Дүрт юллыҡтар
*
* *
Йөрәгем
— ҡәберлек минең:
Унда
үткәндәр илай.
Йөрәгем
— сәңгелдәк минең:
Унда
киләсәк дулай.
12/II.
70
*
* *
Тал-тирәктәр
ташҡын Иҙел кисеп
Баҫып
тора һыңар аяҡта.
Ағастарҙың
һәр ботағы буйлап
Югереп
йөрөй йәп-йәш япраҡтар.
*
* *
Туған
телем тыуған еремдә
Яңғыраһа
мәңге йыр булып,
Һис
үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда
ла ҡара ер булып.
*
* *
Юҡ,
бәхетем мине аяманы,
Мин
аяған һымаҡ бәхетте.
Мин
бәхеткә алтын тәхет ҡойҙом,
Ул
ҡалдырҙы ағас ләхетте.
27/V.
70
*
* *
Күҙ
ҡараһы кеүек һаҡла, шағир,
Тарих
дөрөҫлөгөн йырыңда.
Ул
тарихте ата-бабаң ҡорған,
Хыялланып
хаҡлыҡ турында...
*
* *
Һандуғасҡай
балаларын
Йырлап-йырлап
сығара,
Балаларын
таратҡанда,
Илап
сәсе ағара...
3/VI.
69
*
* *
Кетер-кетер
боҙ селтәргә баҫып,
Елә
атлап килә Яҙһылыу.
Өстән-дүрттән
ишкән сәсе булып,
Ағып
ҡала арттан яҙғы һыу.
1969,
апрель
*
* *
Нур
ҡалмаһа күҙеңдә,
Йыр
ҡалмаһа үҙеңдә,
Ни
ҡыҙығы донъяның —
Ҡошсоғо
юҡ ояның?..
*
* *
Хаттарым
ул йөрәк аһтарым,
Хаттарым
ул йөрәк анттарым.
Аһыма
аһ, антыма ант булып,
Килһен
һинең яуап хаттарың.
*
* *
Ирлек
булһын шағирлектә,
Шағирлектә
ирлек булмаһа,
Ни
мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән,
Дөрөҫ
һүҙең инде һуңлаһа?