
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
Тел берәмеге булараҡ, һүҙ – тейешле өндәр комплексының (ҡайһы саҡта бер өндөң) билдәле бер төшөнсә менән ҡушылмаһы. Тап шул һүҙҙең, уның төркөмдәренең грамматик төҙөлөшөн “хәрәкәттә итеп күҙ алдына килтереп” өйрәнеү -” грамматик төҙөлөштө телмәр яҫылығында өйрәнеү” (М.Х.Әхмәров. Хәҙерге башҡорт теле. -Өфө, Китап, 2002, 127 –се б.) урта звенола “Морфология” бүлеге башлана. Әлбиттә, лингвистикала “Морфология” башҡа тел бүлектәре менән бергә ҙур “Грамматика” фәненең нигеҙендә ята. Тап грамматика һүҙе ике мәғәнәлә ҡулланылып, телдең был бүлеге йөрөткән үтә ҙур яуаплылыҡты ла билдәләй:
телдең грамматик төҙөлөшөн атай;
шул төҙөлөш тураһындағы фән дә грамматика тип атала. (М.Әхмәров., шунда уҡ.)
Ә “телдең грамматик төҙөлөшө конкрет телдә булған бер төркөм һүҙ формалары, грамматик мәғәнәләр һәм грамматик категорияларҙың тәбиғәте һәм үҙенсәлеге менән билдәләнә”. (М.В.Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. -Өфө, 2002, 7-се б.)
Тимәк, “Грамматика ” фәне - телдәге һүҙҙәр төркөмөн, уларҙың яһалыу юлдарын, шуларҙан яһалған һөйләм һәм артабан улар төҙөгән текстың да структур төҙөлөш системаһы. Ләкин, үрҙә билдәләп киткәнсә, был ҙур система ҡатып ҡалған тел яҫылығында ғына тикшерелмәй, ул “һөйләп тороу процесында” (М.Әхмәров, шунда уҡ) өйрәнелергә тейеш. Бөгөнгө тел уҡытыу талаптарына ярашлы, тап шул ике нәмәне методика төплө асыҡларға тейеш. Мәктәп уҡыусыһы, дөйөм алғанда, тел фәне, уның ғалимдар тарафынан эшләнгән законлыҡтары барын беләләр. Бөгөнгө мәктәп тап шул фәнде нисек, ниңә, ниндәй һөҙөмтә алыу өсөн уҡытҡанлығын аңлап, тел фәненең эске үҙгәреү мөмкинлектәрен, хәрәкәт итеү үҙенсәлектәрен бәйләнешле телмәрҙә ҡуллана белеү, грамоталылыҡты үҫтереү, ғөмүмән, тел компетенцияһы мәсьәләләрен хәл итеү маҡсаттарын ҡуйып эшләргә тейеш.
Ошо ҡатмарлы бурыс урта звеноның 6 класына тура килә. Ә был осор уҡыусы баланың донъяға ҡарашы киңәйеү, үҙе йәшәгән ерҙә үҙ-үҙенең урынын билдәләү, башҡа кешеләр менән төрлө мөнәсәбәттәргә инеү башланғысы ла. Быға тиклем ул үҙе әйткән, йә уның үҙенә әйтелген һүҙҙең ҡиммәтен (вес слова) нисектер еңел кисерһә, хәҙер инде йәш үҙенсәлегенә ярашлы, ул һәр бер һүҙҙең эске мәғәнәһе барын аңлай, уға үҙ ҡарашын белдерә: ыңғай, кире, иғтибарһыҙ. Уҡытыусы алдынды шул мөнәсәбәттең ыңғай яғын үҫтереү бурысы тора. Тимәк, уҡытыусы был дәрестәрҙә һүҙ, уның төҙөлөшө, төркөмдәре тураһында ғына һөйләмәй, ә уҡыусы менән хеҙмәттәшлектә уның эске йөкмәткеһен, мәғнәүи биҙәген, матурлығын күрһәтеүгә йүнәлеш ала. Бының менән бала күңеленең камиллығына, дөйөм компетентлыҡҡа ижадилыҡ аша, телдең нескәлектәрен, бөтөнлөгөн һаҡлау аша ирешә ала. Алынасаҡ бындай һөҙөмтәне педагог хәҙерге заман талаптарына ярашлы психологик-педагогик диагностикаға таянып эшләй ала. Л.С.Выготский, И.Ю.Левченко, В.И.Дубовский, И.Д.Левитов, М.И.Махмутов, Пидкасистый, П.Гальперин, О.Б.Мочалова З.М.Ғәбитова, М,И.Баһауетдиновалар был йүнәлештә ябай уҡытыусыға ярҙам итерлек күп хеҙмәттәр яҙҙылар. Был хаҡта, мәҫәлән, А.Б.Лойченко: “Тел күренештәре текст аша үҙләштерелергә тейеш, шул саҡта ғына өйрәнелә торған төшөнсәләр уҡыусының күҙ алдына үҙҙәренең тәбиғи телмәр ситуацияһында килеп баҫасаҡ, ә был үҙ нәүбәтендә ыңғай мотивация тыуҙырып, уны телдең структур системаһын аңлы ҡабул итеүгә алып киләсәк”- тип яҙған. (А.Б Лойченко. Работа с художественным словом как средство воспитания интереса к урокам русского языка. –М., 1999, 54 с.)
