Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
22222.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
1.54 Mб
Скачать

Йөкмәткеһе:

Инеш

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы концепцияһы

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы тарихы (Таһирова С.А., Исҡужина Ф.С.)

I өлөш Башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы

I бүлек Башҡорт әҙәби телен башланғыс кластарҙа уҡыу-уҡытыу методикаһы(ӘбуталиповаР.Ә.)

    1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыуҙың теоретик нигеҙҙәре

    2. 1 – 4 кластарҙа уҡыу-уҡытыу предметы булараҡ башҡорт теле

    3. Грамотаға өйрәтеү

    4. Систематик курс, тел ғилеме нигеҙҙәрен уҡыу-уҡытыу(ӘбүталиповаР.Ә.,...Г.С.)

    5. Орфография һәм пунктуацияны уҡыу-уҡытыу

    6. Телмәр үҫтереү

II бүлек Урта һәм юғары кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы

2.1. Башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыуҙың дөйөм мәсьәләләре (Таһирова С.А.)

2.2. Фонетика, Графика, Орфографияны уҡыу-уҡытыу (Аҙнабаева Г.Ш.)

2.3. Лексиканы уҡыу-уҡытыу (Аҙнабаева Г.Ш.)

2.4. Морфологияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова Л.Ф.)

2.5. Синтаксис, пунктуацияны уҡыу-уҡытыу (Мәмбәтҡолова Л.Ф.)

2.6. Башҡорт әҙәби теле тарихын, стилистикаһын уҡыу-уҡытыу (Алламоратова Ф.М.)

2.7. Текст менән эш (Исҡужина Ф.С.)

2.8. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү юлдары (Исҡужина Ф.С.)

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәненең тарихы

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы сағыштырмаса йәш фәндәрҙән һанала. Фәнгә нигеҙ һалыусылар итеп В.В.Катаринский (1846 – 1902), А.Г.Бессонов (1848 – 1918), М.С. Ҡулаевтарҙы (1873 – 1958) күрһәтергә мөмкин. Сөнки тап улар- рус графикаһы нигеҙендә башҡорт яҙмаһын булдырыуҙа, тәүге “Әлифбалар” төҙөүгә, мәктәптә башҡорт балаларын туған телендә уҡытыуға тос өлөш индергән ғалимдар. Профессор Р.Ғ. Аҙнағолов билдәләүенсә, был ғалимдарҙың исемдәре һәм хеҙмәттәре иң беренсе урында торорға тейеш, сөнки методика фәне тәүге “Әлифбанан” башлана [1; 20].

Билдәле булыуынса, башҡорт яҙмаһы тарихында өс графикаға нигеҙләнеү осорҙары айырып йөрөтөлә: 13 б. - 20 б. 20-се йылдарына тиклем – ғәрәп, 1930 – 1940 йй. - латин һәм 1941 й. - рус графикаһы (кириллица). Әммә 19 б. аҙағы – 20 б. баштарында уҡ ғәрәп – башҡорт алфавиты урынына рус алфавиты тәҡдим ителә. Р.Г. Игнатьев, В.В. Катаринский, А.Г. Бессонов, М.В.Лоссиевский, С.Г. Рыбаков, М.А. Ҡулаевтар рус графикаһына нигеҙләнеп башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен туплай. Шул уҡ ваҡытта уларҙа башҡорттарҙың һөйләү телмәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Рус графикаһы нигеҙендә башҡорт “Әлифбаһы” төҙөү ихтыяжы килеп тыуа. Тәүге ошондай “Әлифба” (авторы күрһәтелмәй) 1892 йылда Ырымбур ҡалаһында донъя күрә. Икенсе баҫма 1898 йылда (авторы – В.В. Катаринский) баҫылып сыға.

Профессор И.Ғ. Ғәләүетдинов билдәләүенсә, был “Әлифбаны” төҙөүҙә В.В. Катаринскийға Сермән рус - башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы Мөхәммәт - Ғалим Ҡыуатов ҙур ярҙам күрһәтә. В.В. Катаринскийҙың был “Әлифбаһы” - башҡорт телен уҡытыу методикаһы фәнендә тәүге хеҙмәт. Рус графикаһына нигеҙләнеп төҙөлгән был әлифбаның күп кенә өҫтөнлөктәре бар. Ул башҡорт теленең специфик өндәрен ниндәйҙер кимәлдә яҙмала сағылдырырға ынтыла [2;58]. В.В. Катаринский хеҙмәттәре К.Д. Ушинский. Ф.И. Буслаев, Н.А. Корф, Н.Ф. Бунаков кеүек мәшһүр педагогтарҙың дидактик принциптарына таянып эш итә. Балаларға хәрефте өйрәтеү тәүҙә өн-хәреф,шунан ижек, һүҙ, һөйләм һәм бәйләнешле текст менән таныштырыуға нигеҙләнә. Мауыҡтырғыс текстар, халыҡ ижады,педагогика һәм дидактика өлгөләре һәр уҡыусының- китап менән танышҡан кешенең иғтибарын йәлеп итә (3;31).

1907 йылда Ҡазан ҡалаһында икенсе “Башҡорттар өсөн әлифба” донъя күрә. Уның авторы - А.Г. Бессонов. Ул рус графикаһына нигеҙләнеп 41 хәрефтән торған башҡорт алфавитын тәҡдим итә. Уны төҙөүҙә ғалим төньяҡ – көнсығыш һәм көньяҡ – көнсығыш башҡорттарының һөйләү теленә нигеҙләнә. Үҙ алфавитын башҡорт халыҡ әкиәттәрен яҙыуҙа файҙалана. А.Г.Бессоновтың был китабы 1907-1917 йылдарҙа рус- башҡорт мәктәптәрендә киң файҙаланыла.Китап 46 биттән тора.Материал икегә бүлеп бирелә:тәүҙә өн һәм хәрефтәр ,каллиграфия өлгөләре тәҡдим ителә,артабан башҡортса һәм русса текстар аралаштырып урынлаштырыла.2-се бүлектә бирелгән логик күнегеүҙәрҙе хайуандар һәм йәнлектәр һүрәттәре менән биҙәү бик уңышлы була.Автор шулай уҡ рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән башҡорт алфавитын ғәрәп азбукаһы менән сағылдырған таблица тәҡдим итә.

19 б. аҙағы- 20 б. башында башҡорт диалекттарын өйрәнеүсе Ҡазан университеты профессоры, йәмәғәт эшмәкәре Н.Ф.Катанов Өфө губернияһының Бәләбәй һәм Минзәлә өйәҙҙәре башҡорттарының телен өйрәнә. Һуңынан уның “Башҡорт теле өсөн азбука” хеҙмәте донъя күрә. Алфавит 33 хәрефтән тора, специфик башҡорт өндәре өсөн айырым хәрефтәр өҫтөндә нөктәләр ҡуйырға тәҡдим итә.

Үҫәргән башҡорто, врач М.А. Ҡулаев 1899 – 1900 йылдарҙа күп кенә башҡорт йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл, легендаларын рус теленә тәржемә итә. Уны был эшкә уҡытыусыһы Н.Ф. Катанов йәлеп итә. 1912 йылда Ҡулаевтың “Основы звукоподражания и азбука для башкир” хеҙмәте донъя күрә. Ҡулаев үҙенең рус-грек графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитында 34 хәреф тәҡдим итә,башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә,һәр өнгә хәреф билдәләй. Был алфавиттың өҫтөнлөгө шунда: Ҡулаев тәүгеләрҙән булып, башҡорт теленең орфоэпик үҙенсәлектәренә төп иғтибарҙы йүнәлтә. Үҙ хеҙмәтен яҙғанда ул хәрефтәрҙең практик әһәмиәтен (уҡыуға һәм яҙыуға ҡарата) өҫтөн ҡуя. Башҡорттар өсөн рус алфавитындағы ауыр әйтелешле өндәрҙе һәм киреһенсә, башҡорт телен өйрәнеүсе башҡа милләттәр өсөн специфик өндәрҙе айырып күрһәтә.Уның башҡорт яҙмаһын рус графикаһы нигеҙендә төҙөү идеяһы 1939 йылда тормошҡа ашырыла.М.А.Ҡулаев- башҡорт халҡының һәм башҡорт теленең оло патриоты.Уның раҫлауынса: «Һәр кем үҙ телендә уҡый,яҙа белергә тейеш»; «Белемде ныҡ урынлаштыра торған тел- әсәй теле, ана теле, әсәйҙең өндәшеүе. Башҡорттарға белем алыу өсөн үҙ теле кәрәк- әсәй теле».

М.М. Биксуриндың эшмәкәрлегендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр башҡорт яҙма әҙәби телен булдырыу,балаларҙы туған телдә уҡытыу кеүек проблемалар тормошҡа ашырыла. Ж.Ғ. Кейекбаев билдәләүенсә, М.Биксуриндың ғилми-педагогик эшмәкәрлегендә айырыуса ҡиммәтле бер хеҙмәт бар.Уның төп нөсхәһендә тулы исеме түбәндәгесә: «Начальное руководство к изучению арабского,персидского и татарского языков с наречиями бухарцев,башкир,киргизов и жителей Туркестана с русско-персидско-татарскими словами.расположенными по предметам,разговорами и прописями». Китап ике тапҡыр нәшер ителә: 1-се баҫмаһы Ырымбурҙа,1859 йылда; 2-се баҫмаһы Ҡазанда,1869 йылда баҫылып сыға.Ҡулланма күп йәһәттән үҙенсәлекле хеҙмәт.Автор башҡорт,татар,ҡаҙаҡ телдәренең фонетик һәм грамматик төҙөлөшөн йыш ҡына ғәрәп,фарсы,рус телдәре менән сағыштырма планда тикшерә. Хеҙмәт был йәһәттән башҡорт һәм,ғөмүмән,төрки тел белемендә ҡәрҙәш телдәрҙе сағыштырма өйрәнеүҙең тәүге тәжрибәһе иҫәпләнә. Күргәҙмә материалдар нигеҙендә М.Биксурин һәр телдең үҙенә генә хас фольклор һәм яҙма әҙәбиәт өлгөләренә мөрәжәғәт итә,китапҡа ике һүҙлексә урынлаштыра.Һүҙлексәлә,башҡа телдәрҙең лөғәт өлгөләре менән бергә.башҡортса 53 һүҙ килтерелә.улар ғәрәп,фарсы һүҙҙәре менән сағыштырыла.Ҡулланмала һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә русса,фарсыса һәм төркисә текстар тәҡдим ителә. Китапта саф башҡорт телендә «Батыр батшаның әкиәте» тигән халыҡ хикәйәтенең баҫылыуы ҙур әһәмиәт ҡаҙана.Иҫке ғәрәп имләһе менән яҙылған был хикәйәткә,тел ғилеме күҙлегенән ҡарағанда,ниндәйҙер дәрәжәлә бөтә башҡорт һөйләштәренең элементтары индерелгән (4;31). Академик А.Н.Кононов М. Биксуриндың был ҡулланмаһын тәү башлап , «башҡорт грамматикаһын билдәле дәрәжәлә системалы тасуирлаусы» хеҙмәт булараҡ баһалай(5;54).

