Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәненең тарихы....docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
76.52 Кб
Скачать

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәненең тарихы

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы сағыштырмаса йәш фәндәрҙән һанала. Фәнгә нигеҙ һалыусылар итеп В.В.Катаринский (1846 – 1902), А.Г.Бессонов (1848 – 1918), М.С. Ҡулаевтарҙы (1873 – 1958) күрһәтергә мөмкин. Сөнки тап улар- рус графикаһы нигеҙендә башҡорт яҙмаһын булдырыуҙа, тәүге “Әлифбалар” төҙөүгә, мәктәптә башҡорт балаларын туған телендә уҡытыуға тос өлөш индергән ғалимдар. Профессор Р.Ғ. Аҙнағолов билдәләүенсә, был ғалимдарҙың исемдәре һәм хеҙмәттәре иң беренсе урында торорға тейеш, сөнки методика фәне тәүге “Әлифбанан” башлана [1; 20].

Билдәле булыуынса, башҡорт яҙмаһы тарихында өс графикаға нигеҙләнеү осорҙары айырып йөрөтөлә: 13 б. - 20 б. 20-се йылдарына тиклем – ғәрәп, 1930 – 1940 йй. - латин һәм 1941 й. - рус графикаһы (кириллица). Әммә 19 б. аҙағы – 20 б. баштарында уҡ ғәрәп – башҡорт алфавиты урынына рус алфавиты тәҡдим ителә. Р.Г. Игнатьев, В.В. Катаринский, А.Г. Бессонов, М.В.Лоссиевский, С.Г. Рыбаков, М.А. Ҡулаевтар рус графикаһына нигеҙләнеп башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен туплай. Шул уҡ ваҡытта уларҙа башҡорттарҙың һөйләү телмәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Рус графикаһы нигеҙендә башҡорт “Әлифбаһы” төҙөү ихтыяжы килеп тыуа. Тәүге ошондай “Әлифба” (авторы күрһәтелмәй) 1892 йылда Ырымбур ҡалаһында донъя күрә. Икенсе баҫма 1898 йылда (авторы – В.В. Катаринский) баҫылып сыға.

Профессор И.Ғ. Ғәләүетдинов билдәләүенсә, был “Әлифбаны” төҙөүҙә В.В. Катаринскийға Сермән рус - башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы Мөхәммәт - Ғалим Ҡыуатов ҙур ярҙам күрһәтә. В.В. Катаринскийҙың был “Әлифбаһы” - башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәнендә тәүге хеҙмәт. Рус графикаһына нигеҙләнеп төҙөлгән был әлифбаның күп кенә өҫтөнлөктәре бар. Ул башҡорт теленең специфик өндәрен ниндәйҙер кимәлдә яҙмала сағылдырырға ынтыла [2;58]. В.В. Катаринский хеҙмәттәре К.Д. Ушинский. Ф.И. Буслаев, Н.А. Корф, Н.Ф. Бунаков кеүек мәшһүр педагогтарҙың дидактик принциптарына таянып эш итә. Балаларға хәрефте өйрәтеү тәүҙә өн-хәреф,шунан ижек, һүҙ, һөйләм һәм бәйләнешле текст менән таныштырыуға нигеҙләнә. Мауыҡтырғыс текстар, халыҡ ижады,педагогика һәм дидактика өлгөләре һәр уҡыусының- китап менән танышҡан кешенең иғтибарын йәлеп итә (3;31).

1907 йылда Ҡазан ҡалаһында икенсе “Башҡорттар өсөн әлифба” донъя күрә. Уның авторы - А.Г. Бессонов. Ул рус графикаһына нигеҙләнеп 41 хәрефтән торған башҡорт алфавитын тәҡдим итә. Уны төҙөүҙә ғалим төньяҡ – көнсығыш һәм көньяҡ – көнсығыш башҡорттарының һөйләү теленә нигеҙләнә. Үҙ алфавитын башҡорт халыҡ әкиәттәрен яҙыуҙа файҙалана. А.Г.Бессоновтың был китабы 1907-1917 йылдарҙа рус- башҡорт мәктәптәрендә киң файҙаланыла.Китап 46 биттән тора.Материал икегә бүлеп бирелә:тәүҙә өн һәм хәрефтәр ,каллиграфия өлгөләре тәҡдим ителә,артабан башҡортса һәм русса текстар аралаштырып урынлаштырыла.2-се бүлектә бирелгән логик күнегеүҙәрҙе хайуандар һәм йәнлектәр һүрәттәре менән биҙәү бик уңышлы була.Автор шулай уҡ рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән башҡорт алфавитын ғәрәп азбукаһы менән сағылдырған таблица тәҡдим итә.

