
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
Тикшерелмәй торған һүҙ (орфограммалы һүҙ) һәм уның мәғәнәһе менән таныштырыу.
Һүҙҙе нисек яҙылған, шулай уҡыу һәм дөрөҫ итеп әйтергә өйрәтеү.
Орфограмманы табыу.
Мөмкин булһа, һүҙҙең яһалышын йәки төҙөлөшөн тикшереү.
Һүҙҙең дөрөҫ яҙылышын анализлау. Был эш аша балалар һүҙҙе нисек дөрөҫ яҙырға кәрәк, тигән һорауға яуап табалар. Объект булып һүҙ үҙе түгел, ә был һүҙҙе дөрөҫ яҙыу өсөн мәғәнәһе тора.
6. Нығытыу күнегеүҙәре. Тикшерелмәй торған һүҙ менән күнегеүҙәр үткәреү, балаларҙың үҙләштерелгән һүҙ буйынса белемен тикшереү. Күнегеүҙәрҙе башҡарған саҡта һүҙлектәр ҡулланыу ҙур ярҙам итә. Балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, фантазияһын үҫтереү өсөн ижади характерҙағы эштәр башҡарыу маҡсатҡа ярашлы.
Шулай итеп, башланғыс мәктәптә лексиканы өйрәнеү һүҙ өҫтөндә эш, уның мәғәнәһе, телмәрҙәге роле тураһында дөйөм төшөнсәләр биреүҙе үҙ эсенә ала. Был темаларҙы өйрәнеү барышында теоретик белем биреү менән бер рәттән, практик белем, күнекмә һәм компетенциялар формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәрен лингвистик термин һәм төшөнсәләр менән байытыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ һәм урынлы ҡулланырға өйрәтеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү менән берлектә тормошҡа ашырыла.
I–IV кластарҙа һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү
Морфологияға өйрәтеүҙең урыны, роле; программала бирелеше
Башланғыс мәктәп программаһында һүҙ төркөмдәрен өйрәнеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Сөнки, ғалим-методистар билдәләүенсә, «телдең морфологияһын өйрәнмәйенсә, уның орфографик, орфоэпик, синтаксик, стилистик ҡағиҙәләрен, ҡанундарын фәнни нигеҙҙә үҙләштереү, уларға таянып, һөйләү, уҡыу, тыңлау һәм яҙыу күнекмәләренә эйә булыу, телмәр культураһын аңлы үҫтереү мөмкин түгел» (IV–VIII кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы 1985, 107).
I–IV кластарҙа грамматиканан теоретик белем биреү телмәр үҫтереү һәм төрлө типтағы компетенциялар формалаштырыу сараһы итеп ҡарала. Ул уҡыусының һөйләү һәм яҙма телмәрен логик һәм грамматик яҡтан эшкәртә, һүҙ байлығын арттыра. Ошо маҡсатта башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү грамматик теорияларға бәйләп, текст нигеҙендә алып барыла.
Грамматика, билдәле булыуынса, ике өлөштән тора – морфология һәм синтаксис.
Башланғыс кластарҙа морфологияны өйрәнеүҙең роле түбәндәгеләр менән билдәләнә:
ул уҡыусыларҙың тел тураһындағы дөйөм белемен арттыра, тел факттарын аңлы рәүештә үҙләштерергә ярҙам итә, балаларҙың логик фекерләүен, лингвистик, коммуникатив компетенцияларын үҫтерә;
морфологияны өйрәнеүҙең практик әһәмиәте лә бар: балалар әҙәби тел нормаларын, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштерә.
Ошоларҙан сығып, морфология уҡытыуҙың маҡсаты һәм йөкмәткеһе билдәләнә.
Һүҙ төркөмдәрен, уларҙың яһалышын һәм үҙгәрешен орфоэпик һәм орфографик нормалар менән тығыҙ бәйләнештә аңлатыу уҡыусыларҙың лексик, синтаксик, стилистик белем һәм күнекмәләрен, яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтерә.
Мәктәптә морфологияға ҡараған темалар синтаксик нигеҙҙә һөйләм һәм текст эсендә ҡарала. Был морфологияны өйрәнеүҙең төп принцибы. Сөнки теге йәки был һүҙ төркөмөнә ҡараған лексик берәмектең грамматик билдәләрен, уларҙың мәғәнә биҙәктәрен, телмәр төҙөүҙәге ролен бары тик һүҙбәйләнештә, һөйләмдә һәм текста ғына күҙәтеп була.
Морфология, синтаксис, текст теорияһы араһында органик бәйләнеш булдырыу I–IV класс уҡыусыларының ижади һәләттәрен үҫтерә, төп компетенцияларҙы формалаштырыу өсөн нигеҙ булдыра, фекерләүҙе һәм телмәр эшмәкәрлеген камиллаштыра. Телмәрҙә иң йыш осраған һүҙ төркөмдәренең лексик һәм грамматик мәғәнәһен танырға өйрәнеү абстракт фекерләү ҡеүәһен барлыҡҡа килтерә.
I-IV кластарҙа һүҙ төркөмдәрен өйрәнгәндә дөйөм дидактик принциптарға ярашлы рәүештә еңелдән – ауырға, ябайҙан – ҡатмарлыға, таныштан – таныш түгелгә барыу, материалды системалы, эҙмә-эҙлекле биреү, дауамсанлыҡ, күсәгилешлелек, перспективалылыҡ, күргәҙмәлелек, теория менән практиканың бәйләнешен иҫәпкә алыу белем һәм күнекмәләрҙең ныҡлы, аңлы һәм актив үҙләштерелеүенә ярҙам итә.
Алда һанап үтелгән принциптарҙы иҫәпкә алып, башланғыс кластар программаһында морфологияны өйрәнеү системаһы түбәндәгесә билдәләнә.
I класта «һүҙ төркөмдәре» тигән грамматик төшөнсә бөтөнләй индерелмәй, ләкин уҡыусылар һәр дәрестә телмәр практикаһында һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр менән практик рәүештә таныша, төрлө телмәр ситуацияларына ярашлы һөйләмдәр төҙөй, уларҙы телмәрҙә ҡуллана.
Был баҫҡыста исем, ҡылым, сифат, ярҙамсы һүҙ кеүек телмәрҙә иң йыш ҡулланылған һүҙ төркөмөнә ҡараған лингвистик төшөнсәләр уларҙың лексик мәғәнәһенә һәм телмәрҙәге роленә ярашлы ҡарала һәм предметты, хәрәкәтте, предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр тамға-моделдәр формаһында индерелә.
II класта уҡыусылар предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе өйрәнәләр, уларға кем? нимә? кемдәр? нимәләр? ниндәй? ни эшләй? һорауҙарын ҡуйырға, текста таный белергә, бер-береһенән айырырға өйрәнәләр. Шулай итеп, уҡыусыларҙың һүҙ төркөмдәре тураһындағы практик белемдәре киңәйтелә, тәрәнәйтелә.
III класс программаһының төп өлөшө телмәр мәҙәниәтен үҫтереүгә, бәйләнешле текст өҫтөндә эшләүгә бирелгән, һүҙ төркөмдәре буйынса темалар бөтөнләйгә юҡ.
IV класс башланғыс мәктәптең йомғаҡлаусы звеноhы булып тора. Был класта бала шәхес үҫеше‚ телмәр кимәле‚ тел өлкәhендәге белемдәре буйынса тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелә. Түбән кластарҙа hалынған нигеҙгә таянып‚ тел теорияһы өлкәhендәге белемдәр киңәйтелә‚ яңы‚ ҡатмарлыраҡ төшөнсәләр бирелә‚ күнекмәләр hәм оҫталыҡтар ҙа шымара hәм нығына бара.
Башланғыс мәктәптең һуңғы баҫҡысында программаның төп бүлеге булып «Һүҙ төркөмдәре» темаһы тора, сөнки башҡорт теленә бүленгән сәғәттәрҙең яртыһы (64 сәғәт) һүҙ төркөмдәрен өйрәнеүгә бирелгән. Теманы өйрәнеү барышында уҡыусылар тәүге тапҡыр «һүҙ төркөмдәре» тигән термин менән танышалар һәм исем, сифат, ҡылымды мәғәнәләре, һорауҙары буйынса төркөмдәргә айырырға өйрәнәләр. Был класта hүҙ төркөмдәре буйынса I–III кластарҙа алынған белемдәргә өҫтәп‚ исемдең килеш менән үҙгәреүе‚ ялғау төрҙәре hәм яҙылышы; эйәлек заты менән үҙгәреше; ҡылымдың үткән‚ киләсәк‚ хәҙерге заманы hәм яhалыу алымдары‚ ни эшләhә? ни эшләмәксе? ни эшләргә? кеүек формаларҙы телмәрҙә күҙәтеү hәм ҡулланыу; тамыр hәм яhалма сифаттар‚ уларҙың дәрәжә менән үҙгәреше hәм ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышын, рәүештәрҙе, һандарҙы һәм алмаштарҙы өйрәнеү ҡарала.
Ошо маҡсатта дәреслектә төрлө күнегеүҙәр бирелә: һүҙ теҙмәләренән, һөйләмдән, текстан ошо һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәрҙе табыу, уларҙы төркөмләү һ.б. Һөйләм өҫтөндә эшләгәндә hөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен, hөйләмдә hүҙҙәр бәйләнешен, тәртибен үҙләштереү уларҙың ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен асыҡлау, йәғни һүҙ төркөмдәренең синтаксик функцияһын билдәләүгә бәйле ойошторола.
Башланғыс төп белем биреү стандартына ярашлы төҙөлгән Яҡынса программала морфологияны өйрәнеүҙең йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә: һүҙҙәрҙе үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәренә бүлеү; исем, сифат, алмаш, ҡылым һүҙ төркөмдәре буйынса уларҙың мәғәнәһе һәм грамматик категориялары берлегендә аңлау, һөйләм һәм текст эсендә һүҙ төркөмдәрен дөрөҫ ҡулланыу.
Морфологияны өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге түбәндәгеләргә йүнәлтелә:
һүҙҙәрҙе төркөмләү өсөн нигеҙҙе эҙләп табыу;
һүҙҙе һәм уның грамматик билдәләр йыйылмаһын тап килтереү, бирелгән грамматик формаларға ярашлы һүҙҙе һүҙҙәр теҙмәһенән айырып ала белеү;
бирелгән һүҙҙең грамматик билдәләрен анализлау;
һүҙҙәр теҙмәһенән уларҙан теге йәки был грамматик формаһы менән айырылған “артыҡ” һүҙҙе табыу;
бирелгән исемгә мөмкин тиклем күберәк сифаттар һайлау;
текста һүҙҙәрҙең урынлы ҡулланылышын баһалау, ҡабатланып килгән исемдәрҙе алмаштар менән алмаштырыу;
текста эйәлек заты алмаштарын билдәләү;
ҡылымдың заманын йәки затын үҙгәртеү ярҙамында тексты трансформациялау;
текстағы теге йәки был һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙе төркөмләү;
коллектив эш аша һүҙ төрөкөмдәрен анализлау өсөн алгоритм моделләү (төҙөү) [Примерные программы… 2008, 27-28].