З.Н.Айыухановтың үҙе йәки уның ҡатнашлығында коллектив авторҙар тарафынан төҙөлгән «Әлифба» китабы 1929-1968 йылдарҙа балаларҙы уҡырға,яҙырға өйрәтеү өсөн Башҡортостан мәктәптәрендә төп уҡыу әсбабы була. Тәжрибәле педагог башҡорт әлифбаһының лингвистик-дидактик нигеҙҙәрен эшкәртеүгә ҙур көс һала. 50-се йылдарҙа З.Н.Айыуханов мәктәптә Әлифба китабын файҙаланыу тураһында методик ҡулланмалар яҙыу менән шөғөлләнә.Әлифба һәм методик ҡулланма төҙөүгә ул йәш ғалим А.Ә.Ғәлләмовты йәлеп итә.

1940-1960 йылдарҙа рус графикаһы буйынса төҙөлгән әлифбаларҙа өн анализы һәм синтезы методының алымдары тулыраҡ файҙаланыла.Балаларҙы тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрөтеү тулы һөйләм һәм бөтөн һүҙҙәр методынан өн анализы һәм синтезы методына күсерелә.Уларҙы тормош талаптарынаяраҡлаштырыу,тулыландырыу һәм камиллаштырыуҙа С.Моратов, Х.Усман, З.Шакиров, Ғ.Ишбулатов кеүек методистарҙың эшмәкәрлеге,кәңәштәре һәм тәҡдимдәре ҙур әһәмиәткә эйә була.

Артабан фәнде үҫтереүгә А.А. Ғәлләмов, Т.Х. Аслаев,Т.Ә.Биҡҡужина, Ф.Ғ. Исламоваларҙың хеҙмәттәре оло әһәмиәткә эйә. Республикала А.А. Ғәлләмов төҙөгән “Әлифба” ҡырҡ йылға яҡын уҡыусыларҙы хәреф танырға, туған телдәрен төплө өйрәнеүгә нигеҙ һалырға ярҙам итә.Күренекле методистың «Әлифбаһы» 1962 йылдан алып төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып,дипломдар һәм дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ була.Ф.Ғ.Исламованың башҡорт теле.уны уҡытыу методтары һәм алымдары тураһындағы ғилми хеҙмәттәре алдынғы тәжрибәләрҙе дөйөмләштереү нигеҙендә яҙыла.Ошо уҡ йылдарҙа башҡорт теле дәреслектәре.дидактик материал йыйынтыҡтары төҙөүҙә Ғ.Х,Ғүмәров,Х.С. Фәритов,Ф.Ф.Абдуллина,Ж.Ғ.Кейекбаев,В.Ш.Псәнчин,Ә.М. Аҙнабаев, Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, С.В. Атнағоловалар актив эшләй. Мәҫәлән,С.В. Атнағолованың Т .Аслаев менән берлектә 1-4-се кластар өсөн яҙған туған тел дәреслектәре.телмәр үҫтереү буйынса хеҙмәттәре,изложение һәм диктант йыйынтыҡтары.программалар донъя күрә..... йылда уның Ф.Ғ. Хисамитдинова менән берлектә төҙөгән Әлифба китабы донъя күрә.В.Ш.Псәнчин тарафынан төҙөлгән күп кенә уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалары, бай йөкмәткеле күнегеүҙәр йыйынтыҡтары уҡытыусыларҙың өҫтәл китабына әйләнгән.

1990 йй. тарихта социаль – сәйәси ваҡиғаларға бай булыуы менән билдәле. Тап шул йылдарҙа милли гимназиялар күпләп асыла, рус мәктәптәрендә белем алған балалар үҙ туған телдәрен төплө өйрәнеү мөмкинлеге ала. Хәҙерге шарттарҙа башҡорт телен уҡытыу концепцияһы раҫлана (Төҙөүсеһе-проф.Хисамитдинова Ф.Ғ.).Концепцияла уҡытыусылар әҙерләү,прграммалар һәм дәреслектәр яҙыу,милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт мәктәбе булмағандарында балаларға телде өйрәтеү кеүек проблемаларҙы хәл итеүҙә башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алыу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына(6; 33).Туған телдәрҙе өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә 1999 йылдың февралендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон нигеҙ булып тора. 2006-2007 уҡыу йылынан башҡорт теле дөйөм урта белем биреү,башланғыс һәм профессиональ белем биреү учреждениеларында дәүләт теле булараҡ уҡытыла башлай.Быға нигеҙ булып 2005 йылдаың 28 сентябрендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡабул иткән Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһындағы” Законының 7-се статьяһына өҫтәлмәләр индереү тора.Башҡорт теле аҙнаһына ике сәғәт менән 2-9 -сы кластарҙа,1 сәғәт менән 1,10,11-се кластарҙа өйрәтелә. Былар бөтәһе лә үҙ сиратында башҡорт теленән яңы методик әҙәбиәт, дәреслектәр, ҡулланмаларға ихтыяж булдыра. Башҡорт телен өйрәтеү өс йүнәлештә: туған тел булараҡ (милли мәктәптәр), рус мәктәптәрендә белем алған башҡорт балалары һәм башҡа милләт балалары өсөн алып барыла башлай: мәғариф министрлығы тарафынан авторҙар коллективтары төҙөлә, конкурстар ойошторола, яңы дәреслектәр донъя күрә.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теле уҡытыусыһына ярҙамға күп кенә методик әҙәбиәт донъя күрҙе. Был осор методика фәненә тос өлөш индергән ғалим методистарҙан Р.Ғ. Аҙнағоловты, Д.С. Тикеевты, Х.А. Толомбаевты һ.б. атарға мөмкин.

Профессор, педагогика фәндәре докторы Р.Ғ. Аҙнағолов үҙенең редакцияһында донъя күргән “5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы”,”Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу”, “Хәҙерге дәрес. Уның төрҙөре һәм этаптары,һүҙлектәре һәм башҡа хеҙмәттәре менән башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуға тос өлөш индерҙе.Ғалимдың мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһын фән булараҡ үҫтереүҙә,уның теретик нигеҙҙәрен тәүгеләрҙән булып асыҡлауҙа әһәмиәте ҙур.

Һуңғы йылдарҙа тел дәрестәрендә тел шәхесе тәрбиәләү маҡсатында айырым төр компетенциялар (коммуникатив, тел, лингвистик, лингвокультурологик) формалаштырыу мөһимлеге – көнүҙәк мәсьәлә. Был проблеманы башҡорт телен уҡытыу методикаһында тәүгеләрҙән булып профессор Д.С. Тикеев күтәреп сыҡты. Уның байтаҡ хеҙмәттәре бәйләнешле телмәр үҫтереүгә, лингвокультурологик компетентлыҡтың актуаллеген төшөндөрөүгә, мөһимлеген асыҡлауға бағышлана.

Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу йүнәлеше буйынса методика фәненә нигеҙ һалыусылар: Х.А. Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, З.М. Ғәбитова,М.Ғ.Усманова һ.б.

2007-2008 йылдарҙағы башҡорт телен уҡытыуҙа материаль-техник базалар нығытыуға ныҡ иғтибар бирелә, юғары квалификациялы уҡытыусылар менән тәьмин итеү өҫтөндә эш бара. 2006 йылдан Рәсәй “Мәғариф” милли проекты тормошҡа ашырыла башлай, унда күп кенә башҡорт теле уҡытыусылары ла ҡатнаша. Мәҫәлән, 2009 йылда Рәсәй Президенты премияһына республиканан 42 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы лайыҡ була. Милли “Мәғариф” проектына өҫтәлмә рәүештә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән бер рәттән башҡорт теле әҙәбиәте уҡытыусылары ла тәбрикләнә. Был премияға йыл һайын 25 – 30 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы лайыҡ була.

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы тарихына үҙҙәренең алдынғы эш тәжрибәләрен йомғаҡлап, дөйөмләштереп “Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡан һәм башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән уҡытыусыларҙы ла индереү урынлы. .... йылдан уҙғарылған был конкурстың маҡсаты- уҡытыусы авторитетын күтәреү, педагогик һөнәрҙә иң яҡшыларҙы асыҡлау, алдынғы эш тәжрибәләрен башҡаларға таратыу, педагогта үҙ квалификацияһын даими күтәреүгә стимул, йүнәлеш биреү(7; 48). 20.....йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы Халыҡ уҡытыусыһы тигән мәртәбәле исем булдырыла.Тәүгеләрҙән булып был юғары исемгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М.И.Баһауетдинова лайыҡ була.М. И.Баһауетдинова күп йылдар Стәрлебаш районы Стәрлебаш 1-се урта мәктәбе директоры булып уңышлы эшләй.Филология фәндәре кандидаты,тәжрибәле педагог үҙ эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша:уның авторлығында күп кенә методик ҡулланмалар,уҡыу әсбаптары донъя күрә.

2006 йылдан “Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе Мәскәүҙә РФ Мәғариф һәм фән Министрлығы тарафынан уҙғарылған Бөтә Рәсәй “Туған тел йыл уҡытыусыһы”конкурсында ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы, йыл һайын беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары республиканы, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, үҙҙәренең педагогик оҫталыҡтарын юғары кимәлдә күрһәтеүгә өлгәшә; призлы урындар яулайҙар, төрлө номинацияларҙа еңәләр.

2007 йылда Республикала башҡа милли-региональ компонентҡа ингән предметтар менән бер рәттән башҡорт теленән дә стандарттар төҙөп Мәғариф министрлығы Коллегияһында раҫлана. Тел дәрестәренең төп маҡсаты итеп – тел шәхесе формалаштырыу билдәләнә, тел уҡытыуҙа уның социокультур һәм психологик үҙенсәлектәренә иғтибарҙы арттырыу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Һәм 2010 йылда Л.Х. Сәмситова тарафынан төҙөлгән “Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе лингвокультурологик нигеҙҙә уҡытыу концепцияһы донъя күрә.

2009 йылда БР Президенты Указы менән “Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы” раҫлана. Концепцияға ярашлы милли мәғарифтың төп маҡсаты итеп – туған телде уҡытыуҙы тейешле кимәлгә ҡуйыу билдәләнә.

Әҙәбиәт:

  1. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Өфө,2011. 230 б.

  2. Галяутдинов И.Г. Из истории языковых и культурных процессов в Башкортостане в 19- начале20 в. // Ватандаш.2002,№9,85б.

  3. Яйыҡбаев К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр,күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.Өфө,2003,255б.

  4. Кейекбаев Ж.Ғ.Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы.Уҡыу ҡулланмаһы.Өфө,1996,237б.

  5. Кононов А.Н. История изучения тюркских языков в России:Дооктябрьский период.Л.:Наука,1982,256б.

