Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
22222.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
1.54 Mб
Скачать

2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары

Уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү һәр дәрестә тиерлек тормошҡа ашырыла. Ләкин күпселек уҡытыусылар тарафынан ошо этапҡа тейешле иғтибар бүленеп етмәй: уҡытыусы уны төрлөләндереү тураһында уйламай, өйгә эште тикшереүҙән алынған һөҙөмтәләрҙе журналға ҡуйыу менән генә сикләнә. Ә бит уҡыусының материалды нисек үҙләштереүен асыҡлау уҡытыусыға алдағы эшендә маҡсаттарҙы конкрет билдәләргә, һөҙөмтәлерәк эшләргә, дифференциаль уҡытыуҙы уңышлы ойошторорға ярҙам итә. Белем кимәлен тикшереүҙең тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур. Даими контроль баланы тәртиптә тота, уны системалы белем алырға өйрәтә.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа уҡытыусылар белемде фронталь тикшереү юлы менән мауыға. Әлбиттә, уның ыңғай яҡтары байтаҡ: ул уҡыусының иғтибарын тупларға ярҙам итә, алған белемде онотоуҙы тотҡарлай.

Белемде фронталь тикшереүҙең кире яҡтары ла барлығын уҡытыусы онотмаһын ине:

- уҡыусының яуабы ҡыҫҡа, өҙөк-өҙөк булыу сәбәпле, бәйләнешле телмәр үҫешенә зыян килә;

- үтелгән материал уҡыусы аңында бер бөтөн система булып һаҡланмай;

- күпселек уҡыусы дәрескә етди әҙерләнмәй;

- уҡытыусы, үҙе теләһә-теләмәһә лә, уҡыусының белемен түгел, ә әүҙемлеген баһалай. Шуға күрә лә осраҡлы баһалар алыуға юл асыла.

Индивидуаль яуаптар ҙа бер төрлө: ул йә таҡта эргәһендә, йә парта артында ике йәки өс уҡыусының яуап биреүе менән сикләнә. Әлбиттә, уҡыусыларҙың белемен бындай юлдар менән тикшереүҙең ыңғай яҡтары ла, кәмселектәре лә бар. Беҙ уның һуңғыһына туҡталайыҡ. Иң ҙур кәмселеге – иптәше яуап биргәндә ҡалған уҡыусыларҙың эшһеҙ ултырыуы. Уҡытыусының был ваҡытта бурысы – уларҙың эшмәкәрлегенә дөрөҫ йүнәлеш биреү. Һәр баланың әүҙемлегенә, иғтибарлылығына ирешеү маҡсатында уҡытыусы класҡа индивидуаль яуап барышында, түбәндәге таблицаға таянып, иптәшенең яуабын баһаларға ҡуша ала.

Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:

I. 1. Яуап бирелгән һорауға тап киләме?

2. Ул эҙмә-эҙлекле булдымы?

3. Яуап тулы һәм ышандырырлыҡмы?

4. Ҡағиҙәне дәлилләүсе миҫалдар дөрөҫ һайланғанмы, етерлек кимәлдәме?

5. Тупаҫ хаталар, кәмселектәр булдымы?

II. 1. Сығыштың (яуаптың) төп фекерен билдәлә. Ул дөрөҫ булдымы?

2. Яуап план буйынса бирелдеме, логик эҙмә-эҙлелек боҙолманымы?

3. Фекерҙәрҙе иҫбатлаусы миҫалдар ышандырырлыҡмы?

4. Яуап һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн?

5. Иптәшегеҙгә ниндәй кәңәштәрегеҙ бар?

Яуаптарҙы ошондай план ярҙамында анализлау уҡыусыла иптәшенең сығышына ҡарата иғтибарлылыҡ, принципиаллек сифаты тәрбиәләй, уның логик фекерләүен үҫтерә. Әлбиттә, яуапты төплө анализлаусы уҡыусыларҙың сығышы баһаланырға тейеш. Был дөрөҫ тә, сөнки кем грамматик материалды ныҡлы үҙләштергән, шул ғына яуаптарға дөрөҫ баһа бирә ала.

Үтелгән материалды системаға һалыу, йомғаҡлау дәрестәрендә уҡытыусы индивидуаль яуаптың төрө итеп таблицалар, схемалар төҙөтөүҙе лә файҙалана ала. Бындай эш төрө уҡыусына тел күренештәрен анализларға, сағыштырырға, оҡшашлыҡ һәм айырмалыҡтарҙы билдәләргә өйрәтә. Мәҫәлән, VII класта “Баш киҫәктәр” темаһын нығытҡанда бер уҡыусыға “Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ” темаһына схема төҙөргә бирелә, икенсе уҡыусы иптәше төҙөгән схема буйынса үҙенең миҫалдарын килтерә, өсөнсөһө миҫалдарҙы үҙ аллы уйлай һәм яҙа.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]