
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
“Һүҙ, һис шикһеҙ, бөтә тел механизмының үҙәген билдәләүсе берәмек булып тора,”- тип яҙған В.В. Виноградов3. Билдәле булыуынса, телгә өйрәтеү методикаһының – лингводидактиканың – нигеҙен лингвистика фәненең төп положениелары, уның тарафынан асыҡланған тел структураһы, семантикаһы, үҫеш һәм функциялашыу ҡанундары билдәләй. Был үҫеш этабында лингвистика фәне тарафынан тел төшөнсәһе эстәлегенең һәм конкрет тел факторҙарын тасуирлау методтарының аңлатылыуы телгә өйрәтеүҙең дөйөм йүнәлештәре һәм методтары менән туранан-тура бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта телде коммуникатив компетенцияларҙы формалаштырыу маҡсатында практик үҙләштереү генә түгел, ә лингвистика фәне тарафынан телдең теоретик нигеҙҙәренең (лингвистик компетенция) һәм уның мәҙәниәт феномены булараҡ та (лингвокультурологик компетенция) өйрәнелеүе маҡсатҡа ярашлы. Был компетентлыҡ төрҙәрен формалаштырыуҙа түбәндәге уҡыу–уҡытыу методтары һәм принциптары киң ҡулланыла: үҫтереүле уҡытыу, проблемалы уҡытыу, интенсив методтар, коммуникативлыҡ, системалылыҡ, комплекслылыҡ, функциональ-семантик принциптар, телдәр һәм мәҙәниәттәр диалогы, лексика һәм грамматика, лингвистик тел белеме һәм практик күнекмәләр бәйләнеше.
Башҡорт теле лексикаһын өйрәнеү түбәндәге маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала:
- башҡорт теленең дөйөм һүҙ байлығы, һүҙлек составы тураһында мәғлүмәт биреү;
- башҡорт теле лексикаһының байыу һәм яңырыу юлдарын, сығанаҡтарын билдәләү;
- башҡорт теленең һүҙлек составында ҡайһы бер һүҙҙәрҙең һәм лексик ҡатламдың быуаттар буйына тотороҡло һаҡланыуы, йәшәп килеүе тураһында аңлатма биреү;
- һүҙҙәрҙең мәғәнәүи тәбиғәтен төшөндөрөү.
Мәктәп курсында башҡорт теле лексикаһының 5-се класта өйрәнелә башлауы билдәләп үтелгәйне инде. Был этапта тел лексикаһына ҡараған проблемаларҙың барыһын да өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйылмай. Тәүге дәрестәрҙә балалар лексика тураһында дөйөм төшөнсә, һүҙ һәм уның төп лексик мәғәнәһе, бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр, һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәләре менән танышалар, артабан улар лексик омонимдар, синонимдар, антонимдар һәм, аҙаҡ килеп, фразеологик берәмектәр тураһында дөйөм мәғлүмәт алалар һәм телмәр практикаһында уларҙы ҡулланырға өйрәнәләр. Был процесс, маҡсатҡа ярашлы рәүештә алып барыла, сөнки тап ошо этапта лингвистик компетентлыҡ принциптарына ярашлы рәүештә, уҡыусыға, артабан башҡа тел компетенцияларын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк “һүҙҙең грамматик һәм лексик мәғәнәһе” тигән теоретик төшөнсә һалынып ҡуйырға тейеш. Шулай уҡ ошо этапта үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ тураһында ла мәғлүмәттәр бирелә, уларҙан тик үҙ аллы һүҙҙәр генә лексик мәғәнәгә эйә булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алып үтелә, ярҙамсы һүҙҙәрҙең иһә грамматик мөнәсәбәтте башҡарыусы вазифа ғына үтәүе миҫалдар ярҙамында дәлилләнә. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге ролен һәм үҙ аллы һүҙҙәргә мөнәсәбәтен асыҡлау өсөн төрлө типтағы күнегеүҙәр башҡарыу барышында уҡыусыға ымлыҡ һүҙҙәрҙең телмәрҙә хис-тойғо биҙәге һәм һөйләүсенең предметтарға, күренештәргә, хәрәкәт, үҙгәреш кеүек процестарға мөнәсәбәтен белдереүсе грамматик категория булараҡ аңлатылырға һәм бары тик контекста күрһәтелергә тейеш. Тап шул моментта уҡыусыларҙы аңлатмалы һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен дөрөҫ итеп ойошторорға, үҙ аллы һүҙҙәрҙе аңлатыу барышында уларҙың мәғәнәләрен асыу йәки сағыштырып ҡарау өсөн төрлө күнегеүҙәр өҫтөндә эшләргә кәрәк. Был күнегеүҙәр баланың ижади һәләтен, фантазияһын, логик фекерләү һәләтен үҫтереүгә, лингвокультурологик аспектҡа нигеҙләнеп, башҡорт мәҙәниәтенә яҡынайтырға, коммуникатив аралашыу ихтыяжынан сығып, конструктив фекер алышыу, диалог төҙөү, монологик телмәр мөмкинлектәренә лә урын ҡалдырырға тейеш, йәғни дәреслектәргә индерелгән күнегеүҙәр, уларҙан тыш тәҡдим ителгән өҫтәлмә дидактик материалдар, стандарт талаптарына ярашлы рәүештә, уҡытыусы тарафынан бик ҡаты һайлап алыныу этабын үтергә тейеш. Ошо уҡ талаптар күргәҙмә материалға ла ҡағыла.
Мәктәптә башҡорт теле лексикаһын өйрәнеүҙең әһәмиәте бик ҙур: беренсенән, балаларҙың дөйөм белем кимәлен үҫтерә; икенсенән, тормошта аралашыу процесында һүҙҙе урынлы ҡуллана белеү күнекмәләрен тәрбиәләй. Уҡыусыларҙы башлыса башҡорт теле лексикаһының фәнни нигеҙҙәре түгел, ә күберәк уның һөйләү һәм яҙыу телмәрендәге ҡулланылыу мөмкинлектәренән сығып уҡытыу, йәғни телде практик маҡсаттан сығып өйрәнеү үҙен аҡлай.
Лексика буйынса эшләү барышында уҡыусыларҙа һүҙгә ҡарата лексик-семантик ҡараш тәрбиәләүгә иғтибарҙы бүлергә кәрәк. Был уҡыусының һүҙҙең грамматик мәғәнәһенән ҡырҡа айырылған лексик мәғәнәһен билдәләү һәм һүҙҙең башҡа һүҙҙәр менән семантик (мәғәнәүи) бәйләнешен асыҡлау һәләтенә ҡорола.
Башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы – балаларҙың һүҙ байлығын даими үҫтерә барыу. Дәрестәрҙе еңел аңлайышлы һүҙҙән – ауыр аңлайышлы һүҙгә, ябай төшөнсәне белдергән һүҙҙәрҙән – ҡатмарлы төшөнсәгә эйә булған һүҙҙәргә, тар мәғәнәле һүҙҙәрҙән күп мәғәнәле һүҙгә табан һәр саҡ үҫтерә барыу принциптарына нигеҙләнеп ойоштороу эффектлы буласаҡ. Быны, әлбиттә, дәрестә бары яңынан-яңы һүҙҙәр өҫтөндә генә эшләргә кәрәк икән, тип кенә аңларға ярамай. Киреһенсә, уҡытыусы балаларға быға тиклем таныш булған һүҙҙәрҙең үҙенсәлекле яңы һыҙаттарын (синоним, антоним, омоним, һ.б.), яңы мәғәнәүи төҫмөрҙәрен, функцияларын аңлатыу, үҙ аллы танып белеү күнекмәләрен булдырыу өҫтөндә эш алып бара.4 Сөнки, яңы стандарттарға ярашлы рәүештә, универсаль уҡытыуҙы формалаштырыу маҡсаттары һүҙ ҡәҙерен белгән, уны үҙ тормошонда, практик өлкәлә грамоталы ҡулланыу мөмкинлегенә эйә булған компетентлы шәхестәр үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Лексиканың мәктәп курсы башҡорт тел ғилеме үҫешенең хәҙерге кимәлендәге лексик төшөнсәләрҙе өйрәнеүгә ҡорола һәм түбәндәге принциптарға нигеҙләнә5:
Синхронлы принцип – һәр тарихи осорҙа ла үҙгәрмәй торған лексик ҡатламды өйрәнеүгә ҡорола;
Экстралингвистик (телдән тыш ) принцип үҙ аллы һүҙҙәрҙе улар аңлатҡан предметтар, билдәләр, эш-хәрәкәт менән сағыштырып, йәғни предметтан һүҙгә, һүҙҙән предметҡа күсеү юлы менән өйрәнеүгә ҡорола. Был принцип нигеҙендә хикәйәләү, һүрәтләү буйынса һүҙҙәрҙе табырға мөмкин.
Лексик-грамматик принцип лексик төшөнсәләрҙең үҙҙәренең тәбиғәте менән грамматикаға туранан-тура бәйләнгән булыуына нигеҙләнә.
Семантик принцип һүҙҙең мәғәнәһен үҙ-ара бәйләнешкә ингән башҡа компоненттарының мәғәнәләре менән сағыштырып өйрәнеүгә ҡорола. Был принцип нигеҙендә тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе, бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәрҙе, омоним, антоним, синонимдарҙы өйрәнәләр. Был осраҡта һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен түбәндәгесә бойомға ашырыла: 1) теге йәки был һүҙҙең синонимик эквиваленттарын килтереү; 2) хикәйәләү, һүрәтләү, логик билдәләү; 3) һүҙ киҫәктәренең мәғәнәләрен асыу; 4) контекст эсендә сағыштырыу.
Диахроник принцип нигеҙендә һүҙҙең халыҡ тарихы менән үҙ-ара бәйләнеше асыҡлана. Был принцип дөйөм төрки сығанаҡлы һүҙҙәрҙе (төп башҡорт һүҙҙәрен), үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе, диалектизм, неологизмдарҙы, интернациональ, тарихи һүҙҙәрҙе һәм архаизмдарҙы өйрәнеү барышында тормошҡа ашырыла.
Мәктәп курсында лексика тураһында дөйөм төшөнсә, һүҙҙең лексик мәғәнәһе һәм күп мәғәнәлеге, омонимдар; күп мәғәнәле һүҙҙәр менән омонимдар араһында айырма; һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы; синонимдар, антонимдар, нығынған һүҙбәйләнештәр – фразеологик һүҙбәйләнештәр, төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәр, башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре, тар ҡулланылышлы һүҙҙәр – профессиональ һүҙҙәр, тарихи һүҙҙәр, архаизмдар, неологизмдар, диалектизмдар тураһында төшөнсә алыу уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байыта, теоретик белем кимәлен үҫтерә. Уҡыусылар дәрестә тел тураһындағы белемдәрен үҫтереү, телдең төп берәмеге булған һүҙ менән танышыу, лексика менән телдең башҡа кимәлдәре араһындағы бәйләнештәрҙе (фонетика – лексика, лексика – һүҙбәйләнеш, лексика – морфология, лексика – синтаксис, лексика - стилистика) күреү, үҙләштереү мөмкинлегенә эйә, йәғни уларҙа лексик – семантик ҡараш формалаша, ошо рәүешле улар һүҙҙең ҡулланыу сфераһы, башҡорт теленең һүҙ байлығын арттырыуҙағы мөһим сығанаҡтар менән танышалар. Бында телдең яңы заман кешеһен тормоштоң бөтә өлкәләре менән дә бәйләүгә ҡоролған метапредметлыҡ принцибы ла тормошҡа ашырыла, лингвокультурологик компетентлыҡ та йүнәлеш ала.
Бөгөнгө көндә телде өйрәнеүҙең бер аспекты булып лингвокультурологик аспект һанала. Лингвокультурологик концепция дәрестәрҙә телде мәҙәниәт менән бәйләнештә, тел коммуникацияһы системаһында сағылыш тапҡан һәм конкрет тарихи халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәренә нигеҙләнгән милли йәшәйеш формаларын өйрәнеүҙе күҙ уңында тота6. Билдәле булыуынса, донъя халыҡтары иҫ киткес күп төрлөлөккә ҡоролған бай мәҙәниәткә эйә. Ләкин һәр халыҡтың, шул иҫәптән башҡорт халҡының да, мәҙәниәтендә, лексикаһында дөйөм кешелек мәҙәниәтенә өлөш индергән, уны байытҡан төшөнсәләр бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаларына индерелгән географик исемдәр (Урал, Ағиҙел, Яйыҡ), халыҡ ижады образдары (батыр, егет, сәсән, аждаһа, юха, дейеү, һ.б.), милли, дини байрамдар һәм йолалар (һабантуй, кәкүк сәйе, ҡарға туйы, ураҙа), тарихи шәхестә (Салауат Юлаев, Таһир Кусимов генерал, Шайморатов, һ.б.) телдең культурологик минимумын тәшкил итә. Шулай уҡ телдең лексик составын өйрәнеүҙе концептосфера – донъяның милли тел картинаһы (национальная языковая картина мира) нигеҙендә ойоштороу лингвокультурологик концепцияға ярашлы. Бында һүҙ тел берәмеге генә түгел, ә тел шәхесе менталитетын формалаштырыуға йүнәлтелгән мәҙәниәт концепты булараҡ та ҡарала. Бигерәк тә дәрестәрҙә концепттарҙы тасуирлауға, аңлатыуға ҡоролған яҙма эштәр уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәҫәлән, уҡыусылар рух, изгелек, бәхет, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ концепттары менән түбәндәге эш төрҙәрен тәҡдим итергә мөмкин:
- минең аңымда был һүҙ тарафынан тыуҙырған ассоциациялар;
- 20 кешенән торған төркөм менән теге йәки был һүҙҙең ассоциацияларын төҙөү;
- һүҙҙең һүҙлек портретын төҙөү;
- һүҙҙең халыҡ ижадындағы урыны;
- һүҙҙең текст нигеҙендәге портретын төҙөү (был һүҙҙең афоризмдарҙа, шиғырҙа, проза жанрында, йыр текстарында ҡулланылышы).
Бындай эшмәкәрлек уҡыусының телмәрен байытып ҡына ҡалмай, уның этик принциптарҙы, әхлаҡ нормаларын белеүгә, әхлаҡи аспектты билдәләү, социаль һәм шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙе уңышлы төҙөү һәләтен формалаштырыуға, маҡсат ҡуйыуға, күҙаллауға, планлаштырыуға, һөҙөмтәләргә ирешеүгә, коррекциялауға, баһалауға йүнәлтелгән шәхси һәм регулятив уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Һуңғы осорҙа башҡорт халҡының мәҙәниәтен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, көнкүрешен, аңын, донъяға ҡарашын лексикографик планда тасуилаусы лексикографик һүҙлектәр ҙә быға булышлыҡ итә.7
Туған тел сараларын халыҡтың йәшәү рәүеше материалы менән үҙ-ара бәйләнештә өйрәтеү, мәҫәлән, йыйыу, йыйнау, дөйөмләштереү мәғәнәһен аңлатҡан тана-торпо, егет-елән, ҡыҙ-ҡырҡын, йылан-саян, тай-тулаҡ, бала-саға, бисә-сәсә, ата-баба, ҡарт-ҡоро, ҡарт-ҡамҡы, етем-еһер, ир-ат кеүек һүҙҙәәрҙең туған телебеҙҙә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгәнен асыҡлауға алып килә. Яңы ерҙәр үҙләштере өсөн ырыу-ырыу булып таралған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ, сит ҡәүемдәр менән аралашып, улар менән үҙ-ара бәйләнешкә инеп, үҙ телебеҙҙәге төшөнсәләргә мәғәнәлә ш һүҙҙәрҙе үҙләштергән. Тимәк, һанап сығылған ишле һүҙҙәрҙең икенсе һыңарын сал тарих төпкөлдәрендә төрки һәм монгол телдәренән үҙләштерелгән ҡомартҡы тип ҡабул итергә кәрәк. Бындай һүҙҙәрҙең тәүгеһе ниндәй мәғәнәгә эйә булһа, һуңғыһы ла шундай уҡ мәғәнәне аңлата.8Шулай уҡ телдең лексик байлығын өйрәнеү барышында мифологик материалға нигеҙләнеү өсөн мифологик һүҙлек тә ҙә ҡулайлы9 .
Башҡорт теле лексикаһының үҫеү һәм байыу юлдарын, сығанаҡтарын өйрәнгәндә, уның тарихи ерлеген, тарихи сәбәптәрен халыҡ тарихына бәйләп өйрәнеү уҡыусыларға тел, уның һүҙлек составының даими үҙгәрә барыуын аңларға һәм уларға интернациональ тәрбиә бирергә ярҙам итә. Дөйөм төрки сығышлы һүҙҙәрҙе үҙ-ара сағыштырып ҡарау, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе һүҙлек ярҙамында мәғәнәһен асыҡлап, ҡулланылыу өлкәһен өйрәнеп, хатта тематик һүҙлектәр төҙөү ҙә төҙөргә мөмкин.
Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрен уҡыусыларға профессиональ һәм диалект һүҙҙәре менән бергә бәйләп, сағыштырып аңлатырға кәрәк. Был теманы үткән саҡта шуларҙы иҫтә тоторға кәрәк: уҡыусыларҙан профессиональ һәм диалект һүҙҙәре уйлатыу, улар менән һөйләмдәр төҙөтөү эшен артыҡ активлаштырырға ярамай. Балаларға профессиональ һәм диалект һүҙҙәре, тарихи һәм архаизмдар, неологизмдар тураһында төшөнсә биреү һәм уларҙы танырға өйрәтеү ҙә етә. Бында яңылыҡты, телдәге һүҙ тыуыу моментын заман менән бәйләү үҙе үк уҡыусының дөйөм компетентлығын арттырыуҙа әһәмиәткә эйә.
Уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңынан-яңы мәғәнәле һүҙҙәр менән байытыу өсөн иң элек уларға теге йәки был һүҙҙең ниндәй мәғәнәүи йөкмәткегә эйә булыуын билдәләргә өйрәтергә кәрәк. Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен билдәләү алымдарына түбәндәгеләр инә:
1) һүҙҙең лексик мәғәнәһенә тура килгән предметтың үҙен күрһәтеү, һынландырылған тасуири күргәҙмә материал (моделдәр, макеттар, һүрәттәр, картиналар, схемалар һ.б.) ҡулланыу;
2) аңлатмалы, башҡортса-русса, синонимдар, омонимдар, антонимдар, омонимдар һәм фразеологик һүҙлектәрҙе файҙаланыу;
3) теге йәки был һүҙҙең синонимик эквиваленттарын табыу.
4) аңлатмалы һүҙлек ярҙамында тәржемә итеү;
5) бер мәғәнәләш йәки яҡынса мәғәнәле икенсе һүҙ менән алмаштырыу.
Мәктәптә баланың һәр һүҙҙе, һәр төшөнсәне, һәр лексик күренеште хәтерендә ҡалдырыу, күңелендә тотоу зирәклеген үҫтереү алға ҡуйыла. Бының өсөн уҡытыусы тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә һәр һүҙҙең, төшөнсәнең мәғәнәүи нескәлектәренә уҡыусыларҙың иғтибарын йүнәлтергә бурыслы. Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу алымдарына түбәндәгеләр ҡарай:
- синонимдарын әйттереү, яҙҙырыу;
- антонимдарын әйттереү, яҙҙырыу;
- һүрәтләү юлы менән аңлатыу;
- предметты белдергән һүҙҙең, төшөнсәнең йәки предметтың үҙен күрһәтеү;
- этимологияһын, йәғни һүҙҙең барлыҡҡа килеү тарихын төшөндөрөү;
- әҙәбиәт дәрестәрендә һүҙлек өҫтөндә эш;
- лексик күнегеүҙәр үткәреү;
- әҙәби телдәге һүҙҙәрҙе ерле һөйләштәге варианттары менән сағыштырыу һ.б.10
Бындай күнекмәләрҙә уҡыусы шәхесенең тел компетентлығы ғына күҙәтелмәй, дөйөм белем кимәле лә күренә, йәғни предметлыҡ принцибы тел-лингвистик белемде тәрәнәйтеү йүнәлешен тәьмин итә.
Лексик төшөнсәләрҙең мәғәнәләрен билдәләгән саҡта иң беренсе сиратта уларҙың төп мәғәнәләренән сығып эш итергә кәрәк. Һүҙҙең төп мәғәнәһе киңәйергә мөмкин, һәм ул бер нисә мәғәнәгә эйә була башлай. Күп мәғәнәле һүҙҙәргә түбәндәге критерийҙарҙан сығып билдәләмә бирелә:1) әйтелештәре һәм яҙылыштары яғынан бер төрлө була; 2) төрлө мәғәнәне белдерә; 3) үҙ аллы һүҙҙәр иҫәбенә инә; 4) бер үк һүҙ төркөмөнә ҡарай; 5) килеп сығышы яғынан бер төрлө сығанаҡтан яһала.
Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен билдәләгәндә аңлатмалы һәм башҡортса-русса һүҙлектәрҙе файҙаланырға мөмкин, һүҙҙең мәғәнәләрен билдәләүҙә төрлө схемалар, таблицалар ҙа ярҙам итә. “Лексика” буйынса теге йәки был теманы тел ғилеме нигеҙенә бәйләүҙә, башҡорт әҙәби теленең һүҙлек байлығын арттырыуҙа яңы мәғлүмәти саралар файҙаланып, һыҙмаларҙы үҙ аллы эҙләнеп эшләүгә йүнәлтеү дәрестә ижадилыҡты, әүҙемлекте арттырасаҡ.
Күп мәғәнәле һүҙҙәргә, билдәле булыуынса, омонимдар бик яҡын тора. Улар тураһында белешмә биргән саҡта түбәндәгене иҫтә тоторға кәрәк: күп мәғәнәле һүҙҙәр менән омонимдар араһындағы айырманы уларҙың сығанаҡтарынан эҙләргә кәрәк, сөнки күп мәғәнәле һүҙҙәр бер сығанаҡтан, омонимдар төрлө сығанаҡтан барлыҡҡа килгәндәр.
Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһен үткәндә уҡыусыларҙың әҙәбиәт дәрестәрендә эпитет, гипербола, йәнләндереү, метафора һ.б. әҙәби-теоретик төшөнсәләр буйынса алған белемдәрен, конкрет миҫалдарға таянып, тулыландырырға һәм нығытырға кәрәк.
Телмәрҙә синонимдар уй-фекерҙе мөмкин тиклем дөрөҫ, төҙөк, аныҡ итеп биреү, тирә-йүнгә, күренештәргә, хәл-ваҡиғаларға, эш-хәрәкәткә, билдәләргә булған мөнәсәбәтте бөтә нескәлектәре менән сағылдырыу һәм бер үк һүҙҙе йыш-йыш ҡабатламаҫ өсөн ҡулланыла. Шуға күрә уҡыусыларҙың телмәрен даими рәүештә яңынан-яңы синонимдар менән байыта барырға кәрәк. Синонимдарҙы ни тиклем күберәк белһәләр, уларҙың телмәре шул тиклем мәғәнәлерәк, матурыраҡ һәм тәьҫирлерәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: мәғәнәләш һүҙҙәр булып йөрөһәләр ҙә, синонимдар мәғәнәүи төҫмөрҙәре, телмәрҙә ҡулланылыштары,теге йәки был һүҙ менән бәйләнешкә инеү-инмәү яғынан бер-береһенән айырылалар. Икенсе төрлө әйткәндә, синонимик иштәрҙең телмәрҙә һәр береһенең үҙ урыны бар. Мәҫәлән, исем – ат синонимик иштә аты таралған, аты сыҡҡан, тип әйтеп булмай. Уҡыусыларҙың һүҙгә һәм уның мәғәнәһенә иғтибарын үҫтереүҙә, уларҙа башҡорт теленең һүҙ байлығына лексик-семантик ҡараш тәрбиәләүҙә антонимдарҙың да роле ҙур. Антонимлы иштәр бөтә һүҙҙәр өсөн дә хас күренеш түгел. Күп осраҡта конкрет мәғәнәне аңлатҡан исемдәрҙең антонимлы иштәре булмай. Шулай уҡ яңғыҙлыҡ исемдәрҙең, һандарҙың, алмаштарҙың антонимдары булмай. Аҡ һәм ҡара төҫтө белдергән сифаттарҙан башҡа төҫтө белдергән сифаттар өсөн дә антонимлы эквиваленттар юҡ. Антонимдар, күренештәрҙең һәм билдәләрҙең береһен икенсеһенә ҡаршы ҡуйыу, контрастлыҡ алымы булараҡ ҡулланыла. Антонимдарҙың ҡапма-ҡаршылыҡ мәғәнәһе фәҡәт контекста асыла. Мәҫәлән, алты һәм алтмыш һандары айырым контекста (алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрә барыр) антонимдар булараҡ ҡулланыла.
Антонимдарҙы өйрәнгәндә мәҡәлдәргә, әйтемдәргә, йомаҡтарға таянырға мөмкин. Мәҫәлән, түбәндәге мәҡәлдәргә таянырға мөмкин:
- Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
- Аҡ һыйыр ятып ҡалды, ҡара һыйыр тороп китте.
- Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә.
Мәҡәлдәрҙе лексик берәмек булараҡ өйрәнеү барышында уларҙы, функциональ мөмкинлектәренә бәйле рәүештә, лингвокультурологик аспектта ҡарап үтеү, хатта төп идеяһын тәшкил иткән төшөнсә буйынса лингвокультурологик һүҙлектәр ҙә төҙөргә мөмкин.
Фразеологик берәмектәрҙе үткән саҡта улар менән хикәйә төҙөү, ситуатив картиналар өҫтөндә эшләү, уларҙы йәнле һөйләү стиленә ҡоролған диалогтарҙа, кешенең характерын тасуирлауҙа ҡулланыу кеүек эш төрҙөре уҡыусының тел теорияһын практикала ҡулланыуына килтерә, телмәрен үҫтерә, уны ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итә, регулятив уҡыу эшмәкәрлеген формалаштыра, тәнҡитле фекерләргә өйрәтә, баланың әхлаҡи, этик идеал тыуҙыра.
Фразеологик берәмектәрҙе өйрәнеү барышында, уларҙың ни өсөн лексик категория ны тәшкил итеүен дә аңлата белергә кәрәк: фразеологизмдар, һүҙҙәр һымаҡ уҡ бер бөтөн төшөнсәне аңлата,шуға күрә фразеологизмдар һүҙҙәрҙең синонимы булып йөрөй. Уларҙы ирекле һүҙбәйләнештәр менән сағыштырып, түбәндәге айырмаларҙы күрһәтеп үтергә кәрәк: а) фразеологик берәмектәр составындағы һүҙҙәр тура мәғәнәлә ҡулланылмай;б) фразеологик берәмектәрҙең компоненттарын, ирекле һүҙбәйләнештәрҙәге кеүек, бер семантик группаны тәшкил итеүсе һүҙҙәр менән алмаштырып булмай; в) фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһе компоненттарҙың мәғәнәһенән үҫеп сыҡмай, сөнки ул күсмә мәғәнәлә була; г) фразеологизмдарҙың беренсе киҫәге исем булараҡ аныҡлаусылар иҫәбенә тарҡала алмай. Мәҫәлән: кисәге айыуҙың майын һөрттө, үлтерелгән айыуҙың майын һөрттө кеүек фразеологик берәмектәрҙең булыуы мөмкин түгел.11 Бындай дәрестәрҙең нигеҙен лингвокультурологик компетентлыҡҡа ҡороу уҡыусыларҙың донъяны танып белеү ҡеүәһен генә киңәйтеп ҡалмай, киләсәк тормошонда тейешле һүҙ һайлау, һүҙҙең эстетик характерын тоя һәм баһалай белеү, уны ҡулланыу оҫталығына ла йоғонто яһай.
Лексика дәрестәрендә уҡытыусынан уҡыусыларҙы дәрескә ылыҡтырыу һәләте, уларҙың үҙ аллы танып белеү һәләтен үҫтерерлек күнегеүҙәр өҫтөндә эш ойоштороу талап ителә. Лексиканы һүҙбәйләнеш, һүҙьяһалыш, һөйләм составында, йәғни контекста, өйрәнергә кәрәк, сөнки күп осраҡта һүҙҙәрҙең мәғәнәһе бер-береһе менән бәйләнештә, грамматик-логик мөнәсәбәттә тулыраҡ асыла. Лексиканы өйрәнеүҙе текст нигеҙендә алып барыу һүҙҙәрҙең айышына, тел берәмектәрен телмәрҙә урынлы ҡулланырға, стилистик мөмкинлектәрҙе күҙалларға ярҙам итә. Тимәк, уҡыусыларҙың яҙма телмәрендәге йыш осраусы телмәр хаталарын: буталсыҡ фекер, тавтология, ябай һөйләм телмәренә хас һүҙҙәр, диалектизмдар ҡулланыуҙы иҫкәртеүгә, йәғни лексик сараларҙы һайлағанда аныҡлыҡ һаҡлауға ярҙам итә.
