Яңы мәктәпкә эшкә килгән уҡытыусылар:
Ғәлина Фәниә Шакир ҡыҙы
Ғәлин Жәүҙәт Лоҡман улы (Мәҫкәү ауылы)
Бүләков Риман Шаймарҙан улы – мәктәп директоры
Бүләкова Оксана Шакирйән ҡыҙы(ҡушымта 9)
Ғәйнуллин Фәтих Вәли улы (Ҡобағош)
Ғәйнуллина Гүзәл Әнүәр ҡыҙы
Ғарипов Рәсүл Абдрахман улы(ҡушымта 10)
Ғарипова Гөлсирә Ғаҡыл ҡыҙы (Миндәк)
Дауытов Ғамир Хәсән улы – мәктәп директоры
Дауытова (Мансурова) Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы
Хасанов Фәрит Радик улы (Өргөн)
Йәһүҙин Данияр Халидар улы
Бүләкова (Шакирова) Алмасара Вәлит ҡыҙы
Ишмийәрова Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы (Байрамғол)
Шайбакова (Насибуллина) Гөлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы (Рысай) – 1982-2012
Мәктәп асылыу менән директор булып эшкә Бүләков Риман Шаймарҙан улы килә (ҡушымта 11). Беҙҙә ике йыл эшләгәс, Сәфәр мәктәбенә эшкә китә. Һәйтәк мәктәбендә эшләгәндә ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә, фажиғәле вафат була.
Эшкә килгән уҡытыусылар ҙа, яңы мәктәптә бер нисә йыл эшләгәндән һуң, төрлө сәбәптәр менән икенсе мәктәптәргә эшкә китәләр.
1978 йылда Мәҫкәү мәктәбе директоры булып Дауытов Ғамир Хәсән улы тәғәйенләнә (ҡушымта 12). Ул 1941 йылдың 13 ғинуарында Рафиҡ ауылында донъяға килә. Миндәк ҡасабаһында ун класс тамамлай. Ҡолош башланғыс мәктәбендә 1958-1959 йылдарҙа белем бирә. 1959-1962 йылдарҙа Белорет металлургия техникумында уҡый, 1965 йылға тиклем әрмелә хеҙмәт итә. 1966 йылдан алып география дәрестәрен уҡыта. 1967-1972 йылдарҙа Силәбе педагогия институтында ситтән тороп уҡый.
7
Әлбиттә, өс бүлмәле бинала 8 класты уҡытыуы мөмкин түгел. Ғамир Хәсән улы мәктәп бинаһын ҙурайтыуға өлгәшә. Ғамир ағай, 2005 йылға тиклем Мәҫкәү урта мәктәбендә директор вазифаһын үтәп, хаҡлы ялға сыға.
Дауытова Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы (ҡушымта 13) 1939 йылдың
1 сентябрендә тыуа. 1958 йылда Миндәк ҡасабаһында ун класс бөтә. 1961 йылда Бөрө педагогик институтына уҡырға керә һәм ауыл хужалығы производство нигеҙҙәре факультетын тамамлай. Химия-биология буйынса уҡытыусы булып сыға. Ул бер нисә ауылда уҡыта: 1972 йылға тиклем – Мулдаҡайҙа, 1975 йылға тиклем – Наурыҙҙа, 1978 йылға тиклем – Озерныйҙа, 2000 йылдарға тиклем Мәҫкәүҙә белем бирә.
1965 йылда Дауытов Ғамир Хәсән улына тормошҡа сыға. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Икәүләп Мәҫкәү мәктәбе үҫеше өсөн ҙур көс һалалар.
Әсмә апайҙы Мәҫкәүҙә “мәктәп Мичурины” тип йөрөтәләр. 1978 йылда ул мәктәп баҡсаһы үҫтерә башлай. Ул ваҡытта Мәҫкәү халҡы ла баҡса үҫтерә белмәгән икән. Әсмә апай халыҡҡа йәшел һуған, кишер үҫтерергә өйрәтә. Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы үҫтергән баҡса Өфөлә уҙған күргәҙмәлә беренсе урын ала. Район буйынса бер нисә тапҡыр тәүге урынға сыға. Башҡа мәктәптәр унан тәжрибә туплай (ҡушымта 14).
Рәсәй Федерацияһы отличнигы Әсмә Сәғәҙәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
Мәҫкәү мәктәбенә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес биреүсе Фәниә һәм Жәүҙәт Ғәлиндар (ҡушымта 15) мәктәп асыласағын ишетеп, Мәҫкәүгә, Жәүҙәт ағайҙың тыуған ауылына, күсеп киләләр. Жәүҙәт Лоҡман улы БДУ-ның филология факультетында белем ала. Ә Фәниә Шакир ҡыҙы университетты ситтән тороп тамамлай.
Ауылда икәүләшеп йорт һалып инәләр. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, икеһе лә ата-әсә юлын һайлаған.
Яңы һалынған һигеҙ йыллыҡ мәктәптә улар дәртләнеп эш башлай. Жәүҙәт ағай немец телен дә, тарих фәнен дә уҡыта. Хатта башҡорттарҙың боронғо кейемен, көнкүреш әйберҙәрен, йыһаздарын, хеҙмәт ҡоралдарын
8
йыйып, мәктәптә музей мөйөшө ойоштора. Жәүҙәт Лоҡман улы ҡурай түңәрәге асып, теләге булған уҡыусыларҙы ҡурай тартырға өйрәтә. Фәниә Шакир ҡыҙы тураһында ла ошоно әйтергә мөмкин. Улар икеһе лә уҡыусылар өсөн яҡшы өлгө булалар.