Морфологияның пердметын да уҡыусыға ошондай маҡсаттан сығып уҡытыу, уның яңы белемде ҡабул итергә (умение учиться) теләген дәрестән –дәрескә үҫтерә барыу йүнәлешендә ойоштороу – бөгөнгө көн талбы. Уҡыусының уянып килгән шәхси тойомлауын, уның фекерен, бер һүҙ менән әйткәндә, уның һүҙен тыңлау, эшлекле кәңәш алымы (сотрудничество) аша белем биреү, ваҡытында төҙөтмәләр индереү, орфографик хаталарҙы бергәләп эҙләү, уларҙы бөтөрөү юлдарын бергәләп табыу кеүек эштәр традицион педагогиканан яңы заман талаптарына күскәндә тәүҙә уҡыусы шәхесен төрлө яҡлап үҫтереү менән һуғарылырға тейеш. Сөнки А.К.Осницкий билдәләүенсә, “”тап ошо йәшәтә улар үҙ мөмкинселектәрен файҙаланыуҙа (самореализация) аңлы фекер йөрөтөү (продуктивное мышление), бөтә нәмәгә үҙ аллы ҡарашы (самостоятельный подход) тыуа”. (А.К.Осницкий. Психология самостоятельности. Методы исследования и диагностики. М., Нальчик, 1996, 126 с.) “Хатта бәләкәй генә үҙ аллы асыш та … тәрән ҡәнәғәтләнеү тыуҙыра, сөнки уҡыусы уны үҙе эшләгән”. (Г.Ш.Азнабаева. Использование системы укрупненных дидактических единиц на уроках башкирской литературы. Монография дисс. Стерлитамак, 2011, 6 с).
Билдәле булыуынса, телмәр кешеләр араһында аралашыу ихтыяжынан тыуа, ә аралашыу бер- береңә ниндәйҙер яңы фекер хәбәр итеү арҡылы бара. “Ә хәбәр итеү һүҙҙәр менән әйтелә торған төшөнсәләрҙән ойоша”. (М.Әхмәров, шунда уҡ). Уларҙы үҙ нәүбәтендә төҙөк, мәғәнәле итеп тапшырыу өсөн һөйләүсе һүҙҙәрҙе һөйләм ҡалыбына урынлаштыра: бында һүҙҙәрҙең бер-береһенә ялғаныу камиллығы был һүҙҙең ялғауҙары, эргәһендәге бәйләүестәре дөрөҫ һайланыуға ла нигеҙләнгән. Тап шулар әйтелә торған фекрҙе, һөйләмдәге хәбәрҙе аңлайышлы итә лә бит инде. Шуға психологик педагогика иң тәүҙә баланың һөйләшеү, аралашыу мөмкинлеген күҙәтә. Бында уҡыусының телмәрендә ҡулланылған һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәләре менән бер рәттән грамматик мәғәнәләре лә әһәмиәтле күрһәткес. Уҡытыусы уҡыусының һөйләү стилен, лексик һәм грамматик компетентлығын еңел билдәләй һәм артабан үҫтереү өсөн күнекмәләр, эш төрҙәре һайлай. Телмәр ситуацияһына һәм телмәрҙә ҡатнашыусыларҙың мөнәсәбәттәренә бәйле, бында һүҙ һәм уның формаһы ла фекерҙе еткереүҙә ҡатнаша, тимәк “Морфемика” баланың логик фекерләүен сағылдырыусы, уны үҫтереүсе һәм һәр ваҡыт дөрөҫләп тороусы ла булып сыға. Ә Һайланған һүҙ үҙ нәүбәтендә телмәрҙә ҡатнашыусы шәхестең грамматик, коммуникатив компетентлығына, телмәр ойошторолған темаға ярашлы культурологик компетентлығына ла бәйләнгән. Ошо фекрҙе уҡыусыларына тейешенсә аңлатыуға ирешә алған уҡытыусы “Морфологиянан” һис шикһеҙ отошло дәрестәр бирә аласаҡ.