Шулай итеп, hүҙ төркөмдәре һөйләм һәм бәйләнешле текст эсендә уларҙың һорауҙарына, мәғәнәләренә, яhалышына‚ айырым грамматик категорияларына, ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышына, телмәрҙә башҡарған вазифаһына бәйләп өйрәнелә‚ белем, күнекмә һәм оҫталыҡтар кластан класҡа, дәрестән дәрескә киңәйтелә hәм тәрәнәйтелә бара. Күнегеү һәм эштәрҙе праҙарҙа, төркөмдәрҙә ойоштороу универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен һәм төп компетенцияларҙы комплекслы формалаштыра.
I–IV кластарҙа исемде өйрәнеү
Т
елмәрҙә
иң йыш ҡулланылған hүҙ
төркөмө булған исем тураhында
практик төшөнсәне уҡыусылар I
класҡа килгән тәүге көндәрҙән үк алалар:
үҙҙәрен уратып алған төрлө предметтарға‚
кешеләргә ҡарата
кем? нимә? кемдәр? нимәләр? hорауҙарын
бирергә‚ был hорауҙарға
яуап табырға. Улар менән һөйләмдәр
төҙөргә өйрәнәләр. Предмет билдәһен
белдергән һүҙҙәр тамға-модель формаһында
индерелә:
II класта иhә исемдең мәғәнәhе‚ hорауҙары‚ күплек менән үҙгәреүе‚ ялғауҙар ярҙамында hөйләмдәге башҡа hүҙҙәргә бәйләнешле‚ яңғыҙлыҡ hәм уртаҡлыҡ исемдәр менән танышалар, уларҙың дөрөҫ яҙылышын өйрәнәләр. Исемде мәғәнәhе hәм hорауы буйынса билдәләй беләләр.
Был баҫҡыста предмет төшөнсәhенең йөкмәткеһенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Практика күрһәтеүенсә, балалар үҙҙәрен уратып алған әйбер исемдәренең (дәфтәр, китап; парта, өҫтәл һ.б.) предмет булыуын еңел үҙләштерәләр, ә бына тәбиғәт күренештәрен (ямғыр‚ ел‚ дауыл‚ йәшен)‚ кешенең төрлө хәл-торошон (йоҡо‚ ҡайғы‚ фекер)‚ билдә исемен (шатлыҡ‚ матурлыҡ‚ батырлыҡ) белдергән hүҙҙәрҙең дә предметты аңлатыуын ауыр төшөнәләр. Шуға күрә дәрестәрҙә конкрет предметтарҙың атамаларын төркөмләү менән бергә‚ абстракт төшөнсәләрҙе белдереүсе исемдәргә лә иғтибар йүнәлтергә кәрәк.
III класта предметлыҡ төшөнсәhе киңәйтелә төшә: яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышы ҡабатлана, күплек ялғауҙарының фонетик варианттары‚ практик рәүештә исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе тураhында төшөнсә бирелә.
Исемдең hөйләмдә ялғауҙар ярҙамында башҡа hүҙҙәр менән бәйләнешен үткәндә‚ һөйләмде hүҙбәйләнештәргә дөрөҫ тарҡатыу, бер hүҙҙән икенсеhенә hорауҙы дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеү эштәре үткәрелә. Бер үк ваҡытта исемдең синтаксик роле асыҡлана, уның hөйләмдә йышыраҡ эйә ролен үтәүе‚ эйәрсен киҫәк тә булып килә алыуы күп төрлө миҫалдар ярҙамында аңлатыла, төркөмдәрҙә һәм парҙарҙа эш ойошторолоп, төп компетенцияларҙы, универсаль уҡыу эшмәкәреге формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыла. Был күнегеүҙәр киләһе баҫҡыста исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүен өйрәнеү өсөн нигеҙ булып торасаҡ.
IV класта төп иғтибар исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүенә‚ ялғауҙар яҙылышын өйрәнеүгә йүнәлтелә. Килештәрҙе өйрәнеү интерактив таҡтаға яҙылған һөйләмдәрҙе уҡыу һәм анализлауҙан башлана: Мин ауылда йәшәйем. Беҙҙең ауыл бик матур. Ауылдың урамдары киң. Ауылдан Өфөгә автобус йөрөй. Каникулда ауылға ҡайтам. Мин үҙебеҙҙең ауылды бик яратам.
Һөйләмдәрҙе бер уҡыусы ҡысҡырып уҡып сыҡҡас, уларҙа нимә тураһында һүҙ барыуы, һәр һөйләмдә ниндәй һүҙ ҡабатланыуы асыҡлана, ул һүҙгә бәйләнеп килгән һүҙҙәрҙән сығып, һорау ҡуйыла:
(ҡайҙа? нимәлә?) (нимәнең?)
Йәшәйем ауылда Урамдары ауылдың
Был күҙәтеүҙәрҙән сығып һәм алдағы кластарҙа алынған практик белемдәргә таянып, уҡыусылар төркөмдәрҙә һәм парҙарҙа үҙҙәре һығымта яһай, ҡағиҙә сығара һәм уны дәреслектәге ҡағиҙә менән сағыштыра, фекерҙәренең дөрөҫлөгөн миҫалдар менән дәлилләй.
Уҡыусылар был грамматик төшөнсәне аңлы үҙләштерhен өсөн, III кластағы белем һәм күнекмәләргә нигеҙләнеп, теге йәки был лексик темаға hөйләмдәр төҙөү, уларҙы hүҙбәйләнештәргә тарҡатыу‚ бер hүҙҙән сығып‚ икенсеhенә hорау ҡуйыу‚ hорауға ҡарап‚ исемдең ялғауы үҙгәреүен күҙәтеү эштәре ойошторола, артабан «килеш» термины, уларҙың исемдәре‚ hорауҙары индерелә.
Һәр дәресте айырым бер лексик темаға ҡороп, дәрес барышында шул темаға ярашлы яңы һүҙ һәм төшөнсәләрҙе туплау, улар менән һөйләмдәр һәм бәйләнешле текстар төҙөү уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген активлаштыра, һөйләү һәм яҙма телмәр тыуҙырыу өсөн ыңғай мотивация булдырыла.
Шулай итеп, I-IV кластарҙа исем һүҙ төркөмө һәм уның төп грамматик категориялары буйынса нигеҙ төшөнсәләр үҙләштерелә.
Башланғыс класс уҡыусылары ҡабатланып килгән исемдәрҙе алмаштырыу өсөн ҡулланылған һүҙҙәр – алмаштар менән тәүге бәйләнешле текстарҙы уҡый башлағында практик рәүештә осраша, әммә программала айырым грамматик тема булараҡ алмаштарҙы өйрәнеүгә тик IV класта дүрт сәғәт планлаштырылған [«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1–4-се кластары өсөн 2007, 41].
Яңы белем биреү стандартында был теманы өйрәнеү йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнгән: алмаштар тураһында дөйөм төшөнсә биреү, зат алмаштары; уларҙың мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы, үҙгәреше [Примерная основная образовательная программа… 2011, 123].
I–IV кластарҙа ҡылымды өйрәнеү
Уҡыусылар предметтың эшен‚ хәрәкәтен белдереүсе hүҙҙәрҙе телмәрҙәрендә даими ҡулланалар‚ йәғни мәктәпкә килгәнсе үк ҡылым тураhында практик белемгә эйә булып киләләр. Мәктәптә балаларҙың ошо белемдәренә таянып‚ ҡылым тураhында өҫтәлмә грамматик төшөнсәләр бирелә. Теманы өйрәнеүҙең төп маҡсаты: ҡылым тигән грамматик төшөнсә формалаштырыу‚ предметтың эшен, хәрәкәтен һәм торошон белдергән һүҙҙәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға күнектереү, быға ирешеү өсөн төшөнсәнең мөhим ике билдәhен – грамматик hәм лексик әhәмиәтен практик рәүештә балалар аңына еткереү.
Ҡылым предметтың хәрәкәтен аңлата. Был уның грамматик мәғәнәһе. Мәҫәлән оса‚ сәсә‚ төҙөй‚ йөҙә h.б. Ләкин ҡылымдарҙың лексик мәғәнәһе конкрет предметтарҙың хәрәкәтен аңлатыу менән генә сикләнмәй, улар предметтың хәл-торошон (йоҡлай‚ уйлай)‚ хәрәкәт билдәhен (ағара‚ күгәрә‚ hарғая)‚ предметтар араhындағы мөнәсәбәтте (ғорурлана‚ намыҫлана‚ ярата) һ.б. аңлаталар. Шулай итеп, ҡылымдарҙың лексик-семантик мәғәнәләре күп төрлө‚ ә грамматик әhәмиәте берәү – ул предметтың хәрәкәтен белдерә. Шуға ла ҡылым төшөнсәhен формалаштырғанда‚ лексик мәғәнәләре күп төрлө булған ҡылымдарҙы миҫал hәм күнегеүҙәрҙә ҡулланып‚ уҡыусыларға уларҙың бөтәhе өсөн дә уртаҡ билдәhен – предметтың хәрәкәтен аңлатып‚ ни эшләй? ни эшләйҙәр? ни эшләне? ни эшләнеләр? ни эшләгән? ни эшләмәй? ни эшләмәгән? ни эшләр? һ.б. hорауҙарға яуап булыуын төшөндөрөргә кәрәк.
I-IV кластарҙа ҡылымды өйрәнеү түбәндәгесә алып барыла.
Беренсе класта «ҡылым» уҡыусылар һәр грамотаға өйрәнеү дәресендә предметтың эшен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр менән осраша, төрлө телмәр ситуацияларына ярашлы һөйләмдәр төҙөгәндә, уларҙы телмәрҙә практик рәүештә ҡуллана.
Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр предметтың үҙен өйрәнгән ваҡытта асыҡлана. Сюжетлы hүрәт алына. Уҡыусы унда кем йәки нимә төшөрөлгәнен, уның ни эшләүен билдәләй.
М
әҫәлән,
А өн-хәрефен өйрәнгәндә уҡыусылар ат
йәки айыу тураһында һөйләйҙәр: ат
саба, айыу йоҡлай
h.б.
«Хәрәкәт» тигән грамматик төшөнсә һәм
уның тамға-моделе менән танышалар:
Ошо рәүешле улар телмәр практикаһында ни эшләй? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу күнекмәһен ала.
II класта ни эшләй? һорауына яуап биргән һүҙҙәр “предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр” темаһы сиктәрендә өйрәнелә, уҡыусыларҙың ҡылым тураһындағы практик белемдәре киңәйтелә, тәрәнәйтелә.
