Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
22222.doc
Скачиваний:
8
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
1.54 Mб
Скачать

2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)

Дәрестең төп маҡсаты – баланы уйландырыу, эшмәкәрлеккә йәлеп итеү аша уның ижади, логик фекерләү һәләтен үҫтереү һәм дәрестә ҡулланылған, уның өсөн һайлап алынған материал, күнегеүҙәр ярҙамында уға тәрбиә биреү. Тел дәрестәрендә баланы һүҙҙең мәғәнәһенә һәм асылына төшөндөрөү зарур. “Тел психологияһында нимәне өйрәнеү түгел, ә нисек өйрәнеү мөһим”, - тигән был турала бынан бер быуат элек Д.Н. Овсянико – Куликовский.22

Туған тел кешене үҫтереү сараһы булырға тейеш, тигән принциптан сығып эш иткәндә, башҡорт теле уҡытыусыларына түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәрәк:

- уҡытыусының үҙ телмәре тасуири, бай булырға тейеш;

- ҡалыплашҡан бер үк эш төрҙәре, проблемаһыҙ һорауҙар, бер ниндәй ҙә мәғәнәгә эйә булмаған ҡағиҙәләр ятлатыу тел дәрестәренә ҡаратаҡуйылған талаптарға ярашлы һөҙөмтә бирмәй;

- баланы ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итмәүсе, уға уйланырға ваҡыт бирмәүсе самаһыҙ күп эш төрҙәре менән мауығыу ҙа һөҙөмтә бирмәй;

- уҡыусы тикшеренеүсе, эҙләнеүсе, ә уҡыусы ана шул процесс менән идара итеүсе булараҡ сығыш яһарға тейеш.

Башҡорт теле аша башҡорт балаларында фекерләү ҡеүәһе, интеллектуаль һәләт үҫтерелә, кешелек ҡиммәттәре тәрбиәләнә, шәхес формалаштырыла, хатта башҡа дисциплиналар үҙләштерелә. Башҡорт теленең “Синтаксис” курсы “башҡорт теле” предметына, уның аша “башҡорт теле” күренешенә , “башҡорт тарихы”, “башҡорт донъяһы”, уның аша башҡа төшөнсәләргә һәм күренештәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, компетентлыҡ тәрбиәләү өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә.Быны дәлилләү өсөн түбәндәге факттар ҙа етә: фонетиканы, лексиканы үҙләштереү, һис шикһеҙ, телде үҙләштереүҙең төп шарты булып тора, ләкин шул уҡ ваҡытта айырым һүҙҙәрҙе генә үҙләштереү телде практик үҙләштереү тигәнде аңлатмай: һүҙҙәрҙең грамматик формаларын белергә һәм уларҙан һөйләм төҙөү һәләтенә эйә булырға кәрәк. Йәғни синтаксис - форманың, мәғәнәнең һәм функцияның үҙ-ара бәйләнештә булған өлкәһе. Шуға күрә синтаксис конструктив (төҙөлмәле), йәғни ул билдәле бер тәртиптә төҙөлгән берәмектәрҙән – конструкцияларҙан ойоша; берәмектәр билдәле булғанға, синтаксис функциональ - уның берәмектәре телдән тыш йәшәй алмай; синтаксис аралашыуға хеҙмәт иткәнлектән – коммуникатив. Ошо һаналған үҙенсәлектәрҙең береһен булһа ла алып ташлау тикшеренеү объектын ярлыландырыу була, ул саҡта уның йөкмәткеһе ысынбарлыҡҡа тап килмәйәсәк.23

Тимәк, һөйләм төҙөү механизмы өҫтөндә эш органик рәүештә һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр менән эшләүҙе аңлата. Шулай итеп, һүҙ – һүҙбәйләнеш – һөйләм – текст формаһындағы сылбырға нигеҙ һалына. Ә тест – ул ҡуйылған маҡсаттарға, юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итеүсе тәрбиәүи йөкмәткегә эйә булған, теоретик белемде системалы рәүештә еткереүсе, телмәрҙе үҫтереү һәм камиллаштырыуҙың иң функциональ ысулы булып тора.

Урта звенола белем биреүҙең тәү һөҙөмтә күрһәткесе булып индивидуаль һәм коллектив уҡыу һәм ижади-ижтимағи (социально-творческая деятельность) эшмәкәрлекте эффектив ойоштороу, уҡыусының теләк йәки предмет буйынса алған белем кимәленә нигеҙләнеп, аңлы рәүештә киләсәктә белем алыу траекторияһын һайлауы, үҙ бурыстарын һәм хоҡуҡтарын белеүе һанала. Ә инде социаль-ижади эшмәкәрлекте ойоштороу һәм башҡа һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙең төп шарты булып телмәр күнекмәләрен үҙләштереү, тел белеменә эйә булыу тора.

Башланғыс кластарҙа уҡ бала телмәр эшмәкәрлегенә йәлеп ителә, урта һәм юғары кластарҙа үтәсәк теоретик материалды интуитив, логик яҡтан төҫмөрләй, үҙләштерә башлай. Артабан инде ул уларҙың барыһын да фәнни нигеҙҙә, грамматик ҡағиҙәләр, схемалар, күргәҙмәлелек ярҙамында үҙләштереүгә күсә. Яңы белем биреү стандарттары ошо лингводидактик процесты продуктив рәүештә ойоштороуҙы, йәмғиәттә үҙ урынын табыуға һәләтле, рухи һәм физик яҡтан сәләмәт шәхескә кәрәкле күнекмәләрҙе, теоретик белемде интенсив, мотивация тыуҙырыу аша, коммуникатив һәләттәрен үҫтереү маҡсатына нигеҙләнеп, регулятив принциптарға таянып биреүҙе ойоштороуға яңы талаптар ҡуя.

Шулай булғас, бөгөнгө дәресте башлар алдынан уҡ, темаға күсеү процесында уҡыусыны үтеләсәк тема буйынса уйлана, тормош тәжрибәһенә таянып, уй төйнәй башлауына ирешергә, дәрес барышында донъяны танып белеү процесының ни тиклем ҡыҙыҡлы, тел картинаһы аша күҙ алдына баҫтырылған донъя, фән өлкәһе, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта әүрәткес, белем, эшмәкәрлек талап итеүен аңлауына алып килеп еткерергә, шул ваҡытта уның энтузиазмын һүрелтмәйенсә, эффектлы алымдар, көтөлмәгән һығымталар, үҙе яһаған асыштар аша эҙләнеүсе, ғәҙел баһалаусы, уҡытыусы, класташтары менән эшлекле диалог алып барырға һәләтле партнер булараҡ хис итеүенә өлгәшергә кәрәк.

Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм һәм текст өйрәнеү барышында уҡыусыларҙа лингвистик, коммуникатив һәм лингвокультурологик компетенциялар булдырыу – башҡорт теле дәрестәренә ҡарата ҡуйылырға тейешле талап.

Фекерләү эшмәкәрлегенең башланғысы – уй, мәғәнә, хис-тойғо, сәбәп, ихтыяж. Дәрес материалы ана шул башланғыстарҙан алыҫ икән, баланың аҡыл эшмәкәрлегенә тәьҫир итмәй икән, уның шәхескә хас булмышын тәрбиәләү, камиллаштырыу, үҫтереү тураһында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Бала зиһененә уй, хәтеренә мәғәнә һалыу мөһим. Шуға күрә тел саралары һөйләм йә булмаһа текст эсендә, шул һөйләмдең, текстың башҡа киҫәктәре, берәмектәре менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнелергә тейеш. Донъя картинаһын танып белеүҙе һүҙбәйләнеш, һөйләм аша бәйләнешле телмәр ярҙамында тормошҡа ашырыу күпкә отошлораҡ. Күҙәтеү, сағыштырыу, предметтарҙың һәм образдарҙың дөйөм һәм айырым яҡтарын билдәләү, дөйөмләштереү, проблема, ситуация, эҙләнеү, танып белеүҙең аныҡ маҡсатын күрһәтеү - һөйләм, текст синтаксисын өйрәнгәндә фекерләүгә этәргес шарттар булып тора. Был маҡсатта мәктәп программаларында дәрес өсөн лексик һәм грамматик тема параллель рәүештә тәҡдим ителергә тейеш.

Был йәһәттән файҙаланып, билдәле рус ғалимы М.В. Ломоносовтың «Грамматикаһыҙ ораторлыҡ тупаҫ, шиғриәт …, философия – нигеҙһеҙ, тарих- юриспруденция – шикле” – тигән һүҙҙәрен килтереп китергә кәрәктер, сәнки бөгөнгө көндә ҡайһы бер уҡытыусылар уҡысыға дөрөҫ итеп еткерелгән грамматиканың әһәмиәтен баһалап бөтмәйҙә.. Тупа оратория, косноязычна поэзия, неосновательна философия, неприятна история, сомнительна юриспруденция без грамматики. Был фекер тел өйрәнеүҙе грамматиканан тыш ойоштороуҙың мәғәнәһеҙ булыуын дәлилләү өсөн килтерелде.

Моделләү, телмәрҙе яҙма тексҡа әйләндереү, аңлы уҡыу, яҙма һәм телдән текст төҙөү, әхлаҡи проблемаларҙы билдәләү, ижади һәм эҙләнеүгә ҡоролған мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итеү кеүек эшмәкәрлек ысулдары, информацияға эйә булыу, мәғлүмәт алышыу өсөн телмәр һәм тел сараларын файҙаланыу, диалогта ҡатнашыу, монологик телмәр менән сығыш яһау – уҡыусы тарафынан тел дәрестәрендә грамматиканан тыш башҡарылырға мөмкин булмаған эш төрҙәре.

Традицион методика дәрестәрҙә өйрәнелгән материалды әҙер килеш биреүгә ҡорола – проблемалы итеп ҡуйылмай. Был рәүештә бирелгән күнегеүҙәр уҡыусыларҙа дәрестә ижади энтузиазм, әүҙемлек тыуҙырыуға булышлыҡ итмәй, үтелгән темаға, өйрәнелгән материалға ҡарата битарафлыҡҡа, ҡыҙыҡһыныуҙың кәмеүенә килтерә. Дәреслектәрҙә бирелгән анализ өлгөләрен әҙер килеш биреү ҙә уҡыу процесын шаблонлаштырыуға килтерә - ижади эшмәкәрлекккә урын ҡалдырмай.

Шулай булғас, бөгөнгө көндә дәрес материалы, был осраҡта башҡорт теле дәрестәре, уҡытыусы алдына ҡуйылған бурыс һәм маҡсаттарҙан сығып бирелергә, уҡыу-уҡытыу процесы белем биреүҙең заман талаптарына ярашлы рәүештә ойошторолорға тейеш.

