Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
22222.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
1.54 Mб
Скачать

Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?

Минең пунктуация хаталары ебәреүемдең өс сәбәбе бар.

Беренсеһе: мин айырымланған хәл әйтемдәрен, инеш һүҙҙәрҙе ике яҡтан да айырырға кәрәклеген алдан уҡ билдәләп ҡуям, әммә фекеремде артабанғы һөйләмдәргә күсерһәм, өтөр ҡуйырға онотам.

Икенсе сәбәп шундай: мин күп осраҡта тыныш билдәләре ҡуйылышын танымайым.

Тыныш билдәләрендә хата ебәреүемдең өсөнсө сәбәбе – пунктуация ҡағиҙәләрен белмәүҙә.

Бөтә был сәбәптәр тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыуға йоғонто яһай ҙа инде.

Мин пунктуация хаталарынан ҡотола аламмы?

Пунктуацион хаталарымды бөтөрөү өсөн, мин план төҙөп алырға ҡарар иттем.

Беренсенән, һөйләмде иғтибар менән тыңларға һәм уның мәғәнәһенә төшөнөргә тырышырға.

Икенсенән, үҙем өсөн тыныш билдәләре ҡуйылышында ҡыйынһынған осраҡтарҙы билдәләргә.

Өсөнсөнән, ҡушма һөйләмдәрҙе ябай һәм эйәрсән һөйләмдәргә айырып ҡарарға, ябай һөйләмдә грамматик нигеҙҙе билдәләргә.

Дүртенсенән, һөйләмдең төҙөлөшөнә ҡарап һәм ҡағиҙәләргә таянып, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып яҙырға.

Әгәр ҙә мин һәр ваҡыт ошо планға таянып яҙһам, һис шикһеҙ, тыныш билдәләренең ҡуйылышында хаталанмаясаҡмын.

Әлбиттә, бындай типтағы иншалар яҙыу өсөн, уҡыусыларҙы алдан тейешенсә әҙерләргә кәрәк: иншаның маҡсатын, жанр һәм стилистик үҙенсәлектәрен билдәләргә, өлгө тексты һәм темаға ярашлы миҫалдарҙы анализларға, инша яҙғанда ҡулланырға мөмкин булған тел сараларын һайларға һ.б.

Лингвистик темаға инша яҙырға әҙерләгәндә дидактик материал булараҡ һайланған текстар йөкмәткеһе буйынса тамамланған фәнни-популяр әҙәбиәттән алынырға тейеш. Улар тел һәм әҙәбиәт ғилеме темаларына фекер йөрөтөүгә ҡоролған текстарҙан алына һәм төрлө йүнәлештә маҡсатҡа ярашлы анализлана. Бындай характерҙағы эштәр уҡыусыға яҙасаҡ иншаһының тел үҙенсәлектәрен, композицияһын, бүленешен, төҙөлөшөн, иншаның башын һәм аҙағын ойоштороу сараларын асыҡ күҙалларға ярҙам итәсәк.

9 –11-се кластарҙа әҙәби тексҡа дөйөм анализ

Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыны тексты комплекслы анализларға өйрәтеү – заман талабы. Сөнки белем биреүҙең дәүләт стандарты талаптары уҡыусының телмәр маһирлығын үҫтереүҙе төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуя. Үҙ фекереңде бәйләнешле ойоштороу, отошло тел саралары ярҙамында маҡсатҡа, йөкмәткегә, аралашыу мөхитенә ярашлы әйтеп йәки яҙып бирә белеү бөгөнгө көндә айырыуса әһәмиәтле.

Билдәле булыуынса, сығарылыш кластарында белемде тикшереүҙең яңы формаһы – берҙәм регион имтиханы биреү ҡаралған. Ул мәктәптә алынған белем кимәле һәм юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн дәғүә һөҙөмтәһен билдәләүсе универсаль форма булып тора.

Белемде тикшереүҙең йөкмәткеһен, төҙөлөшөн билдәләүсе документтар тел буйынса имтихан эшенең өс өлөштән торорға тейешлеген билдәләй, шуларҙың икенсе һәм өсөнсөһө текст өҫтөндә эшкә нигеҙләнгән.

Телде функциональ һәм системалы өйрәнеүҙә тексҡа дөйөм анализдың әһәмиәте бик ҙур. Күп баҫҡыслы, ҡатмарлы шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс был анализ төрлө маҡсаттарҙан сығып үткәрелергә мөмкин. Был анализ өлгөһөн 9–11-се кластарҙа әҙәбиәт, тел дәрестәрендә ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ, шулай уҡ уны телдән имтихан биреүҙең үҙенсәлекле бер формаһы булараҡ та файҙаланырға була.

  1. Тексты дөрөҫ интонация менән уҡығыҙ.

  1. Автор тураһында алған белемдәрегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ.

  2. Текст ниндәй телмәр стиленә ҡарауын асыҡлағыҙ (әҙәби, публицистик, ғилми, фәнни-популяр).

  3. Текстың телмәр тибын билдәләгеҙ (тасуирлау, хикәйәләү, хөкөмләү).

  4. Текст ниндәй жанрға ҡарай (әҙәби әҫәрҙән алынған өҙөк, очерк, легенда, риүәйәт, иҫтәлек).

  5. Текстың темаһы ниндәй?

  6. Әгәр текстың исеме булһа, уның мәғәнәһе тураһында уйланығыҙ. (Автор ни өсөн мотлаҡ ошо исемде һайлаған)? Әгәр исеме булмаһа, уға исем бирегеҙ.

  7. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлегеҙ һәм үҙегеҙ өсөн план төҙөгөҙ.

