Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
22222.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
1.54 Mб
Скачать

У ҡыусы

Мәктәп, класс

коллективында

Ғаилә, дуҫтар менән ҡатнашыу

аралашыу

Үтенес, ышаныс, аңлатмалар

Буйынса ҡағыҙҙар яҙыу

“Был бәйләнештәрҙең барыһы ла нимә аша башҡарыла?” – тигән проблемалы һорау бөтә йүнәлештәрҙе бер система эсенә индереүгә ҡорола. Бында төрлө яуаптар алынып, уның иң рациональ булғанына йүнәлеш бирелә: “тел кәрәк” тигән фекер тыуҙырыла ,һәм ул ҡулса бар йүнәлештәрҙе лә тоташтырып, бер бөтөн итә. Бөгөнгө заман уҡыусыһы белемле, бөтә яҡтан компетентлы, киләсәккә юл ярып барыусы булһын өсөн, ул туған телендә еңел аралашырға, уның эске законлыҡтарын белергә тейеш тигән фекер нығытыла, йәки ул туған телде уҡырға “бурыслы йәки тейеш булған өсөн түгел, ә белемһеҙ мөмкин түгел икәнен аңлағанға” (С.А.Таһирова. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһыныү дөйөм мәсьәләләре) уҡырға тейеш икәнен төшөнә һәм уҡыусы тел дәрестәрендә алынған белемдең ошондай “үҙгәреүсән заман шарттарында үҙенә урын һәм ҡурсалау табыр өсөн кәрәк” икәнлеген аңлай.

Бындай әңгәмәне киләсәктә һайлаясаҡ прфессиялар, һөнәрҙәр йүнәлеше менән дә бәйләү аша телгә дөрөҫ мөнәсәбәт, һаҡсыллыҡ, ихтирам тәрбиәләргә мөмкин. Ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да , уға өйрәнеү - ғилем, ә ул тел аша алып барыла, тимәк уны нигеҙле белеү мотлаҡ тигән фекер тыуҙырыла. Уҡыусы өйрәнеләсәк темаға ярашлы үҙ-үҙенә маҡсат ҡуя, бығаса алған белемдәрен барлай һәм яңы теманы ҡабул итергә әҙерләнә. Ошондай ыңғай педагогик ситуация яҫылығында уҡыусының әҙерлеген тейешле темаға бороп ебәреү өсөн уҡытыусы өҙлөкһөҙ үҙ оҫталығы өҫтөндә эшләй, эҙләнә. Һәр саҡ яңылыҡҡа, прфессиональ компетентлыҡҡа ынтылыусы уҡытыусы әйтелеп кителгән фекрҙәрҙе тормошҡа ашыра ала.

Интерактив таҡтала “Морфология”ның өйрәнелеү йүнәлеше бирелгән дөйөм схема хасил була. Уҡыусылар киләһе дәрестәрҙә алынырға тейешле тел материалын үҙ күҙҙәре менән күрәләр, уларҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә мотивация тыуҙырыла.

Морфология

Һүҙьяһалыш Һүҙ төркөмдәре

Тамыр һ. Яһалма һ. Ҡушма һ.

Үҙ аллы һ/т ярҙамсы һ/т

исем рәүеш Терк. Бәйл. Киҫәк.

сифат һан ҡылым Мөн.һ. Ымлыҡ

алмаш

6 класс уҡыусыһының характер үҫтереү, үҙ -үҙен эҙләү осоронда тирә -йүндәге кешеләр араһынан, уҡыған әҫәрҙәр, ҡаралған фильм геройҙарынан “үҙ геройын” йәки үҙ идеалын эҙләү осоро икәнен дә оноторға ярамай. Бында ла оҫта педагог уҡыусылар менән аралашыуҙа үҙ – ара ышаныс, йылылыҡ аша тел белеменә йүнәлеш биреүгә ирешә ала. Улар һайлаған геройҙарҙың төрлө яҡтан камил, көслө, тапҡыр булыуын һөйләгәндә, копетентлыҡ төшөнсәһен индереү ҙә артыҡ булмай. Миҫалға һәр башҡорт балаһы белгән Салауат батыр образын килтереү ҙә маҡсатҡа ярашлы буласаҡ: уның көслө, ҡурҡыу белмәҫ батыр ғына түгел, ә шағир, сәсн, импровизатор булыуын, яуға саҡырған өндәмәләрен башҡорт телендә генә түгел, рус телендә лә яҙған булыуын әйтеп, бөтә яҡтан камил батыр шәхесе өлгөһө бирелә. Бында предметҡа йүнәлтелгән маҡсат уның лингвокультурологик тамырҙары менән бәйләнә.

Артабан әңгәмә барышында яратҡан геройҙарының интеллектуаль, компетентлыҡ сифаттары билдәләнеп, уларҙың туған телдәрен яҡшы белгән кешеләр булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Хәҙерге заманда беләк көсөнә генә түгел, аҡыл, тел маһирлығына ла таянып үҙ маҡсатыңа ирешергә була икәнлеген күрһәтеү уҡыусыларҙы тел темаларын ҡабул итергә әҙерләй: тимәк, беҙгә лә үҙебеҙҙе аҡыллы, бай телле, тапҡыр һүҙле итергә әҙерләргә кәрәк! Шундай һүҙҙәр менән темаға тотоноп китеү ҙә маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

Шулай итеп, универсаль уҡытыу эшмәкәрлегенә эйә булырға тырышыусы уҡыусы менән юғары компетентлы уҡытыусының берҙәм эшмәкәрлеге концепцияһы (Д.Дьюи, М.Монтессори, В.Давыдов, Д.Эльконин һ.б) “Морфологияны” заман дидактик системаһына нигеҙләнгеп уҡытыуға алып киләсәк, ә был үҙ нәүбәтендә грамоталы, интеллектуаль яҡтан да, рухи яҡтан да бай, һау – сәлмәт, тәрән фекерле шәхес формалаштырыуҙы тәьмин итәсәк.

