Икенсе шаршау.
Директор бүлмәһе. Батыр Ғәлиевич, Айрат Азаматович һәм Илһам Зарифович ҡыҙыу бәхәсләшәләр.
Илһам Зарифович: Һуң мин бит һеҙгә, Батыр Ғәлиевич, әйтеп торам, һеҙ төп рольгә Азалия Закировнанан да ярашлы кандидат тапмаҫһығыҙ...Ул буй, ул күҙ, ул ҡаштар...шулаймы Айрат Азаматович?
Айрат Азаматович: Эйе, эйе тап шулай. Шуға ла кастинг үткәреп тороуҙы мин урынһыҙ тип һанайым.
Илһам Зарифович: Әлбиттә! Беҙ ундай методттар менән эшләмәйбеҙ.
Батыр Ғәлиевич: Юҡ, юҡ, юҡ...Мин ундай рольде тота килеп бер актрисаға бирә алмайым. Ул бит...ул бит шундай бөйөк әҫәр... Франсуа Донне «Жозефина»...һәм рольде лә бөйөк итеп башҡарырға кәрәк. Ни өсөн мин тап Башҡортостанға килгән тиһегеҙ? Сөнки башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары матур, ипле, тәбиғи, талантлы...Ә Мәскәүҙә улар юҡ! Куптән инде аҡсаға һатылып бөткәндәр. Бөтә ерҙә яһалмалыҡ...
Илһам Зарифович: (күнеп) Улай булғас үткәреп ҡарайыҡ... Шулаймы Айрат Азаматович?
Айрат Азаматович: (ризаһыҙ) Шулайҙыр инде күрәһең.
Илһам Зарифович: Тәк, улай булғас актрисаларҙы йыйыр кәрәк. Киттекме?
Батыр Ғәлиевич: Киттек! (сығып китәләр).
Айрат Азаматович: (башын тота) Харап булдым!
Шаршау
Өсөнсө шаршау.
Театрҙың төп тамашалар залы. Кастинг тамамланыуға табан бара. Унлап актриса килгән. Улар төрлөһө төрлөсә кейенгән. Өҫтәл. Уның артында Батыр Ғәлиевич менән Илһам Зарифович ултыралар. Уларҙың арыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан.
Батыр Ғәлиевич: Тағы ла нисә актриса ҡалды?
Илһам Зарифович: (ярамһаҡланып) Икәү, Батыр Ғәлиевич, икәү.
Азалия Закировна: (урынынан тороп) Мин, мин ҡалдым.
Илһам Зарифович: ( киң йылмайып)Йә, йә яҡыныраҡ килегеҙ, Азалия.
Азалия Закировна килә.
Илһам Зарифович: Бына, бына ошо сибәркәй була инде берҙән-бер дәғүәсе.
Батыр Ғәлиевич: Ғәфү итегеҙ, һеҙ ошо актрисаны берҙән-бер дәғүәсе тиһегеҙме?..Мин был мадамда бер ниндәйҙә Жозефина күрмәйем.(Урынынан тороп актрисаға яҡын килә). Ә был ниндәй штукатурка?.. (актрисаның йөҙөнә күрһәтеп).
Азалия Закировна: (асыулы) Бик белгегеҙ килһә, мин биш сәғәт буйына матурлыҡ салонында ултырып сыҡтым!..
Батыр Ғәлиевич: Барығыҙ, һеҙҙе унда һаман көтәләрҙер! Бармай! (Батыр Ғәлиевичкә).
Азалия Закировна: (асыулы)Һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ минән көлөргә! Был абсурд! Жозефинаны мотлаҡ мин уйнарға тейешмен!..Бына нимә, иптәш режиссер,һеҙҙең менән минең ирем һөйләшәсәк!! (сығып китә).
Батыр Ғәлиевич: Юл ыңғайы психиатрға ла кереп сығырға онотмағыҙ!
Илһам Зарифович: (хәйләкәр йылмайып) Һеҙ ипләп Батыр Ғәлиевич, Азалия ҡала мэрының ҡатыны.
Батыр Ғәлиевич: Миңә тимәһә президент ҡатыны булһын! Мин талантлы актерҙар менән яҡшы спекталь эшләргә килгәнмен, ә баяғы мадам кеүектәрҙең сәхнә буйлап тәтәй баҫып йөрөүҙәрен ҡарарға түгел.
Илһам Зарифович: Үҙегеҙ беләһегеҙҙер инде.
Батыр Ғәлиевич: (актрисаға)Йәгеҙ, һеҙ ҡалдығыҙмы?
Актриса: (ҡыйыу) Әйҙәгеҙ, паникаһыҙ ғына былай эшләйек, минең ошо аҡсаларым хәҙер матур итеп кенә һеҙҙең кеҫәгеҙгә инеп ята, ә рольде һеҙ миңә бирәһегеҙ. Ҡыҫҡаһы, мин һеҙгә – аҡса, ә һеҙ миңә – роль. Килештекме? (сумкаһынан аҡса сығара).
Батыр Ғәлиевич: Һеҙ...һеҙ!...
Илһам Зарифович: (уны бүлдереп) Эйе, проблеманы шулай тыныс ҡына хәл итәйек.
Батыр Ғәлиевич: Оятһыҙлыҡ бит был! Талант һатылмай! Икенсенән, мин взятка алмайым!..Барығыҙ, баҙарға барып һатыулашығыҙ!..(сығып китә).
Илһам Зарифович: Батыр Ғәлиевич! Батыр Ғәлиевич! (артынан сығып китә).
Актриса: Илһамчик, бәлки ул бында бәләкәй сумма тип уйлағандыр...Әгәр теләһә мин тағы ла утыҙ мең өҫтәй алам! (артынан сығып йүгерә).
Шаршау.