Белем биреүҙең заман талаптарына ярашлы рәүештә бөгөнгө көндә мәктәп уҡыусыла шәхси, регулятив, метапредмет, коммуникатив, танып белеү эшмәкәрлеген формалаштырырға тейеш. Башҡорт теле дәрестәрендә был эшмәкәрлек төрҙәре лингвистик, коммуникатив, лингвокультурологик компетенцияларҙы булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Мәктәп курсы үҙендә уҡыусыларҙа элементар лингвистик компетенцияны формалаштырыусы мәғлүмәттәр тупларға тейеш. Был курс башҡорт теленең Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле, башҡорт халҡының милли теле булараҡ асыусы материалдан башланып, уның тарихы, графикаһының үҫеш-үҙгәреш этаптары, донъя телдәре, ҡәрҙәш телдәр араһында тотҡан урыны, бүлектәре, уларҙы өйрәнеүсе ғалимдар, өйрәнеүҙең теоретик нигеҙҙәре, фәнни асыштар тураһындағы мәғлүмәттәр аша уҡыусыларҙа телгә ҡарата фәнни ҡараш, һаҡсыллыҡ тәрбиәләүгә, уҡыусы шәхесенең тел аша үҙ-үҙен камиллаштырыу һәләтенә эйә булыуына, уҡыу предметына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы артыуына, туған телгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уяныуына килтерәсәк, уҡыусыларҙа тел идеалын, лингвистик донъяуи ҡараш нигеҙҙәрен формалаштырасаҡ. Бөгөнгө көндә иһә дәрестәрҙә башҡорт ғалимдары тураһында бик аҙ мәғлүмәт бирелә, тел тарихына иғтибар етерлек бүленмәй. 7-8 кластарҙа “Ябай һөйләм синтаксисы”, “Ҡушма һөйләм синтаксисы”н өйрәнеүгә ҡоролған дәреслектәр шунда уҡ ҡатмарлы бүлектәрҙе өйрәнеүҙән башлана, ә 5-се класс башында уҡ эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы, хәл, ябай һөйләм тураһында белешмә алған бала бер үк материалды ҡабатлап өйрәнеүгә йәлеп ителеп кенә ҡалмай, етмәһә, синтаксисты лингвистик фән бүлеге булараҡ асып биреүсе инеш өлөш тә ҡаралмаған.

Башҡорт теле дәреслектәрендә синтаксисты өйрәнеүгә йүнәлтелгән грамматик ҡағиҙәләр бик күп. Ошондай шарттарҙа уҡыусыны нисек итеп грамоталы итеп сығарырға? Бер генә юл бар: ҡағиҙәне яттан хәтерҙә ҡалдырып түгел, ә башланғыс, урта кластарҙан уҡ системалы рәүештә үҙләштереп, ҡанға һеңдереү, автоматизм дәрәжәһенә еткереп, тойомлау менән эш итеү. Синтаксисты лингвистик аспектта өйрәнеүҙе һөйләм, текст эсендә тормошҡа ашырырға: тексты һөйләмдәргә бүлеү, художестволы төҫ биреү, мөхәррирләү, һүҙ формаларының, һөйләм киҫәктәренең үҙ-ара мөнәсәбәтен өйрәнеү, теге йәки был һүҙгә таянып, үҫтереүле синтез яһау, һөйләм төҙөлөшөнә анализ үткәреү, һүҙбәйләнештәргә тарҡатып, һәр һүҙҙең ҡулланылыу даирәһен, синонимик варианттарын, контекстуаль мөмкинлектәрен асыҡлау, текст киҫәктәрен үҫтереүле анализлау кеүек эш төрҙәренә иғтибар бүлергә кәрәк.

Һүҙҙәрҙең синтаксик һыҙаттары, уларҙың үҙ-ара грамматик һәм мәғәнәүи мөнәсәбәткә инеүе һәр телдең үҙенсәлекле системаһында асыҡ сағыла, был һыҙаттар һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр яһалышында һәм бәйләнешле телмәрҙә (текста) үҙҙәрен күрһәтәләр. Шуға күрә лә ябай һөйләм синтаксисы һүҙбәйләнештәр менән ябай һөйләм төҙөлөшөн, ә ҡушма һөйләм синтаксисы ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен, уларҙың яһалыу үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Синтаксисты өйрәнеүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәр бер нисә төргә бүленеп классификациялана. Анализға йәки синтезға өҫтөнлөк бирелеүенән сығып һөйләмдәргә ҡоролған күнегеүҙәр аналитик һәм синтетик була. Аналитик күнегеүҙәр әҙер текстарҙан алынған һөйләмдәрҙән торһа, синтетик күнегеүҙәр үҙ аллы һөйләмдәр төҙөүҙе күҙ уңында тота. Уҡыусыларҙың үҙаллылығына һәм әүҙемлегенә бәйле рәүештә, һөйләмле күнегеүҙәр өс төркөмгә бүленә: бирелгән өлгө нигеҙендә эшләүгә ҡоролған күнегеүҙәр, конструктив күнегеүҙәр һәм ижади күнегеүҙәр алына. Улар уҡыусының компетентлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Өлгөгә нигеҙләнгән күнегеүҙәр дөрөҫ, аныҡ синтаксик конструкцияларҙы, уларҙың эске бәйләнешен, мәғәнәһен, текст барлыҡҡа килтереү үҙенсәлектәрен практик үҙләштереүгә ҡорола. Был төр күнегеүҙәрҙең күп өлөшөн аналитик күнегеүҙәр алып тора, улар шулай уҡ бирелгән һөйләмдәрҙе күҙәтеү, тыңлау, уҡыуға ла ҡорола. Төрлө варианттағы өлгө буйынса йәки өлгөгә оҡшатыуға ҡоролған күнегеүҙәр ҙә ошо уҡ төркөмгә ҡарай, улар иһә баланың компетентлығын үҫтереүгә булышлыҡ итмәй. Конструктив күнегеүҙәр төркөмө һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү йәки үҙгәртеп төҙөүгә нигеҙләнә. Әгәр өлгөгә нигеҙләнгән күнегеүҙәр грамматик теорияға таянмаһа, йәки өлөшләтә генә таянһа, конструктив күнегеүҙәрҙе башҡарыу грамматик төшөнсәһеҙ һәм ҡағиҙәһеҙ мөмкин түгел.

Ижади күнегеүҙәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү процесында ҙур әһәмиәткә эйә. Ләкин башҡа төрлө күнегеүҙәрҙән айырмалы рәүештә, улар түбәндәге етешһеҙлеккә эйә: башҡа ике төр күнегеүҙә уҡыусы ҡуйылған аныҡ талаптарға яуап бирә. Ижади күнегеүҙәрҙә бындай критерийҙар юҡ, шуға күрә уҡыусының айырым осраҡта ябай, уҡыусының ижади мөмкинлектәренә тулыһынса яуап бирмәгән һөйләмдәр төҙөүе лә бар. Шул уҡ ваҡытта һөйләмдәр төҙөү тик шул саҡта ғына мәғәнәгә эйә: ул уҡыусының юғары мөмкинлектәренән сығып ижад ителергә тейеш.был осраҡта баланың индивидуаль үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алырға кәрәк, йәғни дифференциаль белем биреү принцибының үтәлеүе шарт булып тора. Шуға күрә лингвистикала һөйләмдәрҙе ижади, бай йөкмәткеле итеп төҙөүгә ҡарата түбәндәге тәҡдимдәр бирелә:

- уҡытыусы ябай миҫал менән генә ҡәнәғәтләнергә тейеш түгел –синтаксик яҡтан ҡатмарлы һәм тасуири һөйләмдәрҙең төҙөлөүенә ирешергә тейеш;

- был маҡсатҡа ирешеүгә уҡыусыларҙың иң яҡшы һөйләмдәрен билдәләп үтеү һәм уларҙы дәфтәргә яҙыуға ҡоролған ижади ярыштар үткәреү булышлыҡ итә;

- бай йөкмәткеле һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текст төҙөү грамматика дәрестәрендә йыш ҡулланылырға тейеш – грамматик анализға ҡоролған, башҡа төрлө грамматик-орфографик күнегеүҙәргә әҙерлек барышында, яңы һүҙҙәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе үҙләштереү барышында һәм, ниһайәт, инша йәки хикәйә яҙыу барышында.

Дәрестәрҙә темалар, күнегеүҙәр XXI быуат лингвистикаһының һүҙҙе тел берәмеге генә түгел, мәҙәниәт берәмеге булараҡ та ҡарауынан сығып һайланырға тейеш. Ошо нигеҙҙә башҡорт телен уҡытыуҙа тел һәм мәҙәниәт бәйләнеше урын алырға тейеш, дәрестәрҙә телдең мәҙәниәтте барлыҡҡа килтереү ҡоралы, уның үҫеү, һаҡланыу шарты булыуы тураһындағы фекер ҡыҙыл еп булып үтергә тейеш. Туған телдең халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен баһаларға өйрәтеүсе, әхлаҡи-патриотик тойғоларҙы булдырыуҙа мөһим роль уйнаусы тәрбиә сараһы ла икәнен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Шуға күрә уҡыусыларға дәрестә тәҡдим ителгән күнегеүҙәр, текстар тап ошо аспекттан сығып коммуникатив принципҡа ла нигеҙләнеп һайланырға тейеш. Сөнки тел күренештәре һөйләмдән, этономәҙәни мөхиттән айырым өйрәнелһә, уларға ҡыҙыҡһыныу юғала. Был осраҡта үҫтереүле уҡытыу принцибы иҫәпкә алынмай, баланың фекерләү хәлен уятыусы шарт, сәбәп, ниәт (мотивтар) файҙаланылмай.24

Һүҙбәйләнеш – кәмендә ике үҙ аллы һүҙҙең грамматик һәм мәғәнәүи мөнәсәбәткә инеүенән барлыҡҡа килгән номинатив функция үтәүсе берәмек. Һүҙбәйләнеш синтаксисы айырым һүҙҙәрҙең синтаксик һыҙаттарын өйрәнә, уларҙың үҙ-ара бәйләнеү ҡағиҙәләрен билдәләй, ә ул ҡағиҙәләр айырым һүҙҙәрҙең грамматик һыҙаттары һәм лексик мәғәнәләре менән аңлатыла: ҡалала йәшәү, миңә ҡәҙерле, беренсе класс, серле китап, арттан беренсе. Һөйләмдә һүҙҙәр араһындағы бәйләнеште асыҡлау һәләтен формалаштырыу мөһим синтаксик һәм телмәр һәләте һанала. Һүҙбәйләнешкә башланғыс кластарҙа уҡ һөйләм компоненты булараҡ иғтибар йүнәлтелә. “Һүҙбәйләнеш” терминына билдәләмә дәреслектәргә индерелмәһә лә, башланғыс класс уҡыусыһы был төшөнсәне айырып алыуға һәләтле. Был һәләт яйлап формалаша, төрлө күнегеүҙәр ярҙамында эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр араһындағы бәйләнеш төшөндөрөп бирелә. Түбәндәге күнегеүҙәр был процесты әүҙемләштерә:

- Һөйләмде тарҡатыу. Ниндәй һөйләм киҫәктәрен тарҡатырға кәрәклеге алдан әйтелә.

- Тарҡалған һөйләмде киренән төҙөү. Һөйләмде тергеҙеү уның грамматик нигеҙенән башлана, артабан һорауҙар ярҙамында һүҙбәйләнештәр билдәләнә.

- Тексты һөйләмдәргә бүлеү. Был эш төрө аңлы рәүештә башҡарылһын өсөн, һәр һөйләмдәрҙә баш киҫәктәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе табырға кәрәк.

