Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
мктбем тарихы нпк, бйлилова Арина, Млитова Зилд хмди ыы.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
7 Мб
Скачать
☆

I бүлек. Мәктәп тураһында тәүге мәғлүмәттәр

Мәҫкәү ауылының тәүге уҡытыусыһы Хәмитов Ишмөхәмәт Хәмит улы була (ҡушымта 1). Ул 1890 йылда ошо ауылда тыуған. Үрге Урал (Верхнеуральск) мәҙрәсәһен 1910 йылда тамамлай һәм шунда хәлфә була. 1915 йылда һуғышҡа алынып, пленға эләгә. 1919 йылда әйләнеп ҡайтып, 29 йәшендә яңы тормош төҙөргә тотона. Кеше өйөндә балалар уҡыта башлай. Уны халыҡ яратып Ишми хәлфә тип йөрөтә. 1922 йылда ауылда бәләкәй генә булһа ла мәктәп бинаһы төҙөлә. Ишмөхәмәт Хәмит улы Хәбетдинов Мөхәмәҙи бабай менән бергә уҡыта башлай. Бәлки, кеше өйөндә уҡытҡанда уҡ бергә эшләгәндәрҙер. Ишми хәлфә, беҙҙең ауылда 1935 йылға тиклем эшләп, күрше Йәндек ауылында биш йыл белем бирә. Һуңынан кире Мәҫкәүгә ҡайта. Мөхәмәҙи бабай ауылдың хәлле кешеләренең береһе була, ул үҙ ирке менән йәшәгән йортон ауылға мәктәп итеп бүләк итә. Ишми хәлфә шунда уҡыта башлай. Был йорт теге мәктәптән ҙурыраҡ булһа ла, балалар бында ла һыймай хатта. Ишмийәров Сабирйәндең өйөндә ике класс уҡый. Унда Сораман ауылынан Шакирова Фая уҡытыусы була: бик актив комсомолка ликбездар ойоштора, йәғни ауылда наҙанлыҡты бөтөрөүгә бик күп көс һала. Уҡыуға, яңы тормошҡа өндәп гәзиткә мәҡәләләр яҙа.

Ишмөхәмәт Хәмит улы халыҡ мәғарифын үҫтереүҙә хеҙмәттәре өсөн 1944 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.Хәлфә 1948 йылдың 18 ғинуарында үпкә ауырыуынан үлә.

Ул ауыр йылдарҙа эшләгән Мәҫкәү мәктәбе уҡытыусылары исемлеге:

Хәбетдинов Мөхәмәҙи Хөббетдин улы

Хәмитов Ишмөхәмәт Хәмит улы

Ғәниева Хәҙисә (Сораман)

Йыһаншина Мәрйәм (Сораман)

Мәхмүтов (Сораман)

Шакирова Фая (Сораман)

Дауытова Фәриҙә

4

Ваһапов Йосоп (Үрге Урал ҡалаһы)

Вәлитова Мәрхәбә Хәҙис ҡыҙы

Вәлиев Нәжип Хәлит улы

............ Мәфтуха

Ниғәмәтуллина Вәсилә Әхмәт ҡыҙы(ҡушымта 2)

Латыпова Әнүзә (Наурыҙ ауылы) – 1951йыл

Лоҡманова Хәсибә Хәҙис ҡыҙы(ҡушымта 3)

Мирасова Зилиә Закир ҡыҙы

Хисбуллина Фәнүзә Ғәтиәт ҡыҙы (ҡушымта 4)

Бапанина (Нажарова) Хәснә Усман ҡыҙы (Сәнсәр ауылы)

Бүләкова Тәслимә Хәйбулла ҡыҙы (ҡушымта 5)

Төҙөүсеһе Ғәлин Жәүҙәт Лоҡман улы

(Мәҫкәү урта мәктәбенең уҡытыусы-ветераны),

уға ярҙам итеүсе

Камалова Мәфрүзә Хәмит ҡыҙы (Наурыҙ ауылы),

15-17 август 2015 йыл.

