Ер – һыу атамалары
Ер-һыу атамалары фәнни телдә топономика тип атала. Ғалим Рәшит Шәкүр уны хатта «Ерҙең хәтер китабы» тип тә атай. Ысынлап та шулаймы икән? Исемдәрҙе былай ғына ҡушмайҙармы? «Юҡ, - ти ғалим Рәшит Шәкүр. – Һәр атама – үҙе бер хәтер», - тип иҫбат итә. Бына, мәҫәлән, Өфө ҡалаһының исеменә туҡталайыҡ. Ғалим П. И. Рычковтың яҙыуынса, был ҡала элек Имәнҡала тип йөрөтөлгән. «Ә Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем бында Торатау тигән ҙур ҡала булған», - тип яҙа ғалим. Аҙаҡ Өфө булып киткән.
Мин дә уҡытыусым менән бергә ата - бабаларым төйәк иткән, тарихи ваҡиғаға бай булған, гүзәл Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, «Ҡыҙҙар осҡан» ҡаяһы, Ҡәнифә юлы тарихын, Аралбай ауылы һәм уның тирәләй исемләнгән ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһындым.
Был легенданы миңә әсәйем һөйләне.
«Ҡыҙҙар осҡан» ҡаяһы
«Бикйән ауылынан һуң Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ул ҡая. Элек ул ҡаяның туғайында «Восток» исемле урыҫ ауылы булған, хәҙер ул ауылдың тик нигеҙҙәре һәм өйҙәренең баҡсалағы ағастары ғына һерәйеп ултыра.
Миңә уның легендаһын өләсәйем Байгужина Бибикамал (1916 йылғы) һөйләгәйне, тип һөйләй әсәйем.
Борон беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарын ҡаҙаҡ егеттәре урлап апҡайтыр булған. Шул осорҙа апалы-һеңлеле бер туғандар ҡаяға менеп сәстәрен елгә таратып тарап ултырғандар (элек башҡорт ҡыҙҙарының сәстәре оҙон булған бит инде). Бер ваҡыт алыҫтан сабып килгән ат тояҡтары ишетелгән. Ҡараһалар ҡаҙаҡ егеттәре быларҙы күреп ҡалып сабып киләләр икән. Ҡыҙҙар ҡайҙа барһын, алда упҡын. Икәүләп сәстәрен тиҙ генә бер-береһенә бәйләйҙәр ҙә ҡаянан һикерәләр. Шунан алып был ҡаяны «Ҡыҙҙар осҡан» ҡая тип йөрөтәләр.
Үҙе бик матур урын ул: Һаҡмар йылғаһы ағып килә лә шул ҡаяға бәрелеп боролоп ағып китә. Ә ҡая текә һәм бик бейек. Уның башына менһәң шундай матур тәбиғәт донъяһы асыла, бөтә ер күренеп тора: урмандар, тауҙар, алыҫта дала киңлектәре».
Ә был легенданы бик күптәр төрлө вариантта һөйләйҙәр. Миңә уны өләсәйем һөйләне.
«Ҡәнифә юлы»
Беҙҙең ауылдан бер 12 километр тирәһе алыҫлыҡта, Япарһаҙ исемле күрше ауылдың түңенән үтеп китә бик боронғо, матур бер юл. Ул юлды Ҡәнифә юлы тип атайҙар. Өләсәйем һөйләүе буйынса, үҙҙәренең йәш сағында, бөтә йомош-юлға тик ошо юл аша йөрөгәндәр, сөнки был юл иртә яҙҙан асылған һәм ямғыр яуып үтһә лә ҡоро булған. Гел ҡалҡыу ерҙәр аша үтеүе менән был юл беҙҙең элекке ата-бабаларыбыҙҙың яҙғы-көҙгө бысраҡтарҙа ла алыҫтарға күсенеп йөрөү, мал ҡыуыу өсөн бик ҡулай булғандыр тип уйлайым. Уны данлыҡлы «Ебәк юлы» ла булған тип һөйләйҙәр. Мин дә шулай тип уйлайым, һуң Ырымбурҙа, Ҡаруанһарайҙа ял итеп, юлдарын төньяҡҡа дауам итеүсе сауҙәгәрҙәр ошо юлдан киткәндәрҙер. Ҡараһаҡалдың, Салауаттың ғәскәре лә, Ырымбур губернаторы Перовскийҙың Урта Азия яуҙарында ҡатнашҡан башҡорт һыбайлылары ла ошо юлдан үткәндер әлбиттә.
Әле ул юлдан һирәк йөрөйҙәр һәм шул сәбәпле үлән баҫҡан, юғалып бара. Шуға күрә, юлдың төрлө урынын төшөрөп алдыҡ. Ә өләсәйем һөйләүе буйынса, элек уның саңы борҡоп ятҡан, йәйәүлеһе лә, машинаһы ла шул юлдан йөрөгән.
