
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
Тел өйрәнеүҙең теория менән практиканың бәйләнешлеге, фәннилек, интеграция һәм дифференциация, ҡоролған дөйөм дидактик принциптары башҡорт телен уҡытыуҙа махсус психологик һәм методик йөкмәтке менән тулыландыуҙы талап итә: телде уҡытыу Л.С.Выготскийҙың телмәр эшмәкәрлеге теорияһына, тел системаһы менән телмәр һәләте араһындағы туранан-тура бәйләнешкә нигеҙләнгән психолингвистика тураһындағы мәғлүмәттәргә (А.А. Леонтьев), тел механизмының законлыҡтарына, ихтыяж (мотивация), телмәр ярҙамында аралашыу барышында юғалып ҡалмау (ориентирование в условиях общения), кешенең фекерләү һәләтенең ассоциатив тәбиғәтенә, телде үҙләштереүҙең эмоциональ факторҙарына таянып тормошҡа ашырыла.
Телдең нигеҙен шул телдә аралашыусы халыҡтың һүҙ байлығы, һүҙлек составы, йәғни лексикаһы, барлыҡҡа килтерә. Башҡорт теленең лексикаһы башҡорт халҡының аралашыу процесында тупланған, ижад ителгән, шымартылған һүҙҙәр йыйылмаһынан, фразеологик ҡушылмаларҙан, тапҡыр һәм йор әйтемдәрҙән, мәҡәлдәрҙән тора. Телдең лексикаһында шул телдә аралашыусы халыҡтың донъяға ҡарашы, сәйәси аңы, иҡтисади үҫеше, тарихи мәҙәниәте, психологияһы сағыла.1
Урта кластарҙа уҡыусының танып белеү ихтыяжы формалаша, донъя картинаһының яңы һыҙаттарын асыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге әүҙемләшә, уны ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр киңәйә һәм күбәйә. “Лексика” бүлеген интенсив өйрәнеү уҡыусының тап ошо үҫеш этабында, 5-6 кластарҙа ойошторола. Ләкин был уҡыусының лексика тураһында быға тиклем бер ниндәй ҙә төшөнсәгә эйә булмауын һәм һуңынан был темаға бөтөнләй ҡағылмауын аңлатмай. Лексика фәненең теоретик нигеҙҙәрен тулыһынса асып биреүгә йүнәлеш, уның мөһим компетентлыҡты формалаштырыуҙағы мөһим роле, мөмкинлектәре ошо этаптан башлап өйрәнелә. Тимәк, был бүлеккә ингән темаларҙы өйрәнеү алдынан уҡыусының уны өйрәнеүҙең актуаллеген аңлауы, унда ихтыяж тыуҙырылыуы, маҡсат ҡуйыу мөһим. Был маҡсатта түбәндәге моменттарға баҫым яһарға кәрәк:
- Һөйләү һәм яҙыу телмәренең төп сығанағы – һүҙ. Аралашыу процесында кеше иң элек һүҙҙе танырға, уның төп мәғәнәһен белергә тейеш. Теге йәки был телдә аңлашыу, аралашыу өсөн һүҙҙәрҙең аңлатҡан мәғәнәләренә иғтибар бирелә. Тимәк, телдең нигеҙен шул телдә аралашыусы халыҡтың һүҙ байлығы, йәғни лексикаһы тәшкил итә.
- Телдең лексикаһын өйрәнеү – шул телдә һөйләшеүсе халыҡтың донъяға ҡарашын, сәйәси аңын, иҡтисади үҫешен, тарихи мәҙәниәтен, психологияһын өйрәнеүгә лә ярҙам итә.
- Телдең һүҙлек байлығы өҙлөкһөҙ үҙгәреп тороусы күренеш. Яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеү һәм уларҙың иҫкереүе – телдә реаль ысынбарлыҡтың сағылышы. Тел халыҡ тарихына бәйле үҙгәрә, сөнки кешеләрҙең аралашыуында уның роле ифрат ҙур. Башҡорт телендә ғәрәп, фарсы, рус һәм интернациональ һүҙҙәрҙең күп булыуы – башҡорттарҙың ул халыҡтар менән иҡтисади, сәйәси, сауҙа, мәҙәни бәйләнештәренә инеүе һөҙөмтәһенең сағылышы ул2.
- Башҡорт теленең лексикаһын өйрәнеү - бик боронғо быуаттарға барып тоташҡан, ҙур тарихи үҫеш юлы үткән, Рәсәйҙә халыҡ һаны буйынса бүртенсе урында торған башҡорт халҡының милли телен өйрәнеү ул, был башҡорт теленә ҡәрҙәш булған төрки телдәр тураһында ла белем алыуға булышлыҡ итә.
- Туған тел аша шәхес халыҡтың быуаттар буйына формалашҡан рухи идеалдарын, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен үҙләштерә, тирә-яҡ донъя картинаһын асыуға йүнәлеш бирерҙәй, тормошта үҙ урыныңды табыуға булышлыҡ итерҙәй һәләттәргә, эшлекле диалогтарҙа уңышлы сығыш яһау шарты булып торған профессиональ тел байлығын туплауға ирешә.