Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Айзиля. пьеса.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
26.69 Кб
Скачать

Дүртенсе шаршау.

Репетиция залы. Батыр Ғәлиевич бер үҙе. Ул ишекле – түрле йөрөй. Асыуы һаман баҫылмаған.

Батыр Ғәлиевич: (үҙ алдына һөйләнә) Мин һиңә аҡса, ә һин миңә роль, ти. Оялмай ҙа. Бөтә ерҙә алыш – биреш. Ҡайҙа тәгәрәй илебеҙ...Бында ла килеп еткән взятничество...Ҡулдарынан килһә, икенсе ғүмерҙәрен дә һатып алырҙар ине...(Ошо ваҡыт ҡаты итеп ишек шаҡыйҙар.) Мөмкин! (Айрат Азаматович, Ринат Рәшитович һәм уның һаҡсыһы килеп инәләр).

Айрат Азаматович: Һаумыһығыҙ, Батыр Ғәлиевич! Бына һеҙҙең менән аңлашырға килдек әле.

Батыр Ғәлиевич: (ирония менән) Һеҙҙе генә көтә инем!

Айрат Азаматович: Теге ни бит әле...Беләһегеҙме, бына был гражданин беҙҙең театрыбыҙҙың иң сибәр, иң талантлы актрисаҺы – Азалия Закировнаның тормош иптәше. Ә үҙе, һеҙгә мәғлүм булыуынса, ҡалабыҙҙың мэры. Ул беҙҙең театрыбыҙҙы спонсировать итә. Шуға күрә лә, беҙ спектакльдә төп рольде Азалия Закировна уйнарға тейеш тип уйлайбыҙ. Һәм...

Батыр Ғәлиевич: Нисек намыҫығыҙ етә?! Мин халяваға юл ҡуймаясаҡмын!

Айрат Азаматович: Ә...теге...ни...һеҙ үҙегеҙ хәл итерһегеҙ, килешерһегеҙ. Мине эш көтә! (сығырға ынтыла).

Һаҡсы: (уны туҡтатып) Тик тор!

Айрат Азаматович: Һуң нисек улай була инде, Батыр Ғәлиевич? Ошондай оло кеше мәсьәләне тыныс ҡына хәл итергә килгән, ә һеҙ...

Батыр Ғәлиевич: Нимә мин? Мин үҙ фекеремде әйттем...

Ринат Рәшитович: Ах, һин улаймы сәхнә ҡомағы! Яҡшылап әйткәнде аңламаның, хәҙер икенсерәк төрлө һөйләшәсәкмен! (Һаҡсыһына) Нимә аңшайҙың, иләп һал үҙен! (Һаҡсы режиссерға төрлө трюктар күрһәтеп ҡурҡытмаҡсы була).

Айрат Азаматович: Уй, ҡурҡыныс! (шым ғына сығып ҡаса).

Һаҡсы режиссерҙы ҡулын шаҡарып иҙәнгә бөгөп һала.

Ринат Рәшитович: Йә, ни әйтерһең мистер режиссер?

Батыр Ғәлиевич: (ирония менән) Бер нимә лә әйтмәм мистер! Взятка юҡ! Халява юҡ!!! (Тап ошо ваҡыт ҡаты итеп ишек шаҡыйҙар. Румия Илдаровна килеп инә. Бөтәһе лә шаҡ ҡаталар.)

Шаршау.

Бишенсе шаршау.

Ҡабул итеү бүлмәһе. Розочка ҡыҙып кемгәлер телефон һандары йыя.

Розочка: Йә, ал инде трубканы...Алло, пупсик һинме? Һуң аңлайым да эштә икәнеңде, әммә шылтыратмай булдыра алмайым... Нимә – нимә, һиңә ҡатының хыянат итә! Әле генә тәтәй кейенеп режиссерға – репетиция залына инеп китте... Әгәр ҙә мәгәр хәҙер үк килеп етһәң, тап өҫтәренә баҫаһың. Пупсик, ниңә юҡты һөйләйем ти. Эле генә тием бит. Ҡара, Уралчик, һин был айҙа ҡатыныңдан айырылырға миңә һүҙ бирҙең. Йә һин уны бөгөн эшләйһең, йә һин мине көндөҙ шөм яҡтыртып эҙләһәң дә таба алмаясаҡһың! Минең башҡаса көтөргә түҙемлегем ҡалманы! Эйе, хәҙер үк кил! Булмаһа, иң ҡыҙығын ҡулдан ысҡындырасаҡһың. Көтәм пупсик! (трубканы һалып ҡуя. Үҙ алдына һөйләнә) Эх, бәхетем бар ҙа инде!(Ут һүнә.)

Шаршау.

Алтынсы шаршау.