19 б. аҙағы- 20 б. башында башҡорт диалекттарын өйрәнеүсе Ҡазан университеты профессоры, йәмәғәт эшмәкәре Н.Ф.Катанов Өфө губернияһының Бәләбәй һәм Минзәлә өйәҙҙәре башҡорттарының телен өйрәнә. Һуңынан уның “Башҡорт теле өсөн азбука” хеҙмәте донъя күрә. Алфавит 33 хәрефтән тора, специфик башҡорт өндәре өсөн айырым хәрефтәр өҫтөндә нөктәләр ҡуйырға тәҡдим итә.

Үҫәргән башҡорто, врач М.А. Ҡулаев 1899 – 1900 йылдарҙа күп кенә башҡорт йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл, легендаларын рус теленә тәржемә итә. Уны был эшкә уҡытыусыһы Н.Ф. Катанов йәлеп итә. 1912 йылда Ҡулаевтың “Основы звукоподражания и азбука для башкир” хеҙмәте донъя күрә. Ҡулаев үҙенең рус-грек графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитында 34 хәреф тәҡдим итә,башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә,һәр өнгә хәреф билдәләй. Был алфавиттың өҫтөнлөгө шунда: Ҡулаев тәүгеләрҙән булып, башҡорт теленең орфоэпик үҙенсәлектәренә төп иғтибарҙы йүнәлтә. Үҙ хеҙмәтен яҙғанда ул хәрефтәрҙең практик әһәмиәтен (уҡыуға һәм яҙыуға ҡарата) өҫтөн ҡуя. Башҡорттар өсөн рус алфавитындағы ауыр әйтелешле өндәрҙе һәм киреһенсә, башҡорт телен өйрәнеүсе башҡа милләттәр өсөн специфик өндәрҙе айырып күрһәтә.Уның башҡорт яҙмаһын рус графикаһы нигеҙендә төҙөү идеяһы 1939 йылда тормошҡа ашырыла.М.А.Ҡулаев- башҡорт халҡының һәм башҡорт теленең оло патриоты.Уның раҫлауынса: «Һәр кем үҙ телендә уҡый,яҙа белергә тейеш»; «Белемде ныҡ урынлаштыра торған тел- әсәй теле, ана теле, әсәйҙең өндәшеүе. Башҡорттарға белем алыу өсөн үҙ теле кәрәк- әсәй теле».