Лексика буйынса күнегеүҙәрҙең түбәндәге төрҙәрен күрһәтеп үтергә мөмкин:
а) уҡыусыларҙың һүҙ байлығын билдәләү һәм үҫтереү маҡсатын күҙ уңында тотҡан лексик-семантик күнегеүҙәр;
б) телмәр стиленә ҡарап теге йәки был һүҙҙе һайлай белеү күнекмәләрен үҫтереүгә ҡоролған лексик-стилистик күнегеүҙәр;
в) һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләрен асыҡлатыу, грамматика буйынса алған белемдәрен нығытыу, ялғауҙар ярҙамында яңы һүҙҙәр яһатыу өсөн ойошторолған күнегеүҙәр;
г) лексик төшөнсәләрҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығытыу маҡсатында лексик-орфографик күнегеүҙәр;
д) уҡыусыларҙың иғтибарын, зиһенен, фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереүгә ҡоролған күнегеүҙәр.
Дәрестә ҡулланылған дидактик материал (һөйләм, күнегеү, бәйләнешле текст, диктант, изложение өсөн өҙөктәр) тәрбиәүи йөкмәткеле булырға тейеш. Уларҙың эстәлеген, мәғәнәһен аңлап, бала күңеле рухи яҡтан байый. Текст буйынса биремдәр дәрестә үтелгән яңы теманы нығытыу һәм үткәндәрҙе ҡабатлау маҡсатынан сығып төҙөлөргә тейеш. Бигерәк тә юғарыраҡ кластарҙа иһә эш төрҙәре ҡатмарлаша төшә: күнегеүҙәр, дәрестә үтелгән тема сиктәренән сығып, башҡорт тел ғилеменең һәр бүлеген күҙ уңында тота. Әйтәйек, лексикология буйынса түбәндәге һорауҙарҙы тәҡдим итергә мөмкин:
Башҡорт лексикаһы ҡулланылыш сфераһы буйынса ниндәй ҡатламдарға бүленә?
Этимология фәне нимә өйрәнә?
Һүҙҙәрҙе семантик яҡтан төркөмләүҙе нисек аңлайһығыҙ?
Башҡорт теле ниндәй телдәр төркөмөнә инә?
Түбәндәге терминдарға аңлатма бирегеҙ: тарихи һүҙҙәр, архаизмдар, жаргон һүҙҙәр, варваризмдар, профессионализмдар, һ.б.
Исемлектән топонимдарҙы һайлап алығыҙ: Ашҡаҙар, илһам шишмәһе, “Йәшлек”, Етегән йондоҙ, Яңы йыл байрамы, Дүртөйлө, Уҡлығая, һ.б.
Ғөмүмән, бындай тест материалдарының, һорауҙарҙың уҡыусының үҙе тарафынан әҙерләнеүен ойоштороу ҙа шәхси һәм регулятив һәләттәрҙе үҫтерә, проектлау, эҙләнеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, лингвистик, лингвокультурологик, коммуникатив компетенцияларҙы формалаштырыуға йүнәлтелгән эш алымы булып тора.
Бына шул саҡ шаулап китте
бөтә майҙан:
Йөнтәҫ сәүек килеп сыҡҡан әллә ҡайҙан.
(С.Иманғолов).
Өҙөктә майҙан һүҙе ниндәй һүрәтләү сараһы булып тора?
а) метафора;
б) антоним;
в) метонимия;
г) синекдоха
Саҡыра ла кәкүк, әй, саҡыра,
Саҡырыуын бер кем ишетмәй,
Зарлы ҡошто парлы ҡоштар, ахыры,
Үҙ янында һис тә иш итмәй.
(Р.Ғарипов)
Ишетмәй – иш итмәй һүҙҙәре ниндәй лексик сара рәүешендә сығыш яһай?
а)антоним;
б) синоним;
в) омоним;
г)омофон. 12
Тел күренештәрен контекста өйрәнеүҙең эффектлылығы тураһында әйтеп үтелгәйне инде.
Профессиональ лексикаға ингән һүҙҙәрҙе табырға:
Иҙелбай Таһиров “Ишембайнефть” промыслалар идаралығында геолог булып эшләй башланы. Күп тә үтмәне, һикһән туғыҙынсы сважинаны бырауларға рөхсәт алынды, һәм Иҙелбай етәкселегендә ҡыҙыу эш башланып китте. Тәүлек әйләнәһенә ҡеүәтле насостар геүләне, вышка осондағы ут, маяҡ һымаҡ, тирә-яҡҡа нур һибеп торҙо...
Геолог һис тә бушамай хәҙер. Ул йә продуктлы майҙандың картаһы өҫтөндә эшләй, йә буровойҙан алынған керндарҙың составын тикшерә, йә электроразведка, гравийразведка, сейсморазведка материалдарын өйрәнә. (З.Исмәғилевтан.)13
Профессиональ лексиканы өйрәнеү процесында дәреслек материалдарына өҫтәлмә рәүештә логиканы, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү маҡсатында түбәндәге күнегеүҙе тәҡдим итергә мөмкин:
Беренсе бағанала төрлө эшмәкәрлек өлкәһен тәшкил иткән һөнәр атамалары бирелә: нәшриәт өлкәһе, сәнғәт, әҙәбиәт, халыҡ-ара эшмәкәрлек, фән, мәғариф, сәйәсәт, дәүләт хеҙмәте, хоҡуҡ, фирмала һәм етештереү өлкәһендәге эш, бизнес, массалар менән эшләү, риторика, киң мәғлүмәт саралары...
Икенсе бағанаға был эшмәкәрлек өлкәләренә ҡараған һүҙҙәр индерелә:
- ғалим, филолог, лингвист, телсе, төркисе, тарихсы, философ, рецензент, оппонент, математик, физик, биолог...
- яҙыусы, тәржемәсе, шағир, әҙәбиәтсе, әҙәби тәнҡитсе...
- уҡытыусы, тәрбиәсе...
- журналист, корреспондент, теле-радио алып барыусыһы, диктор, репортер, интервьюер, ди-джей...
- редактор, корректор, хәреф йыйыусы, компьютерсы...
- оратор, ритор, лектор, докладсы...
- юрист, судья, прокурор, тәфтишсе, адвокат, юрисконсульт, полиция хеҙмәткәрҙәре...
- актер, алып барыусы, гид, конферансье, артист...
- президент, Дәүләт Думаһы ағзалары, Дәүләт Ҡоролтайы, социолог...
- дипломат, илселек, илселек хеҙмәткәрҙәре...
- менеджер, копирайтер, дистрибьютер, промоутер, секретарь-референт, эшҡыуар, фермер...
Күнегеү икенсе бағанала бирелгән һүҙҙәрҙе беренсе бағаналағы һөнәр атамаларына ярашлы рәүештә өтөр аша теҙеп яҙыуға ҡорола.