III класс программаһында «Ҡылым» темаhы айырым ҡаралмай.
IV класта ҡылымды өйрәнеүҙә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
кешенең эш-хәрәкәтен, торошон, ҡош-ҡорт, хайуандарҙың хәрәкәттәрен, тәбиғәттәге, бөжәктәр донъяһындағы төрлө күренештәргә бәйле хәрәкәттәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе төркөмләү;
«ҡылым» тигән грамматик төшөнсәне, уның лексик мәғәнәhен hәм hорауҙар ҡуйылышын асыҡлау;
хәрәкәтте аңлатҡан һүҙҙәрҙең ваҡытҡа мөнәсәбәтен өйрәнеү;
һөйләүсенең эш-хәрәкәткә мөнәсәбәтен өйрәнеү [«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1–4-се кластары өсөн 2007, 37-39].
«Ҡылым» тигән грамматик төшөнсә алдағы дәрестәрҙә танышҡан «исем» грамматик төшөнсәһенә таянып бирелә. Исем менән ҡылымды сағыштырып, исемдең предметты, ә ҡылымдың хәрәкәтте белдереүе, һорауҙары асыҡлана, ҡылымдың исемгә бәйләнеп килеүен билдәләү аша ҡылымдың лексик, морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәре иҫкә төшөрөлә, телмәрҙән ҡылымды табыу күнегеүҙәре үткәрелә, ҡылымдың һөйләмдә хәбәр булып килеүе күрһәтелә. Һөйләмгә синтаксик анализ яһау, hүҙҙәр тәртибен күҙәтеү барышында ҡылымдың синтаксик функцияhы, уны hөйләмдә урынлы ҡулланырға өйрәтеү иғтибар үҙәгендә тора.
Алдағы кластарҙан айырмалы рәүештә, IV класта был тема буйынса яңы төшөнсәләр‚ яңы терминдар («хәҙерге заман»‚ «үткән заман»‚ «киләсәк заман», «һөйкәлеш») өҫтәлә.
Ҡылымдарҙың тамырын‚ мәғәнәләрен билдәләтеү‚ мәғәнәләрҙе биреүсе сараларҙы таптырыу‚ шуларға ҡарап‚ ҡылымдың заманын билдәләргә өйрәтеү hәм‚ киреhенсә‚ ялғауҙар ярҙамында ҡылымдарҙы икенсе төрлө заман формаһына ҡуйҙыртыу балалар тарафынан сағыштырмаса ауыр үҙләштерелгән яңы төшөнсә – заман категорияhын тиҙерәк аңларға ярҙам итә.
Ҡылымдарҙың мәғәнәhен‚ замандарын‚ төрлө формаларын өйрәнеү балаларҙың лингвистик, коммуникатив компетенцияларын, телмәр эшмәкәрлеген үҫтереү менән берлектә тормошҡа ашырыла.
I–IV кластарҙа сифатты өйрәнеү
Туған телде өйрәнеүҙә предметтың билдәләрен белдереүсе һүҙҙәр – сифаттар мөһим роль уйнай. Фекерҙең теүәллегенә, тасуирилығына ирешеү өсөн һүҙҙең мәғәнәһен аңлау, уның төрлө билдәләрен күрә, айыра һәм атай белеү, уларға синонимдар һайлау, бирелгән сифаттар араһынан яҡын мәғәнәлеләрен табып, төркөмләү йәки уларға антонимдар һайлау балаларҙың телмәренә яңы һүҙҙәр өҫтәй, уны байыта, тулыландыра. Һөйләмдәр, бәйләнешле текстар төҙөү, уларға сифаттар өҫтәү һүҙҙәрҙе телмәрҙә урынлы ҡулланырға күнектерә. Шуға ла предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр менән уҡыусылар грамотаға өйрәтеүҙең әлифбаға әҙерлек осоронда уҡ эш итә: I класс уҡыусыһы алманың ҡыҙыл йәки йәшел, йоморо, тәмле, эре йәки ваҡ булыуын, һуғандың әсе икәнен, оҙонлоҡ-киңлекте белдергәндә оҙон – ҡыҫҡа, тар – киң, ә бейеклекте белдергәндә бейек – тәпәш һүҙҙәрен мәғәнәгә ярашлы дөрөҫ ҡуллана. «Билдә» тигән грамматик төшөнсә һәм уның тамға-моделе менән танышалар: vvvvvvv
Ш
улай
итеп, I
класта уҡыусылар сифатты телмәрҙә
практик рәүештә ҡуллана.
II класта предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр өҫтөндә эш уның һорауҙары ярҙамында тормошҡа ашырыла, был һүҙҙәр айырым тема булараҡ ҡарала һәм уны өйрәнгәндә аныҡ бурыстар ҡуйыла:
уҡыусыны конкрет предметтың билдәләрен предметтың үҙенән айыра белергә өйрәтеү;
бер предметты икенсеһенән билдәләре буйынса айырыу;
предметтың билдәһен аңлатҡан һүҙҙәргә дөрөҫ һорау ҡуйыу;
ниндәй? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
II класта предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр өҫтөндә түбәндәге эштәр башҡарыла: уҡыусыларға һәр предметтың үҙенә генә хас билдәләре булыуы һәм уларҙың ниндәй? һорауына яуап биреүе аңлатыла, текстан сифатты табыу күнегеүҙәре үткәрелә. Бының өсөн интерактив таҡталағы текст өҫтөндә эш ойошторола: һөйләмдәр анализлана, һөйләм киҫәктәренә һорау ҡуйыла, ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдә предметты белдергән һүҙҙәргә эйәреп килеүе билдәләнә. Аҙаҡ төрлө күнегеүҙәр ярҙамында был һүҙҙәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу буйынса күнегеүҙәр үткәрелә. Дәрестәрҙә балаларҙың үҙҙәрен парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә эшләтеү, уларҙы күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға өйрәтеү төп компетенцияларҙы формалаштырыу, универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереүҙә мөһим урын биләй.
III класс программаһында сифатты өйрәнеү ҡаралмаған.
IV класта сифатты өйрәнеү алдағы кластарҙа алған белемгә таянып дауам ителә, I-II кластарҙа алынған белемдәр артабан тәрәнәйтелә һәм киңәйтелә. Теманы өйрәнгәндә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
«сифат» тигән грамматик төшөнсә формалаштырыу, сифаттың предмет билдәһен белдереп, ниндәй? һорауына яуап булыуын һәм исемгә бәйләнеп килеүен асыҡлау;
сифат тураһында өҫтәлмә грамматик төшөнсәләр биреү (тамыр һәм яһалма сифат, сифат дәрәжәләре); дәрәжә ялғауҙарын, яһалма сифаттарҙың дөрөҫ яҙылышы буйынса орфографик күнекмә булдырыу;
сифатты һөйләү һәм яҙма телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү. Бының өсөн уҡыусыларҙың тирә-йүн тураһында белемдәрен киңәйтеү, күҙәтеүсәнлектәрен үҫтереү, предметтың төрлө билдәләрен күрергә өйрәтеү.
сифаттарға синоним, антонимдар таптырыу аша бәйләнешле уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыу, телмәрҙе тасуирлау саралары менән байыҡтырыу, тел һиҙемләүҙе, һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.
Яңы материалды аңлатыуҙы бер нисә вариантта ойошторорға була:
а) темаға ҡарата таблица элеп, уны балаларҙан уҡытыу, предметтың билдәһен белдереп, ниндәй? һорауына яуап булыусы һүҙҙәрҙе таптырыу, уларға һорау ҡуйҙырыу, мәғәнәһен асыҡлау, ҡағиҙә сығартыу, йәғни сифат менән туранан-тура таныштырыу;
б) исем һәм ҡылым буйынса өйрәнелгәнде ҡабатлау, уларға таянып һәм сағыштырып, сифат тураһында төшөнсә биреү;
в) интерактив таҡталағы текстағы йыйнаҡ һөйләмдәрҙе анализлау, уларға сифаттар өҫтәп, йөкмәтке нисек үҙгәреүен күҙәтеү, билдәне белдергән һүҙҙәрҙең фекерҙе теүәл, аныҡ һәм тасуири итеп бирергә ярҙам итеүе тураһында һығымта яһау.
Һуңғы ике вариант буйынса эшләгәндә, уҡыусыларға күберәк уйларға, сағыштырырға, һығымта яһарға, сифатҡа билдәләмә бирергә, үҙҙәренә ҡағиҙә сығарырға тура килә. Артабан дәреслектәге ҡағиҙә уҡыла, билдә төшөнсәһен киңәйтеү өҫтөндә эш уҙғарыла, предметтың формаһын, ҙурлығын, тәмен һ.б. белдергән һүҙҙәр индерелә.
«Сифат» тигән грамматик төшөнсәне түбәндәгесә индерергә мөмкин.
Таҡта янына бер уҡыусы саҡырыла һәм уға берәй предмет йәки предметлы һүрәт бирелә. Уҡыусы һүрәтте иптәштәренә күрһәтмәй, исемен әйтмәй генә, унда төшөрөлгән предметты сифаттар ярҙамында тасуирлай: Был нәмә йоморо, ҡыҙыл, тәмле, ...
Һәр сифат бағаналап таҡтаға яҙыла бара.
Ҡалған уҡыусылар иғтибар менән тыңлай һәм нимә тураһында һүҙ барғанын белергә тырыша. Таҡта янындағы уҡыусы иптәштәре предметты таный алырлыҡ яңынан-яңы билдәләр өҫтәй. Мәҫәлән, алдағы миҫалда нимә тураһында һүҙ барғанын асыҡлау өсөн уның ҡайҙа үҫеүен өҫтәргә тура килә: ул нәмә ағаста үҫә (алма).
Дөрөҫ яуап алынғас, таҡтаға түбәндәге схема яҙыла:
ниндәй? нимә?
йоморо
ҡыҙыл
алма
тәмле
Һорауҙар ярҙамында һүҙҙәр араһындағы бәйләнеш асыҡланыла, ниндәй? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙең предмет билдәһен белдереүе асыҡлана, «сифат» тигән грамматик төшөнсә һәм термин индерелә. Беренсе-икенсе кластарҙа үтелгәнде ҡабатлау аша сифаттың лексик, морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәре иҫкә төшөрөлә. Бында «билдә» төшөнсәһен киңәйтеү, сифаттың, ғәҙәттә, исемгә эйәреп, уны аныҡлауын билдәләү, йәғни сифаттың синтаксик ролен асыуға, уның һөйләмдә эйәрсән киҫәк булыуын күрһәтеүгә айырым иғтибар бирелә.
Артабан эш дәреслек буйынса уҙғарыла. Бында алған белемде нығытыу өсөн картина буйынса эш, антоним һәм синоним сифаттар табыу, сифаттарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү буйынса күнегеүҙәр тәҡдим ителә.
