
- •270809 Производство неметаллических изделий и конструкций,
- •270000 Архитектура и строительство
- •270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.
- •1.4. Уҡыу фәнен өйрәнеүгә тәҡдим ителгән сәғәттәр һаны:
- •2. Уҡыу фәненЕң төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе
- •2.1 Уҡыу фәненең күләме һәм эш төрҙәре
- •3.Уҡыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар
- •3.1 Матди-техник тәьминәткә талаптар.
- •3.2 Уҡытыуҙың информацион тәьминәте:
- •4. Программа буйынса алынған белемдәрҙе тикшереү һәм баһа биреү
- •270809 Производство неметаллических изделий и конструкций,
- •270000 Архитектура и строительство
- •270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.
- •2. Уҡыуфәненең төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе
- •Уҡыу – уҡытыу фәненән программаның
- •1. Уҡыу – уҡытыу фәненән программаны ҡулланыу өлкәһе
- •270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.
- •1.4. Уҡыу фәнен өйрәнеүгә тәҡдим ителгән сәғәттәр һаны:
- •2. Уҡыу фәненЕң төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе
- •2.1. Уҡыу фәненең күләме һәм эш төрҙәре
- •3.Уҡыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар
- •3.1 Матди-техник тәьминәткә талаптар.
- •3.2 Уҡытыуҙың информацион тәьминәте:
- •4. Программа буйынса алынған белемдәрҙе тикшереү һәм баһа биреү
3.Уҡыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар
3.1 Матди-техник тәьминәткә талаптар.
«Башҡорт теле»нән программаны тормошҡа ашырыу «Башҡорт теле» уҡыу кабинеты, информатика лабораторияһы һәм информацион – аралашыу технологиялар булыуҙы талап итә.
Уҡыу кабинеты йыһаздары:
- уҡыу – уҡытыу дисциплинаһына уҡыу – методик документтар йыйылмаһы;
- кластан тыш саралар буйынса методик тәьминәт;
- бөтә төр дәрестәр үткәреү өсөн студенттарға уҡыу өҫтәле.
Информатика һәм информацион – аралашыу технологиялары лабораторияһын йыһазландырыу:
интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булған компьютер, принтер, сканер, уҡыу – уҡытыу буйынса электрон документтар йыйылмаһы.
Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар:
видеофильмдар, видеомагнитофон, мультимедиапроектор, магнитофон яҙмалары.
3.2 Уҡытыуҙың информацион тәьминәте:
Тәҡдим ителгән мотлаҡ әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары:
Юлмөхәмәтов М.Б., Раҡаева Ә.С., Шарапов И.Ә. Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте: Башҡорт теле туған тел итеп уҡытылған башланғыс һәм урта проффессиональ белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. - Өфө: «Китап», 2008.
Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Педагогия колледждары өсөн дәреслек.- Өфө «Китап», 2010.
Өҫтәлмә әҙәбиәт:
Исҡужина Ф.С., Әбүбәкерова З.Ф. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: Мәҡтәптең юғары кластары, педагогия колледждары һәм юғары уҡыу йорттары өсөн. - Өфө: Матбуғат донъяһы, 2010.
Интернет сығанаҡтарына инеү юлы:
Башҡорт теленән электрон дәреслек. [Электрон адрес] Башҡорт теле.ru/Ф.Хисаметдинова, М.Усманова
Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү сайты. [Электрон адрес] http://www.tel.bashqort.com
Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр. [Электрон адрес]
http://tugantel.ru/ www.bash-portal.ru/forum/.
Башҡорт әҙәбиәтенән электрон методик ҡулланма. [Электрон адрес]
www.husainov.kom
Башҡорт әҙәбиәтенән электрон методик ҡулланма. [Электрон адрес]
www.akmulla.ru
Башҡорт әҙәбиәтенән электрон методик ҡулланма. [Электрон адрес]
www.bashskazki.ru
Тарихи сайттар башҡорт теле тарихынан мәғлүмәттәр. [Электрон адрес]
azamat.uәm.ru
ufaүжөө.com
shejere.narod.ru
suraman.narod.ru
Башҡортостан тураһында ҡыҫҡаса энциклопедия [Электрон адрес]
http://www.bashedu.ru/ www.mfrt.bashkortostan.
