Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
раб.программа баш.яз..doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
187.9 Кб
Скачать

7 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары, методик ҡулланмалар.

1. Аҙнабаев Ә.М. Таһирова С.А. Әсә теле.- Өфө, Китап, 2008. –

2. Аҙнабаев Ә.М. Таһирова С.А. “Әсә теле” дәреслегенә дидактик материал: 7 класс.- Өфө, Китап, 2010. – 120 б.

3. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: 5-9 кластар. - Өфө, Китап, 2009. – 255 б.

4. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы: 5-9 кластар. - Өфө, Китап, 2009. – 250 б.

5. 7 класс өсөн “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр: - Өфө, Китап, 2001. – 121 б.

6. Усманова М.Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа: - Өфө, Китап, 2007. – 111 б.

7. Шарапов И.А. Башҡорт теленән (5-9 кластар) һәм әҙәбиәтенән (5-9 кластар) тест һорауҙары: Өфө, 2001, 296 б.

7. Ғималова М. Хөсәйенов Ғ. Туған әҙәбиәт: Өфө, 2004.- 315 б.

8. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы: Өфө, 2007. – 492 б.

9. Ғафаров Б.Б.Башҡорт әҙәбиәтенән яҙма эштәр: Өфө, 1999. -206 б.

10.Хөсәйенов Ғ.Б. Кластан тыш уҡыу китабы: Өфө, 2008, 185 б.

Һүҙлектәр.

  1. Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.

  2. Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.

  3. Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.

  4. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.

  5. Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.

  6. Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.

  7. Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.

8 Класс Аңлатма һүҙ

Башҡорт теле буйынса эш программаһы “БР дәүләт телдәре тураһында Законға”, (21.01.99.) , “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), БР Мәғариф буйынса Законы (29.10.1992), Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.

Маҡсаттар:

  • башҡорт теле дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;

  • телмәр үҫешен артабан үҫтереү, коммуникативлыҡ аша әҙәби тел нормаларын иркен файҙаланыу, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләү, телде аңлы ҡабул итеү, фекерләүҙе тәрәнәйтеү юлдарын үҫтереү;

  • башҡорт теле тураһында белем алыу, уның төҙөлөшө, функциональ йәшәйеше, аралашыуҙа килеп тыуған төрлө стиль мөмкинлектәрен, әҙәби тел нормаларын өйрәнеү;

  • телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;

8 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.

- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте;

- синтаксис, стилистика, тыныш билдәләре, текст, һөйләм, һүҙбәйләнеш, ҡушма һөйләм төшөнсәләре;

- ябай һөйләмдәр һәм ҡушма һөйләмдәр араһындағы айырманы таныу, нигеҙҙәрен билдәләү;

- ябай һөйләмдәрҙән төҙөлгән төрлө конструкциялы ҡушма һөйләмдәрҙе таный белеү, уларҙың грамматик нигеҙен билдәләү, башҡа киҫәктәрен тикшерә белеү, схематик рәүештә һөйләм конструкцияһын күрһәтеү;

- ҡушма һөйләм төрҙәрен билдәләй белеү, теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;

- ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр, улар эсенә ингән һөйләмдәрҙең төрҙәрен айыра белеү;

- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың стилдәрен анализлау;

- телмәр төрҙәре (типтары).(интонация буйынса айыра белеү);

Алынған белем һөҙөмтәләре ниндәй булырға тейеш.

  • һүҙбәйләнеш, ябай ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәрҙе төҙөй белеү;

  • һөйләү һәм яҙыу телмәрендә лексик күренештәр менән эш итә белергә, ҡушма һөйләмдәр төҙөү, схемаға ярашлы һөйләмдәр төҙөй белеү, уларҙы анализлау;

  • ҡушма һөйләмдәрҙең грамматик нигеҙҙәре аша төрҙәрен билдәләй белеү;

  • ҡатмарлы синтаксик төҙөлмөлөр менән эш итеү, уларҙы яҙма телмәрҙә ҡуллана белеү;

  • текстан ҡушма һөйләмдәрҙе һайлау, уларға схематик анализ яһай белергә тейештәр.

  • аралашыу, ситуацияларҙан сығыу юлдарын белеү;

  • рус теле грамматикаһы менән сағыштырып, һөҙөмтәләр сығара белергә тейеш;

Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.

-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;

-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);

- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;

- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;

- тест;

- телдән яуаптар;

- күнекмәләр;

Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 68 сәғәт бирелә, аҙнаға – 2 сәғәт, шуларҙың 5 сәғәте – телмәр үҫтереү, 7 –һе контроль эштәр өсөн бүленә.