
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
дөйөм мәсьәләләре
Кешеләрҙең аралашыуы өсөн бик әһәмиәтле сара булыу менән бер рәттән, тел йәмғиәтте үҫтереү ролен дә үтәй. Тел кешеләргә үҙ-ара аралашыу мөмкинлеген бирә һәм кеше эшмәкәрлегенең барлыҡ тармаҡтарында эшләүҙе тәьмин итә. Тел милли мәҙәниәттең нигеҙен тәшкил итә, тел менән фекерләү бер-береһенә тығыҙ бәйләнештә ҡорола, улар бергә үҫә, бергә камиллаша. Башҡа бер фән дә фекерләү менән шулаә тығыҙ бәйләнештә була алмай. Тел кеше һәләте үҫеүҙә лә иң әһәмиәте сара, ҡыҫҡаһы, тел йәмғиәттең һәр бер айырым шәхесенең бер нәмә менән дә айырып булмай торған рухи байлығы.
Башҡорт теле башҡорт халҡы өсөн уртаҡ милли тел. Ошо телдә башҡорт халҡы аралаша, аңлаша, үҙенең тарихын өйрәнә, төрлө фәндәрҙе үҙләштерә, мәҙәни байлығы менән таныша, үҙ эшендә уларҙа ижади файҙа ала ала.
Белем биреү системаһында тел өйрәтеү предметы булыу менән бер рәттән башҡа фәндәрҙе үҙләштереү сараһы ла булып тора. Әсә телен өйрәтеү, яҡшы белеү уҡыусыларҙың яңы белемде үҙләштереүендә, дөйөм үҫеш кимәлдәрен асыҡлауҙа, фекер йөрөтөү кимәлдәрен күтәреүҙә, киләсәктә йәмғиәт тормошонда актив ҡатнашыуҙа һәм үҙҙәре һайлаған һөнәрҙә уңыштарға өлгәшеүҙә мөһим шарт булып тора.
Башҡорт телен предмет булараҡ мәктәптә уҡытыуҙың торошон бөгөнгө көндә,был өлкәлә ярайһы ҡаҙаныштар, уңыштар булыуға ҡарамаҫтан. Тулыһынса ҡәнәғәтләнерлек тип әйтә алмайбыҙ, уҡыусылар,мәктәпте тамамлап сыҡҡанда, туған телдең асылы,уның социаль тәбиғәте, функцияһы тураһында элементар төшөнсәгә генә эйә булалар. Уларҙа мәктәптә туған телгә ҡарата һаҡсыл ҡараш,ихтирам.һәм талапсанлыҡ тәрбиәләнмәй, туған телдең халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни хазинаһы икәнен аңлау һәм уны танып белеүҙең мөһимлегенә ихтыяж булмай тип әйтерлек. Шуға күрә лә хәҙерге көндә,башҡорт телен уҡытыуҙы Икенсе быуын белем биреү стандарттары нигеҙендә ятҡан системалы эшмәкәрлеккә нигеҙләнеп, тупланған алдынғы тәжрибәне һәм фәнни ҡараштарҙы күҙ уңында тотоп, психология, педагогика, лингвистика, культура һәм лингводидактиканың һуңғы ҡаҙаныштарына таянып,мәктәптә туған телде уҡытыуҙың яңы йүнәлешен булдырыу үтә мөһим һәм көнүҙәк проблема. Яңы стандарт нигеҙендә уҡытыу түбәндәге йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала: туған тел дәрестәрендә һәр шәхестә маҡсатҡә йүнәлешле фәнни ҡараш, аң, гуманитар фекер йөрөтөү, үҙ-үҙеңде билдәләү һәләтен тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя; уға айырым шәхескә йүнәлтелгән педагогика идеяһы һалына; белем алыу һәр шәхестең үҙ аллы эшмәкәрлегенә ҡайтып ҡала; артабан шәхестә үҙе өсөн кәрәкле белемде үҙ аллы алыу ихтыяжын булдырыуға һәм педагогик риторикаға нигеҙләнә; ул функциональ, коммуникатив лингвистика идеяларына, лингводидактикаға, телмәр эшмәкәрлеге теорияһына, лингво һәм этнокультурологияға нигеҙләнеп үҫергә тейеш. Дәүләт стандартына ярашлы әсә телен уҡытыуҙың төп бурыстары түбәндәгеләр:
1) уҡыусыларҙа патриотлыҡ,туған телгә һөйөү, уға рухи хазина, аралашыу һәм белем алыу сараһы булараҡ һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
2) уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген һәм фекерләү һәләтен, әҙәби телдә төрлө шарттарҙа дөрөҫ аралаша белеү күнекмәләрен үҫтереү;
3) башҡорт тел ғилеме. Eның төҙөлөшө, ҡулланылыш даирәһе, туған телдең төп нормалары, телмәр этикеты, стилистик саралар менән танышыу, һүҙлек байлығын арттырыу;
4) тел факттарын анализлай, тел күренештәрен күрә. Таба белеү һәләттәрен, тәҡдим ителгән мәғлүмәттән кәрәклеһен, мөһимен һайлап алыу оҫталыҡтарын үҫтереү;
5) алынған белем, оҫталыҡтарын тормошта маҡсатлы ҡуллана белергә өйрәтеү.
Төп маҡсат-төрлө эшмәкәрлек төрҙәренә йәлеп итеү аша уҡыусы шәхесенең өс яҡлы: телмәр, фекерләү йәһәтенән һәм рухи яҡтан үҫеше [25; 7].
Тимәк, туған телен тәрән белеүсе, интеллектуаль үҫешкән, юғары әхлаҡ нормаларын үҙләштергән шәхес тәрбиәләү – мәктәптә башҡорт телен уҡытыуҙың стратегик маҡсаты. Юғарыла әсә теленә өйрәтеү бурыстары, маҡсаты яңы белем биреү стандартына ярашлы-компетентлы ҡараш күҙлегенән бирелде. Компетентлыҡ – ул кешенең булған белем, күнекмә һәм шәхси сифаттарына нигеҙләнеп ниндәйҙер эште үҙ аллы башҡара алыу һәләте.
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы – педагогик фән һәм дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби теленә өйрәтеүҙе, уларҙың телмәр оҫталыҡтарын, фекер ҡеүәләрен үҫтереүҙе, уҡыусыларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Фән булараҡ башҡорт телен уҡытыу методикаһы алдында 4 бурыс тора:
“нимә уҡытырға”: уҡытыуҙың маҡсат, бурыстарын билдәләй;
“нимә өйрәтергә”: программа йөкмәткеһен, уҡытыу-методик комплекстарын, мәктәп дәреслектәрен өйрәнеү;
“нисек өйрәтергә” башҡорт теле дәреслектәренең төҙөлөшөн, заман метод, алымдарын өйрәнеү;
“үҙләштерелгәнде нисек тикшерергә” (контроль төрҙәре, баһалау критерийҙары менән танышыу).
Башҡорт телен уҡытыуҙың фәнни нигеҙҙәре
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы тәү сиратта башҡорт тел ғилеменә нигеҙләнә. Тел ғилеме тарафынан мәктәптә үтеләсәк теоретик материалдар йөкмәткеһе билдәләнә, тел күренештәренең характерына бәйле конкрет теге йәки был алым һайлана.
Һуңғы йылдарҙа лингвистика тел системаһының эске төҙөлөшөнә (описание внутренней организации языка) төп иғтибарҙы йүнәлтә, йәғни һәр те берәмегенең фекер сағылдырыуҙағы әһәмиәтен асыҡлауға баҫым яһай. Был үҙ сиратында методикала тел уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә ойошторорға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә ала. Тимәк, бөгөн башҡорт теле дәрестәре грамматик ҡағиҙәләрҙе генә ятлатыуҙы түгел, ә уҡыусыларҙы бәйләнешле телмәрҙә ошо грамматик берәмектәр менән оҫта эш итә белеүенә алып килергә тейеш.
Телгә телмәр эшмәкәрлеге күҙлегенән ҡарау телдең эске йөкмәткеһен, семантикаһына иғтибарҙы көсәйтә. Методика фәне өсөн лингвистикалағы функциональ-семантик йүнәлеш ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки уҡыусыларҙы тел күренештәрен төрлө яҡлап (мәғәнә – форма – функция) тикшереү мөмкинлеге ала. Традицион билдәләнгән, мәҫәлән,ҡайтасаҡ = ҡылым, сөнки ...... генә түгел, ә был текста нисек урынлы ҡулланылған, ни өсөн, ниңә, стилистик төҫмөрөн төшөндөрөү, үҙ телмәрҙәрендә сағылдырыу аша уҡыусылар был һүҙҙе тулы анализлау, тойоу, үҙ тойғо-кисерештәре, күңелдәре аша үткәреү мөмкинлеге лә алалар.
Телде уҡытҡанда ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уҡыусыларҙың теоретик һәм практик әҙерлек дәрәжәһе, эш тәжрибәһе етерлек булыуы ла, дәрестә уҡытыусыға кәрәкле китаптарҙың, хеҙмәттәрҙең, алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен туплаған фәнни-методик әҙәбиәт менән таныш булыу ҙа мөһим шарт булып тора. Шулай уҡ уҡытыусы лингвистик һәм методик үҙ белемен камиллаштырыуҙа, педагогик оҫталығын үҫтереп торорға тейеш.
Башҡорт теле дәрестәрендә ныҡлы белем биреүгә комплекслы ҡарап, уларҙа аңлылыҡ, милли үҙаң формалаштырыу, милли әҙәбиәт һәм сәнғәт аша әхләҡи-эстетик сифаттар тәрбиәләү бурысы ҡуйыла. Ошо бурыстарҙы үтәүҙә дөйөм белем биреү уҡыу йорттарында өйрәнеләсәк башҡорт теле дәрестәренең йөкмәткеһе билдәләнә. Башҡорт теле мәктәп курсының йөкмәткеһе тел төшөнсәһенең дөйөм мәғәнәһенә нигеҙләнә һәм ул лингвистика фәненең һуңғы ҡаҙаныштарына ярашлы төҙөлә. Лингвистикала тел төшөнсәһе ике мәғәнәлә аңлатыла: 1) ғөмүми тел (барлыҡ кешеләрҙең дә теле булараҡ күҙаллана); 2) айырым бер конкрет тел, йәғни этник төркөмдөң теле, тимәк, был осраҡта башҡорт теле. Башҡорт теле – ул тарихи формалашҡан система, фекерләү, аралашыу һәм донъяны танып белеү,мәғлүмәтте барлыҡҡа килтереү, һаҡлау һәм тапшырыу сараһы. Ул аралашыу процесында телмәрҙә сағылыш таба, шәхестең тел һәләтлеген күрһәтә; ул – стиль, һүҙ сәнғәтен барлыҡҡа килтереүсе сараларҙың иң мөһиме һәм берҙәмлеге [30; 37]. Ошоларҙан сығып, тел төшөнсәһенең йөкмәткеһенә ярашлы мәктәптә уны өйрәнеүҙең түбәндәге аспекттары ҡарала: 1) телде тарихи үҫешкән система булараҡ ҡарау һәм өйрәнеү; 2) уҡыусыларҙың телмәр һәләтлеген үҫтереү, уларҙы аралашыу процесында тел сараларын дөрөҫ һәм уңышлы файҙаланырға өйрәнеү; 3) телде стилистик аспектта, телмәрҙең төрлө стилистик үҙенсәлектәре булыу күҙлегенән сығып, йәки матур барлыҡҡа килтереүҙең тәүге элементы булараҡ ҡарау кәрәклеге билдәләнә.
Башҡорт теле буйынса мәктәптә өйрәнелә торған материалдың йөкмәткеһе һәм характеры тел ғилеме тарафынан билдәләнә. Шуға күрә, башҡорт телен уҡытыу методикаһы ла үҙенең законлыҡтарын билдәләгәндә башҡорт тел ғилеме тикшерә торған үҙенсәлектәргә таяна. Мәктәптә башҡорт теле буйынса программа нигеҙендә бирелергә тейешле төп материалды үҙ эсенә ала, телде ижтимағи күренеш тип таный. Шуға күрә уҡытыусы мәктәп грамматикаһын ғына түгел, дөйөм тел ғилемен, фәнни грамматиканы, тарихи грамматиканы, тел грамматикаһын, диалектологияны һ.б. бүлектәрен дә яҡшы белергә, үҙ белемен үҫтерегә һәм эшендә уңышлы файҙалана белергә бурыслы.
Башҡорт теле методикаһы – башҡорт әҙәби телен уҡытыуҙың йөкмәткеһе, принциптары, метод һәм алымдары, уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса белем һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү юлдары һәм шарттары тураһындағы фән.
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы башҡа фәндәрҙе уҡытыу методикаһы кеүек педагогика фәненә ҡарай. Уның үҙенең йөкмәткеһе, системаһы, өйрәнеү объекты, тикшеренеү методтары, иҫбатлау алымдары бар. Методика уҡытыусыны уңышлы уҡытыу системалары, метод һәм алымдары менән таныштырыға бурыслы. Билдәле шарттарҙа уларҙың уңышлыраҡ булғандарын һайлап алырға өйрәтә, методик хаталарҙы иҫкәртә, тупланған методик мираҫты дөрөҫ файҙаланырға юл күрһәтә.
Йәш быуынға белем биреү, йөкмәткеһен, маҡсатын, методтарын һәм ойоштороу формаларын билдәләй торған фән – педагогика. Уның иң әһәиәтле тармағы булған дидактика (уҡытыу-өйрәтеү теорияһы) мәктәптә уҡыусыларға белем биреү, уларҙы уңышлы уҡытыу юлдарын өйрәнә. Белем биреүҙә дөйөм теория булараҡ ул башҡорт методикаһы өсөн дә теоретик нигеҙ булып һанала. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы башҡа фәндәрҙе уҡытыу методикаһы кеүек үк дидактика тарафынан ҡуйылған принциптарға һәм өйрәтеү теорияһы методикаһына, дәрес теорияһына нигеҙләнә. Дәрестең дөйөм йүнәлеше, бурыстары һәм маҡсаты билдәле кимәлде педагогика тарафынан билдәләнелә. Тел уҡытыу методикаһы ла тел дәрестәрендә һәм кластан тыш эштәр ваҡытында аңлы һәм белемле уҡыусылар тәрбиәләүҙе иғтибар үҙәгенә ҡуя. Шуға күрә уҡытыусы педагогик принциптарҙы күҙ уңында тотоп эшләргә, дәрес өсөн материал һайлағанда уның уҡыусыларға төрлө яҡлап тәрбиә бирә алыуына ла иғтибар итергә тейеш була. Дәрестәр ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, уҡыусыларҙың фекер эшмәкәрлектәрен, үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтерерлек итеп, төрлө метод һәм алымдар ҡулланып, уҡыусыларҙың хәтерендә ҡалырлыҡ, уны үҙ эшендә файҙалана алырлыҡ итеп биреү шарт.
Методика фәне шулай уҡ психология фәненә лә нигеҙләнә. Психология уҡытыусыға уның һәр уҡыусыһын, уларҙың психологик үҙенсәлектәрен өйрәнергә, үтелә торған материалды аңлау һәм иҫтә ҡалдырыу өсөн уларҙың әҙерлеген асыҡларға ярҙам итә. Уҡытыуҙың төрлө этапында уҡытыусының төрлө психологик күҙәтеүҙәр алып барыу һәм уҡыусыларҙағы үҙгәрештәрҙе күреп тороу талап ителә. Дәрестә теге йәки был методтарҙы ҡулланыу уҡыусыларҙың һәләттәре үҫеүенә йәки уларҙа ниндәй күнекмәләр барлыҡҡа килеүенә, ни дәрәжәлә тәьҫир итеүен, уҡыусы күпме үҙ аллы эшләй ала, уның хәтер һәм иғтибар кимәле, ихтыяры, уйлай белеү һәләте, актив йәки пассив булыуы, анализлай һәм йомғаҡлай белеү һәләте, эшләү темпы һ.б. ошондайыраҡ мәсьәләләр менән уҡытыусы ҡыҙыҡһынып торорға тейеш. Дәрестә бирелгән материал, ҡулланылған метод һәм алымдар, бирелгән күнегеүҙәр уҡыусыларҙың йәш һәм индивидуаль һәләтлелектәрен иҫтә тотоп һайланырға тейеш. Уҡытыусы уҡыусыларҙың активлыҡтарын үҫтерерлек проблемалы һорауҙар ҡуйырға, күҙәтеү йәки тикшеренеүҙәргә таянып һығымта яһай алырлыҡ йүнәлеш бирергә тейеш. Кластан тыш эштәр ваҡытында ла уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫтә тоторға, һәр бер уҡыусыны айырым өйрәнергә кәрәк. Шуның һөҙөмтәһендә коллектив ойошторола. Коллективта һәр бер кешеһе үҙенең һәм башҡаларҙың эшендә яуаплылыҡ тойорға һәләтле була. Яңы быуын белем биреү стандарттары нигеҙендә системалы-эшмәкәрлекле ҡараш ята. Билдәле булыуынса, был ҡараш уҡыусыларҙың уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген йәш һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып ойоштороуҙың теоретик нигеҙҙәре – Л.С. Выготский, А.Н. Леонтьев, Д.Б. Эльконин, П.Я. Гальперин хеҙмәттәренә барып тоташа. В.В. Давыдов фекеренсә, үҫтереүсе уҡытыу системаһында төп күрһәткестәрҙең береһе булып теге йәки был йәштә (башланғыс, урта, юғары кластарҙа) төп психологик үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы (новообразования) асыҡлау, ошо йәштәге төп эшмәкәрлек төрҙәрен билдәләү, ҡыҙыҡһыныуҙарын асыҡлау аша шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү [7; 28]. тимәк, башҡорт теле уҡытыусыһы һәр класта уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын, тормошҡа ҡараштарын, йәш үҙенсәлектәрен, фекерләү мөмкинлектәрен төплө өйрәнергә һәм үҙ эшендә киң файҙаланырға бурыслы. Мәҫәлән, 7-се класс уҡыусыһы өсөн хас булған үҙ үҙенә бик тәнҡитле ҡараш, түбән үҙбаһа, башҡаларҙың уға ҡарата мөнәсәбәтенә бик иғтибарлы булыу башҡа кластарҙа икенсерәк төҫ аласаҡ.
Тел уҡытыу методикаһы шулай уҡ логика, философия,культурология. алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһенә бәйләнә.
Дәрес – белем биреү процесының төп формаһы
Дәрес – мәктәптә белем биреү процесының төп формаһы. Дәрескә конкрет талаптар ҡуйыла. Башҡорт теле дәрестәре маҡсаты, йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса төркөмләнә. Маҡсаты буйынса башҡорт теле дәрестәрен 5 төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин:
яңы теманы өйрәтеү дәрестәре;
алған белем, оҫталыҡтарҙы нығытыу дәрестәре;
ҡабатлау һәм белемдәрҙе системалаштырыу дәрестәре;
ҡатнаш дәрестәр.
йомғаҡлау, баһалау, контроль эштәр үткәреү дәрестәре [21; 45].
Бындай бүленеш, әлбиттә, шартлы күренеш. Сөнки был күҙлектән ҡарағанда, бөтә дәрестәр ҙә йә ҡатнаш, йә баһалау дәрестәренә ҡайтып ҡалыр ине. Дәрестә ҡайһы этапҡа күберәк (кәмендә 20 минут) ваҡыт бүленә, маҡсаты буйынса дәрес төрө шунан сығып билдәләнә. Нығытыу дәрестәре, ғәҙәттә, темаға 2 – 3 сәғәт бирелгәндә үткәрелә, ҡабатлау дәрестәре бүлек аҙағында, йыл башында өҫтөнлөк ала. Ҡатнаш дәрестәр үҙ аллы эштәр башҡарыу, дәрес-семинар формаһында бик йыш үткәрелергә мөмкин. Йомғаҡлау, баһалау дәрестәрендә иһә диктант, иншалар, контроль эш, зачеттар үткәреү ҡарала.
Йөкмәткеһе буйынса башҡорт теле дәрестәре программаға нигеҙләнеп төп бүлектәре буйынса билдәләнә. Мәҫәлән, морфология өйрәнеү, ҡылым төркөмсәләрен өйрәнеү һ.б.
Формаһы буйынса башҡорт теле дәрестәре стандарт һәм стандарт булмаған дәрестәргә айырылып йөрөтөлә. Стандарт булмаған дәрестәрҙе урынлы, маҡсатҡа ярашлы үткәреү уҡыусыларға өҫтәлмә материал менән танышырға, уҡытыусыға дәресте тормошҡа яҡынайтырға, дәрестең тәрбиәүи әһәмиәтен арттырыға мөмкинлек бирә. Әммә ул шау-шыуға ҡоролоп, төп маҡсаттан ситтә тороп ҡалырға тейеш түгел.
Ниндәй дәрес булыуына ҡарамаҫтан уның конкрет дидактик тәғәйенләнеше, үҙенсәлеге асылы булырға тейеш.
Дәрес белем биреү системаһының үҙ аллы бер өлөшө һәм ул мотлаҡ программа талаптарына, уҡыусыларҙың мөмкинлектәренә нигеҙләнеп төҙөлөргә тейеш.
Дәрес билдәле план буйынса, рациональ темпта ойошторола. Үтә яй, йә киреһенсә ашығыу уҡыусыларҙың мотивацияһын һүлпәнәйтәсәк.
Уҡытыусы дәресте өлөштәргә дөрөҫ бүлергә, улар араһында логик бәйләнеш булдырырға бурыслы [18; 69].
Әлбиттә, дәрескә ҡуйылған дөйөм дидактик талаптарҙы бик күп айырып күрһәтергә мөмкин, әммә үрҙә күрһәтелгән талаптар уҡытыусыға дәресте ойошҡан, йөкмәткеле, эҙмә-эҙлекле итеп үткәрергә мөмкинлек бирер. Һәр белем биреү системаһы, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр, ҡабул ителгән яңы документтар заман дәрестәренә яңы талаптар ҡуя. Икенсе быуат белем биреү стандарты нигеҙен тәшкил иткән (барлыҡ фәндәргә лә ҡағылған) төп фекерҙәрҙең бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.
Стандарт нигеҙендә – системалы эшмәкәрлекле ҡараш (системно-деятельностный подход) ята һәм уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеген дөрөҫ ойоштороу һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Быны нисек аңларға? Йәғни,
информацион йәмғиәттең, яңы ижтимағи томоштоң, ҡәтғи талаптарына яуап бирерлек, толерант, күп милләтле илдең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙарын – ысын шәхестәр тәрбиәләү;
стандарттың төп компоненты – шәхестең универсаль уҡыу күнекмәләре аша донъяны танып белеүе ,билдәле компетенцияларға эйә булыуы һәм белем биреүҙең һөҙөмтәгә йүнәлтелеүе (уҡытыусының нисек, ниндәй юлдар менән эшләүе түгел, ә һөҙөмтә – мөһим);
мотлаҡ уҡыусыларҙың шәхси һәм йәш үҙенсәлектәренән сығып эшмәкәрлек төрҙөрен һәм аралашыу формаларын һайлау, уларҙың шәхес булараҡ үҫеше
белем биреүҙең һәр баҫҡысында (балалар баҡсаһы, башланғыс, төп һәм урта) күсәгилешлектең мотлаҡ һаҡланыуы;
эштәрҙе ойоштороуҙың төрлө формаларын тәҡдим итеү, үҙ аллы эшмәкәрлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алыу;
уҡыусыларҙы универсаль эш итеү ысулдарына өйрәтеү (формирование универсальных способов действий);
уҡыусыларҙың белемдәрен (йәғни теоретик материалды белеүҙәрен) генә түгел, ә уҡыу – танып-белеү, практик мәсьәләләрҙе сисә беүеүен баһалау.
