Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
22222.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
1.54 Mб
Скачать

Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары

Изложениелар һәм иншалар яҙырға өйрәтеү

Телмәр үҫтереү дәрестәрендә уҡыусыларҙы үҙ аллы текст төҙөргә , йәғни изложениелар һәм иншалар яҙырға, өйрәтеү, текст менән эштең бер төрө булып тора. Ул тексты анализлау алымы нигеҙендә алып барыла һәм уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенәң регулятив, тағы ла коммуникатив төрҙәренә таянып ойошторола.

Уҡытыусы бының өсөн иң башта алда торған маҡсаттарҙы һәм уҡыусыларҙы ниндәй һығымтаға килтерәсәген дөрөҫ һәм аныҡ билдәләргә тейеш, сөнки тексҡа анализ ошо ҡуйылған маҡсаттарҙан сығып үткәрелә. Изложение тексы һәм өлгө текстарҙы анализлау, нигеҙҙә, түбәндәге этаптарҙы үҙ эсенә ала:

  1. уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә программа талаптарына таянып, анализдың маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү;

  1. уҡыусыларҙы тексты анализлауға әҙерләү өсөн, тексты уҡыу (тыңлау) алдынан маҡсат ҡуйыу. Ул уҡыусылар менән барасаҡ әңгәмәгә нигеҙ булырға тейеш. Мәҫәпән, тексты уҡығыҙ (тыңлағыҙ) һәм түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ: текстың исеме уның йөкмөткеһенә тап киләме? Ул ниндәй стилдә яҙылған? Жанрын билдәләгеҙ. Текст ниндәй маҡсат менән яҙылған? Ул кемдәргә тәғәйенләнгән? Нисә бүлектән тора һ.б.;

  2. текст йөкмәткеһенә анализ: авторҙың уйын, текстың төп фекерен, логик структураһын билдәләү;

  3. текстың жанр үҙенсәлектәрен һәм композицион биҙәлешен анализлау;

  4. тексҡа стилистик анализ;

  5. текстың тел үҙенсәлектәрен асыҡлау, айырыуса телдең ҡыҙыҡлы һәм сағыу лексик һәм грамматик сараларының ҡулланылышына туҡталыу;

  6. төп һығымталар, эшкә йомғаҡ яһау, үткәрелгән анализды иҫәпкә алып, дәрестең бурысын асыҡлау.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: изложение тексы һәм инша яҙҙырыу серҙәренә төшөндөрөү өсөн һайланған өлгө текст өҫтөндә эштәр бер-береһенән айырыла. Уларҙы айырым-айырым ҡарап үтәйек.

Изложение тексы өҫтөндә эш.

Изложение тексы өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙы тәү сиратта ишеткәнде иҫтә ҡалдырыу алымдары менән таныштырыу мотлаҡ. Ошоға бәйле рәүештә текстағы төп һәм ярҙамсы фекерҙәрҙе айырыу, төп фекерҙе сағылдырыусы терәк һүҙҙәрҙе билдәләү, текстың логик эҙмә-эҙлеген хәтерҙә ҡалдырыу өҫтөндә махсус эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, уҡыусыларға түбәндәге кәңәштәр бирелә (уны таблицаға ла яҙып ҡуйырға мөмкин).

1.Тексты беренсе тапҡыр уҡыу барышында түбәндәге һорауҙарға яуап бирергә тырышығыҙ:

а) текст ниндәй стилдә һәм ниндәй жанрҙа яҙылған?

б) унда нимә тураһында һөйләнелә?

в) төп фекере ниндәй?

2. Икенсе тапҡыр уҡыу барышында түбәндәгеләрҙе яҙып алырға тырышығыҙ:

а) текстың нисә өлөштән тороуын һәм уның эҙмә-эҙлелеген;

б) төп йөкмәткене биреүсе һүҙҙәрҙе;

в) бер өлөштән икенсе өлөшкә күсеү алымдарын.

3. Текст йөкмәткеһен бирер алдынан түбәндәгеләрҙе эшләргә онотмағыҙ:

а) һәр өлөшкә исем ҡушып, план төҙөргә, текст йөкмәткеһен асырға ярҙам итеүсе факттарҙы сағылдырыусы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйырға;

б) текстың башын һәм аҙағын, бер өлөштән икенсе өлөшкә күсеште уйларға;

в) авторҙың йөкмәткене биреү өсөн ниндәй тел саралары ҡулланыуын иҫкә төшөрөргә, әгәр ҙә һүҙмә-һүҙ хәтерләй алмаһағыҙ , тел сараларын һайлағанда, уларҙың стилистик һәм жанр үҙенсәлектәренә иғтибар итергә.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, уҡыусылар был алымдарҙы белмәйҙәр, шуға күрә лә тексты үҙләштереү һәм һөйләп йәки яҙып биреүҙә ауырлыҡтарға осрайҙар. Тимәк, изложение тексын анализлағанда, тексты ойоштороусы бөтә компоненттарҙың берҙәмлегенә иғтибар итергә һәм, иң мәһиме, хәтерҙә ҡалдырыу һәм һөйләп биреүҙең рациональ алымдарына өйрәтергә кәрәк.

