- •2.1. Мәрйәм Бураҡаеваның публицистикаһын өйрәнеү..................................31
- •Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә
- •Йәнле һөйләү телмәре стиле:
- •Фәнни стиль:
- •Рәсми стиль:
- •Публицистик стиль:
- •Күркәм (художестволы) стиль:
- •Морфологияның (исем һүҙ төркөмөнөң) стилистик үҙенсәлектәре
- •1.3. М. Бураҡаева прозаһында тел-һүрәтләү сараларының ҡулланылышы, лексик үҙенсәлектәре
- •Эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ категорияһы сараларының м. Бураҡаева әҫәрҙәрендә ҡулланылышы
- •М. Бураҡаеваның әҫәренә дөйөм күҙәтеүҙәр һәм халыҡ ижадына тартым ҡайһы бер үҙенсәлектәр ҡулланылышы
- •М. Бураҡаева ижадында ҡулланылған диалектизмдар
- •2.1. Мәрйәм Бураҡаеваның публицистикаһын өйрәнеү
- •Ғилми стиль үҙенсәлектәре
- •Эш ҡағыҙҙары стиле
- •Хаттар стилен (эпистоляр жанр) ҡулланыу
- •Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәрен мәктәптә уҡытыу
- •Дәрес планы
- •V. Йомғаҡлау.
- •Ғилми әҙәбиәт, мәҡәләләр
- •Нәфис әҙәбиәт
Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәрен мәктәптә уҡытыу
Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүҙә стилистика – телмәр стилдәре һәм уларҙы сараларын ҡулланыу законлыҡтары тураһындағы фән – төп урынды ала һәм телмәр үҫтереүҙең фәнни нигеҙен тәшкил итә. Уҡыусыларҙы ул дөрөҫ телмәр төҙөү оҫталығына өйрәтә.
Ә телмәр оҫталығы (икенсе төрлө әйткәндә – телмәр культураһы) аралашыуҙың төрлө сфераларында – материаль етештереү, фән, мәҙәниәт, тормош-көнкүреш, рәсми, фамильяр һ. б. – телде, тел сараларын дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу тигән һүҙ ул. “Милли телдең стилистикаһы, - тип яҙҙы В. В. Виноградов, - телдең бөтә өлкәләрен (ярустарын) – өндәр системаһын, һүҙлек составын, фразеологияһын, грамматикаһын үҙ эсенә ала. Әммә уларҙы... телмәрҙең төрлө функциональ төрҙәренә бәйләнешле рәүештә, теге йәки был фекерҙе синоним төрлөлөк менән биреү мөмкинлегенән, тел сараларының нескә мәғәнә һәм хис-тойғо биҙәктәрен телмәрҙә төрлөсә файҙаланыу күҙлегенән сығып тикшерә33”. Тимәк, туған тел тураһындағы фәндең төрлө бүлектәрен (фонетика, лексика, фразеология, грамматика) өйрәнгәндә, тел сараларының төрлө функциональ стилдәрҙә ҡулланыу законлыҡтарын тикшереү стилистиканың төп маҡсатын һәм бурыстарын билдәләй.
IX класс уҡыусылары башҡорт теле дәрестәрендә башҡорт теленең силдәрен өйрәнә. Бында уҡыусылар төрлө стилдәрҙә күнегеүҙәр эшләп үҙҙәрен һынап ҡарайҙар.
Мәрйәм Бураҡаева ижады башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡытылмай. Ә уҡыусылар уны “Тормош һабаҡтары” дәреслектәре авторы булараҡ беләләр һәм башҡорт теле милли мәктәп булараҡ уҡытылған мәктәптәрҙә аҙнаһына 2-шәр сәғәт “Тормош һабаҡтары”н уҡыйҙар. Был дәреслектә М. Бураҡаеваның әҫәрҙәренән өҙөктәр бирелгән. Шулай ҙа, М. Бураҡаева ижадын башҡорт теле дәреслегенә күнегеүҙәр аша бирелһә яҡшыраҡ булыр ине. Мәҫәлән, IX кластың “Башҡорт теле” дәреслегендәге “Башҡорт теленең стилдәре” темаһын үткән ваҡытта әҙибәнең ижадындағы төрлө стилдәргә ҡараған өҙөктәрҙе миҫалдарға алып, күнегеүҙәр эшләтеп ҡараһаң отошло булыр ине.
