Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

2 класс эш прогр

.doc
Скачиваний:
18
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
72.19 Кб
Скачать

2 класс «Башҡорт теле»нә эш программаһы

Программа 70 сәғәткә иҫәпләнгән, аҙнаһына 2 дәрес

Төҙөүсеһе: Лотфуллина З. Х.

Дәреслек: башҡорт теле. Толомбаев Х. А., Нәбиуллина М. М. Өфө «Китап», 2009

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары иҫәпкә алынды:

  1. Рәсәй Федерацияһының 2012 йылдың 29 декабрендәге 273- сө һанлы «Рәсәй Федерацияһындағы белем тураһында”ғы ФЗ.

  2. 2004 йылдың 5 мартында РФ мәғариф Министрлығы бойороғо тарафынан раҫланған 1089- сы һанлы “Башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта (тулы) дөйөм белем биреүҙәге дәүләт дөйөм белем биреү стандарттарының федераль компоненты”.

  3. 2015- 2016 уҡыу йылына Рәсәй Федерацияһының федераль базис уҡыу планы һәм белем биреү учреждениелары өсөн яҡынса уҡыу планы.

  4. Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығының 2014 йылдың 31 мартындағы 253-сө һанлы “2014–2015 уҡыу йылында белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән дәреслектәрҙе раҫлау тураһында”ғы ҡарары. “2014 йылдың 31 мартында Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығы раҫланған федераль дәреслектәргә үҙгәрештәр индереү тураһындағы” 2015 йылдың 8 июнендәге 576- сы ҡарары.

  5. Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр һәм нормативтар СанПиН 2.4.2.2821-10 Рәсәй Федерацияһы баш дәүләт санитар табибы тарафынан 2010 йылдың 29 декабрендә раҫланған 189-сы һанлы «Дөйөм белем биреү учреждениеларында белем биреү шарттарына һәм ойоштороуға санитар эпидемиологик талаптар» постановлениеһы (11йылдың 3 мартында Рәсәй юстиция Министрлығында теркәлгән ).

  6. 1999 йылдың 25 октябрендәге 1807-1-се һанлы”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” закон (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән).

  7. 1999 йылдың 15 февралендәге 216-з һанлы ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” закон.

  8. Башҡортостан Республикаһының 2013 йылдың 1 июлендәге 696-з һанлы “Башҡортостан Республикаһының Мәғарифы тураһында” законы .

  9. 2009 йылдың 31 декабрендәге УП-730- сы һанлы Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

  10. Башҡортостан мәғариф министрлығының 2015 йылдың 29 апрелендәге 905 –се һанлы бойороғо менән тәҡдим ителгән “2015- 2016 уҡыу йылына дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн региональ базис уҡыу планы һәм яҡынса уҡыу планы”.

  11. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлеге.

  12. 2015- 2016 уҡыу йылына МДБББУ 9- сы лицейҙың уҡыу планы.

  13. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү үҙәк урынға ҡуйыла. Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия, орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: Башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, телдең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

- әҙәби телдә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында практик файҙаланырға өйрәтеү;

- телдең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү;

- гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡыу күнекмәләре биреү;

- үҙ фекереңде бәйләнешле итеп һөйләү һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу;

- телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, йолалары, күренекле шәхестәре, тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт доньяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү;

- туған телгә һөйөү тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡыусыларҙың белем кимәленең метапредмет һөҙөмтәләренә талаптар:

- уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу;

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса һүрәт төшөрөү;

- тест буйынса һорау биреү;

- 10-12 шиғырҙы яттан белеү;

Уҡыусыларҙың белем кимәленең шәхси һөҙөмтәләренә талаптар:

- ишеткән, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;

- текстың йөкмәткеһен һөйләй белеү;

- ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтен әйтеү;

- башҡорт теленән рус теленә тәржемә итеү;

- талғын, шыма, тотош уҡый белеү;

Уҡыусыларҙың белем кимәленең предмет һөҙөмтәләренә талаптар:

- хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур, һәм тоташтырып яҙыу;

- өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (2-4 һөйләмдән)

Тематик план:

Бүлек

Сәғәт һаны

Контроль

1

Башҡортостан-тыуған илем

2

тест

2

Һаумы, мәктәп!

4

тест

3

Йәмле йәй үтте

7

Тест

4

Көлә-көлә көҙ килә

4

күсереп яҙыу

5

Кеше эше менән матур

7

тест

6

Тарих биттәренән

8

диктант

7

Бурай-бурай ҡарҙар яуа

8

тест

8

Беҙҙең ғаилә

4

инша

9

Шанлы йылдар

4

тест

10

8 март-ҡатын-ҡыҙҙар көнө

5

инша

11

Ай Уралым, Уралым…

4

тест

12

Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр

3

к/күсереү

13

Яҙ килә еремә

5

тест

14

Йәйҙең йәмле көндәрендә. Ҡабатлау.

4

диктант

15

Резерв

1

Бөтәһе

70

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге:

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әбүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  6. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  7. Һүҙлектәр.

Төп әҙәбиәт:

1.Толомбаев Х.А.. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәп-

тәрҙең 2 класс башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. – Өфө : Китап, 2009.

2. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафиҡова С. Х. - Өфө: Китап, 1997.

3. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2006

Материаль-техник ҡулланмалар:

  • телевизор; видеомагнитофон; DVD; компьютер

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

3. Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

3. Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

5. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, “Атайсал”.