Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
22222.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
1.54 Mб
Скачать

Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы

Башҡорт телен уҡытыу методикаһында хәҙерге башҡорт әҙәби теленең орфографияһына һәм пунктуацияһына өйрәтеүҙең метод һәм алымдары бик күп, улар йылдан-йыл байый, камиллаша, яңыларын эҙләү, табыу һәм уларҙы тәжрибәлә һынап ҡарау дауам итә. Шулар араһында дөрөҫ (грамоталы) яҙыуға өйрәтеүҙең методик системаһында диктант мөһим урынды биләй. Әлбиттә, диктант бик боронғо методик алым иҫәпләнә, һәм, әйтергә кәрәк, хәҙерге методикала ул - иң эффектлы методтарҙың береһе. Ни өсөн? Был һорауға төрлө яҡлап яуап биреп ҡарайыҡ.

  • Диктант фонематик ишетеү һәләтлеген үҫтерә. Уҡыусылар диктант яҙғанда орфографик һәм орфоэпик ҡанундарҙың бер-береһе менән тап килеү-килмәүен аңлайҙар, сөнки яҙған ваҡытта әйтеү һәм яҙыуҙың тап килеү йәки килмәү осраҡтары нығыраҡ һиҙелә, мәҫәлән, көмбағыш – көнбағыш, ум бер – ун бер, уаҡыт – ваҡыт, кәк(е)ре – кәкре, йом(о)ро – йомро, тей – ти, ней –ни, арва – арба, һ.б.

  • Үҙләштерелгән орфографик һәм пунктуация ҡағиҙәләрен аңлы ҡулланырға өйрәтә.

  • Уҡыусы коллективта берҙәм эшләүгә күнегә.

  • Уҡыусының иғтибарын туплай һәм уға көслө психологик йоғонто яһай, сөнки диктант яҙыу барышында уҡыусыла хатаһыҙ яҙыуға ҙур теләк уяна, һәм һәр яһалған хата өсөн борсолоу тыуа.

  • Орфографик һәм пунктуацион күнекмәләр формалаштырырға ярҙам итә.

  • Тиҙ ваҡыт эсендә дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшерергә мөмкинлек бирә.

  • Тормошта, ишетеп, күп яҙырға тура килә, ә инде яҙыу, һис шикһеҙ, грамоталы булырға тейеш.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, шуны раҫлай алабыҙ: диктанттарҙың, методик алым һәм күнегеүҙәрҙең бер төрө булараҡ, уҡыусыларҙың грамоталы яҙыу күнекмәләрен үҫтереүҙә роле һәм әһәмиәте ифрат ҙур. Әммә уҡытыу тәжрибәһендә уның әһәмиәте тулыһынса баһаланмай, тип әйтергә мөмкин. Икенсенән, диктант төрҙәре ниндәй эҙмә-эҙлелектә үткәрелергә тейешлек һәм ҡайһыһының грамоталылыҡты үҫтереүҙә эффектлылығы юғары булыуы уйлап еткерелмәгәнлектән, эштең һөҙөмтәһе түбән була. Өсөнсөнән, ҡайһы бер уҡытыусылар диктант әйтеп яҙҙырыу методикаһын ныҡлы белеп еткермәйҙәр. Шуны ла өйтеп китергә кәрәк: диктант һүҙе латин теленән алынған һәм әйтеп торғанды яҙыу мәғәнәһен бирә. Ошонан сығып, ҡайһы бер диктант төрҙәре атамаларының уйланып еткерелмәгәнлеген дә аңларға була. Мәҫәлән, күрмә һәм һүҙһеҙ диктанттар, ирекле һәм ижади диктанттар, үҙ-үҙемде тикшерәм һәм график диктанттар һ.б.

Үткәрелеү маҡсатынан сығып, диктанттар ике төргә бүленә: өйрәтеү һәм контроль. Тәүгеләренең маҡсаты – орфографик һәм пунктуацион грамоталылыҡты формалаштырыу һәм дөрөҫ яҙырға өйрәтеү булһа, икенсе төркөмөнөң – дөрөҫ яҙыуҙы, алған дөрөҫ яҙыу күнекмәләренең үҙләштерелеү кимәлен тикшереү. Ә инде уҡытыу маҡсаттарынан сығып, диктант һүҙҙәрҙән (һүҙлек диктанты), айырым һөйләмдәрҙән, бәйләнешле текстан торорға мөмкин. Һүҙлек диктанттарын орфограммаларҙы өйрәнгәндә ҡулланыу урынлы. Айырым һөйләмдәрҙән төҙөлгән диктанттар - пунктуация ҡағиҙәләрен өйрәнгәндә, бәйләнешле текстар орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрҙе бер юлы тикшергәндә ҡулланыла.