Сифатты телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен камиллаштырыу маҡсатында бер нисә һөйләмдән торған миниатюр инша яҙҙырыла.
Икенсе, өсөнсө дәрестәрҙә тамыр һәм яһалма сифаттар өйрәнелә. Тема алдағы класта тамыр һәм ялғау, тамырҙаш һүҙҙәр тураһында үтелгәнгә нигеҙләнеп аңлатыла. Был маҡсатта тамыр һәм яһалма сифаттар сағыштырыла, яһалма сифаттарҙың яһалыу юлы билдәләнә: алтын көҙ - көҙгө һынау
Нығытыу өсөн төрлө күнегеүҙәр үткәрелә: исемдәрҙән сифат яһау: йәй - йәйге каникул; ҡылымдарҙан сифат яһау: илай – илаҡ бала; бирелгән тамырҙар менән тамырҙаш һүҙҙәр уйлау: баш - башлы һ.б.
Уҡыусылар өсөн яңы булған грамматик төшөнсә – сифат дәрәжәләрен өйрәнеүгә түбәндәге талаптар ҡуйыла: уҡыусыларға сифат дәрәжәләре тураһында төшөнсә биреү, уларҙы телмәрҙән табырға һәм бер-береһенән айырырға күнектереү, телмәр үҫтереү.
Материалды үҙләштереү төрлө оҙонлоҡтағы, ҙурлыҡтағы предметтар-ҙы күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп алып барыла. Мәҫәлән, төрлө оҙонлоҡтағы линейка, таҫма, төрлө ҙурлыҡтағы туп, шар сағыштырыла, уларҙың берәү-ҙәре икенселәренә ҡарағанда оҙонораҡ йәки ҙурыраҡ булыуынан сығып, дәрәжә төшөнсәһе индерелә, сифаттың дүрт дәрәжәһе булыуы аңлатыла.
Артабан дәрәжә ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы күнекмәләрен формалаштырыу маҡсатында күнегеүҙәр үткәрелә.
IV класта тәүге сифатҡа бәйләп рәүеш һүҙ төркөмө тураһында ла төшөнсә бирелә. 7-11 йәшлек балалар өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы был грамматик категория тик практик рәүештә, сифат менән сағыштырып өйрәнелә.
Теманы өйрәнеү уҡыусыларға рәүештәрҙең ҡасан? ҡайҙа? нисек? һорауҙарына яуап биреп, эш йәки хәлдең урынын, ваҡытын, ниндәй шарттарҙа үтәлеүен, маҡсатын, хәлен, күләм-дәрәжәһен белдереүен аңлатыуға нигеҙләнә. Программала шулай уҡ рәүештәрҙе телмәрҙән таба һәм уларға hорау ҡуя белеү, һүҙлеккә индерелгән рәүештәрҙе дөрөҫ яҙып өйрәнеү, сифат менән рәүеште сағыштырыу ҡарала.
Дөрөҫ яҙылышы үҙләштерелергә тейешле рәүештәрҙең күбеhе ҡушма hүҙҙәрҙән тора‚ мәҫәлән‚ илке-hалҡы‚ барыбер. Уларҙың яҙылышын ҡушма hүҙҙәргә нигеҙләнеп‚ шулай уҡ исемдәр менән сағыштырып өйрәнеү отошло.
Билдәле булыуынса, бер үк һүҙҙәр контекста сифат та, рәүеш тә була. Уларҙы бутауҙы иҫкәртеү өсөн түбәндәге күнегеүҙәр үткәрелә:
Өйрәнелгән текстарҙан рәүештәрҙе табыу.
Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһап, бер төрлө яҙылған һүҙҙәрҙең ҡайһыһы сифат, ҡайһыһы рәүеш икәнен билдәләтеү:
Шәп ат саба. Ат шәп саба.
Текстан бәйләнеп килгән hүҙҙәре менән сифаттарҙы һәм рәүештәрҙе hайлап күсереү.
Бирелгән hүҙҙәр береhендә сифат‚ икенсеhендә рәүеш булырлыҡ итеп hөйләмдәр төҙөү һ.б.
Сифат менән рәүеште сағыштырғанда, уҡыусылар уларҙың икеһе лә бер үк төрлө дәрәжә ялғауҙарын ҡабул итә алыуҙарын да күҙәтәләр. Мәҫәлән: Минең сәғәтем шәберәк. Сәғәтем шәберәк йөрөй башланы.
Шулай итеп, I класта уҡыусылар сифатты тик практик рәүештә телмәрҙә ҡулланһа, II класта предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр өҫтөндә махсус эштәр башҡарыла, ә IV класта уның мәғәнәһе, һорауҙары, исем менән бәйләнеше, дәрәжәләре өйрәнелә. Сифатҡа бәйләп, рәүеш тураһында башланғыс төшөнсәләр бирелә.
II.2.2. I-IV кластарҙа орфография өйрәнеү
I-IV кластарҙа орфография өйрәнеү үҙенсәлектәре
Орфография – айырым телдәге дөйөм ҡабул ителгән дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре.
Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә түбәндәге орфографик ҡағиҙәләр йыйылмаһы билдәләнә:
хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышы, йәғни телмәр өндәренең яҙыуҙа хәрефтәр менән бирелеше;
морфемаларҙың (һүҙҙең тамыры, аффикстар) яҙылышы;
һүҙҙәрҙең баш хәреф менән яҙылышы;
һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү;
һүҙҙәрҙең айырым, ҡушып, бергә, дефис һәм һыҙыҡ (тире) аша яҙылышы;
ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
график ҡыҫҡартмаларҙың яҙылышы [Хәҙерге башҡорт теле 1986, 130].
Орфографияны уҡытыуҙың төп маҡсаты – уҡыусыларҙа программала билдәләнгән күләмдә һәм кимәлдә орфографик күнекмәләр формалаштырыу, уларҙы телмәр практикаһында аңлы ҡулланырға өйрәтеү.
I–IV кластар өсөн башҡорт теле курсында орфография программаның айырым бүлеге булараҡ ҡаралмай, орфографик белем һәм күнекмәләр тел ғилеменең башҡа бүлектәрен уҡытыу менән тығыҙ бәйләнештә, бер үк дәрес дауамында тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, «Һүҙҙе юлдан юлға күсереү» ҡағиҙәһе һүҙҙе ижектәргә бүлеү, «Сифат дәрәжәһе ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы» сифат һәм уның дәрәжәләрен өйрәнеү барышында үҙләштерелә.
Яңы белем биреү дәүләт стандартына ярашлы төҙөлгән Яҡынса программала билдәләнеүенсә, орфографияны өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге түбәндәгеләргә йүнәлтелә:
һүҙҙәрҙә өйрәнелгән орфоргаммаларҙы билдәләү;
һүҙҙәрҙең яҙылышын аңлатыу;
һүҙҙең әйтелеше менән яҙылышын тап килтереү, әйтелеш менән яҙылыш тап килмәгән осраҡтарҙы асыҡлау;
һүҙҙең ни өсөн тап шулай яҙылырға тейешлеген дәлилләү;
билдәле бер орфограмманың булыуын прогнозлау, хаталы яҙыуҙы иҫкәртеү маҡсатында орфограммаларҙы төшөрөп ҡалдырып яҙыу;
дөрөҫ яҙылышты контролдә тотоу, икеләнгән урындарға һорау билдәһе ҡуйып яҙыу;
коллектив эш юлы менән орфографик ҡағиҙәне ҡулланыу алгоритмын моделләү (төҙөү);
һүҙҙәрҙе орфограмма урынына ҡарап төркөмләү;
дәреслектәге орфографик һүҙлек ярҙамында теге йәки был һүҙҙең дөрөҫ яҙылышын аңлатыу;
хата ебәрелгән һүҙҙәрҙең һүҙлеген төҙөү;
тексты унда билдәле бер орфограмма булыу-булмау күҙлегенән анализлау;
текстың дөрөҫ яҙылышын контролдә тотоу, дөрөҫ яҙылмаған һүҙҙәрҙе табыу, хаталарҙы төҙәтеү;
тикшереү мөмкин булмаған орфограммалы һүҙҙәрҙең яҙылышын хәтерҙә ҡалдырыу өсөн кәрәк булған төрлө терәккә таянып, нигеҙләү;
тикшереү мөмкин булмаған орфограммалы һүҙҙәрҙе индереп, һөйләмдәр төҙөү;
һүҙлек һүҙҙәрен мөмкин тиклем күберәк индереп, теге йәки был лексик тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү;
диктант тексына яҙыу алды анализы барышында айырым һүҙҙәрҙең яҙылышын аңлатыу;
уҡыусыларҙың үҙҙәре яҙған диктантты баһалауы, хаталарын анализлауы, хаталар өҫтөндә эш үткәреп, диктантты ҡабатлап яҙыуы [Примерные программы… 2008, 29-31].
Орфографик ҡағиҙәләр менән уҡыусылар тәүге һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙа башлағанда уҡ осраша һәм кластан класҡа белемдәрен арттыра бара. Орфографик ҡағиҙәне өйрәнеү түбәндәге этаптарҙан тора:
орфографик ҡағиҙәне аңлатыу;
алған белемде күнегеүҙәр ярҙамында нығытыу;
орфографик ҡағиҙәгә таянып, дөрөҫ яҙырға өйрәтеү;
дөрөҫ яҙа белеүҙе күнекмәгә әйләндереү.
Башланғыс кластарҙа алда күрһәтелгән ҡағиҙәләр йыйылмаһының һуңғы төркөмөнә ҡараған график ҡыҫҡартмалар ғына өйрәнелмәй, ә ҡалған ҡағиҙәләр менән I-IV класс уҡыусылары төрлө кимәлдә таныша һәм өйрәнә.
I-IV кластарҙа хәрефтәрҙең, һүҙ һәм ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы өйрәнеү
Беренсе һәм икенсе төркөмгә ҡараған ҡағиҙәләр – хәрефтәрҙең, һүҙ һәм ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы – I-IV кластарҙа өйрәнелгән орфографик ҡағиҙәләрҙең иң күләмлеһен тәшкил итә.
Уҡыусылар хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышына бәйле тәүге орфограмма-лар менән өндәрҙе хәрефтәр менән тамғалап өйрәнә башлағанда осраша: ике өндөң бер хәреф менән тамғаланыуы (я, ю, е, ё, в, у, ү; о, э, ы) һәм, киреһенсә, айырым өндәрҙең ике хәреф менән билдәләнеүе (е-э, у-ү-в), өндө белдермәгән ь һәм ъ хәрефтәре һ.б. Был хәрефтәр һәм улар ингән һүҙҙәр менән уҡыусылар бер-бер артлы таныштырыла һәм уларҙы дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эш йыл буйына дауам итә.