Дәрес планы
Тема: “Башҡорт теленең стилдәре” темаһына йомғаҡлау дәресе
Маҡсат: 1) уҡыусыларға төрлө күнегеүҙәр аша телмәрҙәге төрлө стиль етешһеҙлектәрен бөтөреү, аңлатыу;
2) уҡыусыларҙың фекерләү, уйлау,дөрөҫ һөйләү, яҙыу һәләтен үҫтереү.
3) туған телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М. Бураҡаева китаптары, төрлө ваҡытлы матбуғаттан алынған мәҡәләләре.
Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ! Бөгөн дәрестә кемдәр юҡ? (Журналға число, тема яҙыу, килмәгәндәрҙе билдәләү).
Өйгә эште тикшереү.
Өйгә бирелгән эште ҡарап үтеү.
Яңы тема (үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу).
Уҡыусылар, һеҙҙең менән үткән дәрестәрҙә башҡорт теленең стилдәре тураһында яҡындан танышып киттек. Нимә ул йәнле һөйләү стиле?
Йәнле һөйләү стиле ғәҙәттәге телмәрҙә, үҙ-ара әңгәмәләрҙә сағыла. Йәнле һөйләү стиленең маҡсаты – аралашыу, фекер алышыу, күргән-белгәндәр тураһында фекер уртаҡлашыу. Ул стиль һәр саҡ тип әйтерлек диалог формаһында була.
Эйе, дөрөҫ. Матур әҙәбиәт стиле тураһында кем нимә белә?
Матур (күркәм) әҙәбиәт стиле күркәм әҫәрҙәр ижад иткәндә ҡулланыла. Матур әҙәбиәт стиленең маҡсаты – яҙыусы ижад иткән образдар (һындар) ярҙамында тыңлаусылар менән уҡыусыларҙың тойғоларына һәм уйҙарына йоғонто яһай.
Быныһы ла дөрөҫ, ә фәнни стилдең маҡсаты нимәлә?
Фәнни стилдең маҡсаты – фәнни эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһен аңлатыу, тасуирлау. Ул стиль монолог телмәр формаһында тормошҡа ашырыла.
Ә публицистик стиль хаҡында кем нимә әйтә алыр?
Публицистик стиль халыҡ араһында өгөт-нәсихәт эшендә ҡулланыла. Шуға күрә ул стилдә газета-журнал мәҡәләләре, әҙәби тәнҡит, һәр төрлө мөрәжәғәттәр, белдереүҙәр, ижтимағи-сәйәси брошюралар, төрлө темаларға очерктар, фельетондар һәм памфлеттар яҙыла.
Башҡорт тел ғилеме стилистикаһында тағы ла ниндәй стилдәр бар?
Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле һәм хаттар стиле.
Рәсми эш ҡағыҙҙары стилендәге яҙыу-һыҙыу эштәре рәсми аралашыуҙа ҡулланыла. Ул стиль кешеләрҙең төрлө дәүләт учреждениелары менән, шулай уҡ дәүләт учреждениеларының үҙ-ара аралашыуҙарын сағылдыра. Рәсми эш ҡағыҙҙары стиленең маҡсаты – белешмә (информация) биреү.
Хаттар стиленең традицион нығынған формаһы бар: уның үҙенсәлекле башы, уртаһы (төп өлөшө) һәм тамамланышы (аҙағы) була.
Шулай итеп, төрлө стиль менән эш иткән саҡта, һүҙҙең аңлайыщлы, һөйләмдәрҙең төҙөк булыуына иғтибар итергә кәрәк.
Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк инде, уҡыусылар?