Күнегеү өҫтөндә эште тамамлағас, уҡытыусы был һөнәрҙәрҙең тел менән ни рәүештә бәйләнгән булыуы тураһында фекер алышыу үткәрә, уҡыусылар белмәгән һөнәрҙәрҙе асыҡлау маҡсатында һүҙлек өҫтөндә эш үткәрә, һәр һөнәри өлкәнең үҙенсәлекле лексикаға эйә булыуы, был лексиканы күберәк терминдар тәшкил итеүе тураһында әйтеп үтә. Артабан “термин” һүҙенә билдәләмә бирелә, аңламалы һүҙлектән табыла, профессиональ лексиканың үҙенсәлектәре, профессиональ жаргон, уның килеп сығышы тураһында әңгәмә ойошторола.
Синонимдар һүҙлеген файҙаланып, бирелгән һүҙҙәрҙе нығынған һүҙбәйләнештәр менән алмаштырып яҙырға: тиҙ, туйғансы, туҡмай, тәмле, уйлау, үлеү, һаран, ышаныу, әрләү, яҡлау, ҡапыл, йөҙәтеү, йоҡлау.
Түбәндә тел ғилеменең лексика бүлеге буйынса кесе БРИ-ҙың бер вариантының 2-се өлөшө тәҡдим ителә14:
Тексты уҡығыҙ һәм В1-В8 эштәрен башҡарығыҙ.
(1)Туҡталышта кешеләр трамвайға инеп бөткәс, Мөслимә ишектәрҙе яба һәм трамвай ҡуҙғалып китә. (2) Бөгөн көн эҫе.
- (3) Ҡыҙым, мин ултырайым әле.
(4) Мөслимә был һүүҙҙәрҙе асыҡ ишетте һәм ниңәлер тауышты, иң һуңынан ингән тимер юлсы кейемендәге оло ғына ағайҙыҡылыр, тип уйланы. (5) Трамвайға ингән саҡта уҡ был кеше ни яғы менәндер атаһын хәтерләтеп ҡуйҙы.
- (6) Баҫып та торорһоғоҙ.
- (7) Нимә тинегеҙ?.. – ағайҙың тауышында тулҡынланыу һиҙелде.
- (8) Аҙыраҡ эсергә кәрәк ине!
(9) Был һөйләшеүҙе ишеткән пассажирҙарҙың ризаһыҙлығын белгерткән ауаздар барлыҡҡа килде.
- (10) Мин бит һиңә атай урынына... – тимер юлсының тауышы өҙөк-өҙөк сыҡты, - мин бит һиңә кеше тип өндәшәм...
(11) Ағайҙың маңлайында тир бөрсөктәре күренде, сикәһендәге йөйө ҡыҙарып китте. (12) Тирә-яҡтан: “Килегеҙ бында, ултырығыҙ. Тынысланығыҙ!” – тигән тауыштар ишетелде.
(13) Ә тимер юлсы Ғарифулла ағай был мәлдә бер ни күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә ине. (14) Уның күҙ алдында һуғыш яланы. (15) Туптар шартлай... (16) Уның ҡарашы яраларын бәйләп маташҡан Галинаға төбәлгән... (17) Трамвайҙағы ҡыҙҙы шул Галинаға оҡшатып, үҙ итеп өндәшкәйне бит. (18) Яралы аяҡтары һыҙлағанға...
(19) Тимер юлсының уйҙарын белмәһә лә, уның хәлен аңлай ине Мөслимә. (20) Атаһының: “Һуғышта булғандарҙың да төрлөһө була. (21) Әммә улар барыһы ла һинең бәхетең өсөн, ил азатлығы өсөн ҡан ҡойған. (22) Ҡәҙерләргә тырыш, улар мәңге йәшәмәҫ!”- тигән һүҙҙәре Мөслимә өсөн васыят булып яңғырай.
(23) Ә теге ҡыҙыҡай тәҙрәнән һаман күҙен алмай.
(24) Көтмәгәндә трамвай туҡтай һәм салонда Мөслимәнең тауышы яңғырай:
- (25) Оло кешегә урын бирмәгән ҡыҙ! (26) Мин һеҙҙе артабан алып бара алмайым. (27) Трамвайҙан төшөгөҙ! (Ф.Бәширова).
В1. 1, 2, 4-се һөйләмдәрҙә билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй мәғәнәлә ҡулланылған?
а) күсмә в) метафора
б) тура г) метонимия
В2. 9-сы һөйләмдәге ауаздар һүҙе ниндәй һүрәтләү сараһы булараҡ ҡулланылған?
а) синекдоха в) йәнләндереү
б) метонимия г) һүрәтләү сараһы булараҡ ҡулланылмаған
В3. Бирелгән ҡайһы һүҙ 14-се һөйләмдәге бер һүҙҙең синонимы була ала?
а) һабантуй в) алыш
в) ярыш г) уҙыш
В4. 15-се һөйләмдәге туптар һүҙе ниндәй һүҙҙәр ҡатламына ҡарай?
а) жаргон в) архаизм
в) неологизм г) тарихи һүҙ
В5. - В7...
В8. 21-се һөйләмдең хәбәре мәғәнәһе буйынса ниндәй тел күренешенә ҡарауын билдәләгеҙ.
а) диалект һүҙе в) фразеологик берәмек
в) сағыштырыу г) ҡушма һүҙ
Бындай төр биремдәрҙән тыш һүҙҙәргә лексик- семантик, этимологик, морфемик һәм башҡа анализдар яһау, лингвистик һүҙлектәр менән эшләү ыңғай һөҙөмтә бирә. Һәр уҡытыусы балаларға һүҙлек менән эшләү үрнәктәрен, күнекмәләрен бирергә тейеш. Урындағы диалект шарттарында, бигерәк тә үҫтереүле уҡытыу методикаһының төп принциптарын бойомға ашырыуҙа, баланы үҙ аллы белем алыуға, үҙ аллы эҙләнеүгә өйрәтеү мөһим. Һүҙлектән файҙаланырға, һүҙлек менән эшләй белергә өйрәтеү баланы үҫтереүгә ҙур бер аҙым яһау тигән һүҙ, сөнки һүҙлек баланың телмәрен төҙәтеүсе, байытыусы, үҫтереүсе китап булып тора. Бөгөнгө көндә мәктәп һүҙлектәренә булған ихтыяжды күҙ уңында тотоп, күп һүҙлектәр төҙөлдө. Бына уларҙың исемлеге: “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”, “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге”, “Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге”, “Башҡорт теленең мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге”, “Башҡорт теленең орфография һүҙлеге”, “Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге”, урта мәктәп уҡыусылары өсөн “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”, һ.б.