  6. Хисамитдинова Ф.Ғ.Хәҙерге шарттарҙа башҡорт телен уҡытыу концепцияһы-Йыйынтыҡ:Суверенитет:башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре.-Өфө,1995,33-сө б.

  7. Күзбәкова Р.Г.Туған тел көсө Ватандаш........

I бүлек. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы

I.1. Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре

IIV кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының предметы һәм бурыстары

Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһы тел уҡыу-уҡытыуҙың йөкмәткеһен, принциптарын, метод һәм алымдарын, туған тел һәм әҙәбиәт теорияһы буйынса башланғыс мәктәп программаһында билдәләнгән күләмдәге һәм кимәлдәге материалды үҙләштереү юлдарын һәм шарттарын өйрәнә торған фән.

Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу ме-тодикаһының өйрәнеү предметы – маҡсатҡа йүнәлтелгән педагогик йоғонто шарттарында I–IV кластар уҡыусыларының туған телде фекерләү һәм аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү процесы.

Үҙенсәлекле рәүештә ойошҡан бер система булараҡ туған тел һәм әҙәбиәт үҙҙәре башҡарған функциялар берҙәмлеге менән берлектә уҡытыусы-методист өсөн уҡыу-уҡытыу объекты булып тора.

Рус телен уҡытыу методикаһы белгесе М.Р. Львов билдәләүенсә, тел уҡытыу методикаһының маҡсаты ике тармаҡлы [Львов 2007, 5].

Тәүгеһе практик, ғәмәли маҡсат булып, уҡытыусы һәм уҡыусыларҙы телде үҙләштереү эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле метод һәм алымдар системаһы менән ҡоралландырыуға бәйле.

Тел уҡытыу методикаһының икенсе, теоретик, фундаменталь, маҡсаты – уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү процесын, законлыҡтарын өйрәнеү, телде уҡыу-уҡытыу принциптарын асыҡлау һ.б.

Фән булараҡ башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу методикаһының бурыстары түбәндәгеләр:

1. Тел уҡыу-уҡытыуҙың маҡсатын һәм бурыстарын асыҡлау, башланғыс кластарҙа башҡорт теле курсының йөкмәткеһен һәм күләмен билдәләү, материалды кластарға һәм өйрәнеү этаптарына ярашлы бүлеү.

2. I–IV кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу өсөн кәрәкле программа һәм уҡытыу-методик комплекстар төҙөү.

3. Уҡыу-уҡытыуҙың иң эффектлы һәм рациональ метод һәм алымдарын тәҡдим итеү.

4. Башланғыс кластар уҡыусылары тарафынан туған телде эффектлы үҙләштереүҙең, уларҙа тейешле компетенциялар формалаштырыуҙың законлыҡтарын билдәләү; тел уҡыу-уҡытыу принциптарын, йүнәлештәрен дәлилләү, нигеҙләү.

Тел уҡыу-уҡытыу методикаһы ғәмәли фән булараҡ түбәндәге һорауҙарға яуап бирә:

Нимәгә уҡытырға? Был һорауға яуап Дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы төҙөлгән уҡыу-уҡытыу программаларында бирелә. Уларҙа уҡыу-уҡытыуҙың һәр этабында туған тел буйынса өйрәнелергә тейешле материалдың күләме һәм йөкмәткеһе; контроль, белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы тикшереү һәм баһалау критерийҙары билдәләнә.

Билдәле булыуынса, уҡыу-уҡытыуҙың система барлыҡҡа килтереүсе компоненты – уның йөкмәткеһе. Шуға бәйле уҡыу-уҡытыуҙың маҡсат һәм бурыстары асыҡлана һәм конкретлаша. Йөкмәтке уҡыу-уҡытыу программаларында сағыла.

Мәҫәлән, II быуын Дәүләт белем биреү стандартында билдәләнеүенсә, I–IV кластарҙа рус һәм туған телдәр буйынса башланғыс дөйөм белем биреү программаһы түбәндәге бүлектәрҙән тора:

I. Грамотаға өйрәтеү.

II. Телдең систематик курсы.

III. Әҙәби уҡыу [Примерные программы начального общего образования 2008, 11].

Телдең систематик курсы, йәғни туған тел теорияһы нигеҙҙәрен өйрәнеү йөкмәткеһе, түбәндәгесә билдәләнә:

1. Тел системаһы (Фонетика һәм графика. Орфоэпия. Һүҙ составы (морфемика). Лексика. Морфология. Синтаксис).

2. Орфография һәм пунктуация.

3. Телмәр үҫтереү [Примерная основная образовательная программа образовательного учреждения. Начальная школа 2011, 48-51].

Программанан күренеүенсә, башланғыс баҫҡыста уҡ башҡорт теленең бөтә кимәлдәре буйынса буйынса элементар белем һәм күнекмәләр формалаштырыу ҡарала: лексика, фонетика һәм графика, орфоэпия һәм орфография, һүҙ төҙөлөшө һәм морфология, синтаксис һәм пунктуация һ.б. [«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1–4-се кластары өсөн 2007]. Программа үҙе уҡытыу-методик комплекстарҙа ғәмәлләшә.

Нисек уҡытырға? һорауына ярашлы методика фәне тел һәм әҙәбиәт уҡыу-уҡытыуҙың иң эффектлы һәм экономиялы метод һәм алымдарын; уҡытыусылар өсөн методик ҡулланмаларҙы һәм уҡыу-уҡытыу әсбаптарын эшкәртеү маҡсатын ҡуя.

Ул шулай уҡ уҡыу-уҡытыуҙың төрлө баҫҡысында һәм төрлө уҡытыу-тәрбиә системалары буйынса туған телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеүҙең маҡсат һәм бурыстарын асыҡлай; материалдың бирелеү эҙмә-эҙлелеген, күләмен һәм йөкмәткеһен билдәләй; уҡыу-уҡытыуҙың метод һәм алымдарының ҡай-һыларын ниндәй баҫҡыста ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы икәнен дәлилләй.

Ниңә улай, ә башҡаса түгел? Был һорауға яуап булып уҡыу-уҡытыуҙың теге йәки был системаһын, йөкмәткеһен һәм методтарын һайлауҙы ғилми нигеҙләү, альтернатив концепцияларҙы, вариатив уҡыу-уҡытыу системаларын һөҙөмтәлелектәрен асыҡлау маҡсатында сағыштырма өйрәнеү, эксперименттар үткәреү аша уларҙың эффектлылығын иҫбатлау тора.

Кемде уҡытырға? Был һорауға яуап тел һәм әҙәбиәт уҡыу-уҡытыуҙа мөһим роль уйнай.

Беренсенән, мәктәптә дөйөм белем биреү башланғыс (I–IV кластар), урта (V–IХ кластар) һәм юғары (IХ–ХI кластар) баҫҡыстарға бүленә. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыу-уҡытыу ҙа ошондай уҡ өс баҫҡысҡа ярашлы алып барыла һәм, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренә бәйле, һәр баҫҡыс өсөн айырмалы уҡыу-уҡытыу йөкмәткеһе, эш системаһы билдәләнә, уҡытыу-методик комплекстар тәҡдим ителә.

Икенсенән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте хәҙерге ваҡытта өс йүнәлештәге программалар буйынса уҡытыла һәм өйрәнелә:

1) башҡорт мәктәптәрендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ уҡыу-уҡытыу (был программа буйынса уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиәләү эше башҡорт телендә алып барыла, бөтә предметтар, шул иҫәптән рус теле лә, башҡорт теленә таянып уҡытыла);

2) рус мәктәбендә башҡорт телен генетик туған, функцияһы яғынан икенсе тел булараҡ өйрәнеү (был осраҡта бөтә предметтар рус телендә, тик башҡорт теле башҡортса уҡытыла);

3) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башҡа милләт балалары тарафынан икенсе, сит тел булараҡ өйрәнеү.

Был өс йүнәлештәге программа буйынса эшләгән мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу йөкмәткеһе, эш системаһы уҡыусыларҙың телде белеү кимәленә бәйле ҡорола.

Методика фәне балалар телмәрен үҫтереүҙең метод һәм алымдарын билдәләгәндә, телмәр эшмәкәрлеге теорияһына, балалар телмәренең үҫеш этаптары, үҙенсәлектәре буйынса тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенә таяна. Ошоларға бәйле тел уҡыу-уҡытыуҙа коммуникативлыҡ принцибын иҫәпкә алыу, грамматиканы өйрәнеүгә функциональ ҡараш, морфологияны синтаксик нигеҙҙә өйрәнеү һ.б. принциптар эшкәртелә.

IIV кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу принциптары

Тел уҡыу-уҡытыу методикаһы дөйөм дидактик һәм үҙенсәлекле методик принциптарға таяна. Үҙенсәлекле методик принциптар телмәрҙе үҙләштереү ҡанунлыҡтарына таяна һәм уҡытыусы тарафынан уҡыу-уҡытыу сараларын һайлап алыуҙың нигеҙ теоретик төшөнсәләрен тәшкил итә: тел материалы, улар менән эш итеү методтары; уҡыу-уҡытыуҙы ойоштороу һ.б.. Был принциптарға таянып, уҡытыусы үҙе һайлаған уҡыу-уҡытыу сараларының эффектлығын билдәләй.

Туған телде уҡыу-уҡытыу түбәндәге принциптарға таяна [Федоренко 1973, 15-38]:

    1. Тел күренештәрен аңлау-тойоуҙы формалаштырыу принцибы нигеҙендә өлкәндәp әйткәнде механик рәүештә ҡабатлау түгел, ә тел күренештәpен аңлау, дөйөмләштереү һәләте ята. Уның hөҙөмтәhендә балалa телдең лексик һәм грамматик күренештәрен аңлау аша яңы телмәp төҙөү мөмкинлеге биргән үҙенсәлекле эске телмәp эшмәкәрлеге системаhы барлыҡҡа килә.

    2. Тел материяһына иғтибарлылыҡ принцибы уҡыусыларҙы бөтә өндәрҙе, интонацияны, һүҙ, һөйләм һәм бәйләнешле текстарҙы ишетә, ҡабул итә һәм уларҙы үҙҙәренең тауышы аша бирә белергә өйрәтеүгә ҡайтып ҡала. Уҡытыусы балаларҙың телмәр аппаратын (һөйләү телмәрендә), ҡул суҡтарын (яҙғанда) физик яҡтан үҫтерерлек уҡыу-уҡытыу сараларын һайларға тейеш.

    3. Телмәpҙең тасуирилығын баһалай белеү принцибын тормошҡа ашырыу балаларға эмоциональ биҙәктәр биреүсе тел саралары ярҙамында кешенең эске донъяһы сағылышын, хис-тойғоларын, ысынбарлыҡҡа ҡарашын биреп булыу мөмкинлеген төшөндөрөү менән бәйле.