- Һөйләмдәрҙе анализлау һәм схемаларын төҙөү. Был ваҡытта һөйләмдең грамматик нигеҙе айырып күрһәтелә, хәбәрҙе асыҡлап килгән эйәрсән киҫәк, артабан икенсе эйәрсән киҫәкте асыҡлап килгән эйәрсән киҫәк, шулай итеп, һүҙбәйләнештәр табыла.

- Уҡытыусы тарафынан бирелгән схемалар буйынса һөйләмдәр төҙөү.

- Хикәйә төҙөү һәм артабан билдәләнгән төрҙәге һөйләмдәрҙе анализлау. Был осраҡта эйәнән, хәбәрҙән, эйәрсән киҫәктәрҙән башланған һөйләмдәр ҡарап үтелә, һүҙҙәрҙең ни өсөн шундай тәртиптә килеүе асыҡлана.

Ғөмүмән, һүҙбәйләнеш буйынса эшләү ике аспектта алып барыла: һөйләм төҙөү барышында һүҙбәйләнеш уның өлөшө булараҡ ҡарала; һүҙбәйләнеш предметтың атамаһы булараҡ ҡарала, мәҫәлән, тимер юл – машина юлы, асфальт юл. Һүҙбәйләнештәрҙе төҙөүгә, ҡулланыуға ҡоролған күнегеүҙәр уҡыусының телмәрен үҫтереү маҡсатында бирелә. Түбәндәге стандарт булмаған күнегеүҙәр ҙә үтәлергә мөмкин:

- Терминологик диктан яҙыу: әйтелгән һүҙбәйләнештәрҙе бер һүҙ менән яҙыу. Мәҫәлән: ҡоштар батшаһы – бөркөт, һүрәт төшөрөү ҡоралы – ҡәләм, ҡояш байыған яҡ – көнбайыш, күк транспорты – самолет, йөҙөп ярышыусы спортсы – йөҙөүсе, атта йөрөүсе кеше – һыбайлы, һ.б.

- “Башҡорт теленән башҡорт теленә тәржемә итеү” – уҡыусылар күнегеүҙе эшләү барышында күрһәтелгән һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе синонимдары менән алмаштыра.

Һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнеү барышында һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килһен өсөн, һүҙҙәрҙең мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан бәйләнә алыуы шарт икәнен дә билдәләп китергә, быны миҫалдар ярҙамында иҫбатларға кәрәк. Ошонда уҡ теҙмә һүҙбәйлә!нештең һөйләмдә тиң киҫәктәр булып килеүен әйтеп үтергә, эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә бәйләнеп килеү юлдары тураһында һүҙ алып барырға тура килә. Был осраҡта морфология бүлегендә алған белемгә таяныу, төрлө таблицалар, схемалар ҡулланыу менән бергә рус телендә һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеү юлдары менән дә сағыштырыу эшмәкәрлеге ойошторорға, башҡорт теленең үҙенсәлегенә баҫым яһарға кәрәк.

  1. Дөрөҫ булмаған һүҙбәйләнештәрҙе дөрөҫләп яҙырға:

Ауылдың ҡайттым. Атта яратам. Китапты уҡып бөттөм. Йыр яратам. Өфөгә булдыҡ. Балыҡтан тоттоҡ. Урманға менән барҙыҡ. Ҡәләм тиклем яҙам. Тауҙың мендек.

Был ваҡытта уҡыусыларҙың үҙҙәре үк эйә булған белемдәрен ҡабатлап, ваҡыт уҙғарып тороу урынһыҙ: уларҙың үҙ аллы ҡағиҙә сығарыуына, ялғауҙарҙың, бәйләүестәрҙең ҡулланылыу осраҡтарын аңлатыуына, уларҙы текста, ижади эшмәкәрлектә ҡулланылыуына ирешергә кәрәк. Шунда уҡ синтаксис уҡытыуға ҡағылышлы иҫкәрмәләрҙе күҙ уңында тотоп, ярашыу бәйләнешенә ҡағылышлы артабанғы күренеште уҡыусылар менән берлектә асыҡлап үтергә кәрәк: ярашыу бәйләнеше башҡорт телендә эйә менән хәбәр араһында һәм эйәлек алмашы менән исем араһында күҙәтелә. Дәрестә шулай ҙа һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары булып торған ярашыу, йәнәшәлек, башҡарылыу, һөйкәлеү төшөнсәләрен балаларҙың тулыһынса үҙләштереүен талап итеп, ҡағиҙәләр менән мауығыу ярамай. Ә бына нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге, халыҡ ижадындағы тотҡан урынын иҫәпкә алып, балаларҙың ижади һәләтен, фантазияһын, һүҙ байлығын үҫтереүҙә етерлек кимәлдә файҙаланырға мөмкин. Был осраҡта лингвокультурологик компетенцияны үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе күнекмәләр биреү отошло:

  1. “Зөһрә йондоҙ” исемле халыҡ әкиәтен иҫкә төшөрөгөҙ. Һуңынан терәк өсөн артабан бирелгән нығынған һүҙбәйләнештәрҙең үҙегеҙгә оҡшағандарын ҡулланып, бер-берегеҙгә һөйләгеҙ.

Терәк өсөн нығынған һүҙбәйләнештәр: бер бите ай, бер бите ҡояш, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, үкһеҙ етем, ҡара таңдан, күрмәгәнен күрһәтеү, ҡыҫымға алыу, ҡолаҡҡа яҡмаҫ, ҡот осоу, йөрәкте әрнетеү, донъяның әсеһен-сөсөһөн татыу.

  1. Метапредмет йүнәлешендә рус телендә бирелгән нығынған һүҙбәйләнештәрҙең башҡорт телендәге эквиваленттарын табырға ла мөмкин: не сомкнув глаз, нести чепуху, сами с усами, скатертью дорога, разинув рот, гол как сокол.

Был осраҡта фразеология буйынса үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, бөтә мәҡәлдәрҙең дә нығынған һүҙбәйләнештәргә инеүен аңлатып китергә лә кәрәк. Көлкө яңырыу ҡайһылай була? Күңел нисек кителә? “Ҡуш йөрәкле“ тип ниндәй кешегә әйтәләр? Кешенең күңелен нисек күреп була? “Ҡыҙыл ҡар яуғас” тигән һүҙ ҡасан башҡараласаҡ эш-хәлде белдерә?Ни сәбәптән кеше ер тишегенә инеп китерҙәй була? Ниндәй ваҡытта кеше йәнен ус төбөндә йөрөтә? – ошоноң кеүек һорауҙар биреү ҙә уҡыусыларҙы уйландырыуға, ҡыҙыҡһындырыуға, уларҙың телмәрен байытыуға йүнәлдерелгән.

Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе ирекле һүҙбәйләнештәр менән сағыштырып өйрәнеү эффектлыраҡ буласаҡ: ҡанатлы ҡош – ҡанатлы хыял, уйға сумыу - һыуға сумыу, башына һыйҙыра алманы – сумаҙанға һыйҙыра алманы, һ.б.

Шулай уҡ һүҙбәйләнеш менән ҡушма һүҙ араһындағы айырмалыҡтарға ла туҡталып үтеү зарур. Ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу, яҙыу күнекмәләре ҡушма һүҙ составындағы һүҙҙәр араһындағы өндәрҙең сиратлашыуы, һүҙбәйләнештең бер генә предметты аңлатып, ҡушма һүҙгә әйләнеүен аңларға тейеш. Бының өсөн рәттәр менән эшләү, йәғни бер уҡыусының ҡушма һүҙ, икенсеһенең уны һүҙбәйләнешкә тарҡатыуына ҡоролған эшмәкәрлек алымдарын ҡулланырға мөмкин. Өйгә эш итеп темаға ярашлы рәүештә уҡыусыларҙың ҡалаһы йәки ауылы эргәһендәге тау, йылға, күл, һ.б. исемдәрен яҙып килергә, уларҙың яһалыуын асыҡларға ҡушыу баланың ер-һыуға ҡарата мөнәсәбәтенә тәьҫир итмәй ҡалмаясаҡ.

Ләкин аралашыуҙы тәьмин итеүсе минималь берәмек – ул һөйләм, шуға күрә уның иң мөһим функцияһы – коммуникативлыҡ, йәғни ысынбарлыҡ, ундағы мөнәсәбәттәр, эш-хәрәкәт, торош тураһында хәбәр итеү, белешмә биреү, уларҙы башҡарыуға өндәү, саҡырыу, тойғо белдереү йә һорау биреү. Туған телендә аралаша белеү, коммуникация процесында уңышлы сығыш яһау, һис шикһеҙ, шәхесте характерлаусы, уға төрлө өлкәләге уңыштарға ирешергә мөмкинлек биреүсе фактор булып тора.

Һүҙбәйләнеш менән һөйләм – икеһе лә синтаксик берәмек булһалар ҙа, улар бер-береһенән үҙҙәренең төҙөлөү принциптары, шулай уҡ грамматик һәм функциональ билдәләре буйынса айырылалар: һүҙбәйләнештәр аралашыуҙы тәьмин итмәй, аралашыу тик үҙ-ара мөнәсәбәттә тороусы һөйләмдәр ярҙамында ғына була, шуға күрә синтаксистың тағы ла бер өйрәнеү объекты булып телмәр (текст) синтаксисы мәсьәләһе барлыҡҡа килә. Улар айырым һөйләмдәрҙе түгел, ә аралашыу процесында бәйләнешле телмәрҙең барлыҡҡа килеү, ҡулланыу үҙенсәлектәрен, уның төрҙәрен, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙең үҙ-ара берләшмәһен – ҡушма синтаксик бөтөндәрҙе, абзац һәм текстарҙың төҙөлөү үҙенсәлектәрен, уларҙың грамматик һәм мәғәнәүи бәйләнешен, интонацияһын өйрәнә.

Профессиональ, эшлекле хеҙмәттәшлек заманы бөгөнгө көндә кешенән тел һәм телмәр, конструктив диалог алып барыу һәләтенә эйә булыуҙы талап итә. Мәктәп уҡыусыларҙың телмәре үҫешмәгән булыуы борсоуға һала: улар үҙҙәренең сығышын аргументлай алмай, һығымта яһау, телдән анализлау һәләттәре үҫешмәгән, бик күп телмәр, орфографик һәм пунктуацион хаталар ебәрәләр. Шуға күрә ла мәҙәниәтле телмәрҙе вербаль булмаған ым-ишара, варваризмдар, норматив лексикаға ҡарамаған һүҙҙәр менән алмаштырырға тура килә. Коммуникатив компетенцияларҙың үҫешмәү сәбәбе:

- китап уҡыу культураһының түбәнәйеүе;

- индивидуаль һүҙлек байлығының аҙайыуы;

- коммуникатив компетентлыҡҡа эйә булыу өсөн шәхси нигеҙҙең, мотивтың булдырылмауы.

Тимәк, мәктәптә тел уҡытыуҙың киләһе маҡсаты – коммуникатив һәм тел компетенцияһын формалаштырыу өсөн шарттар булдырыу. Традицион рәүештә орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләр менән генә сикләнгән уҡытыу телмә ярҙамында аралашыу, грамоталы яҙма телмәргә өйрәтеү менән тулыландырылырға тейеш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә быны тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

- художестволы, публицистик һәм дәреслектә бирелгән текстарҙы рациональ уҡыу һәләтен үҫтереү;

- телдең эстетик функцияһына иғтибар итеп, тексты анализлауға өйрәтеү;

- тексты телдән һәм яҙма рәүештә сағылдырыу, интерпретациялау, төрлө жанр һәм стилгә ҡараған текстар ижад итеү.

