Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәненең тарихы....docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
07.12.2019
Размер:
76.52 Кб
Скачать

Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу

Башҡорт әҙәби теленең тарихын һәм стилистикаһын уҡыу-уҡытыу методикаһы дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттары структураһына ярашлы төҙөлгән һәм юғары кластарҙа башҡорт теленән белем биреү процесының ойошторолошон һәм йөкмәткеһен билдәләй, уҡыусыларҙың дөйөм мәҙәниәтен формалаштырыуға, уларҙың рухи-әхлаҡи, ижтимағи, шәхси һәм интеллектуаль үҫешенә йүнәлеш тота, белем алыусыларҙың һаулыҡтарын һаҡлау һәм нығытыу, уҡыу эшмәкәрлеген үҙ аллы тормошҡа ашырыу, ижтимағи булдыҡлылыҡ, ижади һәләттәрен асыу, үҙ-үҙен үҫтереү һәм камиллаштырыу нигеҙҙәрен бирә.

Башҡорт әҙәби теленең тарихы һәм стилистикаһы курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып-белеү һәм социомәҙәниәт (йәмғиәти мәҙәниәт) маҡсаттарын тормошҡа ашыра.

Донъяны танып-белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тарихы һәм стилистикаһы тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы, уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

Башҡорт әҙәби теленең тарихы һәм стилистикаһы тураһында уҡыусылар түбән кластарҙа бер ни тиклем таныш булһалар ҙа, ныҡлап IX класта өйрәнәләр. Был осорҙа уҡыусылар әҙәби тел нормаларын һәм телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәрен үҙләштергән тип әйтергә мөмкин, беҙҙең алда уларҙы тағы ла камиллаштырыу, уҡыусыны үҙ-үҙе, әйләнә-тирә менән ышаныслы диалог ҡора белергә, донъяуи ҡараштарын киңәйтергә өйрәтеү бурыстары тора.

IX – XI кластарҙа башҡорт әҙәби телен өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙа республиканың төп халҡының һәм дәүләт телдәренең береһен өйрәнеүҙең, әҙәби телдә юғары мәҙәни кимәлдә аралаша белеү оҫталығының әһәмиәте, күп милләтле, толерант ҡарашлы донъя һәм Рәсәй шарттарында мөһимлеге хаҡында ыңғай фекер формалаштырыла. Уҡыусылар башҡорт әҙәби телен республикала мәҙәни-ара арлашыу, туғандаш төрки халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм донъяны танып-белеүҙең яңы инструменты булараҡ беренсел тәжрибә туплайҙар. Телде тәрәнәйтеп өйрәнеү менән берлектә башҡорт мәҙәниәте донъяһы хаҡында ла белем бирелә, был үҙ сиратында уҡыусыларҙа үҙ мәҙәниәтен тәрәнерәк аңлауға алып килә. Уҡыусылар башҡорт әҙәби телендә яҙма рәүештә һәм телдән, шулай уҡ телекоммуникация саралары ярҙамында юғары кимәлдә аралашыу, хәбәрләшеү сараларына эйә була. Милли һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәрен, телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе сағыштырып өйрәнеү, үҙ халҡың, тамырҙарың, йәшәгән ерең һәм илең менән ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғоһо формалаштырыуға, этник һәм милли булмышты аңларға ярҙам итә.

Башҡорт әҙәби теленең тарихын һәм стилистикаһын өйрәнеү барышында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн түбәндәге ғәмәли бурыстарҙы үтәү кәрәк:

  • уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү;

  • башҡорт теленең тарихи үҫеше, стилистикаһы, ижтимағи тормошта ҡулланыу даирәһе тураһында төплө белем биреү;

  • башҡорт әҙәби теленең граммматик, орфографик, пунктацион, стилистик нормалары нигеҙендә дөрөҫ яҙыу, орфоэпик, интонацион ҡағиҙәләргә ярашлы тасуири уҡыу, төрлө донъяуи шарттарҙа, рәсми әңгәмәләрҙә, фәнни бәхәстәрҙә аралашыу һәм һөйләү телмәре күнекмәләрен нығытыу;

  • башҡорт әҙәби теленең тарихына, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә позитив эмоциональ-баһалы ҡараш, уның уникаллеген һәм таҙалығын һаҡлауға туранан-тура мөнәсәбәтле булыу тойғоһо тәрбиәләү; телде фәнни яҡтан танып-белеү ҡыҙыҡһыныуы, үҙ телмәр мәҙәниәтен яҡшыртыуға, камиллаштырыуға ынтылыш уятыу.

Башҡорт әҙәби теленең тарихын һәм стилистикаһын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  1. башҡорт әҙәби теленең үҙәнсәлекле тарих үҫеш кисереүен, төрки телдәре ғаиләһендә һәм Рәсәй халыҡтары телдәре араһында билдәле урын биләүен, башҡорт милләтенең, Башҡортостанда йәшәгән кешеләрҙең аралашыу сараһы булып тороуын, үҫешкән, заманса коммуникацион сараларҙа иркен ҡулланылыуын аңлау, үҙләштереү;

  1. башҡорт телен милли мәҙәниәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡабул итеү;

  2. дөрөҫ, әҙәби тел һәм стилистик нормаларға ярашлы, логик эҙмә-эҙлекле һөйләү һәм яҙма телмәрҙең кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе булыуын төшөнөү;

  3. үҙ телмәреңә иғтибарлы булыу, үҙ-үҙеңде баһалау һәләтенә эйә булыу, телмәр берәмектәрен адекват ҡулланыу, тәрбиәле һәм әҙәпле аралашыу партнеры булырға өйрәнеү.

Башҡорт әҙәби теленең тарихын һәм стилистикаһын өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. белем алыу (уҡыу-уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мөғлүмәт табыу маҡсатында телде ҡуллана белеү оҫталығын булдырыу;

  1. аралашыуҙың маҡсатына, бурысына, сараһына ярашлы тел йүнәлешен асыҡлау;

  2. коммуникатив мәҙәниәт нигеҙҙәренә эйә булыу, йәғни мөмкинселеккә ҡарап коммуникатив мәсьәләләр сисеү,

  3. телмәрҙең һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында функциональ стиль сараларын һайлап ала белеү;

  4. үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу.

Башҡорт әҙәби теленең тарихын һәм стилистикаһын өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр керә:

  1. башҡорт әҙәби теленең тарихи үҫеше, диалекттары, функциональ стилдәре һәм телмәр мәҙәниәте ҡағиҙәләре тураһында фәнни һәм практик төшөнсә алыу;

  1. лингвистик фекерләү ҡеүәһе үҫешеү;

  2. башҡорт әҙәби теленең ҡулланылыу даирәһендә (үҙ-ара аралашыу, дәүләт һәм шәхси ойошмаларҙың рәсми эш ҡағыҙҙары, радио, телевидение, матбуғат, интернет һ.б.) орфографик, стилистик нормаларҙың һаҡланыуын күҙәтеп барыу;

  3. башҡорт әҙәби теленең тарихи осорҙарын, ҡулланылған яҙмаларын, диалекттарын, стилдәрҙең үҙенсәлектәрен күрә, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика биреү) алыу оҫталығы;

  4. үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлелеге.

Өсөнсө мең йыллыҡта ғалимдар, сәйәсмәндәр, йәмғиәт эшмәкәрҙәре беҙҙең илдә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә кешелек тормошоноң ҡоролошонда һиҙелерлек принципиаль үҙгәрештәр барыуын билдәләйҙәр. Кешелек өсөн яңы мәҙәни төрҙөң (“постиндустриаль”, “мәғлүмәти”, “интернет селтәрле”, “инновацион”) формалашыуы мәғарифтың методологик, теоретик, технологик өҫтөнлөктәре үҙгәреүенә лә йоғонто яһамай ҡалманы.

