
- •5 Класс
- •5 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •5 Класс. Башҡорт теле.
- •6 Класс
- •6 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •6 Класс.
- •7 Класс.
- •7 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •7 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары, методик ҡулланмалар.
- •8 Класс Аңлатма һүҙ
- •8 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •8 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары һәм методик ҡулланмалар.
- •9 Класс. Аңлатма һүҙ
- •9 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •10 Класс. Аңлатма һүҙ
- •10 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •10 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.
- •11 Класс. Аңлатма һүҙ
- •11 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •11 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.
- •7 Класc
- •5 Класс.
- •5 Класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.
- •6 Класс.
- •6 Класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.
- •8 Класc
- •8 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •9 Класс
- •9 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •10 Класс
- •8 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •11 Класс
- •11 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
7 Класс.
Аңлатма һүҙ
Башҡорт теле буйынса эш программаһы “БР дәүләт телдәре тураһында Законға”, (21.01.99.) , “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), БР Мәғариф буйынса Законы (29.10.1992), Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.
Маҡсаттар:
туған тел дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;
телмәр үҫешен артабан үҫтереү, коммуникативлыҡ аша әҙәби тел нормаларын иркен файҙаланыу, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләү, телде аңлы ҡабул итеү, фекерләүҙе тәрәнәйтеү юлдарын үҫтереү;
башҡорт теле тураһында белем алыу, уның төҙөлөшө, функциональ йәшәйеше, аралашыуҙа килеп тыуған төрлө стиль мөмкинлектәрен, әҙәби тел нормаларын өйрәнеү;
телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;
7 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте;
- ябай һөйләм синтаксисы, стилистика, тыныш билдәләре, текст, һөйләм, һүҙбәйләнеш, ҡушма һөйләм төшөнсәләре;
- орфоэпия, графика, орфография ҡағиҙәләрен синтаксис өйрәнеүҙә ҡулланыу;
- лексика, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе килтереп тыуҙырған тел күренештәрен ябай һөйләм синтаксисында киң ҡулланыу;
- грамматика, морфемалар системаһын синтаксистың төп законлыҡтары менән бәйләй белеү, һүҙьяһалыш юлдарын системалы ҡабул итеү;
- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың төҙөлөшө, һөйләм киҫәктәренең үҙ- ара бәйләнеше, интонацияһы һәм пунктуацияһы, стилдәре;
- ябай һөйләм төрҙәре, бер һәм ике составлы һөйләм, кәм һәм тулы, йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләм төшөнсәләрен ҡулланыу;
- телмәр төрҙәрен (типтары) ҡулланыу аша бәйләнешле телмәр төҙөү, һөйләү һәм яҙыу телмәрендә төрлө типтағы һөйләмдәрҙе иркен файҙаланыу;
Алынған белем һөҙөмтәләре ниндәй булырға тейеш.
һүҙьяһалыш, һүҙ төҙөлөшө, һөйләм төҙөлөшө буйынса анализ яһай белеү;
Һөйләм киҫәктәренә атамалар биреү, уларға дөрөҫ һыҙыу, морфологик бирелешен таный белергә тейеш;
һүҙбәйләнеш, ябай ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәрҙе төҙөй белеү;
синтаксик законлыҡтарҙы айыра белеп, орфография, ябай һөйләм төҙөлөшө буйынса ҡағиҙәләрҙе тәртипкә килтерә белергә, һөйләм киҫәктәре буйынса тикшерә белергә тейеш;
һөйләү һәм яҙыу телмәрендә лексик күренештәр менән эш итә белергә, ябай һөйләм төҙөүҙә төрлө һүҙҙәр, һөйләм конструкциялары ҡуллана белергә тейеш;
Һөйләм төрҙәрен айыра белергә тейеш;
өндәш, инеш һүҙе һәм тиң киҫәктәре, тура телмәре, айырымланған киҫәктәре булған ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү.
Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.
-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;
-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);
- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;
- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;
- тест;
- телдән яуаптар;
- күнекмәләр;
Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 68 сәғәт бирелә, аҙнаға – 2 сәғәт, шуларҙың 5 сәғәте – телмәр үҫтереү, 7 –һе контроль эштәр өсөн бүленә.