Яңы федераль дәүләт уҡыу стандарттарына нигеҙләнгән уҡыу-уҡытыу программаһы уҡыусы аңында “Мин бурыслы йәки тейеш булған өсөн түгел,ә белемһеҙ мөмкин түгел икәнен аңлағанға уҡыйым” тигән фекерҙең өҫтөнлөклө булыуын аңлатыуға йүнәлтелгән. Уҡыусыға, үҙгәреүсән заман шарттарында үҙенә урын һәм ҡурсалау табыр өсөн, тәҡдим ителгән уҡыу программаһының минимумын үҙләштереү мөһим икәнлеген еткереү кәрәк. Яңы стандарттарҙың тәүге быуындағыларынан айырмалы яғы итеп шәхестең ижтимағи тормошҡа яраҡлашыуын, профессиональ һәм гражданлыҡ үҙбилдәләнешен формалаштырыуҙан тыш, ошоларҙы тормошҡа ашырыуҙа нигеҙ булып тороусы – һаулыҡты һаҡлау төшөнсәһе бирелеүен билдәләргә мөмкин. Йәғни уҡыусы үҙ мөмкинселектәренән сығып белем алыу кимәлен билдәләй ала, уҡытыусы иһә уҡыу-уҡытыу траекторияһын “ябайҙан – ҡатмарлыға”, “белемдән – асышҡа” принцибы буйынса ойошторорға тейешле. Шулай уҡ йәш гражданиндың рухи-әхлаҡи үҫеше педагогик яҡтан ойошторолған процесс тип ҡарала. Уҡыусыларҙы рухи-әхлаҡи үҫтереү һәм тәрбиәләү программаһы белем биреү программаһы менән бер нисбәттә ҡуйыла. Тәүге быуын стандарттарында уҡыу-уҡытыу процесы, уҡыусының предмет буйынса белем кимәленә талаптар беренсе урында торһа, яңы стандарттарҙа һөҙөмтә, уҡыусының шәхси, ижтимағи, танып-белеү, коммуникатив үҫеше мөһим урын тота. Бала үҫешһен өсөн, уға үҙ эшмәкәрлеген ойоштора белеүҙе өйрәтергә кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Йәғни, уҡытыусы эшенең төп йүнәлеше булып уҡыу маҡсаттарын уҡыу ситуацияһына әйләндереү һәм бала – уҡытыу – эшмәкәрлек – үҫеш иерархияһын талап итеү аша түгел, ә уҡырға теләк уятыуҙан булдырыу тора. Мәҫәлән, уҡытыусы яңы тема аңлатҡанда, йә күнегеү эшләткәндә түбәндәге һөйләмдәрҙе ҡулланды, ти:
1 |
|
2 |
|
3 |
|
4 |
|
Күрһәтелгән варианттарҙан, әлбиттә, өсөнсө һәм дүртенсеһе уҡыусыла эш-хәрәкәтте күңелен биреп, фантазия менән башҡарыуға теләк уятасаҡ.Яңы стандарттарҙы өйрәнгәндә һәм улар менән эшләгәндә уҡытыусы ысынбарлыҡта ниндәй мәсьәләләр алдында тап буласаҡ? Уҡытыусыға уҡыу-уҡытыу процесын проектлау эше менән шөғөлләнергә тура киләсәк:
мәктәпкә ярашлы уҡыу программаһын эшләргә мәжбүр буласаҡ;
уҡыу материалын һайларға һәм ситуацияларҙы уйларға, педагогик маҡсаттарҙы дөрөҫ ҡуйырға тейеш буласаҡ;
- эшмәкәрлек характеристикаһын билдәләргә һәм эш-хәрәкәттең һөҙөмтәләрен прогнозларға, уңыштарын күҙәтергә кәрәк. Төп белем биреү программаһы ниндәй һөҙөмтәләрҙе күҙ уңында тота һуң? Улар түбәндәге таблицала сағыла:
Көтөлгән һөҙөмтәләр |
||
Шәхси |
Метапредмет |
Предмет |
Маҡсат-ориентир |
Терәк маҡсат |
Киңәйтеүсе һәм тәрәнәйтеүсе маҡсат |
Уҡыусы үҙенә маҡсат ҡуя: |
||
Ни өсөн был предметты өйрәнергә? |
Нисек үҙеңә дөрөҫ уҡырға өйрәнергә? |
Нимәгә өйрәнергә? |
Шәхси, профессиональ үҙбилдәләнеш, тормошта үҙ урыныңды табыу |
Регулятив (эшмәкәрлегеңде ойоштора белеү), Коммуникати(телмәр мәҙәниәте һәм аралашыу оҫталығы), Танып-белеү (дөйөм предмет һәм логик проблемаларҙы ҡуйыу һәм сисеү) |
Белемде ала һәм ғәмәлдә ҡуллана белеү, фәнни белем нигеҙҙәрен өйрәнеү, предмет менән бәйле тәжрибәләр үткәреү |
Уҡытыусы ҡуйған маҡсат: |
||
Был предметты мәктәптә ни өсөн өйрәнәләр? |
Уҡыусы нимәләргә өйрәнә? |
Уҡыусыға артабан өйрәнергә ниндәй мөмкинселектәр буласаҡ? |
Уҡыу-уҡытыу процесын психологик нигеҙҙә ҡороу |
Уҡыусыларҙың үҙенсәлекле уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороу |
Уҡыу-уҡытыу йөкмәткеһенең уйланылған булыуы |
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге сининимы булып беренсе быуын стандарттарында (2004) түбәндәгеләр тора ине:
танып-белеү
мәғлүмәт менән эшләү
уҡыусы эшмәкәрлеген ойоштороу.
Беренсе быуын белем биреү стандарттарында, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, белергә, аңларға, яттан һөйләргә тигән ҡырҡа талаптар ҡуйылды. Икенсе быуын стандарттарында дөйөм белем биреү системаһының көтөлгән (планлаштырылған) һөҙөмтәләрен иғтибар үҙәгенә ҡуя. Яңы быуын белем биреү стандарттарына ярашлы, уҡыусы шәхесен үҫтереү тәү сиратта универсаль уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәрен формалаштырыуға (формирование универсальных учебных действий) нигеҙләнә. Уҡыусыларҙың уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәренә эйә булыуы уларға яңы белем компетенцияларға үҙ аллы эйә булыу күнекмәһенә мөмкинлек бирә, тимәк, төплө, дөрөҫ белем алырға өйрәтә. Шунлыҡтан икенсе белем биреү стандарттарында төп положениеларҙың береһе итеп урта мәктәптә универсаль уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәрен формалаштырыу билдәләнә. Был эшмәкәрлек төрҙәре уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренән сығып дөйөм (йәки һәр предмет өсөн махсус түгел) билдәләнә. Башланғыс мәктәп, урта һәм юғары класс уҡыусыларын уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәренә өйрәтер өсөн тәҡдим ителә [31; 145]. Нигеҙҙә улар бик айырылмай. Шул уҡ 4 төр айырып йөрөтөлә, әммә урта һәм юғары кластарҙа уларҙың йөкмәткеһе, асылы киңәйә. Был уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәре универсаль тип йөрөтөлә, сөнки улар конкрет предмет буйынса ғына түгел, метапредмет характерына эйә, йәғни шәхестең дөйөм шәхси, танып-белеү, үҙ аллы үҫешә алыу һәләтлеген дә, төрлө курстар, фәндәр араһындағы күсәгилешлекте, психологик мөмкинлек, һәләттәренең үҫешен күҙ уңында тота.
Артабан дөйөм белем биреү системаһында айырып йөрөтөлгән универсаль уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәренә ентекләберәк туҡталайыҡ. Улар түбәндәгеләр: 1) шәхси, 2) регулятив, 3) танып-белеү (познавательный), 4) коммуникатив блоктар.
Шәхси универсаль уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәренә уҡыусыларҙың тормош, шәхси, профессиональ, үҙбилдәләнешен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын белеүе, кәрәк урында тейешле ҡарар ҡабул итә белеүе, тормошта үҙен лайыҡлы шәхес итеп ҡуя белеүе кеүек эшмәкәрлек төрҙәре инә. Был блокта төп өс шәхси эшмәкәрлек төрҙәре һыҙыҡ өҫтөнә алына: үҙбилдәләнеш (уҡыусының шәхси, профессиональ, тормошта үҙ урынын билдәләүе); уҡыусының белем алыуҙың мәғәнәүи асылын төшөнөүе (смыслообразование) (“ни өсөн миңә быны белергә кәрәк”), әҙәп-әхлаҡ нормаларын белеүе (нравственно-этичская ориентация).
Регулятив блок төрҙәре уҡыусыларҙы үҙ уҡыу эшмәкәрлектәрен дөрөҫ ойоштороуҙа әһәмиәтле. Уларға түбәндәгеләр инә:
маҡсат ҡуйыу (уҡыу бурыстарын билдәләү, нимәне беләбеҙ, нимә билдәһеҙ?);
планлаштырыу – маҡсатҡа ирешеү, һөҙөмтәгә килеү юлдарын, эҙмә-эҙлелеген билдәләү;
фаразлау (прогнозирование) – буласаҡ һөҙөмтәләрҙе, кимәлен күҙаллау;
контроль – эшмәкәрлек төрҙәрен, ситкә тайпылыуҙарҙы иҫкәртеү;
коррекция – ситләшеүҙәр булғанда планға төҙәтмәләр индереү;
баһа – уҡыусының үҙенең материалды нисек һәм ниндәй кимәлдә үҙләштереү кимәлен аңлауы, үҙ хаталарын таныуы һәм төҙәтергә ынтылыуы.
Танып-белеү универсаль эшмәкәрлеге блогында дөйөм уҡыу-уҡытыу, логик проблема ҡуйыу һәм сисеү төрҙәрен айырып күрһәтәләр.
Дөйөм уҡыу-уҡытыу төрҙәренә уҡыусыларҙың танып белеү маҡсаттарын үҙ аллы билдәләй һәм формалаштыра, үҙ телмәрҙәрен телдән һәм яҙма дөрөҫ төҙөй белеүе, төрлө шарттарҙы теге йәки был мәсьәләне уңышлы сисеү юлын һайлай белеү, эшмәкәрлек төрҙәре һәм юлдары рефлексиялай белеүҙәре, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен дөрөҫ билдәләй һәм баһалай алыуҙары, төп һәм ярҙамсы мәғлүмәтте айыра, төрлө стилдә, жанрҙа үҙ фекерҙәрен сағылдыра белеүҙәре инә.
Логик эшмәкәрлек төрҙәренә төрлө билдәләр табыу маҡсатынан объекттарҙы анализлау, өлөштән бөтөнгә килеү күҙлегенән синтез, төҙөп бөтөрөү, тулыландырыу, сағыштырыу, төркөмләү, һығымталар сығарыу, иҫбатлау, дәлилләү, фаразлау һәм раҫлау инә.
Проблеманы ҡуйыу һәм сисеү эшәтәре проблеманы формалаштырыуҙы һәм ижади (төрлө яҡлап эҙләнеүҙәр) аша уны хәл итеү ысулдарын табыуҙы күҙ уңында тота.
Коммуникатив универсаль эш төрҙәре башҡа кешеләрҙең фекерен иҫәпкә алыуҙы, уларҙы тыңлай, әңгәмәгә инә белеүҙе, тиңдәштәрен, ололар менән хеҙмәттәшлек итә белеүҙе күҙаллай. Уның йөкмәткеһенә түбәндәгеләр инә:
уҡытыусы йәки тиңдәштәре менән хеҙмәттәшлекте планлаштырыу: маҡсатын булдырыу, ҡатнашыусыларҙың функцияһын, аралашыу ысулдарын асыҡлау;
һорауҙар билдәләү – мәғлүмәт туплау;
конфликтты хәл итеү юлдарын асыҡлау – проблеманы билдәләү, төрлө юлдар аша дөрөҫ фекергә килеү, уны ҡабул итеү;
аралашҡан кешеңдең тәртибе менән идара итеү – контроль, коррекция, эшен баһалау;
үҙ фекерҙәрен туған телдең грамматик һәм синтаксик нормаларына ярашлы тулы, асыҡ, конкрет итеп биреү.
Универсаль уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәре бөтөн бер системаны барлыҡҡа килтерә. Шунлыҡтан бер-береһен тулыландырып, комплекслы эшләгәндә генә уңышҡа килтерергә мөмкин.
Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеген уңышлы ойоштороуға мотивация булдырыу оло әһәмиәткә эйә. Билдәле булыуынса, уҡыу эшмәкәрлегенең төп үҙенсәлеге уның уҡыусының шәхесен үҙгәртеү, камиллаштырыу процесына йүнәлтелеүе, ә эшмәкәрлек продукты – уны башҡарыу процесында субъекттағы үҙгәрештәр үҫеше [8;33].
Үҙгәрештәр, үҫеш тәрән һәм ныҡ булһын өсөн уҡыусыны эшмәкәрлеккә йәлеп итеү зарур. Йәғни шәхси конкрет маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыу шарт. Д.Г. Левитос билдәләүенсә, мотивация – балалар менән эшләүҙәге төп тылсымлы һүҙ. Уның нигеҙендә мохтажлыҡ, дискомфорт, үҙеңдә нимәнелер тейешле кимәлдә белмәү, аңламау, ҡәнәғәтһеҙлек йәшенгән. Унда яңы маҡсаттарға ирешеү өсөн өҫтәлмә белем кәрәклеген уҡыусыларҙың аңлауы һәм ынтылышы “боҫҡан” [8;45]. Үҫтереүсе уҡытыу системаһына ярашлы уҡытыуға мотивация булдырыуҙа төп ысулдар тип түбәндәгеләр айырып күрһәтелә:
1.Проблемалы ситуация булдырыу (Был хаҡта ентекләберәкМ.М.Мәхмүтов, Ш.Я. Лернер, А.М. Матюшкин хеҙмәттәрендә танышырға мөмкин).
2. Билдәләрҙән баш тартыу (Отказ от отметок).Һәр эше уҡытыусы тарафынан башҡарылған уҡыусы үҙ мөмкинлектәрен, үҫешен контролдә тота алмай. Йыш осраҡта хаталанырға, уны төҙәтергә уҡытыусы алдында ҡурҡа, ҡайһы бер осраҡта булған белемен күрһәтергә лә баҙнат итмәй, һөҙөмтәлә үҙ үҙенә ышанысы юғала, үҙбаһаһы кәмей, уҡырға теләге һүлпәнәйә.
3. Баһалау эшмәкәрлегенә уҡыусыларҙың үҙҙәрен йәлеп итеү. Д.Г. Левитос билдәләүенсә, әлбиттә, әле билдәләрҙән тулыһынса баш тартыу- ул күп кенә ғалим методистарҙың хыялы. Әммә уҡыусыларҙы үҙҙәренең һәм бер-береһенең эштәрен баһалауға йәлеп итеү хәл итерлек мәсьәлә. Ул уҡыусыларҙа уҡыуға ҡыҙыҡһыныу, сәм уятып ҡына ҡалмаясаҡ, ә үҙ фекерҙәрен иҫбатларға, тәнҡитте ҡабул итә белергә, теүәл, тыйнаҡ, иғтибарлы булырға ла өйрәтәсәк.
4. Уҡыу-уҡытыу процесын төрлөсә ойоштороу.
Бер үк типтағы дәрестәр, эш төрҙәре, дәрес структураһы уҡыусыларҙы ялҡыта. Формаһы буйынса уҡыусыларҙың психологик мөмкинлектәренә тап килерлек дәрестәр ойоштороу – уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныу, белем алырға теләктәрен һәм дәрес һөҙөмтәһен күтәреүҙә әһәмиәтле сара.
5. Уҡытыусының дөрөҫ аралаша белеү һәләте, уҡыусыларға ҡарата ихлас, эскерһеҙ мөнәсәбәте.
Уҡытыусы – дәрестең дирижеры. Уның һәр ҡарашы, һүҙе, ым-хәрәкәттәре – барыһы ла иғтибар үҙәгендә. Әммә ысын уҡытыусы уҡыусылар ҡарап һоҡланып ултырһын өсөн йәнле ҡурсаҡ та, театрҙағы төп ролде башҡарыусы актер ҙа түгел, ә оҫта итеп уҡыусыларҙы белем алырға йүнәлтеүсе, фекерҙәрен төҙәтеп, тулыландырып, конкретлаштырып ебәреүсе субъект.
6. Тормош ситуацияларын даими анализлау. Уҡыусының шәхси тәжрибәһенә, ҡыҙыҡһыныуҙарына мөрәжәғәт итеү.
Уҡыу-уҡытыу материал ни тиклем ауырыраҡ, шул тиклем күңелһеҙерәк һәм киреһенсә лә. Шуға күрә, уҡыусыға ҡыҙыҡ булған, мөһим тип һаналған предметтар, проблемалар менән бәйле текстарҙы уҡыу, анализлау, тел материалы булараҡ өйрәнеү – мотивация ысулдарының береһе.
Заман башҡорт теле дәрестәре
Белем биреү процесы стандарт нигеҙендә ойошторола. Уға нигеҙләнеп программалар дәреслек, методик ҡулланмалар төҙөлә, белем биреү сифатына талаптар билдәләнә. Икенсе быуын белем биреү стандарты “белем биреү мәктәбен” “ижади шәхес формалаштырыуға йүнәлтелгән” системаға күсереүҙе тәҡдим итә.
Стандарттың төп идеяһы – уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген активлаштырыу аша уҡытыуҙың компетентлы моделен (компетентностная модель обучения) тормошҡа ашырыу.
Мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү түбәндәге һөҙөмтәләргә алып килергә тейеш:
шәхси һөҙөмтәләр – һәр яҡлап үҫешкән, үҙ аллы белем алырға, камиллашырға әҙер булыусы, ыңғай шәхси сифаттарға эйә, уҡыуға мотивацияһы булған шәхес тәрбиәләү;
предмет-ара – универсаль уҡыу нигеҙен тәшкил иткән төп компетенцияларға эйә булыу, предмет-ара төшөнсәләрге аңлау, белем, күнекмәләрен күсерә, ҡуллана белеүе;
предмет – башҡорт әҙәби телен белеүе, ижади эшмәкәрлек тәжрибәһе, тормошта белемде файҙалана белеүе.
Яңы белем биреү стандарттарына белем, күнекмәләр комплекслы компетенциялар булараҡ ҡарала. Тел дәрестәрендә төп компетентциялар тип коммуникатив, тел (лингвистик), лингвокультурологик компетенциялаҙы күрһәтергә мөмкин. Тел уҡытыу методикаһында тел шәхесе формалаштырыуға тап ошо компетенциялар һыҙыҡ өҫтөнә алына. Коммуникатив компетенция – уҡыусыларҙы аралаша белергә өйрәтеүҙе, телмәр байлыҡтарын, фекерләү ҡеүәләрен, бәйләнешле телмәр мөмкинлектәренә эйә булыуҙарын күҙаллай.
Тел (лингвистик) компетенция - теоретик материалды төплө, аңлы үҙләштереүҙе, улар менән үҙ телмәрҙәрендә оҫта файҙалана белеүҙе, телсе-ғалимдар, тел тарихы менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.Фәндә был компетенцияны ике:тел һәм лингвистик компетенцияларға бүлеп ҡарау күренеше йыш осрай,әммә дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн Яңы белем биреү стандарттарында улар берләштереп ҡарала,шуға күрә беҙҙең осраҡта ла уны бергә ҡарау маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.
Лингвокультурологик компетенция телде мәҙәни күренеш итеп ҡарауҙы, һүҙҙең эске формаһын аңлауҙы, мәғәнәһенә төшөнөүҙе, контекста анализлауҙы, тел картинаһын аңлауҙы, концепттар менән эшләй белергә өйрәтеүҙе күҙаллай.
Белем биреү процесы психологик-педагогик концепцияға нигеҙләнә. Улар теге йәки был дидактик системаға таяна. Бөгөн шартлы рәүештә традицион, педоцентрик һәм заман дидактик системаларын айырып күрһәтергә мөмкин [26;17]. Традицион системала төп роль башҡарыусы, белем биреүсе – уҡытыусы. Педоцентрик концепцияла уҡыу – уҡыусы эшмәкәрлеге. Был система нигеҙендә Д.Дьюи, М.Монтессори хеҙмәттәре ята.
Заман дидактик системаһы нигеҙендә уҡытыусы һәм уҡыусының берҙәм эшмәкәрлеге, уҡыусының уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуы ята. Был концепция башлыса үҫтереүсе (В.Давыдов, Эльконин, Л.Занков, П.Гальперин), проблемалы (Махмутов) уҡытыу системаларына нигеҙләнә. Уҡытыусының төп маҡсаты – мәктәптә уҡыусының интеллектуаль, рухи, физик яҡтан һау, сәләмәт үҫеүенә, ижади шәхес булып формалашыуына дөрөҫ йүнәлеш биреү. Заман мәктәбендә төп маҡсат программаларға, предметҡа, ҡағиҙәләргә, айырым әҫәргә дәрестә төп өҫтөнлөк биреү түгел, ә улар уҡыусының ҡыҙыҡһыныуҙарына, үҫешенә йоғонто яһаймы, уға киләсәк тормошонда нисек ярҙам итәсәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим. Йәғни, иң мөһиме – һөҙөмтә. Ә уға ирешеү юлдарын уҡытыусы билдәләүгә, һайлау мөмкинлегенә эйә.
Традицион уҡытыу системаһынан айырмалы рәүештә заман дәрестәренең төп үҙенсәлектәренә туҡталайыҡ:
Төп маҡсат – уҡыусы шәхесенең интеллектуаль, рухи, физик үҫеше, уның ҡыҙыҡһыныуҙары, мотивтар.
Дәрес йөкмәткеһе – теманың тормош менән бәйлелеге, донъяны танып белеүгә әһәмиәтле булыуы.
Белем биреүгә этәргес көстәр – ижад итеү, илһам, үҙ үҫешеңде күреү, белемеңде арттырырға ынтылыу, үҙ үҙеңә ышаныс, сәм.
Эшләү ысулдары – бергәләп эҙләнеү, төркөмләп эшләү, эвристик әңгәмә, дәрес-диспут, уҡытыусы һәм уҡыусы араһында ышаныслы, эшлекле мөнәсәбәт.
Дәресте ойоштороу: һорауҙарға яуап эҙләү, тормош менән бәйле ижади күнегеүҙәр эшләү, индивидуаль һәм төркөмләп, парлап эшләү;
Уҡытыусы ү ярҙамсы. Дуҫ, кәңәшсе, яуап эҙләүҙә дөрөҫ юл күрһәтеүсе, йүнәлеш биреүсе.
Уҡытыусының төп бурысы – уҡыусыларҙы уҡыу мәсьәләләрен актив хәл итеү процесына дөрөҫ йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу.
Төп һөҙөмтә – уҡыусының үҙ белемен яңы ситуацияла үҙ аллы ҡуллана алыуы, хаталарын күреүе, үҙ-үҙен баһалай белеүе.
Яңы тема өйрәтеү дәресе структураһы
Тема, маҡсат, бурыстар билдәләнә. Ике тема биреү үҙен аҡлаясаҡ: теоретик материал өйрәнеү буйынса һәм тәрбиәүи, үҫтереүсе маҡсаттарҙан сығып лексик тема алына. Мәҫәлән, Сифат дәрәжәләре. Кешелә бөтәһе лә матур булырға тейеш. Тимәк, ошо лексик темаға яуап биргән бәйләнешле текстар аша сифат дәрәжәләрен өйрәнәсәкбеҙ.
Ойоштороу моменты (эшмәкәрлеккә әҙерлек).
Маҡсаты: уҡыусыларҙы дөйөм эшмәкәрлеккә йәлеп итеү. “Өйрәнергә теләйем, сөнки миңә ҡыҙыҡ”. Класта ыңғай эмоциональ атмосфера булдырыу. Эш алымдары.
уҡытыусының матур, изге теләктәре,
бөгөнгө эш өсөн кәрәкле сифаттарҙы билдәләү,
девиз, эпиграф менән таныштырыу,
өлгө буйынса өйгә эште үҙ аллы тикшереү һ.б. (1-2 минут)
Белемдәрҙе актуаллаштереү
Маҡсат: үтелгәнде бөгөн өйрәнеләсәк темаға нигеҙ булырлыҡ итеп иҫкә төшөрөү, һәр уҡыусыға ауыр тойолған урындарҙы асыҡларға тырышыу (4-5 минут).
Проблемалы ситуация булдырыу. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
Маҡсат: ауырлыҡтарҙы асыҡлау(Ниөсөн шундай һорау килеп тыуҙы? Нимәне беҙ әле белмәйбеҙ?), дәрес маҡсатын йә теманы төп һорау кеүек итеп билдәләү (4-5 минут).
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыуҙа проблеманы асыҡлауға йүнәлтелгән, темаға алып килгән әңгәмә.
Яңы белем өйрәнеү.
Маҡсат: телдән сисеү юлдарын бергәләп эҙләү, анализлау (7-8 минут).
Эш төрҙәре: төрлө фараздарға килтерерлек, “яңы белем” асыуға, проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән әңгәмә, төркөмләп, парлап эшләү.
Нығытыу.
Маҡсаты: бергәләп, сиратлап яңы белемде ҡабатлау, терәк сигнал формаһында теркәү (4-5 минут).
Эш төрҙәре: фронталь эш, парлап эштәр, продуктив күнегеүҙәр башҡарыу.
Үҙ аллы эш.
Маҡсат: һәр уҡыусыға үҙенең теманы аңлауын, уны файҙаланып күнегеүҙәр башҡара алыуын төшөндөрөү (4-5 минут).
Эш төрҙәре: 2-3 ҙур булмаған эш яҙма башҡарыла, өлгө буйынса үҙҙәрен тикшереп баһалайҙар.
Яңы теманы ҡабатлау, нығытыу.
Тәүҙә уҡыусыларға яңы тема буйынса эш тәҡдим ителә (1 күнегеү), артабан ошо уҡ күнегеү алдан үтелгән темалар менән бәйләп нығытыла (7-8 минут).
Рефлексия (дәрес һөҙөмтәһе).
Маҡсат: уҡыусыларҙың үҙ уҡыу эшмәкәрлеген, һәләттәрен лауы, дөрөҫ баһалауы, башҡаларҙың эшмәкәрлеген күрә һәм дөрөҫ анализлай белеүе (2-3 минут).
Һорауҙар:
Ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ?
Маҡсаттарға ирештекме?
Нисек?
Һөҙөмтәләр ниндәй?
Тағы ла нимәләр эшләргә тейешһегеҙ?
Бөгөнгө белемде тормошта ҡайҙа һәм нисек ҡулланырға мөмкин?
Һинең бигерәк тә ҡайһы эш уңышлы килеп сыҡты?
Нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк? һ.б.
Башҡорт телен уҡытыуҙа төп принциптар һәм методтар
Белем биреү принциптары – уҡытыу практикаһында закон һәм законлыҡтарҙы ҡулланыу буйынса күрһәтмәләр, ә ҡағиҙә – принциптарҙы тормошҡа ашырыу технологияһы [29; 167]. Логик эҙмә-эҙлелектә уны түбәндәгесә күрһәтергә мөмкин: закон <-> законлыҡтар, принцип –> ҡағиҙә.
Тимәк, белем биреү принциптары – улар идеялар, уҡытыу процесын ойоштороу һәм үткәреүгә ҡарата норматив талаптар
Дидактика күп төрлө прнциптар системаһы, классификациялар тәҡдим итә. Һәр предмет үҙе нигеҙләнгән концепцияға таянып, уңышлыларын һайларға бурыслы. Заман башҡорт теле дәрестәренең төп маҡсаты: башҡорт әҙәби теленә өйрәтеү, теле шәхесе формалаштырыу. Әлбиттә, быуаттар буйы һыналған төп принциптар нигеҙҙә һаҡлана, әммә, һәр белем биреү системаһында өҫтөнлөк алға, әйҙәп барыусы принциптар була. заман башҡорт теле дәрестәрен ҡарата түбәндәге принциптарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алыу уңышлы тип уйлайбыҙ.
Дидактикала эйәреүсе ролен үтәүсе уҡытыуҙың белем биреү, тәрбиә һәм үҫтереү берҙәмлеге принцибы башҡорт телен уҡытыуҙа ла төп функция башҡара. Әлбиттә, уҡыусы үҙ аллы белем алырға тейеш, уҡытыусы-йүнәлтеүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе. Әммә тап уҡытыусы мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен ошо принципҡа нигеҙләнеп, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес формалаштырыуға бурыстар билдәләй.