М.М. Биксуриндың эшмәкәрлегендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр башҡорт яҙма әҙәби телен булдырыу,балаларҙы туған телдә уҡытыу кеүек проблемалар тормошҡа ашырыла. Ж.Ғ. Кейекбаев билдәләүенсә, М.Биксуриндың ғилми-педагогик эшмәкәрлегендә айырыуса ҡиммәтле бер хеҙмәт бар.Уның төп нөсхәһендә тулы исеме түбәндәгесә: «Начальное руководство к изучению арабского,персидского и татарского языков с наречиями бухарцев,башкир,киргизов и жителей Туркестана с русско-персидско-татарскими словами.расположенными по предметам,разговорами и прописями». Китап ике тапҡыр нәшер ителә: 1-се баҫмаһы Ырымбурҙа,1859 йылда; 2-се баҫмаһы Ҡазанда,1869 йылда баҫылып сыға.Ҡулланма күп йәһәттән үҙенсәлекле хеҙмәт.Автор башҡорт,татар,ҡаҙаҡ телдәренең фонетик һәм грамматик төҙөлөшөн йыш ҡына ғәрәп,фарсы,рус телдәре менән сағыштырма планда тикшерә. Хеҙмәт был йәһәттән башҡорт һәм,ғөмүмән,төрки тел белемендә ҡәрҙәш телдәрҙе сағыштырма өйрәнеүҙең тәүге тәжрибәһе иҫәпләнә. Күргәҙмә материалдар нигеҙендә М.Биксурин һәр телдең үҙенә генә хас фольклор һәм яҙма әҙәбиәт өлгөләренә мөрәжәғәт итә,китапҡа ике һүҙлексә урынлаштыра.Һүҙлексәлә,башҡа телдәрҙең лөғәт өлгөләре менән бергә.башҡортса 53 һүҙ килтерелә.улар ғәрәп,фарсы һүҙҙәре менән сағыштырыла.Ҡулланмала һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә русса,фарсыса һәм төркисә текстар тәҡдим ителә. Китапта саф башҡорт телендә «Батыр батшаның әкиәте» тигән халыҡ хикәйәтенең баҫылыуы ҙур әһәмиәт ҡаҙана.Иҫке ғәрәп имләһе менән яҙылған был хикәйәткә,тел ғилеме күҙлегенән ҡарағанда,ниндәйҙер дәрәжәлә бөтә башҡорт һөйләштәренең элементтары индерелгән (4;31). Академик А.Н.Кононов М. Биксуриндың был ҡулланмаһын тәү башлап , «башҡорт грамматикаһын билдәле дәрәжәлә системалы тасуирлаусы» хеҙмәт булараҡ баһалай(5;54).

З.Н.Айыухановтың үҙе йәки уның ҡатнашлығында коллектив авторҙар тарафынан төҙөлгән «Әлифба» китабы 1929-1968 йылдарҙа балаларҙы уҡырға,яҙырға өйрәтеү өсөн Башҡортостан мәктәптәрендә төп уҡыу әсбабы була. Тәжрибәле педагог башҡорт әлифбаһының лингвистик-дидактик нигеҙҙәрен эшкәртеүгә ҙур көс һала. 50-се йылдарҙа З.Н.Айыуханов мәктәптә Әлифба китабын файҙаланыу тураһында методик ҡулланмалар яҙыу менән шөғөлләнә.Әлифба һәм методик ҡулланма төҙөүгә ул йәш ғалим А.Ә.Ғәлләмовты йәлеп итә.

1940-1960 йылдарҙа рус графикаһы буйынса төҙөлгән әлифбаларҙа өн анализы һәм синтезы методының алымдары тулыраҡ файҙаланыла.Балаларҙы тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрөтеү тулы һөйләм һәм бөтөн һүҙҙәр методынан өн анализы һәм синтезы методына күсерелә.Уларҙы тормош талаптарынаяраҡлаштырыу,тулыландырыу һәм камиллаштырыуҙа С.Моратов, Х.Усман, З.Шакиров, Ғ.Ишбулатов кеүек методистарҙың эшмәкәрлеге,кәңәштәре һәм тәҡдимдәре ҙур әһәмиәткә эйә була.

Артабан фәнде үҫтереүгә А.А. Ғәлләмов, Т.Х. Аслаев,Т.Ә.Биҡҡужина, Ф.Ғ. Исламоваларҙың хеҙмәттәре оло әһәмиәткә эйә. Республикала А.А. Ғәлләмов төҙөгән “Әлифба” ҡырҡ йылға яҡын уҡыусыларҙы хәреф танырға, туған телдәрен төплө өйрәнеүгә нигеҙ һалырға ярҙам итә.Күренекле методистың «Әлифбаһы» 1962 йылдан алып төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып,дипломдар һәм дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ була.Ф.Ғ.Исламованың башҡорт теле.уны уҡытыу методтары һәм алымдары тураһындағы ғилми хеҙмәттәре алдынғы тәжрибәләрҙе дөйөмләштереү нигеҙендә яҙыла.Ошо уҡ йылдарҙа башҡорт теле дәреслектәре.дидактик материал йыйынтыҡтары төҙөүҙә Ғ.Х,Ғүмәров,Х.С. Фәритов,Ф.Ф.Абдуллина,Ж.Ғ.Кейекбаев,В.Ш.Псәнчин,Ә.М. Аҙнабаев, Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, С.В. Атнағоловалар актив эшләй. Мәҫәлән,С.В. Атнағолованың Т .Аслаев менән берлектә 1-4-се кластар өсөн яҙған туған тел дәреслектәре.телмәр үҫтереү буйынса хеҙмәттәре,изложение һәм диктант йыйынтыҡтары.программалар донъя күрә..... йылда уның Ф.Ғ. Хисамитдинова менән берлектә төҙөгән Әлифба китабы донъя күрә.В.Ш.Псәнчин тарафынан төҙөлгән күп кенә уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалары, бай йөкмәткеле күнегеүҙәр йыйынтыҡтары уҡытыусыларҙың өҫтәл китабына әйләнгән.

