
- •270809 Производство неметаллических изделий и конструкций,
- •270000 Архитектура и строительство
- •270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.
- •1.4. Уҡыу фәнен өйрәнеүгә тәҡдим ителгән сәғәттәр һаны:
- •2. Уҡыу фәненЕң төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе
- •2.1 Уҡыу фәненең күләме һәм эш төрҙәре
- •3.Уҡыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар
- •3.1 Матди-техник тәьминәткә талаптар.
- •3.2 Уҡытыуҙың информацион тәьминәте:
- •4. Программа буйынса алынған белемдәрҙе тикшереү һәм баһа биреү
- •270809 Производство неметаллических изделий и конструкций,
- •270000 Архитектура и строительство
- •270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.
- •2. Уҡыуфәненең төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе
- •Уҡыу – уҡытыу фәненән программаның
- •1. Уҡыу – уҡытыу фәненән программаны ҡулланыу өлкәһе
- •270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.
- •1.4. Уҡыу фәнен өйрәнеүгә тәҡдим ителгән сәғәттәр һаны:
- •2. Уҡыу фәненЕң төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе
- •2.1. Уҡыу фәненең күләме һәм эш төрҙәре
- •3.Уҡыу программаһын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар
- •3.1 Матди-техник тәьминәткә талаптар.
- •3.2 Уҡытыуҙың информацион тәьминәте:
- •4. Программа буйынса алынған белемдәрҙе тикшереү һәм баһа биреү
Министерство образования Республики Башкортостан
ГБОУ СПО Мелеузовский механико – технологический техникум
ПРОГРАММА ПО ДИСЦИПЛИНЕ «БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК»
по специальности
270809 Производство неметаллических изделий и конструкций,
входящий в состав укрупненной группы специальностей
270000 Архитектура и строительство
2014
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
УПББ ДБМУ Мәләүез механика – технология техникумы
«БАШҠОРТ ТЕЛЕ» УҠЫУ ФӘНЕНӘН ПРОГРАММА
2014
Уҡыу фәненең программаһы урта профессиональ белем биреүҙең түбәндәге йүнәлештәге һөнәр төркөмө өсөн белем биреүҙең региональ дәүләт стандарты һәм базис уҡыу программаһы нигеҙендә төҙөлгән:
270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.
Төҙөүсе ойошма: УПББ ДБМУ Мәләүез механика – технология техникумы.
Төҙөүсеһе: Дауытова Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙы, УПББ ДБМУ Мәләүез механика – технология техникумының I категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
ДГИИ һәм профессиональ
дисциплиналар циклының
цикл комиссияһы
тарафынан хупланды
Протоколы № ___ «___» ___ 2014 й.
____________ Н. В. Лемехова
«Раҫлайым»
Уҡыу – уҡытыу һәм
тәрбиә эштәре буйынса
директор урынбаҫары
_________ Л.Г. Дегтярева
«___» ____________ 2014 й.
Йөкмәткеһе
УҠЫУ – УҠЫТЫУ ФӘНЕНӘН ПРОГРАММАНЫҢ ПАСПОРТЫ
2. УҠЫУ ФӘНЕНЕҢ ТӨҘӨЛӨШӨ ҺӘМ ЙӨКМӘТКЕҺЕ
3. «БАШҠОРТ ТЕЛЕ» УҠЫУ ФӘНЕНЕҢ ЭШ ПЛАНЫ ҺӘМ ЙӨКМӘТКЕҺЕ
4. УҠЫУ ПРОГРАММАҺЫН ТОРМОШҠА АШЫРЫУ ӨСӨН ШАРТТАР
5. ПРОГРАММА БУЙЫНСА АЛЫНҒАН БЕЛЕМДӘРҘЕ ТИКШЕРЕҮ ҺӘМ БАҺА БИРЕҮ
УҠЫУ – УҠЫТЫУ ФӘНЕНӘН ПРОГРАММАНЫҢ
ПАСПОРТЫ ДББФ.10 БАШҠОРТ ТЕЛЕ
1. Уҡыу – уҡытыу фәненән программаны ҡулланыу өлкәһе
«Башҡорт теле» фәненән программа урта профессиональ белем биреүҙең түбәндәге йүнәлештәге һөнәр төркөмө өсөн белем биреүҙең региональ дәүләт стандартына һәм базис уҡыу программаһына нигеҙләнгән төп һөнәри белем биреү программаһының бер өлөшө булып тора:
270809 Металл булмаған әйберҙәр һәм ҡоролмалар етештереү.
Урта профессиональ белем биреүҙең дәүләт учреждениеларының туған телде өйрәнеүсе төркөмдәрендә ҡулланыла ала.
Төп профессиональ белем биреү программаһы төҙөлөшөндә уҡыу фәненең урыны: дөйөм базалы белем фәндәр төркөмө.
Уҡыу фәненең маҡсаты һәм бурыстары – фәнде үҙләштереү һөҙөмтәләренә талаптар.
Фәнде үҙләштергәндән һуң студент:
- үҙ телмәрен телдең коммуникатив, этик нормаларына нигеҙләп мәҙәни телдә аралашыу;
- уй - фекерен яҙма рәүештә лә, телдән дә асыҡ, грамоталы, йәнле һәм матур яңғырашлы итеп асып биреү;
- һайлаған һөнәре буйынса туған телдә иркен мәҙәниәтле һөйләшеү, профессиональ терминдарҙы башҡорт телендә дөрөҫ ҡулланыу һәм грамоталы яҙыу;
- төрлө сығанаҡтарҙы файҙаланып материал туплай, уларҙы стилистик, орфографик, пунктуацион яҡтан тикшерә белеү;
- телдең тасуири сараларын урынлы ҡулланыу;
- уҡылған һәм тыңланған текстың йөкмәткеһен план – тезис, конспект, аннотация, доклад рәүешендә биреү;
- цитаталарҙы урынлы ҡуллана, тексты редакторлай һәм анализлай алыу күнекмәләренә эйә булырға тейеш;
- туған телдең профессиональ белем алыуҙағы урынын, билингвизм шарттарында туған телдең ролен;
- туған тел төҙөлөшөн, лексикаһының төп составын;
- туған телдәге һүҙлектәрҙе;
- әҙәби телдәге орфоэпик, һүҙьяһалыш, грамматик, лексик, орфографик, пунктуацион нормаларын;
- туған телдәге һүҙ төркөмдәрен, уларҙың грамматик үҙенсәлектәрен;
- текст редакторлау алымдарын белә.