Фәннилек принцибы белем биреү йөкмәткеһе объектив фәнни факттарға, теория, закондарға ҡаршы килмәгәнлекте күҙ уңында тота.был принцип уҡыусыларҙы фәнни эшмәкәрлеккә, эҙләнеүҙәргә, ғөмүмән, фәнгә ылыҡтыра. Уҡытыусыға иһә уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороуға проблемалы ситуациялар булдырырға, күҙәтеүҙәр, бәхәстәр, анализ, дәлилләүҙәр, һығымталар аша дәрестең һөҙөмтәһен күтәрергә мөмкинлек бирә.
Белем биреүҙең практика менән бәйлелеге принцибы уҡыусыларҙы алған белемдәрен тормошта ҡуллана белергә өйрәтеүҙе, практик мәсьәләләр сисергә, үҙ ҡараштарын әйтә, күрһәтә белеүҙәрен формалаштырыуҙы күҙ уңында тота. Компетентлыҡтар формалаштырыу тураһында һүҙ барғанда был бигерәк тә актуаль. Мәҫәлән: уҡыусы эйәртеүле ҡушма һөйләмде бик яҡшы төҙөгән: ҡағиҙәне белә, дәреслектәге миҫалдарҙы ятҡа һөйләй, матур әҙәбиәттән һәр схемаға тап килгән һөйләмдәрҙе тапҡан, әммә үҙ иншаһында бер ҡушма һөйләм дә ҡулланмаған. Үкенескә ҡаршы, беҙ биргән теоретик белем үҙебеҙҙең дәрескә генә кәрәк булып сығамы? Шуға күрә, тормошсан, бай йөкмәткеле текстар анализлау, төҙөү аша уҡыусыларҙы оло тормошҡа әҙерләү – төп маҡсат икәнлеген онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Системалылыҡ һәм эҙмә-эҙмәлелек принцибы белем биреүҙе билдәле тәртиптә, системалы ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
Уның йөкмәткеһен биреүҙә лә, ойоштороуҙа ла билдәле ҡағиҙәләргә таянырға кәрәк. мәҫәлән. беренсе – өйрәнеләсәк материал планлаштырыла, логик бүлектәргә – темаларға бүленә, икенсе – һәр темала үҙәк төшөнсәләр, идеялар асыҡлана, дәрес материалы туплана, өсөнсө – темалар, фәндәр араһында бәйләнештәр булдырыла. Һәр дәрес - йөкмәткеһе буйынса үткән дәрестең логик дауамы, киләһе дәрестең – нигеҙе икәнен уҡытыусы хәтеренән сығармай.
Аңлайышлылыҡ принцибы уҡыусылар үҙләштерәсәк материал уларҙың реаль мөмкинлектәренә тап килергә тейешлекте аңлата.
Йәштәренә, әҙерлек кимәленә тап килмәгән уҡыу материалы уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын кәметә, ялҡыта. Шул уҡ ваҡытта артыҡ ябайлаштырыу ҙа шул уҡ һөҙөмтәләргә килтерергә мөмкин.
Әммә бөгөн был принцип быуаттар буйы раҫланған “ябайҙан – ҡатмарлыға” ғына түгел, ә “ябайҙан – ҡатмарлыға, алыҫҡа” ла, “дөйөмдән – өлөштәргә” лә ҡарата ойошторолорға тейеш.
Күргәҙмәлелек принцибы уҡытыуҙың эффектлығын күтәреүҙә оло әһәмиәткә эйә. Күреү, тотоп ҡарау, күҙәтеү, тәжрибә үткәреү – былар барыһы ла дәресте ҡыҙылы ла, файҙалы ла ойошторорға мөмкинлек бирә. Дөрөҫ әҙерләнгән күргәҙмә – ул уҡыусыларға төплө белем алырға юл күрһәтеү; ниндәйҙер кимәлдә уҡытыусының эшен еңелләштереү өсөн әҙерләнгән материал.
Күргәҙмәлелекте түбәндәге төрҙәргә бүлеп ҡарарға мөмкин (Т.А.Ильина буйынса):
тәбиғи күргәҙмәләр (реаль тормошта ҡулланылған предметтар);
эксперименталь күргәҙмәләр (тәжрибә, эксперименттар);
күләмле күргәҙмәләр (макет, фигуралар һ.б.)
рәсемле (изобразительная) күргәҙмәләр (картиналар, фотографиялар, һүрәттәр);
тауышлы күргәҙмәләр (дискылар, аудиояҙмалар);
символик һәм график күргәҙмәләр (карталар, схема, фигуралар) (11; 163).
Күргәҙмәләр менән эш уҡыусыларға дөйөм үҫештә киләһе баҫҡысҡа: конкрет фекерләүҙән абстракт, логик фекерләүгә күтәрелергә булышлыҡ итергә тейеш.
Аңлы үҙләштереү һәм уҡыусыларҙың активлығы принцибы белем биреү тик уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу булдырғанға ғына, улар үҙ эшмәкәрлегенең субъекттары булыуға, үҙ аллы белем алыу процесына йәлеп ителгәндә генә уҡытыу эффектлы булыуын билдәләй. Уҡыусы теге йәки был белемде үҙенә ни өсөн кәрәклеген аңлағанда, маҡсат аныҡ булғанда, проблеманы конкрет күргәндә һәм сисеү юлдарын күҙҙалағанда дәрес сифаты бермә бер артасаҡ.
Материалды төплө үҙләшетереү принцибы уҡыусыларға белемде бөгөн һәм иртәгәге дәрес өсөн генә түгел, ә киләсәк тормошта ҡулланыр өсөн иҫтә ҡалырлыҡ, төплө итеп биреү һәм үҙләштереүҙе күҙ уңында тота.
Уҡыу эшмәкәрлегендә коллектив һәм индивидуаль эш төрҙәренең формаларының уңышлы сиратлашыуы принцибы. Заман башҡорт теле дәресендә үҙ аллы, төркөмләп, парлап эштәр ҙур урын ала. Уларҙы дөрөҫ, урынлы ҡулланыу ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк. Психологик комфорт булдырыу, йәш, шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу кеүек психологик принциптар әле һәр дәрестә иң актуалдар рәтендә.
Вариативлыҡ принцибы уҡыусыларға һайлау мөмкинлеге биреүҙе күҙ уңында тота. Билдәле ситуациянан уҡыусы сығыу юлын тәҡдим итергә, һайлап алырға һәм үҙ фекерен дәлилләй белергә бурыслы.
Ижадилыҡ принцибы уҡыу эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың ижади башланғысына максималь баҫым яһарға кәрәклекте билдәләй (9;57). Методик принциптарҙы,Р.Ғ.Аҙнағоловҡа нигеҙләнеп,түбәндәгесә билдәләйбеҙ:башҡорт теленең бөтә кимәлдәрен үҙ-ара бәйләнештә өйрәнеү,дәрестәрҙе уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүгә йүнәлтеү,уҡытыуҙы стилистик йүнәлештә алып барыу,пунктуацияны өйрәнгәндә төп иғтибарҙы балаларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыуға йүнәлтеү,уҡыусыларҙың,үҙ аллы танып белеү һәләттәрен һәм телмәр эшмәкәрлеген үҫтереү [12; 28]. Быларға өҫтәп һәр дәрес уҡыусыны тел шәхесе булараҡ формалаштырыуға йүнәлтелергә,үҙ аллы тормош мәсьәләләрен дөрөҫ сисә алырлыҡ,рухи,илһөйәр шәхес тәрбиәләүгә,телде мәҙәни күренеш булараҡ аңлап өйрәнеүгә йүнәлтергә кәрәк.
Метод – грек һүҙе, дөрөҫлөккә, көтөлгән һөҙөмтәгә барыу ысулы.,юлы тигәнде аңлата. Методтарҙың состав өлөшө булып уҡытыу алымдары тора.
Белем биреү системаһының, йөкмәткеһенең, маҡсаттарынан, бурыстарынан сығып теге йәки был методтар актуаллашергә, йәки киреһенсә юғалырға, яңылары барлыҡҡа килергә мөмкин. Системалы-эшмәкәрлекле ҡарашҡа нигеҙләнгән башҡорт теле дәрестәрендә төп методтар итеп түбәндәгеләрҙе күрһәтергә мөмкин.
Әңгәмә методы – уҡытыусының төплө уйланылған һорауҙар системаһы аша уҡыусыларҙы белем алырға йәлеп итеүе, үҙләштереү кимәлдәрен асыҡлауы. Инеш әңгәмә дәрес башында уҡыусыларҙың белемдәрен актуаллаштереү, иғтибарҙарын туплау, актив танып-белеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Эвристик әңгәмә уҡыусыларҙың белем алыу процесында актив ҡатнашыуын, проблеманы сисеү юлдарын тәҡдим итеүен, бергәләп ҡағиҙәләр, һығымталар төҙөүҙе күҙаллай. Нығытыу әңгәмәһе уҡыусыларҙың булған белемдәрен системалаштырыуҙы, таныш булмаған ситуацияла аралаша, предмет-ара проблемаларға сығара белеүҙәрен маҡсат итеп ҡуя.
Дискуссия методының төп тәғәйенләнеше – уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы, танып-белеү эшмәкәрлеген активлаштырыу, үҙ фекерҙәрен әйтә, ҡараштарын яҡлай белеүенә ирешеү.
Күнегеүҙәр башҡарыу – уҡыусыларға алған белемдәрен практикала нығытыу күнекмәһе бирә.
Күнегеүҙәр телдән, яҙма, график булырға мөмкин. Төп талап: маҡсатҡа, бурыстарға яуап биргән, уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы, фәһем алырлыҡ ижади күнегеүҙәр.
Проблемалылыҡ методы – дәрестә уҡытыусының уҡыу мәсьәләһен дөрөҫ билдәләү, уҡыусылар менән бергәләп сисеү юлдарын эҙләү, уңышлыларын табыу. Әңгәмәләге һәр һорау проблемалы түгел.
Эвристик метод ҡулланғанда уҡытыусы төп проблеманы бер нисә өлөшкә бүлеп тәҡдим итә. Һәр аҙым ижади эшмәкәрлек талап итә, әммә әле дөйөм проблеманың тап килеүенә килтермәй.
Эҙләнеү методы белемде ижади файҙаланыуҙы күҙаллай. Уҡытыусы тәҡдим иткән эҙләнеү эштәрен уҡыусылар үҙ аллы проблемаларҙы билдәләйҙәр, хәл итеү ысулдары тәҡдим итәләр.
Тестар – уҡыусыларҙың алған белемдәрен тикшереп баһалауҙа ғына түгел, дәрестең ҡайһы этабында ла уңышлы ҡулланырға мөмкин булған актив метод.
Проектлау методы – уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген, ижади һәләттәрен, үҙ-үҙҙәренә ышаныстарын үҫтереүҙә иң уңышлы методтарҙан. Башҡорт теле дәрестәрендә был метод күп һәм киң яҡлы итеп файҙаланырға мөмкин.
Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн башҡорт теле курсының
төп йөкмәткеһе
Белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыу башҡа предметтар кеүек үк программаларға нигеҙләнә. Рәсәй Федерацияһының федераль базис уҡыу-уҡытыу плана белем биреү учреждениеларында туған телде (беҙҙең осраҡта башҡорт телен) мотлаҡ 735 сәғәт күләмендә өйрәнеүҙе билдәләй. 5-се класта – 175 сәғәт, 6-сы – 210 сәғәт, 7-се – 140 сәғәт, 8-се – 105 сәғәт, 9-сы – 105 сәғәт.
Коммуникатив компетенция формалаштырыуға йүнәлтелгән йөкмәтке.
I бүлек. Тел һәм аралашыу.
Тел һәм аралашыу. Телмәр ситуацияһы. Телдән һәм яҙма телмәр. Диалог һәм монолог. Монолог, уның төрҙәре (хәбәр итеү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү (хөкөмләү), монологтың төрлө төрҙәренең ҡушылмаһы). Диалог, уның төрҙәре (этикетлы, һорауға яуап алыу, фекер алышыу һ.б)
Телдән һәм яҙма телмәрҙең төп үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен аңлау, уларҙың өлгөләренә анализ. Аралашыуҙың төрлө ситуацияһында һөйләүсенең коммуникатив маҡсаты һәм формаль булмаған аралашыу нормаларын белеү.
II бүлек. Телмәр эшмәкәрлеге.
Эшмәкәрлек төрө булараҡ телмәр. Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре.
Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре менән эш итә белеү.
Төрлө уҡыу төрҙәрен (эҙләнеү, һорап алыу, танышыу, өйрәнеү) ҡуллана белеү, тыңлап аңлау төрҙәрен (һайлап, танышыу маҡсатында, деталле) иркен файҙаланыу, мәғлүмәт туплай, анализлай, дөйөмләштерә белеү.
III бүлек Текст.
Телмәр әҫәре булараҡ текст. Төп үҙенсәлектәре. Тема, коомуникатив асылы, төп фекере. Микротемаһы.
Тексты анализлау, план төҙөү. Төрлө типтағы, стилдәге, жанрҙағы текстар төҙөү.
IV бүлек. Телдең функциональ төрҙәре.
Функциональ төрҙәре: һөйләү теле, функциональ стилдәр: фәнни, публицистик, матур әҙәбиәт, эш ҡағыҙҙары, хаттар. Һәр стидең төп жанрҙары.
Һөйләү телмәренең, матур әҙәбиәт теленең һәм функциональ стилдәрҙең үҙенсәлектәрен асыҡлау.
Лингвистик (тел) компетенцияһын формалаштырыуға йүнәлтелгән йөкмәткеһе.
V бүлек. Тел тураһында дөйөм мәғлүмәттәр.
Башҡорт теле – башҡорт теленең халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Йәмғиәттә уның тотҡан урыны. Тел тураһында фән – лингвистика. Уның төп бүлектәре. Билдәле телсе ғалимдар.
Башҡорт телен белеүҙең мөһимлеген, кәрәклеген төшөндөрөү. Уның килеп сығышын, үҫеше, байлығы, тасуирлығы; матурлығы менән танышыу.
VI бүлек. Фонетика һәм орфография. Лингвистика төрө булараҡ Фонетика
VII бүлек. Графика.
Лингвистика бүлеге булараҡ графика.
Кешелек үҫеше тарихында яҙыуҙың әһәмиәтен төшөндөрөү.
VIII бүлек. Морфемика һәм һүҙъяһалыш.
Минималь тел берәмеге булараҡ фонема.
Морфеманың әһәмиәтле тел берәмеге булыуын анализлау.
IX бүлек. Лексикология һәм фразеология.
Лингвистика бүлеге булараҡ лексикология. Уй, хис-тойғоларҙы формалаштырыуҙа һәм башҡаларға еткереүҙә һүҙҙең әһәмиәте. Кеше лексиконы – уның интеллектуаль һәм телмәр үҫеше күрһәткесе.
X бүлек. Морфология.
Грамматика бүлеге булараҡ морфология.
Һүҙ төркөмдәрен грамматик мәғәнәһе, морфологик билдәләре һәм синтаксик роле буйынса танып белеү.
XI бүлек. Синтаксис.
Грамматика бүлеге булараҡ синтаксис. Синтаксис берәмеге булараҡ һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.
Төрлө типтағы һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәргә синтаксик анализ үткәреү.
XII бүлек. Телмәр мәҙәниәте.
Лингвистика бүлеге булараҡ телмәр мәҙәниәте. Тел нормалары, уларҙың функциялары.
Башҡорт әҙәби теленең төп нормалары менән танышыу.
XIII бүлек. Дөрөҫ яҙылыш: орфография һәм пунктуация.
Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре системаһы булараҡ орфография.
Орфографик һәм пунктуацион оҫталыҡҡа, зирәклеккә эйә булыу.
Культурологик компетенция формалаштырыуға йүнәлтелгән йөкмәтке.
XIV бүлек. Тел һәм мәҙәниәт.
Башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәтенең телдә сағылышы.
Милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр, тел берәмектәре менән аңлы эш итергә өйрәнеү.
Дәрестән тыш уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге
Яңы белем биреү стандарттарына ярашлы белем, тәрбиә биреүҙә уҡыусыларҙың дәрестән тыш уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген дөрөҫ, маҡсатлы ойоштороу оло әһәмиәткә эйә. Улар предмет, метапредмет һәм шәхси һөҙөмтәләр үҫтереүгә йүнәлтелә. Ни тиклем генә яҡшы ойошторолған дәрес булмаһын уҡыусыны һәр яҡлап шәхес булараҡ үҫтереү, тәрбиәләү, ижади һәләтлектәрен асыу өсөн ваҡыт яғынан, күләме буйынса ла был ғына аҙ. Актив, даими үткәрелгән дәрестән һуңғы эшмәкәрлек уҡыуысларҙа уҡыу-уҡытыу компетенциялары формалаштырыуҙа, эшмәкәрлек төрҙәренә эйә булырға өйрәтеүҙә лә бик әһәмиәтле.
Башҡорт теле буйынса кластан тыш эштәр системалы рәүештә Бикҡужина Т.Ә. тарафынан өйрәнелгән. Автор кластан тыш эштәрҙең белем һәм тәрбиә биреү бурыстары,төрҙәре,уларҙың методикаһын ентекле итеп биргән(13,138). Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр,заман был төр эштәрҙе яңы күҙлектән ҡаруҙы,байытыуҙы.камиллаштырыуҙы талап итә. Дәрестән һуңғы эшмәкәрлек уҡыусыларҙың лингвистик фекерләү даирәләрен киңәйтеүгә, телде тойоу, һиҙемләү мөмкинлектәрен үҫтереүгә, башҡорт халҡына һәм үҙ туған телдәренә һөйөү һәм хөрмәт, әҙәбиәт менән үҙ аллы эшләү һәләтлектәрен үҫтереүгә,башҡа предметтар менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға ла мөмкинлек бирә. Иң мөһиме, уҡытыусыға уҡыусыларҙа үҙ фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, мотивация булдырырға ярҙам итә, шәхес булараҡ үҙ уҡыусыларын төрлө яҡлап асырға, аралашырға ярҙам итә.
Уҡыусыларҙың дәрестән һуңғы эшмәкәрлеге төрлө характерҙа булырға мөмкин. Уларҙың ҡайһы берҙәре эпизодик, ҡайһылары системалы үткәрелә. Йөкмәткеһенә килгәндә улар предмет буйынса теоретик материал менән бәйле һәм киңәйтелгән, өҫтәлмә материал менән байытылған формала булырға мөмкин. Ҡатнашыусылар һаны буйынса индивидуаль, төркөм менән һәм бик күп (массовка) кеше ҡатнашлығында ойошторолорға мөмкин.
Тел материалы бирелеше буйынса телдән һәм яҙма төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр. Түбән кластарһа күберәк телдән эш төрҙәре йышыраҡ тәҡдим ителһә, юғары кластарҙа икеһе лә бер сама үткәреләсәк. Яҙма эш төрҙәренә төрлө гәзиттәр, стендтар, альбомдар сығарыуҙы индерегә була.
Төркөмләп эш төрҙәренә тел түңәрәктәре, экскурсиялар, викторина һәм башҡалары инә. Күп кеше ҡатнашҡан (бәлки, бөтә мәктәп) сараларҙа төрлө тел байрамдарын, күргәҙмә, конкурстарҙы индерергә була.
Дәрестән һуң үткәрелгән уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген түбәндәге методик принциптарға нигеҙләнеп ойоштороу мөһим:
дәрес һәм кластан тыш эштәрҙең үҙ-ара бәйлелеге;
тәҡдим ителгән материалдың фәнни тәрәнлеге (принцип научной углубленности);
практик йүнәлештә булыуы;
мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булыуы;
сараларҙа ҡатнашыусы, йәлеп ителеүсе көслө һәм йомшағыраҡ уҡыусыларҙың тиң хоҡуҡлы булыуы, үҙ теләктәре буйынса ҡатнашыуҙары;
һәр уҡыусыға индивидуаль мөнәсәбәт булдырыу;
ижади һәләттәрен үҫтереү принциптары.
Кластан тыш эштәрҙең йөкмәткеһенә килгәндә ул башҡорт теленән программаларға нигеҙләнеп, уҡыусыларҙың лингвистик ҡыҙыҡһыныуҙары, телмәр, фекер үҫеше кимәленән сығып билдәләнә. Әммә мотлаҡ программа сиктәрендә генә ҡалырға тейеш тип аңларға кәрәкмәй.
Мәҫәлән, кластан тыш сараларҙы башҡорт теленең тарихына сәйәхәт, уның донъя телдәре араһындағы урыны, һүҙъяһалыш һәм уларҙың этимологияһы кеүек программа тарафынан тәҡдим ителмәгән темалар уҡыусыларҙың уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген активлаштырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ.
Башҡорт теленән кластан тыш эш төрҙәре бик күп: әңгәмә, конкурстар, кисәләр, конференциялар, телдән журнал, лингвистик уйындар, олимпиадалар һәм башҡалар. Йыл барышында үткәрелгән кластан тыш эштәрҙең йомғаҡлау этабы итеп Башҡорт теле аҙналыҡтары, көндәре йәки декадаһы үткәреү уңышлы. Был сараға әҙерлек оҙайлы ваҡыт дауам итә, уның темаһы, йөкмәткеһе, планы уҡытыусыларҙың методик берекмә ултырышында тикшерелә һәм раҫлана. Сараларҙы сифатлы үткәреү маҡсатында ойоштороу комитеты һайлана. Улар иҫәбендә телсе уҡытыусылар ғына түгел, ә уҡыусыларҙы ла индереү күпкә отошло. Аҙналыҡ саралары, ғәҙәттә, билдәле тема буйынса ойошторола. Ул фонетика, лексика (топонимика, ономастика, терминология, этимология һәм башҡалар), фразеология, орфография, телмәр культураһы, стилистика, пунктуация, грамматика, текст лингвистикаһы һәм башҡа булырға мөмкин. Әммә аҙналыҡ темаһы бер нисә йыл ҡабатланырға тейеш түгел, сөнки уҡыусылар телдең төрлө кимәлдәре буйынса үҙҙәренең оҫталыҡтарын, һәләттәрен, тормошҡа әҙерлек кимәлдәрен үҫтерә алырға тейеш.
Белем биреү процессын информатизациялау бөгөн дәрестәрҙә генә түгел, компьютер технологияларын, уҡыусыларҙың дәрестән һуң эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ла киң ҡулланырға мөмкинлек бирә. Кластан тыш сараларҙа компьютер, телекоммуникациялар ҡулланыу, уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген генә активлаштырып ҡалмай, уларҙың ижади, коммуникатив һәләттәрен, фекерләү даирәһен, үҙаңын үҫтерергә лә булышлыҡ итә. Компьютер технологиялары ҡулланып түбәндәге эш төрҙәрен уңышлы ойошторорға мөмкин:
электрон энциклопедия һәм Интернет сығанаҡтарына нигеҙләнеп доклад, сығыш, реферат әҙерләү;
төрлө таблица, текстар, ижади эштәр башҡарыу;
коллектив проекттар, уларҙың презентацияһын эшләү;
электрон һәм баҫма варианттарҙа мәктәп һәм класс гәзитен сығарыу;
он-лайн фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу (презентациялар әҙерләү);
-Интернет-олимпиадаларҙа, тел буйынса үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашыу.
Тел дәрестәрен анализлау
Тел уҡытыу методикаһы фәне, дидактика фәне өлкәһендә күп төрлө дәрес анализлау өлгөләре тәҡдим ителә. Был аңлашыла ла, сөнки һәр дәрес ҡалыплаштырылған форманан бер аҙым ситкә китмәйенсә, һалынған конкрет схема буйынса ойошторолмай. Конкрет уҡытыусы билдәле осраҡта уңышлы тип һанаған дәрес төрөн, унда ҡулланыу өсөн метод, алымдар һайлай. Заман менән бергә дәрескә ҡуйылған талаптар ҙа, дәрес йөкмәткеһе, ундағы ҡиммәттәр ҙә үҙгәрә. Мәҫәлән, күптән түгел традицион уҡытыу системаһында дәрес башлыса белем биреү формаһы буйынса, йәғни уҡытыусы эшмәкәрлеге булараҡ (йәки белем биреү формаһы) анализлана ине, бөгөн ихтибар үҙәгендә – уҡыусылар эшмәкәрлеге, уҡытыусының белем алыуға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтә белеүе. Дәрескә комплекслы анализ хаҡында һүҙ алып барғанда ла бер нисә йыл элек уның методик, педагогик, психологик үҙенсәлектәрен тикшереп, физиологик-гигиена күҙлегенән ҡарау йыш ҡына “онотола” ине.
Яңы белем биреү стандарттарына нигеҙләнеп системалы-эшмәкәрлекле ҡараш буйынса төҙөлгән дәрестәр иһә был пунктты ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Сөнки әгәр ҙә заман дәрестәрендә тәү сиратта комфорт атмосфера булырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына икән, ул әлбиттә физиология һәм гигиена талаптарына ярашлы шарттарҙа ғына ойошторолорға мөмкин.
Комфорт – инглиз теленән уңайлы шарттар, таяныс, терәк тип тәржемә ителә. Хәтерҙә яҡшыраҡ һаҡланһын өсөн заман башҡорт теле дәрестәренең ҡайһы бер төп һыҙаттарын да ошо һүҙ эсендә күрһәтергә мөмкин
К – компетентлы ҡараш, компетенциялар, критик ҡараш, креативлыҡ, культура, коллектив
О – ойошҡанлыҡ, оптималлек
М – мобиллек, мотивация, моделләштереү
Ф – фантазия, формалаштырыу, функционаллек, фундаменталлек
О – отҡорлоҡ,осөон
Р – рухи үҫеш
Т – талант, толерантлыҡ, темп.