Башҡорт теле дәрестәре түбәндәге коммуникатив белек (умения и навыки) формалаштырыу кәрәклеген иҫәптә тотоп ойошторолорға тейеш:

- мәғлүмәттең темаһын, уй-фекерҙең үҫеш логикаһын аңлай алыу һәләте;

- кәрәкле информацияны өлөшләтә йәки тулы рәүештә тотоп алыу һәләте;

- әйтелгәндең мәғәнәһенә төшөнөү, тыңлай белеү һәләте;

- аңлы уҡыу һәләте;

- диалогик һәм монологик телмәр төҙөү һәләте;

- материалды йыйыу һәм системалаштырыу һәләте;

- план төҙөү, төрлө телмәр типтарын ҡулланыу һәләте;

- билдәләнгән стилдә телмәр тексы төҙөү һәләте;

- тел сараларын һайлап алыу һәләте;

- әйтелгәнде дөрөҫ итеп яҙып, һөйләп биреү һәләте.

Башҡорт теле дәресенең һөҙөмтәлеге туранан-тура яҙма һәм тел күнекмәләренең рациональ ойошторолоуы менән, уҡыусыларға фекерләүҙән – телмәргә, телмәрҙән фекерләүгә күсеү барышында килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн шарттар булдырылыуы менән бәйле.

Һөйләм телмәрен үҫтереү буйынса эш алып барғанда тасуирилыҡ мөһим. Уның төп элементтары – тон, пауза, баҫым, темп, тойғо - һаҡланышын күҙәтеү, был элементтарҙың береһе генә лә ситтә ҡалмай, тасуирилыҡҡа өйрәткәндә үҙ функцияһын теүәл башҡарырға тейешлеген аңлау мөһим. Ә иң мөһиме – һөйләү телмәрендә иғтибарға лайыҡ фекер булыуы, шул фекерҙең түкмәй-сәсмәй тыңлаусыға еткерелеүе.

Синтаксисты өйрәнеү аша уҡыусының коммуникатив һәләтен үҫтереү түбәндәге осраҡта уңышлы буласаҡ:

  1. Коммуникатив компетенция формалаштырыуҙың психологик характеристикаһы күҙ уңында тотоп эш итеү мөһим.

  1. Коммуникатив һәләт булдырыу факторы булараҡ дәрестәрҙә синтаксисты өйрәнеүгә булышлыҡ итеүсе күнегеүҙәр системаһын булдырырға кәрәк. Билдәле булыуынса, фекерен еткереү өсөн кеше иң тәүҙә һүҙҙәр таба, уларҙы телмәр процесында урынлаштыра, грамматик яҡтан бәйләй һәм һөйләмгә әйләндерә. Йәғни кеше, һөйләм төҙөүҙе һүҙбәйләнештән башлай. Һөйләм төҙөү уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен камиллаштыра, синҙтаксик структура фекерҙең үҙен бер тәртиптә ҡора, уның аныҡлығын тәьмин итә. Һөйләмдә уҡыусының һүҙҙәр һайлау, һүҙбәйләнештәр төҙөү һәләте тормошҡа ашырыла. Һөйләм өҫтөндә эшләүҙең төп маҡсаты - уҡыусыны дөрөҫ структураланған һәм тамамланған фекерҙе белдерергә өйрәтеү. Был осраҡта түбәндәгеләрҙе иғтибар үҙәгендә тоторға кәрәк:

    1. Һөйләм – телмәр берәмеге, тимәк, һөйләмдәргә ҡоролған күнегеүҙәргә ғөмүмән телмәр күнекмәләренә ҡарата ҡуйылған талаптарға яуап бирергә тейеш: мотивация, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәттең булыуы һ.б.

    2. Һөйләм – грамматик ойошторолған берәмек, тимәк,һөйләм өҫтөндә эшләүҙе грамматика курсынан айырып ҡарап булмай, уның структураһы, төрлө типтары өҫтөндә эштәр ойоштороу бик мөһим;

    3. Һөйләм мәғәнәүи берҙәмлек һәм тамамланғанлыҡҡа эйә, тимәк, уның фактик һәм фекерләүгә булышлыҡ итеүсе нигеҙе, мәғәнәүи төҫмөрҙәре, уларҙың һөйләм структураһына бәйлә булыуын күҙ уңында тотоп, был берәмек өҫтөндә эште дөрөҫ ойошторорға кәрәк;

    4. Һөйләмдең мәғәнәһе менән интонацияһының бәйләнешлегенә ирешергә кәрәк.

Һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә буйынса эшләгәндә, уның коммуникатив берәмек икәнен, һүҙбәйләнештән, һүҙҙән айырмаһын төшөндөрөү маҡсатында түбәндәге танып белеү эштәрен ойошторорға мөмкин:

  1. Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре ҡуйылмаған, һөйләмдәре бәләкәй хәреф менән башланған тәрбиәүи, мәҙәни, әҙәби темаға текст тәҡдим итеү, уҡытыу, артабан ундағы һөйләмдәрҙе билдәләтеү, тыныш билдәләрен ҡуйҙырыу. Үтәлеште тикшергәндә, билдәләнгән берәмектәрҙең ни өсөн һөйләм булыуын асыҡлауҙы, һайланған тексты интонация менән һөйләмдәргә бүлмәй һәм, киреһенсә, шул уҡ тексты һөйләмдәргә бүлеп уҡыуҙы ойоштороп, һүҙбәйләнештәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләргә, һөйләмде һүҙҙән һәм һүҙбәйләнештән айыра торған төп билдәгә - интонацияға йүнәлтергә кәрәк.

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен өйрәнеү барышында һөйләмдең аралашыу, бәйләнешле телмәр төҙөү өсөн кәрәклеген аңлатыу мөһим. Уҡытыусы, лингвистик белем биреү менән генә сикләнмәйенсә, тел берәмектәренең тик телмәр процесында ғына бер-береһенә бәйле ҡулланылыуын, уларҙың контекста ғына еңел аңлашылыуын хәтеренән сығармаҫҡа тейеш, сөнки йыш ҡына уҡыусылар тарафынан һүҙ төркөмө һәм һөйләм киҫәге тигән төшөнсәләрҙе бутау күҙәтелә. Шуға күрә, һис шикһеҙ, тел дәрестәрендә тел ғилеменең башҡа бүлектәренә лә мөрәжәғәт итеү генә түгел, күнегеүҙәр өҫтөндә эш комплекслы рәүештә алып барылырға тейеш. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен өйрәнеү ҙә шулай уҡ еңелерәк конструкциялы ябай һөйләмдәрҙән торған текстар буйынса ойошторола. Тәүҙә эйә һәм хәбәрҙең ни өсөн һөйләмдең төп өлөшөн тәшкил итеүсе киҫәктәр булыуы асыҡлана. Бындай эш эйәнең һөйләмдә белдергән мәғәнәһенә, һөйләмдәге коммуникатив функцияһына төшөнөргә ярҙам итә. Артабан ошо уҡ бәйләнешле текст эсендә ябай, ҡушма һүҙҙәрҙән, төрлө һүҙ төркөмдәренән килгән эйәләре булған һөйләмдәр ҡарап үтелә, хәбәрҙең эйә тураһында ниҙер белдергән, хәбәр иткән һөйләм киҫәге булыуы асыҡлана, текст буйынса эш барышында хәбәрҙең дә төҙөлөшө буйынса, эйә кеүек үк, ябай ҙа, ҡушма ла булыуы, шулай уҡ төрлө һүҙ төркөмдәренән һәм һүҙбәйләнештәрҙән килә алыуы билдәләнә. Ошо уҡ текстан эйә менән хәбәрҙең бер үк һүҙ төркөмөнән килә алыуы асыҡланып, был һөйләмдә һыҙыҡтың функцияһы, был һөйләмдең интонацион үҙенсәлеге ҡарап үтелергә лә мөмкин. Уҡыусылар эйә менән хәбәрҙең үҙенсәлеген төшөнгәс, текстан һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен генә һәм эйәрсән киҫәктәрен генә уҡытып, анализлатып, уларҙың коммуникатив функция үтәй алыу-алмауҙарын билдәләү, был турала уҡыусыларҙың һығымта яһауҙарын ойоштороу уңай һәм отошло. Артабан һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен өйрәнеү барышында шулай уҡ текстан эйәрсән киҫәктәрҙең баш киҫәктәрҙе төрлөсә асыҡлап, төрлө мәғәнә белдереп килеүҙәрен күрһәтеп үтергә кәрәк. Бындай аналитик тикшереү, сағыштырыу эштәре уҡыусыларҙы эйәрсән киҫәктәрҙең мәғәнәләре һәм телмәрҙәге функцияһы яғынан өс төрлө булыуҙары тураһында һығымтаға килтерергә тейеш.

Тел аралашыу ҡоралы булыу вазифаһын тик телмәр процесында ғына үтәй, ә телмәр фекерләүҙе барлыҡҡа килтерә, информация менән бүлешеүҙе тәьмин итә. Һәр автор,телмәрҙең маҡсатынан сығып, аралашыуҙа барлыҡҡа килгән уй-фекерҙең мәғәнәүи нескәлектәрен биреүсе һәм конструктив йәһәттән үҙенсәлекле һөйләмдәр төҙөй. Шулай итеп, автор стиле тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килә. Телмәр, ниндәй һүҙҙәр ҡулланылыуына, ниндәй информация бирелеүенә ҡарап, һөйләүсенең тел байлығын, аралашыу, диалог алып барыу оҫталығын, холоҡ-торошон, логик фекерләй белеү-белмәүен, анализға, дөрөҫ һығымта яһауға һәләтен, информацияны дөрөҫ итеп еткерә белеү кимәлен, хәтер үҙенсәлектәрен асып бирә, уның тураһында фекер формалаштыра, теге йәки был эшмәкәрлек төрөнөң уңышлы тормошҡа ашырылыу шарты булып тора.

Уҡытыусы, синтаксис курсын өйрәнеү барышында, лексик темаға ярашлы рәүештә уҡыусыларҙың телмәрендә шул конструкцияларҙың дөрөҫ ҡулланылыуына ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шул уҡ ваҡытта ике баш киҫәге лә булған ябай, тулы, тарҡау һөйләмдәрҙә генә телдең бөтә мәғәнәүи нескәлектәренең тулы сағылыш алыуын дәлилләй. Бының өсөн яҙма текстар өҫтөндә эш, йәки диалог (уҡыусы менән уҡытыусы, ике уҡыусы, өс уҡыусы ҡатнашҡан полилог), йәки монолог менән сығыш яһауҙарын ойоштора. Һәр монолог, диалогтың һуңынан был эшмәкәрлеккә тыңлаусыларҙы йәлеп итә, аңлашылмаған ерҙәр, еткерелмәгән информация, интуитив рәүештә оҡшатмаған йәки тупаҫ яңғыраған моменттарҙы анализлау буйынса эш үткәрә.