Баланы һүҙлек эшенә өйрәтергә кәрәк. Тәүҙә уҡытыусы башҡорт теленең бөтә төр һүҙлектәре менән таныштыра, улар менән эшләү тәртибен, миҫалдар нигеҙендә, файҙаланыу юлдарын өйрәтә. Баланы телгә, уның һүҙ байлығына ылыҡтырыу ябайҙан ҡатмарлыға табан үҫтереү принцибына нигеҙләнә. Мәҫәлән:
- һауыт-һаба (кейем-һалым, үлән, сәскә, ҡош, балыҡ) исемдәрен күсереп яҙырға, уларҙың яҙылышын хәтерҙә ҡалдырырға;
- бер мәғәнәле (күп мәғәнәле, бер нисә һүҙҙең синонимын, антонимын) һүҙҙәрҙең бер нисәүһен күсереп яҙырға, яҙылышын, мәғәнәһен хәтерҙә ҡалдырырға;
- аңлатмалы һүҙлектән бер нисә һүҙҙең мәғәнәһен күсереп яҙырға, яҙылышын һәм мәғәнәһен хәтерҙә ҡалдырырға;
- орфографик һүҙлектән берәй хәл-ваҡиғаға (мәҫәлән, һәйбәт тормош, ауыр яҙмыш, аслыҡ, ыҙа сигеү, йонсоу) мөнәсәбәтле бер нисә һүҙҙе яҙырға, яҙылышын хәтерҙә ҡалдырырға;
- башҡортса-русса һүҙлектән ҡарап, бирелгән һүҙҙәрҙең русса тәәржемәһен яҙырға, яҙылышын, тәржемәһен хәтерҙә ҡалдырырға;
- бирелгән һүҙҙәрҙең антонимдарын, синонимдарын яҙырға;
- һүҙҙәр араһынан антонимдарҙы, синонимдарҙы, омонимдарҙы яҙып алырға;
- башҡортса-русса һүҙлекте файҙаланып, бирелгән һөйләмде (мәҡәлде, йомаҡты, фразеологик берәмектәрҙе, бәләкәй генә берәй өҙөктө, тексты) руссаға тәржемә итергә;
- орфография һүҙлегенән нәҫел-нәсәпкә (зат-ырыуға), ырыу символдарына (ҡош, ырыу, ағас, тамға) ҡараған һүҙҙәрҙе яҙып алырға, уларҙы хәтерҙә ҡалдырырға;15
- башҡортса-русса һүҙлектән алфавит тәртибендә һүҙҙәр яҙып алырға, уларҙы хәтерҙә ҡалдырырға, эш барышында башҡорт телендә ниндәй хәрефкә башланған һүҙҙәр юҡ икәнен асыҡларға;16
Бирелгән һүҙҙәрҙең ҡайһылары бер мәғәнәле, ҡайһылары күп мәғәнәле булыуын асыҡлау, яуапты “Башҡорт теленең һүҙлегенә” ҡарап дәлилләү: аҙна, белеү, бәйге, ғүмер, елләү, исем, көн, суртан, һ.б.
Быларҙан тыш, һүҙлектәрҙе шулай уҡ әҙәбиәт, мәҙәниәт дәрестәрендә лә уңышлы ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән:
- әҙәби жанрҙар атамаларын яҙырға, яҙылышын хәтерҙә ҡалдырырға;
- кешегә характеристика биргәндә ҡулланылырға мөмкин булған һүҙҙәрҙе яҙырға, яҙылышын иҫтә ҡалдырырға;
- мифик заттарҙы белдергән һүҙҙәрҙең бер нисәһен яҙырға, яҙылышын хәтерҙә ҡалдырырға (мәҫәлән, бисура, пәрей, эйә, дейеү, аждаһа, шүрәле, һ.б.).
Шулай уҡ ошо һүҙлектәр хәҙер электрон һүҙлек булараҡ та тәҡдим ителә. Ул биш өлөштән тора: Урыҫса – башҡортса һүҙлек (Русско – башкирский словарь. З.Ғ. Ураҡсин, Ю.З Ураҡсин. – Уфа, “Китап”, 2002). Аңлатмалы һүҙлек (Хәҙерге башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. З.Ғ.Ураҡсин, - Өфө - 2005). Башҡортса – русса һүҙлек (Башҡортса-русса һүҙлек. Р.Ғ. Аҙнағолов. - Өфө, “Китап”, 2002). Орфография һүҙлеге (Башҡорт теленең орфография һүҙлеге. Н.Ф.Суфьянова, З.К. Ишмөхәмәтов. - Өфө, “Бшҡортостан энциклопедияһы, 2002”). Дөйөм һүҙлек (юғарыла әйтелгән һүҙлектәр нигеҙендә төҙөлгән). Был электрон һүҙлектәр дәреслектәргә һәм кластан тыш уҡыу китаптарына нигеҙләнеп төҙөлгән. Авторҙар балаларҙың телмәр культураһын үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу, башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.17 Һүҙлектәр менән эш итеүгә күнектерелмәгән бала ижади эштәрҙе үтәүгә әҙер булмай, уның телмәре тейешле кимәлдә үҫтерелмәгәс, фекерләү һәләте бик самалы. Бала тел саралары ярҙамында, телмәр берәмеге булған һүҙҙәр, төшөнсәләр менән фекерен үҫтерә, тимәк, һүҙ байлығына эйә була.
Уҡыусының предмет менән ҡыҙыҡһыныуын арттырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе. Уҡыу процесында мауыҡтырыу элементтарын урынлы ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Төрлө ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр эшләү балаларҙы әүҙемләштереп ебәрә, логик фекерләүҙәрен үҫтерә. Шуға ла дәрестәрҙә башватҡыс, шарада, кроссворд, анаграмма, фонетик һәм лексик уйындарҙы дәрестә ҡулланыу файҙалы.
Мәҫәлән:
“Әкиәт төҙө” уйыны. Һәр һөйләм а, м, һ.б. хәрефтәренә башланырға тейеш.
“Төҫтәр” уйыны. Алып барыусы бер төҫ әйтә, мәҫәлән, уҡыусы ҡыҙыл төҫтәге биш предметтың исемен әйтергә тейеш. Әйбер исемдәрен ҡабатларға рөхсәт ителмәй. Әгәр бала бирелгән төҫтәге предметты дөрөҫ әйтмәһә, хата төҙәтелә. Уйындүрт тапҡыр ҡабатлана.
“Оҡшашлыҡтарҙы эҙләү” уйыны. Ниндәй ҙә булһа предметтың исеме әйтелә. Төрлө билдәләр (тышҡы һәм әһәмиәтле) буйынса уға оҡшаған башҡа предметтарҙың исемдәрен әйтергә ҡушыла. Билдәләрҙе әйберҙең ниндәй материалдан эшләнеүенә, ниндәй ҙә булһа бер төркөмгә инеүенә ҡарап, системалаштырырға мөмкин.
“Билдәләр” уйыны. Алып барыусы башта предмет төшөрөлгән бер карточканы, һуңынан икенсеһен күрһәтә. Уҡыусы ошо ике әйберҙе бәйләй торған һүҙҙе табырға тейеш.
Һүҙҙән һүҙ килеп сығыу уйыны. Бер хәрефте өҫтәп, йәиһә алмаштырып, яңы һүҙ яһау. Аш – ҡаш – таш – баш – бал – тал – ҡал – сал – саҡ – сал – сат – сит – бит.
“Яңы һүҙ яһа” уйыны.
а) Бирелгән һүҙҙән, бер-ике хәрефен алып ташлап, яңы һүҙ яһа. Мәҫәлән: тимер – тир, ҡарт – ҡар, тарт - ..., ҡоймаҡ - ...
б) Бирелгән һүҙҙән бер-ике хәрефен алып ташлап, бер нисә яңы һүҙ яһа. Мәҫәлән: бураҙна – бур – аҙна – бура – ураҙа - ...
“Күп белергә теләүсе” уйыны. Диалог барышында яуапта тик бер гәнә хәрефкә башланған яуаптар ҡулланылырға тейеш. Мәҫәлән, Т хәрефенә генә:
- Исемең нисек?