Заман дәрестәренең эффективлығы критерийҙары:
-асыштар аша белем алыу;
-теге йәки был уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген башҡарыуға уҡыусының үҙбилдәләнеше (самоопределение);
-тикшергән һорау буйынса төрлө ҡараштарҙы сағылдырған, сағыштырған, дөрөҫ яуап табырға йүнәлеш биргән дискуссияларҙың булыуы;
-шәхес үҫеше;
-уҡыусының үҙ эшмәкәрлеге субъект булып уны дөрөҫ планлаштыра белеүе;
-демократик ҡараш ( демократичность), асыҡлыҡ;
-уҡыусының үҙ эшмәкәрлеген аңлап ойоштороуы: һөҙөмтәгә нисек һәм ниндәй юлдар менән килде, ниндәй ауырлыҡтарға осраны, улар нисек юҡҡа сығарылды һәм уҡыусы ниндәй тойғолар кисерҙе;
тормош менән бәйле мөһим һорауҙар менән бәйлелек, уларҙы сисеү юлдары күрһәтелеүе;
коллектив эҙләнеүҙәр аша уҡыусыларға асыш яһарға шарттар булдырылыуы;
уҡыусы өсөн һәр ваҡыт тик үҙе үҙ аллы эҙләп тапҡан, төҙөгән йәки уйлап сығарған ҡағиҙә йәки төшөнсә ҡыуаныс килтерәсәгенең иҫтә тотолоуы;
уҡытыусының уҡыусыларҙы проблемалы эҙләнеү йәки тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу аша субъектив асыштар юлына йүнәлеш биреүе.
Үҙ дәресеңде анализлау
Үҙбаһа аспекттары |
Үҙанализ өсөн һорауҙар |
|
Үткәрелгән дәрестең төп мәғәнәүи асылы нимәлә? Ул уҡыусыларҙың төркөм, индивидуаль үҙенсәлектәре менән, тап ошо кластың кимәле, уҡыу-уҡытыу процесы һөҙөмтәләре менән нисек бәйле? Ниндәй маҡсат, бурыстар билдәләнгәйне? |
|
Дәрес йөкмәткеһе, метод, ысулдар уңышлы һайланғанмы? Маҡсат, бурыстарға яуап бирәләрме? |
|
Дәрестә -уҡыусының тормош тәжрибәһен байытырлыҡ, белемдәрен актуалләштерерлек, -үҙ аллы эшләү һәләттәрен, инициативлыҡтарын үҫтерерлек, -уҡыусыларға һайлау мөмкинлеге бирерлек, -ышаныслы аралашыу булдырырлыҡ, -уҡыусының индивидуаль индивидуаль талаптарын һәм уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырлыҡ ниндәй ниндәй алымдар ҡулландым? |
|
Дәрес маҡсатына ирештеме, бурыстар хәл ителдеме? Үткәрелгән дәрес ниндәй кимәлдә -уҡыусыларҙың индивидуаллеге асылышына, -ижади һәләттәре үҫешенә, -шәхестең ыңғай Мин-концепцияһы формалаштырылыуына алып килде? |
Уҡытыусының дәресенә педагогик анализ
Мотивация – йүнәлеш биреү (мотивационно-ориентированный) аспекты.
Уҡытыусы дәрестә уҡыусыларҙа дөйөм эшмәкәрлеккә мотивация һәм ыңғай эмоциональ мөхит булдыра алдымы? Бының өсөн ниндәй алымдар ҡулланылды?
Дәрестең маҡсат йүнәлештәре ниндәй кимәлдә аныҡ һәм аңлайышлы итеп күрһәтелде? Улар һәр уҡыусы өсөн шәхсән мөһимме? Уҡытыусы эшмәкәрлеге уҡыусыларҙың индивидуаллеген үҫтереүгә, үҙ үҙҙәрен танып-белеү, үҫтереү. Раҫлау һәләттәрен формалаштырыуға йүнәлтелгәнме?
Йөкмәтке аспекты (содержательный аспект)
Һайлап алынған уҡыу-уҡытыу материалы программа талаптарына, дәрестең төп идея, маҡсат, бурыстарына тап киләме?
Уҡытыусы дәрестә һәр уҡыусының төркөмдә һәм индивидуаль эшмәкәрлектә танып-белеү мөмкинлектәре үҫеше кимәлен , уҡыу-уҡытыу материалы менән уҡыусының тормош һәм белем тәжрибәһе бәйләнеше күрһәтелдеме?
Уҡытыусы өйрәнелгән күренеш йәки процесс хаҡында уҡыусыларҙа системалы күҙаллау (представление) формалаштырырға тырыштымы, ундағы мөһим элементтар, төп һыҙаттар һыҙыҡ өҫтөнә алындымы, предмет эсендәге һәм предмет-ара бәйләнештәр булдырылдымы?
Уҡыу-уҡытыу материалы практик йүнәлешлеме? Уҡыу уҡыусы шәхесенең ижади һәләттәрен үҫтереүҙә, эмоциональ мөмкинлектәрен асыуҙа, үҙҡиммәттәрен формалаштырыуҙа әһәмиәте бармы?
Ойоштороу аспекты
Уҡыусыларҙың шәхси тәжрибәһен (субъектный опыт) актуалләштереү һәм байытыу өсөн ниндәй педагогик алымдар ҡулланды?
Дәрес барышында аралашыуҙың диалог, полилог формаларын ҡулландымы?
Уҡытыусы уҡыусыларға индивидуаль һәм төркөмдә, коллектив йәки парлап эшләүҙе һайлау мөмкинлеге бирҙеме?
Дәрестә һәр уҡыусы өсөн уңыш ситуацияһы булдырылдымы? Уҡытыусы тарафынан толерантлыҡ, уҡыусыларға ҡарата ышаныс күрендеме?
Уҡыусыларҙың үҙаллылығын күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар булдырылдымы? Уҡытыусы ярҙамы оптималь күрһәтелдеме? Уҡыусыларҙың индивидуаль эшмәкәрлек темпы, стиле, иҫәпкә алындымы?
Өйгә эше дифференциаль характерға эйәме? Уҡыусылар өйгә эште һайлап алыу мөмкинлеге алдылармы?
Дәрестә ҡулланылған метод һәм алымдар ниндәй кимәлдә уҡыу-уҡытыу материалы йөкмәткеһе тап киләләр?
Баһалау-һөҙөмтә аспекты
Уҡытыусы баһалауҙа уҡыусылар яуабының дөрөҫ, дөрөҫ булмауын ғына түгел, ә яуаптың оригиналлеген, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен башҡарыуҙағы рациональ юл һәм ысулдар тәҡдим ителеүен дә иҫәпкә алдымы?
Уҡытыусының баһалау-аналитик эшмәкәрлеге уҡыусыларҙа ыңғай Мин-концепцияһын формалаштырыуға, донъяны танып-белеүҙә индивидуаль стилен булдырыуға булышлыҡ иттеме.
Заман белем биреү технологиялары
Заман, иҡтисад, сәйәсәт өлкәһендәге үҙгәрештәр мәғариф өлкәһенә яңы талаптар ҡуя. Шуға бәйле теге йәки был уҡытыу системалары, технологиялары, метод, алымдары,саралары, үҙгәрергә, байырға, ә бәлки бөтөнләй юғалырға мөмкин. Икенсе быуын белем биреү стандарттары нигеҙендә белем биреү һөҙөмтәһе – үҙ аллы үҫешкә һәләтле төрлө яҡлап үҫешкән ижади шәхес формалаштырыу. Үкенескә ҡаршы, традицион уҡытыу системаһы (үҙенең бик күп ыңғай яҡтары булыуға ҡарамаҫтан) был һөҙөмтәгә килеүҙе төп маҡсат итеп билдәләмәй. Юғарылағы бүлексәләрҙә һыҙыҡ өҫтөнә алыуыбыҙса яңы стандарттарҙың нигеҙендә системалы-эшмәкәрлекле ҡараш ята, йәғни үҫтереүсе уҡытыу (тәү сиратта Эльконин-Давыдов йүнәлеше) системалары актуалләшә. Дидактика өлкәһендә төрлө билдәләр буйынса бик күп белем биреү технологиялары айырып күрһәтелә. Әммә беҙҙең ҡарамаҡҡа, Икенсе быуын дәүләт белем биреү стандарттары талап иткән кимәлдә башҡорт теле дәрестәрен ойоштороуҙа уҡытыусыға үҫтереүсе уҡытыу системаларын, Шәхесте үҫтереүгә йүнәлтелгән белем биреү, проблемалы уҡытыу, проектлау технологияларын уңышлы файҙалана ала. Шуға күрә беҙ ентекләберәк тап ошо технологияларҙа (үҫтереүсе уҡытыуҙан иң төп иҫәпләнгәндәрен – Эльконин-Давыдов һәм Занков системаларын) туҡталыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип таптыҡ. Шулай уҡ ижади эҙләнгән уҡытыусы быға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса донъя күргән Р.Ғ.Аҙнағоловтың хеҙмәттәрен ,З.М. Ғәбитованың Границкаяның адаптив системаһы, дифференциаль уҡытыу буйынса хеҙмәттәре, М.И. Баһауетдинова, Г.И. Йәғәфәроваларҙың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу”, Г.И. Фәхрисламованың “Компьютер технологияһын ҡулланып башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу” ҡулланмаларын уңышлы файҙалана ала.
Теге йәки был уҡытыу технологиялары үҙенсәлектәрен ҡарауға тиклем ҡайһы бер дидактик категорияларҙың билдәләмәһен иҫкә төшөрәйек. Сөнки төрлө әҙәбиәттә улар төрлө атамалар менән йөрөтөлә һәм ниндәйҙер кимәлдә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра.
Методик система термины ике һүҙҙән тора: методика +система. Методика – ниндәйҙер эшмәкәрлеккә өйрәтеүҙәге методтар берләшмәһе, ниндәйҙер эшмәкәрлекте практик башҡарыу, шулай уҡ ул белем биреү методтары тураһындағы фән. С.И. Ожегов билдәләүенсә, система – ул – 1) нимәнеңдер состав өлөштәренең билдәле тәртиптә һәм бәйләнештә урынлашыуы; 2) нимәнеңдер ойошторолоу формаһы [24; 159].
Ошоларҙан сығып методик система – ул уҡыу процесын ойоштороу һәм үткәреү, контролдә тотоу, уҡытыусыларҙың методик әҙерлек кимәлен күтәреү маҡсатынан ойошторолған билдәле тәртиптә һәм эҙмә-эҙлелектә урынлаштырылған саралар берләшмәһе (26; 177).
Технология – ниндәйҙер эштә, сәнғәттә ҡулланылған алымдар берләшмәһе (5; 17).
Педагогик технология – психологик һәм педагогик йүнәлтмәләрҙең (установка) берләшмәһе, улар үҙ сиратында белем һәм тәрбиә биреүҙең махсус формалары, метод, саралары һәм алымдарын билдәләйҙәр, тимәк педагогик технология – педагогик процестың ойоштороу-методик инструментарийы.
Педагогик технология – планлаштырылған белем биреү һөҙөмтәләренә ирешеүҙе сағылдырған процесс. (И.П. Волков)
Педагогик технология – ул һәр деталенә тиклем уйланған, уҡыу процесын проектлау, ойоштороу һәм үткәреү буйынса, уҡыусылар һәм уҡытыусы өсөн уңайлы шарттар булдырған берҙәм педагогик эшмәкәрлек моделе. (В.М. Монахов)
М. Чошанов, күп кенә рус һәм сит ил ғалимдары фекерҙәрен дөйөмләштереп педагогик технологияларҙың төп үҙенсәлектәре тип түбәндәгеләрҙе билдәләй:
диагностиклы маҡсат ҡуйылыу (диагностичное целеобразование) һәм һөҙөмтәлелек гарантияланған маҡсатҡа ирешеүҙе һәм белем биреү процесыныңэффективлығын күҙаллай;
экономлыҡ (йәғни ҙур күләме булмауы) күп уҡыу ваҡытын алмауы, уҡытыусы хеҙмәтен оптималләштереүҙе һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе тәьмин итә;
төҙәтмәләр, иҫкәрмәләр индереү мөмкинлеге (корректируемость) – аныҡ билдәле маҡсаттарға ирешеү барышында әүҙем кире бәйләнеш булдырырға була [34; 57].
Артабан М. Чошанов, педагогик технология һәм методик система тап ошо үҙенсәлектәренә уларҙа сағылыш кимәле менән айырыла, тип билдәләй. Әгәр педагогик технологияла уларҙы конкрет билдәләп булһа, методик системала улар йә сағыштырмаса тарҡау бирелә, йә бөтөнләй булмаҫҡа мөмкин. Тағы ла педагогик технологияла йөкмәткеле компонент бик аныҡ билдәләнмәй, ә методик системаларҙа – киреһенсә.
Тимәк, педагогик технология методик йәки дидактик системанаң төп өлөшө. Методик система түбәндәге һорауҙарға яуап бирә: 1. Нимәгә өйрәтергә? 2. Ниңә уҡытырға? 3. Нисек өйрәтергә?, ә технология тәү сиратта өсөнсө һорауға (тик өҫтәлмә менән) яуап бирә: Нисек һөҙөмтәле уҡытырға? Шулай итеп, үрһәге төшөнсәләрҙең иерархияһы түбәндәгесә: методика => методик система => педагогик технология.
Үҫтереүсе уҡытыу концепциялары үҙәгендә уҡыусы шәхесенең төрлө яҡлап үҫеше тора. Был уҡытыусы өсөн дә, уҡыусының үҙе өсөн дә төп бурыс. Һәм был проблема эҙмә-эҙлекле хәл ителә.Тәүге этапта – уҡыусыла үҙ аллы үҫешкә һәм һәләттәр формалаштырыу юлы менән, артабан, йәғни, киләһе йылдарҙа – был һәләттәрҙе үҫтереү һәм максималь тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу юлы менән.
Үҫтереүсе уҡытыу системаһын традицион белем биреү менән сағыштырып түбәндәге һығымталарға килергә мөмкин. Традицион система уҡыусыларҙы функциональ эҙләүгә йүнәлтелгән, ул прагматик, ҡаты аныҡ бурыстарҙы хәл итә: билдәле белем, күнекмәләргә эйә булыу. Үҫтереүсе уҡытыуҙа иһә төп маҡсат уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусы шәхесе үҫеше. Үҫтереүсе уҡытыуҙа уҡыу-уҡытыу материалы йөкмәткеһен үҙләштереү, тәрбиә һәм үҫеш берҙәм процесс булараҡ ҡарала. Г.Ю. Ксензова билдәләүенсә үҫтереүсе уҡытыу – уҡыу-уҡытыу йөкмәткеһе, ойоштороу методы, формаларының уҡыусы шәхесенең төрлө яҡлап үҫешенә йүнәлтелеүе (14; 97). Белем, күнекмә оҫталыҡтарҙн башҡа тағы ла нимәгә өйрәтергә мөмкин тигән һорау тыуырға мөмкин. Үҫтереүсе уҡытыуҙа тәү сиратта – предмет буйынса үҙ аллы белем алыу ысулдарына өйрәтеү. Тик шул ваҡытта ғына уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеге активлашасаҡ, ыңғай эмоциональ мөхит булдырыла һәм белем алыуға уҡыусыларҙың мөнәсәбәте үҙгәрәсәк.
Д.Б. Эльконин-В.В. Давыдов системаһының төп үҙенсәлектәре
Йөкмәткеһенең төп һыҙаттары:
уҡыу-уҡытыу предметының махсус төҙөлөшө, фән өлкәһе методтары, уҡыусының объекттарҙы аңлы күҙәтә, башҡа объекттар менән мөнәсәбәтен күрә, аңлай, килеп сығыуын, үҙгәрештәрен төплө аңлап фәнни сағылдыра белеүе;
уҡыу-уҡытыуҙың теоретик кимәлдәрен күтәреү, уҡыусыларға эмпирик белем һәм практик күнекмәләр биреү менән генә сикләнмәй, йәмғиәт аңының “юғары” формалары (фәнни төшөнсәләр, художестволы образдар, әхләҡи ҡиммәттәр) менән таныштырыу;
Д.Б. Эльконин-В.В. Давыдов технологияһының үҫтереү характеры, тәү сиратта, уның йөкмәткеһенең теоретик белемгә нигеҙләнеүендә. Билдәле булыуынса, эмпирик белем нигеҙендә күҙәтеү, күреп күҙаллау, предметтарҙың тышҡы сифаттары ята, дөйөмләштереү иһә предметтарыҙ сағыштырыу юлы менән килеп сыға. Ә теорертик белем өҫтөнлөк алғанда хистәр менән генә сикләнеп булмай, фекер үҙгәрештәре, абстракция, предметтарҙың эске мөнәсәбәте, бәйләнеше өҫкә сыға. Былар барыһы ла бөтөн бер элементтар системаһы эсендә мөнәсәбәттәрҙең ролен, функцияһын анализлау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, мәҫәлән, бер тел күренешенең тотош тел ғилеме системаһында урынын аңлау;
теоретик белем системаһы нигеҙен йөкмәткеле дөйөмләштереү тәшкил итә. Улар түбәндәгесә булырға мөмкин, мәҫәлән, фәндең сағыштырмаса дөйөм төшөнсәләре, фундаменталь күренештәр, категориялар (мәҫәлән, һүҙ, һ.б.);
б) тышҡы, йәғни конкрет предмет сифаттары түгел, ә эске бәйләнешле төшөнсәләр (мәҫәлән, тарихилыҡ, һүҙҙәрҙең этимологияһы);
в) абстракт төшөнсәләр менән эш итеү, фекерләү, эҙләнеү операциялары аша алынған теоретик образдар.
Тимәк, йөкмәткеле дөйөмләштереү – предметты күреү, сағыштырыу юлы менән генә түгел, ә уның эске бәйләнештәрен, үҫеш юлын асыҡлау аша өйрәнеү. Миҫал: “ҡурай – музыка ҡоралы, исем, берлектә генә тип ҡарау түгел, ә уны, мәҫәлән, концепт булараҡ тикшереү.
Системаның дидактик берәмектәре
Уҡыу предметы структураһында йөкмәткеле дөйөмләштереүгә нигеҙләнгән дедукция ята. В.В. Давыдов буйынса аң-белем эшмәкәрлеге (умственные действия), фекерләү ике төргә: эмпирик (күрмә образдарға нигеҙләнгән) һәм диалектик бүлеп ҡарала.
Эмпирик фекерләү предмет һыҙаттарын өлөштәргә бүлеп, сағыштырып, формалы дөйөмләштереп, төшөнсә биреп өйрәнеүгә йүнәлтелә. Ул – аңдың, танып-белеүҙең иң түбәнге баҫҡысы. Уның төрҙәре: индукция, дедукция, абстракция, анализ, синтез һ.б.
Теоретик йәки диалектик фекерләү эҙләнеүҙе төшөнсәнең тәбиғәте менән бәйле өйрәнеүҙе, уны хәрәкәттә-үҫештә ҡарауҙы күҙ уңында тота. Теоретик фекерләү кешеләргә һәр төшөнсә, күренешкә, ваҡиғаға уның килеп сығышы, үҫеш юлын анализлау аша ҡарарға өйрәтә.
Йөкмәткеле анализ - ниндәйҙер субъекттың генетик сығышын билдәләү, башҡа оҡшаш объекттар менән мөнәсәбәтен, үҙенә генә хас үҙенсәлектәрен табыу.
Йөкмәткеле абстракция – бирелгән материалда дөйөмләштерелгән фекерҙе (выделение исходного общего отношения) билдәләү һәм уны тамға-символик формала биреү.
Дөйөмләштереү – предметтарҙағы төп һыҙаттарҙы табыу, ошо һыҙаттар буйынса уларҙы берләштереп, дөйөм төшөнсәгә килтереү.
Эмпирик дөйөмләштереү – предмет, күренештәрҙе сағыштырыу аша дөйөм эмпирик төшөнсәгә килеү.
Теоретик, йөкмәткеле дөйөмәлштереү – бөтөндө анализлау, уның килеп сығышын, төп үҙенсәлектәрен, мөнәсәбәтен асыҡлауҙы күҙ уңында тота.
Дөйөмдән конкретҡа килеү – теоретик дөйөмләштереүҙе юғары кимәл төшөнсәһе булараҡ аңлауҙы һәм уның аша вағыраҡ, конкретыраҡ төшөнсәләргә килеүҙе аңлата.
Йөкмәткеле рефлексия – үҙ аллы фекер эшмәкәрлеге өсөн нигеҙләнеүҙәр эҙләү һәм билдәләү.
Шулай итеп, уҡыу предметы йөкмәткеһе төшөнсәләр системаһынан тора. Әммә был төшөнсәләр объектты һүрәтләү ысулы булараҡ ҡына ҡаралмай, ә алынасаҡ мөһим һөҙөмтә ысулдарының үҙгәрештәргә дусар ителәсәк нигеҙе булараҡ өйрәнелә.
Уҡыусыларға уҡыу предметы буйынса төп төшөнсәләр был системаға ярашлы спираль хәрәкәтендә үҙәктәге переферияға табан үҙләштерелә. Үҙәктә абстакт – дөйөм төшөнсә бирелә, ситтән төрлө яҡлап был төшөнсә конкретлаштырылаЮ байытыла һәм фәнни-теоретик төшөнсәгә әйләнә.
Башҡорт теле дәрестәрендә тикшеренеү объекты булып, мәҫәлән, һүҙ торорға мөмкин. Ул – йөкмәткеле дөйөмләштереү, сөнки үҙ-ара бәйле ҡатмарлы күп мәғәнәләр системаһын үҙ эсенә ала, фонемаларҙан тора. Һәр фонема хәреф менән билдәләнә (йөкмәткеле анализ). Һүҙҙе өндәр күҙлегенән анализлағас (йөкмәткеле абстракция), уҡыу-уҡытыу мәсьәләләренә күсәбеҙ, улар үҙ сиратында һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр менән бәйле булырға мөмкин.
Өндәрҙе, һүҙҙәрҙе үҙгәртеү кеүек эштәр башҡарыу аша конкрет лингвистик мәсьәләләр хәл ителә (дөйөмдән конкретҡа килеү).
Башҡорт теле курсын проблемалар сылбыры кеүек күҙаллау маҡсатҡа ярашлы була: бер проблеманы хәл итеү икенсеһенә алып килә(17,34).
Төп үҙенсәлектәре
Маҡсатлы уҡыу эшмәкәрлеге концепцияһы йыш ҡына уҡыусының дәрестә, уҡыу процесында ҡатнашыуы уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге булараҡ ҡарала. Д.Б. Эльконин – В.В. Давыдов теорияһы күҙлегенән был дөрөҫ түгел.
Маҡсатлы уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге башҡа төр уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенән эске һөҙөмтәгә йүнәлтелеүе, фекерләүҙең теоретик кимәлгә күтәрелеүенә тырышыу мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыуы менән айырыла(18,45).
Маҡсатлы уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге – уҡыусы активлығының үҙенсәлекле бер формаһы һәм ул уҡыу-уҡытыу субъекты булараҡ уҡыусы шәхесенең үҙ үҙен үҙгәртеүенә йүнәлтелгән.
Маҡсатлы уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенең төп һыҙаттары:
Уҡыусыла эске танып-белеү мотивтарының булыуы, ихтыяж булыуын үҙенең төшөнөүе;
аңлы үҙ-үҙен үҙгәртеү маҡсаты булыуы, уҡыу мәсьәләһен аңлауы һәм ҡабул итеүе;
уҡыусы – уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенең тулы хоҡуҡлы субъекты һәм ул бөтә этаптарҙы ла үҙ аллы үтә ала: маҡсат билдәләү, планлаштырыу, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу һәм һөҙөмтәне анализлау, баһалау;
теоретик белем өйрәнеүгә, маҡсатлы уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген формалаштырыуға баҫым яһау, мәсьәлә, бурыстарҙы хәл итеүҙең дөйөм принциптарын төшөндөрөү;
уҡыусы – эҙләнеүсе, булдырыусы, төҙөүсе (исследователь-творец);
үҙ эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен рефлексив характерҙа ҡарау. Ижади рефлексия тәжрибәһе шәхес формалаштырыуҙа төп элемент булып тора.
Тимәк, уҡыу-уҡытыу маҡсатлы уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге булараҡ ойошторола, уҡыусы үҙ үҙен үҙгәртеү буйынса маҡсаттар ҡуя һәм ижади ошо маҡсаттарға ирешә.
Проблемалылыҡ. Уҡытыусы уҡыусыларға тел ғилеме фәненең ҡаҙаныштарын әҙер килеш тәҡдим итмәй, ә уларҙы асыштар яһарға, күҙәтергә, фәнни эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр алып барырға саҡыра.
Уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре методы. Уҡыу-уҡытыу мәсәьәләләре киң мәғәнәлә уҡыусылар тарафынан уҡыу процесында танып белеү маҡсатынан сығып билдәләнгән бурыстар. Үҫтереүсе уҡытыу системаһында ул проблемалы ситуацияға оҡшаған. Тимәк, нимәнелер белмәү яңы таныш булмаған мәсьәлә менән осрашыу, белемдәреңдең етерлек кимәлдә булмауын аңлау, эҙләнеү, дөйөм эшмәкәрлек ысулдарын барлау, оҡшаш мәсьәләләрҙе тикшереү һәм яуапҡа килеү.
Уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре түбәндәге эштәрҙе башҡарыу аша хәл ителә:
уҡытыусы ярҙамында йәки үҙ аллы уҡыу-уҡытыу мәсьәләһен ҡуйыу;
мәсьәлә шарттары аша дөйөм өйрәнелгән курс эсендә был теманың урынын билдәләү, мөнәсәбәттәрен күҙаллау;
моделләштереү;
моделде үҙгәртеп ҡарау;
үҙ аллы оҡшаш мәсьәләләр төҙөү;
контроль;
баһалау.
Моделләштереү. Мәсьәләне теоретик сисә белеү оло әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта моделләштереү ҙә конкрет осраҡта мәсьәләләр сисеүҙең уңышлы ысулы. Уҡыу-уҡытыу моделе был системала фекер анализының продукты булараҡ ҡарала.
Коллектив эшмәкәрлек. Л.С. Выготский билдәләүенсә, психик үҫеш субъекты – айырым кеше түгел, ә кешеләр төркөмө. Коллективта һәр кеше йә субъект, йә идеялар сығанағы, йә оппонент һ.б. проблемалы һорауҙар уҡыусыла ижади көсөргәнеш булдыра, үҙ фекерен әйтеүҙе, һығымталар сығарыуҙы, фаразлауҙар ҡороуҙы һәм уларҙы оппоненттар менән диалогта тикшереүҙе күҙаллай(19.75). Коллектив эшмәкәрлек аша уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре генә хәл ителеп ҡалмай, уҡыусылар эшлекле аралашырға өйрәнә. Диалог, полилогтарҙы ойоштороу, йүнәлеш биреү, йөпләү, хуплау – уҡытыусының төп бурысы. Әммә ул да – уҡыусылары кеүек диалог ҡатнашыусыһы. Ул да тәнҡит, ҡаршы фекерҙәр, ҡабул итергә әҙер.