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусыларҙың үҙенсәлектәрен, улар араһындағы оҡшашлыҡ һәм айырмаларҙы аңлау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Тиң аныҡлаусылар эргәһендә өтөр ҡуйып яҙырға өйрәнеү өсөн, уҡыусылар уларҙы таный белергә тейеш. Быға ирешеү өсөн материалды аңлатҡанда һәм күнегеүҙәр эшләткәндә уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү талап ителә. Был осраҡта һәр бер аныҡлаусы янына тағы бер аныҡлаусы өҫтәп яҙыуға, уҡыуға нигеҙләнгән лингвокультурологик материалға бай булған күнегеүҙәр башҡарыу заман талаптарына ярашлы компетенцияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Бер составлы йәки ике составлы, тулы һәм кәм, йыйнаҡ һәм тарҡау, ябай һәм ҡушма һөйләмдәр тураһында һөйләшкән саҡта тәрбиәүи, ҡыҙыҡһындырырлыҡ темаға күнегеүҙәр алырға кәрәк. Балаларҙың телмәрен байытыу, логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереү маҡсатында был күнегеүҙәр буйынса тик синтаксик анализ менән генә мауыҡмайынса, текст өҫтөндә комплекслы лексик-семантик анализ үткәреү кәрәк.

Үҫтереүле уҡытыу принцибына ярашлы күнегеүҙәрҙең биремдәре, мәҫәлән, түбәндәгесә булырға мөмкин:

  1. “Текстың (өҙөктөң) бер һөйләмен һайлап ал. Ентекләп уҡып сыҡ. Һөйләмдең мәғәнәһен төшөн һәм уйла: сит телмәрҙең төп мәғәнәһе, төп фекере ниндәй һүҙҙәргә һалынған? Үҙеңдең яуабыңды иҫбат ит”.

  1. “Тексты иғтибар менән уҡып сыҡ. Унда төп фекер ниндәй һөйләм аша бирелә? Автор күп сағыштырыуҙар ҡулланған. Улар урынлымы? Һин нисек уйлайһың? Сағыштырыуҙарҙы икенсе төрлө биреп булмаймы? Яуабыңды иҫбат ит.”

  2. “Текста һөйләмдәрҙең тик грамматик нигеҙҙәре генә бирелгән. Шуларҙы тарҡау һөйләмдәргә әйләндер. Һөйләмдәрең күркәм булһын.”

  3. “Текстың башы бирелгән. Аҙағын үҙеңсә яҙып бөтөр. Һүрәтләү сараларын ҡулланырға онотма”.

  4. “Текстың аҙағы бирелгән. Башы нисегерәк булды икән? Уйла һәм үҙеңсә яҙып ҡара”.

  5. “Өҙөктө иғтибар менән уҡып сыҡ. Үҙең теләгән һөйләмдәге һүҙбәйләнештәрҙе яҙып ал. Улар ошо тәртиптә булырға тейеш: рәүеш менән ҡылым, сифат менән исем, исем менән исем. Өҙөктә төп фекер ҡайһы һөйләм аша белдерелә? Уйла әле.”

  6. “Терәк һүҙҙәр бирелгән. Шуларҙы ҡулланып бәләкәй генә хикәйә яҙып ҡара”.

Төрлө таблицалар, тестар, ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр, схемалар, командалар менән эшләүгә ҡоролған эшмәкәрлек формалары урынлы булыр:

  1. “Әкиәт төҙө” уйыны. Һәр һөйләм, мәҫәлән, а, м, һ.б. хәрефтәренә башланырға тейеш.

  2. “Кирегә табан һөйләү” уйыны. Уҡыусыларға аҙағынан башлап хикәйә төҙөргә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, беренсе бала хикәйәне былай башлай: “Шунан улар бик оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгәндәр”. Уның янында ултырған уҡыусы: “Ниһайәт, улар дуҫлашҡандар” , - тип дауам итә. Эҙмә-эҙлекте боҙған (һөйләмде дөрөҫ төҙөмәгән) уҡыусы уйындан сыға.

  3. “Портрет һөйләй” уйыны. Уҡыусыларға портрет күрһәтелә. Улар бер нисә минут эсендә ошо портрет исеменән теге йәки был төр һөйләмдәр ҡулланып, монолог төҙөргә тейештәр.25

  4. “Геройҙы таны” уйыны. Теге йәки был әҫәр геройы исеменән үҙе тураһында текст төҙөтөү. Был әҫәр геройының кем булыуын, ҡайһы әҫәрҙән икәнлеген асыҡлау.

  5. Өйҙә, исемен әйтмәйенсә генә, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр индереп, бер класташтың портретын, белгән тиклем, эске донъяһын тасуирлау. Дәрестә ҡысҡырып уҡыу, кем икәнен иптәштәренән әйттереү.

  6. Тема өйрәнеүҙе йомғаҡлау өлөшөндә теге йәки был төр һөйләмдәр ҡулланып инша, йә эссе, башҡа ижади эштәр яҙыла.

Айырым телдең синтаксик ҡоролошо үҙенсәлектәрен дөрөҫ билдәләү өсөн, ул телдәге һүҙҙәрҙең килеү тәртибе үҙенсәлектәрен белеүҙең әһәмиәте мөһим, сөнки һөйләмдәр һүҙҙәрҙән төҙөлә, ә һуңғылары аралашыуҙың иң мөһим берәмеге булған һөйләмдә телдең эске үҫеше ҡанундарына ярашлы урынлаша.26 Һөйләмдә һүҙҙәрҙең тура тәртибе – эшкәртелгән әҙәби прозаик телмәргә хас күренеш булһа, шул уҡ һөйләмдә һүҙҙәрҙең ғәҙәти тәртиптә килеүенән ситләшеү, инверсия осраҡтары, теге йәки был конструкцияның экспрессивлығы һәм уның функциональ-стилистик биҙәкле булыуы менән аңлатыла. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең кире тәртиптә килеүе:

  1. телмәр берәмеге булған һөйләмдең мәғәнәүи үҙәген айырып күрһәтеүгә: Мин / үҙемсә эшләйәсәкмен! Үҙемсә эшләйәсәкмен / мин;

  1. телмәрҙең эмоциональ тасуирлығын көсәйтеүгә: Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы (халыҡ йырынан) – Ир-егеткәй менән ат башы ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй;

  2. йәнәшә килеүсе һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләүгә һәм уларҙың киҫәктәре урынлашыуында позицион ҡапма-ҡаршылыҡты барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә: Ҡыҙҙары, улдары ҡайтып төштө Бибинурҙың. Балаларын күргәс, еңеләйгәндәй булды әсәнең хәле.

Күренеүенсә, һүҙҙәрҙең үҙенсәлекле тәртиптә килә алыу мөмкинселегенә ҡарап, һөйләм уй-фекерҙе белдереп кенә ҡалмай, ә синтаксик конструкцияның йөкмәткеһен тыңлаусыға еткереүҙе конкрет һөйләм ярҙамында үтәй, сөнки һөйләм һәр ваҡыт коммуникатив бурысты башҡара, әгәр ҙә бындай бурыс булмай икән, һөйләм дә була алмай. Коммуникатив бурыс һөйләмгә йәшәү бирә.27 Мәҫәлән, коммуникатив маҡсатҡа ярашлы, бер үк һөйләм, һөйләүсенең ниндәй фекерҙе тыңлаусыға һыҙыҡ өҫтөнә алып еткерергә теләүенән сығып, төрлөсәрәк грамматик төҙөлөшлө була ала, шул арҡала һөйләмдә яңы фекер төҫмөрләнеше барлыҡҡа килә: Бөгөн ул хикәйәтте мин һиңә һөйләйем (З.Биишева) тигән һөйләмде, коммуникатив-синтаксик талаптарҙан сығып,төрлөсә ойошторорға мөмкин:

а) Мин бөгөн һиңә ул хикәйәтте һөйләйем.

б) Һиңә мин ул хикәйәтте бөгөн һөйләйем.

в) Ул хикәйәтте мин бөгөн һиңә һөйләйем.

г) Һөйләйем мин ул хикәйәтте һиңә бөгөн.

ғ) Ул хикәйәтте һиңә бөгөн һөйләйем мин.

д) Бөгөн мин һиңә һөйләйем ул хикәйәтте.

е) Мин ул хикәйәтте бөгөн һөйләйем һиңә.

ж) Бөгөн ул хикәйәтте һиңә мин һөйләйем.

з) Мин бөгөн һөйләйем ул хикәйәтте һиңә һ.б.

Һөйләмдең был үҙенсәлектәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ижади эштәр башҡарыу, диалог, монолог төҙөү барышында, тура тәртипле һөйләмдәрҙән торған тексты кире тәртипле һөйләмдәр ярҙамында үҙгәртеп яҙыуҙа, әҙәби әҫәрҙе анализлағанда әүҙем ҡулланырға мөмкин, сөнки коммуникатив функцияларына ҡарап, һөйләмдең барлыҡ киҫәктәре лә һөйләмдең башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла килә алалар.

Бер составлы һөйләмдәрҙе үткәндә түбәндәге күнегеүҙәр тәҡдим итергә мөмкин:

  1. Берәй һүрәт буйынса тик атама һөйләмдәрҙән генә торған инша яҙыу.

  1. Бирелгән темалар буйынса тик атама һөйләмдәрҙән генә торған ҡыҙыҡлы хикәйә яҙыу.

Тура һәм ситләтелгән телмәрҙе үткәндә шартлы билдәләр ярҙамында диктант яҙҙырырға мөмкин. Бының өсөн автор һүҙҙәрен штрихланған тура дүртмөйөш менән, тура телмәрҙе квадрат менән билдәләп була.

Тура һәм ситләтелгән телмәрле текстар өҫтөндә эшләгәндә шулай уҡ ролләп уҡыуға иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк. Яҙыу һәм һөйләү телмәрен, шәхси сифаттар формалаштырыу,социаль йүнәлеш булдырыу маҡсатында текст биреп, уның буйынса түбәндәге кеүек эш ойошторорға мөмкин:

    1. Тексты, тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу:

Бер ваҡыт айыу менән бабай дуҫлашып алғандар ҙа бергәләп шалҡан сәсергә уйлағандар бабай айыуға тамыры миңә япрағы һиңә булыр тигән шалҡан бик яҡшы уңған бабай үҙенә тамырын алған ә айыуға япрағын биргән айыу мығырлап мығырлап ҡараған да ни хәл итһен шулай һөйләшелгән бит инде икенсе йыл дуҫтар тағы ла бергә сәсергә булған тик был юлы һин һабағын алырһың тигән айыу ярар тигән бабай был юлы улар бойҙай сәскәндәр бойҙай бик шәп уңған бабай башағын ә айыу һаламын алған айыу тағы ла алданған шул көндән бирле айыу менән бабайҙың дуҫлығы ла бөткән. (И.Ушинский.)

    1. Тексты интонациялы итеп уҡыу.

    2. Тексты диалог формаһында уҡыу.

    3. Текстан тултырыусыларҙы, хәлдәрҙе табыу. Улар ни өсөн ҡулланыла?

    4. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатыу.

    5. Кем ул ысын дуҫ? Ысын дуҫлыҡ тигәнде һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Дуҫтарығыҙға ҡарата гел ғәҙелһегеҙме? Ысын дуҫлыҡҡа һеҙ ниндәй миҫалдар килтерә алаһығыҙ? Дуҫтар ни өсөн кәрәк донъяла? - ошо һорауҙар ярҙамында әңгәмә ойоштороу маҡсатҡа ярашлы.

Диалогтарҙы өйрәнеү барышында тулы һәм кәм һөйләмдәрҙең функцияларын асыҡлау, реплика, диалогик бөтөн һәм диалог төрҙәре тураһында белешмә бирелә. Диалогта яуап репликаларҙың түбәндәге төрҙәре күрһәтелә: күтәреп алыусы, ҡабатлаусы, ҡаршы килеүсе, өҫтәүсе, теманы икенсе юҫыҡҡа күсереүсе. Яуап реплика характерына ярашлы диалог типтары билдәләнә: диалог ҡаршылыҡ, диалог-синтез, диалог-бәхәс, диалог-аңлашыу, диалог-әрләшеү, диалог-әңгәмә, диалог-белдереү, диалог-фекер алышыу.28

Бында яуап репликаларҙың кәм һөйләмдәрҙән төҙөлөүе билдәләнә, диалог төҙөү саралары (уҡыусыға йүнәлтелгән мөрәжәғәт, уны уйланырға өндәүсе, эшкә саҡырыу, теләк уятыуҙың төрлө формалары; уҡыусыға туранан-тура йүнәлтелгән тәҡдимдәр, кәңәш, һ.б. ), уны төҙөүсе синтаксик саралар (һорау-яуап комплексы, риторик һорауҙар, өндәмәләр, инеш һәм индермә конструкциялар) тураһында теоретик материал бирелә, төрлө типтағы диалог төҙөү ойошторола.

Уҡыусыға ныҡлы тәьҫир итеү маҡсатынан сығып, “автор-уҡыусы” йәшерен диалогына (ул публицистик текстарҙа автор тарафынан уҡыусы менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу, ысын күңелдән һөйләшеү алып барылып, уның ышанысын яулау, мөһим мәсьәләләргә йәлеп итеү маҡсаттарынан сығып ҡулланыла) ҡоролған монологты ҡулланып, уның буйынса эш ойошторорға мөмкин.

Бына ул текст:

Аслыҡтан, һыуһауҙан үлергә етешкән хәйерсенең аҡтыҡ үтенесе – бер сынаяҡ һыу. Сарсауын ҡандыра алһа, бер телем икмәк менән донъяһы теүәлләнер һымаҡ уға. Әммә быныһына ла өлгәшкәс, ул: “Их, майлап ашарға ине”, - тип хыяллана башлар. Ә инде майланған икмәкте лә ҡорһағына оҙатҡас, уның нәфсеһе кәнфит-шәкәргә ынтылыр... Эйе, кеше бер ҡасан да алдындағыһына ҡәнәғәт булмай. Ул һәр саҡ күберәкте уйлай һәм шул арҡала үҙ-үҙенә бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш, башына тынмаҫ ауырыу таба.

Ә нәфсенең сиге буламы икән? Кеше бер ваҡыт: “Бына мин, ниһайәт, теләгемә ирештем. Башҡаса бер ни кәрәкмәй”, - тип әйтә аламы? Юҡтыр. Сөнки, ғәҙәттә, йөҙ һум булған мең хаҡында хыяллана. Мең һумдың хужаһы “миллион” тип баш вата... Яңыраҡ ҡына бер газетала донъялағы иң бай кешеләрҙең береһе булған миллиардерҙың интервьюһын уҡырға тура килде. Бына уның бөтә нәмәһе бар, уға бер ни ҙә кәрәкмәйҙер инде. Әммә ул аҡсаның һыу кеүек юғалыуына, байлығын арттырыу өсөн бер туҡтауһыҙ йүгерергә кәрәклегенә зарланған...

Эйе, бахыр кеше бер ҡасан даүҙен ваҡытында туҡтата белмәй шул. Ә, ғөмүмән, быға өлгәшеп буламы икән һуң? Бер аҡыл эйәһе, әҙәм балаһына һәр саҡ булғаны етә, тигән... Ғәжәйеп аҡыллы һүҙҙәр, минеңсә! Әйҙәгеҙ, бер генә минутҡа туҡтап, ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышайыҡ әле.

Һеҙҙең бөгөн ашарға ризығығыҙ, кейергә кейемегеҙ бармы? Бар ҙа ул, тиерһегеҙ. Булғас, нимә тип һеҙ өсөнсө көн тирләй-бешә саптығыҙ? Кисә ҡайғырҙығыҙ? Ә бөгөн шул тиклем борсоулыһығыҙ?

Кешегә бит бик аҙ кәрәк. Ошоно аңламаған әҙәм генә һәр саҡ борсоулы, ул ғына туҡтауһыҙ саба, башҡалар менән талаша, башы һис ҡасан да хафанан сыҡмай.

Ә кешегә булғаны етә. Ошоға төшөнгәндең генә күңеле тыныс, ҡайғырырға сәбәбе юҡ. Ул ғына ысын мәғәнәһендә бәхетле был донъяла. (Н.Ғәйетбаев)

Текст буйынса, дәрестәргә ҡарата ҡуйылған талаптарға ярашлы рәүештә, әңгәмә ойошторорға, донъяуи, рухи ҡиммәттәр тәрбиәләргә, ижади эш башҡарырға, әҙәбиәт теорияһы буйынса алған белемдәрҙе ҡулланып, төрлө яҡлы анализ үткәрергә мөмкин.

Профессор Д.С. Тикеев билдәләүенсә, инеш һүҙ, һүҙбәйләнештәр һөйләүсенең һөйләмдән аңлашылған фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдерә29, шуға күрә лә уҡыусылар иғтибарынан улар аңлатҡан мәғәнә төҫмөрлөктәре лә, телмәрҙәге функциялары ла ситтә ҡалырға тейеш түгел. “Инеш һүҙ һәм инеш һүҙбәйләнештәр” темаһын үткән ваҡытта, уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсатында, инеш һүҙҙәрҙең, һүҙбәйләнештәрҙең айырым һөйләм эсендәге һәмбәйләнешле текста һөйләмдәрҙе үҙ-ара бәйләүсе сара функцияһын үтәүен дә аңлатыу мөһим. Һөйләмдә әйтелгән фекерҙе иҫкә төшөрөү, асыҡлау, фекерҙең тәртибен, иҫәбен, эҙмә-эҙлелеген күрһәтеү өсөн ҡыҫҡаһы, әйтәйек, беренсенән, икенсенән, икенсе яҡтан, дөйөм алғанда, һуңында һ.б. шуның кеүек инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр ҡулланыла. Улар ҡатмарлы синтаксик бөтөндәрҙе, йәғни бер нисә һөйләмдән торған текст өлөштәрен ойоштороуҙа ла ҡатнаша. Теманы өйрәнгәндә уҡыусылар инеш һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең текста һөйләмдәрҙе үҙ-ара бәйләй алыуын билдәләйҙәр, бының өсөн эш процесында таблицалар, схемалар, таратма карточкалар файҙаланыу әһәмиәтле. Әҙер тексҡа, таблицаларға нигеҙләнеп, уның төҙөлөшөн күҙ алдында тотоп, уҡыусылар үҙҙәре бәйләнешле текст төҙөйҙәр.

Уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген үҫтереүҙә тик бәйләнешле текст өҫтөндә эшләү генә тейешле һөҙөмтә бирә. Бындай комплекслы эш алымы уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттыра, аң даирәһен киңәйтә, уларҙың грамматик материалды аңлы үҙләштереүенә булышлыҡ итә һәм логик фекерләүен үҫтерә30.

Кешеләр телмәр процесында тик ябай һөйләмдәр менән генә аралашмайҙар. Әйтергә теләгән фекер ҡатмарлана барған һайын, һөйләмдәрҙең төҙөлөщө лә ҡатмарлана, йәғни ябай һөйләмдәр, бер-береһенә мәғәнәүи яҡтан бәйләнеп килеп, ҡушма һөйләмдәрҙе, ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙы барлыҡҡа килтерәләр. Теҙмә ҡушма һөйләмдең киҫәктәре үҙ-ара теҙмә бәйләнештә торалар, тиң хоҡуҡлы, теркәүесле лә, теркәүесһеҙ ҙә булалар. Был осраҡта уларҙы берләштереүсе лексик, морфологик, синтаксик сараларҙың булыуы үтә мөһим, интонация ла ифрат әһәмиәтле урын тота. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр йәнле һөйләү телмәренә йышыраҡ ҡулланыла. Яҙма телмәрҙә үҙ-ара һанау мөнәсәбәтендә тороусы бындай һөйләмдәр хәл-ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе талғын ғына, тыныс ҡына тасуирлау алымы булараҡ ҡулланыла: Иртән генә салт аяҙ ине, кискә табан тиреҫтән ел сыҡты, туҙған сатырҙай ялбырлап, ҡара болоттар күтәрелделәр, шунда уҡ рашҡы яуа башланы. (Б.Бикбай).

Һөйләмдәрҙең барлыҡ төрҙәрен дә интонация берләштерә. Һуңғы йылдарҙа тел ғилемендә синтаксик конструкцияларҙы, телмәр берәмеге итеп ҡарап, структур-семантик принципҡа нигеҙләнеп, уларҙың интонацион үҙенсәлеген иҫәпкә алып тикшереүгә ҙур әһәмиәт бирелә.

Киҫәктәре араһындағы мәғәнә мөнәсәбәттәре буйынса теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең түбәндәге төрҙәре бар:

  • Йыйнау-һанау мөнәсәбәтле һөйләмдәр – билдәле бер ваҡытта: хәҙергә, киләсәк, үткән заманда булған, башҡарылған эш-ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе белдерәләр, контексҡа һәм телмәрҙең маҡсатына ярашлы уларҙағы һөйләм киҫәктәре бер-береһе менән урындарын алмаша ала. (Ирҙәр төтөнлөккә йыуан-йыуан түмәрҙәр киҫеп өйҙө, малайҙар ағас ботаҡтары ташыны, бисә-сәсә аш бешерҙе, баҡырсаларҙа сәй ҡайнатты, ниҙер йыуҙы, таҙартты, ҡырҙы. (Я.Хамматов). - Бисә-сәсә аш бешерҙе, баҡырсаларҙа сәй ҡайнатты, ниҙер йыуҙы, таҙартты, ҡырҙы, ирҙәр төтөнлөккә йыуан-йыуан түмәрҙәр киҫеп өйҙө, малайҙар ағас ботаҡтары ташыны.) Бындай һөйләмдәр структуралары буйынса параллеллек принцибына нигеҙләнеп тә ҡорола; матур әҙәбиәттә тәбиғәт күренештәрен, кешеләрҙең эске һәм тышҡы һыҙаттарын, портретын,характерын һүрәтләү алымы булараҡ та ҡулланылалар. Мәҫәлән:

Башҡортостан – ҡурай иле,

Башҡортостан – Урал ере,

Башҡортостан – ҡумыҙ теле,

Башҡортостан – ҡымыҙ сере (Ә.Үтәбай).