Ысынлап та, был Урал тауында иге-сиге булмаған оҙон юл ул. Ҡайҙан башланып ҡайҙа тамамланғанын да өҙөп кенә әйтеүсе юҡ. Ҡаҙаҡ далаларынан килеп Башҡортостанды буйынан буйына иңләп ятыусы юл ул. Ҡайһы бер өлөшө өҫтөнә асфальт юл түшәгәндәр, сөнки Юлдыбай ауылы һыртында ул юл асфальтҡа килеп менә лә юҡ була, унан тағы килеп сыға. Өләсәйем һөйләүе буйынса, Ҡәнифә юлы бер ауылға ла инмәй, ауыл ситенән, тау һырттары буйлап алыҫтарҙан алыҫтарға, Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярҙары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа һуҙыла. Тик Ырымбур өлкәһенең бер нисә ауылының уртаһынан үтеп китә, сөнки ул ауылдар аҙағыраҡ бырлыҡҡа килгән.
Кем булған һуң ул Ҡәнифә тигәндәре? Был юлға исемен ҡалдырып, халҡыбыҙҙың мәңгелек хәтеренә нисек инеп ҡалып бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән ул.
Башҡорттарҙың йәмле йәйләүенә йәшеренеп кенә ҡаҙаҡтар килә лә байҙың бер һылыу ҡыҙын, малын урлап алып китәләр. Борон ҡаҙаҡтар шулай бик күп башҡорт ҡыҙҙарын, мал-тыуарын урлап алып китер булғандар, аҙаҡ башҡорт егеттәре ҡыуып барып ҡайһы берҙәрен кире алып ҡайтыр булғандар, шуға күрә ул барымта-ҡарымта тип аталған.
Ҡәнифәне үҙҙәренең бер батыр егетенә көсләп кейәүгә бирәләр. Ҡәнифә ситтә бик ҡайғыра, тыуған илен һағына.
Ҡаҙаҡ далаларына килеп сыҡҡан бер башҡорт ҡарты Ҡәнифәгә ҡасырға юл өйрәтә. Гел тау һырты буйлап, йәйләүҙәрҙең ситенән төньяҡҡа, Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙона ҡарап барырға ҡуша. Ҡәнифә үҙҙәренең йәйләүенән ҡыуып алып киткән малды ла ҡыуып алып китә. Әлбиттә, артынан ҡаҙаҡтар ҡыуа төшә, тик уны урман-тауҙар, ҡыуаҡтар ҡотҡарып ҡала.
Икенсе бер вариантын Сәлим ауылынан Зифа инәй һөйләгәйне. Бер Ҡәнифә тигән ҡыҙҙы ата-әсәһе көсләп ҡаҙаҡ яҡтарына кейәүгә бирә. Йола буйынса һыйыр бүләк итәләр һәм ҡыҙҙарын оҙатып, алыҫ яҡтарҙа ҡалдырып ҡайталар. Ә инде Ҡәнифә ҡыш буйы тыуған яғын һағынып, һарыға һабышып, саҡ ҡышты үткәрә, һағышланып һыйырына бағышлап Ҡуңыр буға исемле йырҙа сығара. Тирә яҡ ҡарҙан әрселә башлау менән һыйырын етәкләп ҡайтырға сыға. Ул ҡалҡыу ерҙән һаҙлыҡтар, батҡаҡтарҙы урап, көн кисләп, кеше аяғы һил булғас ҡына, йырлай –йырлай юлын дауам итә. «Ҡуңыр буға» исемле башҡорт халыҡ йырын Ҡәнифә сығарған йыр тип тә әйтәләр. Ә Ҡәнифә йәйәүләп ҡайтҡан юлды халыҡ «Ҡәнифә юлы» тип йөрөтә.
Ә Аралбай ауылына һәм тирә яғына бәйле легенданы миңә Аралбай ауылынан Ҡотоев Шәрифйән олатай (1928 йылғы) һөйләне, уға ауылдың уҡымышлы муллаһы, аҙаҡ наҙанлыҡты бөтөрөү мәсьәләһе күтәрелгәс, ауылдың беренсе уҡытыусыһы булған Ыласынов Нотфулла Хисмәт улы һөйләп ҡалдырған. Ул 37 йыл уҡытыусы булып эшләй, Ленин ордены менән бүләкләнә.
Аралбай ауылы тарихы һәм Көтөл туғайы
Аралбай ауылы элек Кәней тип йөрөтөлгән. Ул исем, ауылдан ике саҡрым өҫтәрәк, Һаҡмар йылғаһына ағып төшөүсе йылға исеменән алынған. Ауыл тәүҙә шул Кәней йылғаһы ағып төшкән тамаҡта булған. Был урында Көтөл исемле кеше йәшәгән һәм мал-тыуары бик ишле булып бөтә туғайҙы ҡаплап йөрөгән. Уның үҙе кеүек батыр,көслө алты улы һәм бик аҡыллы ала һыйыры булған. Алты улы хәҙерге Аралбай ауылы урынлашҡан ерҙә йәйләгән. Әгәр ҙә ала һыйыр Көтөл йәйләгән йәйләүгә ҡайтып килһә, Көтөл батыр уғын алып тау башындағы ҡарағайға атып ебәргән, был «яу килә, әҙерләнегеҙ»тигәнде аңлатҡан һәм тиҙ генә йыйылышып ҡаршы торғандар.