Баһалау. Үҫтереүсе уҡытыу системаһында баһалау традицион уҡытыуҙан ҡырҡа айырыла. Уҡыусының башҡарған эшенең күләме, сифаты уның субъектив мөмкинлектәренән сығып баһалана. Шул осраҡта ғына һәр уҡыусының үҫеше, уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенең формалашыу кимәлен күрергә мөмкин.
Л.В. Занков системаһының төп үҙенсәлектәре.
Дәрес – уҡыу-уҡытыу процесының төп формаһы. Л.В. Занков системаһында уның функциялары, ойоштороу формаһы бер ни тиклем үҙгәртелергә мөмкин. Дәрестең инвариант һыҙаттары:
дәрес маҡсаттары белем биреү һәм тикшереүгә ҡайтып ҡалмай, ә күберәк уҡыусы шәхесен үҫтереүгә йүнәлтелергә мөмкин;
класта полилог өҫтөнлөк ала, ул үҙ сиратында балаларҙың үҙ аллы фекерләү эшмәкәрлегенә нигеҙләнә;
уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың хеҙмәттәшлеге;
методик маҡсат – дәрестә уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген асыуға, үҫтереүгә уңайлы шарттар булдырыу. Был маҡсат түбәндәге юлдар менән тормошҡа ашырыла:
уҡытыусы проблемалы ситуациялар, коллизиялар булдыра;
дәрестә уҡыусыларҙың субъект тәжрибәһен асырға мөмкинлек биреүгә йүнәлтелгән төрлө форма һәм методтар ҡулланыла;
дәрес планын уҡыусылар менән бергәләп төҙөй һәм тикшерә;
кластағы һәр уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу атмосфераһы булдыра;
уҡыусыларҙы үҙ фекерҙәрен, яуаптарын яңылышыуҙан ҡурҡмай әйтергә, дөйөм эҙләнеүгә саҡыра;
уҡыусыларға һайлау мөмкинлеге биргән бай йөкмәткеле дидактик материал тәҡдим итә;
уҡыусыларҙың һуңғы һөҙөмтәләрен генә түгел, ә эшмәкәрлектәре процесын да баһалай;
уҡыусыларҙың мәсьәләләрҙе сисеү буйынса үҙ юлдарын, ысулдарын тәҡдим итеүен хуплай, башҡаларҙыҡы менән сағыштырырға, иң уңышлыларын һайлап алырға өйрәтә(20,74).
Дәрес үҙенсәлектәре
танып белеү эшмәкәрлеген ойоштороу – “уҡыусыларҙан”.
уҡыусылар эшмәкәрлеге: күҙәтәләр, сағыштыралар, төркөмләйҙәр, бергәләштерәләр, һығымталар эшләйҙәр, бәйләнеште асыҡлайҙар. Улар тимәк, фекерләйҙәр, планлаштыралар, һөҙөмтәгә ынтылалар.
уҡыусылар эшмәкәрлегенең интенсивлығы, эмоциональ кисерештәре, көтөлмәгән, уйламаған эффект менән күнегеүҙәр, ижад механизмы. Уҡытыусы ярҙамы һәм хуплауы.
коллектив эҙләнеүҙәр, уҡыусылрҙың үҙ аллы фекерен уятырлыҡ уҡытыусының һорауҙары.
дәрестә педагогик ситуацияларҙың булыуы, уларҙың үҙ сиратында һәр уҡыусыға эш барышында инициатива, үҙаллылыҡ, үҙ үҙҙәрен раҫлау мөмкинлеге биреүе.
дәрес структураһының һығылмалылығы.
һөҙөмтәләрҙе күҙәтеү.
Уҡыусының дөйөм шәхси үҫешен асыҡлау һәм күҙәтеү өсөн Л.В. Занков түбәндәге күрһәткестәрҙе тәҡдим итә:
Күҙәтеүсәнлек – күп кенә психик функциялар үҫешенең нигеҙе.
Төрлө яҡлы фекерләү (отвлеченное) – анализлау, синтез, абстракция, дөйөмләштереү.
Практик күнекмәләр – матди объект төҙөй белеү(21.214).
Л.В. Занков системаһында түбәндәге педагогик үҙенсәлектәр айырып күрһәтелә:
-Күп яҡлылыҡ (многогранность) – уҡыу-уҡытыу процесы күп яҡлы функцияға эйә. Уның бурысы – уҡыусыларға белем һәм күнекмәләр биреү генә түгел, ә уларҙың дөйөм үҫеше, тәрбиә. Уҡыу-уҡытыу күп яҡлы булғанға ла эш барышында баланың интеллекты, хис-тойғолары, ынтылыштары иҫәпкә алына. Улар нигеҙендә уҡыусының рухи ихтыяжы ята.
Л.В. Занков билдәләүенсә, педагогикала тәрбиә уҡыу-уҡытыу менән бәйле тип әйтеү генә аҙ, әлбиттә, һәр предмет йөкмәткеһе тәрбиәләй. Әммә беҙҙе икенсе нәмә ҡыҙыҡһындыра: уҡыу-уҡытыу нисек, ниндәй кимәлдә ҡуйылған һәм тәрбиә уға нисек бәйле. Сөнки унһыҙ рухи тәрбиә тураһында һүҙ алып барыу урынһыҙ [22.56]. Уҡыусы үҫеше – тәрбиәлә төп шарт. Эске мотивтар ғына аң-белемгә ихтыяж уятыуға һәләтле.
Процессуаллеге. Процесс – ул ябай үҙгәрештәр генә түгел, ә бер-береһе менән тығыҙ бәйле стадиялар теҙмәһе. Тап ошо үҙенсәлек нигеҙендә уҡыусылар теге йәки был класта уҡыу предметы курсын бөтөн бер системаның өлөшө икәнен төплө аңлап, башҡа элементтары (мәҫәлән, беҙҙең осраҡта тел кимәлдәре) менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнәләр. Тик был тышҡы бәйләнеш кенә түгел, ә эске бәйләнеш – ошо фәнде тик бер йылда ғына (1 өҙөгөн генә) төплө, аңлы үҙләштереү мөмкин түгел.
Коллизиялар. Уҡыу-уҡытыуҙа яһалма ҡапма-ҡаршылыҡтар булдырыу уҡыусыларҙың интенсив уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙә оло әһәмиәткә эйә. Ҡаршылыҡ килеп сыҡҡас, уҡыусы ғәжәпләнә һәм дөрөҫ юлды табыу маҡсатында ҡатмарлы процесс башлана: булған белемдәрҙе актуаллаштереү, булған тәжрибәне туплау, сисеү юлдарын эҙләү, уларҙың эҙмә-эҙлелеген күҙаллау һәм мәсьәләне сисеү. Коллизиялар уҡыусыны уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенең юғары баҫҡысына
-Вариантлыҡ. Методик система, ғәҙәттә, дөйөмләштереп төҙөлә. Унда конкрет шарттар иҫәпкә алынмай. Шуға күрә билдәле шарттарҙа конкрет уҡытыусы үҙ тәжрибәһе һәм стиленә нигеҙләнеп, тик үҙенең уҡыусыларына ғына хас үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып методик системаны тормошҡа ашырыу юлдарын һәм ысулдарын төҙөргә бурыслы.
Проектлау технологияһы
Проект – уҡытыусы тарафынан махсус төплө әҙерләнелеп уҡыусыларға үҙ аллы ижади башҡарырға тәҡдим ителгән эшмәкәрлек комплексы. Эшмәкәрлек һөҙөмтәһе – әҙер ижади продукт(23,46).
Проектлау технологияһының төп маҡсаттары:
-уҡыусыларҙы үҙ аллы маҡсаттарҙы күрә, булған белем, оҫталыҡтарын активлаштыра белергә өйрәтеү;
проблемаларҙы дөрөҫ билдәләй, мәғлүмәт менән эш итә, кәрәкле төп мәғлүмәтте һөҙөп ала белергә өйрәтеү;
тикшеренеү алып барыу һәләтлектәрен формалаштырыу;
төркөмдә эшләй, аралаша белеү оҫталыҡтарын үҫтереү;
алған белем, тәжрибәләрен туплай, башҡаларға күрһәтә белеү күнекмәләрен биреү.
проектлау технологияһында уҡыусылар белем, күнекмә, оҫталыҡтарҙы үҙ эшмәкәрлектәрен планлаштырыу һәм әкренләп ҡатмарлана барған практик эштәр – проекттар башҡарыу юлы менән алалар.
Ыңғай яҡтары:
уҡыусыларҙың белем алырға мотивацияһын күтәрә;
актив практик эшмәкәрлеккә һәләтлектәрен үҫтерә;
уҡыу-уҡытыу процесына демократик төҫ бирә, уҡыусы менән уҡытыусы араһында хеҙмәттәшлек мөнөсәбәте көсәйә, ижади мөхит булдырыла.
Уҡыу-уҡытыу проекттарының төрҙәре:
ваҡыт күҙлегенән:
бер дәрескә йәки тотош бер уҡыу йылына иҫәпләнгән булырға мөмкин;
ҡатнашыусылар һаны:
индивидуаль, парлы, йәки төркөм менән;
мәктәп эсендә йәки мәктәп-ара;
предмет өлкәһендә:
бер предмет, предмет-ара, бер предмет эсендәге.
Проект өҫтөндә эш этаптар
Әҙерлек:
проект өсөн тема һайлау һәм маҡсаттар билдәләү;
ҡатнашыусыларҙы асыҡлау, төркөмдәр билдәләү.
эштең дөйөм йүнәлешен асыҡлау.
фаразлау формалаштырыу (әгәр ҙә..., тимәк...)
материал туплау. Фаразлауҙы иҫбатлау өсөн уҡыусыларға мәғлүмәт алынған сығанаҡ билдәләргә, белешмә алыу ысулдарын күрһәтергә, материалды эшкәртеү методикаһын белергә, һөҙөмтәләрге күрһәтеү формаһын уйларға кәрәк була.
дөйөмләштереү, һығымта, төшөнсәләрҙе формалаштырыу.
проект һөҙөмтәләрен презентациялау,яҡлау.
Проект һөҙөмтәләрен баһалау критерийҙары:
-тикшеренеү, эҙләнеү эшенең тамамланған булыуы;
тәҡдим ителгән материалдарҙың мәғлүмәтилеге;
килтерелгән факт, аргументтарҙың урынлы, маҡсатлы ҡулланылыуы;
эксперименттың актуаллеге;
һөҙөмтәләрҙең әһәмиәтле булыуы, артабан ҡулланыуға яраҡлыҡ кимәле.
Проектлау технологияһын ҡулланыу уҡытыусынан махсус әҙерлек талап итә. Уҡытыусы алдан дәрес маҡсаттарын билдәләргә, тикшерелә торған материалды логик эҙмә-эҙлекле тамамланған бүлек-блогтарға бүлергә, уларҙы тикшереү, өйрәнеү планын төҙөргә, сығанаҡ материалдар әҙерләргә, төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт күрһәтергә, уҡыусылар менән индивидуаль һәм төркөмләп эш барышында үҙ позицияһын дөрөҫ билдәләй белергә бурыслы(24,78).
Проекттарҙы баһалау:
Проекттың исеме__________________________
Уҡыусының фамилия, исеме_________________
Проектты баһалау Билдә
Теманың актуаллеге _____
Мәғлүмәт сығанаҡтары _____
Идеяның эшкәртелеү сифаты _____
Оригиналлек һәм ижади ҡараш _____
Эштең биҙәлеше _____
Проектты яҡлау _____
Дөйөм баһа __________
Проект өҫтөндә эш структураһы яҡынса түбәндәгесә булырға мөмкин.
№ |
Эш этаптары |
Эш йөкмәткеһе |
Уҡыусылар эшмәкәрлеге |
Уҡытыусы эшмәкәрлеге |
1. |
Әҙерлек |
1. Проект темаһын билдәләү, актуаллеген асыҡлау; 2. Проблемаларҙы билдәләү. Маҡсат, бурыстар ҡуйыу. |
1. Теманы, уның актуаллеген уҡытыусы ярҙамында, өҫтәлмә мәғлүмәттәргә таянып асыҡлайҙар. 2. Проблеманы билдәләйҙәр. 3. Проекттың маҡсат, бурыстарын айырып күрһәтәләр. |
1. Проектлау эшмәкәрлеге үҙенсәлектәре менән таныштыра, мотивация булдыра. 2. Проблемаларҙы билдәләүҙә, маҡсат, бурыстар ҡуйыуҙа ярҙам итә. |
2. |
Планлаштырыу |
1. Мәғлүмәт сығанаҡтарын билдәләү. 2. Уларҙы йыйыу, туплау һәм анализлау ысулдарын ҡарау. 3. Отчет формаһын асыҡлау. 4. Баһалау критерийҙарын билдәләү. 5. Төркөмдәр төҙөү һәм эштәрҙе бүлешеү. |
1. Эш планын төҙөү. 2. Бурыстарҙы конкретлаштырыу. |
Идеялар тәҡдим итә, теләктәрен белдерә, эш срогын билдәләй. |
3. |
Эҙләнеү-тикшеренеү |
1. Мәғлүмәт туплау һәм ярҙамсы бурыстарҙы сисеү. 2. Тикшеренеү эшен башҡарыу. |
Ярҙамсы бурыстарҙы хәл итәләр, тикшеренеү эшен башҡаралар. |
Уҡыусыларҙың эшен ситтән күҙәтә, кәңәш бирә, консультация үткәрә. |
4. |
Һөҙөмтәләр |
1. Проекттың эксперимент өлөшө буйынса яҙма отчет. 2. Мәғлүмәтте эшкәртеү һәм анализлау. 3. Һығымталар сығарыу. |
1. Яҙма отчет әҙерләйҙәр. 2. Мәғлүмәтте анализлайҙар һәм һығымталар сығаралар. |
Күҙәтә, кәңәш, йүнәлеш бирә. |
5. |
Эште яҡлау |
1.Дәрес-конференция (үҙ эштәре менән сығыш яһау) |
Таныштыралар, яҡлайҙар, һорауҙарға яуап бирәләр, тикшерәләр, бәхәсләшәләр. |
Дөйөм дискуссияла ҡатнаша. |
6. |
Баһалау һәм рефлексия. |
1. Йомғаҡ яһау. 2. Контроль тест башҡарыу. |
1. Коллектив баһалауҙа ҡатнашалар. 2. Контроль тест эшләйҙәр. 3. Үҙбаһа ҡуялар. |
1. Уҡыусыларҙың проект эшен баһалауҙы башҡара. 2. Яҙма отчет һәм контроль тест өсөн билдә ҡуя. |
Шәхескә йүнәлтелгән уҡыу-уҡытыу
Был технологияның төп үҙенсәлеге – уҡытыусының уҡыусы шәхесенә иғтибарлы мөнәсәбәте, уның күп яҡлы үҫешенә юл, йүнәлеш күрһәтеүсе булыуы, тәрбиәүи яҡтан ыңғай сифаттары үҫеүгә тейешле шарттар булдырыусы. И.С Якиманская билдәләүенсә, “уҡыусыны белем биреү процесының тулы хоҡуҡлы субъекты итеп таныуҙа һәмГраницкаяның төп маҡсат – уның индивидуаль мөмкинлектәрен, һәләттәрен үҫтереү” (25,11). Белем, күнекмә, оҫталыҡтарҙы уҡыусыға тапшырыу үҙмаҡсат түгел, ә белем алырға төплө маршруттар тәҡдим итеү әһәмиәтле тип билдәләнә был технологияла. Уҡытыусы уҡыусыларының белем, аң кимәленән, психологик үҙенсәлектәре, мөмкинлектәренән сығып, уңышлы маршрут һайлай. Әгәр эш барышында уҡыусыларҙың иғтибары, ҡыҙыҡһыныуы күҙәтелһә, төҙәтмәләр индерә, маршрутты үҙгәртә. Эш дауам ителә һәм һөҙөмтәләргә ирешелә.
И.С. Якиманская, В.В. Сериков был технология буйынса түбәндәге тәҡдимдәрҙе айырып күрһәтәләр :[2; 203]
уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороу уҡыусы үҫешенең актуаль кимәлен иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш;
уҡыусыларҙы эш барышында системалы рәүештә дәртләндереп, ҡанатландырып тороу мөһим, тик шул осраҡта ғына үҙ аллы белем алыу, үҙ үҫеш тураһында һүҙ алып барырға мөмкин;
уҡыу материалын уҡыусы һайлап алырлыҡ итеп тәҡдим итеү маҡсатҡа ярашлы;
уҡыусының уҡыу мәсьәләләрен сисеүҙәге үҙ аллы ҡаҙаныштарын һәр ваҡыт күрә, хуплай белергә;
төп иғтибарҙы уҡыусыларҙың дөйөм уҡыу оҫталыҡтарын формалаштырыуға, индивидуаль һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтеү;
уҡыусының уҡыу эшмәкәрлегендә һуңғы һөҙөмтәне генә түгел, ә һәр процесында үҙ контроль алып барырға өйрәтеү, фекерләү рефлексияһын активлаштырыу.
И.С. Якиманская тарафынан был технологияны мәктәптә уңышлы ҡулланыуҙа оло әһәмиәткә эйә булған дәрестә уҡытыусы эшмәкәрлеге эффективлығы критерийҙары тәҡдим ителә:
уҡытыусының уңышлы төҙөлгән дәрес планы булыуы (кластың әҙерлек кимәленән сығып);
уҡыусыға һайлау өсөн төрлө типтағы, төрҙәге, формалағы эштәрҙең булыуы;
дәрестә ыңғай эмоциональ атмосфера булдырыу;
дәрес аҙағында нимә белдек тип кенә түгел, ә нимә оҡшаны икәнен дә асыҡлау мөһим;
уҡыусыларҙы актив эҙләнеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, үҙаллылыҡты хуплау;
дөрөҫ яуапты ғына баһалау йәки хуплау түгел, ә уҡыусының фекерен анализлау, хатаһын күрһәтеү;
уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеге дөрөҫлөк, үҙаллылыҡ, оригиналлек күҙлегенән баһалана;
өйгә эш кимәлләп бирелергә мөмкин, ул яҡшылап аңлатыла, дәрестәге материалды нисегерәк өйгә эштәрҙе башҡарыуҙа уңышлы һәм дөрөҫ ҡулланырға мөмкин булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Әлбиттә, мәғариф өлкәһендә барған модернизация, оптималлаштереү процестары сәскә атҡан ваҡытта һәр уҡыусыға индивидуаль ҡараш, шәхси мөнәсәбәт булдырыу бәлки ауырыраҡҡа тура киләлер, әммә заман техник саралары, электрон уҡыу әсбаптары, таратма материал был ауырлыҡтарҙы хәл итеүҙә уҡытыусыға уңышлы ярҙамсылар була ала.
Проблемалы уҡытыу
Проблемалы уҡытыуға Рәсәйҙә нигеҙ һалыусылар – И.Я. Лернер, Т.В. Кудрявцев, А.М. Матюшкин, М.И. Мәхмүтов һ.б.
Проблемалы уҡытыу барышында уҡытыусы тарафынан сағыштырмаса үҙ аллы эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге ойошторола: уның барышында уҡыусылар яңы белем, күнекмәләр алалар, дөйөм һәләттәрен үҫтерәләр, эҙләнеү әүҙемлектәрен , ижади мөмкинлектәрен арттыралар. Дәрестә уҡыусылар мини эҙләнеү башҡаралар: факттар, законлыҡтарҙы, төшөнсәләрҙе асыҡлайҙар, проблема сисәләр һәм яңы тема өйрәнәләр. Белем биреү процесы структураһы түбәндәгесә:
проблемалы ситуация булдырыу һәм проблеманы күрһәтеү;
фаразлауҙар тәҡдим итеү; проблеманы хәл итеүҙең мөмкин булған юлдарын асыҡлау, бер нисәһен – иң уңышлыларын һайлап алыу;
фаразлауҙарҙы практикала һынап ҡарау;
һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлау: алынған яңы белем, күнекмәләрҙе теорияла һәм практикала нығытыу(28,41).
Проблемалы уҡытыуҙа уҡытыусы һәм уҡыусылар эшмәкәрлеге түбәндәгесә ойошторола:
|
|
Уҡыусыларҙы проблемалы һорау менән таныштыра.
Ҡуйылған мәсьәлә буйынса уҡыусыларҙың фекерләү эшмәкәрлеген активлаштыра.
Тәҡдим ителгән варианттарҙың дөрөҫлөгөн иҫбатлауҙы һорай.
Фаразлау дөрөҫ булһа, һығымта, ҡағиҙә сығарыуҙы һорай.
Хата булғанда уны табыу, иҫкәртеү юлдары тәҡдим итә, дөрөҫ йүнәлеш бирә.
Алынған һөҙөмтәләрҙе дөйөмләштерә, уңыштарын күрһәтә, хуплай, иҫкәрмәләр индерә.
Нығытыу маҡсатында һорауҙар бирә.
Тема буйынса алынған белемдәрен практикала төрлө ситуацияларҙа ҡулланырға өйрәтеү буйынса ижади күнегеүҙәр тәҡдим итә. |
Һорауҙы төшөнә һәм сисеү юлдарын эҙләй башлай.
Мәсьәләне сисеү юлдары тәҡдим итәләр.
Тәҡдим, юлдарҙың иң уңышлыларын тәҡдим итеп раҫлайҙар.
Һығымталар, дөйөмләштереүҙәр яһайҙар.
Дөрөҫ юл эҙләйҙәр.
Киңерәк итеп тема буйынса дөйөмләштереү яһайҙар.
Үҙконтроль, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау аша теманы нығыталар.
Күнегеүҙәрҙе башҡарыу. |
Проблемалы уҡытыу буйынса эшләгән уҡытыусы тәү сиратта төп төшөнсәләрҙе аңларға бурыслы.
Проблемалы ситуация – ауырлыҡ, ҡаршылыҡтың психологик торошо, ниндәйҙер танып белеү мәсьәләһен хәл итеүҙә, факттарҙы аңлатыуҙа белемдәрҙең етерлек кимәлдә булмауын тойоу(27,8).
Проблема – ул анализ талап иткән теоретик йәки практик һорау. Проблемалы һорау ҡуйыу, тимәк нимә бар, билдәле булыуын һәм нимә хәл итергә кәрәклеген асыҡлау.
Фаразлау – ҡаршылыҡты аңлатыуға, сисеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр.
Проблемалы уҡытыуҙың ыңғай яҡтары итеп уҡыусыларҙың актив интеллектуаль эшмәкәрлеккә йәлеп ителеүен, уларҙың көслө ыңғай эмоциялар кисереүен билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ интеллектуаль, ижади һәләттәре үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Эксперименттар күрһәтеүенсә, проблемалы уҡытыу төплө белем биреүҙә бик әһәмиәтле [29; 17]
Әҙәбиәт:
Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. – Өфө, 2011, 230 б.
Андреев В.И. Педагогика. Казань, 2006, 350 С.
Баһауетдинова М.И., Г.М. Йәғәфәрова Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. – Өфө. – 2008, 202 б.
Байкова Л.А., Гребенкина Л.Н. Педагогческое мастерство и педагогические технологии. – М.,2000, 202 С.
Беспалько В.П. Слагаемые педагогической технологии. М., 1989, 263 С.
Бикҡужина Т.Ә. Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр. Өфө, 1997, 132 б.
Вергелс , В.С. Конева. Дидактика. М. “Высшая школа”, 2006, С. 170
Вәлиева Ф.С., Саттаров Г.Ф. Урта мәктәп һәм гимназиялардә татар телен уҡыту методикасы: - Казань: Раннур, 2000. – 456 б.
Давыдов В.В. Проблемы развивающего обучения. М., 1986, 237 С.
Занков Л.В. Избранные педагогические труды. М., 1990, 292 С.
Ильина Т.А. Педагогика. М.: Просвещение, 1984. 309 С.
Ильницкая И.А. Проблемные ситуации и пути их создания на уроке. М., 1985, 148 С.
Как проектировать универсальные учебные действия в начальной школе. От действия к мысли. М. Просвещение, 2008, Под редакцией А.Г. Асмоловой. 158 С.
Ксензова Г.Ю. Перспективные школьные технологии. Учебно-методическое пособие. М., 2000. С.112.
Кирсанов А.А. Индивидуальный подход к учащимся в обучении. – Казань, 1966. – 95 С.
Кудрявцев В.Т. Проблемное обучение: истоки, сущность, перспективы. М., 1991, 306 С.
Левитос Д.Г. Способы мотивации школьников // Современные образовательные технологии. Воронеж, 1998. 235 С.
Литневская Е.И., Багрянцева В.А. Методика преподавания русского языка в средней школе. М., 2006. С...
Лернер И.Я. Развивающее обучение с дидактических позиций // Педагогика. 1996. №2, 136 С.
Лингвистические основы преподавания языка / Отв. Ред. Н.А. Басканов. – М.: Наука, 1983. – 272 С.
Махмутов М.И. Современный урок. М., 1981. С.72
Махмутов М.И. организация проблемного обучения в школе. М., 1977. 205 С.
Нечаева Я.А., Л.В. Занков о методической системе начального обучения // Начальная школа. 1995, № 11, 123 С.
Ожегов С.И. Словарь русского языка. М., 1990, 535 С.
Примерные программы по учебным предметам. М., 2010, С.7
Пидкасистый П.И., Загвязинский В.И. и др. Педагогика. М., 2008, 555 С.
Питюнов В.Ю. Основы педагогической технологии. М., 1997, 246 С.
Педагогика. Педагогические теории, системы, технологии / Под ред. С.А. Смирнова. М., 2000 раздел 2, глава 13, 396 С.
Сарапулов В.А. Дидактика: теория и практика обучения. – Чита, 2000, С. 405
Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре // Башҡортостан уҡытыусыһы, 1999, №9; 37-се б.