    4. Тел hиҙемләүҙе үҫтереү принцибы уҡыусыны тел закондарын дөpөҫ ҡулланырға, аңларға өйрәтеүгә нигеҙләнә. Телмәpҙе ҡабат-ҡабат ишеткәндә, үҙ телмәрендә оҡшаш формаларҙы ҡулланғанда бала яйлап тел закондарын үҙләштерә. Шуның нигеҙендә тел формаларын төpлө телмәp ситуацияларында автоматик рәүештә дөрөҫ ҡуллана башлай.

    5. Тел өйрәнеүҙә коммуникатив эшмәкәрлек принцибы телде коммуникатив (аралашыу) маҡсатында ҡулланыу менән бәйле hәм ул телмәp үҫтереү стратегияhын билдәләй: дәрестәpҙә бөтә эш коммуникатив эшмәкәрлек үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш.

    6. Һөйләү телмәрен яҙма телмәрҙән алда үҫтереү принцибы телде өйрәнеүҙең һәр баҫҡысында яҙма телмәрҙе һөйләү телмәре менән сағыштырып, уға нигеҙләнеп үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, грамотаға өйрәтеү осоронда тәү башлап яҙырға өйрәтеү уҡыу дәрестәрендә алынған белемгә таянып үткәрелә. Изложение һәм инша яҙырға өйрәтеү телдән үткәрелгән күп төрлө күнегеүҙәргә нигеҙләнә.

IIV кластарҙа туған тел уҡыу-уҡытыуҙың психологик нигеҙҙәре

Н.Ф. Талызина билдәләүенсә, мәктәпкәсә балалыҡтан мәктәп тормошона күсеү – кешенең психик үҫешендәге һынылыш моменттарының береһе булып тора [Талызина 1998, 28]. Мәктәпкәсә йәштәге баланың төп эшмәкәрлеге – уйын. Был эшмәкәрлек ирекле: бала теләһә – уйнай, теләмәй икән, башҡа нәмә менән шөғөлләнә. Мәктәпкә аяҡ баҫыу менән ул уҡыу эшмәкәрлегенә күсә. Был эшмәкәрлек баланың психик торошона яңы талаптар ҡуя.

Мәктәптә уҡый башлағас, бала эшмәкәрлектең, шәхес-ара мөнәсәбәттәр системаһының яңы төрҙәренә инә, уҡыу-уҡытыу һөҙөмтәһендә уның аңлау-зиһенләү процесы ҙур үҙгәрештәр кисерә, ул өлкәндәргә хас булған сифаттарға эйә була башлай.

Билдәле булыуынса, 7-11 йәшлек баланың үҫеш резервы хәтһеҙ. Уҡытыусының бурысы – уны асыу һәм эффектлы ҡулланыу. Бының өсөн, булған резервҡа таянып, баланы мөмкин тиклем тиҙерәк мәктәптә һәм өйҙә уҡыу эшмәкәрлегенә яраҡлаштырырға, уны белем алырға, иғтибарлылыҡҡа, ултырышлыҡҡа өйрәтергә кәрәк.

Әлбиттә, мәктәпкә тиклем үк баланың үҙ-үҙен контролдә тота белеүе, элементар хеҙмәт күнекмәләре, кешеләр менән аралашыу ҡеүәһе, тәртибе үҫешкән булырға тейеш. I–IV кластарҙа уҡыу барышында шәхесте характерлаусы төп танып белеү процестары (иғтибар, хәтер, аңлап ҡабул итеү (восприятие), фекерләү, күҙаллау, йәғни ижади хыял, һәм телмәр) артабан нығына һәм үҫә.

1. Иғтибар. Мәктәпкәсә йәштәге бала үҙе өсөн ҡыҙыҡлы булған нәмә менән оҙаҡ ваҡыт өҙлөкһөҙ шөғөлләнә ала. Был осраҡта уның иғтибары бойондороҡһоҙ (ирекле) була. Уҡыу эшмәкәрлеге иһә күпселек осраҡта ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булмаған, ләкин мөһим уҡыу эштәрен башҡарыуҙы талап итә. Тимәк, мәктәпкә килгән тәүге көндәрҙән үк уҡыусыларҙың иғтибарын бойондороҡло, тотороҡло итеү өҫтөндә эшләргә, иғтибарҙы бер эшмәкәрлектән икенсе эшмәкәрлеккә йәһәт күсерергә, кәрәкле эшкә иғтибар тупларға өйрәтергә кәрәк.

2. Хәтер. 7-11 йәшлек баланың хәтере, ғәҙәттә, яҡшы үҫешкән була. Ләкин ул иғтибарға оҡшаш: бала үҙе өсөн ғәҙәти булмаған ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс нәмәләрҙе тиҙ үк отоп ала, хәтерҙә ҡалдыра, ә ҡайһы бер мөһим нәмәләр уның иғтибарынан бөтөнләй ситтә ҡалырға мөмкин. Был бойондороҡһоҙ (ирекле) хәтер. Мәктәптә уҡый башлағас иһә бала күп ҡыҙыҡлы булмаған, ә кәрәкле нәмәләрҙе хәтерҙә ҡалдырырға тейеш була: мәктәптә һәм класта үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, өйҙә башҡарылырға тейешле эштәр һ.б. Уҡыу эшмәкәрлеге процесында һәм уҡытыусының маҡсатҡа ярашлы үткәрелгән махсус күнегеүҙәре һөҙөмтәһендә уҡыусылар хәтерҙә ҡалдырыу һәм кәрәк саҡта белгәнде иҫкә төшөрөү ысулдарына эйә булалар, мнемотехникаға (ассоциатив хәтергә) эйә булалар.

3. Аңлап ҡабул итеү. Балала ысынбарлыҡты аңлап ҡабул итеүҙең ниндәйҙер бер төрө генә өҫтөнлөк итергә мөмкин: практик, образлы йәки логик. Мәҫәлән, мәктәпкә саҡ аяҡ баҫҡан бала тикшереү объектының бөтә үҙенсәлектәрен анализлай алмай, ул күберәк предметтың төҫөн, формаһын әйтеү менән сикләнә.

Уҡыу-уҡытыу процесында бала предмет һәм күренештәрҙе ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы үҙләштерергә өйрәнә, шуның һөҙөмтәһендә танып белеүҙең иң мөһим төрө – маҡсатҡа йүнәлтелгән күҙәтеү формалаша.

4. Фекерләү. Баланың белемде үҙләштереү кимәле фекерләү менән тығыҙ бәйле. Психологтар билдәләүенсә, фекерләү – ҡатмарлы психологик процесс. Фекерләү процесында кеше үҙ тәжрибәhенә таянып ваҡиға, хәл, күренеш, предметтарҙы үҙ-ара сағыштырыу, анализлау hәм синтезлау аша дөйөмләштерә hәм үҙендә бер фекер тыуҙыра.

Фекерләү хәтерләүгә тығыҙ бәйләнгән hәм элек үҙләштерелгән белемде хәтерләү, иҫкә төшөрөү нигеҙендә барлыҡҡа килә, үҫә. Шунлыҡтан белем алыу йәhәтенән фекерләүҙең йөкмәткеhе хәтерләү йөкмәткеhенә ҡарап йөрөй. Тик фекерләү, хәтерләүҙән айырмалы рәүештә, кешелә белем, тәрбиә, күнекмә етмәгәндә, шуларҙы булдырыу ихтыяжынан, Л.С. Рубинштейн күрhәтеүенсә, проблемалы ситуация барлыҡҡа килгәндә тыуа [Рубинштейн 1958, 14].

Мәктәпкәсә йәштәге баланың күргәҙмәле-хәрәкәтле, күргәҙмәле-образлы фекерләүе өҫтөнлөк итә, шуға ла уның эшмәкәрлеге предметтарға йәки уларҙы алмаштырыусы моделдәргә таяна. Мәктәптә өс-дүрт йыл уҡыу дәүерендә иһә ул конкрет төшөнсәләр кимәлендәге һүҙле-логик формала фекерләргә өйрәнә.

5. Күҙаллау (ижади хыял). Мәктәп йәшендәге бала күҙаллау (ижади хыял) тип аталған танып белеү функцияһын актив ҡуллана: ул әкиәт уйлап сығара, һүрәт буйынса телдән хикәйә төҙөй, үҙенең хыялындағы ситуаци-яға, фантазияһына бәйле һүрәт төшөрә һ.б. Был функция уҡыу эшмәкәр-леге өсөн генә түгел, ижади шәхес тәрбиәләү өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә.

Уҡытыусының был өлкәлә хәл итергә тейеш мәсьәләләре булып балаларҙың булған һәләттәрен артабан үҫтереү, ижади хыял менән иғтибарҙы бәйләү, бойондороҡло иғтибар формалаштырыу аша образлы күҙаллау менән идара итеү, абстракт төшөнсәләрҙе үҙләштереү һ.б. тора.

6. Телмәр – телдең абстрактлашҡан билдәлә­рен, тамғаларын файҙаланыу ысулы. Ул – шәхси, психологик күренеш. Телмәрҙең сифаты ла, төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе лә кешенең йәш үҙенсәлегенә, лингвистик тәжрибәһенә (телдең системаhын, нормаhын белеүгә hәм телмәр күнекмәhенә) ҡарап йөрөй. Телмәр тыңлау һәм һөйләү, яҙыу һәм уҡыу процесы аша бойомға ашырыла.

Телмәр фекерләү менән бәйле. Фекер үҙгәреү менән телмәр, телмәр үҙгәреү менән, фекер ҙә үҙгәрә. Телмәр әҙер фекерҙе башҡаларға еткереү hәләтлеге генә түгел, ул фекерҙе формалаштыра, үҙе лә шунда уҡ формалаша [Аслаев 1995, 10].

Телмәр менән фекерләүҙе комплекслы үҫтереү түбәндәге йүнәлеш-тәрҙә бара: телмәрҙе фекерләү сараһы булараҡ үҙләштереү һәм актив ҡулланыу, фекерләүҙең бөтә формаларын ҡушып, үҙ-ара байыҡтырыу һ.б.

Л.С. Выго­тский, уның фекеренә ҡушылып Д.Б. Эльконин күрһәтеүенсә, 7-11 йәшлек баланың хәтерендәге, күҙаллау үҫешендәге үҙгәрештәр фекерләүгә нигеҙләнә, балалыҡтың был осоронда үҫеш үҙәге булып фекерләү тора. Шуға ла хәтер һәм күҙаллау үҫеше интеллектуалләштереү йүнәлешендә алып барылырға тейеш. Фекерләүҙең яңы, юғарыраҡ баҫҡысҡа күсеүе һөҙөмтәһендә бөтә башҡа психик процестар үҙгәртеп ҡорола, хәтер фекерләүсе, а күҙаллау уйлаусыға (память становится мыслящей, а воспри­ятие думающим) әйләнә. Фекерләү процесының яңы баҫҡысҡа күтәрелеүе һәм уға бәйле рәүештә бөтә башҡа психик процестарҙың үҙгәртеп ҡоролоуы кесе мәктәп йәшендәге баланың аҡыл эшмәкәрлеге үҫешенең йөкмәткеһен тәшкил итә [Эльконин 1989, 255].

