
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
Уҡыусы тарафынан эшләнгән
таблица өлгөһө:
Әгәр ябай һөйләмдә эйә лә, хәбәр ҙә бер үк һүҙ төркөмөнән килһә, улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла:
-
Эйә
Хәбәр
исем, төп кил.
исем, төп кил.
исем, төп кил.
һан, төп кил.
исем, төп кил.
алмаш, төп кил.
һан, төп кил.
һан, төп кил.
исем ҡылым, төп кил.
исем ҡылым, төп кил.
алмаш, төп кил.
исем, төп кил.
Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен үтеп бөткәс, йомғаҡлау таблицаһы төҙөлә. Ундай таблицаларҙы имтиханға әҙерләнгәндә файҙаланыу һөҙөмтәле була.
Һөйләм киҫәге |
Баш йәки эйәрсән киҫәк |
Ниндәй һорауҙарға яуап бирә? |
Ниндәй һүҙ төркөмдәренән килә ала? |
Эйә |
Һөйләмдең баш киҫәге |
Кем? Нимә? |
Төп килештәге исем, исем ҡылым, алмаш, һан, рәүеш һәм исем урынында килгән башҡа һүҙ төркөмдәре. |
Хәбәр |
Һөйләмдең баш киҫәге |
Ни эшләй? Ниндәй? Нимә? Кем? |
Ҡылым, төп килештәге исем, һан, алмаш, исем ҡылым һәм рәүеш, сифат. |
Тултырыусы |
Һөйләмдең эйәрсән киҫәге |
Кемгә? Нимәгә? Кемде? Нимәне? Кемдән? Нимәнән? Кемдә? Нимәлә? |
Төбәү, төшөм, урын-ваҡыт, сығанаҡ килештәге исем, алмаш, һан, сифат ҡылым, исем ҡылым. |
Аныҡлаусы |
Һөйләмдең эйәрсән киҫәге |
Ниндәй? Нисә? Күпме? Ҡайһы? Ҡасанғы? Кемдең? Нимәнең? |
Сифат, сифат ҡылым, һан, эйәлек килештәге исем урынындағы башҡа һүҙ төркөмдәре. |
Хәл
Урын хәле
Ваҡыт хәле
Сәбәп хәле
Маҡсат хәле
Шарт хәле
Кире хәл
Күләм-дәрәжә хәле |
Һөйләмдең эйәрсән киҫәге |
Ҡайҙа? Ҡайҙан?
Ҡасан?
Ни өсөн? Нилектән? Ни сәбәпле?
Ниндәй маҡсат менән?
Ниндәй шартта?
Ни эшләүгә ҡарамаҫтан?
Нисә? Күпме?
|
Рәүеш, урын-ваҡыт, сығанаҡ килештәрҙәге исем+ ярҙамсы һүҙ.
Ваҡыт рәүеше, һан, исем, хәл, ҡылым.
Төбәү, сығанаҡ килештәге исем, исем йәки сифат ҡылым; үткән заман сифат ҡылым+бәйләүес, исем ҡылым+бәйләүес.
Уртаҡ ҡылым, хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше+ тип бәйләүесе; исем, сифат ҡылым+өсөн бәйләүесе.
Шарт һөйкәлеше ҡылымы, хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымы+икән; урын-ваҡыт килештәге үткән заман сифат ҡылым.
Шарт һөйкәлеше+киҫәксә (да/дә, ҙа/ҙә, ла/лә, та/тә); -мы/-ме аффикслы хәҙерге йәки үткән заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымы һ.б.
Һан, һан+рәт, ҡат һүҙҙәре, күләм-дәрәжә рәүеше, һан йәки исем+буйы һүҙе.
|
Орфограммаларҙа һәм тыныш билдәләрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән таблица һәм схемалар индивидуаль эштәрҙе үҙ аллы ойошторғанда карточка-белешмә хеҙмәтен дә үтәй ала. Белешмә уҡыусыға ҡушылған эш карточкаһында бирелергә мөмкин.
Уҡы һәм хәтерлә. Ҡулъяулыҡ, Аҡъюл тибындағы ҡушма һүҙҙәр түбәндәгесә яҙыла: әгәр ҡушма һүҙҙең тәүгеһе нәҙек булһа – нәҙек айырыу билдәһе (ь), ҡалын булһа – ҡалын айырыу билдәһе (ъ).