I класта алынған белем һәм күнекмәләр II класта нығытыла, системаға һалына, һүҙ эсендә һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы айырым темалар булараҡ ҡарала, йо, йө, йы, йә, йү, йе ҡушымсыларының, я, ю, е, ё, һүҙ аҙағында б, в, г, д, ж, з хәрефтәренең яҙылышы үҙләштерелә.
II класта хәрефтәрҙең, һүҙ һәм ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышына бәйле орфограммалар «Баш хәреф», «Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы» темалары эсендә өйрәнелә.
III класс программаһында яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышын, башҡорт теленең сингармонизм законын өйрәнеүгә байтаҡ ваҡыт бүленә. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар, ярҙамсы һүҙҙәр яҙылышы «Ярҙамсы һүҙҙәр», ҡушма һүҙҙәрҙә ь һәм ъ айырыу билдәләре «Ҡушма һүҙҙәр» темаларына бәйле индерелә һ.б.
IV класта сингармонизм күренеше, һүҙҙең тамыры һәм ялғауы, орфограммалар өйрәнеүгә 35 сәғәт бирелә. Бынан тыш, «Исем» темаһын өйрәнгәндә, ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары, рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргә килеш ялғауҙарын ҡушыу ҡағиҙәләре, ялғау ҡушҡанда ҡуш тартынҡылар яҙылышы үҙләштерелә, «Сифат» темаһы менән бергә сифат дәрәжәләре ялғауҙарының яҙылышы өйрәнелә һ.б.
Башланғыс кластарҙа айырым хәреф, һүҙ һәм ялғауҙарҙың яҙылышына бәйле түбәндәге хаталар осрай:
1) рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргә ялғау ҡушыуға бәйле;
2) өндәрҙең ярашыуы (сингармонизм) законын ғәрәп-фарсы һүҙҙәренә һәм рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргә ҡарата ҡулланыуға бәйле хаталар;
3) ялғауҙарҙың ерле һөйләштәге һәм диалекттағы фонетик варианттарын ҡулланыуға бәйле хаталар;
4) -ла, -лә, -да, -дә, -та, -тә, -ҙа, -ҙә урын килеш ялғауҙары менән теркәүес һәм киҫәксәләр яҙылышын бутауға бәйле хаталар.
Ауыр орфограммалы һүҙҙәр яҙылышын аңлатыу һәм хаталарҙы иҫкәртеү өсөн түбәндәге күнегеүҙәрҙе ҡулланыу тәҡдим ителә:
орфограммалы һүҙҙе йомаҡ ҡойоу юлы менән индереү. Мәҫәлән, я хәрефен дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү өсөн, Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ тигән йомаҡтың яуабын табыу һәм ҡуян һүҙенең өн моделен төҙөү, һүҙҙе киҫмә хәрефтәрҙән йыйыу. Өндәр моделе менән хәрефтәрҙе сағыштырып, я хәрефе ике өндө белдереүен асыҡлау.
Кәрәкле орфограмма булған һүҙҙе антоним ярҙамында табыу: йыраҡ – яҡын, ҡараңғы – яҡты.
Ауыр орфограммалы һүҙҙәрҙе карточкаға яҙып, һүҙлек мөйөшөнә урынлаштырыу.
Яңы һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлау һәм яҙыу.
Төшөрөп ҡалдырылған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙыу.
Һүрәттәрҙең аҫтына предметтарҙың исемен яҙыу:
телефон флаг ручка
Предмет исемдәрен төркөмләп яҙыу. Мәҫәлән: Дәфтәр, ручка, ҡәләм, пенал, китап, альбом – уҡыу әсбаптары.
Һорауға яуап яҙыу: Нур ҡәләмен нимәгә һала? (Пеналға.)
Һөйләмдәргә һүҙ өҫтәп яҙыу.
Һүрәтле йәки предметлы һүҙлек диктанты яҙыу.
Кәрәкле өн-хәреф ингән һүҙҙәр менән хикәйә төҙөү.
Орфограммалар яҙылған сигнал карточкалары менән эш.
Рәсем аҫтына яҙып йәки рәсемһеҙ генә бирелгән һүҙҙәрҙәге төшөп ҡалған хәреф йәки ижекте тултырып яҙыу.
Айырым һүҙҙәре төшөрөп ҡалдырылған һөйләмдәрҙе тултырып яҙыу.
Текстан кәрәкле һүҙ йәки һөйләмдәрҙе табып күсереү.
Формалашмаған һөйләмдәрҙе тәртипкә килтереп яҙыу.
Текстан йәки һөйләмдән хаталы яҙылған һүҙҙәрҙе табыу.
Уҡыусыларҙың бер-береһенән диктант яҙҙырыуы.
Яҙылышын тикшереп булмай торған орфограммлы һүҙҙе табыу, мәғәнәһен аңлатыу, уның менән һүҙбәйләнеш, һөйләм төҙөү һ.б.
Был күнегеү һәм эштәрҙе уҡытыусы үҙе эшләгән кластағы балаларҙың үҫеш үҙенсәлектәрен, белем кимәлен һ.б. иҫәпкә алып төрләндерә бара.
Һүҙҙәрҙең баш (ҙур) хәреф менән яҙылышын өйрәнеү
Һүҙҙәрҙе баш (ҙур) хәреф менән яҙыу орфографик ҡағиҙәһе менән уҡыусылар грамотаға өйрәтеүҙең әҙерлек осоронда практик рәүештә таныша. Өнгә анализ һәм синтез үткәргәндә, улар телмәрҙе һөйләмдәргә тарҡатып, һөйләм схемаһын төҙөй һәм һөйләм башын махсус тамға – һыҙыҡса менән билдәләй:
Х
әрефтәрҙе
өйрәнгәндә иһә улар һәр хәрефтең баш
һәм юл варианттары булыуын күрә.
Тәүге һөйләмдәрҙе яҙа башлағас, уҡытыусы һөйләмдең тәүге һүҙен һәр саҡ баш хәреф менән яҙырға кәрәклекте иҫкәртә, киҫмә хәрефтәр менән таҡтала һөйләмдәр төҙөтә, уларҙың схемаларын һыҙҙырта. Бер үк ваҡытта һөйләмдәге һүҙҙәрҙең бер-береһенән айырым яҙылыуы, һөйләм аҙағында тыныш билдәһе ҡуйылыуы ла аңлатыла.
I класта был ҡағиҙәне өйрәнеүгә айырым дәрес бүленмәй, кеше исемдәре, фамилияларының баш хәреф менән яҙылыуы практик рәүештә генә аңлатыла.
Был материал өҫтөндә эште кластағы уҡыусыларҙың һәм уҡытыусының исемен башҡортса дөрөҫ итеп яҙырға өйрәнеүҙән башларға кәрәк: таҡталағы өлгөгә ярашлы һәр уҡыусы Минең исемем Азат. Минең фамилиям Fүмәров тип яҙып өйрәнә.
II класта кеше исемдәре һәм фамилиялары, хайуан ҡушаматтары, ҡала, ауыл, тау һәм йылға атамаларының ҙур хәреф менән яҙылыуын үҙләштереү өсөн программала махсус сәғәттәр бүленгән. Тема өҫтөндә эш I класта алынған белем һәм күнекмәләргә таянып ойошторола.
Хайуан ҡушаматтары яҙылышын өйрәнеү дәресен уҡыусыларға яҡшы таныш, үҙҙәре аҫраған йорт хайуандары тураһында әңгәмәнән башлау уңайлы.
Уҡыусыларҙан йорттарында ниндәй хайуандар булыуын, ҡушаматтарын әйттергәс, уларҙы нисек тәрбиәләүҙәре тураһында һөйләтелә, телдән хикәйә төҙөлә. Бер үк ваҡытта таҡтала эт, ҡолон, бесәй һ.б. һүҙҙәр яҙыла бара һәм иғтибар был һүҙҙәрҙең бәләкәй хәреф менән яҙылыуына йүнәлтелә. Артабан һәр һүҙ аҫтына ул хайуанға хас башҡортса ҡушаматтар яҙыла. Был баҫҡыста уҡытыусының бурысы – уҡыусыларҙа үҙҙәренең эт, бесәй, ҡолон һ.б. йорт хайуандарына башҡортса ҡушаматтар биреү теләге уятыу. Һуңынан һәр хайуандың үҙенә айырым ҡушамат булыуға нигеҙләнеп, уларҙы ла баш хәреф менән яҙырға кәрәклек әйтелә.
Киләһе дәрестәрҙә ер-һыу атамаларының баш хәреф менән яҙылыуы аңлатыла. Материал уҡыусылар йәшәгән ауыл, уның янындағы тау, йылға һ.б. тураһында әңгәмә ярҙамында еңелерәк үҙләштерелә.
Бының өсөн «Беҙҙең ауыл» темаһына бер-нисә һөйләмдән торған хикәйә төҙөп, һәр һөйләмде бер уҡыусы таҡтаға, ҡалғандары дәфтәргә яҙа һәм, ер-һыу атамаларының да баш хәреф менән яҙылыуы тураһында һығымта яһап, ҡағиҙә сығарыла. Ошо уҡ дәрестә балаларҙы үҙҙәре йәшәгән ҡала, район, ауыл исемен дөрөҫ итеп башҡортса яҙырға өйрәтергә кәрәк.
III класта «Исем» темаһын үткәндә, «Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр» тигән термин индерелә һәм ике дәрес уларҙы дөрөҫ яҙыуға бағышлана.
Дәреслектәге күнегеүҙәргә өҫтәлмә рәүештә дидактик материалдар ҡулланырға, балаларҙың үҙҙәре йәшәгән ауыл, райондағы ер-һыу атамалары менән киңерәк таныштырыу өсөн өлкәндәрҙән ер-һыу атамаларына бәйле легендаларҙы яҙып алыуҙы ойоштороп, ҡульяҙма альбом сығарырға мөмкин.
IV класта был темаға махсус дәрес бүленмәй, ләкин төрлө темаларға бәйле күнегеүҙәрҙә уҡыусылар яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яңы төркөмдәре менән практик рәүештә осраша бара.
Башланғыс кластарҙа башҡорт теленең синтаксис бүлеген өйрәнеү
Синтаксис грамматиканың бер өлөшө. Синтаксис термины грек телендәге syntaxis һүҙенән алынған, ул төҙөү, теҙеү тигән мәғәнәнәне аңлата. Синтаксис телдәге һүҙҙәрҙең бер- береһенә бәйләнеү закондарын, һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм төрҙәрен, шулай уҡ төп аралашыу берәмеге булған һөйләмдең төҙөлөшөн өйрәнә. Һүҙҙәр айырым торғанда ысынбарлыҡ тураһында хәбәр итә алмай, шуға күрә һүҙҙәр һөйләм булып ойошҡанда ғына, ысынбарлыҡ, эш- хәл тураһында хәбәр бирә ала.