Башланғыс мәктәпте тамалаған уҡыусының психик торошо өс яңы барлыҡҡа килгән эшмәкәрлек менән характерлана: үҙидара, рефлексия, эшмәкәрлектең эске планы [Талызина 1998, 41].

Уҡыу эшмәкәрләге талаптары балаларҙа үҙидара формалаштыра. Көн һайын уҡыусы статусы талап иткән кәрәкле һәм мөһим нәмәләрҙе башҡарыу һөҙөмтәһендә уҡыусы үҙе теләгәнде, үҙенә оҡшағанды ғына түгел, тейеште һәм кәрәк булғанды үтәргә күнегә. Шулай итеп, ул үҙенең тәртибе менән идара итергә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ҡуйылған маҡсатҡа ынтылырға һәм уға ирешеүҙең иң ҡулай юлдарын эҙләргә өйрәнә.

Кешенең үҙе башҡарғанды баһалай, эшмәкәрлеген дәлилләй белеүе рефлекция тип атала. Дәрестә уҡыусынан фекеренең дөрөҫлөгөн иҫбатлаға, миҫалдар менән дәлилләргә өйрәтеү уларҙа үҙ һүҙенә, яуабына яуаплылыҡ тойғоһо барлыҡҡа килтерә, нимәне ниңә ниндәй маҡсатта башҡарыуын аңлап эш итергә, үҙенең эшмәкәрелен баһаларға күнектерә.

Уҡыу-уҡытыуҙың тәүге баҫҡысында мәктәпкә саҡ аяҡ баҫҡан балаға абстракт лингвистик төшөнсәләрҙе үҙләштереү өсөн терәк – предметтар, моделдәр, һүрәттәр талап ителә. Әкренләп улар предмет һәм моделдәрҙе һүҙҙәр, төшөнсәләр менән алмаштыра, күп ғәмәлдәрҙе эстән, хәтерҙә башҡара ала. Шулай итеп баланың интеллекты үҫеше яңы баҫҡысҡа күтәрелә, уларҙа эшмәкәрлектең эске планы барлыҡҡа килә.

Был психик процестар баланың танып белеү эшмәкәрлеге үҫеше менән тығыҙ бәйләнештә бара: уҡыусылар предмет һәм күренештәрҙе маҡсатҡа ярашлы анализларға, тикшерергә, төшөнсә һәм күренештәрҙе төркөмләргә, мөһимде мөһим түгелдән айырырға, аңлы рәүештә хәтерҙә ҡалдырыға, ғилми лингвистик төшөнсәләрҙе дөйөмләштереп, күргәҙмәлелеккә таянмайынса ла, үҙләштерергә өйрәнә.

Уҡыу-уҡытыу процесында теге йәки был йәштәге балаларға дөйөм булған үҙенсәлектәрҙән тыш, уҡыусыларҙың түбәндәге индивидуаль үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алырға кәрәк [Талызина 1998, 44-45].

Билдәле булыуынса, балалар мәктәпкә төрлө әҙерлек менән килә: берәүҙәре бөтә өн-хәрефтәрҙе үҙләштергән, уҡый, яҙа, икенселәре бер нисә хәреф таный, өсөнсөләре, айырыуса балалар баҡсаһы булмаған төпкөл ауылдарҙа, мәктәпкә бер хәреф тә танымай килә. 6-7 йәшлек баланың белем алыуға әҙерлек кимәле лә төрлөсә була.

Быларҙан тыш, кешеләр донъяға төрлө типтағы нерв системаһы һәм шуға ярашлы темперамент менән тыуа: сангвиник, холерик, флегматик, меланхолик. Әлбиттә, темперамент кешенең характерын, һәләттәрен билдәләмәй, әммә һәр типтағы темперамент өсөн төрлө эш режимы һәм темпы кәрәк: сангвиниктар һәр эште етеҙ башҡарһа, флегматиктарға һалмаҡлыҡ хас; холериктар оҙайлы актив эшкә һәләтле булһа, меланхоликтар тиҙ арыусан һ.б.

Индивидуаль айырмалыҡтар кешенең танып белеү өлкәһенә лә ҡағыла. Берәүҙәрҙең хәтере – күреүгә, икенселәренеке –ишетеүгә, өсөнсөләренеке – күреүгә-хәрәкәткә нигеҙләнә. Фекерләүҙең индивидуаль үҙенсәлегенә берәүҙәрҙең күрмә-образлы, икенселәрҙең абстракт-логик фекерләүе лә инә.

Һанап үтелгән үҙенсәлектәр бөтә уҡыу-уҡытыу эшен уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәрен, әҙерлектәрен, һәләттәрен, темпераментын иҫәпкә алып ойоштороуҙы талап итә. Бының өсөн бөтә класс менән башҡарылған эштәрҙе индивидуаль, дифференциациялы, парҙарҙа, микротөркөмдәрҙә һәм төркөмдәрҙә эш менән сиратлаштырып алып барыу маҡсатҡа ярашлы.

Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу барышында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалаштырыу

II быуын Федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандартының төп положениеларының береһе – универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалаштырыу. Был термин уҡый белеүҙе, йәғни субъекттың яңы социаль тәжрибәне аңлы һәм актив рәүештә үҙләштереүе һөҙөмтәһендә үҙ-үҙен үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға һәләтлеген аңлата [Как проектировать универсальные учебные действия в начальной школе 2010, 27].

Мәктәп шарттарында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – ул уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларҙа белем алыуға ыңғай мотивация булдырыу аша яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү, йәғни уҡый белеү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек. Был эшмәкәрлек уҡыусы тарафынан социаль тәжрибәне аңлы һәм актив рәүештә үҙләштереү һөҙөмтәһендә формалаша. Шуға ла башланғыс белем биреү системаһының ҡиммәтти ориентирҙарының береһе булып уҡыусыларҙы үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторорға өйрәтеү (планлаштырыу, контроль, баһалау) тора.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү концепцияһының теоретик-методологик нигеҙҙәре булып түбәндәгеләр тора [Формирование универсальных учебных действий в основной школе 2010, 5]:

– илебеҙҙең киң билдәле психологтары Л.С. Выготский, А.Н. Леонтьев, П.Я. Гальперин, Д.Б. Эльконин һәм башҡалар тарафынан тәҡдим ителгән белемде үҙләштереүҙең төп психологик шарттарын һәм механизмын билдәләүсе, донъя картинаһын формалаштырыуҙың һәм уҡыусының уҡыу эшмәкәрлегенең дөйөм структураһын асып биреүсе мәҙәни-тарихи системалы-эшмәкәрлекле ҡараш;

– йәш психологияһының структураһы һәм динамикаһы тураһындағы (Л.С. Выготский) һәм баланың психик үҫешен осорҙарға бүлеп, шәхес үҫешенең, танып белеүҙең йәшкә бәйле психологик үҙенсәлектәрен билдәләүсе тәғлимәт (Д.Б. Эльконин).

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре дүрт блокка бүленә: 1) шәхси; 2) регулятив; 3) танып белеү; 4) коммуникатив.

Башланғыс белем биреү маҡсаттарына яуап биргән универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәренең йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә [Как проекти-ровать универсальные учебные действия в начальной школе 2010, 28-31].

Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының эске шәхси позицияһын, мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (әхлаки нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү-килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тәьмин итә.

Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эш төрҙәре ҡарай:

  1. уҡытыусы ярҙамы менән дәрестәге эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү һәм формалаштырыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды әлегә тиклем таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);

  2. планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, аралаш маҡсаттарҙың (промежуточных целей) эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);

  • прогнозлау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен алдан күҙаллау);

  • контроль (эшмәкәрлек ысулының һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);

  • төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);

  • баһалау (танышты әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләштерелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);

  • үҙ-үҙеңде көйләү (үҙ көсөңдө, энергияңды, ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).

Танып белеү блогына дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмә-кәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә:

  1. дәреслек менән эш итә белеү (уның төҙөлөшө, йөкмәткеһе шартлы тамғалары һ.б.);

  2. текст һәм иллюстрациялар аҙағындағы һорауҙарға яуап биреү;

  3. класс һәм уҡытыусы менән берҙәм эш һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһау;

  4. мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға күсереү; уҡылған ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен тулы һөйләү һ.б.

Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙар позицияһын иҫәпкә ала, башҡаларҙы тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе; проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, йәштәштәрең менән интеграциялашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең ҡарап үтелгән төрҙәре айырым-айырым түгел, ә уҡыу программаһындағы һәр дисциплинаны үҙләштереү барышында комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.

Һәр дәрестә үҫтереүсе уҡыу-уҡытыу системаларында киң ҡулланылған уңыш ситуацияһы тыуҙырыу, уҡыусылар алдына еңеп сығыуҙан ҡәнәғәтләнеү алырлыҡ проблемалар ҡуйыу, тел күренештәрен сағыштырма анализлау, дөйөмләштереү, һығымталар яһау, моделдәр һәм һыҙмалар төҙөү кеүек метод һәм алымдар ҡулланып, бөтә класс менән, микротөркөмдәрҙә һәм парталағы ике уҡыусы араһында хеҙмәттәшлек ойоштороу маҡсатҡа ярашлы.

Башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу барышында компетенциялар формалаштырыу

Башланғыс мәктәптә уҡыу-уҡытыу процесына компетентлыҡлы ҡараш уҡыусыларҙа төп компетенцияларҙы формалаштырыу һөҙөмтәһендә бойомға аша.

Туған телде өйрәнеү барышында тел (лингвистик), коммуникатив, лингвокультурологик компетенциялар үҫтереү өсөн айырыуса уңайлы шарттар тыуҙырыла.

Психология фәнендә бала телмәренең үҫеш механизмы, этаптары, башланғыс, урта һәм юғары кластарҙа туған телде үҙләштереү үҙенсәлектәре буйынса бик күп материал тупланған. Күпселек хеҙмәттәрҙә телмәр иң юғары психик функция һәм эшмәкәрлек, кешенең әйләнә-тирә менән үҙ-ара йоғонто яһау, мөнәсәбәткә инеү һәм ысынбарлыҡты танып белеүҙең бер формаһы булараҡ ҡарала.

Шулай итеп, тел һәм телмәр – танып белеү, фекерләү һәм үҫеш ҡоралы. Телмәр үҫеше тейешле кимәлдә булған шәхес кенә йәмғиәт тормошонда иркен ҡатнаша ала. Яҡшы ҡуйылған тауыш менән асыҡ, аныҡ һәм грамматик формаларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү, фекерҙе яҙма һәм телдән иркен рәүештә әйтеп биреү, төрлө интонацион саралар менән хис-тойғоларҙы, эмоцияны сағылдыра белеү, телмәр мәҙәниәте нормаларын үтәү, йәғни аралаша белеү, һәр кем өсөн мөһим. Шуға ла уҡыу-уҡытыу процесында тел, лингвистик, коммуникатив компетенциялар формалаштырыу мөһим роль уйнай, сөнки ул 7-11 йәшлек бала үҙләштерегә тейеш булған шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙең бөтәһенә лә ҡағыла. Ижтимағи әүҙем шәхес тәрбиәләүҙең уңышы ла тап ошо төр компетенцияларҙың формалашҡан булыу-булмауына нигеҙләнә.

