Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәненең тарихы....docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
76.52 Кб
Скачать

Уҡытыусының дәресенә педагогик анализ

Мотивация – йүнәлеш биреү (мотивационно-ориентированный) аспекты.

  1. Уҡытыусы дәрестә уҡыусыларҙа дөйөм эшмәкәрлеккә мотивация һәм ыңғай эмоциональ мөхит булдыра алдымы? Бының өсөн ниндәй алымдар ҡулланылды?

  1. Дәрестең маҡсат йүнәлештәре ниндәй кимәлдә аныҡ һәм аңлайышлы итеп күрһәтелде? Улар һәр уҡыусы өсөн шәхсән мөһимме? Уҡытыусы эшмәкәрлеге уҡыусыларҙың индивидуаллеген үҫтереүгә, үҙ үҙҙәрен танып-белеү, үҫтереү. Раҫлау һәләттәрен формалаштырыуға йүнәлтелгәнме?

Йөкмәтке аспекты (содержательный аспект)

  • Һайлап алынған уҡыу-уҡытыу материалы программа талаптарына, дәрестең төп идея, маҡсат, бурыстарына тап киләме?

  • Уҡытыусы дәрестә һәр уҡыусының төркөмдә һәм индивидуаль эшмәкәрлектә танып-белеү мөмкинлектәре үҫеше кимәлен , уҡыу-уҡытыу материалы менән уҡыусының тормош һәм белем тәжрибәһе бәйләнеше күрһәтелдеме?

  • Уҡытыусы өйрәнелгән күренеш йәки процесс хаҡында уҡыусыларҙа системалы күҙаллау (представление) формалаштырырға тырыштымы, ундағы мөһим элементтар, төп һыҙаттар һыҙыҡ өҫтөнә алындымы, предмет эсендәге һәм предмет-ара бәйләнештәр булдырылдымы?

  • Уҡыу-уҡытыу материалы практик йүнәлешлеме? Уҡыу уҡыусы шәхесенең ижади һәләттәрен үҫтереүҙә, эмоциональ мөмкинлектәрен асыуҙа, үҙҡиммәттәрен формалаштырыуҙа әһәмиәте бармы?

Ойоштороу аспекты

  1. Уҡыусыларҙың шәхси тәжрибәһен (субъектный опыт) актуалләштереү һәм байытыу өсөн ниндәй педагогик алымдар ҡулланды?

  1. Дәрес барышында аралашыуҙың диалог, полилог формаларын ҡулландымы?

  2. Уҡытыусы уҡыусыларға индивидуаль һәм төркөмдә, коллектив йәки парлап эшләүҙе һайлау мөмкинлеге бирҙеме?

  3. Дәрестә һәр уҡыусы өсөн уңыш ситуацияһы булдырылдымы? Уҡытыусы тарафынан толерантлыҡ, уҡыусыларға ҡарата ышаныс күрендеме?

  4. Уҡыусыларҙың үҙаллылығын күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар булдырылдымы? Уҡытыусы ярҙамы оптималь күрһәтелдеме? Уҡыусыларҙың индивидуаль эшмәкәрлек темпы, стиле, иҫәпкә алындымы?

  5. Өйгә эше дифференциаль характерға эйәме? Уҡыусылар өйгә эште һайлап алыу мөмкинлеге алдылармы?

  6. Дәрестә ҡулланылған метод һәм алымдар ниндәй кимәлдә уҡыу-уҡытыу материалы йөкмәткеһе тап киләләр?

Баһалау-һөҙөмтә аспекты

  • Уҡытыусы баһалауҙа уҡыусылар яуабының дөрөҫ, дөрөҫ булмауын ғына түгел, ә яуаптың оригиналлеген, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен башҡарыуҙағы рациональ юл һәм ысулдар тәҡдим ителеүен дә иҫәпкә алдымы?

  • Уҡытыусының баһалау-аналитик эшмәкәрлеге уҡыусыларҙа ыңғай Мин-концепцияһын формалаштырыуға, донъяны танып-белеүҙә индивидуаль стилен булдырыуға булышлыҡ иттеме.