Һөйләм- үҙе бик ҡатмарлы берәмек; уның төрлө төрҙәре бар. Һөйләм үҙе һүҙбәйләнештәрҙән, һүҙҙәрҙән тора, тимәк, һүҙбәйләнештәрҙең үҙҙәренең яһалыу закондары бар. Быларҙың барыһын да синтаксис фәне өйрәнә.
Синтаксис морфология менән тығыҙ бәйләнгән: һүҙҙәр, үҙ-ара ойошоп һөйләм барлыҡҡа килтергәндә, үҙҙәре төрлө- төрлө морфологик ялғауҙар ҡабул итә, шунһыҙ һөйләм барлыҡҡа килмәй. Тимәк, синтаксисты яҡшы һәм аңлы үҙләштереү өсөнморфологияны ла иҫтә тоторға кәрәк.
Башҡорт теленең синтаксис бүлегенән белемдәр беренсе кластын тәүге дәрестәренән үк бирелә башлай . Балалар предмет һәм һүҙ тураһында алған белемдәре нигеҙендә предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр булыуын асыҡлайҙар. Улар беҙҙең телмәрҙә бер – береһенә бәйләнеп килеүҙәре күҙәтелә
Һүҙҙең мәғәнәүи яғы асыҡланғас, һөйләм төшөнсәһен билдәләү, һөйләм төҙөү ҡарала. Әле генә өйрәнгән атамалар башҡа һүҙҙәр уратылышында тамамланған бер бөтөн фекерҙе аңлата. Ябай ғына һүҙбәйләнештәр ҡарала, уларҙың мәғәнәләре асыҡлана.
Тәү башлап һөйләм төҙөүҙе бала “боҙолған” һөйләм тыңлаулауҙан башлай. Бындай һөйләмдә һүҙҙәрҙең урындары алмаштырылып әйтелә Балалар тәүҙә тыңлайҙар,шунан уҡытыусы әйткәнде әйтеп ҡарайҙар. ”Боҙолған ” һөйләмдең телмәрҙә килешле түгел икәнлегенә инаналар. Шунан һөйләм дөрөҫ итеп үҙгәртелеп ҡорола. Балалар һөйләмде һүтеп, төрлөсә ҡороп ҡарайҙар, яңылышалар, буталалар. Ләкин һөйләмде ҡабат- ҡабат тыңлау, уның һүҙҙәрен төрлө урынға урынға ҡуйып әйтеп ҡарау , сағыштырыу баланы уйланырға мәжбүр итә. Аҙаҡ ул дөрөҫ, килешле һөйләмде һиҙемләп ала. Һөйләм дөрөҫләп төҙөлгәс, уҡытыусы матур килешле , һөйләм килеп сығыуы тураһында әйтә, «һөйләм»тигән яңы һүҙ тыуыуы тураһында белдерә. Балалар башҡорт телендә һөйләмдә предметтын эшен белдергән һүҙҙең аҙаҡта һәм уның парлашып килеүе хаҡында асыҡлайҙар: атлап китте, уҡый башланы, китеп барҙы һ.б.
Тәүҙә балалар 2-3, 3-4 һүҙҙән торған һөйләмдәр менән эшләйҙәр, артабан шул һөйләмдәрҙе тарҡатырға, киңәйтергә өйрәнәләр. Схема рәүешендә улаҙы дәтәрҙәренә яҙалар
Һөйләмдең әйтелешен, интонацияһын тыңлап уның төрөн билдәләргә өйрәнәләр. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр хакында беренсе тапҡыр төшөнәләрМахсус схемалар ярҙамында уларҙы яҙалар, аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуялар.
Икенсе класта программа буйынса беренсе класта алған белемдәр нығытыла , камиллаштырыла бара . Һөйләмдең төрҙәренә ныҡлы иғтибар бирелә. Һөйләмдә баш һәм эййәрсән киҫәктәр булыуы асыҡлана.
Өсөнсө класта Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе айырырға өйрәнеү, уларҙың оҡшашлыҡтарын һәм айырмалыҡтарын асыҡлау төп эштеәр булып тора. Һөйләмдәрҙе һүҙбәйләнештәргә тарҡатырға өйрәтеү бер мөһим моменттарҙың береһе. Һәйләмдә тиң киҫәктәрҙең булыуы тураһында беләләр. Тиң эйәләр, тиң хәбәрҙәр менән һәйләмдәр төҙөргә, уларҙы дөрөҫ яҙырға өйрәнәләр. Ныҡлы иғтибар улар араһында ҡуйылған тыныш билдәләренә бүленә.
Һөйләмгә синтаксик анализ эшләнә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре, интонация яғынан төрө билдәләнә.
Дүртенсе класта үткән кластарҙа алған белемдәр нығытыла, камиллаштырыла , системаға һалына. Һүҙ, һүҙбәйләнеш , һөйләм тураһында белгәндәрҙе иҫкә төшөрәләр. Баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙең исемдәре менән танышалар, уларҙың һөйләмдә бер- береһенә бәйләнеү юлдарын асыҡлайҙар. Тултырыусы, аныҡлаусы, хәл терминдары бирелә, уларҙы һөйләмдә дөрөҫ билдәләргә өйрәтелә.
Һөйләмде тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәргә бүлергә өйрәнәләр, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡлайҙар Һөйләмгә тулы синтаксик анализ эшләйҙәр.
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәһен өйрәнеү
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәһе менән уҡыусылар әлифба осоронда тәүге һүҙҙәрҙе яҙа башлағанда осраша. Уҡытыусы ошо ваҡытта уларҙы практик рәүештә һүҙҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләре менән таныштыра.
Билдәле булыуынса, тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү ижек өҫтөндә эш аша тормошҡа ашырыла һәм һәр дәрестә практик нығытыла. Дәреслектәге ижектәрҙе уҡыу, яҙыу өлгөләрендәге һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеп яҙыу, киҫмә хәрефтәрҙән ижектәр төҙөү, ижек таблицалары, Абак линейкаһы һ.б. менән эш һүҙҙәрҙе ижектәргә дөрөҫ бүлергә өйрәтә. Шуға күрә һүҙҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәһе менән таныштырыуҙы ижек һәм уның нигеҙендә һуҙынҡы ятыуын ҡабатлауҙан башларға кәрәк. Артабан ике һәм өс ижекле һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү мөмкинлектәре, бер ижекле һүҙҙең бүлеп күсерелмәүе һәм бер хәрефле ижекте юл аҙағында ла, юл башында ла яңғыҙ ҡалдырырыға ярамағанлығы аңлатыла.
II класта уҡыу йылы башында һүҙҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәһе ҡабатлана, күп төрлө ҡатмарлыраҡ күнегеүҙәр менән нығытыла, системаға һалына, III-IV кластарҙа тик практик рәүештә ике, өс тартынҡылы, ҡуш тартынҡылы үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп ижеккә бүлеп күсереү осраҡтары ҡарала.
Һүҙҙәрҙе айырып, ҡушып, дефис һәм тире
аша яҙыу ҡағиҙәһен өйрәнеү
Һүҙҙәрҙе айырып, ҡушып, дефис һәм тире аша яҙыу ҡағиҙәләре, нигеҙҙә, ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙ эсенә ала. I-II кластарҙа ҡушма һүҙҙәр бөтөнләй өйрәнелмәй, яҙма эштәрҙә осраһа, уҡытыусы уларҙы таҡтаға яҙа. III класта был теманы өйрәнеүгә ун сәғәт бүленгән. Уҡыусылар тәүге тапҡыр ҡушма hүҙҙәр тураhында грамматик төшөнсә ала, «ҡушма һүҙ» термины менән таныша. Грамматик материалды үҙләштереү уларҙың дөрөҫ яҙылышын өйрәнеү, орфографик күнекмәләр формалаштырыу менән берлектә алып барыла.
Мәҫәлән, дәреслектәге беренсе ҡағиҙәне өйрәнгәндә‚ уның ике өлөштән тороуы асыҡланыла: 1) ҡушма һүҙҙәр ике тамырҙан яһала‚ бер предметты белдерә; 2) улар ҡушып яҙыла.
Киләһе дәрстәрҙә ҡушма hүҙҙәрҙең hыҙыҡ аша, нәҙек hәм ҡалын айырыу билдәләре менән яҙылыу осраҡтары өйрәнелә.
Был тема башланғыс класс уҡыусылары өсөн ауыр ғына, шуға күрә мөмкин тиклем күберәк күргәҙмә һәм таратма материалдар (перфокарталар, карточкалар, схемалар, моделдәр һ.б.), ярыш элементтары менән күнегеүҙәр ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы:
уҡытыусы таҡтаға һүҙҙәр яҙа, уҡыусылар ярышып улар менән ҡушма һүҙҙәр төҙөй;
уҡытыусы предмет атамаларын әйтә – уҡыусылар уларҙы бер һүҙ менән атай: ҡарағат – емеш-еләк, сәйнүк – табаҡ-һауыт, һыйыр – мал-тыуар;
таҡтала ике бағанала һүҙҙәр яҙыла, уҡыусылар уларҙы уҡһыҙыҡтар менән тоташтырып, ҡушма һүҙҙәр төҙөй:
б
аш
яҡ
к
өн
баҡа
таш ватҡыс
төн байыш
IV класта был тема махсус рәүештә өйрәнелмәй, тик уҡыу йылы башында II-III кластарҙа үтелгәнде ҡабатлау формаһында материал иҫкә төшөрөлә. Әммә төрлө күнегеүҙәрҙә уҡыусылар практик рәүештә яңынан-яңы ҡушма һүҙҙәр менән осраша. Был класта шулай уҡ артыҡлыҡ дәрәжәһе формаһындағы сифат һәм рәүештәрҙә ҡып-, ап-, йәм- кеүек көсәйтеү киҫәксәләренең дефис аша яҙылыуы үҙләштерелә.
Орфографик зирәклек үҫтереү алымдары
Дөрөҫ, хатаһыҙ яҙыуҙың нигеҙендә ижек һәм һүҙгә анализ-синтез яһау, орфографик зирәклек, фонематик ишетеү һәм фонемаларҙы кәрәкле хәрефтәр менән тамғалай белеү һәләте ята.
Балаларҙы дөрөҫ яҙырға күнектереү һәм хаталарҙы иҫкәртеү маҡсатында яҙма эштәрҙең һәм күнегеүҙәрҙең күп төрлө булыуы һәм уларҙың системалы үткәрелеүе мөһим. Яҙма эштәрҙе төрлөләндереп үткәргәндә, балалар уларҙы ҡыҙыҡһынып һәм иғтибарлы башҡаралар, материал аңлы һәм ныҡлы үҙләштерелә.
Тотороҡло орфографик күнекмәләр булдырыу, орфографик зирәклек үҫтереү маҡсатында I–IV кластарҙа түбәндәге эш алымдары ҡулланыла.