Яңы мәҙәни-тарихи ситуацияның төп һыҙаттары булып түбәндәгеләр тора:

- йәмғиәт һәм сәнәғәт етештереүсәнлегенең тармаҡлынан интегратив, мозаик характерға күсеүе;

- коммуникация төрҙәренең бөтә (шәхси, корпоратив, дәүләт) кимәлдә лә үҙгәреш кисереүе, толерант диалогик мөнәсәбәттәрҙең кешеләр араһында ғына түгел, төрлө ижтимағи, һөнәри, этник төркөмдәр араһында ла ҡоролоу зарурлығы;

- йәмғиәт һәм сәнәғәт етештереүселәренең шәхси сифаттарына яңы талаптар ҡуйылыуы – эш-хәрәкәттә, уй-фекерләүҙә һығылмалылыҡ, донъяны танып-белеү, инновацион үҙгәрештәргә һиҙгерлек, оперативлыҡ күрһәтеп эшмәкәрлектә ҡулланышҡа индереү;

- мәҙәниәттең яңы субъекты барлыҡҡа килеүе, йәғни шәхестең рефлексияға һәләте, автоном режимда эш итә алыуы, үҙ эшмәкәрлеген ойоштора белеүе( 16, 3).

Мәғариф, бер яҡтан, мәҙәни тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө булараҡ, ундағы бөтә яңылыҡтарҙың сағылышы булып тора, икенсе яҡтан, мәҙәниәт үҫешенең иң төп механизмы рәүешендә сығыш яһай. Шуға күрә “мәғариф кризисы” донъялағы дөйөм мәҙәни үҙгәрештәр һөҙөмтәһе лә, шул уҡ ваҡытта тотҡарлығы (тормозы) булыуы ла мөмкин. Мәғариф үҫешендә билдәле бер эске ҡануниәт бар:

  1. уҡыу-уҡытыуҙың маҡсаты ижтимағи заказға туранан-тура бәйле, йәғни буйһона;

  1. йөкмәткеһе ижтимағи заказ һәм уҡыу-уҡытыуҙың маҡсаты менән бәйләнешле;

  2. форма һәм методтары уның йөкмәткеһенә бәйләнгән;

  3. һөҙөмтәһе юғарыла күрһәтелгән бөтә элементтарҙың дөрөҫ, заманға ярашлы ҡуйылышынан тора.

Ошо эҙмә-эҙлелектә ниндәйҙер сылбыр урынлы ялғанмай икән, бөтә көтөлгән һөҙөмтәләрҙең юҡҡа сығыуы, кәрәге ҡалмауы мөмкин.

Уҡыусылар аңына башҡорт теленең бөтә байлығын, үҙенсәлеген һәм нескәлеген еткерер өсөн, башҡорт әҙәби теле үҫешенең тарихи шарттарын ентекле аңлатып китеү мөһим. Билдәле булыуынса, тел ғилеменең айырым бер осоронда башҡорт әҙәби теле 1917 йылғы Октябрь революцияһының ыңғай йоғонтоһо аҫтында ғына барлыҡҡа килде тигән ҡараш йәшәп килә [3; 6]. Шул уҡ ваҡытта “Ләкин Октябрь революцияһына тиклем башҡорттарҙың, йәғни башҡорт йәмғиәтенең яҙмаһы булмаған тип әйтеп булмай” [6; 31] тигән ҡаршылыҡлы һығымта яһала. Уҡыусыларға “Ниндәй сәбәптәр был аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйҙы икән?” тигән проблемалы һорау ҡуйып, уларҙың фекерләү ҡеүәһен, тарихи сәбәптәрҙе асыҡлай, анализлай белеү кимәлен тикшереп ҡарарға мөмкин. Түбән кластарҙа Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен өйрәнгән IX класс уҡыусыһы был һорауҙарға яуап биреү өҫтөндә эҙләнә ала. Артабан уҡытыусы әҙәби телдең милләткә тиклемге һәм милли осорҙарға бүленгәнен аңлатып китә, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын күрһәтә:

Әҙәби тел

Милләткә тиклемге осорҙоң милли осорҙан айырмалары яҡтары

Милләткә тиклемге осор менән милли осорҙоң оҡшаш яҡтары

Йәнле һөйләү телмәре менән бер системала тормай

Аралашыу үҙенсәлектәрен биреүсе яҙманың булыуы

Йәмғиәттең бөтә ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндермәй

Билдәле кимәлдә эшкәртелгән булыуы, тотороҡло һәм нормаларға һалынған булыуы

Төрлө диалектизмдар һәм регионализмдар менән һыйышып йәшәй

Йәмғиәт ағзғаларының, төрлө ҡатламдарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүе

“Әҙәби тел”, “Милләткә тиклемге осор”, “Милли осор”, “Фольклор (халыҡ ижады) теле” тигән төшөнсәләргә аңлатма биреп китеү ҙә мөһим. Әҙәби тел һәм фольклор (халыҡ ижады) телен дә сағыштырып күрһәтергә кәрәк:

Әҙәби тел

Фольклор (халыҡ ижады) теле

Яҙмала барлыҡҡа килә, сағыла, үҫә

Яҙма тексһыҙ йәшәй, үҫешә

Стилдәр системаһынан тора

Стилдәргә бүленмәй, жанр үҙенсәлектәре генә сағылыш таба

Билдәле бер тарихи осорҙа китап һәм һөйләү сфераларында ҡулланыла

Ауыҙ-тел сфераһында йәшәй, тарихи тикшереүгә бирелмәй

Фольклор теленең эҙмә-эҙ яҙылып килгән ҡомартҡылары булмай, йәғни беҙ “Урал батыр” эпосының бынан бер нисә быуат элек нисек яңғырағанын белә алмайбыҙ, М.Буранғолов үткән быуат башында яҙып алған варианттың теле менән генә таныша алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәренең теле башҡорт әҙәби теленең формалашыуына, нормаларға һалыныуына ныҡ йоғонто яһаған мөһим сығанаҡтарҙың береһе тип иҫәпләнелә[3; 7]. Ошо рәүешле сағыштырып, һығымталар яһау, тарихи, сәйәси , ижтимағи шарттарға анализ үткәрергә тырышыу дәрес-бәхәс формаһын алып китә, уҡыусыға үҙ фекерен, мөнәсәбәтен белдерергә, проблеманың асылын аңларға дәртләндерә. Әгәр ҙә инде бәхәс, дискуссия барышында ғәҙәти (стандарт) булмаған фекерҙәр яңғыраһа, уҡытыусы “Бөтәһе лә бер төрлө уйлай икән, тимәк береһе лә уйламай” тип хуплап, хатта күпселеккә ҡаршы сығып булһа ла был ҡарашты өҫтөнлөклө итергә тырышһа, дәрестә битараф ҡалыусылар булмаясаҡ. Бәлки тап ошо ҡаршылыҡлы идея нигеҙендә дөрөҫлөккә юл, ижади илһам уяныуға орлоҡ яталыр. Хаталы тип уйлаған фекер-ҡараштарға ла лояль булыу кәрәк, һәр уҡыусы хаталанырға хоҡуҡлы. Уҡытыусының урынлы һүҙе, кәрәк саҡта яңы мәғлүмәт өҫтәп ебәреүе үҙе үк уҡыусыға дөрөҫ йүнәлеш бирәсәк, “мәсьәләне үҙем систем!” тигән ҡыуаныслы асыш оранының күңелдәрҙе елкетеп, дәрт-дарман биреүенә килтерәсәк. Бала дәрестән үҙ көсөнә ышаныс алып, ҡәнәғәтлек хисе кисереп сыға икән, тимәк, уңышлы шәхес, киләсәктең әүҙем кешеһен тәрбиәләүгә һуҡмаҡ һала алдың тигән һүҙ. Күпселек осраҡта уҡытыусылар уҡыусының үҙенең фекерен асып һалыуҙы көтмәйҙәр, тыңлаусан рәүештә алдағы йәки әлеге дәрестә әйтелгәндәрҙе ҡабатлауҙы көтәләр, йәғни “яуап бирә алаһығыҙ, ләкин тап мин теләгән яуап ҡабул ителә” тигән подтекст һалына. Был осраҡта, әлбиттә, үҙ-ара аңлашыу, ижади хеҙмәттәшлек, дәрестең темаһын үҙләштереү, тормош менән бәйләп ҡарау тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел.