- Тәлғәт.
- Фамилияң?
- Талипов.
- Ҡайҙан килдең?
- Тәтешленән.
- Нимә менән килдең?
- Таксиҙа.
- Тәтешлелә нимә үҫә?
- Тал.
- Тағы нимә?
- Тары.
- Унда ниндәй ҡоштар бар?
- Турғай, торна, тартай...
“Тылсымлы сылбыр” уйыны. Һәр һүҙ алдан килгән һүҙҙең һуңғы ижегенән башлана. Мәҫәлән: ыласын – сынаяҡ – яҡташ- ташсы - ...; арба – батыр – тырма – матур – турнир - ...
Грамматик һәм дидактик уйындар материалдың үҙенсәлеге һәм эстәлегенә, уҡыусыларҙың әҙерлек дәрәжәһенә ҡарап дәрестең өс этабында ла – белемде актуалләштергәндә, яңы тема өйрәнгәндә һәм нығытҡанда ла ҡулланылырға мөмкин. 18
Бигерәк тә рус телле балаларҙың аҡыл эшмәкәрлеген, теленең һығылмалылығын үҫтереү өсөн түбәндәге күнегеүҙәр ярҙам итә. Уларҙы башҡарғанда уҡыусылар һүҙ байлыҡтарын арттыра, бер-береһен тыңларға һәм ишетергә өйрәнә19:
Һөйләмде 4, 3, 2 һүҙгә тиклем ҡыҫҡарт. Мәҫәлән: Көҙ көнө һыуыҡ елдәр иҫә. Көҙ көнө елдөр иҫә. Ел иҫә. Һөйләмде берәй һүҙ өҫтәп тултыр. Мәҫәлән: Беҙ уҡыйбыҙ. Беҙ китап уҡыйбыҙ. Беҙ ҡыҙыҡлы китап уҡыйбыҙ. Беҙ бөгөн мәктәптә ҡыҙыҡлы китап уҡыйбыҙ. Был күнегеүҙәр шулай уҡ милли мәктәп уҡыусыларына ла тәҡдим ителергә мөмкин.
Ярышыу, үҙеңдең белем нигеҙендә ниндәйҙер яңы нәмә белеү, алған белемде һынап ҡарау өсөн викторина һорауҙарын, фонетик һәм грамматик мәсьәләләр, уйындар һәм башватҡыстарҙы “Ҡыҙыҡлы грамматика” йыйынтығынан алырға мөмкин.20
Мәктәптә баланың һәр һүҙҙе, һәр төшөнсәне, һәр лексик күренеште хәтерендә ҡалдырыу, күңелендә тотоу зирәклеген үҫтереү алға ҡуйыла. Бының өсөн уҡытыусы тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә һәр һүҙҙең, төшөнсәнең мәғәнәүи нескәлектәренә уҡыусыларҙың иғтибарын йүнәлтергә бурыслы. Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу алымдарына түбәндәгеләр ҡарай:
- синонимдарын әйттереү, яҙҙырыу;
- антонимдарын әйттереү, яҙҙырыу;
- һүрәтләү юлы менән аңлатыу;
- һүҙ концептын асыҡлау;
- предметты белдергән һүҙҙең, төшөнсәнең йәки предметтың үҙен күрһәтеү;
- этимологияһын, йәғни һүҙҙең барлыҡҡа килеү тарихын төшөндөрөү;
- әҙәбиәт дәрестәрендә һүҙлек өҫтөндә эш;
- лексик күнегеүҙәр үткәреү;
- әҙәби телдәге һүҙҙәрҙе ерле һөйләштәге варианттары менән сағыштырыу һ.б.21
Программа талаптарына ярашлы рәүештә, һүҙлек эштәре ваҡытында уҡыусылар билдәле күләмдә яңы лексик берәмектәрҙе лә үҙләштерергә тейеш.
Уҡыусылар үҙҙәренең һүҙлек дәфтәренә яңы һүҙҙәрҙе теркәп барырға, уларҙы ҡулланып һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр уйларға, күнегеүҙәр эшләргә тейеш. Дәрестәрҙә, шулай уҡ диалект шарттарында, әҙәби телдең лексик нормаларына өйрәтеү эше әҙәбиәт дәрестәрендә лә даими алып барыла.Әҙәбиәт дәрестәрендә тасуири уҡытыу, уҡылған текстың йөкмәткеһен һөйләтеү, шиғырҙарҙан өҙөктәр ятлатыу, йомаҡтар ҡойҙороу, мәҡәлдәр әйттереү, сюжетлы картиналар өҫтөндә эшләү, терәк һүҙҙәр ҡулланып текст төҙөү кеүек алымдарҙы ла ҡулланырға кәрәк. Уҡыусыларҙың береһе таҡтала эшләгән ваҡытта эшмәкәрлеккә башҡалары ла ылыҡтырылырға тейеш, иптәшенең хаталарын табыу, төҙәтеү, яуаптың үҙ вариантын әйтеү уларҙың ишетеү һәи күреү хәтерен үҫтерергә, әйтелешен һәм яҙылышын үҙләштерергә ярҙам итәсәк.
Әҙәбиәт
1. Аҙнағолов Р.Ғ., Исламова Ф.Ғ., Тикеев Д.С., Шарапов И.Ә., Толомбаев Х.А., Ғафаров Б.Б., Бикҡужина Т.Ә. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы - Өфө: “Китап”, 1996. – 320 бит.
2. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2001. – 232 бит.
3. Аҙнағолов Р.Ғ. Мин дәрескә инәм. Өфө: ЯСЙ “Парус”, 2008.- 155 бит.
4. Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре. - Өфө:Китап, 2011. – 192 бит.
5. Ефимова Л.С. Башкирский мифологический словарь.- Уфа:Вагант, 2008.
6. Иҙелбаев М.Х. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү хаҡында.//Башҡортостан уҡытыусыһы, 2002 й., №8, 59-62 биттәр.
7. Ҡыҙыҡлы грамматика: Башҡорт мәктәптәренең 5-9 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. /З.Ғ.Ураҡсин, ЭФ.Ишбирҙин, Г.М.Ҡотлобаева, М.Х.Әхтәмов. 2-се баҫмаһы. – Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1993 й.
8. Саяхова Л.Г.Лингвокультурологическая концепция обучения русскому языку и учебники нового поколения. Методическое руководство для учителей русского языка. – Уфа: Китап, 2006. – 224с.
9. Сибәғәтов С.И. Башҡорт теле дәрестәрендә мәғлүмәти саралар. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2008 й., №2, 23-24 биттәр.
10. Сәмситова Л.Х. Башҡорт теле картинаһында мәҙәниәт концепттары. - Өфө: Китап, 2010. – 164б.
11. Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: Һайланма мәҡәләлә. - Өфө: Ғилем, 2002.- 267б.
12. Хөсәйенова Р.Ә. Һөйләү телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү алымдары. //Башҡортостан уҡытыусыһы, 2008 й., №2, 12-14 биттәр.
13. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле . Лексика, фразеология, лексикография. - Өфө: Башҡорт дәүләт университеты, 2002.- 208 бит.
14. Юлмөхәмәтова Г.В. Туган тел дәресләрендә грамматик һәм дидактик уеннар. //Башҡортостан уҡытыусыһы, 2010й., №5, 49-51 биттәр.