Әйтергә кәрәк, ғилми әҙәбиәттә “тел компетенцияһы” һәм “лингвистик компетенция” тигән төшөнсәләрҙең айырмаһы һәм сиктәре аныҡ билдәләнмәгән. Берәүҙәр был ике терминды синоним булараҡ ҡулланһа, икенселәре уларҙың теге йәки был үҙенсәлектәрен, айырмалыҡтарын күрһәтә. Нисек кенә булмаһын, был ике төр компетенция бер-береһе менән тығыҙ бәйле.

Тел компетенцияһы телдең үҙен, уның төҙөлөшөн һәм ҡулланыу ҡанунлыҡтарын, нормаларын, йәғни тел системаһын, тел материалын белеүҙе күҙ уңында тота. Бында уҡыу, яҙыу һәм телмәр нормалары – орфоэпик, орфографик, пунктуацион грамоталылыҡ, телмәрҙең тасуирилығы, эмоционаллеге, аныҡлығы инә.

Билдәле булыуынса, мәктәпкәсә йәштәге баланың телмәре ярайһы уҡ формалашҡан була. Тимәк, тел компетенцияһы ошо әҙер нигеҙгә, балаларҙың туған тел буйынса практик белемдәренә таянып, тел тураһындағы теоретик төшөнсәләрҙе үҙләштереү ярҙамында үҫтерелергә һәм камиллаштырылырға тейеш.

Лингвистик компетенция телмәр тәжрибәһенә эйә булыуҙы, туған тел ғилеме нигеҙҙәрен, уның төп төшөнсәләр һәм категориялар комплексын белеүҙе һәм был белемдәрҙе аралашыу процесында телмәрҙә ҡулланырға күнектереүҙе үҙ эсенә ала. Тимәк, уҡыусыларҙың лингвистик компетенци-яһын үҫтереү – ул туған телгә ҡарата ғилми ҡараш формалаштырыу һәм телгә эйә булған шәхес (языковая личность) тәрбиәләү.

Тап тел һәм лингвистик компетенциялар телмәр-аралашыу буйынса белем һәм күнекмәләр формалаштырырға, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен – уҡыу, һөйләү, яҙыу һәм телмәрҙе үҫтерергә ярҙам итәләр. Ә бының өсөн һәр туған тел дәресендә телмәр-аралашыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға кәрәк.

Лингвистик компетенция формалаштырыуҙа телмәр күренештәрен һәм уларҙың телмәрҙә ҡулланылышын танырға өйрәнеү ысулдарын үҙләштереү мөһим роль уйнай. Бында шулай уҡ телдең төҙөлөшө, унда нимәләрҙең үҙгәреүе, телдең тарихы, лингвистик анализ методтары, күренекле тел белгестәре тураһында башланғыс класс уҡыусылары ҡабул итерлек мәғлүмәт биреү ҙә инә.

Башланғыс кластар уҡыусыларында тел һәм лингвистик компетенциялар үҫтереүҙең түбәндәге төп өс шарты билдәләнә:

1. Балала үҙенең хис-тойғоларын, фекерен әйтеп биреү ихтыяжын тыуҙырыу, телмәр мотивацияһын формалаштырыу.

2. Телмәр төҙөү теләген генә түгел, ә нимәлер тураһында әйтеп биреү мөмкинлеген тыуҙырырлыҡ йөкмәткеле нигеҙ булдырыу.

3. Уҡыусыларҙы теге йәки был телмәр төҙөү өсөн кәрәкле тел саралары менән ҡоралландырыу, уларҙы телмәр ситуацияһына ярашлы һайлай һәм ҡуллана белергә күнектереү.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, I–IV кластарҙа тел һәм лингвистик компетенциялар формалаштырыу бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

  1. туған телде өйрәнеү теләген уятыу;

  2. дөрөҫ һәм тасуири итеп һөйләүгә ынтылыш булдырыу;

  3. телмәрҙе яңы һүҙ һәм грамматик формалар менән байытыу;

  4. уҡыусыларҙы тел күренештәрен анализлауҙың элементар ысулдары менән ҡоралландырыу;

  5. тел системаһы буйынса программала ҡаралған күләмдә белем һәм күнекмәләр формалаштырыу;

  6. һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү;

  7. туған телде өйрәнеүгә ижади ҡараш булдырыу.

Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡыусыларҙы бер-береһе менән тығыҙ бәйле ике типтағы эшмәкәрлеккә өйрәтергә кәрәк: а) тел системаһы буйынса мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү өсөн кәрәкле булған уҡыу һәм танып белеү эшмәкәрлеге; б) телде уның төп функцияларында, тәү сиратта, аралашыу функцияһында, ҡулланыу мөмкинлеген биреүсе телмәр эшмәкәрлеге. Танып белеү һәм телмәр эшмәкәрлегенең бындай берҙәмлеге башланғыс класс уҡыусыһының дөйөм үҫешен активлаштырыу өсөн ерлек булдыра.

Был маҡсатта башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға аралашыу шарттарына, телмәрҙең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ярашлы тел сараларын ҡулланып, үҙ фекерҙәрен телдән һәм яҙма формала бәйләнешле һәм аныҡ итеп әйтеп биреү мөмкинлеге тыуҙырырлыҡ күп төрлө биремдәр тәҡдим итергә кәрәк.

(Гульнара Салаватовнан өҫтәмә)????...Лингвокультурологик компетенция

Кеше һөйләшә, әңгәмәләшә, бәхәсләшә. Телмәр ул – күңел көҙгө, кешенең мәҙәни кимәлен, фекерләү ҡеүәһенең тәрәнлеген һәм интеллектын сағылдырыусы төп сара.

Билдәле булыуынса, кешеләр йәмғиәттә аралаша, фекер алыша, аңлаша. Ошо ихтияждан тел барлыҡҡа килгән.Тел – кешелек йәмғиәтенең иң ҙур ҡаҙанышы. Шуға күрә ул кешелек йәмғиәтенең үҫеш ҡоралы, кешеләргә йоғонто яһау сараһы булып тора.

Тел мәҙәниәт менән тығыҙ бәйләнгән. Тел ғилеме менән мәҙәниәттең берләшмәһе тарафынан барлыҡҡа килеүсе бер өлкә - линвокультурология.

Лингвокультурологияның үҙәге булып, үҙ халҡының мәҙәниәтен туған телендә һаҡлаусы, сағылдырыусы, тап ошо мәҙәниәт халҡы вәкиле булыуын күрһәтеүсе кеше иҫәпләнә.

“Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдына туған тел уҡытыуҙы, ыҡытыу эшен халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу шартын ҡуя.[Ф.Ш.Сынбулатова “Әлифба” һәм “Әсә теле” буйынса программа. Китап.2010]

Үҙ халҡы, милләте, тарихы менән ғорурлана алған, халыҡтың йыр-моңон күңеленә һеңдергән, тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек күргән, халҡының рухы, маҡсаты, уй-хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән һәм туған теленең ҡәҙерен белеп, уның тотош байлығына эйә булып, шул телдә уйлаған, хыялланған, ижад иткән, үҙенең бар булмышын халҡына бағышлаған кеше генә Шәхес була ала.

Бөгөнгө көндә дөйөм белем биреү стандарттары буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары үҙ туған телендә иркен аралаша белгән, фекерлә-, аҡыл-аң ҡеүәһен үҫтереү, үҙен уратып алған һәр нәмәгә, күренешкә, хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы, баһааы булған, башҡаларға мәғәнәле итеп еткерә алыусы киләсәк быуын-шәхес тәрбиәләү иң мөһим бурыстаҙың береһе тип һанай.

Был проблема теоретик яҡтан лингводидактиканың маҡсаттары һәм бурыстары менән тығыҙ бәйләнгән. Һуңғы ваҡытта ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ башҡорт теле дәрестәрендә күберәк лингвокультурологик йөкмәткеле күнегеүҙәр аша башҡорт телен уҡытыуҙың рациональ юлдарын эҙләйҙәр.

Хәҙерге мәктәп алдында төп маҡсаттарҙың береһе булып билингвизм һәм полилингвизмдың уңышлы үҙләштерелеүе һәм үҫтерелеүе тора. Был проблема үҙенең актуаллелеге менән мөһим, ни өсөн тигәндә күп милләтле илебеҙҙә билигвизм һәр кеше өсөн норма булып һаналырға тейеш. Бигерәк тә халҡыбыҙ күп һанлы милләттәр араһында йотолоп, юғалып ҡалмаһын, тиңдәр араһында тиң булып йәшәһен өсөн ниндәй йүнәлештә үҫергә кәрәклеген балаға аңлатыу үҙ туған теле аша бирелергә тейеш.

Бала үҙ телендә һөйләшә, фекер йөрөтә, уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала. Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе, байытыуҙы, камиллаштырыуҙы, баланың үҙен шәхес итеп тойоуын, формалаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Был маҡсатты тормошҡа ашырыу мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм әҙәби уҡыуҙы һөҙөмтәле уҡытыуға бәйле. Ә уның тәүге этабы башланғыс кластарҙа башлана, сөнки тап башланғыс кластарҙа туған телдә әүҙем аралашыуға, мәҙәни диалог ҡорорға, йәғни функциональ грамоталы шәхес булып үҫеүгә һәм телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүгә нигеҙ һалына. Ошо нигеҙгә ҡоролоп тел һәм телмәр мәҙәниәте артабан үҫеш юлы ала.

Лингвокультурологик материалдарҙы уҡыу процесына индергәндә, башҡорт телен үҙләштереү йөкмәткелерәк һәм һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Бының өсөн:

-башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу дәрестәрендә лингвокультурологик компетенцияның асылын өйрәнеү һәм формалаштырыу алымдарын өйрәнеү;

-башланғыс класс уҡыусыларында телде өйрәнеү процесында башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, йола, байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙең һөҙөмөтәле эш төрҙәрен файҙаланыу;

-һүҙҙең лингвистик һәм мәҙәни үҙенсәлектәренә төшөнөргә өйрәтеү;

-уҡыусыларҙы тормошта үҙ урынын табырға өйрәтеү;

-халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеү, шулай уҡ һәр көн һайын арта барған лингвистик мәғлүмәтте еткереү;

--башҡорт теленең орфоэпик һәм орфографик нормаларын өйрәтеү;

-башҡорт-халыҡ ижадына таянып, ижади һәләттәрен үҫтереү, ижади үҫешкән шәхес тәрбиәләү;

-башланғыс класс уҡытыусылары өсөн, лингвокультурологик компетенцияны үҙләштереүгә ҡоролған, методик ҡулланмалар төҙөү.

Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн телде һәм мәҙәниәтте өйрәнеүгә мөмкинселектәр тыуҙырыу шарты тора.

Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын Федераль дәүләт белем стандарттарына ярашлы уҡытыусы баланы уҡыу материалдарында ҡаҙынырға өйрәтергә, кәрәкле мәғлүмәтте айырып алырға, уны төрлө яҡлап тикшерергә, эшкәртергә, уның мәғәнәһенә, йөкмәткеһенә, әһәмиәтенә төшөнөргә, һығымта яһарға, тейешле урында алған яңы белемде ғәмәли ҡулланырға һәм уның һөҙөмтәлелек кимәлен баһалау кеүек күнекмә-оҫталыҡҡа эйә булыу мөмкинселектәренә өйрәтергә бурыслы. Ошондай эш төрҙәренә өйрәткәндә, лингвокультурологик материалдар тупланған күнегеүҙәр аша, уҡытыусы уҡыусыларға телдең донъяуи һүрәтләнешен асыҡларға ярҙам итә, башҡорт халҡының мәҙәниәтен сағылдырған һүҙҙәр, фразеологизмдар, текстар менән таныштыра ала. Бигерәк тә туған тел дәрестәре, сәнғәт менән таныштырыуҙың, уға һөйөү тәрбиәләүҙең бер төрө булараҡ, уҡыусыларҙы үҙ халҡының һәм милләтенең эстетик-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыуҙы һәм һәр ҡайһыһында юғары әхлаҡи һыҙаттарҙы: матурлыҡты күрә, баһалай һәм ҡабул итә алырҙай тойғолар тәрбиәләүҙе; кешелектең һәм үҙ милләтенең тәрбиәһенә тура килерҙәй ыңғай сифаттарҙы формалаштырыуҙы күҙаллай.

Һуңғы йылдарҙа лингвокультурологияға нигеҙләнгән дәреслектәр, күп кенә хеҙмәттәр баҫылып сыҡты: Сынбулатова Ф.Ш. «Әлифба», башланғыс кластар өсөн «Әсә теле» дәреслектәре, Баһаутдинова М.И. русса-башҡортса этнокультурологик лексик һүҙлеге, ХадыеваР.Г. башҡорт теленең этнолингвистик һүҙлеге.

Әгәр башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусы күңеленә һутлы тел, мәҙәниәт аша илһөйәрлек тойғоһо бирелһә, ул туған теленә лә, иленә лә битараф булмаҫ.

Коммуникатив компетенция

Күп осраҡта 6-7 йәшлек балалар үҙҙәренең уй-фекерен, күргән-белгәндәрен, теләктәрен башҡаларға аңлайышлы, эҙмә-эҙлекле итеп еткерә алмайҙар. Әммә тап мәктәпкәсә осор һәм башланғыс кластар балаларҙың үҙ-ара аралашыуын, йәғни коммуникатив һәләтлелекте үҫтереү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү өсөн иң уңайлы осор.

Мәктәптәге уҡыу-тәрбиә процесында уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияһын үҫтереү - етди маҡсаттарҙың береһе. Ни өсөн тигәндә, хәҙерге заманда йәмғиәтебеҙгә үҙе алдында ҙур яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы, төрлө ауыр ситуацияларҙан еңеп сыға алған юғары интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы тора. Ә быларҙың барыһы ла буласаҡ шәхестең коммуникатив компетенцияһына ҡайтып ҡала.

Коммуникатив компетенция кешелек сифаттарының иң мөһиме, иң кәрәклеһе, шуға ла уҡыусыла ул күнекмәне булдырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлеү кәрәк, бигерәк тә милләтебеҙҙең йөҙөн сағылдырыусы шәхестәр тәрбиәләргә теләйбеҙ икән, тел дәрестәренә иғтибарҙы икеләтә арттырыу кәрәк.

Бөгөнгө көндә «Башҡорт теле» дәрестәренең талаптарының береһе – ул туған телен башҡорт балаһына башҡа предметтарҙы өйрәнеү ҡоралы һәм ысулы итеп ҡарау. Уны уҡыуҙа универсаль эш төрҙәренә өйрәнеү, шул иҫәптән коммуникатив принципҡа нигеҙләнеп ойоштороу мөмкинселеге итеп ҡарау.

Уҡыу процесында уҡыусының коммуникатив компетентлығы ниндәй урынды тәшкил итә?

Беренсенән, уңышлы уҡыуға тәьҫир көсө. Ябай ғына миҫал: әгәр уҡыусы таҡта эргәһенә сығып яуап бирергә ояла икән, (бар шундай уҡыусылар, хатта класташтары араһында урындан яуап бирергә лә баҙнат итмәйҙәр), йәки артыҡ тулҡынланһа, уның реаль яуабы (коммуникатив компетенцияның сағалышы) булған белеменән күпкә түбән буласаҡ, тимәк яуапҡа ҡарап ҡуйылған баһа ла түбән буласаҡ. Үҙ белеменә ҡарата түбән баһа, йәки негатив күренеш, уҡыусының артабанғы уҡыу процесына йоғонто яһмай ҡалмаясаҡ.

Икенсенән, баланың мәктәпкә күнегеп китеүенә, бигерәк тә кластағы коллективта эмоциональ яҡтан үҙен яҡшы тотоуына, уның коммуникатив компетентлығы ҙур роль уйнай. Уҡыусы мәктәпкә килгәс тә яңы эш төрө- белем алыуға ғына түгел, ә үҙен уратып алған мөхиткә лә өйрәнергә тейеш. Әгәр класташтары менән тиҙ, еңел уртаҡ тел таба, иркен аралаша ала икән, тимәк юғары психологик комфорт атмосфераһын тоясаҡ, кәйефе күтәрелә һәм бала шатланып, теләп мәктәпкә киләсәк, белем дә бындай уҡыусыға еңел биреләсәк. Әгәр ҙә тиңдәштәре менән аралаша белмәһә, киреһенсә дуҫтары кәмейәсәк, һәм асоциаль формалағы тәртиптең өҫкә ҡалҡып сығыуы ихтимал, белем алыуға теләк тә юғаласаҡ.

Өсөнсөнән, уҡыусыларҙың коммуникатив компетентлығын уҡыусының уҡыу процессындағы бөгөнгө көн уңыш, үҫеш шарты итеп кенә ҡарарға ярамай, ә киләсәктәге ҙур тормош юлының ресурс һөҙөмтәлеге һәм уңышлығы итеп ҡарау мөһим.

Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, башланғыс кластарҙа, бигерәк тә башҡорт теле һәм туған тел дәрестәрендә, уҡыусының аралашыу мөмкинселегенә баҫым яһау кәрәклеге тураһында уйланырға урын бар. Ни өсөн тигәндә, һәр бала үҙенең туған телендә генә юғары кимәлдә аралашыу оҫталығына ирешә ала. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып ҡына ҡалмай, ә киләсәк тормошҡа әҙерләүҙең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә. Шулай уҡ дәүләт теле булған рус һәм халыҡ-ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү, ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарылыуын иҫтән сығармайыҡ.

Башланғыс дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттарына ярашлы тел предметтарын өйрәнеү баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеүсе, шул иҫәптән уҡыуҙа универсаль эш төрҙәрен формалаштырыусы яңы технологияларға нигеҙләнә. Шуларҙың береһе-коммуникатив технологиялар.

Шәхесте үҫтереүҙең төп факторы-эшмәкәрлек. Ә тел дәрестәрендәге әүҙем эшмәкәрлек аралашыуға - баланың коммуникатив компетенцияһына бәйле. Эшмәкәрлек, үҙ-ара аралашыу процесында баланы яңы аң-белемгә өлгәштереү һәм тәрбиәләү мәсьәләләрен Б.Г.Ананьев, Л.И.Божович, С.С.Выготский, В.В.Давыдов, Л.В.Занков, А.М.Асмолов, Д.Б.Эльконин һәм башҡа билдәле ғалимдар, күренекле психологтар өйрәнгән.

Балаларҙың тирә-йүн менән аралашыу һәм үҙ аллы белем алыуға һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек өсөн шарттар булдырыу – уҡытыусының төп бурысы. Уҡыусы менән кешелекле мөғәләмә ҡороу, бала күңелендә комфорт тыуҙырыу аралашыуға, эш һөҙөмтәлелегенә туранан-тура ыңғай тәьҫир итә. Бындай шарттар, мөмкинселектәр булдырылғанда, бала иреклерәк, емешлерәк эшләй, уҡыу материалын аңлы һәм етеҙерәк үҙләштерә. Уҡытыусы бала менән мөнәсәбәтте дөрөҫ ҡорған осраҡта, баҙнатһыҙыраҡ, шымыраҡ балалар ҙа үҙенән-үҙе эшкә ылыға, мәҙәниәтле аралашырға өйрәнә.

Башҡорт теле һәм туған тел дәрестәрендә эшмәкәрлекле уҡытыу процесында балаларҙы парлашып, төркөмләп эшләргә күнектереү мөһим. Ни өсөн тигәндә, беренсенән, һәр бала аралашыуға йәлеп ителә; икенсенән, ҙур коллективта үҙенә йомолған бала бындай төркөмдәрҙә аралашыуға ынтыла, үҙ-үҙендә ышаныс тоя, тартынмай үҙ фекерен әйтергә лә өйрәнә.

Айырыуса кесе йәштәге мәктәп балаһының коммуникатив йүнәлештәге эшмәкәрлек һөҙөмтәләре күҙгә салынып тора: йәштәштәре һәм уҡытыусы менән сифатлыраҡ кимәлдә мөғәмәлә итеүгә өлгәшә (хеҙмәттәшен тыңларға, уның менән иҫәпләшергә - фекерен ҡабул итергә, үҙенең уйлағанын тартынмайынса әйтергә һ.б.). Баланың психологик функцияларының үҫеше тулыһынса уҡытыусының бала менән мөнәсәбәт ҡора белеү оҫталығынан тора. Әгәр ҙә бала беренсе аҙнанан уҡ уҡытыусының үҙенә ҡарата ихтирамын, иғтибарын, йөрәк йылыһын, яратыуын тойһа, уҡыусы аралашыуға ынтыла. Бындай «уҡыусы-уҡытыусы» мөнәсәбәтенең һөҙөмтәлелеге, әлбиттә, уҡытыусының диалог ҡора белеү оҫталығынан тора: һорауҙы темаға ярашлы йөкмәткеле һәм ҡыҫҡа итеп төҙөй белеү; баланың һорауға яуабын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлау һәм уның яуабының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡабул итеп, дөрөҫ йүнәлеш бирерлек һорау төҙөп, дискуссияны артабан дәрес темаһына ярашлы дауам итеү һ.б. Уҡытыусының был өлкәләге профессиональ компетентлығы уҡыу йылы аҙағында үҙ емештәрен бирә: балала белем алыу эшмәкәрлегендә бик юғары баһаланған психологик сифаттар барлыҡҡа килеүе төҫмөрләнә башлай. Бала үҙ-ара әңгәмә ҡорорға, үҙен борсоған һорауҙарға яуап эҙләргә, башҡалар фекерен тыңларға, уны үҙ фекере менән сағыштырырға,үҙ фекерен иҫбатларға өйрәнә. Тимәк, бындай һөҙөмтәләргә уҡыусы менән тығыҙ аралашыу аша ғына килергә мөмкин.