Беҙҙең төп маҡсаттарҙың береһе булып телгә, уның тарихи үҫешенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, глобализация шарттарында барлыҡҡа килә башлаған тамырҙарыңа, булмышыңа ғәмһеҙлек тойғоһонан айнытыу, лингвистик белем даирәһен киңәйтеү тороуын күҙ уңынан ысҡындырыу ярамай.

Дәрес этаптарын әҙерләгән саҡта, уҡытыусының режиссер эшмәкәрлеге традицион дидактик төшөнсәгә уникаль элементтар индерергә мөмкинселек бирә. Мәктәп йылдарын иҫкә алғанда, иң беренсе нәүбәттә сағыу ваҡиғалар, шатлыҡ-ҡыуаныс кисергән мәлдәр, күңелле дәрестән тыш саралар хаҡында хәтерләйбеҙ. Шуға күрә дәресте планлаштырғанда, уҡыусының мәктәп тормошон йәнлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итеү тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Уҡыусының дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыу үҙ сиратында әүҙемлек, тырышлыҡ, инициатива күрһәтеү, материалды үҙләштерә алыу һәләте менән тығыҙ бәйле. Дәрес-ижад, дәрес-фекерләү, дәрес-фантазия, дәрес-театр, дәрес-хөкөм, сәнғәт менән биш минут, маска кейеү, төрлө геройҙарҙы саҡырыу, сәйәхәт, ярыш, хәтер һынаш, аукцион үткәреү, өндәмәләр яҙыу, һайлау алды программаһы менән таныштырыу һ.б. формалар, уларҙың элементтарын ҡулланыу дәресте йәнләндерә, ижад атмосфераһы тыуҙыра. Ғөмүмән, уйын формаһын бәләкәй һәм урта кластар менән сикләнеп ҡалмай, юғары кластарҙа индереп ебәреү ҙә бик отошло. Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә төрлө уйындарҙа ҡатнашырға, йәмәғәтселек алдында үҙҙәрен күрһәтергә, башҡаларға ҡарарға, эмоциялар менән уртаҡлашырға яраталар. Өй эшенең, үтелгән теманың ғәҙәттәгесә тикшерелмәүе, яңы теманың көтөлмәгәнлек эффекты аша бирелеүе, теманы нығытыу ҡыҙыҡлы уйын алымы менән ойошторолһа – уҡыусының эске үҫешенә уңайлы шарттар, уңышҡа өлгәшеүгә бер баҫҡыс аҙым, көтөлгән һөҙөмтә күрербеҙ.

Мәҫәлән, башҡорт теленең стилдәрен өйрәнгәндә, “Һ.Дәүләтшинаның ижади оҫтаханаһы”на сәйәхәт ойошторорға мөмкин. Башта Һ.Дәүләтшина стиленең үҙенсеәлектәрен өйрәнгән күренекле телсе Ғ.Сәйетбатталовтың фекере әйтеп үтелә: “Һ.Дәүләтшина әҫәрҙәренең теленә тәбиғилек хас, ул әсә телен яҡшы белә, туған телдең йөрәк тибешен һәйбәт тоя. Әҙибә художестволы ижад процесында башҡорт теленең эске потенциаль мөмкинлектәрен тулы файҙаланырға тырышҡан” (14, 280). Һ.Дәүләтшинаның әҫәрҙәрендә синонимдарҙың, фразеологик әйтемдәрҙең, топонимик исемдәрҙең йыш һәм урынлы ҡулланылыуы, халыҡтың йәнле һөйләү стилен бөтә нескәлектәрендә еткерә алыуы, ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында геройҙарҙың телмәрен индивидуалләштерә алыуы тураһында телгә алына. Матур әҙәбиәт стиленең халыҡтың йәнле һөйләү стиленән айырмаһы: тасуирлаусы һөйләмдәрҙең ҙур урын биләүе иҫкә төшөрөлә һәм Һ.Дәүләтшинаның бындай синтаксик төҙөлмәләр менән оҫта эш итеүе, динамикала биреүе әйтелә. Уның аналитик фекерләй белеү һәләтлеге, бигерәк тә ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙы ҡулланып, башҡорт әҙәби телен байыҡтырыуҙа ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләгәс, уйын формаһында эш бирелә. Яҙыусының ижад лабораторияһына һөжүм ителеүе, уның “Ырғыҙ” романын өйрәнсек яҙыусы урлап үҙенеке итеп баҫтырып сығарырға теләүе тураһында хәбәр ителә. Был өйрәнсек яҙыусы әҫәрҙе танымаҫлыҡ итеп үҙгәртергә тырышҡан, ныҡ ҡына мөнтәҫләп бөткән тигән һүҙҙәр менән боҙолған (һүҙҙәр төшөп ҡалған, урынһыҙ ҡулланылған, һөйләм тәртибе үҙгәртелгән) текст бирелә. Башта кластағы уҡыусылар һанына ҡарап, өс-дүрт төркөмгә бүлергә һәм һәр командаға эксперттар билдәләргә кәрәк. Команда йәки төркөмдәр боҙолған тексты йүнәткән арала, эксперттарға әҫәрҙең тулы тексына күҙ йүгертеп сығырға, китапты ҡулға алып ҡарарға рөхсәт ителә, ләкин ҡайһы урындан өҙөктәр алыныуы әйтелмәй. Билдәле бер ваҡыт арауығы үткәндән һуң, кескәй ҡыңғырауҙы шылтыратып, тексты эксперттарға бирергә тәҡдим ителә. Тексты ике – матур әҙәбиәт һәм йәнле һөйләү стилдәре буйынса төҙәтергә, тейешле синонимдарҙы, топонимик атамаларҙы ҡуйырға, һөйләмдәрҙе дөрөҫләп төҙөргә бирелгән була. Улар барыһы ла айырым ҡағыҙҙа бирелгән, команда менән берләштереп, стилгә ярашлы һүҙҙәр менән байытырға тигән талап ҡуйыла. Эксперттар ҡарап сыҡҡан арала, командалар стиль тураһында фекер алышалар, тексҡа исем биреү өҫтөндә эшләйҙәр. Ҡағыҙҙар яңынан ҡайтарылғас, индерелгән төҙәтмәләр менән килешеү-килешмәү тураһында һөйләшәләр, эксперт иҫкәрмәләрен “дөрөҫ”, “килешәм”, “риза түгелмен”, “яҡшы килеп сыҡҡан”, “минеңсә, урынлы түгел” кеүек лексика ярҙамында баһалайҙар, тағы ла төҙәтмәләр индерергә ваҡыт бирелә. Был арала эксперттарға һығымта яҙырға тәҡдим ителә, улар ҙа телмәрҙәрендә ыңғай, позитив һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡулланырға тейеш. Текст менән эшләгән саҡта, яңыртылған өлөштөң композиция элементтарын билдәләү ҙә күңелле, эшлекле атмосфера булдырырға ярҙам итә. Төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш кеүек сюжет өлөштәрен табыу ҡыҙыу бәхәстәргә, фекерҙәр бәрелешенә алып килә. Хәҙер инде ике яҡҡа ла һүҙ бирергә сират етә. Тәүҙә текстың исеме, стиле әйтелә, команда капитаны, йәки башҡа ағзаһы тулы тексты уҡый, төҙәтмәләргә мөнәсәбәттәрен белдерә, шунан эксперт етәксеһе һығымта менән таныштыра. Бөтә командаларҙы ла тыңлап бөткәс, оригиналдың табылыуы тураһында хәбәр ителә һәм эшләгән эш менән сағыштырыла. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен яҙыусы стиленә яҡын йә иһә алыҫ тороуына ҡарап “Һөнәрсе” йәки “Өйрәнсек” тип баһалайҙар. Бында әҙәбиәт дәресе менән бәйләнеш тә, кеше хоҡуҡтары, плагиатлыҡ күренеше, халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтенең яҙылыу тарихы, “Мораҙым” повесының яҙмышы тураһында әңгәмә үткәрергә, проблемалы һорауҙар ҡуйырға мөмкин. Дәресте йомғаҡлап, “Бөгөн беҙ Һ.Дәүләтшина стиленең ниндәй серҙәрен астыҡ, ниндәй яңылыҡтар белдек?” тигән һорау ҡуйыла, яуаптарҙың нисек яңғырауына ҡарап, уҡытыусы дәрестә уҡыусы эшмәкәрлегенең нисек ойошторолоуын билдәләй ала, киләһе дәрескә төҙәтмәләр индерелергә әҙерлек алып бара, уҡыу-уҡытыу процесының ике яғы ла үҙ эшенең һөҙөмтәһенә рефлексия үткәрә.