Ринат Рәшитович: (үҙ алдына) Быныһын тағы нимә кәрәк? Ат дағалағанда баҡа бото! (Румия Илдаровнаға ярамһаҡланып) Һаумыһығыҙ ханым!..Ҡайҙа күрҙем әле мин һеҙҙе? Әәә һеҙ бит теге судья ҡатын?(бутап).

Румия Илдаровна: (асыулы булып ҡыланып) Эйе, хәтерегеҙ һеҙҙе алдамай!

Ринат Рәшитович: Минең бер ниндәй ҙә ул заводтың ябылыуында ҡыҫылышым юҡ! Уны ана, Григорий Леонидович үҙе сит ил бизнесмендарына һатты! Ысын мәғәнәһендә һатты! Тауар һымаҡ!

Румия Илдаровна: Нисек кенә булмаһын һеҙгә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк! Әгәр ҙә хәҙер үк сығып китмәһәгеҙ, мин полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтыратып, һеҙҙе хәҙер үк ҡулға алырға бойорасаҡмын!

Ринат Рәшитович менән һаҡсыһы сығып йүгерәләр. Румия Илдаровна менән Батыр Ғәлиевич бер килке туҡтай алмай көләләр.

Батыр Ғәлиевич: (көлөүенән туҡтап) Рәхмәт ханым! Һеҙ мине бәләнән ҡотҡарҙығыҙ!..Тик бына мин һеҙҙе әллә кемгә ныҡ оҡшатам...Һеҙ...

Румия Илдаровна: Һаумыһыҙ Батыр Ғәлиевич! Был мин Румия... Румия Илдаровна булам. Иҫләйһегеҙме мине, беҙ курсташатар инек. Бер уҡыу йортон тамамланыҡ. Бына һеҙҙе килгән тип ишеттем дә, инеп күреп сығырға булдым.

Батыр Ғәлиевич: (бер килке иҫенә килә алмай тора) Ни-нисек була инде. Румия был һеҙме?..Кит, булмаҫ! Эйе, һеҙ бит был һеҙ! (ҡулын биреп күрешә). Йә, инде һөйлә, ҡайҙа эшләйһең, тормоштаһыңмы?

Румия Илдаровна: Нимәһен һөйләргә инде...ошо театрҙа актриса булып эшләйем, тормоштамын. Бәлки һеҙ үҙегеҙҙең хәлдәрегеҙҙе һөйләрһегеҙ? Нисек кенә булмаһын, һеҙ билдәле режиссер, томошоғоҙ ҙа минекенә ҡарағанда күпкә ҡыҙыҡлыраҡтыр.

Батыр Ғәлиевич: Туҡтағыҙ әле, был театрҙа эшләгәс, ниңә кастингка килмәнегеҙ?

Румия Илдаровна: (йылмайып) Килмәүемдең сәбәптәре сер булып ҡалһын.

Батыр Ғәлиевич: Сер тиһегеҙ инде?..Ярай улай булғас. Әйҙәгеҙ, әле беҙ һеҙҙең менән Жозефинаның һүҙҙәрен уҡып ҡарайыҡ? Бәлки тап һеҙ төп рольгә дәғүәселер, ә?

Румия Илдаровна: Нисек инде уҡыйыҡ? Ишетеүемсә, һеҙ уны Азалия Закировнаға биргәнһегеҙ?

Батыр Ғәлиевич: Юҡ шул, яңылашаһығыҙ. Спектакль донъя кимәленә сығырға тейеш. Һәм төп рольде уға ышанып тапшырыу ҙур хата булыр ине. Йә, башлайбыҙмы? (Өҫтәлдән тексты алып йәнәшә ултырып уҡый башлайҙар).

Румия Илдаровна: (Жозефинаның һүҙҙәренән өҙөк уҡый)... Антони, ғали йәнәптәре король, һеҙгә һис кисекмәҫтән уға барып күренергә ҡушҡан.

Батыр Ғәлиевич: (йылмайып) Антониның һүҙҙәрен мин уҡып торам... (уҡый) Кем әйтте уны һеҙгә минең, һөйөклөм...Мерси.

Румия Илдаровна: (уҡый)Горничная, минең ҡәҙерлем.

Батыр Ғәлиевич: (ҡыуанып) Таптым! Һеҙ уйнаясаҡһыгыҙ төп рольде!

Румия Илдаровна: (аптырап) Нисек мин? Әле бит бер нисә юл ғына уҡыным.

Батыр Ғәлиевич: Булһын! Миңә уҡыуығыҙ оҡшай. Тауышығыҙ ҙа килешеп тора. Һәм элекке кеүек сибәрһегеҙ ҙә! Юҡ, юҡ уйлай күрмәгеҙ һеҙ һылыу булғанығыҙ өсөн генә роль бирә тип. Һиҙемләүем алдамаҫына ышанам, һеҙ был рольде уйнай аласаҡһығыҙ. (Ҡапыл туҡтап оҙаҡ итеп ҡатынға ҡарап тора) Күҙҙәрегеҙ элекке кеүек, күктәге сағыу йондоҙҙар һымаҡ...Тик һағыш менән тулы...(Ҡапыл ҡыҫып ҡосаҡлап ала ла иҫенә килеп ситкә уҡтала). Ғәфү итегеҙ, зинһар өсөн! (Тынлыҡ)

Румия Илдаровна: Мин һине ике йыл көттөм. Һуңынан кейәүгә сыҡтым. Һин Мәскәүгә киткәс.

Батыр Ғәлиевич: Йәшлек хатаһы...Шаулы ҡала онотторор тип уйланым. Бушҡа ғына. Һуңлап булһа ла ғәфү үтенәм.

Румия Илдаровна: Миңә ҡайтырға ваҡыттыр...

Батыр Ғәлиевич: Һеҙ килегеҙ... иртәгә...репетицияға. Унға.

Румия Илдаровна: Һау булығыҙ! (Сығырға йүнәлә).

Батыр Ғәлиевич: Һау булығыҙ! (Тап ошо ваҡыт ишектән Урал Флюрович һәм Розочка килеп инәләр).

Румия Ильдаровна: (аптырап) Урал?! Һин ни өсөн бында...Мине бер ваҡытта эштән һуң ҡаршылағаның булманы...

Батыр Ғәлиевич: (аптырап) Розочка?

Урал Флюрович: (Румияға)Мин ул һорауҙы һиңә биререгә тейешмен! Өлгөлө ҡатын ниндәйҙер бер ят ир менән икәүҙән – икәү ҡалып бында ни эшләй?!

Батыр Ғәлиевич: Ғәфү итегеҙ, һеҙ кем булаһығыҙ?

Урал Флюрович: Мин кемме? Мин бына был актрисаның ире! (Румияға төртөп күрһәтә).

Батыр Ғәлиевич: Улайһа һеҙ беҙҙе дөрөҫ аңламанығыҙ. Беҙ спектальдең текстын уҡыйбыҙ. Ә Румия Ильдаровнаны әшәке һүҙҙәр менән нахаҡҡа рәнйетергә һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ!

Урал Флюрович: Ах, шулаймы! Тимәк һеҙ икегеҙ ҙә бер ҡалыптан! Улайһа миңә аңлатып бирегеҙ ҡосаҡлашып нимә ҡарап тора инегеҙ?! Бына был ханым (Розочкаға төртөп күрһәтеп) һеҙҙе ишек ярығынан ҡарап торған!

Румия Ильдаровна: (Розочкаға) Оятһыҙ!

Урал Флюрович: Йә, ниңә өндәшмәйһегеҙ?! Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡмы?!

Румия Ильдаровна: Етер! Саҡ ҡына оятың булһа туҡта исмаһам! Ерәнес һүҙҙәрең менән ағыулама мине!

Батыр Ғәлиевич: Беҙгә сығып тороға кәрәк, Розочка. (Розочка юҡ тигәнде аңлатып башын һелкә. Батыр Ғәлиевич сығып китә).

Урал Флюрович: (уның артынан) Күптән шулай кәрәк ине. (Румияға)Йә, нисек аңлатырһың?

Румия Ильдаровна: Етте тинем бит! Бер нисек тә аңлатмам! Һинең алдыңда аҡланырға бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ минең! Етте...Куп түҙҙем, башҡаса түҙә алмайым! Һинең алдауҙарың, ерәнес һүҙҙәрең мине көндән көн быуа...Сәсәйем мин...Һинең һаҙлығыңа батам!

Урал Флюрович: Телең сыҡтымы?! Был һүҙҙәрең өсөн мин һине!

Румия Ильдаровна: Мине бер ни эшләтергә кәрәкмәйәсәк! Мин айырылышырға ғариза бирҙем. Һинең алдашыуҙарың шул тиклем үҙәгемә үтте! Һөйәркәң тап ошо ҡатын икәнен дә күптән белә инем! (Розочкаға төртөп күрһәтә).

Урал Флюрович: (һуҙып) Улай икән...

Румия Ильдаровна: Ә хәҙер ҡалдырығыҙ... Бында булыуығыҙ быуа мине!

Урал Флюрович: (янап) Һуңынан ғәфү итеүемде һорап аяҡтарыма йығыла күрмә!

Румия Ильдаровна: Йығылмам! (Урал Флюрович менән Розочка сығалар. Ут һүнә).

Яйлап ҡына ут яна. Сәхнәлә Румия Ильдаровна һәм Батыр Ғәлиевич. Ул ҡулын Румияның яурынына ҡуйған.

Румия Ильдаровна: Күңелем оса... Шул тиклем рәхәт...Нисә йылдарҙан һуң күңелемә тыныслыҡ килде...Рәхмәт һиңә...барыһы өсөн дә... (ут һүнә).

Шаршау.