Формирование универсальных учебных действий в основной школе. От действия к мысли. Система заданий. М. Просвещение, 2010. 150 С. Под редакцией А.Г. Асмоловой.
Эльконин Д.Б. Избранные психологические труды. М., 1989. 353 С.
Якиманская И.С. личностноориентированное обучение в современной школе. – М., 1996, 372 С.
Современные технологии в образовании. – һttp://www.bolshe.ru/book/io=3528
2.2.Фонетика, Графика, Орфографияны уҡыу-уҡытыу.
Һәр бер фәнде өйрәнеү маҡсаты уның алынасаҡ һөҙөмтәһенә туранан-тура йүнәлтелгән. Әҙәби тел уҡытыуҙа фонетика, графика , орфоэпия өйрәнеү ҙә шул ҙур дөйөм маҡсатҡа һәм уның һуңғы һөҙөмтәһенә ирешеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Тимәк, “Фонетика” бүлеге буйынса үткәрелгән дәрестәрҙә өн – хәреф үҙенсәлеге генә өйрәнелмәй, ә артабанғы тел өйрәнеү системаһындағы урыны, уларҙы аңлы ҡабул итеп, практикала ҡулланыу, коммуникатив һәм мәғлүмәти үҫештә фән нигеҙе булараҡ белеү мөмкинлектәре лә үҫтерелергә тейеш. Бындай күп яҡлы үҫеште ойоштороу өсөн уҡытыусы һәр өндөң был халыҡ өсөн генә үҙенсәлекле яғын алға сығарыу аша мотивация тыуҙырырға, шуның менән уҡыусының рухи, әхләки, патриотик, тойғоларына тәьҫир итә белергә тейеш.
Башланғыс звенола өн – хәрефтең нимә икәнен белеп, уҡырға, һөйләргә өйрәнеп килгән бала урта звенола иһә үҙенең йәш үҙенсәлегенә ярашлы, был белемдәрҙе конкретлаштырыу, тәрәнәйтеү, аңлы рәүештә ҡуллана алыуға килергә тейеш. Был тәрән һәм мөһим баҫҡысҡа күсеү процесы уҡыусы шәхесенең психологик-педагогик мөмкинлектәренә, системалаштырылған башланғыс белемдәренә бәйләнә. Уҡыусы шәхесендә яңы материалға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу инструментарийы илебеҙ ғалимдары Д.Б.Эльконин, В.В. Давыдов, Л.С.Выготский, А.Н.Леонтьев, Л.В.Занков һ.б. хеҙмәттәрендә 20 быуат аҙаҡтарында уҡ билдәләнгәйне. Тик уларҙы киң ҡулланыу юлдары быға тиклем айырым уҡытыусылар практикаһында ғына күҙәтелде һәм был дәрестәр “стандарт булмаған” дәрестәр атамаһы менән альтернатив рәүешендә генә йәшәне. Ә бөгөнгө уҡыу-уҡытыуға яңы стандарттар буйынса талаптар тап ошондай ҡыҙыҡлы, уҡыусы шәхесенең компетентлығын арттырыуға, билдәле бер фән бүлеге, атап әйткәндә, “Фонетика. Графика. Орфоэпия” аша “тейешле йүнәлешле тәжрибә туплап, яңы белемдәр алырға, уның дөйөм донъя ғилеме картаһында урынын күрһәтеүгә алып килергә тейеш”. ( С.Каримов. ФГОС ФГОС: от теоретических вопросов к практической реализации (“Баш. уҡ.” № 12, 2011й., 10 б.)
Башланғыс звенонан урта звеноға күсеү процесы психологик яҡтан уҡыусының бер генә уҡытыусынан күп предметтар уҡытҡан уҡытыусылар системаһына яраҡлашыуына (адаптация) ла бәйле. Тимәк, яңылыҡ индереү, таныш өндәргә, хәрефтәргә системалы тел ғилеме яғынан үҙенсәлектәрҙе билдәләү ҙә шул адаптив система аша, диалог аша алып барылырға тейеш. Бер-береһенә ҡарап, өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен, уларҙы әйткәндә теге йәки был телмәр ағзаларының хәрәкәтен күҙәткән уҡыусылар өн-хәрефтәрҙең системалылығын, бүленешен, әйтелеш законлыҡтарын тиҙ тотоп аласаҡ. Әлбиттә, дәрес тауышлы, шаулы барасаҡ, ләкин һәр өндөң ҡуйылышына йүнәлтелгән уйын формалары, башҡа телдәрҙәге өндәр менән сағыштырып әйтеү, уларҙың әйтелешен күҙәтеү тейешле һөҙөмтәгә алып киләсәк. Кеше үҙ туған өндәрен иң тәүҙә ирекле әйтә белергә тейеш. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнгән уҡыусы уның яһалыу урынын еңел билдәләй, тимәк, артабан еңел системалаштыра аласаҡ. Ә өйрәнелә торған материалды системалаштырыу, дөйөмләштереү һәләтенә эйә булыу уҡыусының уйлау – фекерләү ҡеүәһен, йәки эмпиристик, теоретик кимәлен билдәләргә мөмкинлек бирә. Икенсенән, уҡыусының иғтибары, психик күренеш булараҡ, өйрәнелә торған предметтың иң мөһим моментын эләктереп алыуға йүнәлтелә.(непроизвольное и произвольное). Бында уҡыусының хәтере, механик ятлауҙан айырмалы, логик фекерләү аша иҫтә ҡалдырыуға йүнәлтелә, ә был универсаль уҡытыу эшмәкәрлеген формалаштырыуға алып киләсәк. Икенсе төрлө әйткәндә, уҡыусы компетентлығының иң төп күрһәткесе – белем алырға өйрәтеү процесы, фонетика, графика, орфоэрия бүлектәрен өйрәнгәндә лә дөйөм белем биреүҙең нигеҙенә ятасаҡ һәм уҡыусының шәхси, регулятив, танып-белеү һәм коммуникатив мөмкинлектәрен үҫтерәсәк. Сөнки өн-хәреф һәм уларҙың дөрөҫ әйтелеш законлыҡтарын өйрәнгәндә теге йәки был текст өҫтөндә эшләргә, әңгәмә аша телмәр үҫтерергә, үҙ-ара аралашырға тура киләсәк. Уҡытыусы үҙ нәүбәтендә был эштәрҙе ойоштороу өсөн тейешле алымдар, өйрәнелә торған теманың үҙенсәлегенә ярашлы күнегеҙәр һайларға тейеш.
Шулай итеп, телдең нигеҙен тәшкил итеүсе фонетика, графика, орфоэпия өйрәнеү барышында уҡыусы үҙ күҙәтеүҙәре, эшмәкәрлеге аша ҡуйылған маҡсатҡа килә: уҡыусы шәхесенең дөйөм үҫеш кимәлендә “Фонетика” һәм уның төп ҡағиҙәләре дөйөм грамоталалыҡтың нигеҙ ташы булып ятасаҡ.
Тел фәненең был бүлектәр е менән уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу һәм стандарттарға ярашлы белем биреү өсөн дөйөм педагогиканың дифференциаллек һәм күсәгилешлек принциптарына таянып уҡытыу инструментарийы – метод һәм алымдарҙы һайларға кәрәк. Сөнки башланғыс звенонана һуң урта звенола ҡайтанан өн-хәреф системаһы менән осрашыу бер яҡтан уҡыусыларҙың белеменә таянып алып барыла, ә икенсе яҡтан, улар теоретик белемдәрҙең тәрәнәйтелә барыуына ынтыла, уның яңы кимәлгә күтәрелә барыуын күҙәтә алырға, күрергә тейештәр. Алынған белемдәрен практикала ҡулланып, уны яңылыҡҡа йүнәлтә алыу мөмкинлеге (регулятивность) уҡыусыны үҙенән–үҙе аралашыуға этәрә. Был процесс уҡыусы шәхесенең яңылыҡты ҡабул итергә әҙер булыуына нигеҙләнә. Уның алдына ҡуйылған мотивацияның, тик бер яҡлы ғына булмай, белем алырға бөтә яҡтан да әҙерләрлек дәрәжәлә булыуы мөһим. Бында белем алыуҙың уҡыусы шәхесен социаль – этик яҡтан тәрбиәләүҙән башланғаны асыҡ күренеп тора. Тимәк, фонетика һәм уның законлыҡтарын өйрәнеү был өлкәлә уҡытыусының да шәхси йүнәлешле тәжрибәһен үҫтереүгә бәйле. Уҡыусы уның буйынса белемдәрен башҡа телдәр фонетикаһы менән сағыштыра, айырмаһын, оҡшаш яҡтарын билдәләй, был законлыҡтарҙың дөйөм донъя ғилеме системаһындағы әһәмиәтен аңлай икән, тел фәненең был бүлеген өйрәнеү маҡсаты тормошҡа ашасаҡ.
Йәмғиәт ҡоролошоноң етеҙ үҫеү һәм мәғлүмәти сараларҙың төрләнеү, мөмкинлектәренең киңәйеү дәүерендә кшкләрҙең шәхсән аралашыу мөмкинлеге сикләнә. Коммуникатив мөхиттең тарайыуы айырым телдәрҙең ҡулланылыу даирәһе сикләнеүгә лә алып килә. Шундай шарттарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы заман талаптарына ярашлы үҙгәрергә тейеш. Был фекерҙән сығып, шуны билдәләргә мөмкин: уҡыусы бала туған телендә еңел аралашһын өсөн тел дәрестәре методикаһында коммуникативлыҡ компетенцияһын үҫтереү алымдары үҙәк урынды биләргә тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ-ара аралашыу оҫталығын үҫтереү дөйөм уҡытыу маҡсаттарына ла юл аса: балаларға “тәрән белем һәм күп яҡлы тәрбиә биреүгә, зиһенен һәм тойғоһон, юғары әхлаҡ сифаттарын үҫтереүгә , рухи донъяһын формалаштырыуға актив шәхес итеп тәрбиәләүгә” ынтылыш. (Ғафаров Б.Б. “Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы”, Өфө, Китап, 2008, 42 бит) Бығаса йәшәп килгән был маҡсаттарға бөгөн шәхестең компетентлығы яғынан ҡараһаҡ, алдынғы урынға әүҙем шәхес итеп тәрбиәләү фекере сыға, сөнки тап ул – замандың коммуникабель кешеһе. Аралашыу оҫталығы уға ғаиләлә ата-әсәнән, артабан башланғыс белем биреүселәрҙән (балалар баҡсаһы+башланғыс мәктәп), шунан дөйөм белем биреү мәктәбе баҫҡыстары аша килә. Шулай булғас, коммуникатив компетенция башлыса уҡыусы - уҡытыусы бәйләнешенән башлана һәм был эштең уңышы ла уҡытыусының үҙ: компетентлығына бәйле: темаға ярашлы метод, алым һайлай белеү – профессиональ компетентлыҡ билдәһе. Тимәк, фонетика һәм уның законлыҡтарын өйрәнеүҙә коммуникатив компетентлыҡ та уҡытыусы оҫталығына тура пропорциональ. “Һәр уҡытыу методы уҡытыусы һәм уҡыусы эшмәкәрлегенең бәйләнешен тәьмин итеүсе алымдарҙан тора”. (Выбор методики в обучении в средней школе. Под.ред. Ю. К. Бабанского.- М., 1981г., с 25.)
Шулай итеп, “Фонетика . Графика. Орфоэпия” буйынса конкрет коммуникатив компетентлыҡ үҫтереү алымдарына туҡталайыҡ.
Билдәле булыуынса, тел ғилемендә һүҙҙең ике моменты күрһәтелә:
Һүҙҙәрҙең тышҡы күренеше (йөҙө, биҙәге), йәғни уның материяһы;
Һүҙҙең эске (рухи) тәбиғәте, йәғни уның ниндәй ҙә булһа, мәғәнәгә эйә булыуы.
Ошо фекергә ярашлы, шул һүҙҙәрҙе яһаусы өндәрҙең дә ике тәбиғәте барлығын фонетика буйынса тәүге дәрестә үк күрһәтеү мөһим. Тормошсан миҫалдар килтереү, телмәр өндәренә оҡшаған тәбиғи тауыштарҙы тыңлау-таныу, артабан телмәр өндәре менән сағыштырыу һәм улар тураһында йәнле әңгәмә алып барыу, билдәле, һәр уҡыусыны ла ҡыҙыҡһындыра, әңгәмәгә ылыҡтыра, үҙ фекерҙәрен, миҫалдарын әйтеүгә килтерә. Ә был әңгәмәләр үҙ нәүбәтендә коммуникативлыҡ компетентлығын күҙ уңында тота.
“Был өн тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ ?”уйын – тесы.
И
нтерактив
таҡтала смайлдар рәүешендәге хәреф-өндәр
тәгәрләп килеп сыға, Эргәләрендә ?
билдәһе.
?
? ? ? ?
Ҡыҙыҡһындырыу өсөн иң үҙенсәлекле өн-хәреф алырға мөмкин. Уҡыусылар башланғыс звенолағы белемдәренә таянып яуап бирәләр, кемдер өҫтәй, кемдер дөрөҫләй, шулай итеп өнгә тулы ҡылыҡһырлама бирелә. Был эште уҡытыусы комрьютер аша эшләгән карточкалар менән дә эшләй ала. Шунда уҡ уларҙың әйтелешендәге башҡорт теленең интонацион үҙенсәлегенә, һуҙынҡыларҙың ябыҡ, тарыраҡ әйтелешенә миҫалдар килтерелә. Уларҙы сағыштырыу өсөн кескәй һөйләмдәр төҙөтөү ҙә корммуникабеллек һәләтен арттыра:
Кем - с кем?
Ирене – Ирина.
Оло - флот
Борон - ворон
Элек – электр
Мышы - камыш һ.б.
Был эш менән башҡорт әҙәби теленең фонетикаһы, рус графикаһына нигеҙләнһә лә, айырым өндәрҙең әйтелештәрендә башҡорт теленең үҙенсәлеге күрһәтелә, шул телгә генә хас булған башҡа грамматик күренештәр ҙә бирелә. Миҫалға һүҙ башында /УЫ/ өнөнөң әйтелеше айырылыуына миҫалдар килтерергә мөмкин: [ уаҡыт] - вагон
[Уафа] – Вова һ.б.
Телдәрҙең ошондай үҙенсәлеген күрһәтеү шунда уҡ Ҡыҙыҡлы грамматика буйынса һорауҙар, йә уйын менән алмаштырыла. Дәрес башындағы мотивация эвристик алымға күсә: уҡыусының ҡыҙыҡһыныуы, әүҙем телмәре уның уйлап табыу һәләтен үҫтерә.
Башҡорт өндәренең үҙенсәлеген, әйтелеш интонацияһын, тауыш ҡатнашлығын күҙәтеү өсөн кескәй текст өҫтөндә эшләү ҙә әһәмиәтле. Уларҙы тасуири уҡып, магнитофон яҙмаһы эшләп, үҙ тауышын, өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен тыңлатыу кеүек эштәр ҙә уҡыусының коммуникативлыҡ һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелә. Айырыуса текст йөкмәткеһе буйынса тәрбиәүи эштәр отошло. Донъяны танып белеү мөмкинлеген киңәйтеү өсөн өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү уҡыусыларҙың телен сисә, дөйөм компетентлыҡҡа йүнәлеш бирелә.
Тәүге дәрестәрҙәге ошондай ҡыҙыҡтырыу артабанғы дәрестәрҙә лә уҡыусыларҙың әүҙемлеген тәьмин итә. Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар буйынса дәрестә әлеге смайлдар инде төркөм – төркөм булып экранға килеп сығылар һәм ни “Ни өсөн ошондай төркөмләү эшләй компьютер? ” тигән проблемалы һорауға күп төрлө һорауҙар килтереп тыуҙыра. Бер нисә яуаптан дөрөҫөн һайлау барышында коммуникативлыҡ принцибы эшләй, уҡыусылар бәхәсләшәләр, кире ҡағалар, ғөмүмән, эҙләнәләр. Уларҙың йәш үҙенсәлеге өсөн был эш ярайһы уҡ ҡатмарлы, ләкин эҙләнеү үҙ уңышын бирә: өндәрҙең әйтелештә телмәр ағзаларының төрлө кимәлдә ҡатнашыуы менән бәйле икәнлеге асыла. Бында ярҙамға “Кеше” предметы буйынса таблица ҡулланыу, телмәр аппаратында ҡатнашыусы ағзаларҙы һанап сығыу, миҫалдар менән күрһәтә барыу ҙа уҡыусыларҙы аралашыуға, һөйләүгә алып килә.
Дәреслектә бирелгән йәнлектәр, ҡоштар һүрәттәре, күнегеү текстары өндәр бүленешендәге үҙенсәлектәрҙе аңлы ҡабул итергә мөмкинлек бирә: Шишкин айыуҙарының тауышы ҡалын, һандуғастыҡы – нәҙек, ҡорҙарҙың тауышы – ҡалын да, нәҙек тә була ала. Ошондай ондәрҙе күҙәтеү эшенән һуң төп башҡорт һүҙҙәренең сингармонизм законлыҡтарына ярашлы ҡалын һәм нәҙек нигеҙле булыуына миҫалдар килтерелә. Был законлыҡҡа тап килмәгән һүҙҙәр бармы телебеҙҙә? Тигән проблемалы һорау эҙләнеү эшенойошторорға мөмкинлек бирә. Ғәрәп – фарсы, урыҫ теленән ингән һүҙҙәр менән тексты интерактив таҡтала биреп, шундай һүҙҙәрҙе эҙләү эшен ярыш формаһында ойошторорға ла мөмкин. Төрлө телдәрҙең үҙенсәлеге тураһындағы әңгәмә, текст буйынса күҙәтеү иһә уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияһын үҫтерә, төрлө телдәр менән ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра.
Башҡорт теленең иренләшкән өндәр законлығына ла миҫалдар килтерелеп, уларҙы бәйләнешле телмәр төҙөү өсөн уңайлы итеп биреү артабанғы дәрестәр өсөн эшләй. Был һүҙҙәр менән кескәй текст төҙөү эше коммуникативлыҡ буйынса индивидуаль йә парлап эшләү мөмкинлеген бирә. Парталағы парҙар О- Ө, У –Ү өндәре буйынса бер береһенә миҫалдар әйтешәләр:
Төҙөлөш ҡорот
Мөйөш ҡортсолоҡ
Өйөлә солоҡ
Өй солоҡсолоҡ
Төҙөүе осоуы
Һуңғы миҫалдар өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙың иғтибары /у/, /ү/ өндәренә бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда иренләшкән өндәр законының һаҡланмауына йәлеп ителә.
Был һүҙҙәр менән текст төҙөү эшенең әһәмиәте хеҙмәткә, һөнәргә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән булыуы менән дә отошло.
Тартынҡы өндәрҙең тауыш ҡатнашыу, ҡатнашмауы аша, үпкәнән сыҡҡан һауаның ауыҙ-тел системаһында төрлө ҡаршылыҡтарға осрауы- осрамауы һөҙөмтәһендә яһалыуын уҡыусы үҙ күҙе менән күрергә (схематик һүрәт яһатыу), үҙе әйтеп ҡарап тойорға, аңларға тейеш. Билдәле булыуынса, уҡыусылар яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы бутайҙар, талғын өндәрҙе танымайҙар. Уларҙы айырырға өйрәтеү барышында танып-белеү компетентлығын үҫтереү өсөн бер нисә алым ҡулланырға мөмкин.
Биология дәресе менән ҡушылған ҡатнаш дәрес үткәреү. Телмәр ағзаларын күрһәтеү өсөн кеше организмының макеты н ҡулланыу отошло, әгәр ҙә ул йыйылма формала булһа, уны күрһәтә-күрһәтә, һөләй – һөйләй йыйыу эше ҡыҙыҡлы күҙәтеү тыуҙырасаҡ. Был эш барышында өндәрҙе яһалыу урыны буйынса бүлергә мөмкин икәнлекте күрһәтергә мөмкинлек булдырыла:
ирен-теш өндәре;
тел – теш өндәре;
аңҡау – танау өндәре;
тамаҡ төбө өндәре.
Тартынҡы өндәрҙең яңғырау-һаңғырау, талғын формаларын төшөндөрөү өсөн түбән кластарҙаҡы “Өндәр илендә” әкиәтен иҫкә төшөрөргә мөмкин.
Әкиәтте һөйләү барышында балаларҙың алфавитты белеүҙәре лә тикшерелә, ә таҡтала йә экранда һуҙынҡылар һәм тартынҡылар системаһының таблицаһы бирелә.
Киләһе дәрестәрҙә был әкиәтте һөйләтеү, схема буйынса тартынҡыларҙы парлау бик мауыҡтырғыс һәм күңелле үтә, уҡыусылар яңы материалды еңел үҙләштерәләр, ә һөйләү барышында телмәр үҫтерелә. Кем матурыраҡ һөйләй тигән һорау ҙа ярыш сәмен ҡуҙғата, һөҙөмтәлә телмәр үҫтерелә.
Дәрестәрҙә өндәрҙең дөрөҫ әйтелеш, яҙылыш ҡағиҙәләренә күнекмәләр эшләү барышында тартынҡыларҙың һәм һуҙынҡыларҙың сиратлашыуы, кескәй текстарҙа күҙәтелә. Маҡсатҡа ярашлы һүҙҙәрҙе табыу, ундағы өндәрҙең үҙгәреүе, төшөп ҡалыуын күҙәтеү диалог формаһында ойошторола. Уҡыусылар үҙ-ара һөйләшеп әйтелештә беҙҙең телебеҙгә хас элизия күренешенә (алмалам, ҡарурман олғайҙы, ҡайтывинде, уҡырғагитә, китавалдым һ.б.) миҫалдарын табалар, ундағы үҙгәрештәрҙе үҙҙәре аңлағанса төшөндөрөп бирәләр. Аҙаҡ был эш дәреслектәге ҡағиҙә менән нығытыла. Ошо ҡағиҙәләрҙе тәрәнерәк үҙләштереү өсөн билдәле бер тематикаға ҡоролған текст төҙөү эшен рәтләп йә төркөмлөп тә бирергә мөмкин. Өлгө өсөн радио дикторҙарының телмәрен, магнитофон яҙмаһынан китаптағы берәй тексты тыңлатыу дөрөҫ әйтелештә орфоэпик номаларҙы үҙләштереүҙә ярҙам итәсәк. Дәреслектәге тексты тәүҙә уҡыусылар магнитофон яҙмаһынан тыңлайҙар, артабан тексҡа ҡарап, ҡәләм менән өндәрҙең, һүҙҙең үҙгәреш кисергән урындарына билдәләйҙәр, артабан күҙәтеүҙәре тураһында һөйләҙәр. Ә һуңынан ошоға оҡшатып, үҙ-ара һөйләшеү өсөн диалог төҙөйҙәр. Иң яҡшы диалог тип, ошо ҡағиҙәләрҙе киң ҡулланған уҡыусылар билдәләнә.
Һуҙынҡы һәм тартынҡылар янында Ь, ъ билдәләренең дөрөҫ яҙылышы темаһы киләһе “Ижек” темаһы менән тығыҙ бәйләнгән. Ижек яһаусы өндәрҙең һуҙынҡылар икәнлеген түбән кластарҙан уҡ аңлап алған уҡыусылар Ь,Ъ билдәләренең урынын да еңел билдәләйҙәр, ике өндө белдергән е, е, ю, я хәрефтәренең телмәрҙәге үҙенсәлеген, улар янында Ь,Ъ билдәләренең тауышты айырыу интонацияһы тыуыуын билдәләйҙәр. Быны фонетик анализ яһау барышында күҙәтәләр. Фонетик анализ өсөн текстар коммуникатив компетенция үҫтереүгә ҡулайлы итеп бирелергә тейеш. Миҫалға башҡорт аты тураһында кескәй видеофильм ҡаратыу, уҡыусыларҙың тормош тәжрибәһенә таяныу тексты ҡабул итеүгә мотивация тыуҙыра. Тексты уҡытыу, дәрес темаһына ярашлы һүҙҙәрҙе һайлау, уларҙы тикшереү ойошторола. Грамоталы фонетик анализ яһау өсөн һәр аҙымды һөйләтеп эшләтеү –комментарий бирә барыу, берҙән уйлау һәләтен көсәйтә, икенсенән ишетеү-һөйлү һәләтен арттыра. Һөҙөмтәлә, беҙҙең маҡсатҡа ярашлы эш ойошторола. Дәрес аҙағына рәттә уҡыусылар һаны буйынса хәрефле һүҙ яҙылған карточка класҡа рәтләп ебәрелә. Тәүге уҡыусы һүҙҙе ижектәргә бүлә, баҫым ҡуя, үҙенә тейгән хәрефте тикшерә, артабанғылары ла үҙ хәреф-өнөн тикшерә, һуңғыһы нисә хәреф, нисә өн икәнен яҙа, икенсе уҡыусы таҡтала һүҙҙең транскрипцияһын эшләй. Ошо эште беренсе тамамлаған рәт еңеүсе тип табыла. Был эш дөйөм команда өсөн көрәш сәмен уята, уҡыусыларҙы хәркәтләндерә, уйлардыра. Дөйөм алғанда эш күп яҡлы маҡсатҡа ярашлы булып сыға: класта берҙәмлек арта, белемдәргә таяныу, уны тиҙ ҡуллана белеү, уйлау һәләтен тиҙләтеү, грамоталылыҡ үҫтерелә һәм педагогиканың шәхси –эшмәкәрлек, хеҙмәттәшлек технологияһы ярҙамға килә.
Бындай эштәрҙе уҡыусыларҙың телмәр байлығын үҫтереү йүнәлешендә лә ойошторорға мөмкин. Бирелгән шиғри текстарҙы фонояҙманан тыңлатыу, йырҙы грамъяҙманан тыңлау уҡыусыларҙың иғтибарын көсәйтә. Текстар буйынса эш кескәй әңгәмәнән башлана:
Шиғыр, йыр һеҙгә оҡшанымы?
Ә нимә матурлай һуң был әҫәрҙәрҙе?
Һүҙҙә ҡабатланыусы өндәрҙе табып ҡарағыҙ, әйтегеҙ.