  8. Текстың өлөштәре бер-береһе менән нисек бәйләнгән? Лексик һәм синтаксик сараларға иғтибар итегеҙ.

  9. Текстың башы һәм аҙағы бер-береһе менән ниндәй мөнәсәбәттә?

  10. Текстың төҙөлөшө ниндәй алымдарға нигеҙләнгән (ҡапма-ҡаршы ҡуйыу, сағыштырыу; хис-тойғоно эҙмә-эҙлекле үҫтерә барыу, фекерҙе үҫтерә барыу; ваҡиғаларҙың йыш алмашыныуы, тәфсирләп бәйән итеү)?

  11. Төп образдарҙы билдәләгеҙ (автор образы тураһында ла онотмағыҙ).

  12. Текстың лексикаһын күҙәтегеҙ:

- таныш булмаған һүҙҙәрҙе табығыҙ һәм мәғәнәһен һүҙлек буйынса асыҡлағыҙ. Ул һүҙҙәрҙәң яҙылышын хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ;

- һәр бүлектән терәк һүҙҙәрҙе табығыҙ, уларҙың ни өсөн ҡулланылыуын асыҡлағыҙ;

- ҡабатлауҙарҙы күҙәтегеҙ (лексик, тамырҙаш һүҙҙәр, анафора, эпифоралар). Уларҙың ҡулланылышы нимәгә буйһондоролған?

- лексик һәм контекстуаль синоним йәки антонимдарҙы табығыҙ;

- перифраздар бармы, улар ниндәй маҡсат менән ҡулланылған?

- күп мәғәнәле һәм күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәрҙе табығыҙ.

- архаизм, историзм, неологизм, терминдар бармы; ябай һөйләү теле йәки, киреһенсә, юғары стиль һүҙҙәре ҡулланылғанмы, ни өсөн?

- фразеологизмдарҙы табығыҙ, улар ни өсөн ҡулланылған?

- тасуирлау сараларына, телмәр фигураларына иғтибар итегеҙ (эпитет, метафора, сағыштырыу, йәнләндереү, гипербола, градация, оксюморон).

14. Автор ҡулланған фонетик сараларҙы күҙәтегеҙ (тартынҡыларҙың (аллитерация), һуҙынҡыларҙың (ассонанс) ҡабатланыуы. Бының менән автор нимә әйтергә теләй?

  • Автор ниндәй морфологик саралар ҡуллана (ваҡиғаларҙың йыш алмашыныуын һәм үҙгәрешен, хәрәкәтте тасуирлау өсөн ҡылымдарҙың; предметтарҙы, пейзажды һүрәтләүҙә исемдәрҙең, сифаттарҙың; аптырауҙы, һоҡланыуҙы, көтөлмәгәнлекте биреү өсөн сикләү, көсәйтеү киҫәксәләренең йыш ҡулланылыуы).

  • Текстың синтаксисы һәм пунктуацияһы өҫтөндә эш (ябай йәки ҡушма, атама, эйәһеҙ, дөйөм эйәле; инверсия, өндәү, һорау һөйләмдәр; күп нөктә, һанап китеү, тура телмәр, диалог һ.б. ҡулланылышы).

  • Текстың идеяһын асығыҙ.

  • Текстан алынған тәьҫоратығыҙ ниндәй?

  • Тексты аңлау өсөн, уны уҡытыусы тәҡдим иткән икенсеһе менән сағыштырып ҡарағыҙ.

Тәҡдим ителгән анализ тексты тел һәм телмәр йәһәтенән, лингвостилистика һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса тикшереүҙе күҙ уңында тота. Анализ күләме текст характерына һәм уның үҙенсәлектәренә бәйләнгәнлектән, бер текст нигеҙендә бирелгән пландың бөтә пункттарын да ҡарап сығыу һис мөмкин булмай һәм мотлаҡ та түгел. Шуға күрә уҡытыусы иң башта текст буйынса конкрет эш төрҙәре билдәләй. Артабан уларҙы өй эшенә (әҙерлек һәм йомғаҡлау) һәм класта эшкә бүлә, шунан һуң ғына уның эҙмә-эҙлелеген асыҡлай.

Өйҙәге әҙерлек эшенең йөкмәткеһе яҡынса түбәндәгесә булырға мөмкин: текст менән танышыу, уны тасуири уҡырға әҙерләнеү, әҫәр һәм уның авторы тураһында мәғлүмәттәр әҙерләү, уны үҙләштереү, һүҙлектән таныш булмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлау, бирелгән һорауҙар буйынса тексты үҙ аллы анализлап ҡарау. Башта уҡытыусы был эштәрҙе һәр дәрестә даими тикшерә. Уҡыусы анализ тәртибен үҙләштергәс, артабан ҡатмарлыраҡтарын тәҡдим итә.

Әгәр анализ ошо тәртиптә ойошторолһа, уҡыусы дәрескә ныҡлы әҙерлек менән киләсәк. Класта ул тикшерелә, төҙәтелә, баһалана, тәрәнәйтелә. Эштең ошо йүнәлештә алып барылыуы, һис шикһеҙ, уҡыусының телмәр үҫешенә, ижади һәләттәренең әүҙемләшеүенә, тел үҙенсәлектәрен нескә тойомлауына булышлыҡ итәсәк, ғилми-тикшеренеү эшенә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.

Әҙәбиәт

  1. Бабенко Л.Г., Казарин Ю.В. Филологический анализ текста. – М., 2003. – 400 с.

  1. Валгина Н.С. Теория текста. – М., 2003. – 280 с.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]