  • Сағыштырыу һәм ҡаршы ҡуйыу мөнәсәбәтле һөйләмдәр – телмәр барышында киҫәктәре сағыштырыу һәм ҡаршы ҡуйыу интонацияһы менән әйтеләләр. Был осраҡта киҫәктәр араһында пауза яһала, сағыштырылған һүҙҙәргә логик баҫым төшә. Бәләкәй пауза булғанда - өтөр, ә ҙур пауза яһалһа, һыҙыҡ ҡуйыла: Мин хеҙмәтсе, мин ҡол (Д.Юлтый) – Мин хеҙмәтсе – мин ҡол.

  • Сәбәп-һөҙөмтә мөнәсәбәтле һөйләмдәр – бер киҫәге икенсеһендә буласаҡ хәл-ваҡиғаларҙың, күренештәрҙең үтәлеү ваҡытын, сәбәп – һөҙөмтәһен белдерә, йыш ҡына бер составлы ике киҫәктән (ябай һөйләмдән) тороп, бер киҫәге икенсеһенә мөнәсәбәтле була: Әйткәнсә эшлә - дөрөҫ булыр. Әрләрҙәр – ҡурҡма. Бындай һөйләмдәр хис-тойғоло, экспрессив мәғәнәле була, ә был- йәнле һөйләү телмәренең үҙенсәлеге.

  • Аныҡлау, аңлатма биреү мөнәсәбәтле һөйләмдәр – бер киҫәге икенсеһен төрлө күҙлектән аныҡлай: хәл-ваҡиғаларға аңлатма бирә, уларҙы тулыландыра, конкретлаштыра, асыҡлай. Әгәр ҙә икенсе киҫәк беренсе киҫәктәге һүҙгә, һүҙбәйләнешкә аңлатма бирһә, ул структур һәм коммуникатив йәһәттән иң мөһим, әһәмиәтле киҫәк һанала: Икенсе көндө балыҡсыларҙың кәсебе уңышлыраҡ булды: ярты күнәк самаһы балыҡ тотопсыҡтылар. (М.Кәрим). Аныҡлау мөнәсәбәтле һөйләмдәрҙең беренсе киҫәгендә икенсе киҫәктең булыуын талап итеүсе һүҙ йә һүҙбәйләнеш була, киҫәктәре бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә тора, уларҙың берҙәмлеге генә коммуникатив берәмекте – теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә.

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдең бер киҫәге икенсеһенә теҙмә бәйләнеште барлыҡҡа килтереүсе теҙеү теркәүестәре,уларҙың вазифаһын башҡарыусы ярҙамсы һүҙҙәр һәм теҙеү интонацияһы ярҙамында бәйләнәләр. Теркәүесле теҙмә ҡушма конструкциялар, киҫәктәрен берләщтереүсе теркәүестәрҙең төрөнә һәм айырым һөйләмдәрҙең лексик тулыландырылыуына ҡарап,күп төрлө була.Улар бер үк ваҡытта, эҙмә-эҙ, йәғни бер-бер артлы, хәҙергә заманда, үткән,киләсәк заманда буласаҡ һәм билдәле ваҡытҡа ҡарамаған күренештәрҙең, ваҡиғаларҙың бер-береһенә ҡарата йыйнау-һанау, бүлеү, сағыштырыу, ҡаршы ҡуйыу һәм башҡа мәғәнә мөнәсәбәттәрен белдерә.31 Ҡаршы ҡуйыу, сәбәп-һөҙөмтә мөнәсәбәтендә тороусы теҙмә ҡушма һөйләм киҫәктәре эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә яҡыная.Был осраҡта уларҙың мәғәнә мөнәсәбәттәрен түгел, ә ҡушма һөйләм киҫәктәренең ниндәй саралар ярҙамында бәйләнеүен иҫтә тоторға кәрәк: теҙеү теркәүестәре менән бәйләнһә - теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм, әэйәртеү теркәүестәре менән бәйләнһә,эйәртеүле ҡушма һөйләм барлыҡҡа килә. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр кеүек үк, кешеләргә характеристика биргәндә, әйберҙәрҙе, урынды, ваҡытты,дәүерҙе тасуирлағанда, хәл-ваҡиғаларҙы һанау, ҡаршы ҡуйыу, улар араһында барлыҡҡа килгән сәбәп-һөҙөмтә һ.б. мөнәсәбәттәрен асығыраҡ биреү алымы булараҡ йыш ҡулланылалар.

  1. Ни...ни, дә...дә теркәүестәре ярҙамында берләшкән теркәүесле йыйнау-һынау һөйләмдәре лә, ошо төргә ҡараған теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр кеүек үк,йәнле һөйләү телмәренә ҡарай: Һин дә белмәйһең, ул да белмәй.Ни һин белмәйһең, ни ул белмәй.

  1. Бүлеү мөнәсәбәтле һөйләмдәр – теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең киҫәктәренән аңлашылған хәл-ваҡиғалар бер үк ваҡытта, бер үк урында йәнәшә ҡуйылғыһыҙ булалар, йә,йәки,бер...бер, берсә..., әле....әле, әллә....әллә теркәүестәре менән киләләр: Икенең берен һайлайһың бит: йә йәшәү, йә үлем.

  2. Шарт-һөҙөмтә, һөҙөмтә-һығымта мөнәсәбәтле һөйләмдәр – теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдең икенсе киҫәге беренсе киҫәктән аңлашылған уй-фекерҙең һөҙөмтәһе, һығымтаһы була, йәки киҫәктәрҙең бер-береһенә ҡарата шартлылыҡ, фараз итеүлек мөнәсәбәтендә тора: Миңә күңелһеҙ булып китте, шуға ла ул китергә булды. Бында ҡалыуын һорармын, һәм ул шатланып риза буласаҡ.

  3. Сағыштырыу, ҡаршы ҡуйыу мөнәсәбәтле һөйләмдәр - ябай һөйләмдәрҙән аңлашылған ваҡиғалар йә бер үк ваҡытта,йә эҙмә-эҙ башҡарылалар, уларҙың айырмаһы күрһәтелә, ләкин, ә, шулай ҙа, әммә һ.б. теркәүестәр ҡулланыла.

Ҡушма, ҡатнаш ҡушма, күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм тураһында һүҙ алып барғанда, өйрәнгәндә схемалар, таблицалар ҡулланыу эште еңелләштерәсәк. Шул уҡ ваҡытта был төр һөйләмдәрҙе төҙөү барышында уларҙың логик яҡтан дөрөҫ, мәғәнәле, бай йөкмәткеле булыуына ирешергә кәрәк. Шулай уҡ телмәр барышында ла ҡулланыу практикаһын тормошҡа ашырырға тәҡдим ителә.

Ҡушма һөйләмдәрҙәге тыныш билдәләренең ҡуйылышын өйрәнеү, ижади һәләтте үҫтереү маҡсатында коллектив менән ижади диктант рәүешендә яҙылған эш бик сәмле үтә. Таҡтаға бер уҡыусы сыға. Башҡалар, образлы һүҙҙәр ҡулланып, һөйләмдәр әйтәләр. Һөйләмдәрҙең матурҙары ғына яҙыла. Яҙып торған уҡыусы бер генә грамматик хата ебәрһә, яҙыуҙан туҡтай, икенселәр дауам итә.

Был синтаксик төшөнсәләрҙе өйрәнеү текст нигеҙендә алып барылһа, эшмәкәрлек күпкә отошло буласаҡ. Ҡушма һөйләм, ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙы, ҡатмарлы фекер сағылдырыу сараһы булараҡ, тасуирлау, фекер йөрөтөү тибындағы ижади эштәрҙә файҙаланыу ҡулайлы. Фекер йөрөтөү тибындағы инша төрөндә, ғәҙәттә, теге йәки был тема буйынса фекер йөрөтә, хәл-ваҡиғаларға үҙенсә баһа бирә, был инша уҡыусыларҙың күҙәтеүенә, тәжрибәһенә нигеҙләнә, уның ярҙамында уҡыусы тема буйынса фекер йөрөтөргә, үҙ фекерен иҫбатларға, дәлилләргә, һығымта яһарға өйрәнә, уның телмәре ҡатмарлы монологик телмәр кимәленә күтәрелә. Фекерләүҙең, иҫбатлауҙың бер-береһенә тығыҙ бәйләнеше, уларҙың береһе икенсеһенән үҫеп сығыуы, дәлилдәрҙең ышаныслы булыуы һәм фактик материалға нигеҙләнеүе фекер йөрөтөүҙең төп үҙенсәлектәрен тәшкил итә.

Ошоларға бәйле рәүештә уҡыусылар бәйләнешле телмәр үҫтереү дәрестәрендә коммуникатив йәһәттән камил текст төҙөү өсөн кәрәкле түбәндәге белемдәрҙе үҙләштерергә тейештәр:

1. Текстың төп билдәләре:

а) темаһы, төп фекере;

б) фраза-ара, текст өлөштәре араһындағы бәйләнеш һәм уларҙың бирелеү юлдары.

2. Текст жанрҙары һәм уларҙың композицион формалары.

3. Текстың стиль һәм функциональ типтары.

4.Телмәр төрҙәре һәм формалары.

Ошо белемдәр нигеҙендә уҡыусыла түбәндәге күнекмәләр формалаша:

  • текст темаһын аңлау һәм ошо темаға ярашлы текст төҙөү;

  • текстың төп фекерен билдәләү һәм,бирелгән шартты иҫәпкә алып, үҙ аллы текст төҙөү;

  • ниндәй ҙә булһа текст өсөн кәрәкле материал туплау һәм уны системаға һалыу, текст йөк әткеһен планлаштырыу;

  • тексҡа тап килгән композицион форма һәм стилистик биҙәк бирә белеү;

  • тексҡа ярашлы тел сараларын дөрөҫ һәм аңлы рәүештә һайлап алыу;

  • яҙылғанды камиллаштырыу.

Бөтә был белемдәр телде үҙләштереү күнекмәләренә (лексик, грамматик йәһәттән) нигеҙләнә, әммә коммуникатив күнекмәләр, телмәр эшмәкәрлеге менән бәйле булыу сәбәпле, автоматлаштырыра алмайҙар. Телмәр эшмәкәрлеге, билдәле булыуынса, интеллектуаль,йәғни танып белеүгә бәйләнгән, кешенән коммуникатив бурыстарҙы хәл иткәндә һәр билдәле осраҡта ижади ҡараш талап итә.

Уҡыусыларҙа үрҙә һанап үтелгән күнекмәләр формалаштырыу, тексты дөрөҫ ҡабул итеү һәм үҙ аллы текст төҙөй алыу һәләтен үҫтереү өсөн системалырәүештә тағы бер төркөм күнекмәләрҙе үҫтереү мөһим. Уларҙы шартлы рәүештә “телмәргә тиклемге” күнекмәләр тип атайҙар. Был күнекмәләр коммуникатив күнекмәләрҙе үҫтереү өсөн нигеҙ булып торорға тейеш. Уларҙы айырым төркөм итеп ҡарау телмәр эшмәкәрлеге үҙенсәлектәренә бәйләнгән. Текст тыуҙырыу һәм һөйләп биреүҙә кеше уйлаған эшенеңнигеҙен иң башта аңында күҙаллай, ә ине уны үтәү барышында һөҙөмтәләрен уйындағыһы менән сағыштыра. Ошонан сығып беҙ, текст телмәрэшмәкәрлеге продукты ғына түгел, ә образы һәм объекты ла, тип әйтә алабыҙ. Тимәк, коммуникатив күнекмәләрҙе формалаштырыу өсөн фекерләү үҫеше һәм телде тойоу күнекмәләре менән бәйле логик һәм лингвистик характерҙағы күнекмәләрҙең булыуы шарт. Уларҙың иң мөһимдәрен атап үтәйек:

  1. предмет йәки күренештең төп һәм ярҙамсы билдәләрен айырыу;

  1. билдәләрҙе, күренештәрҙе, факттарҙы төркөмләү;

  2. күҙәтеүҙәрҙән, әйтелгәндәрҙән сығып, һығымта яһау, факттарҙы дөйөмләштереү, текстағы төп мәғлүмәткә бәйле һүҙҙәрҙе табыу.

