендә.
Әле өлкән быуын вәкилдәренән өйрәнеп
ҡалаһы әйберҙәр бик күп, һуңға ҡалмайыҡ.
Обелиск