
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
Бөгөнгө көндә башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү – иң төп бурыстарҙың береһе. Әйтергә кәрәк, методикала телмөр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль булған. Был телселәрҙең һәм методистарҙың хеҙмәттәренән асыҡ күренә, мәҫәлән, Ф.И. Буслаев тәү сиратта уҡыусыларҙың практик һәләтен үҫтерергә кәрәк, тип һанай. “Был – ти ул, -- телмәр формалары сағылышын аңлау һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу өсөн кәрәк” (Буслаев 1941, 54). К.Д. Ушинский хеҙмәттәрендә лә ошо уҡ фекер раҫлана. Ул телде өйрәтеүҙең төп бурысын “телгә маһирлыҡ “ тәрбиәләүҙә күргән (Ушинский 1971, 251) Ә В.И. Чернышев: “Уҡыусы алған белем һәм күнекмәләрҙең иң мөһиме һәм тормош өсөн кәрәклеһе – уның үҙ телендә асыҡ, аңлайышлы, матур итеп һөйләшә белеүе”, -- тип иҫәпләй (Чернышев 1970, 521). Үҙенең педагогик тәжрибәһенә таянып, Л.Н. Толстой түбәндәге һығымтаға килә: “Телде уҡытыуҙың бурысы -- әҙәби телдә яҙылған китаптарҙың йөкмәткеһен аңлау менән етәкселек итеүҙә. Әҙәби телде белеү мотлаҡ, сөнки тик ошо телдә иң яҡшы китаптар яҙыла” ( Толстой 1911, 221).
Тимәк, бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә өлгө текстарҙы анализлау, уны үҙләштереү уҡыусыларҙың телен шымартырға, телмәрен камиллаштырырға ҙур ярҙам итә.
Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙең хәҙерге этабында текст коммуникатив берәмек булараҡ ҡулланыла. Был – тексты тел һәм телмәр берәмеге булараҡ – лингвистикала, телмәрҙе – психологияла, телмәр эшмәкәрлеген психолингвистикала өйрәнеүҙәр һөҙөмтәһе. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү -- уларҙы коммуникатив йүнәлешле текстарҙы хеҙмәт, уҡыу, көнкүреш, йәмғиәттәге эшмәкәрлек шарттарында ҡабул итергә һәм төҙөргә, йәғни сифатлы аралашырға өйрәтеү тигән һүҙ ул.
Мәктәптә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тексты тел һәм телмәр берәмеге булараҡ өйрәнеүҙәрҙең түбәндәге һығымталарына нигеҙләнә:
1) текст – төп коммуникатив берәмек, телмәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе;
2) текст -- телмәр берәмеге, сөнки ул яҙма һәм телдән формалашыусы конкрет телмәр әҫәре, шул уҡ ваҡытта методик системала текст тел берәмеге булараҡ ҡабул ителә, сөнки беҙ практикала төрлө текст моделдәре менән эш итәбеҙ;
3) текст -- бәйләнешлелек, бөтөнлөк, тематик берҙәмлек, өлөштәргә бүленә алыу, композицион биҙәлгәнлек кеүек үҙенсәлектәргә эйә булыусы коммуникатив берәмек.
Уҡыусыларҙы үҙ фекерен грамоталы бирә белергә, төрлө характерҙағы яңы мәғлүмәтте үҙләштерергә һәм шул турала һөйләп бирергә, телмәр мөхитен иҫәпкә алып эш итергә өйрәтеү өсөн, беренсенән, аралашыу берәмеге булған текст тураһында тейешле белем бирергә, икенсенән, уларҙа махсус коммуникатив күнекмәләр формалаштырырға кәрәк.
Ошоларға бәйле рәүештә уҡыусылар бәйләнешле телмәр үҫтереү дәрестәрендә коммуникатив йәһәттән камил текст төҙөү өсөн кәрәкле түбәндәге белемдәрҙе үҙләштерергә тейештәр.
1.Текстың төп билдәләре:
а) темаһы, төп фекере;
б) фраза-ара, текст өлөштәре араһындағы бәйләнеш һәм уларҙың бирелеү юлдары.