Бындай эш төрөн Р.Ғ.Аҙнағолов проблемалы-үҫтереүле принцип нигеҙенә яраштырылған тип билдәләп китә һәм халыҡ педагогикаһында, сәсәнлек мәктәбендә йыш ҡулланылған алым тип күрһәтә (2;76). Проблемалы, баланың шәхесен үҫтерерлек һорауҙар фекер тупларға, класс алдына ҡуйылған мәсьәләне сисергә ынтылыш уята, хәҡиҡәт эҙләүгә, һорауға яуап табыуға алып килә. Мәҡәл, әйтем, таҡмаҡ, йомаҡ, йыр, ҡобайыр, әйтеш – һәр береһендә кинәйә ята, фекерләүгә, йомолған серҙе табыуға, асыш яһауға әйҙәй. Яуаптар ябай ғына түгел, тапҡыр ҙа, йөкмәткеле лә булырға тейеш. Шуға күрә халыҡ ижады әҫәрҙәрен өйрәнгән саҡта уҡыусылар уларҙың йөкмәткеһе эсенә еңел инеп китәләр, ижади сәм, ынтылыш көсәйә, һәр кем дәрестең әүҙем ҡатнашыусыһына әйләнә. Ошондай рухлы, илһамлы мәлдәрҙе беҙ тел дәрестәрендә лә уята алабыҙ, был үҙ сиратында бала күңеленә юл асырлыҡ асҡыстар, йәғни уҡыу-уҡытыуҙы әүҙем һәм ижади итеп ойоштороу юлдарын табыуға әйләнеп ҡала.

Әҙәби телдең “Милләткә тиклемге осор” һәм “Милли осор” тигән төшөнсәләрен биргәндә, милләткә тиклемге осор тип, йәғни башҡорт халҡы милләт булараҡ формалашҡан дәүерҙең XIX быуаттың аҙағынаса дауам итеүен аңлатып китергә кәрәк. Башҡорт әҙәби теленең үҫеш тарихы осорҙарының да төрлө ҡараштарҙа сағылыуын түбәндәге формала күрһәтеү отошло булыр:

Күренекле телсе Ж.Ғ. Кейекбаев фекере

Билдәле әҙәбиәт белгесе Ғ.Б.Хөсәйенов ҡарашы

Хәҙерге заман телсе-ғалимдары Э.Ф.Ишбирҙин, И.Ғ.Ғәләүетдинов бүлеүе

1) XV-XVI быуаттарҙан алып XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем

1) XIII-XIV быуаттарҙан алып октябрь революцияһына тиклем

1) XIII быуаттан алып XIX быуаттың аҙағына тиклем

2) XIX быуаттың икенсе яртыһынан октябрь революцияһына тиклемге осор

2) 1919-1922 йылдарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем

2) XX быуат башынан хәҙерге көндәргә тиклем

3) 1919-1922 йылдарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем

Осорҙарға бүлеү мәсьәләһе буйынса фекер алышыу, уҡыусыларҙан теге йәки был ҡарашты яҡлап сығыш яһатыу, әҙәбиәт, тарих фәндәре менән предмет-ара бәйләнеш булдырыу кеүек эш төрҙәре уҡыусыны битараф тыңлаусынан әүҙем ҡатнашыусыға әйләндерергә ярҙам итер. Әҙәбиәт дәрестәрендә лә IX класс уҡыусылары осорҙар бүленеше, боронғо Орхон-Енисей яҙмалары, иҫке төрки телендә ижад ителгән әҫәрҙәр менән танышҡанға күрә, тел үҫеше һәм үҙгәреше менән бәйле сағыштырыуҙар бик ҡулай буласаҡ.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең барлыҡҡа килеүендә һәм формалашыуында XIX быуат аҙағы, XX быуат башы айырыуса әһәмиәтле урын тотоп тороуын билдәләргә кәрәк. Ул осорҙа, башҡорт милләтенең милләт булараҡ формалашыуының башланғыс осоронда, яҙма әҙәби тел сифатында иҫке төрки теленән (Урал-Волга буйы төрки теле) арынып бөтмәгән татар әҙәби теле ҡулланыла, шул уҡ ваҡытта ул яҙмаға башҡорт лексик-грамматик йоғонтоһо көсәйә.

Башҡорт яҙыусылары гәзит, журнал биттәрендә һәм айырым китап булып сыҡҡан әҫәрҙәрендә мөмкин тиклем башҡортсараҡ яҙырға, яҙма телгә башҡорт лексикаһын индерергә тырышҡандар. Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, татар әҙәби теле Башҡортостан шарттарында көндән-көн башҡорт теле йоғонтоһона бирелә [3; 166].

1909 йылда «Шура» журналы халыҡҡа әҙәби тел тураһында фекер алышырға саҡырып мөрәжәғәт итә. Төрки халыҡтарының телдәрен өйрәнеү һәм әҙәби тел мәсьәләһен ғилми яҡтан тикшереү буйынса матбуғатта тәүге тәжрибә була ул. Баш мөхәррир Р. Фәхретдинов ошо «тел ярышында» ҡатнашҡан кешеләрҙең мәҡәләләрен ул саҡтағы матбуғаттың дөйөм төрки телендә генә түгел, ә башҡорт, ҡаҙаҡ телдәренең үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алып баҫтыра. 1910 йылда ул материалдарҙың барыһын бергә туплап (86 мәҡәлә), биш бүлектән торған 195 битлек айырым китап рәүешендә нәшер итә [15; 30].

Ошо ярышта ҡатнашҡан һәүәҫкәр тарихсы һәм әҙип Ғәрифулла Кейековтың «Тел сабыштырыу» тигән мәҡәләһе менәнтаныштырып китергә мөмкин: «Безнең башҡорт тоҡомо тоҡон (тыйнаҡ) гына халыҡ. Шулай булсалар да, уҡыуға бик черкәмләр. Боронғо бабаларымыз көрәшергә, ат чабыштырырға, мәрәйгә атып тейдерергә бик мәргәнләр икән. Аларның уҡ сала торған садаҡларыны, жәйәләрене әле булса саҡлаған бабаларымыз бар. Мин дә аларның бер аҙ тарихларыны шәкерт чағымда уҡ яза башлаған идем. Мәгәр күберәк «имеш-маниш»тан иде. Бу заманда, русчадан бер аҙ күчергеләй торгач, байтаҡ төпләргә үрелде дә, тач башҡортча ғына булғанға, ҡазанлар мыҫҡыл итерләр, дип баҫтырырға күрсәтә алмаған идем...» [8; 184].

Был өҙөктөң һуңғы юлдарында үҙ әҫәрҙәрен башҡорт телендә баҫтырырға теләгән зыялыларыбыҙ алдында торған ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар сағыла. Ошондай уҡ кәртәләр Ш. Бабичтың «Көтәм» тигән шиғыры алдында ҡуйыла. «Тормош» гәзитенә баҫтырырға алып килгәс, Ш. Бабич ошондай шарт ҡуя: «Алдан уҡ әйтеп ҡуяйым: шиғырымдың ике сәйер яғы бар. Берҙән, ул шаҡтай ҡыйыу мәсләкле, икенсенән — шиғыр башҡорт телендә яҙылған. Сөнки башҡорттоң бөгөнгө гүрстандай ауыр тормошо хаҡында, уның өмөт иткән яҡты истиҡбалы хаҡында милләте башҡорт булған шағир үҙ шиғырын башҡортса яҙмай булдыра алманы. Мин уның башҡортса баҫылыуын теләр инем» [17; 233]. Ләкин «Тормош»тоң мөхәррире Закир Ҡадириға был фекер оҡшамай. Ул: «Бабич үҙе әйткән сәйер яҡтарын алып ташлағанда ғына баҫып сығара алам, ә был көйө юҡ», — тип белдерә. Бындай хөкөмгә ҡаршы Бабичтың: «Беҙҙең халыҡҡа ирекле көндәр килмәйенсә, был шиғыр донъя күрә алмаҫ, ахырыһы. Ә мин ул көндө көтәм!» — тигән ҡанатлы һүҙҙәре билдәле [17; 234].

1919-1922 йылдарҙа йәш Башҡортостан дәүләте эшмәкәрҙәре алдында иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып башҡорт милли әҙәби телен булдырыу һәм уның дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен эшләү тора. Был юҫыҡта барған мәсьәләләрҙең ҡыҙыу һәм хәл иткес булыуын да аңлатып китергә кәрәк. Башҡорт теле рәсми рәүештә дәүләт теле итеп танылғанда, уның әҙәби тел нормалары эшләнмәгән ине әле. Башҡорттарҙың үҙ тарихында тәүге тапҡыр үҙ милли әҙәби телен тыуҙыра һәм уны дәүләт теле итеп ҡабул ителеүендә күренекле дәүләт эшмәкәре Ш.Хоҙайбирҙиндың хеҙмәте ҙур [7; 62]. Башҡортостан партия өлкә комитетының 1921 йылдың 27 июнендә уҙған пленумы резолюцияһында башҡорт теленең дәүләт теле юғарылығына сығыуы раҫлана: “Признать государственным языком башкирский наравне с русским и ввести обязательное изучение башкирского языка во всех учебных и военно-учебных заведениях, открыв курсы башкирского языка и истории Башкирии для советских работников”.

Әҙәби телгә башҡорт теленең ҡайһы вариантын нигеҙ итеп алыуға ла бәйле бәхәстәр күп була. Мәҫәлән, Ш.Хоҙайбирҙиндың “Нисек яҙырға?” тигән мәҡәләһендә был асыҡ күренә: “Мәғлүм, башҡорт халҡы бер нисә ырыуға бүленә. Мәҫәлән, билдәлеләренән: Бөрйән, Ҡатай, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Юрматы, Үҫәргән һәм башҡалар. Бына былар менән һөйләшкәндә телдәрендә күп кенә айырмалар барлығы күренә. Шунлыҡтан, башҡорт телен ғәмәлгә ҡуйырға керешкәс, шул юғарыла күрһәткән ырыуҙарҙан ҡайһыһын ысын башҡорт теле итеп алыу мәсьәләһе тыуһа, икенсе яҡтан, шуларҙың ҡайһыһы ғәмәлдә - эштә үткәреүҙе еңел булыу мәсьәләһе тыуа” [7; 147].

Текстарҙы карточкаларҙа эшләп, йәки мультимедия проектары экранына сығарып, телмәр үҫтереү өҫтөндә: мәғлүмәтте ҡабул итә белеү, мәғәнәһен аңлатыу, әйтелгәндең логик үҙәген билдәләү, жанр һәм стиль үҙенсәлектәрен билдәләү кеүек эш төрҙәрен ҡулланырға мөмкин. Ошо уҡ текстарҙы стилдәрҙе өйрәнгәндә тәҡдим итергә мөмкин.

Башҡорт теле башҡорттар йәшәгән бөтә территорияларҙа ла бер үк төрлө яңғырамай. Төбәктәрҙең тарихи үҙенсәлектәре телдең лексик берәмектәре мәғәнәһенә, ялғауҙар, өндәр үҙгәрешенә тәьҫир иткән. Ул айырмалыҡтар милләттең үҙ-ара бәхәс-аңлашылмаусанлыҡтарына килтерергә тейеш түгел тигән фекер уҡыусылар күңелендә ныҡлы урын алһын. Ғөмүмән, “милли башҡорт теле – мәҙәни кимәле төрлө булған, төрлө ерҙә йәшәгән, төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәрле башҡорт телендә һөйләшеүсе бөтә кешеләр ҡулланған бөтә һүҙҙәр, бөтә грамматик формалар, бөтә һөйләшеү үҙенсәлектәре йыйылмаһы ул ”[18; 7].

Әҙәби тел иһә милли телдең иң юғары формаһы, ваҡытлы матбуғат, китап, коммуникацион саралар, рәсми ҡағыҙҙар теле, милләттең мәҙәниәтле, уҡымышлы һәр вәкиле әҙәби телдә арлаша белергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ғаиләлә, билдәле бер төбәктә диалектта һөйләшеү насар күренеш тип ҡаралмай, киреһенсә, һуңғы йылдарҙа диалекттарға иғтибар көсәйҙе. Башҡорт диалекттарында башҡорт теленең генә түгел, халыҡ тарихы, быуаттар ауазы, туғанлыҡ бәйләнештәре ярылып ятыуын еткерергә кәрәк. Һәр төбәктең диалекттарын тикшереп, төрки халыҡтары теле, боронғо яҙма ҡомартҡылар менән сағыштырыу, уртаҡ яҡтарын табыу эше алып барылырға тейеш. Был уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән танышыуын һәм уларҙы билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштыра. Диалект һәм ерле һөйләштәрҙең төп һәм ҙур өлөшө башҡорт әҙәби теленең нигеҙендә ятыуын да билдәләп китергә зарур.

Артабан хәҙерге башҡорт әҙәби теленең төп өс сығанағы күрһәтелеп китә:

Башҡорт әҙәби теленең төп сығанаҡтары

1

Иҫке төрки теле

Урал-Волга буйы төркийе (башҡорт төп һүҙлек фонды, грамматик ҡоролошо сағыла)

2

Халыҡ ижады әҫәрҙәре теле

Фольклор теле (лексик-грамматик ҡоролошо диалекттарҙан юғарыраҡ, бер ни тиклем шымартылған)

3

Йәнле һөйләү теле

Дөйөм башҡорт һөйләү теле (территориаль диалекттар һәм һөйләштәр)

Башҡортәҙәби теленең беренсе проекты 1923 йылда орфография комиссияһы тарафынан раҫланыуын һәм баҫылып сығыуын билдәләп китергә кәрәк.

Башҡорт теле үҫешен, сығанаҡтарын өйрәнгәндә, яҙма тел тарихын, төрлө яҙмаларҙы ҡарап китмәү мөмкин түгел. Башҡорт халҡының яҙма теле, күпселек төрки халыҡтары кеүек, руна һәм ғәрәп яҙмалары тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Руна хәрефтәренең башҡорт тамғаларында сағылыш табыуы, башҡорт теленең боронғо төрки ҡомартҡылары менән уртаҡ генетик бәйләнештәре булыуы, яҙмаларҙың таралыу территорияһы кеүек мәғлүмәттәрҙе уҡыусылар яҡшы үҙләштерергә һәм дискуссия, бәхәс ҡороу, үҙ фекереңде яҡлау кеүек эш төрҙәрендә ҡатнашырға тейеш.

Түбәндәге таблица формаһында башҡорт телендә ҡулланылған яҙмаларҙы күрһәтергә мөмкин:

Яҙма (Алфавит)

Ҡулланылыу дәүере

Әҙәби ҡомартҡылар

(Миҫал өсөн)

Руна

V - X быуаттар

“Көлтәгин хөрмәтенә иҫтәлек”

Ғәрәп

X быуаттан – XX быуат башына тиклем

“Ҡисса-и Йософ”

Латин

1928-1940 йылдар

Тәүге башҡорт романы “Боролош”(Ғ.Хәйри)

Рус (Кириллица)

1941йылдан – бөгөнгө көнгә тиклем

Хәҙерге заман әҙәбиәте

Башҡорт әҙәби теле нормаларына һәм юғары телмәр мәҙәниәтенә эйә булған кеше телдең стилистик үҙенсәлектәренә лә эйә булырға тейеш. Дөрөҫ ҡоролған телмәр мәғлүмәти һәм логик яҡтан теүәл, эмоциональ, сағыу, урынлы яңғырай. Иҫке төрки яҙмаларын ҡулланғанда осорҙа уҡ, башҡорт халҡы төрлө стилдәрҙең үҙенсәлеген тәрән тойған һәм төрлө ситуацияларға ярашлы стилдә яҙыу өлгөләре һаҡланған. Мәҫәлән, “Батыршаның батшаға яҙған хаты” исеме аҫтында билдәле публицистик яҙма ҡомартҡы, Салауат Юлаев бойороҡтары һәм өндәмәләре, матур әҙәбиәт стилендә ижад ителгән әҙәби ҡомартҡылар.һ.б.

Телмәр ситуациялары

Кем менән?

Ҡайҙа?

Ниндәй маҡсат менән?

Диалог

Рәсми-эшлекле урын

Аралашыу

Монолог

Халыҡ араһында

Хәбәр итеү

Полилог

Туғандар-таныштар араһында

Йоғонто яһау

Был схема уҡыусы аңына телмәр ситуацияларының асылын аңларға һәм тейешле урында кәрәкле стиль һайлауҙың әһәмиәтен тойорға ярҙам итер. Юғары клас уҡыусылары, тел ғилеменең бер бүлеге булараҡ, стилистика фәненең маҡсаты һәм бурыстары тураһында киңерәк төшөнсә алалар. Телмәр мәҙәниәтен, аралашыу оҫталығын үҫтереүҙә стилистиканың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, шуға күрә юғары кластарҙа тел дәрестәре стилистика нигеҙендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуға ҡорола. Башҡорт теле стилистикаһына ҡағылышлы мәсьәләләр Ж.Ғ. Кейекбаев, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, В.Ш. Псәнчин хеҙмәттәрендә сағыла (6 ;12;14). Башҡорт теленең стилистикаһы ике ҙур бүлектән – лингвистик стилистика менән функциональ стилистиканан тора (14;6).

Лингвистик стилистика

Функциональ стилистика

1. Лексиканың стилистик үҙенсәлектәре

1. Йәнле һөйләү стиле

2. Матур әҙәбиәт стиле

2. Морфологияның стилистик үҙенсәлектәре

3. Фәнни стиль

4. Публицистик стиль

3. Синтаксистың стилистик үҙенсәлектәре

5. Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле

6. Хаттар стиле

Тиҙ һәм етеҙ үҙгәреүсе ХХI быуат шарттарында уҡыусылар төплө белем алыу менән бер рәттән, заман үҙгәрештәренә яраҡлаша белеү кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш. Шуға күрә мәктәптең уҡытыу-тәрбиә биреү системаһының үҙәгенә мәҙәниәтле, үҙ белем траекторияһы менән идара итерлек, милли һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәрен хөрмәт иткән шәхес үҫтереү бурысы ҡуйыла. Йәғни беҙ сифатты ғына түгел, уҡыусы шәхесе үҫешен дә күҙәтергә тейешбеҙ. Белем биреү сифаты менән идара итеүҙең фундаменталь нигеҙе булып психологик, педагогик, медицина һәм социаль мониторинг тора. Уҡытыусыға синыфтың психологик үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге мотивацияһын корректлау күнекмәләренә эйә булыу мөһим. Был үҙ сиратында уҡытыуҙың иң эффектлы метод һәм алымдарын эҙләүҙе, ҡулланыуҙы, уҡытыу һәм тәрбиә биреү бурысын комплекслы хәл итеүҙе талап итә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт әҙәбиәте, тел ғилеме, фольклористика, философия, педагогика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, сәнғәт, этнография фәндәре менән дә бәйләнешле уҡытыу барырға тейеш. Башҡорт теле дәрестәре шәхси йүнәлешле ситуациялар булдырыу өсөн түбәндәге традицион булмаған метод һәм алымдар ҡулланырға мөмкин:

    1. Ижади ситуация экспрессия методы. Методтың алымдары – һүрәт төшөрөү, ҡағыҙ менән төрлө фигуралар эшләү, буяу, таш, ағас менән эшләү, коллаж, музыка, пантомима һ.б.

    2. Ҡысҡырып уҡыу методы. Уҡыусы әҫәрҙә тасуирланған ситуацияны йәки геройҙың хәл-торошон сағылдырып уҡырға йәки кәүҙәлендерергә тейеш.

    3. Интроспектив анализ. Үҙеңдең эске “Мин – концепцияңа” сәйәхәт. “Минең уңыштарым”, “Минең киләсәгем”, “Мин үҙемде нисек күрергә теләр инем”, “Мин һәм Мостай Кәрим” һ.б. темаһына анализ.

    4. Дискуссия методы. Үҫмерҙең үҫеш осоронда үҙ-үҙен аңлау, креативлыҡ, эске шәхси проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтнлгән.

    5. Төркөмдә эшләү методы.