1990 йй. тарихта социаль – сәйәси ваҡиғаларға бай булыуы менән билдәле. Тап шул йылдарҙа милли гимназиялар күпләп асыла, рус мәктәптәрендә белем алған балалар үҙ туған телдәрен төплө өйрәнеү мөмкинлеге ала. Хәҙерге шарттарҙа башҡорт телен уҡытыу концепцияһы раҫлана (Төҙөүсеһе-проф.Хисамитдинова Ф.Ғ.).Концепцияла уҡытыусылар әҙерләү,прграммалар һәм дәреслектәр яҙыу,милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт мәктәбе булмағандарында балаларға телде өйрәтеү кеүек проблемаларҙы хәл итеүҙә башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алыу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына(6; 33).Туған телдәрҙе өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә 1999 йылдың февралендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон нигеҙ булып тора. 2006-2007 уҡыу йылынан башҡорт теле дөйөм урта белем биреү,башланғыс һәм профессиональ белем биреү учреждениеларында дәүләт теле булараҡ уҡытыла башлай.Быға нигеҙ булып 2005 йылдаың 28 сентябрендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡабул иткән Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһындағы” Законының 7-се статьяһына өҫтәлмәләр индереү тора.Башҡорт теле аҙнаһына ике сәғәт менән 2-9 -сы кластарҙа,1 сәғәт менән 1,10,11-се кластарҙа өйрәтелә. Былар бөтәһе лә үҙ сиратында башҡорт теленән яңы методик әҙәбиәт, дәреслектәр, ҡулланмаларға ихтыяж булдыра. Башҡорт телен өйрәтеү өс йүнәлештә: туған тел булараҡ (милли мәктәптәр), рус мәктәптәрендә белем алған башҡорт балалары һәм башҡа милләт балалары өсөн алып барыла башлай: мәғариф министрлығы тарафынан авторҙар коллективтары төҙөлә, конкурстар ойошторола, яңы дәреслектәр донъя күрә.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теле уҡытыусыһына ярҙамға күп кенә методик әҙәбиәт донъя күрҙе. Был осор методика фәненә тос өлөш индергән ғалим методистарҙан Р.Ғ. Аҙнағоловты, Д.С. Тикеевты, Х.А. Толомбаевты һ.б. атарға мөмкин.

Профессор, педагогика фәндәре докторы Р.Ғ. Аҙнағолов үҙенең редакцияһында донъя күргән “5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы”,”Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу”, “Хәҙерге дәрес. Уның төрҙөре һәм этаптары,һүҙлектәре һәм башҡа хеҙмәттәре менән башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуға тос өлөш индерҙе.Ғалимдың мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһын фән булараҡ үҫтереүҙә,уның теретик нигеҙҙәрен тәүгеләрҙән булып асыҡлауҙа әһәмиәте ҙур.

Һуңғы йылдарҙа тел дәрестәрендә тел шәхесе тәрбиәләү маҡсатында айырым төр компетенциялар (коммуникатив, тел, лингвистик, лингвокультурологик) формалаштырыу мөһимлеге – көнүҙәк мәсьәлә. Был проблеманы башҡорт телен уҡытыу методикаһында тәүгеләрҙән булып профессор Д.С. Тикеев күтәреп сыҡты. Уның байтаҡ хеҙмәттәре бәйләнешле телмәр үҫтереүгә, лингвокультурологик компетентлыҡтың актуаллеген төшөндөрөүгә, мөһимлеген асыҡлауға бағышлана.

Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу йүнәлеше буйынса методика фәненә нигеҙ һалыусылар: Х.А. Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, З.М. Ғәбитова,М.Ғ.Усманова һ.б.