Үҙенең тел дәресендә ултырыу, уҡыу-уҡытыу маҡсатын дөрөҫ аңлаған бала артабанғы үҫешенең ошо тел аша килгәнлеген аңлап ала һәм уның законлыҡтарын ҡабул итергә, өйрәнергә, үҙе өсөн “юғары кимәлдә дөйөмләштерелгән.. бер төркөм һүҙ формаларына хас системаны”(М.Х.Әхтәмов. Н.Х.Ишбулатов. Хәҙерге башҡорт теле., Өфө, китап, 2002, 120 б) үҙләштерергә әҙер була. Үҙҙәренең йәш үҙенсәлектәренә ярашлы, улар тыңғыһыҙ һәм уларҙың яңы теманы аңлатҡанда “ҡабул итеү мөмкинлектәре төрлөсә” булыуы эште ҡатмарлаштыра. (З.М.Ғәбитова. Белем сифатын күтәреүҙә дифференциациялы уҡытыуҙың әһәмиәте. / Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын асыу һәм практикаға индереү. Ғилми–ғәмәли конференция материалдары йыйынтығы, Өфө, 17 май, 2006, 13 б.) Был хәл, әлбиттә, артабан дифференциаль уҡытыу алымдарын ҡулланыуҙы, индивидуаль эштәрҙе төрләндереүҙе күҙ уңында тота. Яңы талаптарҙың нигеҙенә лә уҡыусы шәхесендә компетентлыҡ үҫтереү өсөн метапредметлыҡ алымдарын һайлау идеяһы һалынған. Уҡытыусыға “Морфология” буйынса дәрестәрҙе ойоштороу эшен дөйөм мотивация тыуҙырыуҙан башлау маҡсаты алға сығарыла. Тәүге дәрестәрҙә үк грамоталы булыуҙың, (тимәк, грамматика өйрәнеүҙең) киләсәк кешеһенең төп күрһәткесе икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Уҡыусыны хәҙерге замандың ҡатмарлы мәғлүмәттәр, юғары техник ҡоролош системаһына, төрлө бәйләнештәр селтәренә бәйләп, уның компетентлығына таяныу аша үҙкимәлен һәм киләсәктәге мөмкинлектәрен күрһәтергә кәрәк. Был эште “заман үрмәксеһе ауына эләккән кеше” тибындағы кескәй һыҙма аша күрһәтергә мөмкин. СҺыҙма-үрмәксене уҡыусыларҙың үҙҙәре ярҙамында төҙөтөү бәйләнешле телмәр өсөн дә маҡсатҡа ярашлы, уҡыусы психологияһына, шәхесенә лә ыңғай йүнәлешле буласаҡ.
- Бөгөнгө уҡыусы тормошта ниндәй бәйләнештәрҙә йәшәй?- тигән һорауға ошондай схема менән яуап бирергә мөмкин:
Интернет, китапхана
м/н
бәйләнеш
Башҡа фәндәр м/н
б
әйләнеш
Грамоталы итеп өй
эшен
эшләү
К
ластан
тыш эштәр,
контакттарҙа хәбәрлә-
түңәрәк, төрлө саралар мәләр яҙыу