21 - се быуат йәмғиәте Рәсәй белем биреү системаһы (шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы) алдына донъя стандарттарына ярашлы яңылыҡҡа табан үҙгәреү шарттары ҡуя. Белемле шәхестәр үҫтереү талаптары, уларҙың киләсәктәге профессионализмы мәктәптән башлана икәнлеген барыһы ла яҡшы аңлай һәм бөгөнгө мәктәптең төп бурыстарының береһе – һәр уҡыусының уҡырға өйрәнеү (умение учиться) һәләтен коммуникативлыҡ компетенцияһы аша асыу. Уны тормошҡа тәрбиәле, юғары технологик мөмкинлектәре булған, донъя стандарттарына конкурентлы белемле, белемен тормоштоң төрлө ситуацияһында ҡуллана алырҙай кеше итеп тәрбиәләп сығарыу – төп маҡсат. Ошондай юғары талаптар нигеҙендә ойошторолған белем биреү системаһы коммуникативлыҡ компетенцияһы аша инициативалы, ижади фекерләүгә һәләтле уҡыусы тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Ләкин тел фәнен өйрәтеү процесы йылдан-йыл үҙенең ҡуйылған талаптары менән ҡатмарлаша, сөнки тел системаһында ла һүҙ ҡатмарлы бәйләнештәргә инә, үҙгәрештәр кисерә. Ә уҡыусыға грамоталылылыҡ компетенцияһы теледең хәрәкәттә сағын күҙәтеү, анализлау, һөҙөмтәләр яһай алыу мөмкинлегенән килә. Телдәге һүҙҙәр, уларҙың тәбиғәтен белмәй тороп, аралашыу, һөйләм, текст төҙөү – коммуникативлыҡ компетентлығын булдырыу ярайһы уҡ ҡатмарлы бурыс. Сөнки ике теллелек, мәғлүмәти бәйләнештәрҙең бик үҫешкән бер мәлендә баланың фекер йөрөтөүе ике тел ҡатнашмаһында бара һәм ул һөйләм төҙөгәндә икенсе телдең һүҙҙәрен ҡуллана, тәржемә итеп һөйләй. Ә был ваҡытта телдең бөтөнлөгө юғала, ялғауҙар дөрөҫ булмай, бәйләүестәр һайлап, һөйләмдең бөтөнлөгөнә ирешеүҙә хаталар килеп сыға. Бәйләнешле телмәр килеп сыҡһа ла, ул әҙәби теледең боҙолоуға барыуын күрһәткән варвар һүҙҙәр менән сыбарлана. Ошондай шарттарҙа “Морфология” уҡытыу - әсә теленең үҙ һүҙҙәрен дөрөҫ ҡулланып, төҙөк телмәр ағышы, тимәк, аныҡ фекерләүгә өйрәтеүсе иң ҙур бүлекте өйрәнеү ул. Уҡыусыларҙың үҙ –ара аралашыуы дәрестәрҙә генә түгел, бөтә тормош ситуацияларында ла иркен файҙаланыла икән, коммуникативлыҡ компетенцияһы кластан-класҡа үҫәсәк, ә уның төп шарты – мәктәптә белем алыу эшен хеҙмәттәшлек принциптарына ҡороу. “Коммуникатив эштәр (коммуникативные действия) хеҙмәттәшлек мөмкинлеген тәьмин итәләр: тыңлай белеү, партнерҙы тыңлау һәм аңлау, уртаҡ эште планлаштырыу һәм килешеп эшләү, бер-береңдең фекер йөрөтөүен күҙәтеү, дискуссия алып барыу, үҙ фекереңде дөрөҫ әйтеп биреү, бер-береңә ярҙам итеү, уҡытыусы менән дә, иптәштәрең менән дә эффектлы хеҙмәттәшлек итеү”. ( С.С.Пичугин. К вопросу о формировании и развитии универсальных учебных действий.// Б.У. №1, 2011.) Ошо фекерҙән сығып, “Морфология” бүлеген яңы талаптар нигеҙендә уҡытыуға ярашлы коммуникатив компетентлыҡ принциптарына туҡталайыҡ.

Үрҙә билдәләп кителгәнсә, морфология телдең төп берәмеге – һүҙ менән эш итә. Аралашыу өсөн һөйләүсе кәрәкле төшөнсәләрҙе белдереүсе һүҙҙәрҙән (йәки бер һүҙҙән) һөйләм-хәбәр ойоштора. “телмәрҙә ҡулланғанда һүҙҙәр үҙҙәренең лексик мәғәнәләре менән бергә грамматик мәғәнәләр ҙә ала… Грамматик мәғнәләрҙе белдереүсе махсус грамматик саралар була.” (Н.Х.Ишбулатов. М.Х.Әхтәмов. Хәҙерге башҡорт теле. Өфө, 2002, 120 б.) Тап шул сараларҙы эшләтеү (говорение) телмәр ағышын, диалогты тыуҙыра, ә ул үҙ нәүбәтендә коммуникативлыҡ һәләтен теге йәки был йәһәттән үҫтерә: йә ул һүҙҙең лексик мәғәнәһен көсәйтә, йә грамматик форманы теүәлләй. Уларҙың икеһенең дә теүәл һәм аныҡ бирелеше тап шул грамоталылыҡ компетенцияһын тыуҙыра ла инде.

Шулай итеп, 5 класта ”Морфология” бүлеге “Һүҙьяһалыштан” башлана һәм уҡыусыларға һүҙҙең дөрөҫ яҙылышы буйынса орфографик мәғлүмәт төрлө күнекмәләргә үрелеп бирелә, уларға был яңылыҡты үҙ тәжрибәләрендә ҡулланырға мөмкинселек тыуҙырыла. (выработка орфографической нормы). Теоретик белем менән бер рәттән метапредметлылыҡҡа ирешеү, уҡыусының шәхси үҫеше өсөн дә күнекмәләр эшләтеп, билдәле бер һөҙөмтәләргә алып килеү был ҙур эште башҡарып сығыуҙа коммуникативлыҡ, хеҙмәттәшлек аша ғына тормошҡа ашырылырға мөмкин.

“Лексика ” темаһын өйрәнеүҙе тамамлаған уҡыусылар тел донъяһында бик күп һүҙҙәр, һәр һүҙҙең үҙ мәғәнәһе барлығын беләләр. (Бында төрлө һүҙлектәрҙе файҙаланыу ҙа отошло). Мотивация тыуҙырыу өсөн:

  1. Ошо тиклем ҡайнап торған, ҡорт күсен хәтерләткән һүҙҙәрҙе нисек итеп тәртипләргә, уларҙы ҡулланыуҙа, яһалыштарында системалылыҡ төҙөп булмаймы икән? – тигән проблемалы һорау бирелә. Экранда төрлө төҙөлөшлө, төрлө тематикалы һүҙҙәр теҙмәһе килеп сыға.

  1. Уларҙы нисек төркөмләрһегеҙ?

Уҡытыусының йүнәлешле һорауҙары менән уҡыусылар һүҙҙәрҙе яһалыштары буйынса, нимә?, ниндәй?, ни эшләй? һорауҙарына ярашлы төркөмдәргә бүләләр. Был – дәрестең яңы темаға инер өсөн эшләнгән асҡыс – “күпере”. (момент логической связки). Үҙҙәренең күҙәтеүҙәре тураһында һөйләү инде – коммуникативлыҡ компетенцияһын үҫтереү өсөн эшләй. Тәүге дәрестә үк һүҙьяһалыштың төҙөк системаһын терәк – һыҙма ярҙамында биреп, һүҙҙәрҙең яһалыу принцибы морфемаларға бәйле икәнлеге билдәләнә. Был яңылыҡ артабан күнекмәләр эшләү барышында нығытыла, һүҙҙең орфографик нормалары күҙәтелә. Был эштең уңышы өсөн һыҙманы тәүҙә таҡтала бергәләп төҙөү, аҙаҡ, система рәүешен алғас, таблицанан, йә интерактив таҡтанан күрһәтеп, 1-2 көнгә “Бөгөн дәрестә” таҡтаһына таблица итеп элеп ҡуйыу ҙа уҡыусыларҙың теманы үҙләштереүенә булышлыҡ итәсәк.

Уҡыусылар түбән кластарҙан һүҙҙең тамыры, нигеҙе, ялғауы төшөнсәләре менән таныш. Тап ошо белемдәренә таянып эшләү, берҙән, еңелдән-ауырға, таныш нәмәләрҙән таныш түгеленә күсәгилешлек принцибына ярашлы алып барыла, икенсенән тиҙ уйлаусы уҡыусылар өсөн дидактик карточкалар менән эш биреү, аҙаҡ уларҙы һөйләтеп тикшереү ҙә коммуникативлыҡҡа аҙым булып торасаҡ.

Таштар ташлыҡ Ташбүкән

Тау – таш

Һүҙҙәренә мәғәнә буйынса, артабан яһалыштары буйынса ҡылыҡһырлама бирҙертеп, уларҙың уртаҡ тамырын таптырыу эше, ғәҙәттә бик йәнле бара.

Таш + тар таш + лыҡ Таш + бүкән

Тау х таш

Һыҙмалағы күренештән ялғауҙарҙың мәғәнәһе, ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары дәрестең теоретик нигеҙен тәшкил итә. Был һыҙманың башҡа һүҙҙәр өсөн дә уртаҡ икәнлеге билдәләнеп, ошондай дөйөм һыҙма тәҡдим ителә:

Һүҙьяһалыш

Тамыр һүҙҙәр Яһалма һүҙҙәр Ҡушма һүҙҙәр

Терәк – һыҙма буйынса күнекмәләр ваҡытында һәр баланан һөйләтеү, тамыр, нигеҙ, ялғау төрҙәрен танырға өйрәтеү уҡыусының компетентлығын арттыра, орфографик нормаларҙы күҙәтеү аша белемдәрен нығыта.

Артабанғы дәрестәрҙә “һүҙ төркөмө” бүлеген башлағас та, был һыҙма буйынса күнекмәне ҡабатлау, теге йәки был һүҙ төркөмөнөң яһалыу юлдарында ошо системалы алынған белемдәрҙе ҡулланыу балаларҙың орфоэпик тойомлауын арттырасаҡ.

“Һүҙьяһалыш” бүлеге буйынса бирелгән күнекмәләр ғәмәләдә уҡыусының ана шул орфографик тойомлауын тәрәнәйтеүгә йүнәлтелгән. Тамырҙаш һүҙҙәр, һүҙҙең нигеҙен билдәләү, ялғауҙарҙың төрҙәре һәм дөрөҫ яҙылышы, ҡушма һүҙҙәрһең яһалыу юлдары һәм дөрөҫ яҙылышы, рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙар ҡушылғанда килеп тыуған грамматик үҙгәрештәр буйынса күнекмәләр күпселек осраҡта “класс - уҡытыусы”, “уҡыусы - уҡытыусы”, “уҡыусы – төркөм”, “төркөм – төркөм”һ.б. ситуацияларҙа диалог, хеҙмәттәшлек аша алып барыла. Бирелгән күнегеүҙәрҙе коммуникатив компетенциялар йүнәлешендә үтәү дәрестәрҙе йәнле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, күнегеүҙә бирелгән һүҙҙәрҙе микротөркөмдәрҙә тикшереү, аҙаҡ таҡтала яҡлатыу экранда бирелгән терәк-йүнәлеш аша алып барыла:

  1. һүҙҙең мәғәнәһен аңлат, һорау ҡуй;

  2. ҡалын, нәҙек нигеҙен билдәлә;

  3. тамырын, нигеҙен, ялғауын билдәлә;

  4. яһалышы яғынан ниндәй һүҙ? Һыҙмаһы?.

Бында бергәләп эшләү ярыш сәме уята, белемдәрҙе күрһәтеү мөмкинлеге бирелә, үҙ-ара һөйләшеү, анализ яһау эште дөрөҫ үтәүгә алып килә. Ә төркөмдөң иң көслө уҡыусыһы был тикшерелгән һүҙҙәргә ҡылыҡһырлама бирә, кемдер улар менән һөйләм төҙөй, тимәк, коммуникативлыҡ йүнәлеше эшкә егелә.

Күнегеү текстарынан тамырҙаш һүҙҙәрҙе, ҡушма, яһалма һүҙҙәрҙе таптырыу эше лә коммуникативлыҡ үҫтереү өсөн ҡулайлы. Шунда уҡ һүҙҙең дөрөҫ яҙылышы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынып, текст уҡығанда тасуирилыҡ өҫтөндә эшләп алыу ҙа дәрестең тулылығын, телмәр мәҙәниәте буйынса белемде тәьмин итәсәк.

Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышын тикшереүҙе вариантап бирелгән эштәр менән нығытырға мөмкин. Варианттар бирелгән һүҙҙәрҙе үҙ аллы тикшерәләр, артабан һәр варианттан уҡыусылар үҙ эштәренә комментарий бирәләр, яҡлайҙар. Шунда уҡ терәк – ҡағиҙә әйтелә, дәреслектән уҡытыла. Был эште артабан белемдәрҙе тикшереү моментында ла ҡулланырға мөмкин, вариантлы тестар эшләтеп, асҡыс ярҙамында үҙ-ара тикшереү ойошторорға мөмкин. Был эш, берҙән, уҡыусының яҙма телмәренә грамоталылыҡ алып килә, икенсенән, ике тел бәйләнешендә килеп тыуған үҙгәрештәрҙе белеү - компетенциялылыҡ билдәһе, телмәр мәҙәниәтен үҫтереүҙә бер алым. Сөнки тәжрибә шуны күрһәтә: диктанттар вағытында тап шул һүҙҙәрҙең яҙылышында хаталар китә.

Артабан “Морфологияның” һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү бүлеген башлау өсөн бүленгән ике сәғәтте һүҙ төркөмдәре буйынса төшөнсә биреү, уларҙың үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр төркөмдәренә бүленеүе күрһәтелә, дөйөм морфематик мотивация булдырыла. Уларҙа киләһе ҙур темалы дәрестәргә күпер эшләнә, уҡыусыларҙы әүҙемләштереүгә йүнәлеш алына.

Интерактив таҡтала тел фәне системаһын сағылдырған баҫҡыстарҙан(3.1 бүлеген ҡара) шаян смайлдың уҡытыусының һөйләүе барышында баҫҡыстан –баҫҡысҡа “һикереп”, тәүҙә өн-хәреф, унан лексика, унан һүҙьяһалыш, ә унан һүҙ төркөмө баҫҡысына күтәрелеүен күҙәтеү йәнлелек тыуҙыра.

  1. Бына беҙ смайл менән бергә һүҙҙәр донъяһына күтәрелдек.Ҡайнап торған һүҙҙәрҙе нисек төркөмләргә?

Уҡыусыларға төрлө предметтар булған һүрәттәр, һүҙҙәр төркөмө тәҡдим итеп, уларҙың төркөмләүе күҙәтелә. Уҡыусылар предметтарҙы төҫөнә, билдәләренә, ҡулланылышына ҡарап төркөмләйҙәр, үҙҙәре миҫалдар килтерәләр. Бындай эш коммуникативлыҡҡа юл аса.

Уҡытыусы был төркөмдәр араһында үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре барлығын әйтә - был морфологияның предмет буйынса яңылығы. Уларҙы айырып күрһәтеү бәйләнешле телмәр миҫалы, хаталы һөйләм миҫалы, текстан һорау биреп булмаған һүҙҙәрҙе табыу кеүек эштәрҙе тормошҡа ашырып башҡарыла. Бөтә был эштәр йәнле һөйләшеү, хеҙмәттәшлек итеү аша алып барыла. Һөҙөмтәлә ошондай һыҙма - терәк хасил була:

Һүҙ төркөмдәре

Үҙ аллы ярҙамсы

И сем теркәүес

Сифат бәйләүес

һ ан киҫәксә

лмаш мәнәсәбәт һүҙ

ҡылым ымлыҡ

рәүеш

Артабан был һыҙма һәр дәрестә иҫкә төшөрөлөп, һөйләтелеп, һүҙ төркөмдәренең һәр ҡайһыһын өйрәнеү барышында ҡабатланһа, уның дөйөм системала урыны билдәләнеп, теманы аңлау еңелләштерелә. Телмәрҙә төп фекерҙе үҙ аллы һүҙҙәр йөрөтһә лә, ярҙамсы һүҙҙәрһеҙ улар тулы мәғәнәне бирә алмайҙар, тигән фекер тулыһынса коммуникативлыҡ үҫтереүгә ҡоролған күнекмәләрҙе күҙ уңында тота: Бирелгән текстың стиль хатаһын билдәләү, һөйләмде тулыландырыу, мәғнәүи киҫәктәргә айырыу аша ярҙамсы һүҙҙәрҙең үҙе бәйләнеп килгән һүҙ менән йөрөүен, уларҙың үҙ аллы һөйләм киҫәге була алмауҙарын күҙәтеү күнкмәләре был һүҙ төркөмдәренең икеһенә лә берҙәй иғтибарлы ҡарауға ла алып килә. Ә был бик мөһим, сөнки, мәктәп практикаһында үҙ аллы һүҙ төркөмдәренә яҡшы ҡылыҡһырлама биргән осраҡта ла ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен бутау, уларҙы айырмау, танымау күренештәре осрай.

Шулай уҡ был темаларҙы өйрәнеү бәйләнешле телмәр, диалог, һөйләшеү аша алып барылһа, уларҙы аңлау күпкә еңелләшә. Сөнки һүҙ, үрҙә билдәләп кителгәнсә, ҡатып ҡалған күренеш түгел, ул тап һөйләшеүҙә үҙенең төп сифатын күрһәтә ала(момент речи) : үҙгәрә, башҡа һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә, ярҙамсы һүҙҙәр һорай. һ.б. Ә был үҙ нәүбәтендә уҡыусыларҙың һөйләү эшмәкәрлегенән – коммуникатив аралашыу күнекмәләренән күренәсәк. Алынған һөҙөмтә - төҙөк аңлайышлы һөйләмдәр, тел күренешен аңлата белеү, комментарий аша уның үҙенсәлектәрен билдәләү. ә белемдәрҙе нығытыу өсөн тестар, текст буйынса һайлау, төркөмләү кеүек эштәр биреү уҡыусының индивидуаль үҫешен, компетентлығын тәьмин итәсәк.

Һүҙ төркөмдәре буйынса алып барылған башҡа дәрестәр темаларына инеү өсөн ошондай күпер бик уңайлы. Һәр һүҙ төркөмөн башлар алдынан дөйөм системалылыҡты күҙ алдына килтереү, уның эсендә тап бөгөн иғлан ителгән теманың урынын билдәләү моменты ла коммуникативлыҡ компетенцияһына һәм дөйөм тел фәненең тармаҡтарын аңлы ҡабул итеүгә бәйләнгән. Үтелгән материалдарҙы ныҡлы үҙләштергән бала ҡыйыу итеп системаны һөйләп сыға ала, ә уҡытыусыға уны бөгөнгө материал менән тултырырға, яңылыҡө өҫтәргә генә ҡала.

Ғөмүмән, “Морфология” бүлеген коллектив рәүештә төҙөлгән һыҙмалар аша аңлатыу отошло тип ҡарайбыҙ. Бында, беренсенән, теоретик материалдың дөйөм картинаһы күҙ алдына баҫтырыла, икенсенән һыҙма эшләү барышында тыуҙырылған проблемалылыҡты бергәләп сисеү, һыҙманы башлыса уҡыусыларҙың үҙҙәренән эшләтеү, һүҙ төркөмөнөң айырым билдәләрен, үҙенсәлеген дә күҙалларға, улар тураһында һөйләтеп эшләтеү коммуникативлыҡҡа ла алып килә. Бында уҡыусының өйрәнелә торған тема буйынса теоретик материалды үҙе аңлағанса һөйләүе, миҫалдар килтерә алыуы үҙе үк логик фекерләүҙең бәйләнешле телмәр ағышын тыуҙырыуын күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ошондай эш барышында уҡытыусының йәки кластағы уҡыусыларҙың үтелеп ятҡан тема буйынса һорауҙары, уларға яуаптар биреү, диалог төҙөү уҡыусыларҙың тел ҡеүәһен билдәләй. Бында яңы теманы нығытыу моментында йүнәлешле һорауҙар бирешеү юлы ла һөҙөмтәне күтәреү, компетентлыҡты үҫтереү мөмкинлеген тыуҙыра.

Шулай итеп, һәр тема буйынса ошондай эштәр бирелеп, коммуникативлыҡты метапредметлыҡҡа бәйләү ҙә яңы талаптар нигеҙенә яуап бирә.

Айырым темаларға ярашлы дәрестәрҙе лә дөйөм мотивация тыуҙырып, “Морфологияның” дөйөм терәк – һыҙмаһында күрһәтеү, унан сығып, бөгөнгө темаға ярашлы алгоритм төҙөтөү эше менән бәйләү ситемалылыҡҡа алып киләсәк. Бында теге йәки был һүҙ төркөмөнөң үҙгәреше, грамматик категориялары, башҡа һүҙ төркөмдәре менән бәйләнеш мөнәсәбәттәре бәйләнешле телмәр эшмәкәрлегендә алып барыла. Тап ошо моменты коммуникативлыҡ компетенцияһының кимәлен билдәләй. Темаға, һыҙымға ярашлы миҫал килтереү, һүҙ менән башҡа һүҙ араһында бәйләнеш булдырыу , һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү, теге йәки был темаға текст төҙөү эшен йәнләндерә. Уҡыусының үҙ белемен ижадилыҡ һәләте менән үреүе – был дәрестәрҙән алынырға тейешле төп компетентлыҡ һөҙөмтәһе булып сыға.

Шулай итеп, һүҙ төркөмдәрен өйрәнгәндә дөйөм коммуникативлыҡ компетентлығын үҫтереү моменттары һыҙатлана һәм улар бөтә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү өсөн дә уртаҡ сифатҡа эйә, телмәр мәҙәниәтен үҫтергәндә был эш төрҙәрен темаға ярашлы төрләндереп биреү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ:

  1. яңы теманы үтелгән материал менән бәйләү моментында төп ҡағиҙәгә таянып һөйләү; (уҡыусы – уҡытыусы диалогы).

  2. өй эшенең үтәлешен, дидактик каточкалар менән эштәрҙе тикшереү барышында тыуҙырылған бәйләнешле телмәр; (уҡыусы – класс – уҡытыусы)

  3. эш үтәлешендә хаталарҙы күреү, төҙәтеү, яуапты тулыландырыу;(индивидуаль характерҙа)

  4. теманы аңлатыу, нығытыу, тикшереү этаптарында партала парлап, төркөмләп, вариантлап эшләү барышында әүҙем аралашыу; (АСО, төркөмдәр, варианттар)

  5. - тема буйынса нығытыу күнекмәлдәре ваҡытында ижади характерҙағы эштәр, текст өҫтөндә эҙләнеү, уның төп фекерен билдәләү, һайлап тикшереү, һүҙҙе анализлау процесында тыуҙырылған бәйләнешле телмәр; (уҡыусы – класс - уҡытыусы)

  6. тема буйынса класта һыҙмалар эшләтеү, алгоритм, тест төҙөү, уға комментарий биреү, бирелгән һыҙмалар нигеҙендә дәреслектәге ҡағиҙәләр араһындағы уртаҡлыҡты һөйләтеү; (уҡыусы – класс – уҡытыусы диалогы)

  7. тема буйынса йомғаҡлау дәрестәрендә монологик телмәр, картина буйынса һөйләтеү, эске телмәр үҫешенә миниатюр яҙма эштәр, тексҡа план төҙөү, уның буйынса һөйләтеү, һорау – яуап уйыны, ҡылыҡһырлама биреү, бирелгән темаларға диалог төҙөү, мәҡәл-әйтемдәрҙең эсендә таяныс һүҙҙе табыу, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу, инша-фекерләү, һүрәтләмә яҙҙырыу;

( класс – уҡытыусы)

  1. бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәрестәрендә морфологияның телмәрҙең иң төп берәмеге һүҙ менән эш итеүен, уның үҙгәреү үҙенсәлеген билдәләү эштәре алына, тик йәнле телмәрҙә генә уның шундай йәшәү рәүеше билдәләнә. Бының өсөн һүҙгә тулы морфологик анализ, уның лексик – семантик мәғәнәһе, синтаксик мөмкинлектәре һөйләп бирелә, миҫалдар килтерелә, тест, текст өҫтөндә эштәр менән һөҙөмтәгә ирешеү юлдарын киңәйтеү; ( уҡытыусы –класс)

  2. Һүҙ байлығына эйә булған төркөмдәр араһында “Маһир теллеләр” уйыны, ШТК бәйгеләре ойошторорға мөмкин. Улар барышында коммуникатив компетентлыҡ тулы көс менән эшләй.

“Грамматика” фәненең иң ҡатмарлы бүлеге ул – “Морфология”. Сөнки “ул теледң гамматик төҙөлөшөн тәшкил итеүсе грамматик формаларҙы, грамматик мәғәнәләрҙе, грамматик мәғәнәләрҙе, грамматик категорияларҙы тикшерә, уларҙың тәбиғәтен һәм үҙенсәлектәрен билдәләй”. (В.З.Толомбаев. Һүҙ төкөмдәренең формалашыуын билдәләү. //Б.У. №2, 2010, 24 –се бит). Күренеүенсә, тап тел фәненең нигеҙендә ятҡан бөтә был күренештәр “һөйләп тороу” (М.Х.Әхмәров, шунда уҡ) процесын көйләүсе иң төп быуын(звено) булып сыға. Тел яҫылығында өйрәнелеүсе аглютинатив тел булараҡ, башҡорт әҙәби теленең “Морфологияһын” лингвистик нигеҙе яғынан, йәки фәнни нигеҙен асыҡлау яғынан өйрәнеү мөһим. Сөнки башҡорт теленең башҡа телдәр менән ҡатнашыу һәләте, уның аглютинатив характерына ныҡ бәйләнгән. Бигерәк тә рус теленең флектив(ялғау) үҙенсәлеген үҙ ҡағиҙәләренә, законлыҡтарына “бороу” процесында күп үҙгәрештәр кисергән һүҙҙәрҙең башҡорт телендә күплеге эште ауырлаштыра. Дөйөм тел ҡағиҙәләренән тыш күп һанлы иҫкәртмәләр менән ҡатмарландырылған тел өйрәнеү ҡағиҙәләрен уҡыусыларға ҡабул итеү, теоретик фән нигеҙе булараҡ хәтерҙә ҡалдырыуы ауырға төшә. Теге йәки был осраҡта бер һүҙҙең һөйләмдең хәбре, хәле, ә иекнсе осраҡта аныҡлаусыһы булыуын аңлау өсөн уҡыусы “Морфологияның” фәнни- лингвистик нигеҙҙәрен системалы өйрәнергә кәрәклеген аңлай аласаҡ. “Балаға телдең системалы структур күренеш булыуын, йәғни тел берәмектәре тик контекст эсендә һәм функциональ планда ҡаралырға тейеш” икәнлекте төшөндөрөү уҡытыусының да морфология буйынса лингвистик компетентлығына бәйләнгән. (шунда уҡ, Толомбаев В.З.) Был фекер үҙе үк өйрәнелә торған һүҙ төркөмөнөң семантик, мофологик һәм синтаксик принциптарҙан сығып өйрәнелергә тейешлеген күрһәтә. “Был принциптар һүҙ төркөмдәрен бер-береһенән айырыуҙа төп критерий булып тора.” (шунда уҡ, Толомбаев В.З.) Бьыл фекерҙе тел ғалимы М.В.Зәйнуллин да раҫлай:

“һүҙ төркөмдәре тип бер-береһенән мәғәнә йөкмәткеләре, формалары һәм синтаксик функциялары менән айырылып торған лексик-грамматик төркөмдәр атала” (М.В.Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. Өфө, 2002, 8 –се бит). Тимәк, телдең фәнни нигеҙен өйрәнә башлау ҙа башҡорт әҙәби теленең донъя телдәре араһында үҙенең аффикстар ярҙамында бер туҡтауһыҙ үҙгәреап тороусы тел булыуын күрһәтеүҙән башланырға тейешле. Бында сағыштырыу өсөн уҡыусылар белгән өс телде алырға мөмкин. Интерактив таҡтала был телдәрҙең донъя телдәре араһында төрлө- төрлө типтағы телдәр икәнлеге асыҡ күрһәтелә (донъя телдәре картаһы). Шунда уҡ өс теледең төп характерын сағылдырырлыҡ миҫалдар килтертеү отошло буласаҡ:

Хорошая девочка яҡшы ҡыҙ A gaad girl

“Хорошо” һүҙе “девочка” һүҙе менән яраҡлашыу өсөн флектив үҙгәреш кисерә , ә беҙҙең телдә - үҙгәрешһеҙ ҡала, ләкин был һүҙ икенсе осраҡта башҡа һүҙ төркөмөнә күсә. Инглиз телендә иһә был ике һүҙ ҙә тамыр һүҙҙәр булараҡ, мәғәнә буйынса берләшә алалар. Ошондай тел үҙенсәлектәрен күрһәткәндән һуң, башҡорт әҙәби теленең “морфология” бүлеген төплө өйрәнеү мөһимлеге төшөндөрөлә. Бында “башҡорт телендә һүҙ төркөмдәренең бер – береһенә ваҡытлыса һәм бөтөнләйгә күсеүе йәки конверсия күренеше киң таралған” булыуы әйтелә. (шунда уҡ. М.Зәйнуллин). Ә был хәл үҙ нәүбәтендә һәр һүҙ төркөмөнә лә иғтибарлы булыуҙы талап итә.

Ошондай ҡатмарлы теоретик белемдәрҙе яңы талаптар нигеҙендә универсаль уҡытыу формалаштырыу йүнәлешендә биреү өсөн уҡытыусының бер нисә проблеманы күҙ уңында тотоуы мөһим:

  1. кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү һәм система эсендә айырып күрһәтеү;

  1. маҡсатҡа ярашлы булған мәғнәүи текст һайлау;

  2. уҡыусыға төп һәм ярҙамсы мәғлүмәтте айырырға өйрәтеү;

  3. бирелгән текстың художестволы, публицистик, фәнни характерын күҙ алларға өйрәтеү;

  4. төрлө жанрҙарҙа текст төҙөтөү оҫталығы тәрбиәләү;

  5. бәйләнешле телмәр барышында төрлө һөйләм моделдәре аша тейешле һүҙҙең үҙгәреү процесын күҙәтеү;

  6. алынған белемдәрҙең структур йүнәлешен билдәләү;

  7. тел проблемаларын эффектлы хәл итеү юлдарын эҙләү;

  8. рефлексия һәм эш төрҙәрен баһалауҙа хеҙмәттәшлек ҡулланыу;

(С.С.Пичугин. К вопросу о формировании и развитии универсальных учедңбных действий. // Б.У. №1, 2011, 37-се бит).

Ошо талаптарҙан сығып ойошторолған морфология буйынса дәрестә уҡыусының белем алырға өйрәнеү (умение учиться) һәм тел материалын теоретик – лингвистик нигеҙҙә ҡабул итеү компетентлығын үҫтереү бурыстары ҡуйыла. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн, теоретик – предмет материалының ҙурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып китеү мөһим, яңы талаптарға ярашлы рәүештә , уларҙы эреләтелгән блок системаһы эсендә күрһәтеүяңы теманы уҡыусыға аңлайышлы биреүгә юл буласаҡ. Беренсенән, бығаса ҙур параграфтар менән бирелгән теоретик материалды маҡсатҡа ярашлы фокуслауғ а мөмкинлек асыла, ә төп фәнни нигеҙен белем алыуға өйрәнеү аша башҡарырға мөмкинлек бирә. Уҡыусы үҙенең белеменә таянып, яңылыҡты тотоп алыу эшмәкәрлеген тейешле йүнәлешкә бороп ебәрә алыуға ирешә, уның регулятив һәләтен үҫтерә. Әлбиттә, был эште ойоштороу өсөн дә теге йәки был тема блоклы системаға һалынған эш алымы, алгоритм менән бирергә кәрәк. 6 класс дәреслеге ошондай йүнәлешле тәүге дәреслек булды ла инде. Бында төҙөлгән терәк - һыҙмалар һәр бер һүҙ төркөмөнән һуң бирелгән һәм алгоритм- һорауҙар теманың тел –лингвистик йүнәлешен тотоп алырға мөмкинселек бирәләр. Методикалағы яңы талаптар нигеҙендә яңы теоретик материалды биргәндә дөйөм грамоталылыҡ компетенцияларын үҫтереүгә йүнәлеш алына. Тап шул ваҡытта әлеге терәк –һыҙма, йә алгоритм дөйөм мотивация тыуҙырыу өсөн тәүге дәрестәрҙә үк бирелеп, уҡыусының күҙе алдында, бергәләп тыуҙырылһа, тел картинаһында урынын күрһәтеү эше отошлораҡ булыр тигән фекергә киләбеҙ. Сөнки терәк-һыҙмалағы билдә, тамғаларҙы, ҡыҫҡартыуҙарҙы уҡыусы инде белә, уларҙы ҡулланып, теге йәки был һүҙ төркөмөнә терәк-һыҙма йә алгоритм-йүнәлеш төҙөү уҡытыусының яңылыҡты хәбәр итеүе менән бергә алып барыла һәм һөҙөмтәлә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа логик фекекрләүҙе һәм тамға- символды берләштереүсе һәм уға ярашлы үҙ алдына ҡуйылған мәсьәләне, уны хәл итеү юлын күҙ алдына баҫтыра алған уҡыусының танып –белеү эшмәкәрлеге һалына(С.С.Пичугин,шунда уҡ, 38б.). Мәҫәлән, 5 класс уҡыусыһы алдына “Исем” һүҙ төркөмө буйынса һүҙ тикшереү эшен бирерҙән алда, тәүге дәрестәрҙә үҙ алдына түбән кластарҙа уҡ билдәле зат, һан, килеш менән үҙгәреше, “Һүҙьяһалыш” темаһына бәйле яһалыш формаларын сағылдырған эҙләнеү эше бирелә. Уҡыусыларҙың алдан алған белемдәренә таяныу, киләсәк дәрестәрҙең ҙур темаһын иғлан итеү, уға мотивация тыуҙырыу моментынан һуң, уҡыусыларға бөтәһе өсөн дә аңлайышлы, ҡулланыуға уңайлы, һүҙ төркөмөнөң бөтә аспекттарын да күҙ уңында тотҡан универсаль проект төҙөргә кәңәш ителә. Уның һыҙма йә алгоритм рәшешендә буласағын билдәләп, уҡыусы алдына проблемалы һорау ҡуйыу юлы менән һүҙ төркөмөнөң тел яһалышындағы үҙенселектәре билдәләнә, грамматик категориялары һалына.

Нимә? 1n Исем кем?1n

Уртаҡлыҡ 6К Яңғыҙлыҡ + атамалар

Хәбәрлек Заты Эйәлек

+ , + , +

Ошонда уҡ уйланыуға ҡоролған алгоритм биреү ҙә маҡсатҡа йүнәлешле буласаҡ. Алгоритм дөйөм үҙенсөлектәрҙе генә күрһәтеүҙе күҙ уңында тотмай, бында уҡыусының яуап- моделен төҙөй белеүе, уны белеменә таянышлы үҙгәртеүе, башҡа һүҙ төркөмдөре менән бәйләүе ҡарала:

  1. Һөйләм эсенән кем?нимә? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәрҙе эҙләп тап.

  1. Уның мәғәнәүи-лексик бәйләнешен күҙәт.

  2. Яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ төшөнсәһенә тап килеүен айыр.

  3. Үҙеңә таныш грамматик категорияларын билдәлә: һан, зат, килеш, хәбәрлек.

  4. Был категорияларҙың күрһәткесе булған ялғауҙарҙы билдәлә.

  5. Һүҙҙең тамырын, нигеҙен билдәлә.

  6. Яһалышындағы үҙенсәлектәрен билдәлә.

Был алгоритмға яуап биреү өсөн уҡыуслар текст өҫтөндә эшләйҙәр, ә таблица-һыҙма ҡаршыларында торһа, уҡыусы алгоритмды тағы ла тиҙерәк башҡара аласаҡ. Ошондай эш аша тексҡа күҙәтеүҙәр яһағандан һуң, “Исем” дәрҙең уртаҡ теоретик нигеҙҙәре әйтелеп, дәреслек ярҙамында нығытыу эше эшләнә, уның һөйләмдә генә түгел, ә текст эсендә үк үҙәк фекерҙе тотоусы һүҙ төркөмө икәнлеге асыҡлана, уларҙы таптырыу эше йәнле бар. Мәҫәлән: ҡар, ҡыш, буран, урман, ағас, йәнлек, өң һүҙҙәре генә лә текстың ҡышҡы урманда йәшәгән йәнлектәр тураһында барыуын аңлата. Бында исемдең бөтә һүҙ төркөмдәре араһында иң көслө доминанты әйтелеп, һөйләм эсендә лә төп мәғәнәне йөрөткән эйә булыуын миҫалдарҙа күрһәтеү дөйөм “Исем” темаһы буйынса компетентлыҡҡа алып киләсәк. Ошо рәүешле һәр һүҙ төркөмө өсөн ҡулланыуға уңайлы уҡыу –уҡытыу һәм методик комплекстары (УМК) әҙерләнһә, уҡытыусыға уҡыусыларҙы әүҙемләштереү, ижади эҙләнергә әйҙәү, һәр бер уҡыусының һүҙенә иғтибарлы булып, ыңғай эшкә йүнәлтеү, хеҙмәттәшлек итеү еңелләшәсәк. Бында уҡыусы шәхесен һәм уның телмәр мәҙәниәтен метапредметлыҡ йүнәлешенә, күп яҡлы лингвистик, культурологик компетенцияларын үҫтереүгә йүнәлтеү бөгнгө белем алыу талаптарына ла ярашлы буласаҡ.