Беҙҙең ҡарашҡа, төркөмләп эшләү - шәхси йүнәлешле заманса дәрестең айырылғыһыҙ өлөшө һәм ул уҡыусының өс мөһим хәл-торошон күҙ уңында тоторға ярҙам итә: интеллектуаль, социаль, эмоциональ.

Күренекле аҡыл эйәһе М.М. Бахтин үҙҙәре менән әйткәндә: «Дөрөҫлөк – айырым бер кешенең ҡарашы түгел, ул бергә эҙләнгән кешеләрҙең үҙ-ара диологы, аралашыуы барышында барлыҡҡа килә». Башҡорт халыҡ мәҡәлендә лә “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тип әйтелә. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡтың менталитетында эште бергәләп башҡарыу, мәсьәләнең айышына йыйылышып, кәңәшләшеп төшөнөү, коллективизм рухы хас. Башҡорт теле дәрестәрендә халҡыбыҙҙың ошо аҫыл асылынан ситләшмәү, берҙәмлек тәрбиәләү, һәр кемгә үҙ һүҙен, фекерен әйтергә мөмкинселек биреү, күмәктең берәүҙе, берәүҙең күмәкте тыңлай белеүе кеүек төшөнсәләргә иғтибар итеү этнопедагогик яҡтан да, заман талаптары яғынан да әһәмиәтле булыр ине.

Төркөмләп эшләүҙең әйҙәүсе идеялары түбәндәгесә яңғырай:

- танып-белеү, уҡыу процесының әүҙемләшеүе;

- үҙ-ара фекер алышыуҙың вербалләшеүе;

- эшмәкәрлек саралары менән уртаҡлашыу;

- яңы белем үҙләштереү;

- коллектив яуаплылыҡ;

- рефлексия һәм үҙеңдең эш-хәрәкәтеңде коррекциялау;

- төркөм интеллектының эшмәкәрлеге.

Мәҫәлән, башҡорт диалекттарын өйрәнгән саҡта, класс өс төркөмгә бүленә. Һәр диалекттың үҙенсәлектәре төркөм эсендә ентекләп тикшерелә һәм башҡаларға тәҡдим ителә. Уҡытыусы тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡлы күренмәгән теманы ижади ситуацияла экспрессия методын ҡулланып йәнләндереп ебәрә ала, йәғни коллаж, эмблема эшләтеү, реклама әҙерләү, образға инеп һөйләшеү кеүек сәнғәт менән бәйле эшмәкәрлек тәҡдим итә ала. Көнсығыш диалекттың эмблемаһын (төбәктә йәшәгән ырыуҙар тамғаһын ҡулланып), гимнын (шул яҡҡа хас һирәк ҡулланылған һүҙҙәр ярҙамында), девизын әҙерләү (ҡыҫҡа, тарихи, ҡыҙыҡлы), төркөм менән уны яҡлау. Әлбиттә, уҡытыусыға алдан диалектологик һүҙлек, ырыуҙар тарихы кеүек китаптар, ҡағыҙ, сағыу һүрәтле журнал-гәзиттәр, фломастерҙар әҙерләргә кәрәк була. Эш барышында уҡыусының микроколлектив алдында үҙенә ҡарата яуаплылыҡ тойғоһо көсәйә, белем үҙләштереү темпы арта, үҙен кәрәкле итеп тойоу уңыш ситуацияһы барлыҡҡа килтерә. Уҡытыусыға ҡыҙыҡлы эш төрөн һайларға һәм төркөм эшен һәр уҡыусы ҡатнашырлыҡ итеп ойошторорға ҡала.

Методты тормошҡа ашырыуҙың этаптарын ҡарап китәйек:

I этап – әҙерлек:

1. Маҡсат ҡуйыу.

2. Проблеманы билдәләү.

3. Эш формаһын һайлау.

4. Теманы яҡтыртыу материалын һайлау.

Уҡыу материалы, эш, инструкция, ваҡытты билдәләү, төркөмдәргә бүлеү, интеллектуаль ресурсты бүлеү планын, формалаштырыу принцибын һайлау.

II этап – ролдәргә бүлеү:

1. Организатор (лидер, алып барыусы, репортёр, класҡа төркөм эшен аңлата).

2. Һүҙлек запасын арттырыусы.

3. Иллюстратор.

4. Бәйләнеш тотоусы (текст һәм әйләнә-тирә араһында бәйләнеш, параллелдәр эҙләй һәм таба).

5. Фиксатор (идеяларҙы яҙа).

6. Таймер (хронометрсы, ваҡыт самаһын күҙәтеүсе).

III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:

1. Дөйөм һығымта

2. Эшләнгән эш һәм үҙеңдең шәхси өлөшөң тураһында уйланыу.

«Һәр кеше – алфавиттағы хәреф шикелле, һүҙ барлыҡҡа килтерер өсөн уға башҡалар менән ҡушылыр кәрәк…» О.Д.Мандельштамдың һүҙҙәрен эшкә йомғаҡлау формаһында әйтергә мөмкин.

Методтың уҡыусы эшмәкәрлеген ойоштороуҙағы өҫтөнлөгө:

►уҡыусы эшмәкәрлегенә иғтибар көсәйеү;

►уҡыусы һәләтен асыуға шарттар булдырыу;

►уҡыусының әҙерлек һәм үҫеш кимәле буйынса эштәрҙе дифференциациялау мөмкинлеге;

►танып-белеү әүҙемлеген арттырыуға шарттар тыуҙырыу;

►дәрес динамикаһына максималь өлгәшеү;

►уҡыусы индивидуаль рефлексияға ваҡыт бүлә ала.

Уҡыу-уҡытыу процесы барышында түбәндәге бурыстарҙы хәл итергә ярҙам итә:

  1. Ул уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлегенән күпкә юғары кимәлдә интеллектуаль яҡтан үҫергә ярҙам итә.

  1. Был эшкә йәлеп ителеүсе уҡыусыларҙың ижади эш менән ҡыҙыҡһыныуын уята.

  1. Уҡыусыларҙың танып-белеү әүҙемлеген үҫтерә.

  1. Уҡыусыларҙы бер ниндәй баҫымһыҙ фәнни эҙләнеү алымдары һәм методтары менән таныштыра.

  2. Алған белемде системалаштырырға, анализларға өйрәтә.

  3. Эҙләнеү эше барышында проблемалар билдәләргә йүнәлеш бирә.

  4. Уҡыусыларҙы аудитория алдында сығыш яһарға, профессиональ яҡтан билдәләнергә ярҙам итә.

Эшмәкәрлек йөкмәткеһенең өҫтөнлөгө:

  • Иғтибарҙың көсәйеүе;

  • Эш һөҙөмтәһенең юғары сифатлы булыуына маҡсат ҡуйыу;

  • Уҡытыу процесының һәр ҡатнашыусыһына максималь ыңғай шарт булдырыу ;

  • Юғары уҡыу мәҙәниәтен формалаштырыу;

  • Ваҡыт юғалтыуҙы минимизациялау;

  • Төрлө эш төрөнөң продуктив синтезы.

Төркөмдә эшләү эшен ойоштороусы уҡытыусыға кәрәкле сифаттар:

  1. Тәнҡитле фекерләү.

  1. Толерантлыҡ.

  2. Эмпатия.

  3. Рефлексияға һәләт.

Төркөмләп эшләү эшенә тотонор алдынан аралашыуҙың өҫтөнлөклө принциптары билдәләнә:

- диалог;

- дискуссия;

- хеҙмәттәшлек;

- ижади коммуникация;

- дәртләндереү;

- үҙ-ара фекер алышыу.

Уҡыусылар төркөмләп эш башлағанда билдәле бер система тәҡдим ителә:

►Ваҡытын билдәләү. (Башланғыс этап, эш барышы, тамамлау ваҡыты);

►Маҡсатын билдәләү. (Йүнәлеш биреүсе һорауҙар әҙерләү);

►Тупланған материалды системалаштырырға өйрәтеү;

►Эште тәҡдим итергә форма һайлау;

►Уҡыусының үҙ эшенә баһа биреүе (Үҙеңдең интелектуаль эшмәкәрлегеңдән риза булыу).

Эш барышында түбәндәге принциптар һаҡланырға тейеш:

- Иркен фекер алышыу;

- Башҡаларҙың фекерен хөрмәт итеү;

- Тәнҡиткә түҙемле ҡараш.

Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырыу һәм йүнәлеш биреү маҡсатында СИНКВЕЙН (француз телендә биш юллыҡ шиғыр) формаһында ижади эш ойошторорға мөмкин.

Исеме ( ғәҙәттә, 1исем ).

Һүрәтләү (ғәҙәттә, 2 сифат).

Хәрәкәт ( темаға ярашлы 3 һүҙ ).

Темаға мөнәсәбәт ( 4 һүҙле фраза).

Төп фекерҙең ҡабатланыуы (теманың синонимы).

Мәҫәлән, УРАЛ батырға арналған синквейн:

УРАЛ

ҠЫЙЫУ, БАҺАДИР.

ЭҘЛӘР, ЯҠЛАР, ҠОТҠАРЫР.

УНЫҢ ДАНЫ МӘҢГЕ ЙӘШӘР!

БАТЫР!

Уҡытыусы эшмәкәрлегендә беренсе нәүбәттә уҡыусының индивидуаль үҙенсәлектәрен һәм мөмкинселектәрен асыу тора. Артабан ошо мөмкинселектәрҙең оптималь тормошҡа ашыуы уҡыусыларҙың ижади үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Педагогтың уҡыусы ниндәй йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүен, уларҙың даими сағылыуын, әүҙемлеген һәм үҙаллығын билдәләүе баланың шәхесен үҫтерергә, предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итә.

Публицистик стилде өйрәнгән саҡта, тыңлаусының, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, эмоциональ тәьҫирҙе көсәйтеү маҡсатында сағыу һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектрәҙе, синоним, антоним, метафора, сағыштырыу кеүек һүрәтләү сараларының урынлы ҡулланылыуы әйтеп кителә. Бер үк төрлө мәғлүмәтте төрлө формала еткереп ҡарау өсөн(“төҫлө ҡаптарға төрөргә өйрәнеү”) түбәндәге эш төрөн үткәрергә тәҡдим ителә.

Заман публицистикаһында өс фактор үҙәктә тора:

1. Сағылдырылған предмет.

2. Маҡсат ҡуйыу.

3. Методтар һайлау.

М. Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен үҙәк предмет итеп алып, уҡыусыларға төрлө маҡсат һәм методтарҙы һайлап ижади эш башҡарырға тәҡдим ителә.

Яңылыҡтар хеҙмәтенә: “Үткән йома, киске ундар тирәһендә, Алдашмаҫ ауылы һунарсыһының йортона оло ҡайғы ябырыла – берҙән-бер һарығын билдәһеҙ йән эйәләре тамаҡлап китәләр. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында Бүребай һәм Төлкөбай полиционерҙар эҙләнеү эштәре алып баралар. Әйтергә кәрәк, Бүребай яңыраҡ ҡына оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн миҙал менән бүләкләнде” (Киске яңылыҡтарҙа ваҡиғаларҙың нисек үҫеүен күрһәтергә).

Интервью: “Ошо көндәрҙә Алдашмаҫ ауылында булып үткән ваҡиғалар күптәрҙе тетрәндерҙе. Меҫкен һарыҡтың яҙмышы тураһында матбуғат биттәрендә төрлө фараздар баҫылып сыҡты. Беҙҙең корреспондент тикшереү эшен алып барыусы Бүребай полковник һәм ғәйепләнеүсе Ҡуянҡайҙан интервью алды.

  1. Хөрмәтле Бүребай полковник, ниндәй яңылыҡтар менән ҡыуандырырһығыҙ?

  2. Беҙҙең эштә бөтә серҙе лә асып һалып булмай, шулай ҙа эштең оҙаҡламай ябылырына ышанам. Һарыҡтың башына еткән ҡурҡыныс йән эйәһен тиҙ арала ҡулға алырға һүҙ бирәм.

  3. Һеҙ Ҡуянҡай ни тип әйтерһегеҙ?

  4. ...” (Артабан дауам итергә).

Уҡыусыларға журналист эҙләнеүе, мәҡәлә, хат, комментарий, әңгәмә, репортаж, отчет жанрҙарында ошо уҡ темаға яҙырға эш бирелә. Текста эпитеттар, метафоралар, фразеологик әйтемдәр ҡулланырға тәҡдим ителә.Жанрҙарҙы һайлауҙа ирек бирергә мөмкин, йәрәбә һалыу формаһында ойошторолһа ла зыяны юҡ, киреһенсә ижади сәм, дәрт артыр.

Һәр уҡыусының үҫеш үҙенсәлеген күҙәтеү, уларға уҡыу барышында төрлө йүнәлештәге эштәр тәҡдим итеү уҡытыусыға баланың индивидуаль танып белеү “профиле” тураһында банк тупларға ярҙам итә. Был осраҡта махсус индивидуаль карта ла эшләргә мөмкин. Киләсәктә уҡытыуҙың дифференциациялы формаһына (профилле кластар) күсеүҙә еңеллек тыуҙыра.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү. // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2008, №3.

  1. Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре. - Өфө: БДУ, 2002.

  2. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө: Китап, 1993.

  3. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу - Өфө. Педагогичесая книга, 2008 .

  4. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. - Өфө. Информреклама, 2003.

  5. Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. - Өфө: БДУ, 2002.

  6. Нурғәлин З.А. Шәһит Хоҙайбирҙиндың бөгөнгө әҙәби тел алдында хеҙмәте ниҙә? // Шәһит Хоҙайбирҙин. - Өфө, 2006.

  7. Нәҙерғолов М.Х. XVI—XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре. — Өфө: Ғилем, 2004.

  8. Личностно ориентированный урок: конструирование и диагностика. Коллектив авторов. М.: Педагогический поиск, 2006.

  9. Мониторинг качества преподавания в школе: Учебное пособие. – М.: Педагогическое общество России, 2005.

  10. Мониторинг качества учебного процесса: принципы, анализ, планирование. – Волгоград: Учитель, 2007.

  11. Псянчин В.Ш. Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре. — Өфө: Китап, 2004.

  12. Современные средства оценивания результатов обучения в школе: Учебное пособие. – М.: Педагогическое общество России, 2007.

  13. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 3 том. Стилистика. — Өфө: Китап, 2007.

  14. Творчество Р. Фахретдинова: Сб: статей. — Уфа: БФ АН СССР, 1988.

  15. Чистякова С.Н. и др. Педагогическая поддержка профессионального самоопределения старшеклассников. – М.: Новая школа, 2004.

  16. Шәйехзада Бабич хаҡында иҫтәлектәр. — Өфө: Китап, 1994.

  17. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография. - Өфө: БДУ, 2002.

  18. Якиманская И.С. Личностно ориентированное обучение в современной школе. – М., 1996.

  19. Якиманская И.С. Технология личностно ориентированного обучения в современной школе. – М., 2000.