Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәненең тарихы....docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
76.52 Кб
Скачать

Дәрестән тыш уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге

Яңы белем биреү стандарттарына ярашлы белем, тәрбиә биреүҙә уҡыусыларҙың дәрестән тыш уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген дөрөҫ, маҡсатлы ойоштороу оло әһәмиәткә эйә. Улар предмет, метапредмет һәм шәхси һөҙөмтәләр үҫтереүгә йүнәлтелә. Ни тиклем генә яҡшы ойошторолған дәрес булмаһын уҡыусыны һәр яҡлап шәхес булараҡ үҫтереү, тәрбиәләү, ижади һәләтлектәрен асыу өсөн ваҡыт яғынан, күләме буйынса ла был ғына аҙ. Актив, даими үткәрелгән дәрестән һуңғы эшмәкәрлек уҡыуысларҙа уҡыу-уҡытыу компетенциялары формалаштырыуҙа, эшмәкәрлек төрҙәренә эйә булырға өйрәтеүҙә лә бик әһәмиәтле.

Башҡорт теле буйынса кластан тыш эштәр системалы рәүештә Бикҡужина Т.Ә. тарафынан өйрәнелгән. Автор кластан тыш эштәрҙең белем һәм тәрбиә биреү бурыстары,төрҙәре,уларҙың методикаһын ентекле итеп биргән(13,138). Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр,заман был төр эштәрҙе яңы күҙлектән ҡаруҙы,байытыуҙы.камиллаштырыуҙы талап итә. Дәрестән һуңғы эшмәкәрлек уҡыусыларҙың лингвистик фекерләү даирәләрен киңәйтеүгә, телде тойоу, һиҙемләү мөмкинлектәрен үҫтереүгә, башҡорт халҡына һәм үҙ туған телдәренә һөйөү һәм хөрмәт, әҙәбиәт менән үҙ аллы эшләү һәләтлектәрен үҫтереүгә,башҡа предметтар менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға ла мөмкинлек бирә. Иң мөһиме, уҡытыусыға уҡыусыларҙа үҙ фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, мотивация булдырырға ярҙам итә, шәхес булараҡ үҙ уҡыусыларын төрлө яҡлап асырға, аралашырға ярҙам итә.

Уҡыусыларҙың дәрестән һуңғы эшмәкәрлеге төрлө характерҙа булырға мөмкин. Уларҙың ҡайһы берҙәре эпизодик, ҡайһылары системалы үткәрелә. Йөкмәткеһенә килгәндә улар предмет буйынса теоретик материал менән бәйле һәм киңәйтелгән, өҫтәлмә материал менән байытылған формала булырға мөмкин. Ҡатнашыусылар һаны буйынса индивидуаль, төркөм менән һәм бик күп (массовка) кеше ҡатнашлығында ойошторолорға мөмкин.

Тел материалы бирелеше буйынса телдән һәм яҙма төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр. Түбән кластарһа күберәк телдән эш төрҙәре йышыраҡ тәҡдим ителһә, юғары кластарҙа икеһе лә бер сама үткәреләсәк. Яҙма эш төрҙәренә төрлө гәзиттәр, стендтар, альбомдар сығарыуҙы индерегә була.

Төркөмләп эш төрҙәренә тел түңәрәктәре, экскурсиялар, викторина һәм башҡалары инә. Күп кеше ҡатнашҡан (бәлки, бөтә мәктәп) сараларҙа төрлө тел байрамдарын, күргәҙмә, конкурстарҙы индерергә була.

Дәрестән һуң үткәрелгән уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген түбәндәге методик принциптарға нигеҙләнеп ойоштороу мөһим:

  • дәрес һәм кластан тыш эштәрҙең үҙ-ара бәйлелеге;

  • тәҡдим ителгән материалдың фәнни тәрәнлеге (принцип научной углубленности);

  • практик йүнәлештә булыуы;

  • мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булыуы;

  • сараларҙа ҡатнашыусы, йәлеп ителеүсе көслө һәм йомшағыраҡ уҡыусыларҙың тиң хоҡуҡлы булыуы, үҙ теләктәре буйынса ҡатнашыуҙары;

  • һәр уҡыусыға индивидуаль мөнәсәбәт булдырыу;

  • ижади һәләттәрен үҫтереү принциптары.

Кластан тыш эштәрҙең йөкмәткеһенә килгәндә ул башҡорт теленән программаларға нигеҙләнеп, уҡыусыларҙың лингвистик ҡыҙыҡһыныуҙары, телмәр, фекер үҫеше кимәленән сығып билдәләнә. Әммә мотлаҡ программа сиктәрендә генә ҡалырға тейеш тип аңларға кәрәкмәй.

Мәҫәлән, кластан тыш сараларҙы башҡорт теленең тарихына сәйәхәт, уның донъя телдәре араһындағы урыны, һүҙъяһалыш һәм уларҙың этимологияһы кеүек программа тарафынан тәҡдим ителмәгән темалар уҡыусыларҙың уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген активлаштырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ.

Башҡорт теленән кластан тыш эш төрҙәре бик күп: әңгәмә, конкурстар, кисәләр, конференциялар, телдән журнал, лингвистик уйындар, олимпиадалар һәм башҡалар. Йыл барышында үткәрелгән кластан тыш эштәрҙең йомғаҡлау этабы итеп Башҡорт теле аҙналыҡтары, көндәре йәки декадаһы үткәреү уңышлы. Был сараға әҙерлек оҙайлы ваҡыт дауам итә, уның темаһы, йөкмәткеһе, планы уҡытыусыларҙың методик берекмә ултырышында тикшерелә һәм раҫлана. Сараларҙы сифатлы үткәреү маҡсатында ойоштороу комитеты һайлана. Улар иҫәбендә телсе уҡытыусылар ғына түгел, ә уҡыусыларҙы ла индереү күпкә отошло. Аҙналыҡ саралары, ғәҙәттә, билдәле тема буйынса ойошторола. Ул фонетика, лексика (топонимика, ономастика, терминология, этимология һәм башҡалар), фразеология, орфография, телмәр культураһы, стилистика, пунктуация, грамматика, текст лингвистикаһы һәм башҡа булырға мөмкин. Әммә аҙналыҡ темаһы бер нисә йыл ҡабатланырға тейеш түгел, сөнки уҡыусылар телдең төрлө кимәлдәре буйынса үҙҙәренең оҫталыҡтарын, һәләттәрен, тормошҡа әҙерлек кимәлдәрен үҫтерә алырға тейеш.

Белем биреү процессын информатизациялау бөгөн дәрестәрҙә генә түгел, компьютер технологияларын, уҡыусыларҙың дәрестән һуң эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ла киң ҡулланырға мөмкинлек бирә. Кластан тыш сараларҙа компьютер, телекоммуникациялар ҡулланыу, уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген генә активлаштырып ҡалмай, уларҙың ижади, коммуникатив һәләттәрен, фекерләү даирәһен, үҙаңын үҫтерергә лә булышлыҡ итә. Компьютер технологиялары ҡулланып түбәндәге эш төрҙәрен уңышлы ойошторорға мөмкин:

  • электрон энциклопедия һәм Интернет сығанаҡтарына нигеҙләнеп доклад, сығыш, реферат әҙерләү;

  • төрлө таблица, текстар, ижади эштәр башҡарыу;

  • коллектив проекттар, уларҙың презентацияһын эшләү;

  • электрон һәм баҫма варианттарҙа мәктәп һәм класс гәзитен сығарыу;

  • он-лайн фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу (презентациялар әҙерләү);

-Интернет-олимпиадаларҙа, тел буйынса үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашыу.