
- •5 Класс
- •5 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •5 Класс. Башҡорт теле.
- •6 Класс
- •6 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •6 Класс.
- •7 Класс.
- •7 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •7 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары, методик ҡулланмалар.
- •8 Класс Аңлатма һүҙ
- •8 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •8 Класс өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары һәм методик ҡулланмалар.
- •9 Класс. Аңлатма һүҙ
- •9 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •10 Класс. Аңлатма һүҙ
- •10 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •10 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.
- •11 Класс. Аңлатма һүҙ
- •11 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- •11 Класс өсөн ҡулланыу әсбаптары һәм методик күрһәтмәләр.
- •7 Класc
- •5 Класс.
- •5 Класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.
- •6 Класс.
- •6 Класс уҡыусылары белергә тейеш күнекмәләр.
- •8 Класc
- •8 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •9 Класс
- •9 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •10 Класс
- •8 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
- •11 Класс
- •11 Класс уҡыусылары белергә тейеш:
5 Класс
Аңлатма һүҙ
Башҡорт теле буйынса эш программаһы “БР дәүләт телдәре тураһында Законға” (21.01.99.) , “Федераль дәүләт стандарттары Положениеһына”(03.06.10), БР Мәғариф буйынса Законы (29.10.1992), Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.
Маҡсаттар:
туған тел дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;
телмәр үҫешен артабан үҫтереү, коммуникативлыҡ аша әҙәби тел нормаларын иркен файҙаланыу, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләү, телде аңлы ҡабул итеү, фекерләүҙе тәрәнәйтеү юлдарын үҫтереү;
башҡорт теле тураһында белем алыу, уның төҙөлөшө, функциональ йәшәйеше, аралашыуҙа килеп тыуған төрлө стиль мөмкинлектәрен, әҙәби тел нормаларын өйрәнеү;
телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;
5 Класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.
- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте;
- синтаксис, стилистика, тыныш билдәләре, текст, һөйләм, һүҙбәйләнеш, ҡушма һөйләм төшөнсәләре;
- фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, өндәр системаһы бүленеше, төп законлыҡтары;
- орфоэпия, графика, орфография ҡағиҙәләре;
- лексика, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе килтереп тыуҙырған тел күренештәре;
- грамматика, морфемалар системаһы, һүҙьяһалыш юлдары;
- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың стилдәре;
- телмәр төрҙәре (типтары).
Алынған белем һөҙөмтәләре ниндәй булырға тейеш.
фонетика, өн-хәреф, һүҙьяһалыш, һүҙ төҙөлөшө буйынса анализ яһай белеү;
һүҙбәйләнеш, ябай ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәрҙе төҙөй белеү;
фонетик законлыҡтарҙы айыра белеп, орфография ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белергә тейеш, урыҫ теленән кергән һүҙҙәр менән эш итә белергә тейеш;
һөйләү һәм яҙыу телмәрендә лексик күренештәр менән эш итә белергә, төрлө һүҙҙәр ҡуллана белергә тейеш;
яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айыра белергә тейеш;
өндәш һүҙе һәм тиң киҫәктәре булған ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү.
Белемдәрҙе тикшереү өсөн төп контроль эштәр төрҙәре.
-диктанттар: контроль, аңлатмалы, һүҙлек, ижади, ирекле, схематик, график, “үҙ-үҙемде тикшерәм”;
-тексҡа комплекслы анализ. (БДИ форматында);
- иншалар: һүрәтләү, ижади, публицистик, фекерләү;
- изложениелар: ижади эш менән, ирекле, инша элементы менән;
- тест;
- телдән яуаптар;
- күнекмәләр;
Программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 102 сәғәт бирелә, аҙнаға – 3 сәғәт, шуларҙың 7 сәғәте – телмәр үҫтереү, 7 –һе контроль эштәр өсөн бүленә.
Уҡыу-уҡытыу әсбаптары, методик ҡулланмалар.
5 Класс. Башҡорт теле.
1. Псәнчин В.Ш. Псәнчин Ю.В. Әсә теле: - 5-се баҫма, Өфө, Китап, 2007. -232 б.
2. Псәнчин В. Башҡорт теле дәреслегенә методик күрһәтмәләр: Өфө, Китап, 1993.- 144 б.
3. Псәнчин В.Ш. “Әсә теле” дәреслегенә дидактик материалдар: Өфө, Китап, 2009. – 131 б.
4. Башҡорт теле буйынса уҡытыу програмаһы.- Өфө, 2005.- 61 б.
Һүҙлектәр.
Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.
Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.
Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.
Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.
Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.
Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.
Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.