2007-2008 йылдарҙағы башҡорт телен уҡытыуҙа материаль-техник базалар нығытыуға ныҡ иғтибар бирелә, юғары квалификациялы уҡытыусылар менән тәьмин итеү өҫтөндә эш бара. 2006 йылдан Рәсәй “Мәғариф” милли проекты тормошҡа ашырыла башлай, унда күп кенә башҡорт теле уҡытыусылары ла ҡатнаша. Мәҫәлән, 2009 йылда Рәсәй Президенты премияһына республиканан 42 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы лайыҡ була. Милли “Мәғариф” проектына өҫтәлмә рәүештә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән бер рәттән башҡорт теле әҙәбиәте уҡытыусылары ла тәбрикләнә. Был премияға йыл һайын 25 – 30 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы лайыҡ була.

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы тарихына үҙҙәренең алдынғы эш тәжрибәләрен йомғаҡлап, дөйөмләштереп “Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡан һәм башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән уҡытыусыларҙы ла индереү урынлы. .... йылдан уҙғарылған был конкурстың маҡсаты- уҡытыусы авторитетын күтәреү, педагогик һөнәрҙә иң яҡшыларҙы асыҡлау, алдынғы эш тәжрибәләрен башҡаларға таратыу, педагогта үҙ квалификацияһын даими күтәреүгә стимул, йүнәлеш биреү(7; 48). 20.....йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы Халыҡ уҡытыусыһы тигән мәртәбәле исем булдырыла.Тәүгеләрҙән булып был юғары исемгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М.И.Баһауетдинова лайыҡ була.М. И.Баһауетдинова күп йылдар Стәрлебаш районы Стәрлебаш 1-се урта мәктәбе директоры булып уңышлы эшләй.Филология фәндәре кандидаты,тәжрибәле педагог үҙ эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша:уның авторлығында күп кенә методик ҡулланмалар,уҡыу әсбаптары донъя күрә.

2006 йылдан “Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе Мәскәүҙә РФ Мәғариф һәм фән Министрлығы тарафынан уҙғарылған Бөтә Рәсәй “Туған тел йыл уҡытыусыһы”конкурсында ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы, йыл һайын беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары республиканы, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, үҙҙәренең педагогик оҫталыҡтарын юғары кимәлдә күрһәтеүгә өлгәшә; призлы урындар яулайҙар, төрлө номинацияларҙа еңәләр.

2007 йылда Республикала башҡа милли-региональ компонентҡа ингән предметтар менән бер рәттән башҡорт теленән дә стандарттар төҙөп Мәғариф министрлығы Коллегияһында раҫлана. Тел дәрестәренең төп маҡсаты итеп – тел шәхесе формалаштырыу билдәләнә, тел уҡытыуҙа уның социокультур һәм психологик үҙенсәлектәренә иғтибарҙы арттырыу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Һәм 2010 йылда Л.Х. Сәмситова тарафынан төҙөлгән “Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе лингвокультурологик нигеҙҙә уҡытыу концепцияһы донъя күрә.

2009 йылда БР Президенты Указы менән “Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы” раҫлана. Концепцияға ярашлы милли мәғарифтың төп маҡсаты итеп – туған телде уҡытыуҙы тейешле кимәлгә ҡуйыу билдәләнә.

Әҙәбиәт:

  1. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Өфө,2011. 230 б.

  2. Галяутдинов И.Г. Из истории языковых и культурных процессов в Башкортостане в 19- начале20 в. // Ватандаш.2002,№9,85б.

  3. Яйыҡбаев К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр,күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.Өфө,2003,255б.

  4. Кейекбаев Ж.Ғ.Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы.Уҡыу ҡулланмаһы.Өфө,1996,237б.

  5. Кононов А.Н. История изучения тюркских языков в России:Дооктябрьский период.Л.:Наука,1982,256б.

  6. Хисамитдинова Ф.Ғ.Хәҙерге шарттарҙа башҡорт телен уҡытыу концепцияһы-Йыйынтыҡ:Суверенитет:башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре.-Өфө,1995,33-сө б.

  7. Күзбәкова Р.Г.Туған тел көсө Ватандаш........