4. Программа буйынса алынған белемдәрҙе тикшереү һәм баһа биреү
Уҡытыуҙың һөҙөмтәләре (үҙләштерелгән белем һәм күнекмәләр) |
Алынған белемдәрҙе тикшереү һәм баһа биреүҙең формалары һәм методтары |
Фәнде үҙләштергәндән һуң студент: - үҙ телмәрен телдең коммуникатив, этик нормаларына нигеҙләп мәҙәни телдә аралашыу;
- сығыштар, презентация, докладтар, ижади проекттар төҙөү, уларҙы яҡлау һәм баһалау;
- уй – фекерен яҙма рәүештә лә, телдән дә асыҡ, грамоталы, йәнле һәм матур яңғырашлы итеп асып биреү;
- һайланған һөнәр буйынса туған телдә иркен, мәҙәниәтле һөйләшеү, һөнәри терминдарҙы башҡорт телендә дөрөҫ ҡулланыу һәм грамоталы яҙыу;
- төрлө сығанаҡтарҙы файҙаланып материал туплай, уларҙы стилистик, орфографик, пуктуацион яҡтан тикшерә белеү;
- телдең тасуири сараларын урынлы ҡулланыу;
- уҡылған һәм тыңланған текстың йөкмәткеһен план – тезис, конспект, аннотация, доклад рәүешендә биреү;
- цитаталарҙы урынлы ҡуллана, тексты редакторлай һәм анализлай алыу
күнекмәләренә эйә булырға тейеш. -туған телдең профессиональ белем алыуҙағы урынын, билингвизм шарттарында туған телдең ролен,
- туған тел төҙөлөшөн, лексикаһының төп составын;
- туған телдәге һүҙлектәрҙе,
- алфавитты һәм уның үҙенсәлектәрен,
- әҙәби телдәге орфоэпик, һүҙьяһалыш, грамматик, лексик, орфографик, пунктуацион нормаларҙы;
- туған телдәге һүҙ төркөмдәрен, уларҙың грамматик үҙенсәлектәрен;
- текст синтаксисын һәм стилистикаһын, уларҙың төҙөлөшөн;
- текст редакторлау алымдарын белә. |
«Башҡорт теле тураһында фән» темаһы буйынса ғәмәли эш: - туған тел тураһында ата – әсәләр өсөн сығыш әҙерләү;
«Телмәр стилдәре һәм тел саралары» темаһы буйынса ғәмәли эш: - мәғариф өлкәһендәге эш ҡағыҙҙары өлгөләре яҙыу;
«Фразеология, ҡалыптар, телмәрҙә этикет һүҙҙәре» темаһы буйынса ғәмәли эштәр: - башҡорт теленең фразеологик һүҙлегенән тәрбиә темаһына ҡағылышлы фразео -логизмдар яҙыу, мәғәнәһен аңлатыу;
«Һүҙ составы» темаһы буйынса ғәмәли эштәр: - тәрбиә терминдарына этимологик анализ яһау;
«Исем» темаһы буйынса ғәмәли эш: - башҡорт балалар фольклорынан иркә -ләү - кесерәйтеү ялғауҙары булған исемдәрҙе яҙыу;
«Сифат» темаһы буйынса ғәмәли эш: «Әсәкәйем- күҙ нурым» темаһына сифаттар ҡулланып һүрәтләмә яҙыу;
Бөтә темалар буйынса өҫтәлмә әҙәбиәт менән ғәмәли эш: - уҡытыусы тарафынан билдәләнгән тәрбиә терминдарына этимологик анализ яһау;
- 1.1; 2.1; 2.2; 2.3; 2.4; 3.1; 3.2; 4.1; 4.2; 5.1; 5.2; 7.1; 7.2; 7.5; 7.6; 7.9; 7.10; 7.11; 7.12 темалары буйынса төп дәреслектән (Т-1) күнегеүҙәр үтәү;
- 1.2; 1.3; темалары буйынса карточка менән эш; - 1.4; 4.1 темалары буйынса һүҙлек менән эш.
- «Телмәр этикеты» темаһы буйынса контроль эш: «Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ» ;
«Тел һәм телмәр» темаһы буйынса контроль – үлсәү эше.
«Лексика һәм фразеология» бүлеге буйынса тикшереү эше: «Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ»- дәреслектәге һорауҙар буйынса телдән тикшереү;
- «Фразеология» темаһы буйынса контроль эш: «Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ»;
-«Орфографик ҡағиҙәләр» темаһы буйынса һүҙлек диктанты;
- тикшереү эше: изложение;
- тикшереү эше: бөтә үтелгәндәр буйынса дифференциаль зачет |
Министерство образования Республики Башкортостан
ГБОУ СПО Мелеузовский механико – технологический техникум
ПРОГРАММА ПО ДИСЦИПЛИНЕ «БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК»
по специальности