
- •5 Класс
- •5 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •5 Класс. Башҡорт теле.
- •6 Класс
- •6 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •6 Класс.
- •7 Класс.
- •7 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •7 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары, методик ҡулланмалар.
- •8 Класс Аңлатма һүҙ
- •8 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •8 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары һәм методик ҡулланмалар.
- •9 Класс. Аңлатма һүҙ
- •9 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •10 Класс. Аңлатма һүҙ
- •10 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •10 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.
- •11 Класс. Аңлатма һүҙ
- •11 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •11 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.
- •7 Класc
- •5 Класс.
- •5 Класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.
- •6 Класс.
- •6 Класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.
- •8 Класc
- •8 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •9 Класс
- •9 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •10 Класс
- •8 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •11 Класс
- •11 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
11 Класс. Аңлатма һүҙ
Башҡорт теле буйынса эш программаһы “БР дәүләт телдәре тураһында Законға”, ”(21.01.99.) , “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), БР Мәғариф буйынса Законы (29.10.1992), Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.
Маҡсаттар:
башҡорт теле дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;
башҡорт теле тарихын, уның йәмғиәт тормошондағы ролен төшөндөрөү, телмәр үҫешен артабан үҫтереү, коммуникативлыҡ аша әҙәби тел нормаларын иркен файҙаланыу, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләү, телде аңлы ҡабул итеү, фекерләүҙе тәрәнәйтеү юлдарын үҫтереү, көндәлек тормошта туған телдең мөмкинлектәрен актив ҡулланыу, уны таратыу, киләсәге өсөн көрәшеү идеялары һалыу;
башҡорт телендәге һүҙлек байлығын өйрәнеү, рәүештәрҙән алып ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең телмәрҙәге әһәмиәтен үҙләштереү, әҙәби тел нормаларын өйрәнеү;
телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;
тел һүрәтләү сараларын иркен файҙаланырға өйрәтеү;
11 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте, йәмғиәт үҫешендәре роле, ижтимағи әһәмиәтен аңлы ҡабул итеү;
- ябай, ҡушма һөйләм синтаксисын, стилистикаһын иркен файҙалана белеү, уларҙа ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең әһәмиәтен билдәләү;
- тыныш билдәләре, текст, һөйләм интонацияһы, телмәр тибын аңлы ҡабул итеү;
- һүҙбәйләнеш, ябай, ҡушма һөйләм, тура телмәр, диалог, айырымланыу күренештәре менән эш итә белеү;
- теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, уларҙың схематик бирелеше, айыра һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;
- ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр һәм уларҙың грамматик бирелеше;
- бөтә төр анализдар:фонетик, лексик, морфологик, һүҙьяһалыш, синтаксик, стилистик анализдарҙы үтәү;
- орфоэпия, графика, офография ҡағиҙәләре;
- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың стилдәре;
- телмәр төрҙәре (типтары) буйынса анализдар;
- һүрәтләү сараларын текстан таба белергә һәм ҡулланырға тейеш, башҡорт теленең һүҙлек байлығын белергә тейеш.
Алынған белем һөҙөмтәләре ниндәй булырға тейеш.
һүҙбәйләнеш, ябай, ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе, ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙе таный, анализлай, төҙөй белеү;
стилистик, синтаксик законлыҡтарҙы айыра белеп, телмәр ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белергә тейеш;
һөйләү һәм яҙыу телмәрендә лексик күренештәр менән эш итә белергә, төрлө стилдәге һүҙҙәр, ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр ҡулланып төрлө инша, яҙма эштәр башҡара белергә тейеш;
бөтә төр анализдарҙы яһай белергә, морфологик, синтаксик
бәйләнештәрен схематик күрһәтә белергә тейеш;
- дөйөм тел байлығын үҫтереүҙә уҡыусының үҙ урынын билдәләй алыуы:
Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.
-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;
-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);
- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;
- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;
- тест;
- телдән яуаптар;
- күнекмәләр;
Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 33 сәғәт бирелә, аҙнаға –1 сәғәт, шуларҙың 4 сәғәте – телмәр үҫтереү, 6 –һы контроль эштәр өсөн бүленә.