Уҡыу – уҡытыуҙың айырылғыһыҙ йүнәлешле өс принцибы – белем биреү, үҫтереү һәм тәрбиәләү- тел ғилемен уҡытыуҙа методологик принциптарҙы берләштереп, оҙаҡ йылдар педагогиканың төп ҡануны булып йәшәне. Ләкин һуңғы йылдар, кешелек йәмғиәтенең тиҙ үҙгәреү, үҫеү осоро, кешеләр аңында бығаса йәшәп килгән рухи ҡиммәтттәр менән ваҡыт-ваҡыт иҫәпләшеп тормай, башҡа ҡиммәттәрҙе алға ҡуя. Ә был хәл үҙ нәүбәтендә иң тәүҙә иң нескә, нәфис ҡылдарҙы өҙөп ташлай. Билдәле булыуынса, улар беҙҙең туған телебеҙ, моңобоҙ, тыуған ергә булған һөйөүебеҙ. Был рухи ҡиммәттәр бығаса ата – бабаларҙан ҡалған йола буйынса ҙур иерархиялы ғаилә эсендә, ауыл –диалект мөхитендә һаҡлана, тамырҙары ҡоромай йәшәй ала ине. Ләкин һуңғы йылдарҙа ил эсендә, тышында барған тетрәнеүҙәр ғаилә нигеҙҙәрен дә ҡаҡшатты, һәм был ҡиммәтте һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге тарайҙы. Шундай шарттарҙа уҡыу – уҡытыу процесына кардиналь үҙгәрештәр индереү генә яңы быуын өсөн рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап алып ҡалырға мөмкинселек бирәсәк. Был йәһәттән уҡыу –уҡытыуҙа универсаль эшмәкәрлек формалаштырыу идеяһы милләт телен, уның туған телен белгән шәхесен һаҡлап алып ҡалыу, үҫтереү һәм ябай булмаған был заманда үҙ урынын таба белергә өйрәтеү йүнәлеше –күптән көтөп алған нәмә. Сөнки бында үҙәккә шәхес тәрбәләү проблемаһы ҡуйыла: “Төп концептуаль идея ике теллелек шарттарында үҫкән шәхестең бөтә компетенцияларға ла, шул иҫәптән шәхестең социумда төп рухи ҡиммәттәрҙе, эшмәкәрлек мотивын, телмәр мәҙәниәтен, мәнәсәбәттәр стилен, дөйөм культураһын, үҙенең шәхси үҫеш мөмкинлектәрен дә үҫтерерлек коммуникатив һәм лингвокультурологик йүнәлештәре менән дә билдәләнә”. (Р.Г.Давлетбаева. Коммуникативная компетенция в формировании двуязычной личности. //Б.У.№2 , 2011. 41 с.)

Ошо фекерҙән сығып, яңыса уҡытыу буйынса эш программалары һәр предмет өсөн быйыл практик уҡытыусылар тарафынан эшләнде. Үҙәккә тел ғилемен уҡытыу барышында төп өс компетентлыҡ йүнәлешен тәрбиәләү һәм үҫтереү бурысы ҡуйылды. Тел дәрестәрендә лә предмет буйынса белемде тормошсан итеп аңлатыу идеяһы индерелде һәм алғы планға тәрбәле, бөтә яҡтан компетентлы шәхес үҫтереп сығарыу идеяһы ҡуйылды. Бындай шарттарҙы тормошҡа ашырыу эшен “Морфология” уҡытыу барышында ла ойоштороу отошло буласаҡ. Сөнки дәреслектә, диктанттар, изложениелар йыйынтығында, дидактик материалдарҙа бирелгән күнекмәләр тел һәм мәҙәниәт уртаҡлығын, уларҙың бер –береһен тултыра килеүен күҙ уңында тотоп эшләнгән, тик улар өҫтөндә эште хәҙер инде киңерәк йәйелдереп, “стилистик аспектта, телдең үҫеш ихтыяжынан сығып” (Д.С.Тикеев) алып барырға кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт әҙәби телен уҡытыу программалары күптән йәшәп килгән, ләкин үҙенә яңыса ҡарауҙы талап иткән телмәр мәҙәниәтен төплө итеп, уҡытыу предметына бәйле алып барыуҙы күҙ уңында тота. Ысынлап та, туған телендә грамоталы һөйләшә алмаған, халҡының мәҙәни мөхитен белмәгән баланы тел ҡағиҙәләренә өйрәтеүҙән ни файҙа? Тәүҙә уны туған тел мөхитенә индереп, телдең лингвокультурологик нигеҙҙәре менән таныштырмай, моңон, көйөн ишеттермәй, бейүҙәрен күрһәтмәй, мәҡәл -әйтемдәре, әкиәт-риүәйәттәре, батырҙары менән һоҡландырмай тороп, маҡсатҡа йүнәлешле эш сыҡмаясаҡ. Шуға урта звенола “Морфология” уҡытыу барышында ошондай киң мотивация ҡуйыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ: “Уҡытыу программалары үҙ алына шундай мәсьәләләр һәм уларҙың сиселеш алымдарын ҡуйырға тейеш: улар уҡыусыларҙы юғары мотивацияға алып килеп, ҡыҙыҡһыныу, был предмет аша универсаль уҡытыу алымдарын формалаштырыу, системалы белем алыу һәм компетентлыҡ формалаштырыуға килергә тейештәр.” (С.Ф.Шарафутдинова. ФГОС: от теоретических вопросов к практической реализации. // Б.У. №12, 2011, 12 б.)

Тимәк, морфология буйынса белемдәр биреү барышында беҙ милли үҙаң, тыуған ер, моң төшөнсәһенә туҡталып ҡына китмәйбеҙ, уны үҫтереү йүнәлешендәге практик күнекмәләрҙе лә үтәргә, уҡыусының киләсәк тормошона файҙалы булырлыҡ итеп үҙләштерергә тейешбеҙ.

Шулай итеп, лингвокультурологик аспекттарҙың тел фәне менән бәйле моменттарына туҡталып, конкретлаштырып китәйек.

  1. тел тарихы, һүҙҙең этимологик тамыры;

  1. тел шәжәрәһендә теге йәки был һүҙҙәр яҙмышы;

  2. төрлө атамаларҙың тыуған ер, ер өҫтө, хайуандар донъяһы менән бәйләнәше;

  3. халыҡ йолалары, байрамдары, традициялары, ер тарихының телдә сағылыш табыуы;

  4. халыҡтың ауыҙ – тел ижады жанрҙары һәм тел законлыҡтары;

  5. ижади, ҡаһарман шәхестәре, ижад өлөгөләре, улар тураһында ҡылыҡһырлау, тел аша исемдәрен мәңгеләштереү;

  6. халыҡтың юморы, сатираһы, йор һүҙе, уйындары, ҡарыһүҙе, фразологизмдар байлығы, уларҙы тел предметы аша анализлау.

  7. кешеләр араһындағы аралашыу мөнәсәбәттәре, уларҙы алдағы тормош өсөн аңлы ҡабул итеү, үҙ мөнсәбәтеңде белдереү. һ.б.