1. Бирелгән һүҙҙәрҙә ниндәй айырыу билдәһе ҡуйыла?
2. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр менән һөйләм төҙө:
Аҡял батыр, Аҡяр, Аҡюл, ашяулыҡ, көняҡ, төняҡ, Гөлямал, Миңямал, йыляҙма, юляҙма, һүҙяһалыш.
“Үҙеңде үҙең тикшер” тип аталған эш төрөн ҡулланыу уҡытыусыға бер юлы бөтә класс уҡыусыларын йәки күпселектең белемен тикшерергә мөмкинлек бирә. Уны үткәреү методикаһы түбәндәгесә: уҡытыусы 2-3 һөйләм уҡый, ә уҡыусыларға яҙырға һәм ҡайһы бер орфограммаларҙы һәм тыныш билдәләрен график аңлатырға ҡуша. Эш барышында уҡытыусы 4-5 уҡыусының һөйләмдәрен тикшерә, ә эше тикшерелмәгән уҡыусы, таҡтаға сығып, үҙенең һөйләмдәрен яҙа һәм график аңлатма бирә. Был эш тамамланғас, уҡыусылар уға һорауҙар бирә. Уҡытыусы һорауҙарҙың төҙөлөшөнә, лингвистик терминдарҙың урынлы һәм дөрөҫ ҡулланылыуына иғтибар итә. Бындай эш төрҙәрен даими үткәреү уҡыусының телмәр мәҙәниәтен үҫтерергә, белемде бер ыңғайҙан ҡабатлап барырға мөмкинлек бирә.
Сәғит ағай иҫ киткес тә итәғәтле, кеселекле, ипле, мәҙәниәтле кеше ине.
Ундағы әҙәп – боронғо уҡымышлы атай-олатайҙарҙан килгән әҙәп. (Р.Солтангәрәев.)
Дәрестең һөҙөмтәлелеген, уҡыусыларҙың белем кимәлен билдәләү өсөн уҡытыусы сигнал карточкалары, перфокарталар, тикшереү карточкалары ҡуллана ала. Улар уҡытыусыға уҡыусының материалды ниндәй кимәлдә үҙләштереүен тиҙ һәм теүәл билдәләргә ярҙам итә.
Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусының өлгәшен тикшереүҙә тексты төрлө яҡлап анализлау формаһын ҡулланыу ҙа отошло буласаҡ. Сөнки текст өҫтөндә эш уҡыусының белем кимәлен билдәләүгә генә түгел, ә уның телде һиҙемләй алыуын асыҡларға мөмкинлек бирә. Тексты анализлау тасуири уҡыуҙан башлана. Был формала билеттар ярҙамында имтихан биреүҙе алыштырырға мөмкин. Мәҫәлән, Һ.Дәүләтшинаның “Айбикә” повесынан (15-се бит) алынған тексҡа түбәндәге эш төрҙәре тәҡдим ителә:
1. Тексты тасуири уҡырға.
2. Төп фекерҙе билдәләргә.
3. Селтәр, ҡашмау, елән һүҙҙәренең аңлатмаһын һүҙлектән ҡарап яҙып алырға, мәғәнәһен хәтерҙә ҡалдырырға.
4. Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышын аңлатырға.
5. Ҡылымдарҙы табырға, заманын билдәләргә.
6. Уларҙың телмәрҙәге роле тураһында һығымта яһарға.
7. 4-се, 5-се һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатырға.
8. Тура телмәрҙең схемаһын төҙөргә һ.б.
Башҡорт теле дәрестәрендә белемде тикшереүҙә тестар ҡулланыу ҙа отошло. Уларҙың ике төрө бар:
1. Тематик тестар. Улар бер теманы үтеп бөткәс йәки үтеү барышында файҙаланыла.
2. Йомғаҡлау тестары. Улар сирек йәки уҡыу йылы аҙағында ҡулланыла.
