
Бер көн бер ҡалала...
(Алты шаршауҙа драма).
Ҡатнашалар:
Батыр Галиевич - билдәле режиссёр. 34 йәштәрҙә.
Айрат Азаматович – театр директоры.
Илһам Зарифович – театрҙың баш режиссеры.
Азалия Закировна - театр актрисаһы.
Ринат Рәшитович –ҡала мэры. Азалия Закировнаның ире.
Розочка – театрҙа секретарь. Урал Флюровичтың һөйәркәһе.
Румия Илдаровна – театр актрисаһы.
Урал Флюрович – «АртСтрой» төҙөлөш компанияһының директоры. Румия Илдаровнаның ире.
Раушания – прологта Румияның әхирәте. Бер курста уҡығандар.
Илнур – прологта Батырҙың дуҫы. Бер төркөмдә уҡығандар.
Театр актрисалары,ҡыҙҙар, егеттәр, журналистар, фотогрофтар.
Ваҡиғалар прологта бынан 10 йылдар элек бара.
Пролог.
Киске ҡала урамы. Бер төркөм ҡыҙҙар, егеттәр көлөшөп, шаулашып сәхнәгә килеп сығалар. Улар хушлашыу кисәһенән киләләр.
1-се егет: Йә инде буласаҡ бөйөк актерҙар һәм актрисалар, ошо ерҙә хуш итешәйек. Былай итеп ҡала урамын купме тапап йөрөргә була...
1-се ҡыҙ: Күрербеҙ әле бөйөк актер була алырһыңмы икән! Емерелергә торған ауыл клубына актер булып ҡайтырға яҙмаһын!..(Бөтәһе лә көләләр)
2-се ҡыҙ: Эй, ошоноң теле. Ул бит шаяртып ҡына әйтте...
Бөтәһе лә хушлашырға тотоналар.Парлылар бер-береһенән айыра алмайҙар.
Барыһынан да ситтә Раушания менән Ильнур ҡосаҡлашып торалар.
Раушания: Һағынырмын инде һине, Илнур...
Илнур: Матурым, беҙ бит ғүмерлеккә айырылышмайбыҙ. Бары бер айға ғына. Бер айға.(Һөйгәнен тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлай)
Батыр: (Ильнурға) О-ля-ля!! Вәт сутылдашаһығыҙ ҙа инде мөхәббәт ҡошсоҡтары! Имеш мин һине яратам, имеш мин һине бер кемгә лә бирмәйем! (Шаяртып ирештерә)
Илнур: Кит әле!..
Батыр: Ярай-ярай Ромео!! Тик фатирға ҡайтырға кәрәклеген онотма.
Йәштәр сығып китәләр. Сәхнәлә Румия, Раушания, Батыр, Илнур ғына ҡала.
Румия: Раушания, әйҙә инде ҡайтайыҡ.
Батыр: (Уға иғтибар итеп) Тәк-тәк!! Һылыуҡай, мин һине беләм шикелле...һин...Гөлдәр?..
Румия: (йылмайып) Юҡ!
Батыр: Улайһа Алһыу?
Румия: Юҡ шул Белмәҫйән!
Батыр: Ә-ә!! Һин Румия бит әле? Яңылышмайыммы һылыуҡай?
Румия: (оялып)Тап өҫтөнә баҫтың...
Батыр: (ҡыҙға яҡынлаша)Румия, Румия... (ҡыҙға оҙаҡ итеп ҡарап тора)Таныш булайыҡ мин – Батыр (ҡыҙға ҡулын һуҙа). Ә беләһеңме, Румия, мин һинең ҡара матур күҙҙәреңде бөгөн төшөмдә күрҙем...бик...
Румия: (егетте бүлдереп)Һин романтик ҡына түгел, алдаҡсы ла икәнһең! Йә, ярай, миңә ҡайтырға ваҡыт. Раушания!
Батыр: (уның юлына төшөп)Ә һеҙҙең телефон номерығыҙ ҙа үҙегеҙ кеүек матурмы?(Ҡыҙҙың ҡулынан тотоп ала).
Румия: (ысҡынмаҡсы булып) Һин, һин!..
Батыр: Мин шул мин...Телефон номерыңды бирмәйенсә ебәрмәйем. Үәт!
Румия: Харап икәнһең! Ебәрмәй берәү! Раушания, ярҙамға!!!
Илнур менән Раушания уларға иғтибар итмәйҙәр.
Йә, ярай...яҙып ал...улай бик кәрәк булғас...
Батыр: (киң йылмайып)О! Бая уҡ шулай тиһәң ни була...(тиҙ генә телефонына ҡыҙҙың номерын яҙып ала). Рәхмәт!
Румия: Осрашҡанға тиклем! Һау бул!(Улар Раушания менән сығып китәләр. Ильнур улар артынан эйәрә)
Батыр: Осрашҡанға тиклем, тине...Ә күҙҙәре...күктәге сағыу йондоҙҙар шикелле...(һиҫкәнеп китә)Ильнур?..Ильнур?!! (Сығып йүгерә).
Шаршау.
Беренсе шаршау.
Ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә бара.
Театр. Директор кабинеты.
Айрат Азаматович: (кем менәндер телефондан һөйләшә) Эйе, эйе...Беҙ Батыр Ғәлиевичты ҡаршыларға әҙер(киң йылмайып). Хафаланмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Эйе, эйе...һау булығыҙ...(трубканы һала).
Эх, шәп бит ә?!. Батыр Ғәлиевич, бөтә Рәсәйгә билдәле режиссер, үҙе, үҙе килә бит ә! (ҡәнәғәт.Ҡулын ыуғылап кабинет буйлап йөрөй).Тәк...(телефондан шылтырата) Роза Ғилемдаровна, миңә инегеҙ әле. Хәҙер үк.
Розочка инә.
Розочка: (иркәләнеп кенә) Эйе, Айрат Азаматович. Айрат Азаматович: Розочка, режиссер бүлмәһе әҙерме? Аэропортҡа кешеләр ебәрҙеңме?
Розочка: Эйе, Айрат Азаматович барыһы ла әҙер, ебәрҙем.
Айрат Азаматович: Яҡшы, яҡшы...Ярай, барығыҙ әҙерләнегеҙ.
Розочка сыға. Шунда уҡ кире инә. Ишек артында тауыштар.
Розочка: (ҡобараһы осоп) Айрат Азаматович!!! Киләләр!!
Айрат Азаматович: (ҡаушап) Ни-нимә? Киләләр!! Кем? Нисек?! Ул бит ярты сәғәттән һуң ғына бында булырға тейеш ине!..(бөтөнләй ҡойолоп төшә) Роза, галстугым!! Ҡайҙа минең галстугым?!!
Розочка: Ә!! Галстук?!! (Икәүләшеп “зыҡ” ҡубып галстук эҙләйҙәр. Роза шкафҡа йүгерә. Галстук һөйрәп сығара) Таптым!.. Бына! (Айрат Азаматовичҡа галстукты бирәм генә тигәндә, ултырғысҡа эләгеп ҡолай. Уға эләгеп Айрат Азаматович дөбөр-шатыр уның эргәһенә барып төшә).
Ошо ваҡыт ишек асылып китә. Унан Батыр Ғәлиевич, директор урынбаҫары, журналистар, фотогрофтар һ.б. килеп инә. Бөтәһе лә «ах» итә.
Розочка: Ой, аяғым! (һыҙланыуҙан ыңғыраша).
Айрат Азаматович: Эштән ҡыуам!!!
Фотогрофтар уларҙы фотоға төшөрәләр.
Шаршау.