Мәҫкәүҙә шул йылдарҙа Вәлитова Мәрхәбә Хәҙис ҡыҙы эшләй (ҡушымта 6). Ул 1914 йылдың 10 июнендә Ҡаҙаҡҡол ауылында бай ғаиләлә тыуған. Биш балалы ғаиләлә Мәрхәбә апай иң кесеһе була. Мәктәпте тамамлағас уҡ уҡыта башлай, ликбезда эшләй. 1930 йылда Сермәндә 8 айлыҡ уҡытыусылар курсын тамамлай. 16 ғына йәшенән төрлө ауылдарҙа эшләй. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә 1930 йылда техникумда ситтән тороп уҡый. Ата-әсәһен ҡулға алыу ваҡытында Себергә ебәрәләр. Шул йылдарҙа Мәҫкәүгә эшкә килеп, Билалов Шамилға тормошҡа сыға. Улар оҙаҡ, бәхетле тормош көтә. 1938 йылда Фәрит, 1914 йылда Камил тыуа.

Мәрхәбә апай Мәҫкәү мәктәбендә 1940-1953 йылдарҙа уҡытып, II төркөм инвалиды булып, 1960 йылда хаҡлы ялға сыға. Уның күп уҡыусылары – билдәле шәхестәр: Бүләков Рафиҡ, Бүләков Илдус, Байназаров Наил, Йәһүҙин Туғаҙаҡ, һ.б.

Олатайым, Ҡадир Закир улы ла ошо 4 йыллыҡ мәктәптә белем алған.

5

2 һәм 4 кластарҙа - Нәжип Хәмит улы Вәлиев, 1 һәм 3 класта Мәрхәбә Хәҙис ҡыҙы Вәлитова уҡытты тип хәтерләй олатайым. Үрге Урал ҡалаһынан Ваһапов Йосоп тигән ир кеше Мөхәмәҙи бабайҙың өйөндә уҡытыуын да белә ул.

4-се кластан һуң балалар уҡыуҙы Наурыҙ урта мәктәбендә дауам итәләр ине. Ул заманда 9-10 йәшлек бала-саға интернатта йәшәп, үҙ көндәрен үҙҙәре хәл итергә тейеш булғандар. Артабан минең һүҙем ошо Мәҫкәү мәктәбенә нисек нигеҙ һалыныуы, нисек төҙөлөүе хаҡында.

II бүлек. Яңы мәктәп төҙөлә

1976 йылдың 1 сентябре Мәҫкәү ауылы балаларына, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға ҙур ҡыуаныс килтерә. Ауылда белем алыу өсөн бөтә шарттары, йыһаздары булған 8 йыллыҡ яңы мәктәп асылып, файҙаланырға тапшырыла. Шулай итеп, беҙҙең әлеге мәктәп 1976 йылдан бирле эшләп килә (ҡушымта 7).

Ул осорҙа Фәрит Закир улы Ғайсин ауылда управляющий булып эшләй ине. 150-нән ашыу баланы Наурыҙ мәктәбенә йөрөтөп уҡытыуы ауыр була. Техника насар, юл юҡ. Фәрит Закир улы бына шунда үҙенә бурыс ала: нисек кенә булмаһын, ошо йылда Мәҫкәүҙә һигеҙ йыллыҡ мәктәп төҙөтөргә. Райсовет рәйесе Барый Кәлимулла улы Әлимсурин бер аҙ аҡса бүлеп, бура һалдыртыу өсөн ағас бирә. 1976 йыл яҙғы эштәр бөтөр алдынан ауыл Советы рәйесе бура буралыуы хаҡында хәбәр итә. Бураны барып алғас, ауыл халҡы көсө менән, өмә һалып мәктәпте күтәрәләр. Йорт әҙер булғас, мәктәпте уҡыу йыһаздары менән тәьмин итеүҙе, уҡытыусылар йәлеп итеүҙе, башынан-аҙағына тиклем башланғыс мәктәп мөдире Фәнүзә Ғәтиәт ҡыҙы Хисбуллина үҙ өҫтөнә ала (ҡушымта 8). Төҙөлөш эшен һуңғы ҡаҙағына тиклем Вәлит Шакиров етәкселегендә ауылдың балта оҫталары өс ай эсендә тамамлап ҡуялар.

Йәш уҡытыусылар торлаҡ булмауға ҡарамаҫтан, ярым емерек өйҙәрҙә йәшәп тороуға ла риза булып уҡытырға киләләр. Бына улар,

6