Бер темаға бағышланған тестар менән белемде тикшереүгә 20´самаһы ваҡыт китә: 7´- 10´ - тесты үткәреүгә, 10´- уҡыусылар өсөн ауыр иҫәпләнгән һорауҙарҙы асыҡлауға. Уҡытыусы яуаптарҙы анализлағандан һуң, уҡыусының белем кимәлен сағылдырған диагностик карта төҙөй ала. Ул индивидуаль эште маҡсатҡа ярашлы алып барырға, алдағы һөҙөмтәләргә ҡарап, белем кимәленең нисек үҙгәреүен сағыштырырға, ваҡытында булған кәмселектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итә. Миҫалға Гүзәлдең эшен килтерәйек:
Күнекмәләр |
Белемде тикшереү эштәренең төрө |
||
тест № 1 |
тест № 2 |
тест № 3 |
|
Телмәр үҫеше - теманы билдәләү; - ҡыҙыл юлды айыра белеү;
Теманы үҙләштереү һүҙ төркөмдәрен билдәләү: - исем - ҡылым - алмаш
Синтаксис, пунктуация табырға; - һөйләмдең баш киҫәктәрен - һөйләмдең тиң киҫәктәрен
Орфографик хаталар - ҡушма һүҙҙәр - ҡуш тартынҡылар - яңғыҙлыҡ исемдәр - һандар яҙылышы |
- -
+ - -
+ -
- - + + |
- -
+ + +
+ -
+ - - + |
+ +
+ + +
+ +
+ + + + |
Тәжрибә күрһәтеүенсә, өлкән кластарҙа пунктуацион хаталар күбәйә. Был, әлбиттә, уҡыусыларҙың телмәрендә ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙең, ҡушма һөйләмдәрҙең киң ҡулланыла башлауынан килә. Ә тыныш билдәләренең дөрөҫ ҡуйылмауы – VIII-IX кластарҙа был күнекмәләрҙең тейешенсә нығытылмауынан. Шуға күрә уҡытыусыға пунктуация өҫтөндә эште морфологияны, лексиканы, һүҙьяһалышты үткәндә лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Был осраҡта һәр дәрестә тигәндәй “синтаксик биш минутлыҡтар” үткәреү ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк. Бындай “биш минутлыҡтарҙа” түбәндәге эш төрҙәрен алырға мөмкин: бирелгән һөйләмдән һүҙбәйләнештәрҙе айыр; һөйләмдең грамматик нигеҙен билдәлә; һәм теркәүесе менән ябай һәм ҡушма һөйләм төҙө; бирелгән схемаға һөйләм уйла һ.б. Һаналған эш төрҙәре синтаксик һәм пунктуацион күнекмәләрҙе тикшереүҙән бигерәк был бүлек буйынса белемде нығытыуға ла алып килә.
Синтаксик “биш минутлыҡтар”, нигеҙҙә, телдән үткәрелә. Тикшереү өсөн һәр дәрескә бер типтағы 2-3 һөйләм алына. Эштең телдән үткәрелеүе баланың ишетеү һәләтлеген үҫтерә, уны диктант яҙырға әҙерләй, һөйләм төҙөлөшөн ишетеп билдәләргә өйрәтә.
Уҡыусыларҙың синтаксик һәм пунктуацион күнекмәләрен тикшереүҙең бер формаһы булып график (схематик) диктанттар тора. Уны үткәреү методикаһы түбәндәгесә: һөйләм ике тапҡыр уҡыла, тәүге ҡат уҡығанда уҡыусылар уны тыңлай, икенсеһендә һөйләмдең схемаһын төҙөйҙәр:
1) Һәр фәндең үҙ йәме һәм поэзияһы бар. (Ғ.Хөсәйенов.)
2) Ҡыш бирешергә теләмәй, ләкин яҙ барыбер үҙенсә эшләй.
3) Ҡариҙел сал Урал битләүенән һарҡып ҡына сыға ла үҙенә юл яра.
График диктант телдән дә үткәрелергә мөмкин. Ул саҡта уҡытыусы һөйләм төҙөлөшөн сағылдырған карточка-схемалар ҡуллана. Улар ҡатырғанан эшләнә һәм һәр уҡыусының үҙендә конвертта һаҡлана. Шундай уҡ схемаларҙың ҙурайтылғандары – уҡытыусыла. Телдән схематик диктант ваҡытында уҡытыусы һөйләмдәрҙе уҡый, ә уҡыусылар уларҙың төҙөлөшөнә тап килгән карточканы күрһәтәләр. Был эш төрө ҡушма һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә нигеҙ булып тора, баланы тыныш билдәләрен аңлы ҡулланырға өйрәтә.
Юғарыла һанап үтелгән уҡыусыларҙың белем кимәлен һәм күнекмәләрен тикшереү юлдарын сиратлаштырып ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк.
.