Ошо йүнәлештә “Морфология ” буйынса бирелгән күнеүҙәрҙе, текстарҙы лингвокультурологик аспектта тикшереү, күҙәтеү ошондай фекрҙәргә алып килде:

  1. Бирелгән морфологик күнегеүҙәр текстары 20-се быуаттың алдынғы педагогтарының эш алымдары нигеҙендә белем биреү аша тәрбиәләү принцибына ҡоролған. Күп төрлө терәк- һыҙмаларҙы үҙ аллы “уҡып” килеү күҙ уңында тотола. Күнегеүҙәрҙең эске йөкмәткеһе, текстар билдәле бер рухи ҡиммәттәр концепты менән бәйләнешле бирелә. Шул сифаты менән был текстар яңы талаптар нигеҙенә лә ярашлы.

  2. Лингвокультурологик компетентлыҡ тәрбиәләүҙең күп яҡлы психологик – педагогик талаптары нигеҙендә күнегеүҙәрҙә уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлеге, донъяны танып –белеү һәм үҙенсә ҡабул итеү моменттары сағылыш таба. Яңылыҡҡа ынтылыш,эҙләнеү, ҡыҙыҡһыныу сифаттарын үҫтереү өсөн донъя, әйләнә-тирә тураһында фактик материалдар туплаған текстар отошло. Уларҙағы мәғлүмәттәр тураһында фекер алышыу уҡыусыларҙы ысынбарлыҡҡа, тормош фактына яҡынайта, донъяны танып – белеү эшмәкәрлегенә этәрә.

  3. Уҡыусыла хеҙмәт, әхлаҡ тәрбиәһе, яуаплылыҡ, ғәҙеллек сифаттары, толерантлыҡ, башҡа халыҡтар менән һыйышып тыныс йәшәү, ҡунаҡсыллыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәр, һүҙ һәм уның кешеләргә тәьҫир итеү көсө тураһында текстар бирелә. Текстар, ситуациялар буйынса “Мөғжизә”, “Намыҫ” , “Киләсәк ”концептын эшләтеүсе дисскуссиялар, диспут, әңгәмәләр ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

  4. Телдең әҙәбиәт, музыка, бейеү, һынлы сәнғәт менән бәйләнешен күрһәтеү өсөн бирелгән күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү практик эш – йыр , бейеү, таҡмаҡ өйрәнеү, һүрәттәр эшләү, башҡа мәҙәни өлкәләге шәхестәр тураһында кескәй рефераттар, альбодар эшләү менә бергә алып барылыу ҡарала.

  5. Телдең һүрәтләү саралары, һүҙ уйнатыу, баш ватыу, проблемалылыҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эштәр тел һәм әҙәбиәт, башҡа телдәр, фәндәр менән бәйләнешен тәрәнерәк яҡтыртыуға йүнәлтелгәндәр.

  6. Нәфис әҙәбиәт, шиғриәт, йыр өлгөләре уҡыусыларҙы матурлыҡҡа, ижадҡа мауыҡтырыу йүнәлеше бирелә. Шиғырҙар яҙҙырыу, уларҙы баҫтырыу, тасуири уҡыу бәйгеләре ойоштороу практик әһәмиәткә эйә.

  7. Ил тарихында эҙ ҡалдырған ваҡиғалар, шул ваҡиғалар эсендә халыҡ өсөн ғүмерен биргән кешеләр, йән эйәләре, батырлыҡ тураһында текстар тәрән тәрбиәүи әһмиәткә эйәләр. Мәктәп, ҡала музейына сәйәхәт, ветерандар менән осрашыуҙар ойоштороу эштәре лингвокультурологик йүнәлештәрҙә эште ойоштороуға ярҙам итәсәк.

  8. Тыуған ер төшөнсәһен атай нигеҙе, тыуған ауыл, ҡала, республика, ил күләменә күтәреүсе текстар лингвокультурологик компетентлыҡ тәрбиәләүҙе метапредметлыҡ аша алып барыуҙы күҙ уңында тота. Тыуған ер атамаларын, уларҙың легендаларын йыйыу, кескәй экскурсия, ситтән тороп карта буйынса сәйәхәттәр, ерҙең етенсе мөғжизәһе – Урал тауҙары менән ғорурланыу, һоҡланыу, уның тәбиғәтен һаҡлау буйынса практик эштәр, гәзит – журналдарға мәҡәләләр яҙыу, телдән журналдар төҙөү.

  9. БДИ ҡырҡымында кескәй тест – тикшереү күнекмәләре телгә фән күҙлегенән ҡарауға нигеҙләнгән, уҡыусыны урта звенола уҡ киләһе һынауҙарға әҙерләү, үҙ-үҙен һынап ҡарау, һығымталар сығарыу өсөн бирелгән күнегеүҙәр тиҙ уйлау, дөйөмләштереү, анализлау һәләтен үҫтереү, контроль өсөн бирелгән. Бындай тестарҙы уҡыусыларҙың үҙҙәренән эшләтеп, аҙаҡ бер –береһе менән алмашып эшләтеү практикаһы ҡыҙыҡлы.

Шунлай итеп, морфология өйрәнеүҙә лингвокультурологик компетенциялар биреү өсөн ярайһы уҡ киң мөмкинлектәр һалынған күнегеүҙәр, текстар бирелгән. Тик улар менән эшләү методикаһы яңы талаптар, тәрбиә концепты нигеҙендә, алынырға тейешле һөҙөмтәгә маҡсатлы алып барылырға тейешле. Тимәк, был күнегеүҙәр менән эште ойошторғанда уның практик көсө, балаларҙы ҡыҙыҡһындырыуы, уларҙың ирекле телмәрен асыуға йүнәлтелеүе күҙ уңында тотолорға тейешле. Мәҙәни яҡтан төрлө йүнәлешле был текстар, улар менән бирелгән күнегеүҙәр уҡыусы шәхесен яңы стандарттар талабы кимәленә күтәрергә, башҡорт әҙәби телен уҡытыу предметы ла яңы быуын программаларында, дәреслектәрендә, дөйөм белем биреү системаһында үҙ урынын алырға тейеш.

Әҙәбиәт.

1.. Шарафутдинова С.Ф. ФГОС: от теоретических вопросов к практической реализации. // Б.У. №12, 2011, 12 б.)

  1. . Пичугин С.С. К вопросу о формировании и развитии универсальных учедңбных действий. // Б.У. №1, 2011, 37-се бит).

  1. Зәйнуллин М.В.. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. Өфө, 2002, 8 –се бит

  2. Давлетбаева Р.Г. Коммуникативная компетенция в формировании двуязычной личности. //Б.У.№2 , 2011. 41 с.)

  3. Ишбулатов Н.Х. М.Х.Әхтәмов. Хәҙерге башҡорт теле. Өфө, 2002, 120 б.

    1. 11. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Өфө, 2002, 127 б.

  4. Ғәбитова З.М. Белем сифатын күтәреүҙә дифференциациялы уҡытыуҙың әһәмиәте. / Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын асыу һәм практикаға индереү. Ғилми –ғәмәли конференция материалдары йыйынтығы, Өфө, 17 май, 2006, 13 б

  5. Таһирова С.А. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре.

  6. .Выбор методики в обучении в средней школе. Под.ред. Ю. К. Бабанского.- М., 1981г., с 25.)

  7. Выступление Президента РБ Хамитова Р.З. “Динамично развивающееся образование – стабильно развивающийся регион” // Б.У., )9, 2011, 5ст.).

  8. Каримов С.Г. ФГОС: от теоретических вопросов к практической реализации (“Баш. уҡ.” № 12, 2011й., 10 б.)

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]