Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Рми арипов-Йондоло уйар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
143.89 Кб
Скачать

Стәрлетамаҡ

(«Башҡорт ҡалалары» циклынан)  Башҡорт моңо менән уйылып аҡҡан  Бөтә йәмде йыйған Ашҡаҙар,  Әлмисаҡтан көмөш нурҙар атҡан  Сихри ҡосаҡтарың тарталар.  Дауыт Юлтый

Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә:  Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар,  Унда һине дуҫтар көтөп торор,  Елгә осор бөтә моң-зарҙар.  Торатауҡай менән Йөрәктауҡай  Ҡыҙ түшкәйе кеүек ҡалҡынып,  Ҡосағына алһа, һыпырып ташлар  Ҡыҙған башҡайыңдың ялҡынын.  Ялҡын яулыҡ болғап һөйгән йәрҙәй,  Ҡаршы алыр һине Стәрле.  Ул, атайың һымаҡ, бик ябай ҙа  Ул, әсәйең төҫлө, хәстәрле.  Аяҡ-торбаларын ҡырҡҡа бөкләп,  Төрөпкәнән төтөн бөркөтөп,  Ултырыр ул соғол олатайҙай  Башҡорт илкәйенең бер ҡото.  Саң-төтөн дә әле етер бында,  Такси ҡатыш, күрсе, арбаны.  Тик үткәнең менән түгел мине,  Һин йәшлегең менән арбаның.  Йәшлек, йәшлек! Ниндәй генә эштә,  Ниндәй генә төҫтә күрмәнем, —  Йәшен йәшнәп, күктәр күкрәгәндәй,  Дәртле һинең, күркәм бер мәлең.  Ҡулдарында осҡон уйнаткан ҡыҙ —  Үлмәҫбикәң ниндәй дан алған!  Тимерҙе лә ҡамыр һымаҡ иҙеп,  Замандарҙы ялғай заманға.  Ә йорттарҙа, күрсе, һүрәттәрҙең  Күҙ иркәләр йәйғор нағышын.  Йәш килендәр, гүйә, сүпләп һуҡҡан  Йәшлек наҙын, йәшлек һағышын.  Сымдар буйлап елгән вагонға баҡ —  Әйтерһең дә, һомғол таң ҡыҙы  Сайпылмайса шулай алдыр менән  Туй-табынға ташый ҡымыҙын.  Стәрлекәй ҡойоп Ашҡаҙарға,  Ҡойған һымаҡ уныһы Иҙелгә,  Һөйөү, бәхет һәм ышаныс бында  Бергә ҡойолғандай һиҙелә.  Шуға ла мин шатлығымдан шашып  Йыр йырлайым һәр бер ҡайынға.  Сөнки шул ҡайындар араһында  Йәшлек эҙкәйҙәрем ҡайылған.  Йәшлек, тиеп, бер ҡайынды ҡосһам,  Кем һуң инде башҡа таш ҡаҙар?  Йәнкәй йәнәш булып батҡан ерҙән  Мин яңынан ҡалҡам, Ашкаҙар!..

31/XII.74

Ут илауы

Әхиәр Хәкимовҡа

Ут та илай.  Уттың күҙ йәштәре  Ергә таммай,  Оса күктәргә.  Тик ел әҙер тора  Күҙ йәштәрен  Төн һөлгөһө менән һөртөргә.  Ир ҙә илай.  Күҙ йәштәре ирҙең  Елгә осмай,  Һеңә еренә.  Тик күрһәтмәй ирҙәр  Күҙ йәштәрен  Илгә түгел, хатта йәренә...

Ҡушҡайын  I  Яланғас яҙ ине әле ерҙә,  Һайрамай ҙа ине һандуғас,  Тик күңелдә мең һандуғас ине,  Ҡосағымда һинең һын булғас.  Сал сәстәрем буранында ҡалып,  Аҙашҡанда һәр бер бармағың.  Был донъяның сымылдығы булып,  Таң шаршауы япты бар яғын...  Мин ул таңдың иҫтәлеге итеп,  Һайлағайным юлда ҡушҡайын.  Был — һинеке, был — минеке, тиеп  Һәр береһенә исем ҡушҡайным.  — Күҙҙәреңә, — тинем, — баҡҡан саҡта  Керпек үртәп яныр күҙ алмам.  Һиңә бәхет илтә алмаһам да,  Тик бәғерһеҙ һиңә була алмам.  II  Йән өшөткөс хәбәр килде бөгөн:  Ул ҡайындар хәҙер юҡ инде.  — Шул тәңгәлдән үтеп киткән саҡта  Йомоп үтәм, — тиһең, — күҙемде.  — Япраҡ ярып бөткәс кенә,— тиһең,  Ҡырҡҡандар бит һинең ҡайынды.  Ә минеке — тиһең, — ҡороп ҡалған,  Күтәрмәйсә ошо ҡайғымды.  Ни тиһәң дә, ҡайын ҡайғылы шул,  Тик аҡ ҡына уның ҡайғыһы.  Ҡайын башынан да йөрөй икән,  Ул ағыр ҙа китер ҡайғы-һыу.  Береһен ҡырҡҡан саҡта икенсеһе  Ҡорой торған ҡайын булыуы.  Ҡайғыларға ғәмһеҙ был донъяла  Бик насар ҙа түгел, һылыуым! 