Бынан тыш тексты ҡабул итеү һәм аңлау өсөн уҡыусыла түбәндәге күнекмәләр булырға тейеш:

  1. текстың исеме,башы, аннотацияһы, сығанаҡтың характеры буйынса йөкмәткеһен билдәләү;

  1. һөйләмдең башы, лексик һәм морфологик компоненттары буйынса уның структураһына төшөнөү;

  2. жанр характеристикаһына ҡарап, текстың композицияһын билдәләү.32

Телмәр үҫтереү дәрестәрендә уҡыусыларҙы изложение яҙырға өйрәтеү текст менән эштең бер төрө булып тора. Ул тексты анализлау нигеҙендә алып барыла. Уҡытыусы бының өсөн иң башта алда торған маҡсаттарҙы һәм уҡыусыларҙың ниндәй һығымтаға килтерәсәген дөрөҫ һәм аныҡ билдәләргә тейеш,сөнки тексҡа анализ ошо ҡуйылҫан маҡсаттарҙан сығып үткәрелә. Изложение тексын анализлау, нигеҙҙә, түбәндәге этаптарҙы үҙ эсенә ала:

1) уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә, программа талаптарына таянып, анализдың маҡсаттарын һәм бурыстарын билдәләү;

2) уҡыусыларҙы тексты анализлауға әҙерләү өсөн, тексты тыңлау алдынан маҡсат ҡуйыу. Ул уҡыусылар менән барасаҡ әңгәмәгә нигеҙ булырға тейеш. Мәҫәлән, тексты тыңлағыҙ һәм түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ: текстың исеме уның йөкмәткеһенә тап киләме? Ул ниндәй стилдә яҙылған? Жанрын билдәләгеҙ. Текст ниндәй маҡсат менән яҙылған? Ул кемдәргә тәғәйенләнгән? Нисә бүлектән тора һ.б.

3) текст йөкмәткеһенә анализ: авторҙың уйын, текстың төп фекерен, логик структураһын билдәләү;

4) текстың жанр үҙенсәлектәрен һәм композицион биҙәлешен анализлау;

5) тексҡа стилистик анализ;

6) текстың тел үҙенсәлектәрен асыҡлау, айырыуса телдең ҡыҙыҡлы һәм сағыулексик һәм грамматик сараларының ҡулланылышына туҡталыу;

7) төп һығымталар, эшкә йомғаҡ яһау, үткәрелгән анализды иҫәпкә алып, дәрестең бурысын асыҡлау.

Изложение тексы өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙы тәү сиратта ишеткәнде иҫтә ҡалдырыу алымдары менән таныштырыу мотлаҡ. Ошоға бәйле рәүештә текстағы төп һәм ярҙамсы фекерҙәрҙе айырыу, төп фекерҙе сағылдырыусы терәк һүҙҙәрҙе билдәләү,текстың логик эҙмә-эҙлеген хәтерҙә ҡалдырыу өҫтөндә махсус эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, уҡыусыларға түбәндәге кәңәштәр бирелә:

1. Тексты беренсе тапҡыр уҡыу барышында түбәндәге һорауҙарға яуап бирергә тырышығыҙ:

- текст ниндәй стилдә һәм ниндәй жанрҙа яҙылған?

- унда нимә тураһында һөйләнелә?

- төп фекере ниндәй?

2. Икенсе тапҡыр уҡығанда түбәндәгеләрҙе яҙып алырҫа тырышығыҙ:

- текстың нисә өлөштән тороуын һәм уның эҙмә-эҙлелеген;

- төп йөкмәткене биреүсе һүҙҙәрҙе;

- бер өлөштән икенсе өлөшкә күсеү алымдарын.

3.Текст йөкмәткеһен бирер алдынан түбәндәгеләрҙе эшләргә тырышығыҙ:

- һәр өлөшкә исем бирегеҙ, план төҙөгөҙ, текстйөкмәткеһен асырға ярҙам итеүсе факттарҙы сағылдырыусы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйығыҙ;

- текстың башын һәм аҙағын,бер өлөштән икенсе өлөшкә күсеүен уйлағыҙ;

- авторҙың йөкмәткене биреү өсөн ниндәй тел саралары ҡулланыуын иҫкә төшөрөгөҙ.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, уҡыусылар был алымдарҙы белмәйҙәр,шуға күрә лә тексты үҙләштереү һәм һөйләп йәки яҙып биреүҙә ауырлыҡтарға осрайҙар. Тимәк, изложение тексын анализлағанда тексты ойоштороусы бөтә компоненттарҙың берҙәмлегенә иғтибар итергә, иң мөһиме, хәтерҙә ҡалдырыу һәм һөйләп биреүҙең рациональ алымдарына өйрәтергә кәрәк.33

Иншаға әҙерлек бөтә дәрестәр буйы бара. Бигерәк тә, аҙағынан инша яҙыу менән тамамлана торған ҙурыраҡ темаларҙы өйрәнгәндә, уҡытыусыбыл маҡсатты даими күҙ уңынта тота. Әҙерлек эшен балаларҙың үҙҙәренә һиҙҙермәй (ураған һайын иҫтәренә төшөрөп, тылҡып тормай) алып бара. Ә яҙыу ваҡыты еткәс, ҡайһы бер мөһим мәсьәләләр класс менән бергәләп асыҡлана. План төҙөү, әҙәби иншаларҙан тыш, талап ителмәй – был иншаның ижадилығын сикләй. Ә бына түбәндәге мәсьәләләр хаҡында класта мотлаҡ һүҙ алып барырға кәрәк:

  1. иншаның темаһы өҫтөндә уйланыу. Баларлар бирелгән теманың тулыһынса асылырға тейешлеген, унан алыҫ ситләшмәүҙең маҡсатҡа ярашлылығын, күләм артынан ҡыуып, һүҙ бутҡаһы тултырырға кәрәкмәгәнлеген аңларға тейеш;

  1. иншаның төп йүнәләшен, идеяһын асыҡлау;

  2. материал һайлау;

  3. материалды төркөмләү, төркөмдәр араһында бәйләнеш урынлаштырыу, уларҙың яҡынса күләмен билдәләү;

  4. яҙыу;

  5. тикшереү, редакторлау (өҫтәү, ҡыҫҡартыу),хаталарҙы төҙәтеү;

Ваҡыт ҡыҫмаһа, тикшереү ҡат-ҡат үткәрелә: тәүҙә йөкмәткегә, икенсе ҡат – стилистик хаталарға,өсөнсө тапҡырында тыныш билдәләренә иғтибар йүнәлтелә.

Инша уҡытыусы тарафынан баһаланғас,хаталар өҫтөндә эш башҡарыла. Хаталар алдан төркөмдәргә бүленә:

- йөкмәтке буйынса хаталар. Теманың нисек асылғанлығы, факттарҙың дөрөҫлөгө хаҡындп һүҙ бара;

- логик фекерләүгә бәйле хаталар Иншаларҙың композицион төҙөклөгө,эҙмә-эҙлелеге тураһында һөйләшелә;

- стилистик хаталар. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, һөйләмдәрҙең мәғәнәүи яҡтан төҙөклөгө анализлана;

- орфографик хаталар;

Пунктуацион хаталар.

Бөтә класс алдындаэш ошо төркөмдәр буйынса бары тик типик хаталар өҫтөндә генә үткәрелә. Айырым уҡыусыларҙың бөтә хаталарын да иҫәпкә алып, һәр эшкә яҙма рецензия яһала. Хаталар өҫтөндә эш өсөн бүленгән ваҡыт эсендә, ҡағиҙә рәүешендә, йөкмәтке һәм стильяғынан иң һәйбәт тип танылған өс-дүрт уҡыусының эше менән таныштырыла. Уҡыу өсөн төрлө стилдәге өлгөлө текстар һайлап алына: материалды һөйләү, һүрәтләү, хис-тойғо ашабиреү һ.б.Уҡыусыларға һәр авторҙың отошло яҡтары аныҡ күрһәтелә. Шулай итеп, мәктәп эскәмйәһенән үк үҙ фекерен телдән – йор һүҙле, мәғәнәле телмәренә кинәнеп, ҡыуаныс табып һөйләгән, яҙғанда – фекере ташып торған, уларҙы матур яңғырашлы төҙөк һөйләмдәргә теҙеү һәләтенә эйә булған уҡыусылар сығырға тейеш.

Туған телде өйрәнеп, уҡыусылар уның лексик һәм грамматик байлығын, образлылығын, тасуирилығын, матурлығын үҙләштерә. Дәреслеккә индерелгән күнегеүҙәр системаһының грамматик һәм лексик темалар берлегенә ҡоролорға тейешлеге тураһында әйтелгәйне инде. Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик концепцияһына ярашлы рәүештә тәрбиә һәм белем биреү дәреслектәрҙә, өҫтәлмә дидактик, күргәҙмә материалдарҙа халыҡтың мәҙәни, тарихи, психологик үҙенсәлектәрен, менталитетын сағылдырылырға тейешлеген күҙ уңында тотоп, лингвистик һәм коммуникатив һәләттәр тәрбиәләү, үҫтереү -башҡорт теле дәрестәренең төп маҡсаты.

Әҙәбиәт

1. Аҙнағолов Р.Ғ., Исламова Ф.Ғ., Тикеев Д.С., Шарапов И.Ә., Толомбаев Х.А., Ғафаров Б.Б., Бикҡужина Т.Ә. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы - Өфө: “Китап”, 1996. – 320 бит.

2. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2001. – 232 бит.

3. Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре. - Өфө:Китап, 2011. – 192 бит.

4. Исҡужина Ф.С.. Вәлиева Г.Д.Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы.- Өфө: Китап, 2011.- 168 бит

5. Сәйетбатталов Ғ.Ғ.Башҡорт теле.2-се том. Ҡушма һөйләм синтаксисы.- Өфө: Китап, 2002. .

6. Тикеев Д.С. Башҡорт теленең синтаксик төҙөлөшөн өйрәнеү.- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте,1996. – 144 бит.

7. Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: Һайланма мәҡәләлә. - Өфө: Ғилем, 2002.- 267 бит.

8. Тикеев Д.С. Хәҙерге башҡорт теле. Ябай һөйләм синтаксисы: Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек. - Өфө: Ғилем, 2002.- 178 бит.

9. Тикеев Д.С., Тикеев Ф.С.. Хәҙерге башҡорт теле. Синтаксис. - Өфө: Ғилем, 2008. - 376 бит.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]