Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
«Учалылағы мәғариф: кисә, бөгөн, иртәгә»
исемле
муниципаль фәнни-практик конференция конкурсына
«Мәктәбем тарихы» тикшеренеү эше
Башҡарҙы: Мәҫкәү урта мәктәбенең
3 класс уҡыусыһы Әбйәлилова Арина
Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы
2016 йыл
Йөкмәткеһе
Инеш ...............................................................................2- 3- се биттәр
I бүлек. Мәктәп тураһында тәүге мәғлүмәттәр ..........4-6- сы биттәр
II бүлек. Яңы мәктәп төҙөлә..........................................6-9- сы бит
III бүлек. Мәктәптең бөгөнгөһө....................................9-10 -сы биттәр
Йомғаҡлау.......................................................................11-се бит
Ҡулланылған әҙәбиәт.....................................................12-се бит
Ҡушымта..........................................................................9- биттәр
1
Инеш
Мин Әбйәлилова Арина булам. Учалы районының Мәҫкәү урта мәктәбендә белем алам.
Минең эшемдең темаһы: “Мәктәбем тарихы”, йәғни мәктәбемдең үткәне һәм бөгөнгөһө. «Һәр кеше үҙенең ауылының, халҡының тарихын белергә тейеш»,– тигән боронғолар, ә инде белем алған мәктәбеңдең тарихын белеү ауылыңдың данын тағы арттыралыр, тип уйлайым.
Мәҫкәү ауылында ҡасан мәктәп булдырылғанын белеү ҡыйынлыҡ тыуҙырманы миңә. Сөнки уҡыған мәктәбем өсөн заманында янып-көйөп йөрөгән олатайым ул турала бик яҡшы белә. Олатайым, Ғайсин Ҡадир Закир улы, ауылда мәктәп булғаны өсөн әле булһа ғорурланып йәшәй.
Борон мәктәп кеше өйөндә булған. 1922 йылда (хәҙерге медпункт эргәһендә була) мәктәп бинаһы төҙөлә. Ә 1976 йылда төҙөлгән яңы мәктәп әле лә йәшәп, белем биреп килә.
Ошо тарихты өйрәнеү – эҙләнеү эшемдең маҡсаты булып тора. Үҙеңдең мәктәбеңдең үткәнен, тормошон өйрәнеү – бик ҡыҙыҡлы, файҙалы, кәрәкле эш. Маҡсатыма ирешер өсөн түбәндәге бурысты үтәнем: мәктәп тарихы буйынса факттарҙы табыу, өйрәнеү һәм башҡаларға еткереү.
Эҙләнеү обьекты: боронғонан алып бөгөнгө көнгә тиклемге мәктәп тарихы.
Эҙләнеү предметы: белем алыу өсөн шарттар булдырылған Мәҫкәү мәктәбе.
Эҙләнеү эшенең методтары:
Мәктәп музейынан кәрәкле материал ҡулланыу: эште башҡарғанда, мәктәп тураһында сығарылған альбом ҡулланылды. Уны 1980 йылдарҙа уҡыусылар төҙөгән.
Әңгәмә. Материал туплағанда олатайым һәм уҡытыусы-ветеран менән һөйләшеү булды.
Эҙләнеү. Материалдарҙы (төрлө мәғлүмәттәр, фотоһүрәттәр) уҡытыусым ярҙамында йыйыу һәм өйрәнеү.
2
Анализлау. Эҙләнеү нигеҙендә мәктәптең йәшәргә, үҫергә, йәшәрергә тырышлығы тураһында һығымта яһалды.
Эҙләнеү эше бер нисә этаптан торҙо:
1. Тема буйынса материалдар туплау(гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләр)
3. Уҡытыусы-ветерандар, ауыл кешеләре менән әңгәмә үткәреү.
4. Материалды системаға һалыу.
5. Эҙләнеү эше буйынса папка, фотоальбом булдырыу.
6. Эҙләнеү эше буйынса презентация төҙөү.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Йыйылған материалдар артабан мәктәптең тарихын өйрәнеү менән бергә, уҡытыусылар, уҡыусылар тормошон өйрәнеүгә, йәғни шәхестәрҙе белергә мәктәп музейында файҙаланыла ала.
Эшемдең структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.
Эҙләнеү эшемдең гипотезаһы: Әгәр мәктәбеңдең тарихын яҡшы белһәң, мәктәпкә барып ҡына ҡайтмайһың, мәктәбеңә хөрмәт йөҙөнән - тырышып уҡыйһың, уны һаҡлайһың, үҫтерәһең, шәхес булып йәшәйһең.
3
