
- •I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре
- •I. Грамотаға өйрәтеү.
- •II.2. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу системаһы
- •II.2.1. Cистематик курс: тел ғилеме нигеҙҙәрен өйрәнеү
- •Башланғыс кластарҙа фонетика бүлеген өйрәнеү
- •Башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эше түбәндәге алымдар менән тормошҡа ашырыла:
- •«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн / Төҙ. : ф.Ш. Сынбулатова. – Өфө : Китап, 2007.
- •II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы
- •2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡытыу методикаһының
- •2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •У ҡыусы
- •2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу
- •3.2. “Лексика” бүлеген өйрәнгәндә уҡыусы компетентлығының төп йүнәлештәрен нигеҙләүсе стандартҡа ярашлы талаптар
- •2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова л.Ф.)
- •2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова ф.М.)
- •I этап – әҙерлек:
- •II этап – ролдәргә бүлеү:
- •III этап - Һөҙөмтәләрҙе презентациялау:
- •Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
- •2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
- •Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә текстың әһәмиәте
- •Коммуникатив күнекмәләр формалаштырыуҙа текст өҫтөндә эш алымдары
- •Ни өсөн мин пунктуация хаталары ебәрәм?
- •2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары
- •Иптәшеңдең яуабын түбәндәге һорауҙар ярҙамында анализла:
- •Уҡыусы тарафынан эшләнгән
- •Диктант төрҙәре, уларҙы үткәреү методикаһы
Баһалау критерийҙары һәр дәрестең маҡсатына ярашлы бирелә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү. // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2008, №3.
Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре. - Өфө: БДУ, 2002.
Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө: Китап, 1993.
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу - Өфө. Педагогичесая книга, 2008 .
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. - Өфө. Информреклама, 2003.
Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. - Өфө: БДУ, 2002.
Нурғәлин З.А. Шәһит Хоҙайбирҙиндың бөгөнгө әҙәби тел алдында хеҙмәте ниҙә? // Шәһит Хоҙайбирҙин. - Өфө, 2006.
Нәҙерғолов М.Х. XVI—XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре. — Өфө: Ғилем, 2004.
Личностно ориентированный урок: конструирование и диагностика. Коллектив авторов. М.: Педагогический поиск, 2006.
Мониторинг качества преподавания в школе: Учебное пособие. – М.: Педагогическое общество России, 2005.
Мониторинг качества учебного процесса: принципы, анализ, планирование. – Волгоград: Учитель, 2007.
Псянчин В.Ш. Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре. — Өфө: Китап, 2004.
Современные средства оценивания результатов обучения в школе: Учебное пособие. – М.: Педагогическое общество России, 2007.
Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 3 том. Стилистика. — Өфө: Китап, 2007.
Творчество Р. Фахретдинова: Сб: статей. — Уфа: БФ АН СССР, 1988.
Чистякова С.Н. и др. Педагогическая поддержка профессионального самоопределения старшеклассников. – М.: Новая школа, 2004.
Шәйехзада Бабич хаҡында иҫтәлектәр. — Өфө: Китап, 1994.
Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография. - Өфө: БДУ, 2002.
Якиманская И.С. Личностно ориентированное обучение в современной школе. – М., 1996.
Якиманская И.С. Технология личностно ориентированного обучения в современной школе. – М., 2000.
2.7. Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар, методистар, уҡытыусылар тел дәрестәрендә бәйләнешле текст ҡулланыу һәм уның уҡыусының зиһенен, фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереүҙәге, донъға ҡарашын формалаштырыуҙағы, белем һәм тәрбиә биреүҙәге роле тураһында матбуғатта күп сығыш яһайҙар.
Ысынлап та, бәйләнешле тексты белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән баһалағанда, уның мөмкинлектәренең сиге булмауына инанаһың:
тәрән йөкмәткеле һәм уҡыусыларҙың зауығына тап килгән текстар башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уята;
бәйләнешле текстар тематик дәрестә ойоштороуға нигеҙ булып тора. Грамматик һәм мәғәнәүи теманың берғатарҙан алып барылыуы дәресте йәнләндерә; төрлө темаға ҡараған текстар әйләнә-тирә, рухи һәм матди мәҙәниәт тураһында бай мәғлүмәт бирә;
текст тел һәм телмәр күнегеүҙәре өсөн кәрәкле материалдарҙы ла үҙ эсенә ала, шунлыҡтан уҡыусыға текст менән эш өсөн шарттар тыуа: уны үҙләштереү барышында һүҙҙәр, һүҙ формалары, синтаксик төҙөлмәләр отоп алына, телмәр күнекмәләре барлыҡҡа килә, ҡыҫҡаһы, текст телмәр күнекмәләре өсөн матди база хеҙмәтен үтәй;
бәйләнешле текст телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеүҙең бөтә төрҙәре буйынса ла комплекслы эшкә юл аса;
уҡыусы бәйләнешле текста тел берәмектәренең телмәрҙәге функцияһын күҙәтә, башҡорт теленең матурлығын һәм бөйөклөгөн, байлығын һәм тасуирилығын күрә, уны аңларға, нескәлектәрен тойомларға өйрәнә.