Орфограммаларҙы һәм пунктограммаларҙы тикшереү ваҡытына ҡарап, диктанттар өс төргә бүленә: иҫкәртмәле (яҙғанға тиклем); аңлатмалы (һүҙҙәрҙең яҙылышын, тыныш билдәләренең ҡуйылышын яҙғандан һуң аңлатыу); комментарийлы (уҡыусыларҙың береһе һүҙҙәрҙең яҙылышын һәм тыныш билдәләренең ҡуйылышын яҙыу барышында аңлата бара). Методистар был төркөмгә үҙемде-үҙем тикшерәм диктантын да индерәләр. Улар, ғәҙәттә, контроль диктант алдынан үткәрелә. Маҡсаты – уҡыусының үҙенең грамоталылығын үҙ аллы тикшереү күнекмәһен үҫтереү. Яҙыу барышында уҡыусы үҙе өсөн ауыр орфограммаларҙы, пунктограммаларҙы билдәләй, уларҙы аңлатып ҡарай, уҡытыусы менән кәңәшләшә.Өйрәтеү диктанттары әҙерлекле һәм әҙерлекһеҙ үткәрелергә мөмкин. Әҙерлекле диктантта әйтеп яҙҙырылғанға тиклем телдән һәм күрмә әҙерлек алып барыла. Телдән әҙерлек диктантты яҙғанға тиклем уҙғарыла, ә инде икенсе төрөнә тексты китаптан йәки таҡтанан уҡып әҙерлек алып барыла, һуңынан шул уҡ текст әйтеп яҙҙырыла. Диктанттың был төрөн күрмә диктант тип атайҙар.

Диктант өсөн алынған текст үҙгәртелергә лә, үҙгәртелмәҫкә лә мөмкин. Әлбиттә, тексты үҙгәртеү өҫтәлмә эш үтәү менән бәйләнгән, мәҫәлән, уҡыусыға диктант яҙыу барышында өйрәнелгән орфограммаға йәки пунктограммаға ҡараған һүҙҙәрҙе һайлап яҙырға ҡушыла. Бындай диктант төрө һайланма диктант тип атала. Һүҙ формалары, синтаксик төҙөлмәләр үҙгәртелеп, тексы артабан дауам иттерелеп йәки ҡыҫҡартылып яҙҙырылған диктанттарҙы ижади диктант тип атайҙар.

Беҙҙеңсә, тексы үҙгәртелгән диктанттарҙы шартлы рәүештә генә диктант тип атап була, сөнки улар орфографияға, пунктуацияға, грамматикаға өйрәтеү күнегеүҙәре булып тора.

Контроль диктанттың тексы үҙгәртелмәй, шулай уҡ яҙыу барышында әҙерлек тә алып барылмай. Хаталар өҫтөндә эш киләһе дәрестә үткәрелә.

Диктант көтөлгән юғары һөҙөмтә бирһен өсөн, уҡытыусыға уны методик яҡтан дөрөҫ әйтеп яҙҙырыу зарур. Һүҙҙәрҙе асыҡ, сағыу тауыш менән, ашыҡмай, орфоэпик ҡанундарға таянып уҡырға кәрәк. Шуныһы ла мөһим: һәйләмдәр бәйләнешле өлөшсәләргә бүлеп әйтеп яҙҙырыла, сөнки һүҙләп әйтеү уҡыусының иғтибарын тарҡата, ул һөйләмдең мәғәнәһен аңламай ҡалырға ла мөмкин.

Контроль диктант дәресенең этаптары:

1. Инеш әңгәмә. Ул текстың йөкмәткеһен ҡабул итергә әҙерләй. Инеш әңгәмә үткәреүгә 2 минут самаһы ваҡыт сарыф ителә.

2. Уҡытыусының диктантты тулы килеш уҡыуы.

3. Һүҙлек эше үткәреү.

4. Һөйләмләп яҙыу. Һәр һөйләм өс ҡабат уҡыла. Беренсе тапҡыр уҡытыусы уҡый, икенсеһендә бәйләнешле өлөшсәләргә бүлеп әйтеп яҙҙырыла, өсөнсө тапҡыр тикшерелә.

5. Уҡыусыларҙың үҙҙәренең яҙғандарын үҙ аллы тикшереүе.

6. Уҡытыусының диктантты тулы килеш уҡыуы.

7. Диктанттарҙы йыйып алыу.

Шулай итеп, дөрөҫ (грамоталы) яҙырға өйрәтеүҙә диктанттың роле бик ҙур, ул уҡыу процесында башҡа алым һәм күнегеүҙәр менән бер рәттән лайыҡлы урын алырға тейеш. Бының өсөн уҡытыусының ҡулында программаға ярашлы төҙөлгән, илебеҙ, республикабыҙҙың тәбиғәте, арҙаҡлы шәхестәре, мәҙәниәте, сәйәсәте, иҡтисади үҫеше, тарихы тураһында текстар тупланған диктанттар йыйынтығының булыуы мөһим.