Инселәйек инде башҡа ағас:  Миңә — имән, һиңә — муйылды.  Япраҡтарын имән һуң ярһа ла,  Һуңғы йәме була ул йылдың.  Муйыл сыҙам, муйыл сабыр була,  Күпме өҙһәләр ҙә муйылды.  Өҙгән һайын, яҙын, үс иткәндәй,  Сәскә ата күкрәп һәр йылды.  Үҙ ҡайғыңдай күреп күңелеңә  Ҡабул итһәң минең ҡайғымды.  Ышанма һин төрлө юрауҙарға,  Йыр итербеҙ ул пар ҡайынды.  Төрлө ырым, төрлө юрауҙарға  Ышанһа ла хатта күңелең,  Ул ҡушҡайын бер йыр булып ҡалыр,  Тик үткән юл ҡалмаҫ күмелеп.  Юҡҡа өҙгөләмә үҙ-үҙеңде,  Ышан бары минең юрауға:  Ғүмер барҙа юлым һиңә илтер,  Ҡайғырмайыҡ юлдар урауға.

* * *  Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ,  Тик һөйөүем ғәйеп булмаһа?  Ышанысты улай алдамайҙар,  Хаҡ һүҙ әйтһәң — миңә шул баһа.  Һөйҙөм һине өнһөҙ, өмөтһөҙ мин,  Булмағандыр, бәлки, еңелдән:  Йылға түгел, гүйә, ярҙар аҡты,  Аҡтарылып, янған күңелдән.  Тик ғорур ҙа була белермендер,  Әйләнермен бер таш ҡаяға.  Баш эймәмен һай холоҡло һыуға,  Булыр әле ташты аяған...

* * *  Бәхетһеҙ итеп берәүҙе,  Бәхетле итһәм һине,  Ниндәй яҙмыш көткәнлеген,  Аһ, һылыу, белһәң ине!  Ниңә тормош ағасының  Мәңге әсе емеше? —  Бәхетһеҙ итеп берәүҙе  Бәхетле булмай кеше!..

* * *  Беләм: һине һөйөү — ул хыянат,  Ул хыянат башҡа алдында,  Ул һыу төйөү суйын килеләрҙә,  Ул уттарға сумыу ялҡындан!..  Булһын! Күҙҙе йомамын да сумам,  Ярға атып айыҡ аҡылды.  Уйламайым ҡалай сығырҙы ла —  Осҡоноңа бирәм ялҡынды.  Тик уйлама «был — мауығыу», тиеп,  Һөйөүендә, тиеп, уғыры.  Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа,  Хыянатым ләкин тоғоро!..

* * *  Иңбашыңа төлкө яға түгел,  Йәйғор ғына яға һалырмын.  Ҡара төндәй толомоңа һинең  Йондоҙ шәлен таңдың ябырмын.  Ҡолаҡтарың аҫыл алҡа көтһә,  Айҙы алҡа итеп тағырмын.  Тик көтмә һин минән ер бүләге,  Бөтәһен дә күктән табырмын...  Ер бүләге һиңә үҙем генә,  Ер бүләге һиңә — йөрәгем!

* * *  Ун йыл үткәс, ҡапыл осраштыҡ беҙ  Урамында ят бер ҡаланың.  Ят бер тауыш ниҙер һөйләһә лә,  Мин үткәндә тороп ҡаламын:  ...Аға ине томан Йөрүҙәндә,  Аҡ толомон айҙан таратып.  Беҙ ултырҙыҡ ярҙа таң атҡансы,  Әллә былай, әллә яратып!..  Әле иҫтә тулҡын сайпылыуы,  Әрем еҫе иҫтә ҡулыңдың,  Зәңгәрлеге иҫтә күҙҙәреңдең,  Йомшаҡлығы — етен толомдоң...  Ун йыл үткәс, тағы осраштыҡ беҙ  Урамында ят бер ҡаланың.  Ҡойолһа ла тирәк япраҡтары,  Мин ул төндә тороп ҡаламын...

* * *  Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай,  Яңғыҙлыҡтар ят уға.  Һәр саҡ уның һаҡсыһы бар —  Көтөп тора ҡайтыуға.  Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай,  Яңғыҙлыҡты аңламай.  Һоҡландырып йәшәгәндә,  Һәр бер айы уның — май!  Тик шуныһы бар донъяла:  Һәр ни үтеп китә шул,  Матурҙы ла, тоғро булып,  Тик ҡартлығы көтә шул...