- •5 Класс
- •5 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •5 Класс. Башҡорт теле.
- •6 Класс
- •6 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •6 Класс.
- •7 Класс.
- •7 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •8 Класс Аңлатма һүҙ
- •8 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •7 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары, методик ҡулланмалар.
- •8 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары һәм методик ҡулланмалар.
- •9 Класс. Аңлатма һүҙ
- •9 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •10 Класс. Аңлатма һүҙ
- •10 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •10 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.
- •11 Класс. Аңлатма һүҙ
- •11 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •11 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.
- •7 Класc
- •5 Класс.
- •5 Класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.
- •6 Класс.
- •6 Класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.
- •8 Класc
- •8 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •9 Класс
- •9 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •10 Класс
- •8 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •11 Класс
- •11 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
6 Класс
Аңлатма һүҙ
Башҡорт теле буйынса эш программаһы “БР дәүләт телдәре тураһында Законға”, (21.01.99.) , “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), БР Мәғариф буйынса Законы (29.10.1992), Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.
Маҡсаттар:
туған тел дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;
телмәр үҫешен артабан үҫтереү, коммуникативлыҡ аша әҙәби тел нормаларын иркен файҙаланыу, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләү, телде аңлы ҡабул итеү, фекерләүҙе тәрәнәйтеү юлдарын үҫтереү;
башҡорт теле тураһында белем алыу, уның төҙөлөшө, функциональ йәшәйеше, аралашыуҙа килеп тыуған төрлө стиль мөмкинлектәрен, әҙәби тел нормаларын өйрәнеү;
телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;
6 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте;
- лексика, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе килтереп тыуҙырған тел күренештәре;
- орфоэпия, графика, орфография ҡағиҙәләре;
- грамматика, морфемалар системаһы, һүҙьяһалыш юлдары;
- һүҙ төркөмдәре: үҙ аллы һүҙ төркөмдәре, ярҙамсы һүҙ төркөмдөре;
- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың стилдәре;
- телмәр төрҙәре (типтары).
Алынған белем һөҙөмтәләре ниндәй булырға тейеш.
һүҙ төҙөлөшө буйынса анализ яһай белеү;
һүҙбәйләнеш, төҙөй белеү, уның төрҙәрен билдәләй һәм таный белергә тейеш;
морфологик законлыҡтарҙы, орфография ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белергә тейеш;
- һүҙ төркөмдәренә грамматик анализ яһай белеү;
һөйләү һәм яҙыу телмәрендә лексик күренештәр менән эш итә белергә, төрлө һүҙ төркөмдәрен ҡуллана белергә тейеш;
яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айыра белергә тейеш, ҡушма һүҙҙәр менән эш итергә белергә тейеш;
Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.
-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;
-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);
- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;
- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;
- тест;
- телдән яуаптар;
- күнекмәләр;
Прграмма материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 102 сәғәт бирелә, аҙнаға – 3 сәғәт, шуларҙың 7 сәғәте – телмәр үҫтереү, 7 –һе контроль эштәр өсөн бүленә.
6 Класс.
Уҡыу- уҡытыу әсбаптары, методик ҡулланмалар.
1.Толомбаев Х.А. Х.В.Солтанбаева. Әсә теле: Өфө, Китап, 2008.- 215б.
2. Толомбаев Х.А. Х.В.Солтанбаева. “Әсә теле” дәреслегенә дидактик материалдар. : Уҡытыусы өсөн ҡулланма. Өфө, Китап, 2009.- 131 б.
3. Толомбаев Х.А. Х.В, Солтанбаева. Әсә теле: 2-се баҫма, Өфө, Китап, 2008.- 248 б.
Һүҙлектәр.
Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.
Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.
Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.
Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.
Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.
Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.
Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.