1. Ҡабатлап әйтеп яҙыу I класта тәүге һүҙҙәрҙе яҙа башлағанда индерелә. Был төр яҙыу хәрефтәрҙе бутау, төшөрөп ҡалдырыу, алмаштырыуҙы иҫкәртеү өсөн һәр һүҙҙе ижектәргә бүлеп әйтеү һәм яҙыуға нигеҙләнә.
Башта әйтеп яҙыу өлгөһөн уҡытыусы үҙе бирә. Һуңғараҡ балалар үҙҙәре һүҙҙе ижеккә бүлеп, хор менән әйтеп яҙа, шунан һуң шыбырлап һәм эстән әйтеп яҙа башлайҙар.
Бындай эш күпселек уҡыусыларҙы бер темпта яҙыуға күнектерә, коллектив эш яҙыу дәрестәренә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт формалаштыра.
2. Комментарий менән яҙыу ҙа һүҙҙе ижекләп әйтеп яҙыуға нигеҙләнә. Уҡыусылар һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе эстән ижекләп әйтеп яҙа, был ваҡытта бер уҡыусы һәр орфограмманы нисек, ни өсөн шулай яҙырға, тыныш билдәләрен ҡайһы урында, ни өсөн ҡуйырға кәрәклеген кластағы бөтә иптәштәре ишетерлек итеп аңлатма-комментарий биреп бара. Бындай яҙыу төрөнә өйрәтеү осоронда комментарийҙы көслө уҡыусылар яһай, артабан был эшкә уртаса һәм йомшаҡ уҡыусылар ҙа йәлеп ителә. Комментарий менән яҙыу һүҙгә, уның мәғәнәһенә булған иғтибарҙы, фекерләүҙе, телмәрҙе һәм фонематик ишетеү һәләтен үҫтерә.
3. I-IV кластарҙа орфограммаларҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереүҙә иң эффектлы алымдарҙың береһе – күсереп яҙыу. Был эште башҡарғанда грамоталы дөрөҫ яҙыу күнекмәләре тиҙ һәм дөрөҫ формалаша.
Күсереп яҙыуҙың төрлө юлдары бар:
1) Туранан-тура күсереп яҙыу I класта төп урынды алып тора. Уҡыусыларҙы өн менән хәрефте тап килтереп, хәрефтәрҙе дөрөҫ каллиграфия менән дөрөҫ тоташтырып яҙырға өйрәткән ваҡытта, әлбиттә, уҡыусыларға өҫтәлмә эштәр ҡушыу мөмкин дә түгел.
II-IV кластарҙа был төр күсереп яҙыу ауыр орфограммалы һүҙлек һүҙҙәре булған һөйләмдәрҙе яҙғанда ойошторола.
2) Өҫтәлмә эш менән йәки тултырып күсереп яҙыу I-IV кластарҙың барыһында ла практикалана. I класта төшөрөп ҡалдырылған хәрефтәрҙе, белешмәләге һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу кеүек өҫтәлмә биремле күсереп яҙыу төрө ҡулланыла башлай. Был төр күнегеүҙәр орфографик зирәклек формалаштырыу, иғтибарлылыҡты үҫтереү өсөн әһәмиәтле.
4) Ҡатмарландырып күсереп яҙыу барышында орфограммаларҙың аҫтына һыҙып йәки шартлы тамғалар ярҙамында билдәләп күсереү, кәрәкле орфограммаларҙы (мәҫәлән, күплек ялғаулы исемдәрҙе, ҡушма һүҙҙәрҙе һ.б.) һайлап яҙыу, тексты үҙгәртеп (ҡылымдарҙың затын йәки һанын үҙгәртеп, исемдәрҙе берлектә йәки күплектә ҡуйып) күсереү кеүек эштәр бирелә.
4. Ижади күсереп яҙыу баланы кәрәкле ҡағиҙәләрҙе аңлы рәүештә файҙаланырға, тексҡа анализ яһарға, үҙ аллы яҙыу эшенә өйрәтә. Башланғыс кластарҙа ижади күсереп яҙыу грамматик, логик, лексик, стилистик эш башҡарыуҙы талап иткән текстарҙы күсереп яҙыуға ҡорола. Мәҫәлән, бирелгән һүҙҙәрҙе йәки тик терәк һүҙҙәрҙе файҙаланып, һөйләмдәр төҙөү, затты, заманды үҙгәртеп күсереү һ.б. Бындай эштәр кластан класҡа төрләндерелә, ҡатмарландырыла бара.
Күсереп яҙыуҙы ойошторғанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
күсереп яҙыуҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Ул баланы арыта, хаталы яҙыуға килтерә;
дөрөҫ күсереп яҙыу өсөн уҡыусыларҙы һүҙгә фонетик-график анализ яһарға, һөйләмдәге һүҙҙәрҙе тикшереп, ҡабатлап уҡырға өйрәтергә кәрәк;
балаларҙы текстағы һүҙҙәрҙе ижекләп яҙыуҙан әкренләп тотош һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе иҫтә ҡалдырып яҙырға ғәҙәтләндерергә кәрәк.
5. Лингвистик анализдың бер төрө – орфографик анализ орфографияға өйрәтеү күнегеүҙәренең әһәмиәтле төрөнә инә.
6. Уҡыусылар башланғыс кластарҙан башлап һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтелә. Билдәле булыуынса, бөтә төр һүҙлектәр орфография ҡағиҙәләренә ярашлы төҙөлә. Һүҙлек менән эш балаларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙ һәм төшөнсәләр менән байыта, ауыр орфограммалы һүҙҙәрҙең яҙылышын иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Шуға ла дәрестәрҙә һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтеүгә, уларҙың алфавит буйынса төҙөлөшө, ҡыҫҡартмалары менән таныштырыуға тейешле урын бирергә кәрәк.
7. Яҙма эштәр һәм күнегеүҙәр системаһында диктанттар һәм изложениелар мөһим урын алып тора. Улар кәрәкле орфограммаларға бай булған текст менән эш итергә мөмкинлек бирә. Диктанттар һәм изложениелар башлағыс кластарҙа контроль эш булараҡ та ҡулланыла.
Билдәле булыуынса, күп уҡыған бала грамоталы яҙа, хаталарҙы аҙ ебәрә. Төрлө текстарҙа бер үк һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат күреп, уҡыусы уларҙың яҙылышын автоматик рәүештә хәтерҙә ҡалдыра. Шуға ла уҡыусыларҙы әҙәбиәт дәрестәрендә һәм үҙ аллы китап уҡығанда ауыр орфограммалы һүҙҙәргә иғтибар бирергә өйрәтергә кәрәк.
Мәҫәлән, әҙәбиәт дәрестәрендә уҡылған текстан, үҙ аллы уҡыу өсөн тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙән тел дәресендә үтелгән орфографик ҡағиҙәгә ярашлы һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәрҙе табыу, һүҙлек буйынса уларҙың мәғәнәһен һәм дөрөҫ яҙылышын аңлатыу кеүек эштәрҙе ойоштороу уҡыусыларҙы орфограммаларға иғтибарлы булырға өйрәтә.
Ҡарап үтелгән методик алымдарҙы, хаталарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән эш төрҙәрен билдәле бер система булараҡ ҡулланыу уҡыусыларҙа тотороҡло орфографик зирәклек формалаштыра.
Әҙәбиәт
Абдуллина, Ф.Ф. Беренсе класта «Башҡорт теле» дәреслегенә методик ҡулланма / Ф.Ф. Абдуллина, А.А. Ғәлләмов, Ы.Ә. Исламғолова. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1983.
Абдуллина, Ф.Ф. Дүрт йыллыҡ башланғыс мәктәптең 3-сө класы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик ҡулланма / Абдуллина Ф.Ф., Фәритов Х.С., Шарапов И.Ә. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
Абуталипова, Р.А. Русско-башкирский словарь терминов по методике преподавания языков / Р.А. Абуталипова, А.В. Камалетдинова. – Уфа : Китап, 2009.
Абуталипова, Р.Ә. Башланғыс мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. III киҫәк. Инструктив-методик материалдар / Р.Ә. Абуталипова. – Стәрлетамаҡ : Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2010.
Абуталипова, Р.Ә. Башланғыс кластарҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыу-уҡытыу методикаһы. I киҫәк. Лекциялар конспекты. Курс һәм диплом эштәрен яҙыу буйынса методик күрһәтмәләр / Р.Ә. Абуталипова. – Стәрлетамаҡ : Зәйнәб Биишева ис. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2011.
Абуталипова, Р.Ә. Башланғыс мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы : II киҫәк. Практикум / Р.Ә. Абуталипова – Стәрлетамаҡ : Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2006.
Абуталипова, Р.Ә. Йәш уҡытыусыға ярҙамға : башланғыс мәктәптә башҡорт телен уҡытыу буйынса методик ҡулланма / Р.Ә. Абуталипова. – Өфө : Китап, 2003.
Абуталипова, Р.Ә. Ләйсән дәреслегенә методик ҡулланма / Р.Ә. Абуталипова, Г.И. Әмирханова, М.Б. Юлмөxәмәтов. – Өфө : Китап, 2002.
Агаркова, Н.Г. Обучение первоначальному письму по прописи к Азбуке О.В. Джежелей / Н.Г. Агаркова. – М. : Дрофа, 2002.
Аҙнағолов, Р.F. Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаһы / Р.Ғ. Аҙнағолов. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.
Аҙнағолов, Р.F. IV-VIII кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы I киҫәк / Р.Ғ. Аҙнағолов, Т.Ә. Бикҡужина, Ф.Ғ. Исламова, И.Ә. Шарапов. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.
Аҙнағолов, Р.F. IV-VIII кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы II киҫәк / Р.Ғ. Аҙнағолов, Т.Ә. Бикҡужина, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ғ. Исламова, Х.А. Толомбаев, И.Ә. Шарапов. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.
Аҙнағолов, Р.F. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы / Р.Ғ. Аҙнағолов. – Өфө : Китап, 2011.
Аҙнағолов, Р.F. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Норматив методика : юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы факультетында белем алыусы студенттар өсөн уҡыу әсбабы / Р.Ғ. Аҙнағолов. – Өфө : БашДУ, 2010.
Аҙнағолов, Р.F. Үҫтереүле уҡытыу методикаһына инеш / Р.Ғ. Аҙнағолов. – Өфө : БашДУ, 2010.
Аҙнағолов, Р.F. Хәҙерге дәрес. Уның этаптары, төрҙәре : уҡыу ҡулланмаһы. Үҙгәрешле, икенсе баҫма / Р.Ғ. Аҙнағолов. – Өфө : БашДУ, 2010.
Аслаев, Т.Х. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы : 1-4 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма / Аслаев Т.Х., Псәнчин В.Ш., Атнағолова С.В. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995.
Аслаев, Т.Х. Башланғыс кластарҙа тасуири уҡырға һәм һөйләргә
Аслаев, Т.Х. Башланғыс мәктәп уҡыусыларын инша яҙырға өйрәтеү / Т.Х. Аслаев, С.В. Атнағолова, Ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 1997.
