Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәненең тарихы....docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
75.77 Кб
Скачать

Тел дәрестәрен анализлау

Тел уҡытыу методикаһы фәне, дидактика фәне өлкәһендә күп төрлө дәрес анализлау өлгөләре тәҡдим ителә. Был аңлашыла ла, сөнки һәр дәрес ҡалыплаштырылған форманан бер аҙым ситкә китмәйенсә, һалынған конкрет схема буйынса ойошторолмай. Конкрет уҡытыусы билдәле осраҡта уңышлы тип һанаған дәрес төрөн, унда ҡулланыу өсөн метод, алымдар һайлай. Заман менән бергә дәрескә ҡуйылған талаптар ҙа, дәрес йөкмәткеһе, ундағы ҡиммәттәр ҙә үҙгәрә. Мәҫәлән, күптән түгел традицион уҡытыу системаһында дәрес башлыса белем биреү формаһы буйынса, йәғни уҡытыусы эшмәкәрлеге булараҡ (йәки белем биреү формаһы) анализлана ине, бөгөн ихтибар үҙәгендә – уҡыусылар эшмәкәрлеге, уҡытыусының белем алыуға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтә белеүе. Дәрескә комплекслы анализ хаҡында һүҙ алып барғанда ла бер нисә йыл элек уның методик, педагогик, психологик үҙенсәлектәрен тикшереп, физиологик-гигиена күҙлегенән ҡарау йыш ҡына “онотола” ине.

Яңы белем биреү стандарттарына нигеҙләнеп системалы-эшмәкәрлекле ҡараш буйынса төҙөлгән дәрестәр иһә был пунктты ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Сөнки әгәр ҙә заман дәрестәрендә тәү сиратта комфорт атмосфера булырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына икән, ул әлбиттә физиология һәм гигиена талаптарына ярашлы шарттарҙа ғына ойошторолорға мөмкин.

Комфорт – инглиз теленән уңайлы шарттар, таяныс, терәк тип тәржемә ителә. Хәтерҙә яҡшыраҡ һаҡланһын өсөн заман башҡорт теле дәрестәренең ҡайһы бер төп һыҙаттарын да ошо һүҙ эсендә күрһәтергә мөмкин

К – компетентлы ҡараш, компетенциялар, критик ҡараш, креативлыҡ, культура, коллектив

О – ойошҡанлыҡ, оптималлек

М – мобиллек, мотивация, моделләштереү

Ф – фантазия, формалаштырыу, функционаллек, фундаменталлек

О – отҡорлоҡ,осөон

Р – рухи үҫеш

Т – талант, толерантлыҡ, темп.

Заман дәрестәренең эффективлығы критерийҙары:

-асыштар аша белем алыу;

-теге йәки был уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген башҡарыуға уҡыусының үҙбилдәләнеше (самоопределение);

-тикшергән һорау буйынса төрлө ҡараштарҙы сағылдырған, сағыштырған, дөрөҫ яуап табырға йүнәлеш биргән дискуссияларҙың булыуы;

-шәхес үҫеше;

-уҡыусының үҙ эшмәкәрлеге субъект булып уны дөрөҫ планлаштыра белеүе;

-демократик ҡараш ( демократичность), асыҡлыҡ;

-уҡыусының үҙ эшмәкәрлеген аңлап ойоштороуы: һөҙөмтәгә нисек һәм ниндәй юлдар менән килде, ниндәй ауырлыҡтарға осраны, улар нисек юҡҡа сығарылды һәм уҡыусы ниндәй тойғолар кисерҙе;

  • тормош менән бәйле мөһим һорауҙар менән бәйлелек, уларҙы сисеү юлдары күрһәтелеүе;

  • коллектив эҙләнеүҙәр аша уҡыусыларға асыш яһарға шарттар булдырылыуы;

  • уҡыусы өсөн һәр ваҡыт тик үҙе үҙ аллы эҙләп тапҡан, төҙөгән йәки уйлап сығарған ҡағиҙә йәки төшөнсә ҡыуаныс килтерәсәгенең иҫтә тотолоуы;

  • уҡытыусының уҡыусыларҙы проблемалы эҙләнеү йәки тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу аша субъектив асыштар юлына йүнәлеш биреүе.

Үҙ дәресеңде анализлау

Үҙбаһа аспекттары

Үҙанализ өсөн һорауҙар

  1. Дәрестең маҡсаты (бурыстары)

Үткәрелгән дәрестең төп мәғәнәүи асылы нимәлә? Ул уҡыусыларҙың төркөм, индивидуаль үҙенсәлектәре менән, тап ошо кластың кимәле, уҡыу-уҡытыу процесы һөҙөмтәләре менән нисек бәйле? Ниндәй маҡсат, бурыстар билдәләнгәйне?

  1. Дәрестең йәкмәткеһе һәм ойошторолоуы

Дәрес йөкмәткеһе, метод, ысулдар уңышлы һайланғанмы? Маҡсат, бурыстарға яуап бирәләрме?

  1. Уҡытусының эшләү технологияһы

Дәрестә

-уҡыусының тормош тәжрибәһен байытырлыҡ, белемдәрен актуалләштерерлек,

-үҙ аллы эшләү һәләттәрен, инициативлыҡтарын үҫтерерлек,

-уҡыусыларға һайлау мөмкинлеге бирерлек,

-ышаныслы аралашыу булдырырлыҡ,

-уҡыусының индивидуаль индивидуаль талаптарын һәм уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырлыҡ ниндәй ниндәй алымдар ҡулландым?

  1. Дәрес һөҙөмтәһе

Дәрес маҡсатына ирештеме, бурыстар хәл ителдеме? Үткәрелгән дәрес ниндәй кимәлдә

-уҡыусыларҙың индивидуаллеге асылышына,

-ижади һәләттәре үҫешенә,

-шәхестең ыңғай Мин-концепцияһы формалаштырылыуына алып килде?