Көтөл батырҙың улдары Ҡотой, Боҫҡон, Аблай, Һеләүһен исемле булған. Һеләүһенде «разведчик»тип йөрөткәндәр, сөнки йәйләүгә кем килә, кем китә, кем малды урлап алып киткән, кем яу менән килә - бөтәһен дә белеп торған көслө, ғәйрәтле, ҡурҡыу белмәҫ батыр булған. Һеләүһенгә бәйле тағы бер вариантын миңә Һеләүһенов Мәхәмәҙей олатай һөйләгәйне: «Һеләүһен – Крәҫтиәндәр һуғышындағы етәкселәрҙең береһе Кинйә Арыҫлановтың улы, ул да был һуғышта ҡатнашҡан. Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылып, тотҡондан ҡотолғас, тыныс урын эҙләп Аралбай ауылына килеп урынлашҡан».
Атайым, Һеләүһенов Йосоп: «Мин бәләкәй саҡта ауылдың уртаһынан үткән үҙән “Һеләүһеновтар үҙәне” тип йөрөтөлә ине, шунда Һеләүһендең 9 улы йәшәгән, тип һөйләй торғайнылар» - тип һөйләгәйне.
Һеләүһендәр үҙәне
Батша хөкүмәте ауыл булып берләшеп ултырырға указ сығарғас, хәҙерге Аралбай ауылы урынлашҡан ергә күсеп килгәндәр һәм ауыл Кәней тип аталған. Ауылдың тәүге нигеҙе, ауылға төшөп барған ерҙән уң яҡта, зыяратҡа ҡаршы,Ҡарағас йылғаһы буйында булған. Шәрифйән олатай: «Мин бәләкәй саҡта, ошо нигеҙ таштары ятҡан урынды “Иҫке ыҙма” тип йөрөтәләр ине » - тип һөйләне. «Ыҙма»-ауыл тигәнде аңлата. Шулай итеп, Кәней ауылына нигеҙ 1637 йылда һалына тип фараз ителә.
Иҫке ыҙма нигеҙе
Ауылдың исеменә килгәндә инде, Ыласновтар тоҡомонан булған Аралбай старшина исеменә бәйле. Ул, ауылда беренсе булып батша хеҙмәтендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан данлыҡлы кеше тип, шуның исеменә үҙгәрткәндәр. 1816 йылғы 7 ревизия буйынса Аралбай Ыласыновҡа 46 йәш булған. 1866 йылда Аралбайҙа 39 йорт булыуы уларҙа 117 ир-ат, 101 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе билдәле.1893 йыл үткәрелгән ревизия буйынса 193 ир-ат, 175 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе һәм Аралбай Ырымбур губернаһы Верхне-Уральск өйәҙе 6-сы башҡорт кантонына ҡарауы тураһында әйтелгән юлдар бар. Йылайыр районы энциклопедияһында «Аралбай (Кәней) 1765 йылда телгә алына» тип яҙылған. Икенсе мәғлүмәт буйынса, Аралбай ауылына 1795 йылда нигеҙ һалына тигән дәлил бар.
1900-се йылда ауыл шаҡтай ҙурая. 120 йорт булыуы, мәсет,тирә-яҡ ауылдарҙан уҡырлыҡ мәҙрәсә лә төҙөлөүе билдәле. Мәсеттең беренсе муллаһы Ыласынов Сәғит була.
Ил күргәнде Аралбай халҡы ла күрә. 1911, 1921 йылдарҙағы йот йылында аслыҡтан бик күп кеше, хатта ғаиләләре менән тотошлайы һәләк була.
1929 йылдар ҙа коллективлаштырыу осоро башлана. Тәүҙә колхозға ни бары биш-алты ғаилә генә инә: Томаншин Ибраһим, Томаншин Хәммәт, Аблаев Хәлиулла, Ҡотоев Хәммәт, Һеләүһенов Әғзәм, Ыласынов Нотфулла.Тәүге колхозға «Яңы Һаҡмар»тигән исем бирелә, председатель итеп Аблаев Хәлиулланы, бригадир итеп Ыласынов Нотфулланы тәғәйенләйҙәр. 1933 йылдағы йотлоҡ ауылға ҙур зыян килтерә, ошонан һуң бар ғаилә колхозға инә. 1934-1941 йылдар ҙа, Бөйөк Ватан һуғышына киткәнсе, колхозды Ҡотоев Ибраһим етәкләй. 1961 йыл да колхоз ҙур хужалыҡ булған «Башҡорт» совхозы Урал бүлексәһенә ҡарай. 2008 йылда «Башҡорт» совхозынан айырылып «Урал» совхозы булып, директоры Ыласынов Рәсүл тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Аралбай ауылынан 56 ир-егет һуғышҡа китә, шуларҙың 29-ы яу яланында ятып ҡала. 1996 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск ултыртыла.
Ошо бәләкәй генә ауылдан бик күп юғары белемле белгес, ике юғары званиелы (подполковник) сыҡҡан.