Аслаев, Т.Х. Башланғыс мәктәптә уҡыу методикаһы / Т.Х. Аслаев. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1980.
Аслаев, Т.Х. Телмәр-аралашыу мәҙәниәте : башланғыс мәктәптә телмәр үҫтереү дәрестәре / Т.Х. Аслаев, С.В. Атнағолова. – Өфө : Китап, 1996.
Аслаев, Т.Х. Уйнат, уйлат баланы : уҡытыусы өсөн ҡулланма / Т.Х. Аслаев, Ы.Ә. Исламғолова. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1987.
Баһауетдинова, М.И. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологилар ҡулланыу : методик ҡулланма / М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. – Өфө : НМЦ «Педкнига», 2008.
Безруких, М.М. Знаете ли вы своего ученика? / М.М. Безруких, С.П. Ефимова. – М. : Просвещение, 1991.
Беренсе синыфтың «Бүләк» дәреслегенә методик ҡулланма / Х.А. Толомбаев, Р.Ә. Әбүталипова, М.С. Дәүләтшина. – 2-се баҫ. – Өфө : Китап, 1997.
Бикҡужина, Т.Ә. Һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү методикаһы / Т.Ә. Бикҡужина. – Өфө : Китап, 2005.
Богоявленский, Д.Н. Психология усвоения орфографии / Д.Н. Богоявленский. – М. : Просвещение, 1966
Выготский С.Л. Внутренняя речь и мышление / С.Л. Выготский. – М. : Просвещение, 1965.
Гальперин, П.Я. Методы обучения и умственное развитие ребенка / П.Я. Гальперин. – М. : Просвещение, 1985.
Ғәлләмов, А.А. Алты йәшлектәрҙе уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү : дүрт йыллыҡ башланғыс мәктәп уҡытыусыһы өсөн ҡулланма / А.А. Ғәлләмов. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1989.
Fәлләмов, А.А. Грамотаға өйрәтеү буйынса дидактик материалдар / А.А. Ғәлләмов. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
Fәлләмов, А.А. Грамотаға өйрәтеү / А.А. Ғәлләмов. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1984.
Fәлләмов, А.А. Башҡорт теле буйынса дидактик материал (2-се класс) : уҡытыусылар өсөн ҡулланма / А.А. Ғәлләмов, Ы.Ә. Исламғолова, Х.С. Фәритов. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1984.
Давыдов, В.В. Психическое развитие в младшем школьном возрасте // Возрастная и педагогическая психология / Под ред. А.В. Петровского. –М., 1979. – С. 69-101.
Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн программалар (Башланғыс синыфтар (1-4): Башҡорт теле һәм уҡыу / Төҙ. Т.Х. Аслаев, С.В. Атнағолова, Ы.Ә. Исламғолова. – Өфө : Китап, 1994.
Желтовская, Л.Я. Формирование каллиграфических навыков у младших школьников / Л.Я. Желтовская, Е.Н. Соколова. – М. : Просвещение, 1987.
Жедек, П.С. Методика обучения орфографии : теоретические основы обучения русскому языку в начальных классах / Под ред. М.С. Соловейчик. – М. : Просвещение, 1992.
Жинкин, Н.И. Психологические основы развития речи. В защиту живого слова / Н.И. Жинкин. – М., 1966.
Закирьянов, К.З. Обучение речевой деятельности на русском языке в башкирской школе : учеб. пособие / К.З. Закирьянов. – Уфа : Изд-е БашГУ, 1986.
Закирьянов, К.З. О типологии ошибок. Урок работы над ошибками // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2000. – №8. – 43-46-сы б.
Занков, Л.В. Опыт обучения русскому языку в 1 классе / Л.В. Занков. – М., 1961.
Илюхина, В.А. Письмо с «секретом» (из опыта работы по формированию каллиграфических навыков письма учащихся) / В.А. Илюхина. – М. : Новая школа, 1994.
Исҡужина, Ф.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2001. –№10. – 42-46-сы б.
Исҡужина, Ф.С. Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы / Ф.С. Исҡужина, Г.Д. Вәлиева. – Өфө : Китап, 2011.
Исламғолова, Ы.Ә. Дүртенсе кластың «Башҡорт теле» дәреслегенә ҡарата методик кәңәштәр / Ы.Ә. Исламғолова, Х.А. Толомбаев. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.
Исламғолова, Ы.Ә. Икенсе кластың «Башҡорт теле» дәреслегенә методик ҡулланма / Ы.Ә. Исламғолова, Р.Ғ. Фәрхетдинова. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1989.
Исламғолов, Ы.Ә. Өсөнсө кластың «Башҡорт теле» дәреслегенә ҡулланма (дәрестәргә методик күрһәтмәләр) / Ы.Ә. Исламғолова, А.А. Ғәлләмов. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984.
Ишкинина, С. Белемде баһалау нормалары // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2001. – №2. – 22-23-сө б.
Как проектировать универсальные учебные действия в начальной школе. От действия к мысли : пособие для учителя / [А.Г. Асмолов, Г.В. Бурменская, И.А. Володарская и др.] ; под ред. А.Г. Асмолова. – 2-е изд. – М. : Просвещение, 2010.
Ҡыҙыҡлы грамматика : башҡорт мәктәптәренең 5-9-сы класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма / Төҙ. З.F. Ураҡсин һәм башҡ. – 2-се баҫмаһы. – Өфө : Китап, 1993.
Львов, М.Р. Методика развития речи младших школьников. / М.Р. Львов. – 3 изд., перераб. и доп. – Тула : ООО Издателсьтво «Родничок»; М. : ООО «Издательство Астрель» : ООО Издательство АСТ», 2003.
Львов, М.Р. Основы теории речи : учебное пособие для студ. высш. пед. учеб. заведений / М.Р. Львов. – М. : Издательский центр «Академия», 2000.
Львов, М.Р. Правописание в начальных классах / М.Р.Львов. – М. : Просвещение, 1990.
Львов, М.Р. Работа над сочинением в начальных классах : пособие для учителя. – М. : Просвещение, 1970.
Львов, М.Р. Словарь-справочник по методике преподавания русского языка. – М. : Высшая школа, 1998.
Кулибаба, И.И. Изложение с перестановкой материала // Виды работ по развитию речи. – М., 1963.
Методика преподавания русского языка в начальных классах : учеб. пособие для студ. пед. учеб. заведений / М.Р. Львов, В.Г. Горецкий, О.В. Сосновская. – М. : Издательский центр «Академия», 2007.
Методика развития речи на уроках русского языка : пособие для учителей / Н.Е. Богуславская, В.И. Капинос, А.Ю. Купалова и др. Под ред. Т.А. Ладыженской. – М. : Просвещение, 1980.
Мөштәриева, Р. Тест үткәреү технологияһы // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2002. – № 8. – 52-55-се б.
Оморокова, М.И. Преоделение трудностей / М.И. Оморокова. – М., 1990.
Организация внеклассной работы по русскому языку : пособие для учителя. – М. : Гуманит. изд. центр ВЛАДОС, 2000.
Панов, Б.Т. Внеклассная работа по русскому языку : пособие для учителя / Б.Т. Панов. – М. : Просвещение, 1980.
Потапова, Е.Н. Радость познания / Е.Н. Потапова. – М. : Просвещение, 1990.
Примерная основная образовательная программа образовательного учреждения. Начальная школа / [сост. Е.С. Савинов]. – 3-е изд. – М. : Просвещение, 2011.
Примерные программы начального общего образования. В 2-х ч. Ч. 1. – М. : Просвещение, 2008.
Разумовская, Л.И. Методика обучения орфографии в школе : книга для учителя / Л.И. Разумовская. – М. : Просвещение, 1996.
Рамзаева, Г.Г. Методика обучения русскому языку в начальных классах : учебное пособие для студентов пед. ин-тов по спец. № 2121 «Педагогика и методика начального обучения» / Г.Г. Рамзаева, М.Р. Львов. – М. : Просвещение, 1979.
Рубинштейн, С.Л. О мышлении, о путях его исследования / С.Л. Рубинштейн. – М.: Педагогика, 1958.
Русский язык в начальных классах. Теория и практика обучения / Под ред. М.С. Соловейчик. – М., 1998.
Салмина, Н.Г. Знак и символ в обучении / Н.Г. Салмина. – М., 1988. – Гл. 4.
Сиротинина, О.Б. Русская разговорная речь : пособие для учителя / О.Б. Сиротинина. – М. : Просвещение, 1983.
Соловейчик, М.С. Русский язык в начальных классах. Теория и практика обучения / М.С.Соловейчик. – М. : Просвещение, 1993.
Сухомлинский, В.А. Избранные педагогические сочинения / В.А. Сухомлинский. – М. : Педагогика. Т.3. 1987.
Сынбулатова, Ф.Ш. Башҡорт мәктәптәренең 2 синыфы өсөн «Әсә теле» дәреслегенә методик күрhәтмәләр / Ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2005.
Сынбулатова, Ф.Ш. Әлифба дәреслегенә методик ҡулланма (үҫтереүсе уҡытыу методикаһы буйынса) / Ф.Ш. Сынбулатова. – 2-се баҫ., яңыртылған. – Өфө : Китап, 2008.
Сәлихова, М.Т. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы : I-IV кластар өсөн / М.Т. Сәлихова, С.Х. Шафикова. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
Талызина, Н.Ф. Педагогическая психология : учебное пособие для студ. сред. пед. учеб. заведений / Н.Ф. Талызина. – М. : Издательский центр «Академия», 1998.
Талызина, Н.Ф. Формирование познавательной деятельности младших школьников / Н.Ф. Талызина. – М. : Просвещение, 1988.
Ушаков, Н.Н. Внеурочная работа по русскому языку / Н.Н. Ушаков, Г.И. Суворова. – М. : Просвещение, 1985.
Федоренко, Л.П. Принципы обучения русскому языку / Л.П. Федоренко. – М. : Просвещение, 1973.
Формирование универсальных учебных действий в основной школе : от действия к мысли. Система заданий : пособие для учителя / [А.Г. Асмолов, Г.В. Бурменская, И.А. Володарская и др.] ; под ред. А.Г. Асмолова. – М. : Просвещение, 2010.
Хайруллина, М.Г. История теории и методики обучения русскому языку в национальной школе. – Уфа : Китап, 2005.
Цейтлинг, С.Н. Речевые ошибки и их предупреждение / С.Н. Цейтлинг. – М. : Просвещение, 1982.
Черноусова, Н.С. Сочинения в начальных классах : пособие для учителя / Н.С. Черноусова. – М. : Просвещение, 1976.
Чтение и письмо по системе Д.Б. Эльконина : книга для учителя / Е.А. Бугрименко, П.С. Жедек, Г.А. Цукерман. – М., 1993.
Эльконин, Д.Б. Избранные психологические труды / Д.Б. Эльконин. – М., 1989.