Хәснә Усман ҡыҙы, (ҡушымта 16) уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәс, Мәҫкәү ауылында эшләй башлай һәм бер-ике йылдан инде тәүге ҡошсоҡтарын осора. Бала йәнле Хәснә апайҙы балалар ярата, хөрмәт итә. Бөгөн уның уҡыусылары уҡытыусы, медицина хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм башҡа һөнәр эйәләре.
Хәснә апай мәктәптә профсоюз рәйесе, ауылда иптәштәр суды рәйесе сәркәтибе эштәрен башҡара, агитатор булып та йөрөй, концерт, спектаклдәрҙә актив ҡатнаша. Ул моңло итеп йырлай ҙа, дәртле итеп бейей ҙә.
Бер үк ваҡытта уҡытып та, коцерттар ҡуйып, башҡа яуаплы урындарҙа эшләп өлгөрөүе – мәктәптең данын күтәрә генә.
Мәҫкәү урта мәктәбе 1996 йылға тиклем төп белем биреү учреждениеһы була. 1996 йылда мәктәп урта мәктәпкә әйләндерелә, йәғни 11 йыллыҡ уҡытыу программаһы индерелә. Уҡытыу ике сменала ойошторола.
III бүлек. Мәктәптең бөгөнгөһө
Уҡытыусылар коллективы ла йәшәрә. Үҙебеҙҙең мәктәптә белем алған уҡыусыларыбыҙ мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә ҡайтты. Улар:
Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова,
Тәлғәт Талип улы Садыҡов,
Ләйзә Әсғәт ҡыҙы Әхмәҙиева,
Әлмирә Мөғәлим ҡыҙы Бүләкова,
Наил Фәләх улы Бүләков,
Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы Лоҡманова.
Алмасара Вәлит ҡыҙы Бүләкова ошо мәктәпкә ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен бирҙе, бөгөнгө көндә ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
9
Мәҫкәү ауылына килеп төпләнгән уҡытыусыларыбыҙ абруйлы эшләйҙәр, матур донъя көтәләр. Улар:
Садыҡова (Ғәниева) Гөлсинә Мидаҡ ҡыҙы (Уральск)
Рәхмәтуллина (Сөләймәнова) Фәнүзә Ғабдулхай ҡыҙы (Иҫтамғол)
Шакирова (Әһлиуллина) Ләлә Ишмөхәмәт ҡыҙы (Миндәк)
Шәһәрғәзина Гөлназ Урал ҡыҙы
Ғайсина (Мөхәмәҙиева) Гүзәл Алмас ҡыҙы (Уральск)
Мәктәптең берҙәм һәм татыу коллективы уҡыусыларҙың белеме һәм һаулығы өсөн ҙур көс һала. Егерменсе йыл инде 11 йыллыҡ мәктәп булғанға! Бигерәк тә 11 йыллыҡҡа әйләндерелгәс, уҡытыусылар эш һөҙөмтәләрен күрә башланылар. Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына кереп ҡыуаналар.
Мәктәпте 11 класс итер өсөн олатайым тырышып йөрөгән. Ата-әсәләрҙән, ауыл халҡынан ҡултамға йыйып Өфөгә хат ебәрә. Учалы хакимиәт йортона Мәғариф министрлығынан кәңәшмәгә килгән түрәләр алдына сығып баҫа олатайым. Фирҙәүес Хисаметдиноваға балалар һанын әйтеп, ыңғай уҡыусыларға йөрөп уҡыуы ауыр булыуын аңлатып, олатайым мәктәпте ун бер йыллыҡ итеүгә ирешә. Мәктәп директоры Ғамир Хәсән улына олатайымдың да тел ярҙамы тейә.
2005 йылда Наил Фәләх улын директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул мәктәптә 1997 йылдан бирле хеҙмәт итә, тарих дәрестәрен алып бара. Наил Бүләков 40 йәшлек һәм тарихҡа бай мәктәбебеҙҙе буяу-ағартыу эштәре менән булһа ла тәрбиәләп тора, яйлап кабинеттарҙы заманса технологиялар менән йыһазландыра. Компьютер бүлмәһе бар, Wi-Fi ҙа үткәрелгән. Элекке кеүек һәр класта мейестәр ултырмай, мәктәп айырым ҡаҙанлыҡтан йылытыла, ҡышын балаларға өшөп ултырырға тура килмәй. Белем усағы өсөн ҡойо ҡаҙылған, мәктәпкә һыу ингән. Йылы һыуын файҙаланып ҡыуанабыҙ.
Быйылғы йылдан бер сменала ғына уҡыйбыҙ. Төштән һуң мәктәптә түңәрәктәр эшләй. Шулай ғүмер дауам итә.
10
Йомғаҡлау
Ауыл халҡы көсө менән эшләнгән мәктәбебеҙ әле булһа йәшәһен, мәктәптә балалар тауышы тынмаһын ине. Тикшеренеү эшемдән мәктәбем тураһында күп нәмә белдем. Мәктәбем тарихы ошо мәктәбемде ҡәҙерләргә, тырышып уҡырға, төплө белем алырға өйрәтә. Хөкүмәтебеҙ элек ауылда балалар күп булһа ла ҙур һәм ике ҡатлы мәктәп һалырға тырышмаған. Бөгөнгө көндә, алтмыш балаға, етмәһә оптимизацияға һылтанып, беҙгә ундай мәктәп эләкмәй инде. Бай тарихлы мәктәбемде яратам. Уҡытыусыларымдың ҡәҙерен беләм, рәхмәт уҡыйым. Олатайымдың әйткән һүҙҙәренә яйлап төшөнәм, ул йыш ҡына: “Балам, беҙ һалған мәктәптең ҡәҙерен белеп уҡы, беҙ заманында тырышмаһаҡ, ҡайҙа уҡыр инегеҙ”, тип ҡабатлай. Рәхмәт һиңә, олатай!
11