1 Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2001. – 86-сы бит.

2 Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: Һайланма мәҡәләлә. - Өфө:Ғилем, 2002.- 267б.

3 Виноградов В.В. Русский язык. Грамматическое учение о слове. – 2 изд. М., 1972.

4 Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: Һайланма мәҡәләлә. - Өфө:Ғилем, 2002. – 87-се бит.

5 Аҙнағолов Р.Ғ.Исламова Ф.Ғ., Тикеев Д.С., Шарапов И.Ә., Толомбаев Х.А., Ғафаров Б.Б. - Өфө: “Китап”, 1996. - 98-се бит.

6 Саяхова Л.Г. Лингвокультурологическая концепция обучения русскомц языку и учебники нового поколения. – Уфа: Китап, 2006. – 224с.

7 Л.Х. Сәмситова Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары. - Өфө: Китап, 2010. – 164б.

8 Р.Ғ. Аҙнағолов. Мин дәрескә инәм. - Өфө: ЯСЙ “Парус”, 2008.- 9-сы бит.

9 Л.С.Ефимова. Башкирский мифологический словарь.- Уфа:Вагант, 2008.

10 Р.Ғ.Аҙнағолов. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2011. 115-се бит.

11 Д.С.Тикеев. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: Һайланма мәҡәләләр.-Өфө: Ғилем, 2002.- 62-се бит.

12 З.Ә. Хәбибуллина. Лексика. Телмәр мәҙәниәте. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2009й, №11,12-15 биттәр.

13 Х.А.Толомбаев, Х.В.Солтанбаева. “Әсә теле” дәреслегенә дидактик материал: 6 класс. - Өфө: Китап, 2009. -21-се бит.

14 З.Ә. Хәбибуллина. Лексика. Телмәр мәҙәниәте. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2009й, №11,12-15 биттәр.

15 Р.Ғ. Аҙнағолов. Һүҙлектәр менән эш төрҙәре. Башҡортостан уҡытыусыһы, № 5, 2010й. – 7-10биттәр.

16 Ә.Б. Аҫылғужина. Рус мәктәбендә башҡорт теле уҡытыу тәжрибәһенән. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2010 й., №11– 13-14 биттәр.

17 С.И.Сибәғәтов. Башҡорт теле дәрестәрендә мәғлүмәти саралар. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2008 й., №2, 23-24 биттәр.

18 Г.В.Юлмөхәмәтова. Туган тел дәресләрендә грамматик һәм дидактик уеннар. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2010й., №5, 49-51 биттәр.

19 Р.Ә. Хөсәйенова. Һөйләү телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү алымдары. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2008 й., №2, 12-14 биттәр.

20 Ҡыҙыҡлы грамматика: Башҡорт мәктәптәренең 5-9 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. /З.Ғ.Ураҡсин, ЭФ.Ишбирҙин, Г.М.Ҡотлобаева, М.Х.Әхтәмов. 2-се баҫмаһы. – Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1993 й.

21 Р.Ғ.Аҙнағолов. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2011. 115-се бит.

22 Овсянико-Куликовский Д.Н. Язык и искусство. СПб., 1895. – 26-28- се биттәр.

23 Псәнчин В.Ш. Башҡорт теленең аралашыу синтаксисы. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2004й., №10, 46-50 биттәр.

24Р.Ғ. Аҙнағолов. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2011. - 125-се бит.

25 Г.В.Юлмөхәмәтова. Туган тел дәресләрендә грамматик һәм дидактик уеннар. Башҡортостан уҡытыусыһы, 2010й., №5, 49-51 биттәр.

26Д.С. Тикеев, Ф.С. Тикеев. Хәҙерге башҡорт теле. Синтаксис. - Өфө: Ғилем, 2008. - 265-се бит

27 Шунда уҡ.- 267-се бит.

28 Ф.С.Исҡужина Г.Д.Вәлиева Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы.- Өфө: Китап, 2011.- 105-се бит.

29Д.С. Тикеев, Ф.С. Тикеев. Хәҙерге башҡорт теле. Синтаксис. - Өфө: Ғилем, 2008. - 231-се бит

30 Ф.С.Исҡужина Г.Д.Вәлиева Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы.- Өфө: Китап, 2011.- 125-се бит.

31 Сәйетбатталов Ғ.Ғ.Башҡорт теле.2-се том. Ҡушма һөйләм синтаксисы.- Өфө: Китап, 2002.- 28-37-се биттәр.

32 Ф.С. Исҡужина Г.Д.Вәлиева Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы.- Өфө: Китап, 2011- 130-сы бит.

33 Ф.С. Исҡужина Г.Д.Вәлиева Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы.- Өфө: Китап, 2011- 132-се бит.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]