Өлгө текст өҫтөндә эш.

Дәрескә өлгө рәүешендә һайланған текст мәктәптә инша яҙыуға ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирергә тейеш. Уларҙы уҡытыусы әҙәби, фәнни-популяр әҙәбиәттән, газета, журнал мәҡәләләренән һайлап ала. Өлгө тексҡа анализ изложение тексын анализлау алымдары менән, нигеҙҙә, тап килә. Анализ ваҡытында ике һорауға яуап алына: 1) авторҙың коммуникатив ниәте ниндәй, текст ниндәй маҡсат менән яҙылған? 2) был ниәт нисек тормошҡа ашырыла? (ниндәй стилдә һәм жанрҙа, ниндәй саралар менән ).

Әлбиттә, инша яҙырға өйрәтеү өсөн һайланған текст өҫтөндә эштең үҙенсәлекле яҡтары ла бар. Уларҙы ҡарап үтәйек.

1. Өлгө тексҡа анализ барышында уҡыусыларға махсус күнегеүҙәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, өлгө текстың башланышын тикшергәндән һуң, ошондай характерҙағы иншаның башламын үҙ аллы яҙырға бирергә йә иһә текстың башын, йомғаҡлау өлөшөн өҫтәргә, тексты мөхәррирләргә ҡушырға һ.б. Тағы ла уҡыусыларҙан анализланған тексҡа оҡшаш өҙөктәр йыйҙыртыу ҙа маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

2. Өлгө тексты анализлау барышында уҡыусыларҙы темаға тап килгән тос фекерле һығымталарҙы, йомғаҡлауҙарҙы махсус дәфтәргә яҙа барырға күнектерергә кәрәк. Улар уҡыусыны төп фекерҙе билдәләргә өйрәтә, алған белемдәрен артабанғы ижади эштәрендә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләй.

3. Картина, фильм, спектакль, күҙәтеүҙәр буйынса әңгәмәләрҙе өлгө тексты анализлау менән тамамларға мөмкин. Әңгәмәләр ваҡытында уҡыусылар сәнғәткә ҡағылышлы махсус терминдарҙы үҙләштерәләр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнәләр. Ә инде өлгө тексты анализлау күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫораттарҙы йомғаҡларға һәм уны грамоталы яҙып бирергә ярҙам итә. Ошо нигеҙҙә уҡыусыла универсаль уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге төрҙәре формалаша.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Буслаев Ф.И. О преподавании отечественного языка. – Л., 1941.

2. Ушинский К.Д. О первоначальном преподавании русского языка // В кн.: Избр. пед. соч.: В 2-х т. – Т. 2.

3. Чернышев В.И. Обучение русскому правописанию // В кн.: Избр. труды: В 2-х т. – М.,1970. – Т. 2.

4. Толстой Л.Н. Пед. соч.: В 2-х ч.. – СПб., 1911. – Ч. 2.

5. Ипполитова Н.А. Текст в системе обучения русскому языку в школе. – М., 1998.

Пунктуацияға өйрәтеүҙә текстың әһәмиәте

Заман туған тел дәрестәренең төп маҡсаты – үҫеп килеүсе йәш быуынға тел ҡанунлыҡлыҡтары тураһында тәрән һәм ныҡлы белем биреү, уларҙы ғәмәлдә дөрөҫ ҡуллана белеү күнекмәләре тәрбиәләү.

Был маҡсаттбойомға ашырыуҙа текст буйынса үткәрелгән эштәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт теле дәрәстәренең бөтә бүлектәрен өйрәнгәндә лә уҡытыусы текст буйынса эштәр ойоштора ала. Бындай эштәр уҡыусыларҙы тел ҡанундарын интуитив ҡабул итергә түгел, ә уны аңлы үҙләштерергә, аралашыу ваҡытында йәки яҙма эштәр башҡарғанда тел сараларын дөрөҫ, урынлы, оҫта ҡулланырға өйрәтә, сөнки дәрескә дидиактик берәмек булараҡ һайланған текста тел берәмектәре бер-береһе менән бәйләнешкә инә, уның буйынса эш барышынды уҡыусыға текстың яңы биҙәктәрен асыуға мөмкинлек тыуа. Текст буйынса эш, шулай итеп, уҡыусыға тел системаһын төплө өйрәнеүгә, аралашыу ҡағиҙәләрен һәм нормаларын үҙләштереүгә юл аса.

Мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә тел берәмектәрен өйрәнгәндә уҡытыусы анализлау өсөн күп осраҡта тип әйтерлек айырым һөйләмдәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өлгө итеп ала. Беҙҙеңсә, текстарҙан “йолҡоп” алынған айырым һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр буйынса уҙғарылған эштәр менән генә сикләнергә һәм мауығырға ярамай. Бәхәсләшмәйбеҙ: бындай осраҡта уҡыусылар тел күренештәрен таныйҙар, үҙенсәлектәрен атайҙар, уларҙы анализлай беләләр, әммә ошо алған белемдәрен тормошта ҡулланырға ҡыйынһыналар, йәғни телмәр оҫталығына өйрәнә алмайҙар.

Тәжрибәнән сығып шуны әйтә алабыҙ: урта мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға ингән студенттарҙың яҙма эштәрендә пунктуация хаталары өҫтөнлөк итә. Был, һис шикһеҙ, туған тел дәрестәрендә пунктуация мәҙәнилеге тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар етешмәгәнлеге тураһында һөйләй.

Методистар күрһәтеүенсә, мәҙәнилеге тәрбиәләүҙе өс йүнәлештә алып барырға мөмкин:

  1. тыныш билдәләренең ҡуйылышына бәйле материалды махсус бүленгән сәғәттәрҙә башҡорт теле дәрестәрендә өйрәнеү;

  1. бәйләнешле телмәр үҫтереү дәрестәрендә дауам итеү;

  2. әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә лә тыныш билдәләренең ҡуйылышын һәм үтәгән функцияһын иғтибар үҙәгенән сығармау.

Пунктуацияға өйрәтеүҙә диктант һәм күсереп яҙыу иң йыш ҡулланылған эш төрҙәре булып ҡала килә. Ә инде пунктуацияға өйрәтеүҙә текстар менән эш барышында уҡытыусы уларҙы аналитик эштәр менән байыта ала, мәҫәлән, күсереп яҙған текстың йөкмәткеһен һөйләргә, уға план төҙөргә, төп фекерҙе асыҡларға, тексҡа исем ҡушырға, тел сараларының йөкмәткене асыуға, текстың композицион бүленешенә йоғонтоһон, әҫәргә стилистик биҙәк биреүҙәге ролен асыҡларға һ.б. Юғарыла әйтеп кителгән эштәр уҡыусының ниндәйҙер кимәлдә үҙаллылығын үҫтерә, уның иғтибарын текстың йөкмәткеһен төшөнөүгә йүнәлтә, пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереүҙе тексты анализлау менән бәйләргә ярҙам итә.

Уҡыусыларҙы грамоталы яҙыуҙың аралашыуҙы еңелләштереүен һәм текст йөкмәткеһен дөрөҫ бирергә һәм уны тайпылышһыҙ үҙләштерергә булышлыҡ итеүенә инандырырға кәрәк. Ошо маҡсаттарҙан сығып, дәрестәрҙә түбәндәге күнегеүҙәр ҡулланырға мөмкин:

  1. текстағы тыныш билдәләрен ҡуйыу барышынды уның йөкмәткеһенә төшөнөргә тырышыу;

  1. бер үк текстағы тыныш билдәләрен төрлөсә ҡуйып ҡарау һәм уларҙы сағыштырыу, анализлау;

  2. шиғри текстарҙағы тыныш билдәләрен анализлау, уларҙың әйтелгән мәғәнәгә, әҫәрҙең эмоциональ яңғырашына тәьҫирен асыҡлау;

  3. махсус һайланған текстарҙағы пунктуация хаталарын төҙәтеү. Был хаталарҙың текстың мәғәнәһен үҙләштереүгә йәки боҙоуға алып килеүен күҙәтеү һ.б.

Уҡыусылар тыныш билдәләренең ҡуйылышы текстың йөкмәткеһенә туранан-тура бәйле булыуын аңлаһындар өсөн, уларға лингвистик темаларға инша яҙырға тәҡдим итергә була, мәҫәлән, “Яҙма телмәрҙә тыныш билдәләренең роле”, “Фекерҙе дөрөҫ сағылдырыуҙа тыныш билдәләренең әһәмиәте”, “Поэтик телмәрҙә тыныш билдәләренең функцияһы”, “Пунктуация хаталарынан ҡотолоп буламы?”, “Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?” һ.б. Бындай ижади эштәрҙең маҡсаты – уҡыусыларҙың пунктуация буйынса алған белемдәрен системаға һалыу, дөйөмләштереү; был белемдәрҙең коммуникатив бурыстарҙы үтәүҙәге ролен билдәләү, фәнни стилгә ҡараған текстарҙың төҙөлөш ҡанундарын үҙләштереү. Миҫалға уҡыусыларҙың ҡайһы бер иншаларынан өҙөктәр килтереп китәйек.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]