Базис уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерецияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле һәм туған тел дәрестәренә бирелгән һәр сәғәтте уҡытыусы юғары оҫталыҡ менән коммуникатив принципҡа нигеҙләнеп ойоштора һәм алып бара икән, баланың фекер йөрөтөү, тирә-йүндәгеләр менән мәҙәни аралашыу һәләте, телмәр тотоу оҫталыҡтары, йәғни коммуникатив компетенцияһы үҫеү мөмкинселеге бермә-бер артыр. Ә коммуникатив компетенция – кешелек сифаттарының иң мөһиме һәм кәрәклеһе.

Д.Б.Эльконин-В.ВДавыдов системаһында яңы стантарттаҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс класты тамамлауға универсаль уҡыу эшмәкәрлектең коммуникатив компетентцияры ниндәй кимәлдә булырға тейеш:

- уҡыу мәсьәләһен сисеүҙә группа эсендә (внутригрупповое) һәм группалар араһында (межгрупповое) үҙ-ара йоғонто яһау ысулдарына эйә булырға, унда төрлө ролдәрҙе (лидер, башҡарыусы) башҡарырға;

- үҙ ҡаҙаныштарыңды башҡаларға күрһәтә, аңлата,яҡлай белергә ( эшеңдең һөҙөмтәһен башҡалар ҡулланырлыҡ итеп аңлатыу), уны яҙма формала йәки телдән һөйләргә;

- бергә тикшереү алып барғанда, башҡа ҡатнашыусылар менән һөҙөмтәле йоғонто яһарға, мөғәлләмә итергә өйрәнеү ( шулай уҡ Интернет селтәре аша мөғәлләмә иткәндә), кире бәйләнеш булдырыу;

- бик ауыр булмаған фәнни-популяр текстарҙы аңларға, уларға үҙ ҡарашыңды әйтә белергә, ундағы төп проблеманы асыҡларға, уны хәл итә торған юлдарын эҙләргә өйрәнергә;

- Әҙәби, музыкаль әҫәрҙәрҙе, һынлы сәнғәтте аңлы үҙләштереү, үҙеңде төрлө позицияларҙа сығыш яһау (автор, тамашасы, критик);

коммуникацияның төрлө ҡатнашыусыларын аңларға, уларҙың логик фекерен дауам итергә.[Реализация новых образовательных стандартов в начальной школе средствами системы Д.Б.Эльконина-В.В.Давыдова. Москва 2011.].

Башланғыс кластарҙа уҡыу-уҡытыу предметы

булараҡ «Башҡорт теле»

I–IV кластарҙа «Башҡорт теле» курсы мәктәптә өҙлөкһөҙ уҡыу-уҡытыу системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, шуға ла уның предметы һәм маҡсаттары төп дөйөм белем биреү мәктәбендәге хәҙерге башҡорт әҙәби теле курсының предметы һәм маҡсаттарына нигеҙләнә.

Уҡыу-уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙә «Башҡорт теле» предметы башланғыс белем биреү системаһында төп урынды биләй, сөнки ул уҡыусыларҙа функциональ грамоталылыҡты үҫтереү маҡсатын ҡуя. Туған телде өйрәнеү сифаты менән башҡа предметтарҙы үҙләштереү сифаты туранан-тура бәйле.

I–IV кластарҙа башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыуҙың тағы бер үҙенсәләге – был баҫҡыста туған телде өйрәнеүҙең әҙәби уҡыу менән тығыҙ бәйләнештә тормошҡа ашырылыуы, был ике предметтың башланғыс филологик белем биреүҙең бүленмәҫ бербөтөн курсы булып тороуы.

II быуын Дәүләт белем биреү стандарты талаптарына яуап биреүсе уҡыусының үҙен уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеүгә, уның зиһен-фекерен һәм шәхесен үҫтереүгә ҡоролған система А.Н. Леонтьев, С.Л. Рубинштейн, Л.В. Занков, С.Ф. Жуйков, В.В. Давыдов, Д.Б. Эльконин h.б. психолог hәм педагогтарҙың эҙләнеүҙәре hөҙөмтәләренә нигеҙләнгән.

Башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡыу-уҡытыу буйынса үҫтереү концепцияһына нигеҙләнгән уҡытыу-методик комплекс Ы.Ә. Исламғолова, Ф.Ш. Сынбулатова, З.З.  Хисамова  һ.б. авторлығында сығарыла.

Баланың үҙен уҡыу эшенә, белем алыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү, уның зиһен-фекерен һәм шәхесен үҫтереүгә ҡоролған уҡыу-уҡытыу концепциялары уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдына түбәндәге талаптарҙы һәм бурыстарҙы ҡуя:

  • уҡыусыны уҡыу эшенә, белем алыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү, фекерләү, аҡыл-аң ҡеүәһен үҫтереү; уратып алған һәр нәмәгә, күренешкә, хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы, үҙ баһаһы шәхес итеп тәрбиәләү;

  • уҡыу-уҡытыуҙы баланың туған телендә башлап, ошо телдең серҙәрен, закондарын астырыу;

  • телде аралашыу, кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү;

  • башланғыс мәктәптә туған тел уҡытыуҙы, уҡытыу-тәрбиә эшен хаҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу шарт;

  • башланғыс мәктәптә уҡытылған бүтән фәндәрҙе – тәбиғәтте өйрәнеү һәм математика, һынлы сәнғәт һәм музыка уҡытыуҙы ла үрҙә һаналып кителгән принциптарға нигеҙләү [«Әлифба» һәм «Әсә теле» (Уҡыу программалары). Башҡорт дөйөм белеү мәктәптәренең 1–4-се кластары өсөн 2007, 7-11].

Тимәк туған телде уҡыу-уҡытыуҙың тормош менән тығыҙ бәйләнештә, балаға үҙ аллы белем hәм тәрбиә алырға, үҙ аллы рухи камиллашырға булышлыҡ итерлек кимәлдә ҡуйылыуы мөhим. Һөҙөмтәлә башланғыс мәктәптә уҡытыу-тәрбиә өлкәһендә тотош бер система формалаша.

Башҡорт әҙәби телен өйрәнеү I класта «Грамотаға өйрәтеү» тип аталған интеграцияланған курстан башлана.

Грамотаға өйрәтеү үҙе өс осорға бүленә: әлифбаға әҙерлек осоро, әлифба осоро, әлифбанан һуңғы осор. Һәр осорҙа эш тәртибе, күнегеү һәм эштәрҙең үҙенсәлектәре телмәр өндәрен анализлау һәм синтезлау ҡанунлыҡтарына ярашлы һайланыла. Тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәнеү һөйләү һәм яҙыу телмәрен координациялау принцибына ярашлы параллель рәүештә алып барыла. График күнекмәләр нигеҙе телмәр күнекмәләре, фонематик ишетеү һәләтлеген үҫтереү, уҡыусыларҙың һүҙлеген байытыу һәм активлаштырыу, шулай уҡ грамматик-орфографик пропедивтика эштәре менән берлектә формалаштырыла.

«Грамотаға өйрәтеү» курсынан һуң башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу айырым предмет булараҡ индерелә.

Билдәле булыуынса, башланғыс кластарҙа туған тел буйынса урта һәм өлкән кластарҙа алынасаҡ белем һәм күнекмәләрҙең нигеҙе һалына. Шуға I-IV кластарҙа уҡ уҡыусыларға телдең бөтә кимәлдәре буйынса (фонетика һәм графика, лексика һәм семантика, морфемика һәм һүҙьяһалыш, орфоэпия һәм орфография, морфология һәм синтаксис, пунктуация һәм стилистика) башланғыс мәктәп программаһында ҡаралған күләмдә һәм кимәлдә белем биреү, улар араһындағы бәйләнештәрҙе күрергә, телдең бөтә төр сараларын һөйләү һәм яҙма телмәрендә ҡулланырға өйрәтеү ҡарала.

Күреүебеҙсә, «Башҡорт теле» дәрестәрендә грамотаға өйрәнеү барышында алынған белем һәм күнекмәләргә таянып, тел ғилеме буйынса төп төшөнсәләр үҙләштереү ҡарала. Дөйөмләштереп әйткәндә, был курс баланың интеллектуаль һәм коммуникатив үҫешенең нигеҙе булған бер-береһе менән тығыҙ бәйле лингвистик төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәттәр йыйылмаһын тәшкил итә.

Курс когнитив-коммуникатив йүнәлештә булып, тел ғилеменең төрлө бүлек һәм темаларын өйрәнгәндә коммуникатив мотивация булдырыуҙы һәм бөтә тел берәмектәренең мәғәнәһенә һәм телмәрҙәге функцияһына иғтибар биреүҙе күҙ уңында тота. Бер үк ваҡытта телмәр мәҙәниәтенә өйрәтеү, 7-11 йәшлек уҡыусылар аралашыуының актуаль ситуациялары өсөн кәрәкле белем һәм күнекмәләрҙе, компетенцияларҙы формалаштырыуға ҙур иғтибар бирелә.

Башланғыс кластарҙа башҡорт әҙәби телен өйрәнеү маҡсаттары:

  • телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен (уҡыу, яҙыу, тыңлау, һөйләү) үҫтереү һәм камиллаштырыу;

  • фекерләүҙе, күҙаллауҙы, тел сараларын телмәр ситуацияһына һәм аралашыу шарттарына ярашлы һайлай белеү һәләтен, интуицияны һәм тел һиҙемләүҙе үҫтереү, төп компетенцияларҙы формалаштырыу;

  • башҡорт теленең лексикаһы, фонетикаһы, грамматикаһы буйынса нигеҙ белемдәрҙе үҙләштереү, өйрәнелгән тел күренештәрен анализлауҙың элементар ысулдарына эйә булыу;

  • дөрөҫ уҡырға һәм яҙырға өйрәнеү, диалогта ҡатнашыу, ябай монологик телмәр төҙөй белеү;

  • туған телгә ҡарата позитив (ыңғай) эмоциональ-ҡиммәти мөнәсәбәт формалаштырыу, уны өйрәнеүгә тотороҡло ҡыҙыҡһыныу, үҙ-үҙенең телмәрен камиллаштырыуға ынтылыш тәрбиәләү.

Ошоларҙан сығып, башлағыс кластарҙа «Башҡорт теле» предметының тәғәйенләнеше билдәләнә: функциональ грамоталы шәхес формалаш-тырыу өсөн нигеҙ булдырыу, баланың теле һәм телмәре үҫешен тәьмин итеү, уға үҙен туған теленә эйә булған шәхес итеп тойорға ярҙам итеү.

I–IV кластарҙа «Башҡорт теле» курсын өйрәнеүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре билдәләнә һәм программала уларҙың һәр береһенең йөкмәткеһе асыла.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]