Китап уҡырға.
Күберәк аралашырға.
Төрлө-төрлө темаға иншалар һ.б. яҙырға.
Эйе, дөрөҫ, яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу өсөн әҙәби китаптар уҡырға, иптәштәрегеҙ һ.б. менән телдән күберәк аралашырға кәрәк.
Яңы теманы нығытыу өсөн күнегеүҙәр.
- Ә хәҙер М. Бураҡаева ижадынан алынған төрлө стилдәрҙәге өҙөктәр таратып сығам. Уҡып сыҡҡандан һуң кемгә ҡайһы стилдә икәнлеген әйтерһегеҙ.
Фәнни стилдә: “Бал ҡорттары етмеш миллион йылдар самаһы элек барлыҡҡа килгән. Улар күп төрлө. Төньяҡ Африка бал ҡорттары, ошо төрҙән барлыҡҡа килгән Европа бал ҡорттары, артабан географик урынына ҡарап исем алған ҡорттар, улар араһында Башҡорт (Бөрйән) бал ҡорто ла бар.
Бөрйән бал ҡорттары саф тоҡомло, һыуыҡҡа сыҙамлы, балды күп йыя. Бөрйән балы үҙенең сифаты менән дан алған” (Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С., Юлмөхәмәтов М.Б. Тормош һабаҡтары: 5-се класс өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2011. – 90-сы бит).
Публицистик стиль: “Моң тулы ҡара күҙҙәрен сырт-сырт йомған булып мөлдөрәтеп ҡараған Ғәйшүрә еңгәй, сибек кенә кәүҙәле ҡатыны етәгендә эйәртеп йөрөгән һомғол буйлы Ғәбитулла ағай. Иҫәнғолға йомош менән килгән саҡта беҙгә килеп инһәләр, һәр ваҡыт күңелем тулып, күҙҙәремә йәш төйөлә торғайны. Бәхет тураһындағы ошо һөйләшеүҙән һуң бәләкәй саҡтан ҡалған ошо тойғо һыпырып алғандай юҡ булды” (“Ырыҫ”. 205-се бит).
Йәнле һөйләү стиле: “Ҫеҙ барып етерҫегеҙ ҙә ул, - тине Дим һөйләше менән бер егет. Ә мин? Ун ҫигеҙ йәштән ҫанҫыҙ булып ят инде...” (“Һылыуҡай”. 55-се бит).
Матур (күркәм) әҙәбиәт стиле: “Ғәйшә яңы ғына булып үткән күңелһеҙ күренештәрҙе онотто ла ҡуйҙы. Бығаса уның бейеүен маҡтаһа-маҡтанылар, әммә Нурлығаяз кеүек төплө итеп берәүһе лә әйтмәй ине. Ысынлап та, ул башҡорт ҡыҙҙарының вәкиле булып сит илдәрҙә. Әҙәпһеҙләнмәне, һәр ерҙә тәртип һаҡларға тырышты. Уның йөҙөндә һәр саҡ башҡорт ҡыҙҙарын күрҙеләр” (“Ай ҡоящтан нурҙар ала”. 69-сы бит).
Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле: “СССР Оборона халыҡ комиссары И.В. Сталин ошондай хәтәр мәлдә хәл иткес приказ сығарҙы: “Юғары командованиеның приказынан тыш бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә” (“Һылыуҡай”. 39-сы бит).
Хаттар стиле, (“Һылыуҡай”. 83-сө бит): “Хәйерле көн, Һылыуым!
Алғы һыҙыҡтан сәләм һиңә. Докторҙарҙың бөтәһенә лә ҡайнар сәләм. Моратов һинең сәләмеңде түкмәй-сәсмәй тапшырҙы. Рәхмәт. Мин иҫән-һаумын. Һиңә лә, бөтә медсанэскандронға ла шуны теләйем...
... Һау бул. Үҙеңде һаҡла. Һин яралыларға кәрәк. Тәүфиғың.
7:30. 22 ноябрь. 1942 йыл.”
