Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Рми арипов-Йондоло уйар.docx
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
143.89 Кб
Скачать

Атай алтыны

Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған  Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...  («Ғайса» йырынан)

Балаларым — күҙем ҡаралары,  Балаларым — йөрәк яралары,  Ҡалай һеҙҙе ташлап китәйем,  Ҡалай һеҙһеҙ ғүмер итәйем?  Яҙҙырһам мин ашар ашығыҙҙан,  Һыйпамаһам ғәзиз башығыҙҙан,  Тамағыма ниндәй аш барыр,  Ҡара ғына сәсем ағарыр!..  Етемлекте үҙем күп татыным,  Мираҫ булып ҡалмаҫ ул алтыным,  Булһам да мин үҙем көл-күмер,  Башығыҙҙан һыйпау — бер ғүмер!..

1966

* * *  Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,  Килеп инә табын таралғас!..  Тик көтәһең, көтөп арығас та,  Бәхет өсөн генә яралғас.  «Көтә белгәндәргә һуң түгел» дә,  Йәшлек кенә көтөп тормай шул.  Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы,  Йә үткәнгә юлын бормай шул.  Ҡала миңә бары йылдар буйы  Йырҙар менән күңел йыуатыу,  Бар ғүмерем минең — һине эҙләү,  Бар ғүмерем — һине юғалтыу...

1966

Сал ҡунғас  Болоттарҙы ярған йәшен һымаҡ,  Сикәмдә сал киткәс ялтырап,  Тәүге ҡабат күңелем күкрәгәнен  Тыңлап торҙом көлөп, аптырап.  Үтте ләме йәшен-йәшлек беҙҙән,  Бөттө ләме йырың, һандуғас!  Алыҫтамы шулай яҙғы күкрәү,  Сәстәреңә инде сал ҡунғас!  Иртә өлгөрҙөк шул, артыҡ иртә,  Артыҡ иртә төштө ҡырауҙар.  Үткәненә илдең бағығыҙ ҙа,  Һеҙ бирмәгеҙ, йәштәр, һорауҙар.

1966

Таңғы йыр  Ниңә моңло икән таңдағы йыр!  Ярып керҙе ул йыр йөрәккә.  Төпһөҙ упҡындарға осҡан мәлдә  Таяндым мин ошо терәккә.  Был кемдеңдер тәрән моңо ине, —  Мәңгелек бер алыҫ моң ине —  Шундай яҡын итеп тойҙом уны,  Иренем мин... ә бит туң инем...  Эй, изге моң! Кисер, кисер мине,  Мин ғәйепле һинең алдыңда.  Мин баш эйәм һиңә, был донъяла  Шундай тоғро моң бар сағында.

Йәншишмә  Тойҙом һинең ҡайнар һулышыңды,  Һин тойғандай минең һулышты.  Әйтерһең дә, шул саҡ был донъяла  Үлем менән Йәшәү һуғышты.  Һәм беҙ еңдек! Еңдек ҡарт Үлемде,  Йәншишмәнең таптыҡ үҙен беҙ.  Мин үлемһеҙ иткән кеүек һине,  Һин дә иттең мине үлемһеҙ.  Үлем үлде! Беҙҙән һуң да ерҙә  Үҫер, емеш бирер гөлөбөҙ.  Йәншишмәкәй ул Мөхәббәт икән,  Йәншишмәнән эскән — Үлемһеҙ.

4/VII—1966

Ялбыр тирәк  Бөгөлә тирәккәйем,  Һығыла тирәккәйем;  Ул бөгөлһә, ул һығылһа,  Һыҙыла йөрәккәйем.  Ҡуҙлана йөрәккәйем,  Боҙлана йөрәккәйем;  Мин янғанда, мин туңғанда,  Нишләһен тирәккәйем!  Ул тик үҙен генә белә,  Шаулай ҙа тора ғына.  Миндә мең яра булғанда,  Унда бер яра ғына.  Балта сапһа кемдер уға,  Балта эҙе уңалыр.  Уны күргән йөрәк кенә  Яналыр ҙа туңалыр...

7/V.66

* * *  Йырың тыуғас, үлмәһен,  Йылдар саңы күммәһен,  Заман менән йәшәһен,  Йәшәһен дә йәшәртһен, —  Шунда моңо һәр йырҙың,  Шунда йәне шиғырҙың;  Тәбиғәт кеүек булһын,  Илһамың менән тулһын, —  Моңһоҙҙар ҙа моңланһын,  Йоҡлауынан уянһын,  Уянһын да уйланһын,  Йоҡлауынан оялһын...

Уйҙарым  Ярты төндә уянып,  Йоҡлай алмай уйланып,  Уйлап ятҡан уйҙарҙы  Таралышҡан ҡуйҙарҙы  Ҡалай итеп йыяйым,  Ҡалай итеп тыяйым?  Далалағы ҡамғаҡтай  Әкиәттәге йомғаҡтай  Тотоп тыйып булмаҫтай,  Ташлап ҡуйып булмаҫтай,  Ағым мәллә уйҙарым,  Һағым мәллә уйҙарым?  Заманаһы заманға,  Яҡшылығы яманға,  Дөрөҫлөгө ялғанға —  Барыһы бергә ялғанған!..  Ҡалай итеп һүтәйем  Был сыуалған йомғаҡты?  Ҡалай ҡыуып етәйем  Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты?  Йөрәгемдең ҡағышы,  Йөрәгемдең һағышы —  Етмеш ете яу күргән,  Етмеш ете дау күргән  Халҡым ғына шул минең,  Ялҡын ғынам шул минең.  Аҡҡан ғына ҡандары —  Иҙел түгел, дарья шул,  Сыҡҡан ғына дандары —  Иле түгел, донъя шул.  Ир күңелендә ил булһа,  Уйҙы тартҡан улъя шул.  Бөгөнгөһөн уйлайым,  Иртәгәһен буйлайым,  Иртәгәһе ишәккә тип,  Ҡулым һелтәп ҡуймайым,  Ҡулын һелтәп ҡуйған берҙе  Ишәктер тип уйлайым. 

Ай Уралым, Уралым,  Ил һаҡлаған ҡоралым!  Ятып ҡалған төнөң бар,  Балҡып янған көнөң бар.  Телде һаҡлар халҡың бар,  Илде ҙурлар хаҡың бар.  Һалып илдең оранын  Ырғыҙ, Сәҙе, Сораным,  Ҡаҫмарт, Миәс, Һаҡмарым,  Ҡурған, Кама яҡтарым,  Хәлегеҙҙе һораным.  Тик яҡшыға юраным.  Ил яҙмышы ирҙә икән,  Ил иртәһен уйлаһын,  Ил иртәһе — ишәккә тип,  Ҡулын һелтәп ҡуймаһын;  Туйған ерҙә йөрөгәндә  Тыуған ерҙән туймаһын!  Айҡап сығам, байҡап сығам  Иҙел, Урал буйҙарын,  Иҙел, Урал буйҙарын.  Ярты төндә уянһам да,  Ниҙе генә уйлаһам да —  Илем, һиндә уйҙарым,  Иртәгәңдә уйҙарым!..