Уҡыусылар һүҙҙәрҙең мәғәнә биҙәге өҫтөндә эшләйҙәр, күсмә мәғәнәләге һүҙҙәрҙең мәғәнәһе аңлатыла. Телдең музыкаллегенә ирешеү өсөн автор тағы ла ниндәй саралар ҡулланған?- тигән һорауға яуап халыҡ ижады өлгөләрендә күҙәтелә. Бындағы “Ебәктән дә йомшаҡ тел” сағыштырыуына бәйләнеп, туған телебеҙҙең матурлығын күрһәтеү мөмкинлеге тыуа. Тел тураһында мәҡәлдәр-әйтемдәр әйттерелеп, телде тағы ла ололап ҡуйыу дәрестең бәҫен күтәреп ебәрәсәк.
Артабанғы дәрестәрҙә ижек, баҫым темаларын өйрәнеү тулыһы менән коммуникативлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән һөйләмдәр, текстарҙан торған күнегеүҙәр алына. Ижектең һуҙынҡылар менән бәйлелеген белгән уҡыусылар уларҙың төрҙәрен еңел күҙәтә алалар. Бының өсөн ижади характерҙағы эш алырға мөмкин. Һәр кем үҙенең тыуған яғындағы бер атаманы яҙып ҡуя, уны ижектәргә бүлә, уҡытыусы аңлатыуынан һуң, асыҡ, ябыҡ ижектәргә бүлә, формулаһын (Һт -ТҺ) төҙөй. Таҡтала бер нисә уҡыусының эше тикшерелә, был атамалар тураһында нимәләр белеүен һөйләтеү, легендаларын иҫкә төшөрөү уҡысыларҙың хәтерен яҡшыртыуға, бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелә.
Артабан дәреслектәге ер-һыу атамалары тураһындағы текст уҡытыла һәм балаларға үҙҙәренеү тыуған яҡтарыфонында төшкән фотолар, шул ерҙәр тураһында легендалар яҙып алып килергә ҡушыла. Класс менән “Минең тыуған ерҙәрем” фотоальбомы эшләргә кәңәш ителә. Бында коммуникативлыҡҡа киң юл асыла: һәр бала үҙ төйәге тураһында һөйләргә теләй. Бында тыуҙырылған мотивация артабан күнегеүҙәр тексына күсерелә.
Һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй йырҙар йырлайҙар?
Ҡурай моңон ишеткәнегеҙ бармы?
Һеҙҙә берәйһе ҡурайҙа уйнаймы?
Ниндәй йырсыларығыҙ бар? Улар ниндәй йырҙар йырлайҙар?
Был һорауҙарға яуаптар кескәй әңгәмә килтереп сығара, йыр яратыусыларға һүҙ бирергә мөмкин. Йырҙың шиғри үлсәме тураһында һүҙ сыҡҡас, уны ижектәргә бүлеү, ритм тойғоһон күрһәтеү шиғыр, таҡмаҡ яҙып ҡарарға тәҡдим итеү менән тамамлана. Дәреслектәге шиғыр, йыр текстары өҫтөндә эшләү артабан йәнлелек, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ.
Баҫым темаһы ла орфоэпик ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тотоп ҡына ҡалмай, ә уҡыусының фекерләүе аша һүҙҙә баҫымлы ижекте, һөйләмдә логик баҫымды айыра белергә өйрәтә. Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн кескәй тексты һәр һүҙҙә баҫымды беренсе ижеккә төшөрлөк итеп уҡып, уҡыусыларҙың нисек ҡабул итеүҙәрен күҙәтеү эшенән башларға мөмкин. Улар, әлбиттә, көлөп ебәрәсәктәр. Бына шунда инде коммуникативлыҡ өсөн мөмкинлектәр асыла.
Нимәһе көлкөлөтойолдо?
Ни өсөн ҡабул итә алмайһығыҙ?
Ә нисек булырға тейеш һуң ул?
Экранда яңынан теге текст сыға. Хәҙер баҫымды дөрөҫ ҡуйып уҡып күрһәтеү өсөн уҡыусылар элек алынған белемдөренә мөрәжәғәт итәләр һәм ҡағиҙә сығаралар. Уҡытыусы үҙ нәүбәтендә тема буйынса яңылыҡ индерә һәм айырым интонация менән рәүеш,
алмаш, бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары баҫымы алда килә алыуын билдәләп китә, миҫалдар килтерелә. Шунда уҡ үҫтереүсе алым нигеҙендә бирелгән текстағы һөйләмдәрҙәге һүҙҙәрҙең урынын логик баҫым төшөрлөк итеп үҙгәртергә кәңәш ителә. Аҙаҡ күҙәтеүҙәр буйынса һығымта яһала: логик баҫым төшкән һүҙ ғәҙәттә һөйләмдең хәбәре алдынан килә. Бының шулай икәнлеген тикшереү, нығытыу өсөн фекер төйнәрлек текст тәҡдим ителә. Уҡыусылар араһында була торған мөнәсәбәттәр тураһындағы кескәй текст уҡыусының шәхси компетентлығын, тәрбиәлелеген, әхлаки матурлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бындай эштәр ваҡытында уҡыусылар ихлас һөйләшәләр, үҙ миҫалдарын да килтерәләр, шуның менән коммуникативлыҡ компетенцияһын формалаштырыу тәрбиәүи маҡсаттар менән дә үрелеп тормошҡа ашырыла.
“Фонетика” темаһы буйынса йомғаҡлау дәрестәрендә яңынан өн-хәреф үҙенсәлектәре алға ҡуйыла, бирелгән тексты әҙәби нормаларға ярашлы уҡыу, тексҡа яҡын итеп һөйләү , төп фекерен айырып әйтә алыу кеүек эштәр уҡыусының дөйөм грамоталылыҡ компетенцияһын күтәрә. Айырыуса, был дәрескә тормошта үҙ урынын тапҡан, хеҙмәтен, батырлығын туған халҡына бағышлаған кешеләр тураһында текстар алына. Улар аша уҡыусыла дөйөм кешелек ҡиммәттәренә йүнәлеш биреү, социаль-ижтимағи тойғолар аша патриотизм, толерантлыҡ, гуманизм идеялары тәрбиәләүгә юл асыла, рухлы шәхес итеп үҫтереү мөмкинлеге тыуҙырыла. Фотоальбомды эшләп бөтөрөп, тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшөнә, мәктәп музейына тапшырыу ҙа балаларҙа ҙур хистәр тыуҙыра. Ошондай практик характерҙағы дәрестәр иҫтә ҡала, ә уҡыусылар үҙҙәре универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә буласаҡтар.
Бүлек буйынса йомғаҡлау яҙма эшен дә ошондай йүнәлештә ойоштороу отошло буласаҡ. Яҙма эшкә өҫтәлмә итеп уҡыусының индивидуаль уйлау һәләтен үҫтерерлек эштәр тәҡдим итергә мөмкин:
тексты мәғнәүи өлөштәрәг бүлеп исемләү;
текстан ҡалын йә нәҙек нигеҙле һүҙҙәрҙе сүпләп яҙыу;
текстан фонетик анализ өсөн һүҙ тәҡдим итеү, уны башҡарыу;
өндәрҙең оҡшашлығына, дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләренә миҫалдарҙың транскрипцияһын биреү.
Ошондай эштәрҙе хаталар өҫтөндә эш барышында ла ойошторорға мөмкин, сөнки улар тағы ла бер тапҡыр белем алыуҙа предметлылыҡ принцибын нығытыуға алып киләсәк.
Тел – лингвистик белемдәр алыу (тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеүсе фән) уҡыусының ошо өлкәлә танып-белеү һәләтенә бәйле ҡатмарлы теоретик төшөнсәләрҙе үҙләштереүҙе күҙ уңында тота. Теоретик белемдәр алмай тороп, телдең төрлө үҙгәреү, үҫеү процесын аңлау мөмкин түгел.Уҡыусының белем кимәле һәм уҡыу һәләте лингвистик материалды дәрестәрҙә ҡабул итеп, аҙаҡ үҙ аллы нығытып, һөҙөмтәле ҡулланыу этаптарынан күренә. “Фонетика..” – мәктәптә өйрәнелеүсе мөһим тел кимәленең береһе, сөнки ул орфоэпия бурыстарын тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя, үҙ сиратында орфография менән дә тығыҙ бәйләнәгән.” (З.Ф. Шәйхисламова. Фонетика. Башҡорт телмәре.// Б. У. №12, 2009, 12 б.)Тимәк, фонетика буйынса дәреслектә бирелгән ҡағиҙәләр башҡорт әҙәби телен дөрөҫ орфоэпик нормалар менән ҡулланыу мөмкинлеген, артабан графика аша дөрөҫ яҙыу, грамоталалылыҡ һәләтен үҫтереүгә бәйле. Ошо фекергә таянып, “Фонетика…” өйрәнеүҙә компетентлыҡ үҫтереү теория менән практиканың тығыҙ бәйләнеше аша нигеҙле алып барылырға тейеш тип билдәләйбеҙ. Тап ошо фекер уҡыусыға ла бик ғәҙәти, тормошсан итеп аңлатылыуы мөһим. Ни өсөн ғәҙәти һуң? Сөнки телмәр ҙә тәүҙә өндәрҙән башланған, артабан диалогик аралашыу емеше булараҡ, билдәле бер төркөм кешеләр өсөн тел булып яралған. Бының шулай икәнлеген һөйләп аңлатҡанға тиклем тәүге “Фонетика” темаһы буйынса дәрескә көтөлмәгәнлек эффекты тыуҙырып инергә мөмкин. Уҡытыусы, ҡәҙимгесә инеп, уҡыусыларға һүҙ ҡушмай, баш ҡағып ҡына иҫәнләшә, йылмайып, ымлап, баҫып торған балаларҙы ултырта һәм уларға ҡарап ситуация моментын күҙәтеп тора. Һис юғында 30 секунд эсендә башҡарылған был эштә балалар телмәр өндәренең, уларҙан яһалған һүҙҙәрҙең ҡатнашмағанлығын күрәләр. Улар өндәрҙең, һүҙҙәрҙең ни дәрәжәлә кәрәкле икәлеген үҙ күҙҙәре менән күрәләр, уларҙың ни дәрәжәлә мөһим булыуын аңлап алалар. Артабан инде уҡытыусы ни өсөн өн-хәреф системаһын өйрәнеү кәрәклеген, уның эске законлыҡтарының телмәр ағышында нисек үҙгәреүен, ниндәй үҙенсәлектәргә эйә булыуын уҡыусылар белергә тейешлекте асып һала. Бында телдең “тарихи үҫеш процесында барлыҡҡа килгән төрлө фонетик үҙгәрештәр, уларҙың быуаттар һуҙымында билдәле бер төҙөк система барлыҡҡа килтереүен” (Шәйхисламова З.Ф. шунда уҡ) башҡа телдәр менән сағыштырма характерҙа миҫалдар менән күрһәтә: рус, инглиз телдәрендә лә, башҡорт телендәге һымаҡ, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең яҙылышы әйтелеше менән тап килмәй: /малако/- молоко
Luaisan- /Leisan/, Ватан - /уатан/ һ.б.
Шулай уҡ дөйөм өн системаһының да кешелек өсөн ҡасандыр бер төрлө өндәрҙән таралыуын күҙ алдына килтереү – тел шәжәрәһен – күрһәтеү ҙә фонетикаға ҡыҙыҡһыныу, мотивация тыуҙырыу өсөн отошло бер алым. Миҫалға һуҙынҡы өндәрҙе тыуҙырыусы кеше ауаздарын ғына ла килтереү ҙә етә, сөнки тормоштағы, әйләнә-тирәләге нәмәләрҙең, башҡа йәнле заттарҙың да төрлө тауыштар, ниндәйҙер өндәр сығарыуын улар башланғыс звенонан уҡ беләләр. Ә хәҙер тап телмәр өндәренең кеше тарафынан әйтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк (членораздельность звуков). Мәҫәлән, беҙҙең телебеҙҙең музыкаллеген,моңон биреүсе һуҙынҡыларҙы ғына күҙәтергә тәҡдим ителә. А/ә, о/ө, у/ү, ы/э, и/ өндәрен уҡытыусы, баҫым менән әйтеп, ниндәй ассоциациялар , кисерештәр тыуҙырылыуын күҙәтергә кәңәш итә. Кескәй тәжрибә- эҙләнү моменты эшләнә: өндәрҙең этимологик тамырын табыу, билдәләү өсөн һүҙҙәр булмаған, тик өн-ауаздар ғына йәшәгән замандарҙы күҙ алдына килтереү эше ойошторола.
А –а –а! – был ауазды ишеткәндә һеҙ нимә кисерәһегеҙ?
Ҡурҡыу, шомлолоҡ, һиҫкәнеү, ауыртыныу, һәләкәт…
Ә ни өсөн ошондай тойғо уята һуң был өн?
Боронғо кешеләр тәбиғәт көстәренән ҡурҡҡандар, ярҙам һорау, ялбарыу, көслө хис-тойғо ошо өн менән бирелгән.
Ысынлап та, алфавиттың тәүге хәрефе, а -/а/ өнө, иң боронғо өн булараҡ биләдәле. Ә уны хәреф итеп яҙыу , әлбиттә, күпкә һуңыраҡ килеп сыҡҡан. Был өн бик күп төп башҡорт һүҙҙәрен башлай һәм беҙҙең телебеҙҙең иң йыш ҡулланылған һуҙынҡы өнө.
Уның нәҙек пары ә - /ә/ өнө, киреһенсә, интонацияһына, яһалыу урынына ҡарап, һәр саҡ беҙҙе йылмайырға, ниҙелер һорарға (килдеңме,ә?) саҡыра, ышанғанды (ә-ә-ә, килгәнме ни?) белдерә. Был “йылмайыусы” өндө беҙҙең халҡыбыҙ бик ярата.
/о/ өнө иһә юғары интонациялы һоҡланыуҙы, саҡырыуҙы, ғәжәпләнеүҙе сағылдырып, тауҙан – тауға һөрәнләү рәүешендә тыуғандыр. Уҡыусыларҙы ғәжәпләнеү ҡатыш шатлыҡ ауазы бирерлек миҫал менән эшләрлек ситуация тәҡдим ителә: -О-о-о, Артур беренселекте алған! О-һо-һо! Был бик яҡшы! О! Ул минең дуҫым бит! Һ.б.
/ө/- уның нәҙек пары. Уның төп характеры, әйтелеше ирендәргә бәйле.Ә ҡасан беҙҙең ирендәр “йәмшәйә”, төрлө хәлгә килә? Эйе, илағанда. Кескәй туғандарығыҙҙың ирендәренә иғтибар итегеҙ. Улар, тауыш бирмәҫ элек, иң тәүҙә иредәрен бөрөштөрөп, үпкәле ҡарайҙар, ә унан специфик /ө-ө-ө/ тауышын бирәләр -илайҙар. Бында уҡыусылар көләләр, үҙҙәре әйтеп ҡарайҙар, һөҙөмтәлә, /ө/ өнөнә “илаҡ” ҡушаматы бирәләр. Әҙәм балаһы ла бит донъяға тәүге тауышты - өндө биреп тыуа бит! (өн һүҙе лә /ө/ өнөнән башлана бит!)
У- /у/-өнөн биреү өсөн ситуация тыуҙырыу мотлаҡ. Һоҡланыу, ғәжәпләнеү, сикһеҙлек алдында шатланыу.У-у-у, ниндәй матур! У-у-у, ҡайһылай киң, ҡайһылай күп! У-у-у, еләк ҡалай күп!
-Ү-/ү/өнө сағыштырмаса һуңыраҡ тыуған өн булырға тейеш. /у/ өнөнөң нәҙек пары булараҡ, иренләшеүҙең асыҡ өлгөһө булып телебеҙҙә йәшәй һәм кеше күңеленең иң нескә хистәрен биреү өсөн тыуғандыр:үлеү, үбеү,үсегеү,үпкәләү һ.б. һүҙҙәр бының асыҡ миҫалы.
- Ы -/ы/ өнөнөң этимологик тамырын күрһәтеү өсөн дә һорауға яуап бирә алмаған, ниҙелер белергә теләп тә, иҫенә төшөрә алмай торған кеше ауазы икәнлеге тормош миҫалында килтерелә. Телевидениела алып барылған “Аҡыллылар”, “Аҡыллы баштар”, “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” тибындағы интеллектуаль уйындарҙағы яуап биреүселәрҙең “иң яратҡан” ауазы икәнлеге иҫкә төшөрөлә. Кластан да шул өндө “йыш ишеттергән” уҡыусы иптәштәре әйтелә - был өндөң дә яһалыу рәүеше нығытыла. Шунда уҡ өндөң кешелек йәмғиәтендә һуңғараҡ тыуыуы хәбәр ителә.
- Э /э/ - нәҙеклек яғынан /ы/ өнөнә ҡаршы ҡуйылған ҡыҫҡа өн, һүҙҙәге позицияһы буйынса Е хәрефен дә алмаштырып, күп урында ҡулланыла торған өн. Этимологик яҡтан шул уҡ аптырау- ғәжәпләнеүгә кеселеклек һыҙаты (нюанс языка) өҫтәлә. Айырыуса, һүҙҙе башлау моментында матур әҙәбиәттә йыш ҡулланыла. (Э-э-э, мырҙам, эш былай бит әле.)
- И /и / өнө лә - һуңғараҡ тыуған, хис-тойғоло өн булараҡ, нәҙек өндөр араһында ҡалын пары булмаған өн. Был өн баҫымдың, интонацияның көсөнә бәйле ризаһыҙлыҡ, көсәнеү, көлөү, үкенеү кеүек кеше күңеленең торошон сағылдырыу ерлегендә тыуған булырға тейеш. (И-и-и, шуны ла белмәй!, И-и-и, ҡайһылай ҡыйын булған! Һ.б.)
Ошондай ҡылыҡһырлау уҡыусыларҙы өндәргә иғтибарлы булырға өйрәтә, артабанғы тормошта әңгәмә ҡороу, һөйләшеүҙәр ваҡытында ла әңгәмәсе ниндәй өндө ҡулланып хис-тойғоһон сағылдырыуына ҡарап, уның эске портретын төҙөй ала, диалог өсөн үҙен эстән әҙерләүгә мөмкинлек тыуҙырыла.
Тартынҡыларҙың эске тәбиғәте әйтелештәге телмәр ағзаларының төрлө позицияла, төрлө ҡаршылыҡтар тыуҙырыуына нигеҙләнеүен, ниндәй ерлектә, рәүештә тыуыуын күҙәтеү өсөн уҡыусыларҙан миҫалдар килтертеп аңлатыу отошло буласаҡ. Ғөмүмән, өндәрҙең беҙҙең телебеҙгә телмәр өндәре булараҡ нығынып ҡалыуы кешеләрҙең үҙ-ара аралашыу мөхитендә тыуыуы, йәшәүе, үҫеүе тәүге дәрестәрҙә асыҡ итеп, дидактик материалдар, төҫлө ҡулланма әсбаптар менән (наглядно) күрһәтелһә, артабан уларҙың телмәр ағышында үҙгәреүе, законлыҡтары еңел үҙләштереләсәк.
Шулай итеп, программала, бүлек буйынса бирелгән 22 сәғәттең 3/1 өлөшө телдең коммуникативлыҡ компетенцияһын үҫтереү өсөн, 3/1 – лингвокультурологик нигеҙҙәрен үҙләштереүгә китһә, 3/1 – телдең лингвистик (языкознание) нигеҙҙәрен үҙләштереүгә тура киләсәк. Бер өлөш – контроль һөҙөмтәләрҙе тикшереү. Телдең коммуникативлыҡ һәм лингвокультурологик нигеҙҙәрен теоретик мәғлүмәт алыу барышында үреп биреү дәрестең төрлө этаптарында башҡарыла һәм төлө эш алымдары аша алып барыла. Ә шул мауыҡтырғыс эштәргә күскәнгә тиклем, уҡыусы телдең теоретик, лингвистик нигеҙҙәрен дә ҡабул итергә, төшөнөргә, артабан үҙенең тормош тәжрибәһендә ҡулланырға тейеш. Был момент ярайһы уҡ ҡатмарлы һәм уҡыусыларҙың иғтибарынан ваҡыт-ваҡыт менән ситтә ҡала торған өлөш. Шуның өсөн яңы темаға теоретик яҡтан яҡын килеү уҡыусының актив эшмәкәрлегенә, алдан алған белемдәренә таянып яһалған бәйләнеш-күпер (связка) аша килеп инергә тейеш. Өн-хәреф, ижек, баҫымдың телмәр тыуҙырыуҙа ҡатнашыуын башланғыс кластарҙан белгән балаларға: “Хәҙер беҙ яңы тема өйрәнәбеҙ. О,Ө,У,Ү өндәре. Теманы яҙып ҡуйығыҙ!”- тип әйтеп дәрес башлау шунда уҡ уҡыусының теоретик мәғлүмәт алырға теләген юҡҡа сығара. Артабан дәресте йәнләндереп алып китеүе лә ауырға төшәсәк. Әгәр ҙә дәресте үтеләсәк материал менән бәйле, ҡыҙыҡлы эш менән башлаһаҡ, үтелгәнде, өй эшен тикшереүҙе терәк һүҙҙәргә бәйләһәк, күпер яһау әллә ни ауырға төшмәй. Мәҫәлән,
Беҙ өй эшенең үтәлешен тикшерәбеҙ.
Уны күнегеүҙән күҙәтәбеҙ.
Был әҙер һөйләмдәрҙе кистән интерактив таҡтаға йыйып ҡайтырға, эш башланғас, асырға мөмкин.
Ошо һөйләмдәрҙән иренләшкән өнлө һүҙҙәрҙе биләдәләгеҙ. Уларҙы партала бер-берегеҙгә ҡрашып әйтегеҙ. Нимә күҙәттегеҙ?
Был һорауға яуап бик тиҙ табыла, артабан уҡытыусыға улар тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт биреп, теоретик белемдәрҙе дәреслектәге ҡағиҙә менән нығытырға ғына тороп ҡала.(З.Ф.Шәйхисламова. Фонетика. Башҡорт телмәре. //Б.У. №12, 2009, 12-се б.) Бер һүҙ менән әйткәндә, бөйөк рус педагогы В.Сухомлинский әйткәнсә, “бала үҙен тәрбиәләгәнде белмәй ҡалырға тейеш” (В.С.Сухомлинский. Сердце отдаю детям. –М., 1985). Тел буйынса яңы тема аңлатыу башлағанда ла тап шулай. Теоретик мәғлүмәтле яңы тема телдең эске законлыҡтарына ярашлы, башҡа бүлектәренә, системалылыҡҡа ынтылыш биреү менән бәйләнһә отошло буласаҡ. Тап шулай булғанда ғына ҙур теоретик материал, берҙән, аңлайышлы буласаҡ, икенсенән, ул һиҙелерлек ҡыҫҡарасаҡ, сөнки уҡыусыға таныш нәмәләрҙе ҡабатлап ҡағиҙә яҙыуҙың кәрәге ҡалмай. Бәлки, яңы быуын дәреслектәрендә тап шундай йүнәлешле ҡағиҙәләр биреү отошло булыр.
Шулай итеп, “Фонетика…” бүлегенең лингвистик компетенциялар үҫтереү методикаһын ойоштороу өсөн еңелдән ауырға күсәгилешлек “күпере” алымы отошло тип һанайбыҙ. Был алым Р.Ә. Абуталипова билдәләгән “уңыш ситуацияһын” тыуҙырыу, уҡыусылар алдына еңеп сығыуҙан ҡәнәғәтләнеү алырлыҡ проблемалар ҡуйыу, тел күренештәрен сағыштырма анализлау, дөйөмләштереү, һығымталар яһау, моделдәр һәм һыҙмалар төҙөү” кеүек эштәргә йәйелдерелә. ( Р.Ә.Абуталипова. Грамматик төшөнсәләрҙе өйрәнеү барышында универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу юлдары. //Б.У.№8, 2011, 51-се бит). Айырыуса, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар бүленешен, сингармонизм, ирен гармонияһы, сиратлашыу һ.б. тел күренештәрен өйрәнгәндә бөтә класс, микротөркөм, парталағы ике уҡыусы араһында хеҙмәттәшлек өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен ҡуйырға ярҙам итә ( уҡыусылар бер-береһен тыңлай, әйтә), икенсенән, булған белемдәргә яңы мәғлүмәт өҫтәлә, шуның менән предметлыҡ принцибы эшләй. Әле генә алынған информацияны асыҡ, конкрет миҫалдарҙа интерактив таҡтала күҙәтеү, “Сылбыр, “Кем тиҙерәк?” уйындары менән нығытыу ҙа киләһе дәрескә ни дәрәжәләлер күпер әҙерләүгә мөмкинлек бирә. Бында башланғыс мәктәптән өндәрҙе белеп килгән бала үҙ белемен күрһәтергә ашҡынып тора, өндәргә ҡылыҡһырлама ла бирә ала.
Башҡорт әҙәби теленең өн-хәреф системаһында бик күп иҫкәртмәләр бар. Улар графика, орфоэпия ҡағиҙәләренә ярашлы килеп тыуа, быны ла 5 класс уҡыусыһы хәҙер аңлы ҡабул итергә тейеш. Бында ҡайһы бер ғәрәп- фарсы һүҙҙәренең, рус теле аша ингән һүҙҙәрҙең сингармонизм законлыҡтарына тап килмәүенә, ҡайһы бер өндәрҙең (ё,ч, ц, щ) беҙҙең әҙәби телдә һирәк осрауына күнекмәләрҙе “Афавит” темаһын үткәндә ойошторорға мөмкин. Бында башҡорт әҙәби теленең ҡыҫҡаса формалашыу этаптарын “тел шәжәрәһе” итеп алып, уның иҫке төрки яҙмаһынан артабан латин хәрефтәренә, шунан 1939 йылда ғына рус графикаһына күсерелеүе күрһәтелеп киткәндә, уҡыусы был проблемаларҙың рус һәм башҡорт телдәренең төрлө телдәр ғаиләһендә ятыуынан да аңлай. Бының өсөн телсе-ғалимдарҙың (Ж.Ғ.Кейекбаев. Ғ.Ғ.Сәйетбатталов.) донъя телдәре картаһын экранда күрһәтеү отошло буласаҡ. Рус телендәге өндәрҙең ҡаты, йомшаҡ булыуын башҡорт телендәге нәҙек, ҡалын һуҙынҡыларҙың тәбиғәтенә бәйле икәнлеген аңлатыу ҙа байтаҡ орфоэпик һәм артабан орфографик хаталарҙы иҫкәртәсәк. Был байтаҡ ҡатмарлы моментты аңлатыу өсөн “Интеллектуаль ҡаршылыҡ”, “Конфликлы һүҙ” һ.б. уйындарын (Ф.Сынбулатова. Үҫтереүсе уҡытыу системаһы буйынса дәрес өлгөһө.//Б.У., №1, 2006, 22-се б.) ойоштороп, кескәй алгоритм сығарыу ҙа отошло буласаҡ.
Һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙың төрлө позицияларҙа үҙенсәлекле үҙгәрештәре, төшөп ҡалыуы йә өҫтәлеү күренештәренә бирелгән теоретик материал уҡыусының дөйөм фонетик – лингвистик компетенцияһын артабан бәйләнешле телмәр, коммуникативлыҡ компетенциялары менән бәйләүгә нигеҙләнә. Класты репортерҙар, телевизион хәбәрселәр йыйылышы тип иғлан итеп, билдәле бер темаға дөрөҫ һөйләү ҡағиҙәләрен тотоп, интервью алыу, хәбәрҙәр, зарисовкалар һөйләтеүҙе ойоштороу, билдәле гәзит - журналдар редакторҙары булып, тәнҡит менән сығыш яһау ҙа уҡыусыларҙың, берҙән, ҡағиҙәләрҙе ниндәй кимәлдә үҙләштереүен күҙалларға мөкинселек бирәсәк, икенсенән, класс торошо, дуҫлыҡ, тимурсылар хәрәкәте, ял кисәһенә анализ яһау, сәләмәт йәшәү башланғыстары, спорт һ.б темаларға асыҡ һөйләшеү аша тәрбиәүи момент үткәрергә мөмкинселек тыуасаҡ. Был мауыҡтырғыс уйында ҡатнашмаған уҡыусы ҡалмаясаҡ: һис юҡында телевизор ҡарап ултырыусылар, уларҙан килгән һорауҙар рәүешендә лә теоретик теманы нығытыу эшен ойошторорға мөмкин.
Ике өндө белдергән е,ё, ю, я хәрефтәре, өнһөҙ, тик айырыу билдәһе булған ь, ъ билдәләре тураһындағы теоретик материалды рус теле менән интеграциялы дәрестә аңлатыу отошло: ике телдә лә оҡшаш моменттар барлығын ике тел һүҙен анализлау аша аңлатырға мәмкин. Артабан грамоталылыҡ арта, диктанттарҙағы хаталар ике телдә лә кәмейәсәк. Мәҫәлән, еләк – егерь
көньяҡ – карьер .
Тик саф башҡорт өндәре тип кенә өйрәнелә торған ғ, ҙ, ң, ҫ, ө, ә өндәренең донъяның башҡа телдәрендә телмәр өндәре булараҡ йәшәүенә француз, инглиз телдәрендә аудиокүнегеүҙәрҙе тыңлатыу аша, миҫалдарҙы уҡыусыларҙың үҙҙәренән әйттереү аша ла бирергә мөмкин. (ҫевен – seven) (М.Т.Бодашко. Технология коммуникативно-развивающего обучения по английскому языку в условиях башкирской гимназии.- Уфа, БИРО, 2005).
Бындай юл менән алынған теоретик белем компетенцияһы артабан донъя телдәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ. Бында билингвистик ҡараштар, полиглотлыҡ һәләте үҫтереүгә лә юл һалына, ә был бик отошло, сөнки региондан ситтә ВУЗ-ға инеү, уҡыу өсөн төрлө телдәрҙе белеү заман талабына әйләнде.
Өн – хәрефтәрҙе ошо рәүешле бөтә яҡтан да күргән уҡыусы һүҙгә фонетик анализ яһау эшенә, текстан тик нәҙек йә ҡалын нигеҙле һүҙҙе генә табыу, сингармонизм, ирен гармонияһын сағылдырған һүҙҙәрҙе һайлау, уларға траскрипция биреү эшенә еңел тотона. Ә нығытыу күнекмәләре өснөн “Мөғжизәләр яланы”, “Тамырҙаш һүҙҙәр төҙө”, “Иң күп һүҙ төҙөүсе”, “Кроссвордты тултыр” һ.б. интеллектты үҫтереүсе, уҡыусыларҙы әүҙемләштереүсе, тиҙ уйлап табыу һәләтен арттырыусы уйын-дәрес тәҡдим итергә мөмкин. Яҙма эштәр үтәлеп, хаталар өҫтөндә эшкә һөҙөмтәләр сығарылғас, “Туған тел” байрамы үткәреү бик отошло. Тағы ла бер тапҡыр телдең төп ҡағиҙәләренә ҡараған һүҙбәйләнештәр төҙөтөү, рус теленән тәржемә итеү, һүҙгә баҫым ҡуйыу, һүҙҙең ижек формулаһын төҙөү, ритмлы юлдар, шиғри строфа төҙөтөү кеүек эштәрҙе уйындар, ҡыҙыҡлы грамматика аша ойоштороу дәрестә алынған теоретик белемдәрҙе тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итә, уҡыусыларҙың тел –лингвистик компетентлығын, грамоталылығын, әҙәби телдә һөйләшеү оҫталығын арттырырға мөмкинселек бирәсәк.
Фонетика, графика, орфоэпия өйрәнеү барышында лингвокультурологик компетенциялар үҫтереү юлдары.
Яңы быуат йәмғиәт үҫешенә күп төрлө үҙгәрештәр алып килде, шуның менән бергә уҡыу-уҡытыу процесына ла яңы талаптар ҡуйҙы. Сөнки киләсәк кешеһе заман менән бергә атларға, белемле лә, тәрбиәле лә, бөтә яҡтан компетентлы ла булырға тейеш. Айырыуса гуманитар предметтар, улар араһында тел фәнен уҡытыу ҙа, яңы заман кешеһен белемле һәм мәҙәни итеү йүнәлешенә боролорға тейеш. Бөтә нәмәне автоматлаштырыу, техниканың тормоштоң бөтә яҡтарына үтеп инеүе кеше шәхесендәге тәбиғи алсаҡлыҡ, илгәҙәклек, киң күңеллелек, кешелеклелек сифаттарын юҡҡа сығара бара. Шундай шарттарҙа кеше күңеленең матурлығын һаҡлап алып ҡалырҙай берҙән бер нәмә ул –тел, уны уҡытыуҙа музыка, бейеү, тыуған яҡтар биҙәктәрен ҡулланыу, телдең матурлығын күрһәтеү кешелекте был бәләләрҙән һаҡлар.
Телдәге һүҙ берәмеге хәҙерге лингвистикала мәҙәниәт берәмеге итеп ҡарала, йәки һүҙ аша тел һәм мәҙәниәт бәйләнеше булдырыла. “Мәҙәниәт – күп яҡлы, үҙенсәлекле күренеш. Тел мәҙәниәттә булған әйберҙәрҙе атап, сағылдырып ҡына ҡалмай, ә ошо мәҙәниәт эсендә үҫә. Тимәк, тел мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү ҡоралы, үҫеүе, һаҡланыуы һәм уның төҙөлөшө булып та тора. Ошо идея нигеҙендә яңы фән – лингвокультурология барлыҡҡа килә. Лигвокультурология тел һәм мәҙәниәттең бәйләнешен өйрәнеп, тел шәхесе һәм донъя тел тел картинаһының төҙөлөшөн сағылдыра”. (Л.Х.Сәмситова. Баш. телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре. Өфө, 2004. Баш-ң үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеүенең 450 йыллығына арналған регион-ара ғилми –ғәмәли конференция материалдары., Өфө, 17 май, 2006)
Был фекерҙән сығып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙа уҡытыусы заман уҡыусыһында лингвокультурологик компетенциялар үҫтереү маҡсаты ҡуйып эшләй. Беҙҙең миҫалада “Фонетика. Графика. Орфоэпия” өйрәнеү барышында әҙәп- әхлаҡ, рух, милли үҙаң тәрбиәләү предмет өйрәнеү менән йәнәш алып барылырға тейеш. Дәрестәр барышында өн-хәреф үҙенсәлеген тикшереү менән бер рәттән “тарихыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың үткәнен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, менталитетын сағылдырған текстар, ауыҙ-тел ижады өлгөләре – йыр, көләмәс, мәҡәл, әйтем, йомаҡтар, фразеологи змдарҙы ла үҙләштереү мотлаҡ” (Сәмситова Л.Х. шунда уҡ.) “Фонетика. Графика. Орфоэпия ” ҡағиҙәләрен үҙләштереү барышында теманың теоретик нигеҙе лингвокультурологик компетенцияһы – аралашыу культураһы - үҫтереүгә ярҙам итерлек күнегеүҙәр менән үрелеп алып барылырға тейеш. Уҡыусы үҙ туған теленең өн-хәреф системаһын башҡа телдәр системаһы менән дә тығыҙ бәйләнештә тороуын төшөнә. Телдең иң түбәнге берәмеге өн, артабан тел нигеҙен тәшкил итеүсе һүҙ, ә унан һүҙбәйләнеш, артабан – һөйләм, ә ул үҙ нәүбәтендә текст төҙөүен, тел ғилеменең үҫә барыусы система икәнлеген төшөнә. Был тығыҙ бәйләнеште үҫә барыусы бер бөтөн баҫҡыс системаһы итеп күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. текст
Һөйләм стилистика
синтаксис
Һүҙ төрк.
морфология
һүҙ
лексика
һүҙ/яһ.
морфема
өн-хәр
фоне
т.
Ләкин был баҫҡысты системалы үҫтереү өсөн беҙ бәйләнешле телмәр (бөтә баҫҡыстарҙы бәйләүсе үҫә барыусы һыҙыҡ) – һүҙ ҡулланабыҙ, тимәк, ул башланғыс берәмек итеп алына. “һүҙ телдең төшөнсәләр менән бәйле тамғаһы, шуға күрә лә һүҙ өҫтөндә эшләү процесында уҡыусыларҙың телмәре байый”. (Л.Г.Саяхова. Концепция школьного предмета “Русский язык в Республике Башкортостан”// Б.У., 1997, №10). Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ өн –хәрефте өйрәнгәндә лә һүҙҙәр ҡулланабыҙ, уларҙың баҫымы, теге йәки был яһалыу урындары, позициялары тураһында һүҙҙәр, әңгәмә ярҙамында күҙәтеү яһайбыҙ. Тимәк, бәйләнешле телмәр беҙҙе бер минутҡа ла ташлап китә алмай. Уның иң сағыу өлгөһөн, фонетик законлыҡтарҙы дөрөҫ файҙаланып, иң тәүҙә тел уҡытыусыһы үҙе күрһәтергә тейеш. Телгә, уның өндәренә, һүҙҙәренә иғтибарлы булыу әҙәби тел өйрәнеү дәресенең һәр этабында күҙәтелергә, уҡыусы өсөн иң ҡулайлы, яҡын өлгө булып хеҙмәт итергә тейеш. Был хаҡта М.С. Бураҡаева үҙенең “Тел моңон һаҡлайыҡ” тигән мәҡәләһендә яҙып сыҡҡайны инде. (//Б.У. №12, 2011, 21 б. ) Тимәк, теге йәки был теманы башлар алдынан уҡытыусы шәхси лингвокультурологик компетенцияһын эшкә егергә, бирелгән күнегеүҙәр буйынса дөйөм компетентлығын да күрһәтә барырға тейеш. Миҫалға дәреслектә бирелгән Шишкин айыуҙары иллюстрацияһын ғына алайыҡ. Уның өҫтөндә эш башлар алдынан уҡытыусыға И.И. Шишкиндың пейзажист – рәссам икәнлеген, ә картинаның “Ҡарағай урманында иртә” тип аталыуын әйтеп, уҡыусыларҙа культурологик компетентлыҡҡа йүнәлеш биреү мөһим. Бында дәрескә И.И. Шишкиндың башҡа картиналарын да алып инергә йәки Интернеттан асып күрһәтергә мөмкин. Бөйөк рәссамдың ижадын дәрестә ҡулланыу уҡыусыларҙы ошо матурлыҡҡа бәйләй, был сәнғәт төрөнә, рәссам шәхесенә ихтирам тәрбиәләй. Шунда уның ижады тураһында һүҙ сәнғәте аша өйрәнеү мотивацияһы булдырыла. Картина буйынса бәйләнешле телмәр үҫтереү моментында уҡытыусы тап ошо тойғоно тотоп алырға, артабан матурлыҡ менән осрашыу тураһында һөйләшеүгә алып килә. Айырым һүҙҙәр, өндәр, урмандағы ауаздар уларҙы фонетикаға яҡынайта. Ниндәй һүҙҙәр, өндәр аша рәссамдың ижады асылыуы тураһында һөйләшеү барышында теге йәки был һүҙгә, өнгә туҡталып китеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Был бүлектә артабан тағы ла дүрт репродукция бирелгән. Әлбиттә, маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу өсөн был һүрәттәр төҫлө, сағыу буяуҙар менән бирелһә, бәйләнешле телмәр үҫтереү өсөн алынған миниатюр иншалар, каринаны тергеҙеү кеүек телдән журналдар кеүек эштәр күпкә отошлораҡ буласаҡ.
Шулай итеп, “Фонетика…” бүлеген өйрәнеү барышында лингвокультурологик компетентлыҡ үҫтереү телдең фән булараҡ үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу менән бергә мәҙәни үҫештең тел ярҙамында тормошҡа ашырылыуын күрһәтеүҙән ғибарәт.
Өн-хәреф системаһын, уның дөрөҫ әйтелеш законлыҡтарын өйрәнеү барышында уҡыусы төрлө йүнәлешле күнегеүҙәр менән осраша, ләкин ҡайһы саҡта уҡытыусы теоретик белемдәргә баҫым яһап, был күнегеүҙәрҙең лингвокультурологик ҡиммәтен күҙҙән ысҡындыра, ә яңы стандарттар нигеҙенә , киреһенсә, шул өн-хәрефтәрҙе дөрөҫ ҡулланып, аралашыу культураһы үҫтереү компетенцияһы алға сығарыла. Бының өсөн дәрестә бирелгән һәр күнегеү, текстың эске мөмкинлектәрен билдәләү мотлаҡ. Ошо фекерҙән сығып, “Фонетика…” бүлегендәге күнегеүҙәргә күҙәтеүҙәр яһап, системалаштырыу яһайыҡ:
Халыҡтың йола поэзияһы менән бәйләү эшен ойоштороу.
Тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен үткәндә бер үк өн күп тапҡыр ҡабатланған һамаҡлау, тиҙәйткес, тел көрмәлткестәр файҙаланыу.
(Б.х.и., 1 том, Ө., Китап, 1992) Ә уларҙы үҙҙәре төҙөп килтереү эше ижадилыҡҡа ла тартасаҡ. Был йәштә баланың ижадҡа ынтылышы әле оялыу, үҙенең һәләтен йәшереү сифаттарынан юғарыраҡ була, (комплексование) һәм уны кесе йәштән ижадилыҡҡа тартыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмай.
2. Мәҡәл, әйтем, йомаҡ, фразеологизмдар ҡулланылған күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү барышында тел камиллығына, рифмалылыҡҡа, өндәр оҡшашлығына таяныуҙы күҙәтеү. “Шундай һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр аша беҙ әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе, халҡыбыҙҙың үткәнен, аң кимәлен күҙ алдына баҫтырабыҙ” .(СәмситоваЛ.Х. шунда уҡ). Бишенселәр менән кескәй китапсыҡтар эшләп, уның тышлығын йә япраҡ, йә сәскә, йә, тирмә, йә берәй йән эйәһе итеп биҙәп, эсенә мәҡәл - әйтемдәр, йомаҡтар йыйыу эше лә мауыҡтырғыс була. Уларҙы Туған тел байрамында кескәйҙәргә бүләк итергә лә мөмкин.Үҙҙәре тапҡан мәҡәл - әйтемдәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу эше лә баланың һөйләү телмәрен сисә, күп яҡлы информация алына.
3. Халыҡ медицинаһы өлгөләрен, кәңәштәрен ҡулланып төҙөлгән текстар, диктанттар, изложениелар өҫтөндә эшләү барышында өн- хәреф позициялары, баҫым, ижек күҙәтелеү менән бер рәттән уҡыусының тормош тәжрибәһе, дөйөм компетентлығы үҫтерелә. Миҫалға “Балан”, “Ҡорот”, “Миләш”, “Ҡымыҙ”, “Ҡорғаҙаҡ шишмәһе”, “Мәтрүшкә сәскәһе” һ.б. темаларға кескәй текстарҙы лингвокультурологик аспектта тикшереү отошло буласаҡ. Ошондай күнегеүҙәргә оҡшаш текст төҙөү, бер- ике һөйләм менән генә бирелгән ҡыҫҡа тексты дауам итеү, уның һөйләмдәрен тултырыу, аҙаҡ фекер алышыу ҙа телмәр компетенцияһы өсөн эшләйәсәк.
4. Халыҡ педагогикаһы элементтарын ҡулланып төҙөлгән күнегеү текстары уҡыусыла “намыҫ концептын” (Сәмситова Л.Х. шунда уҡ) үҫтереүгә бәйле. Был концепт йәмғиәттә, кешеләр араһындағы ябай булмаған мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе, кеше күңелен “билдәле рухи ҡиммәттәргә, башҡа кешеләргә, ғаиләгә, йәмғиәткә файҙалы кеше булыу ” йүнәлешендә тәрбиәләй. Күнегеүҙәр йөкмәткеһе яңы кешене тормоштоң әхлаҡ ҡағиҙәләрен тәшкил иткән тәрбиәлелек, йомартлыҡ, ғәҙеллек, рәхимлелек, эскерһеҙлек, тоғролоҡ һ.б. сифаттарҙы үҙ эсенә алған нәмәләр менән осраштыра, уны уйланырға, дөрөҫ юлды һайларға өйрәтә, был йәһәттән тормош тәжрибәһе тупларға йүнәлеш бирә. Уларға өҫтәп, “Йәншишмә”, “Аманат”, һ.б. материалдарынан тормошсан миҫаладар килтереү ҙә уҡыусыла намыҫ концептын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ә был концепт үҙ нәүбәтендә яңы талаптар буйынса ”уҡыусының индивидуаль –шәхси ҡылыҡһырламаһы, уның мәктәпте тамамлап сыҡҡандағы рухи ҡиммәттәр ориентацияһы, социаль тойғолары менә тығыҙ бәйләнгән”. (//Б.У. №12, 2011., 11 б).
5. Тәбиғәт, йәнлектәр донъяһы, ер-һыу атамалары, уларҙың легендалары менән бәйле текстар туранан-тура уҡыусыларҙа тәрән патриотизм, тыуған ергә һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоларын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Бындай культурологик бәйләнештәрҙе практик эш менән йәнләндереп ебәреү уҡыусы шәхесендә был ерҙәргә һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләй, тәбиғәт һәм кешенең гармоник бәйләнеше идеяһын алға ҡуйып, бер яҡтан эстетик зауыҡ, икенсе яҡтан тормош тәжрибәһе туплана. Бындай күнегеүҙәргә йылдың төрлө миҙгеленә арналған һүрәтләмәләр, йәйге походтар тураһында хәтирәләр өҫтөндә эшләү барышында “Тыуған ер атамалары” тигән легендалар тупланған альбом, “Минең тыуған ерҙәрем” тигән фотоальбом эшләп, уларҙы тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыу, тыуған ер тураһында мәҡәл-әйтемдәр бәйгеһе, кроссвордтар, ребустар сисеү, үҙҙәренән төҙөтөү ҙә дәрес материалын иҫтә ҡалырлыҡ итәсәк. Төрлө йыл миҙгелдәрендәге каникул, ял мәлдәрендәге иҫтәлектәре, яҡын дуҫтары, йорт хайуандары менән мөнәсәбәттре тураһында ла әңгәмә ҡороп ебәреү, һөйләтеү, ә аҙаҡ һүрәтләмә - инша яҙҙырып алыу уҡыусының күп яҡлы эрудицияһын үҫтереңгә ыңғай йоғонто яһай. Уларҙа йәшерелгән һүҙҙәрҙе өн-хәреф системаһы буйынса тикшереү белем алыу кимәлен тағы ла күтәреп ебәрәсәк.
6. Халыҡтың ауыҙ-тел ҡомартҡылары, юмор, йыр, ҡурай, таҡмаҡ индерелгән күнегеүҙәр биреү, дәреслектәге материалды темаға ярашлы ҡулланыу артабан лингвокультурологик компетентлыҡ тәрбиәләүҙә бик ҡулай.
Башҡорт теленең донъя телдәре араһында иң музыкаль, гармониялы (иң төп тел законлығы ла шулай атала - сингармонизм) телдәр рәтендә тороуын күрһәткәндән һуң, һәр һуҙынҡының тартынҡылар менән сиратлашып килеүе телдең эске ритмын тыуҙырыуын күрһәтеү мөһим. Орфоэпия ҡағиҙәләренә ярашлы һуҙынҡы, тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелешен күҙәтеү өсөн халыҡ йырҙары өлгөләре, көләмәстәр алына. Улар өҫтөндә эшләгәндә йырҙы тыңлатыу һәм өйрәтеү, халыҡ йыры өлгөһөн, ҡурай моңон тыңлатыу, бейеү таҡмаҡтарын йыйып алып килеп, уларҙы таҡмаҡлағанда тыпырлатып бейетеп алыу ҙа телдең культурологик нигеҙҙәре менән бәйле уҡытыу өлгөһө буласаҡ. Башҡортса тыпырлатып бейеү, таҡмаҡҡа ритмлы баҫыу, берҙән, бейеү һәләтен үҫтерә, икенсенән, дәрестең билдәле бер этабында ял минуты (физминутка) ролен дә башҡара ала. Ә музыка, йыр, көләмәс менән бәйләү үҙ нәүбәтендә уҡыусылар араһынан сәхнә өсөн һәләтле балаларҙы күреп алырға, һәләтле шәхес тәрбиәләүгә, артабан үҫтереүгә лә ярҙам итәсәк.
7. Башҡорт теленең башҡа телдәр менән бәйләнеш законлыҡтарын өйрәнеү өсөн бирелгән күнегеүҙәр билдәле дәрәжәлә толерантлыҡ, интернационализм тойғолары тәрбиәләй. Шул уҡ ваҡытта башҡа донъя телдәре картаһында үҙ туған теленең урынын билдәләү ҙә уҡыусыла билдәле бер хистәр уята, уртаҡ ҡағиҙәләргә ҡоролған моменттарҙы еңел үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, һаңғырау һәм яңғырау тартынҡыларҙың ялғау ҡушылғанда сиратлашыу күренешен урыҫ теленән ингән һүҙҙәрҙе тикшергәндә күҙәтергә мөмкин: ҡалаҡ – ҡалағы, иләк – иләге
/ Клуп/ - клубы, /флак/ -флагы һ.б.
Төп башҡорт һүҙҙәрендәге һәм урыҫ теле аша ингән һүҙҙәрҙәге баҫым, ғәрәп-фарсы теленән ингән ҡайһы бер һүҙҙәрҙең сингармонизм законына буйһонмауы, урыҫ теленән ингән һүҙҙәрҙең “башҡортлашыу” процесын күҙәтеү транскрипция аша бирелә. Телдәге был күренештәрҙе фәнни яҡтан күҙәтеү үҙе генә лә тел буйынса эҙләнеү эшен ойоштороуға алып киләсәк. “Һүҙҙәрҙең үҙгәртелеп ҡабул ителеүе, барыһынан бигерәк, ҡайһы бер рус фонемаларының башҡорт телендә булмауынан килеп сыҡҡан. Билдәле булыуынса, төп башҡорт һүҙҙәрендә /в/ , /о/ һәм /э/ фонемалары булмай. Шуға күрә был һуҙынҡылар булған һүҙҙәр үҙләштерелгәндә рус телендәге /в/ - /уы/ йәки /ф/тартынҡыһы менән алмашына: канава – канау, квартира –фатир. Киң әйтелешле /о/ һуҙынҡыһы башҡортса /а/, /у/, /ү/ һуҙынҡыларына күсә: кровать – карауат, хомут – ҡамыт, мох – мүк, мочало – мунсала, самовар – самауыр, смола – ыҫмала, солома – һалам һ.б.” (М.Х.Әхтәмов. Хәҙергә башҡорт теле. -Өфө, Китап, 2002, 73 б.)
Шулай итеп, “Фонетика…” бүлеген өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың лингвокультурологик компетентлығын үҫтереү һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалаштырыу өсөн бик күп мөмкинлектәр асылған. Уларҙы заман талаптарына ярашлы яңы информацион технологиялар менән бәйләгәндә, бәйләнешле телмәргә һәр ваҡыт урын ҡалдырылғанда, дәрес һис шикһеҙ, заман талаптарына ярашлы, үҙенсәлекле буласаҡ. Айырыуса, дәрес башын йәнле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторғанда, унда ҡуйылған мотивация был темаларға бәйле һәр дәресте лә үҙенсәлекле итәсәк. Уҡыу- уҡытыуҙың төп маҡсаттарына ярашлы уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең өс йүнәлеше лә хәрәкәткә килә:
мотивация аша уҡыусы шәхесен әүҙемләштереү, үҙ аллы үҫешкә йүнәлеш биреү;
универсаль уҡыу эшмәкәрлеген метапредметлыҡ аша үҫтереү;
өйрәнеүгә алынған материалдың үҙенсәлекле йүнәлешен дөйөм белем алыу тәжрибәһен үҫтереү өсөн төп компетентлыҡ итеп нығытыу.
Бынан тыш тәүге ҙур темаларҙы өйрәнгәндә үк культурологик нигеҙҙәрҙе үҙ тәжрибәһендә күргән уҡыусы телдең башҡа бүлектәрен өйрәнгәндә лә үрҙә һаналып кителгән моменттарға иғтибарлы буласаҡ, йәки белем алыу оҫталығы (умение учиться) үҫтереләсәк, ә башҡа мәҙәни предметтарға иғтибары бермә-бер артасаҡ.