2. Текст жанрҙары һәм уларҙың композицион формалары.
3. Текстың стиль һәм функциональ типтары.
4.Телмәр төрҙәре һәм формалары.
Ошо белемдәр нигеҙендә уҡыусыла түбәндәге күнекмәләр формалаша:
текст темаһын аңлау һәм ошо темаға ярашлы текст төҙөү;
текстың төп фекерен билдәләү һәм, бирелгән шартты иҫәпкә алып, үҙ аллы текст төҙөү;
ниндәй ҙә булһа текст өсөн кәрәкле материал туплау һәм уны системаға һалыу, текст йөкмәткеһен планлаштырыу;
тексҡа тап килгән композицион форма һәм стилистик биҙәк бирә белеү;
тексҡа ярашлы тел сараларын дөрөҫ һәм аңлы рәүештә һайлап алыу;
яҙылғанды камиллаштырыу.
Был бөтә белемдәр телде үҙләштереү күнекмәләренә (лексик, грамматик йәһәттән) нигеҙләнә, әммә коммуникатив күнекмәләр, телмәр эшмәкәрлеге менән бәйле булыу сәбәпле, автоматлаштырыла алмайҙар. Телмәр эшмәкәрлеге, билдәле булыуынса, интеллектуаль, йәғни танып белеүгә бәйләнгән, ул кешенән коммуникатив бурыстарҙы хәл иткәндә һәр билдәле осраҡта ижади ҡараш талап итә.
Уҡыусыларҙа үрҙә һанап үтелгән күнекмәләр формалаштырыу, тексты дөрөҫ ҡабул итеү һәм үҙ аллы текст төҙөй алыу һәләтен үҫтереү өсөн системалы рәүештә тағы ла бер төркөм күнекмәләрҙе үҫтереү мөһим. Уларҙы шартлы рәүештә “телмәргә тиклемге” күнекмәләр тип атайҙар. (Ипполитова 1998, 33) Был күнекмәләр коммуникатив күнекмәләрҙе үҫтереү өсөн нигеҙ булып торорға тейеш. Уларҙы айырым төркөм итеп ҡарау телмәр эшмәкәрлеге үҙенсәлектәренә бәйләнгән. Текст тыуҙырыу һәм һөйләп биреүҙә кеше уйлаған эшенең нигеҙен иң башта аңында күҙаллай, ә инде уны үтәү барышында һөҙөмтәләрен уйындағыһы менән сағыштыра. Ошонан сығып, беҙ текст телмәр эшмәкәрлеге продукты ғына түгел, ә образы һәм объекты ла, тип әйтә алабыҙ. Тимәк, коммуникатив күнекмәләр формалаштырыу өсөн фекерләү үҫеше һәм телде тойоу күнекмәләре менән бәйле логик һәм лингвистик характерҙағы күнекмәләрҙең булыуы шарт. Уларҙың иң мөһимдәрен атап үтәйек:
предмет йәки күренештең төп һәм ярҙамсы билдәләрен айырыу;
билдәләрҙе, күренештәрҙе, факттарҙы төркөмләү;
күҙәтеүҙәрҙән, өйтелгәндәрҙән сығып, һығымта яһау, факттарҙы дөйөмләштереү, текстағы төп мәғлүмәткә бәйле һүҙҙәрҙе табыу.
Бынан тыш тексты ҡабул итеү һәм аңлау өсөн уҡыусыла түбәндәге күнекмәләр булырға тейеш:
текстың исеме, башы, аннотацияһы, сығанаҡтың характеры буйынса йөкмәткеһен билдәләй алыу;
һөйләмдең башы, лексик һәм морфологик компоненттары буйынса уның структураһына төшөнөү;
жанр характеристикаһына ҡарап, текстың композицияһын билдәләү.
Был күнекмәләр башҡорт теле дәрестәрендә генә түгел. ә башҡа фәндәрҙе өйрәнеү барышында ла формалаштырылырға тейеш.