Бәйләнешле текст тәрән йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәтле, уҡыусыларҙың танып белеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндерерлек, белемен киңәйтерлек булырға тейеш. Уның йөкмәткеһе, теле, йәғни һүҙлеге, грамматикаһы буйынса, уҡыусының йәш үҙенсәлегенә тап килеүе, дәрестә өйрәнеләсәк грамматик, лексик материалды үҙ эсенә алыуы, стилистик яҡтан өлгө булыуы ла мөһим.
Уҡытыусы тағы ла шуны иҫенән сығармаһын ине: ул башҡорт теле дәрестәрендә текст теорияһы хаҡында программаға ярашлы мәғлүмәттәр бирергә бурыслы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәжрибә күрһәтеүенсә, уҡыусының текст төҙөлөшө, уны ойоштороусы саралар, текстың функциональ төрҙәре, уларҙың композиция һәм тел үҙенсәлектәре тураһында белемдәре түбән кимәлдә. Ә бит программалағы күп кенә грамматик һәм лексик темалар текстағы һөйләмдәрҙең бер-береһенә бәйләнеү сараларын төплө өйрәнеүгә киң мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, морфология бүлегегендә һүҙ төркөмдәрен өйрәнгәндә уларҙың текст барлыҡҡа килтереүҙәге роле менән таныштырыу маҡсатҡа ярашлы. (Быға тиклем традицион методикала һүҙ төркөмдәренең грамматик үҙенсәлектәре һәм синтаксик роле генә иҫәпкә алынды). Ә синтаксис дәрестәрендә һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибенең, модаль һүҙҙәрҙең, хәл әйтемдәренең, кәм һөйләмдәрҙең һ.б. текст ойоштороуҙағы әһәмиәте иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмаһын.. Һәр дәрестә, әҙер текст буйынса эш барышында булһынмы, уҡыусының эшен анализлағандамы, фраза-ара бәйләнеште барлыҡҡа килтереүсе сараларға иғтибар итергә кәрәк. Ошондай эштәр даими башҡарылһа ғына, уҡыусы камил текст төҙөү күнекмәһенә эйә буласаҡ.
Текст буйынса эш ике этаптан тора:
әҙер мәғлүмәтте ҡабул итеү;
ошо текстан үҙләштерелгән материал нигеҙендә яңыһын тыуҙырыу.
Күнегеүҙәр һәр этаптың маҡсатына яраҡлаштырып алына. Беренсе этапта текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү, микротемаларҙы асыҡлау, текст исеменә ҡарап, теманы билдәләү һәм уны аңлатыу, текст проблемаһына ҡарата үҙ фекереңде әйтеү, ҡулланылған тел сараларын үҙләштереү, пексик, грамматик, орфографик, пунктуацион үҙенсәлектәрен тикшереү һ.б.
Икенсе этапта үткәрелгән күнегеүҙәр бер төрлөрәк, әммә улар ауыр булыуҙары менән айырылып тора. Мәҫәлән, текстағы ваҡиғаға оҡшаш осраҡ тураһында һөйләү, уның өсөн кәрәкле тел саралары һайлау, уларҙы һөйләп биреү йәки яҙма телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу һ.б. йүнәлтелгән күнегеүҙәр.
Дәрестә файҙаланылған текст магнитофон таҫмаһына яҙылырға йә компьютерҙа баҫылырға йә иһә интерактив таҡтала күрһәтелергә мөмкин.
Дидактик материал итеп алынған текст һәр дәрестә тормошсан проблемалар тураһында һөйләшергә мөмкинлек бирә, шунлыҡтан уҡыусы уларға битараф булып ҡала алмаясаҡ.
Фекерҙе йомғаҡлап шуны әйтке килә: Тыуған ил, уның гүзәл тәбиғәте, халҡы, тел, намыҫ, ғәҙеллек, милли геройҙарыбыҙ, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, матурлыҡ тураһындағы башҡорт халыҡ ижадынан, матур әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән һайлап алынған бәйләнешле текстар уҡыусыларҙың тормош, әхлаҡи, гражданлыҡ позицияларының үҫешенә, уларҙың донъяға ҡараштарының формалашыуына һис шикһеҙ йоғонто яһаясаҡ.